Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар

Урыҫ крәҫтиәндәре хаҡында

                                       Урыҫ крәҫтиәндәре хаҡында
     Максим Горькийҙың был шаҡ ҡатырғыс мәҡәләһе 1922 йылда Берлинда сыға. Уны Рәсәйҙә һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да, үҙгәртеп ҡороу ваҡытында ла баҫтырып сығармағандар, ғөмүмән, бер ҡасан да. Ул урыҫ крәҫтиән массаһының варварлығын һәм артта ҡалыуын һүрәтләй, уҡыусыға был яуызлыҡты тик ғәҙәттән тыш хәл менән генә бөтөрөп була тип әйтә. Дауам итеп автор: «Муса тарафынан Мысыр ҡоллоғонан сығарылған йәһүдтәр кеүек, урыҫ ерҙәренән һәм ауылдарының ярым ҡырағай, аҡылһыҙ, ауыр кешеләре — юғарыла әйтелгән бөтә ҡурҡыныс кешеләр юҡҡа сығасаҡ, һәм уларҙы яңы ҡәбилә — грамоталы, аҡыллы, дәртле кешеләр алмаштырасаҡ». Читать далее →

Тамъяндарҙың ҡырылыуы

                                       Тамъяндарҙың ҡырылыуы
     Был хикәйәттә тамъян ырыуы мосолмандарының урыҫ баҫҡынсылары тарафынан аяуһыҙ ҡырылыуы тураһында бара. Тамъян ырыуҙарын Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Ырымбур өлкәһенең Әсәкәй (Асекеево) районы һәм Татарстан Республикаһының Сарман районы кешеләре тәшкил итә. Был хаҡта «История башкирских родов Тамъян» тигән китаптан уҡып белә алаһығыҙ. Ссылка ошо минең сайта: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/istoriya-bashkirskix-rodov-tamyan.html
     Мин үҙемдә тамъяндар араһынан һәм элекке терәк күршемдәр, аталары репрессия замандарында Өфө яғы райондарының береһенән ҡасып килгән Ҡөръән хафиз эйәһе татар милләтенән булды. Ырыуы буйынса Тамъяндарға ҡарай һәм балаларының да йөҙҙәре буйынса тулыһынса һарыларҙан булды тиерлек. Беҙҙең арала үҫеп башҡорт теленә тулыһынса күстеләр, ә паспортарында ҡайһы берҙәре татар йә башҡорт тип яҙылды. Бер Тамъян булып та телдәребеҙ төрлө булыуыбыҙға шул боронғо төрки грамматикаһын һәм шул телдә аралышыуыбыҙҙы совет коммунистәре тарафынан 19 быуат башында бөтөрөу әфәтелер.
     Ниндәй телдә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мосолман булып ҡалайыҡ һәм беҙгә ҡаршы сыҡҡан дине дошмандарыбыҙға ҡаршы торайыҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәриме китабында изгелеккә һәм ғәҙеллеккә, хаҡлыҡҡа әйләй. Ялған тулы заманда, Иблис шайтандарынан алыҫ булайыҡ. Читать далее →

Кем ул Зөлҡәрнәй?

                                                        Кем ул Зөлҡәрнәй?
     Зөлҡәрнәй — Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алынған Аллаһтың тәҡүә ҡоло. Уның шәхесенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, шуға күрә уның пәйғәмбәр, вәли йәки ябай тәҡүәле хаким булыуы тураһында бәхәстәр бар. Ҡайһы бер мөфассирҙар, Аллаһ Тәғәләнең "Әй, Зөлҡәрнәй! (Кахф 18/86), тиеп өндәшеүенән сығып, уның пәйғәмбәр булыуы тураһында фекерен белдерә. Башҡалар иһә уның вәли булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең башҡорт википедияһына Зөлҡәрнәйҙе Александр Македонский менән бутап яңылышлыҡ индергәндәр. Рәсәй мосолмандары, бигерәк тә урыҫтар Александр Македонскийҙе беҙҙең славян тамырҙарынан, тиеп ебәрәләр. Был грек башлығының уларҙа ни затты бар? Ә Зөлҡәрнәй ғәрәптәрҙән булған. Ни эшләптер Зөлҡәрнәйгә Искәндәр тип, өҫтәлмә исем ҡушҡандар, хәҙистәрҙә һәм Ҡөръәндә был исем юҡ. Читать далее →

Зәки Вәлиди «Бөгөнгө Төркөстан»

Заки Валиди

Зәки Вәлиди

Зәки Вәлиди «Бөгөнгө Төркөстан»

     Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» китабынан (2-се өлөш) бер өҙөк тәҡдим итәм. Зәки Вәлиди был китабында урыҫтар үҙ «бөйөк» сәйәсәтең, мәҙиәнәттең, телен һәм башҡаһын нисек икенсе милләттәр араһына таратып, уларҙы баҫып алып «урыҫ тәртибен» урынлаштырыуы тураһында. Был «бөйөк урыҫ именлеге» бөгөнгө көндә беҙҙе ни хәлгә алып килеп еткергәнен күптәр аңлар, әгәр баштарынан ялған инаныуҙарын алып ташлап үҙ алы фекер йөрөтә алһалар.
      Зәки Вәлиди ысынбарлыҡта бөгөн беҙҙең һәм башҡа милләттәр менән ни булырын күҙалап яҙған. Бөйөк урыҫ мәҙәниәтенең тәьҫирендә булған халҡыбыҙ, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәй балаларыбыҙ урыҫтар һымаҡ һүгенеп һөйләшеп йөрөүен, ә өлкәндәренең ата-әсәләре менән гел урыҫ телендә аралашып, урыҫ һүгенеүҙәрен ҡушып һөйләшкәндәрен күрәбеҙ. Бындай бирелгән тәрбиә арҡаһында ата-әсәгә, өлкәндәргә, хатта үҙ-ара ҡатнашҡан туғандарға һәм башҡа халыҡҡа хөрмәт юғалып улар дошманға әйләнде. Читать далее →

Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан

                                        Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
     Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
     Мәшһүр яҡташыбыҙ, үҙ заманының күренекле күренекле мәғрифәтсеһе һәм арҙаҡлы дин әһеле ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) Ноғоман улы Ирназаровҡа быйыл 160 йәш тула. Ул атаһының исеме менән Ноғоманов йөрөй.
     Бала саҡтан ишетеп килгән Абд аль Ханнан хәҙрәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбеһе бер ваҡыттала баштан сыҡманы.
     Асҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәттең изге кәңәштәре менән был ҡулъяҙманы әҙерләүсе Ҡужан ауылы Ғәбделбарый улы Рафаил Мәсәлимов.
     Минең әсәйем Сафия (атаһы Дәүләтша ауылынан билгеле Камалетдин мулла, әсәһе Фатима Абд аль Ханнандың ҡыҙы) олоатаһы Абд аль Ханнанды яҡшы белә ине, бала сағынан ҡатнашып, аралашып үҫкән. Абд аль Ханнан хәҙрәтте һуңғы юлға оҙатҡандала булған (ул ваҡытта атайым менән әсәйем Әлмүхәмәт МТС-ында эшләгәндәр, шунда йәшәгәндәр).
Был ҡулъяҙманы әҙерләгәндә мин Асҡар ауылында йәшәгән Усманов Махиян мулланың һөйләгәндәрен иҫкә алдым (Махиян мулла Абд аль Ханнанға ҡоҙа була). Асҡар мәктәбендә 8-10 класстарҙа уҡығанда мин Махиян олоатайҙарға йыш бара торғайным. Махиян мулла миңә Камалетдин мулла Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында күп һөйләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп нәмәләре онотолоп бөткән. Читать далее →

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

                                                      Әхмәтзәки Вәлиди Туған

     Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле». Читать далее →

Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

                                       Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

     Был хикәйәт Әхәт Сәлиховтың «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» тигән китабынан алынды. Был китапка ссылка: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838

     Көнсығышта урынлашҡан тауҙарында был көнгәсә йәшәп килгән башҡорттар үҙҙәренең ябайлыҡтары, йомартлыҡтары һәм батырлыҡтары менән башҡа халыҡтарҙан айырылғандары кеүек, йәнле активлыҡта, дәрт һәм ғәйрәттә лә күрше ҡәүемдәрҙең бик күбеһенән алда инеләр. Ватан мөхәббәте, бер-береһенә өлфәт араларына тамам ерләшеп, үҙ-ара хыянат, үлтереш, талашты күңелдәренә лә килтермәйҙәр ине. Мәрхәмәт, шәфҡәт һәм бер береһенә ярҙам итеү, ғәфү итә һәм тыңлай белеү шикелле кешелек  йәмғиәтендә беренсе урынды тотҡан маҡтаулы сифаттар, башҡорттарҙың тәбиғи сифаттары кеүек әүерелгәндәр ине. Бөйөк Урал тауҙарының шиғри күренештәре эсендә тәбиғәттең киң һәм бөтмәҫ ниғмәттәренән тик үҙҙәре генә файҙаланып, йәнле-ҡыҙыҡлы хаят, дәртле-ялҡынлы бер тормош эсендә ғүмерҙәрен кисергән киң күкрәкле башҡорттарҙың заманында ярайһы ғына ғалим һәм белгестәр, әҙип һәм шағирҙар етешкәне кеүек, саф алдына сығып, батырҙарса һуғышҡан ҡаһармандары ла булып үтте. Аллаһы тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның ожмахи булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был хоҙай бәндәләре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр... Бер береһе өҫтөнә сыҡҡан күп һанлы тауҙарҙан тәшкил ителгән, туп-тура күккә табан юғары олғашҡан Урал тауҙары... Шул күренеште тәшкил иткән йәмле тәбиғәттең тәьҫире аҫтында башҡорттар һис нәмәгә илтифат итмәйенсә, ғәмһеҙ-ҡайғыһыҙ күңелле тормоштоң ләззәтле ҡосағында рәхәт-рәхәт йәшәй бирҙеләр. Читать далее →

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!

                                                 Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!
     Матур яҙҙың март айы ла килеп етте һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнө етте. Ошо йылына бер тапҡыр килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамын, 8 март көнөн – уның тарихы төпкөлөнә, сығышына төшмәй, ә һөйөклө кешеләребеҙҙе, — ҡатындарыбыҙҙы, әсәләребеҙҙе һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрә торған бер көн генә тип кенә ҡабул итәбеҙ түгелме? Әйе, йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибар бирмәй, тик ошо көндә генә уларға хәйерле теләк үә бәхет теләйбеҙ.
     Был әлбиттә дөрөҫ түгел, Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ирҙәргә ҡатындарҙы бүләк иткән, беҙгә балалар тапһын тип, әсә иткән. Тик беҙ ирҙәр, донъя мәшәҡәтенә, уның нәфсеһенә сумып уларға иғтибар бирмәйбеҙ, рәнйетеп тә алабыҙ, ситкә лә этәрәбеҙ, күңелебеҙ һалҡынлығын күрһәтәбеҙ. Читать далее →

Кто такие ваһһабиты?

                                                        Кто такие ваһһабиты?
     Сегодня в мире почти не осталось, очевидно, человека, который не слышал бы о смутах и бедах, причиняемых ваһһабитами. Однако еще не все способны их различать от обычных мусульман. Некоторые даже думают, что они (ваһһабиты) стремятся к очищению Ислама.
     Люди часто спрашивают, кто такие вахабиты, и в чём разница между ними и Аьлюс-Сунна (мусульманами, придерживающимися пути Пророка, мир Ему, Его сподвижников и истинных имамов). Человек, который прочитает данную книгу, по Воле Всевышнего получит вполне удовлетворяющий ответ на все эти вопросы.
     Ваһһабиты — это люди, искажающие истинный смысл Кур'ана и Хадисов, переводя и толкуя их по своему усмотрению. Они часто неверно цитируют Кур'ан и Хадисы, изымая слова из контекста, или предают забвению те или иные Аяты Кур'ана и Хадисы, которые явно опровергают их утверждения, или же не признают эти Хадисы, называя их “слабыми”. Ваһһабиты это те, которые идут по пути уничтожения Ислама изнутри, искажая истинный смысл Кур'ана и Хадисов. Читать далее →

Основные вехи становления Ислама в Башкортостане

                             Основные вехи становления Ислама в Башкортостане

     Глава 1
     Ислам в Средневековье и в новое время
     На рубеже I и II тысячелетий на территории Южного Урала под влиянием глобальных процессов формировались новые культурные парадигмы существования средневековых сообществ. В первую очередь эти изменения были обусловлены социально-экономическими причинами, а именно необходимостью интеграции в глобальную систему взаимоотношений, где с VII века ключевую роль начинает играть ислам. Распространение этой монотеистической религии в Северной Евразии являлось главным условием вхождения башкир в афроевразийскую мир-систему того времени.
     Принятие новых доктрин было обусловлено изменениями в социальной и этнической консолидации населения, где приоритетными становятся не родственные, а территориально-экономические связи. Факт принятия сложной системы единобожия является свидетельством высокого для того времени уровня развития в экономическом и социальном планах обществ, которые способны поддерживать эффективные связи с центрами цивилизации. Читать далее →