Зәки Вәлиди «Бөгөнгө Төркөстан»
Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» китабынан (2-се өлөш) бер өҙөк тәҡдим итәм. Зәки Вәлиди был китабында урыҫтар үҙ «бөйөк» сәйәсәтең, мәҙиәнәттең, телен һәм башҡаһын нисек икенсе милләттәр араһына таратып, уларҙы баҫып алып «урыҫ тәртибен» урынлаштырыуы тураһында. Был «бөйөк урыҫ именлеге» бөгөнгө көндә беҙҙе ни хәлгә алып килеп еткергәнен күптәр аңлар, әгәр баштарынан ялған инаныуҙарын алып ташлап үҙ алы фекер йөрөтә алһалар.
Зәки Вәлиди ысынбарлыҡта бөгөн беҙҙең һәм башҡа милләттәр менән ни булырын күҙалап яҙған. Бөйөк урыҫ мәҙәниәтенең тәьҫирендә булған халҡыбыҙ, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәй балаларыбыҙ урыҫтар һымаҡ һүгенеп һөйләшеп йөрөүен, ә өлкәндәренең ата-әсәләре менән гел урыҫ телендә аралашып, урыҫ һүгенеүҙәрен ҡушып һөйләшкәндәрен күрәбеҙ. Бындай бирелгән тәрбиә арҡаһында ата-әсәгә, өлкәндәргә, хатта үҙ-ара ҡатнашҡан туғандарға һәм башҡа халыҡҡа хөрмәт юғалып улар дошманға әйләнде.
Был мулла ни эшләп урыҫтарға ҡаршы сығып уларҙы кәмһетергә тырыша тиһәгеҙ, ябай миҫал: беҙ бәләкәй саҡта яратҡан артисыбыҙ Олег Табаков үҙ театрында урыҫ һүгенеүҙәренән торған спектакльдәр күрһәтә, был беҙҙең бөйөк культурабыҙ тип, билдәле кинорежиссер Никита Михалков үҙәк телевидение аша барған тапшырыуҙарында һүгенә... Күп миҫалдар килтерергә мөмкин. Беҙҙең мосолман халҡы үҙ теленән хурланып, балаларын урыҫ телендә тәрбиәләп уларҙы күренекле иттеме? Урыҫтың бөйөк тәрбиәһендә йәшәп илдәребеҙ алға киттеме? Ҡулланған, кейенгән, ашаған-эскән бар нәмә сит илдеке – әммә барыһында урыҫ иленең ҡаҙанышы һәм бөйөк тарихы тиҙәр. Башҡа халыҡтың тарихын аяҡ менән тапап бер «бөйөк», «еңелмәҫ» урыҫ тарихына баш эйәбеҙ түгелме? Урыҫтың үҙ урыны булырға тейеш башҡа милләттәргә хаким булмай, бергә йәшәйбеҙ икән (минең күрше урыҫ) самаһын белһендәр. Өҫтә ултырып самаһынан ашҡандарҙы Аллаһ үҙ хөкөмөнә алып язалар. Әхмәтзәки Вәлидинең китабынан өҙөк:
Һуңғы һүҙ
Беҙ был әҫәрҙә Төркөстандың, башлыса, XVI быуаттан һуңғы тормошон, йәғни тарҡалыш дәүере хаҡында һүҙ йөрөткәнлектән, уның шәфҡәтле ваҡыты бында бик тасуирланманы. Боронғо дәүерҙе беҙ тик 20 биттә (китаптың 1-се өлөшөндә, 106-126-сы биттәр) ҡыҫҡаса тасуирланыҡ . Был ҡыҫҡартылған өлөштән һәм XVI быуаттан һуңғы тарҡалыу дәүерендә лә дауам иткән мәҙәни эшмәкәрлек хаҡында яҙғандарыбыҙҙан Төркөстандың ниндәй оригиналь бер мәҙәниәткә эйә булыуы күренә. Йәнә был әҫәрҙә Төркөстандың нисек яйлап бер рус өлкәһе хәленә килеүен, бер милләт булып йәшәү өсөн Урта төрктәрҙең нисек көрәшеүҙәрен һәм көрәште дауам итеүҙәрен аңлаттыҡ. Хәҙер инде һуңғы һүҙебеҙҙә лә уҡыусыларыбыҙға: 1) рустарҙың был өлкәлә алған һәм ала башлаған хакимиәтенең формаһын һәм асылын; 2) Төркөстандың дәүләттәр һәм милләттәр араһындағы хәлен; 3) урта төрктәрҙең тормош көрәшендә тотасаҡ урынын; 4) ил яҙмышы мәсьәләһенә ҡараған төшөнсәләребеҙҙе аңлатасаҡбыҙ .
Рус колониаль сәйәсәтенең асылы һәм маҡсаты
Беренсе мәсьәләгә килгәндә рустарҙың Урта Азияның эсенә йүнәлтелгән хәрәкәттәре башланғыста көнбайыш донъяһында, айырыуса Англияла ҡайһы бер тынысһыҙлыҡ тыуҙыра. Ләкин үткән быуаттың аҙағында был фекер үҙгәрҙе һәм рустарҙың таралыуы донъя мәҙәни тормошо ҡарашынан «һис шикһеҙ ыңғай бер ваҡиға» булып иҫәпләнер булды. 1888 йылда Төркөстанды гиҙгән Керзон (һуңынан лорд Керзон) рус хакимиәтен һәр төрлө урындағы ханлыҡ идараһынан өҫтөн ҡуйыуын әйтте. Инглиздәрҙең бөйөк ғалимы Равлинсон (Rawlinson) тарафынан идара ителгән инглиз география башында торған Европа ғилми учреждениелары ла рус география, идеология, физика йәмғиәттәре менән рус метеорология станцияларының һәм статистика комитеттарының Урта Азия тураһындағы тикшеренеүҙәре менән тулҡынланып ҡыҙыҡһыныр булды. 1891 йылда йыйылған «Халыҡ-ара география конгресы»нда «Урта Азияла тәртип урынлаштырылыуы, уны мәҙәниәтләштереүҙе белгән һәм төҙөкләндергән рус милләтенә» ҡарата хайранлыҡ белдерелде. Англияның Шиффельд, Берменгем һәм Манчестер фабрикалары тик Рәсәй юлы менән Урта Азияға инглиз тауары һәм инглиз капиталы булараҡ кире ҡайтасаҡ, тип ышандылар. Англияла һәр эшкә һәм бөтөн йәмәғәтселек фекеренсә хаким булған сиркәү ҙә «Урта Азияла рус хакимлығы христианлыҡ таралыуы һәм популярлашыуы өсөн яңы өлкәләрҙең асылыуы ул» тигән фекерҙе ҡеүәтләп, был хосуста рус ортодокс сиркәүе менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн пландар ҡора башланы. Урта Азияла тимер юлы төҙөлөшө менән параллель рәүештә рус крәҫтиәндәренең күпләп күсерелеүе һәм был илдең Рәсәй менән Ҡытай араһында бүленеүе мәҙәни Европа өсөн «сәйәси ҡурҡыныс» тәшкил итә, тип иҫәпләнгән күскенселеккә ҡаршы көрәштең төп сараһы тип иҫәпләнде . Рустарҙың был яңы илдә Амударъя һәм Һырдаръя буйҙарында киң һуғарыу системалары барлыҡҡа килтерәсәктәре һәм ул тирәне бер йәннәткә әүерелдерәсәктәре тураһында алдан хәбәр ителде. Айырыуса швейцар Генри Мозер (1869, 1882, 1890), инглиз ғалимдарынан Ф.Скрин, Е.Денисон Росс (1898) һәм Англия парламенты ағзаһынан Генри Норманн (1903) рустар файҙаһына был юлда күп маҡтау һүҙҙәре әйттеләр.
Бының кеүек заттарҙың Рәсәйҙән көткәндәренең күбеһе дөрөҫләнмәһә лә Рәсәй хакимиәтенең ыңғай тарафтары донъяның һәр яғында инҡар итеүе мөмкин булмаған асыҡ бер хәрәкәт сифатында аңлатылды. Башта рустарҙың таралыуының иң көслө дошманы булараҡ бер нисә әҫәр нәшер иткән венгр Г. Вамбери 1906 йылда нәшер иткән бер әҫәрендә рус идараһының ыңғай яҡтары тураһында һүҙ алып барып, Төркөстан төркиҙәрен өмөтләндерерлек һүҙҙәр яҙҙы. Уның буйынса Волга татарҙары булыуға хөкөм ителгән, тик өлкәләрендә тығыҙ ултырған төркөстанлылар өсөн бындай ҡурҡыныс юҡ, сөнки ил сүлдәр менән уратып алынғанлыҡтан, рус күскенселәре күп килә алмаясаҡ, улар өсөн климат та уңай булмаясаҡ . Рус дәүеренең илдә бөгөнгө көн техникаһы, тимер юлы килеүе, ҡала тормошон үҫтереүе, фекер яңылыҡтарына этәреүе һәм илде донъя сауҙаһы киңлектәренә ысынлап та йәлеп итеү кеүек ыңғай яҡтарын беҙ ҙә юғарыла (29 —42-се биттәр) аңлатҡайныҡ.
Бында күҙгә ташланған үҙгәреш — халыҡтың артыуы. XIX быуаттың өсөнсө сирегендә 8 миллиондан артмаған халыҡ XX быуаттың беренсе сирегендә 15 миллионға етә. Космополит кешеләрҙең ҡарашы буйынса, бер илдең былай үҫеше мәҙәниәт өсөн бер ҡаҙаныш. Космополиттар буйынса рус күскенселәренең күбәйеүе арҡаһында мәҙәниәттең үҫеше тәьмин ителгән, илдә ҡайһы ҡәүемдең һәм телдең урынына башҡа ҡайһыныһы килә, улар өсөн һис тә мөһим түгел. Ләкин кешеләрҙең бәхете халыҡтарҙың ҡайһылыр береһенә оҡшау һәм уның тирәһендә берләшеп, ҡәүемдәрҙең ҡайһылыр береһенә оҡшаған бер ҡиәфәт алмайынса тормошҡа ашмаҫ. Әгәр бөтә Урта Азия ҡәүемдәре юҡ булып, уларҙың урынына тик рус менән ҡытай хаким булып ҡалһын өсөн миллиондарса урындағы кешенең быуаттарса ыҙа сигеүҙәре кәрәк булһа, бындай бер дәүер был ил тарихының иң бәхетһеҙ биттәрен тәшкил итер ине. Сөнки урындағы ҡәүемдәр рус һәм ҡытайҙың ҡеүәт өҫтөнлөгө тағы бер нисә быуат өсөн тәьмин ителгән хәлдә лә үҙ аллы йәшәй алыу фекеренән, тел һәм мәҙәниәттәренән еңел генә ваз кисмәйәсәктәр. Рус урта төрк иленә, мәҫәлән, Һиндостандағы инглиз кеүек, әсир ҡәүемдәр өҫтөнән сәйәси һәм иҡтисади өҫтөнлөгөн һаҡлап, колониялағы капиталды үҙләштереү һәм кешеләрҙе эксплуатация фекере менән, тик бер «әфәнде» милләт булып килмәгән; ул бында урындағы милләт булыу һәм бында халыҡ иҫәбе буйынса ла күпселекте тәшкил итеү өсөн килгәнлектән, үҙ крәҫтиәнен, күсерен, итексеһен, урам һепереүсеһен, бәҙрәф таҙартыусыһын да бергә килтергән . Ул тимер юлы эшселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен, шоферлыҡты, фабрика эшселәрен, хәрбиҙәрҙе үҙ монополияһына алыу менән бергә урта төрктөң эсенә, йөрәгенә керергә һәм үҙен уларға тиң бер ҡәрҙәш һәм арҡаҙаш кеүек күренеп яраттырырға, улар менән бер йәшәргә, улар менән ҡан ҡәрҙәш булыу юлын тота, үҙенең телен һәм әҙәбиәтен, музыкаһын һәм архитектураһын да урындағыларҙың зауығына оҡшата. Ғәмәлдә рус хакимиәтенең урындағы халыҡ өсөн иң ҡурҡыныс яғы ла бына ошолар. Ул был тәңгәлдә үҙенең яйлап емереү һәм йотоу сәйәсәтенән урындағыларҙы ерәндермәй, хатта быны постар һәм чиндар биреү һәм ҡаршы булған ҡайһы бер урындағыларҙы ассимиляциялауҙы ла белә. Был сәйәсәт һөҙөмтәһендә бер нисә вилайәтте бөгөн халыҡ иҫәбе буйынса рус күпселеге аҫтына алдылар.
Төркөстанда ерләшкән рустарға һәр төр өҫтөнлөктәр бирелеп, улар мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса ла хөкүмәттең яҡлауында булғанлыҡтан, һуңғы быуат дауамында, ҡаҙаҡ һәм башҡорттар менән сағыштырғанда, бәлки ун тапҡыр алға киттеләр, урындағылар иһә хөкүмәттең ҡаршы саралары аҫтында ҡалып, яңы тормош шарттарында нормаль йәшәй алмағанлыҡтан артта ҡалдылар. Элек Төркөстанда боронғо ысул менән булһа ла ғәскәрлек бар ине, хәҙер төркөстанлылар ғәскәрлектән ситләштерелгәнлектән ярайһы егетлектән мәхрүм булып йомшарҙы, элек урта төрктөң уртаҡ бер әҙәби теле булһа, рус уны ла яйлап бүлгеләп, емерҙе. Был тәңгәлдә бөгөн ҙур сығымдар талап иткән етди ғилми әҫәрҙәрҙең, ҙур энциклопедияларҙың, дәүләт идараһындағы ҙур күләмле йыйынтыҡтарҙың, закондарҙың һәм башҡа шуның кеүек әҫәрҙәрҙең нәшер ителеүе мөмкин булған бер дөйөм төрки теле урынына һәр көн үҙгәргән һәм йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан, киләсәк нәҫелдәргә һәм күрше ҡәбиләләргә һис тә аңлашылмаған әһәмиәтһеҙ, уйлап сығарылған һүҙ бутҡаларын аҙаҡ сиктә урынын руссаға алыштырыу өсөн ваҡытлыса йәшәтәләр. Бартольдтың «Төркөстан мәҙәни тормошо тарихы», Радловтың «Себерҙән» хәҙерге сәнғәт тарихсыларының нәшриәте кеүек ҡиммәтле тарихи әҫәрҙәрҙең тексын тәшкил иткән ике мең йыллыҡ был урындағы бөйөк культура тик киләсәктәге тарих һәм археология тикшеренеүселәрҙең темаһы сифатында бөтөрөлөп, уның урынына славяндарҙың Византиянан күсереп, йәиһә Европанан боҙоп «евроазия» сәнғәттәре урынлаштырыласаҡ; бәлки был арҙан икеһен дә ташлап, иң яҡынын ҡабул итеү менән кешелек донъяһы нимә ҡаҙанасаҡ һуң? Рус буйһондороуы аҫтында һуңғы ике быуат дауам иткән әсирлек тормошонда был илдең ыҙа сигеүҙәре, ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ баш күтәреүҙәре нисек барлыҡҡа килеп үҫеүҙәре тураһында был китапта киң аңлатылды. Рус халҡын ерләштереү урынына Азияның бындағы асыл бер ырҡын, донъя масштабында дәүләттәр ҡороп, кеше йәмғиәттәренең дини һәм мәҙәни эштәренә ҡатышмай, тик сәйәси һәм иҡтисади нигеҙҙәргә таянған дөйөм бер тормош ҡороу ысулын уңышлы рәүештә бер нисә тапҡыр күрһәткән бер милләт, йәки төрктәр бөтөрөлһә, Урта Азияла сәйәхәт итеп, рустарҙы маҡтаған ул космополит сәйәхәтселәр нәмә ҡаҙанырҙар икән? Гәрсә батша Рәсәйенең Урта Азиялағы хакимиәт ҡороуы башта европалыларға бөйөк өмөттәр бирһә лә, был хакимиәт XX быуатҡа күскәндән һуң үҙенең
ысын йөҙөн күрһәтә башлау менән тик беҙҙә генә түгел, бер нисә нейтраль европалыларға ла (мәҫәлән, др. Ле Кок) тәрән тынысһыҙлыҡ уяндырҙы.
Рәсәйҙең большевик дәүере иһә мәҙәниәт донъяһын яп-яңы бер ысынбарлыҡҡа дусар итте. Рәсәй Азияла киң масштабта йәйелеү сәйәсәте үткәргән һәм был йәйелеп үҫеү хәрәкәтенә ҡаршы торасаҡ һис бер сикләү танымаған, ҡомһоҙ һәм аппетиты ашып ташҡан бер империалист дәүләт. Рус милләте лә дәүләтселеккә иң ныҡ бәйле һәм шәхси милеккә бәйле булыуы ҡалмағанлыҡтан хөкүмәт күрһәткән һәр ергә һәм һәр илгә күсенеп ерләшергә әҙер булған хәрәкәтсән һәм теремек бер йәмғиәт тәшкил итә. Рус милләте был хәрәкәтсәнлек һәм теремеклекте айырым бер тырышлыҡ менән үҫтергән. Рус баҫып алыуҙары элек тә һәр саҡ яңынан-яңы илдәрҙе яулап алыу һәм һәр ерҙә ерле ҡәүемдең, айырыуса мәҙәни һәм иҡтисади шарттарға таянып, иретеп, уларҙың вәкиленә әүерелеп һәм уларҙың иҫәбенә ярайһы күбәйеү маҡсатын ҡуялар. Быны Вамбери әле 1871 йылда тикшергән һәм: «Рәсәй тиҙ ҙурая, бөйөк Петр заманында халыҡ иҫәбе ни бары 15 миллион ине. Екатерина тәхеткә ултырған йылда 25 миллион булды. Александр Беренсе үлем йылында 58 миллионға етте, хәҙер (1871 йылда) иһә 77 миллион булды. Был ғәжәп халыҡ артышы рустарҙың бала тыуҙырыу һәләтлегенән бигерәк яулап алған илдәрҙәге халыҡты тиҙ ассимиляциялау менән аңлатыла. Бынан 30 йыл элек Ботлинг, Катрен һәм Регулиненың тикшеренеү сәйәхәте эшләгән саҡта Лена буйында яҡуттар, көнбайыш Уралда вогул һәм вотяктар иҫәбе буйынса хәҙергеһенән биш тапҡыр күберәк ине. Аҙ бер ваҡыт эсендә руслаштылар. Рус баҫып алған төрк ҡәүемдәре лә хәҙер шул яҡут һәм вогулдарҙың юлына баҫтылар» .
Рус үҙенең бурысы итеп милләттәр ҡушымтаһынан яңы бер географик милләт, «Рәсәй милләте» яратырға теләүен әле үткән быуаттың беренсе яртыһында аңлатҡайны. Сығышы ғәрәп булған шағир Пушкин «һәйкәл ҡуй» исеме менән яҙған шиғырында үҙен Рәсәйҙә йәшәгән ҡәүемдәрҙең дөйөм шағиры булараҡ таныясактарын һөйләй һәм «бөйөк Рәсәйҙең эсендә төрлө ерҙәрҙә төрлө телдәрҙә һөйләшкән ҡәүемдәрҙең барыһы ла минең исемемде телдәренән төшөрмәйәсәк, ғорур славян улы булһынмы, фин тоҡомо булһынмы, тауҙарҙа үҙе теләгәнсә гиҙгән тунгус булһынмы, далаларҙа ҡалмыҡ булһынмы, бөтәһе лә бергә мине иҫкә аласаҡ», тигән. Сығышы татар булған, ләкин славяндар союзы фекеренең башында тип иҫәпләнгән Аксаков буйынса, башҡорт һәм ҡырғыҙҙар тик бөйөк рус милләтенең далаларҙа йәшәгән һәм хәҙергә христианлыҡ ҡабул итмәгән балаларынан ғибәрәт. Батша заманында рустар башҡа милләттәр вәкиле булыу сәйәсәтен бигерәк тә дин юлы менән тормошҡа ашыралар ине.
Хәҙер «яңы рус» тип атаған большевик рустар иһә был сәйәсәтте күберәк яңы индустрия өлкәләре булдырыу, унда һәм коллектив хужалыҡтарҙа рустарҙы урындағылар менән бергә ерләштереү, дөйөм балалар баҡсаларында, дөйөм йәштәр һәм спорт ойошмаларында, дөйөм мәктәптә, рус һәм рус булмағандар өсөн дөйөм пәйғәмбәр булып танылған Лениндың тәғлимәтен уртаҡ бер дингә әүерелдереү, рус булмағандарҙы рус виләйәттәренә күсереү юлы менән, тарихта бер ваҡытта ла һәм донъяның һис бер ерендә күрелмәгән тиҙлек менән уйҙан ысынбарлыҡҡа әүерелдерәләр. Был юл менән миллиондарса «рус булмаған»дар бер нисә йыл дауамында иреп, рус булып китә. Был бик радикал юлды нәгез марксист системаларҙы тапҡан рустарҙың йәйелеү хәрәкәте ҡаршылыҡһыҙ таралыуына ҡарамаҫтан тамамланыуҙан алыҫ ине. Рустарҙың таралыуы Көнба-йыш Европала ерҙең тарлығынан алға китмәй. Ул Себер, Урта Азия һәм Кавказдағы урындағы ҡәүемдәрҙең мәҙәни һәм иҡтисади төҙөлөштәренең йомшаҡлығынан файҙаланып, уларҙың вәкиле булараҡ бер «географик милләт», йәғни «рус милләте» урынына «Рәсәй милләте» рәүешле туҡтауһыҙ ҙурайыу проектының фазалары кеүек аңлатыла. Был процесс алда ассимиляцияланған һәр «инородец» үҙенән һуң быға ҡушылғандарҙы руслаштырыу юлы менән ҡай саҡ айырыуса тиҙләтә. Рустар үҙҙәре был процесты, гүйә, ҡаршы тороуы мөмкин булмаған «стихийное движение» кеүек тасуир итәләр. Ләкин был эш былай түгел.
«Рус ағымы» ның сәбәбе мәғлүм һәм туҡтатылыуы кешеләр ҡулында булған бер процесс. Бының төп сәбәбе — рус сәйәси баҫып алыуы аҫтында ҡалған илдәрҙәге ҡәүемдәрҙең цивилизация яғынан характерҙарының йомшаҡлығы. Шул сәбәпле, улар рустар тарафынан йотола һәм уны йомарланған ҡар кеүек ҙурайталар. Элегерәк был ҙурайыу христианлыҡ юлы менән тормошҡа ашҡанлыҡтан күбеһенә төньяҡтағы рус булмағандарҙың, фин һәм шамансы төрк ҡәүемдәре иҫәбенә тормошҡа аша ине. Мосолман ҡәүемдәр иһә бөйөк бер мәҙәниәткә ҡарағанлыҡтан руслашыуға ҡаршы тора алдылар. Ләкин был ҡәүемдәр эсендә, айырыуса был быуаттың башынан алып европалашмаҡ маҡсаты менән үҫешкә ҡаршылыҡ тип, ислам мәҙәни традициялары зарури рәүештә, ҡай саҡ артығы менән серетелде. Һөҙөмтәлә, ул әле батша дәүеренең һуңдарында үҙенең «төп таяныс» сифатын һәм руслашыуға ҡаршы тороу ҡеүәтен юғалтты. Уның урынын биләргә теләгән милләт фекере иһә ҡәбилә хәрәкәттәре формаһынан алға китмәгәнлектән «берҙән-бер таяныс» хәленә килә алманы. Шул уҡ ваҡытта «яңы руслыҡ», йәғни совет Рәсәйе үҙенең ысын дошманы тип иҫәпләгән дин менән милләтте иҙеү юлына баҫты. Украина һәм Кавказдағы «ғәйрерус» христиандарына ҡаршы торорға ышанған милләттең, төрк һәм мосолман ҡәүемдәр өсөн иһә дин менән милләттең һәр икеһенең дә ҡыҫырыҡланыуы был ике даирәнең матбуғаттан, мәктәп һәм йәмғиәттән алыҫлатылыуы һәм ҡәтғи рәүештә эҙәрлекләнеү урынына «иң яңы доктрина» тип иҫәпләнгән коммунизмдың урынлаштырылыуы һөҙөмтәһендә иҫке йомшаҡ төркөмдәрҙе руслаштырыу эше, элек һаҡланып килгән бер ышаныс тип иҫәпләнгән мосолман даирәһе араһында ла алдан йөрөй башланы. 1918 — 1922 йылдарҙа Төркөстанда, Кавказ һәм Украинала булған баш күтәреү хәрәкәттәренең баҫтырылыуынан һуң рус империализмы «ғәйрерус» ҡәүемдәре улар өсөн бынан һуң бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тәшкил итмәҫлек бер хәлгә килтерелеүенә ышана башланы. Элек «колония» тип иҫәпләнгән Төркөстан менән Кавказ артабан «асыл рус ватаны» тип иҫәпләнә башланы һәм руслаштырыу юлында буталсыҡ сараларҙың артабан кәрәге юҡлығын күрҙе. Элегерәк рус социалистарының үҙҙәре тарафынан һәр ваҡыт «колония», йәиһә «окраина России» тип аталған был өлкәләрҙең «рус ватаны» (Родина) тип аталыуы Лениндың үлеме һәм Рәсәйҙә эш башына «географик милләт», тел айырмалыҡтары менән бер рәттән рух һәм идеология буйынса бер һәм бер бөтөн булған «совет милләте» лозунгыһын тормошҡа ашырыу шарты менән грузин Сталиндың килеүе рус империализмының тарихында яңы бер дәүер башланды. Ихтимал, был «Рәсәй милләте» бынан шундай уҡ диктаторҙы Сталиндан һуң да «яңы руслыҡҡа» күскән «инородец»тарҙан һайлаясаҡ. Дөйөм идеология, дөйөм ватан, совет Рәсәйе яҙмышы өсөн эшмәкәрлек, ватанды бергәләп индустриялаштырыу һәм колхозлаштырыу һәм был маҡсаттарҙың да «дөйөмләштерелеүе» символлаштырылған «рус булмаған етәкселәр» ҡулы менән тормошҡа ашырыу, ғәмәлдә бөгөнгә «яңы руслык»тың лозунгыһы ошо.
«Яңы рус менәүәре Рәсәйҙәге милләттәрҙең тик географик бер милләт булараҡ буталыуына ҡаршы булған бәләкәй милләттәргә, ислам менән буддизм кеүек диндәргә ҡаршы булған тиклем «рус батшалығы» һәм «ортодокс христианлығы»на ла йәндән дошман. Уның беренсе планы һылтау табыу һәм, мәҫәлән, һуғарыу эштәрен алға һөрөп Амударъяның көньяҡ тармаҡтарын, Күкһыуҙы, Балхабты, Мургаб, Тижан (Һерируд), Этрен йылғаларының Афғанстан һәм Иран ҡулдарындағы өлөштәрен һәм Арас йылғаһының да уң тармаҡтарын ҡулға төшөрөп, Гиндукуш һыртына, Хорасан менән Иран Әзербайжаны эҫтәренә инеү һәм Көнсығыш Төркөстанды баҫып алыу. Был хәлдә Көнбайыш Төркөстан менән Кавказ руслыҡтың сират көткән яңы йәйелеү хәрәкәттәренең нигеҙе һәм үҙәге буласаҡтар һәм улар рустарҙың йәйелеү хәрәкәтенең бер этабы булыуы менән боронғо Ҡазан, Әстрхан һәм Көнбайыш Себер (Тура) ханлыҡтарының ваҡытында кисергәндәрен кисерәсәктәр.
Хәҙерге яңы руслыҡ тотҡан юл түбәндәгесә формалашҡан: 1) коммунизм менән рус империализмын береһе икенсеһенең дауамы булған ике төп нигеҙ таянысы сифатында берләштереп, Рәсәйгә ҡараған милләттәргә һәм донъяға ҡаршы ике йөҙлө бер сәйәсәт алып барыу; 2) рус милләтенең донъя хакимиәте маҡсатын «изге идеал» формаһына килтереү һәм милли маҡсаттарын был юл менән тормошҡа ашырыу барышында үлергә лә әҙер булған фанатик һәм һуғышсан милләт тәрбиәләү; 3) һәр төрлө хәл менән файҙаланып рус халҡы иҫәбен күбәйтеү; 4) рустың Азияның яңынан баҫып алынасаҡ ерҙәренә шундуҡ күсенергә әҙер хәрәкәтсән һәм илгиҙәр булыуын тәьмин итеү; 5) йәйелеү һәм баҫып алыуҙа ҡаты ҡуллылыҡ тәьмин итеү өсөн идарала мөмкин тиклем үҙәкләштереү һәм диктаторлыҡ системаһын мөкәммәлләштереү .
Рустарҙың яңы колониялары булған Монголстан тураһында совет нәшриәте араһында «Көнбайыш Монголстан һәм Уренхой өлкәһе» исемле өс томлыҡ әҫәр был ҡараштан сиктән тыш ҙур әһәмиәткә эйә һәм ғибрәт менән уҡырға лайыҡ. Ҡытай идараһында булған юғары Енисейҙағы Уренхой төрктәрен ерҙәренән ҡыҫырыҡлап сығарып, тупраҡтарын көсләп баҫып алыуҙарының хаҡлы бер эш булыуын иҫбатларға маташып, түбәндәгеләрҙе әйткәндәр: «Рустарҙың тарихы славян ҡәүемдәренең яйлап шәреҡкә күсенеп, мәҙәни кимәлдәре уларҙыкынан түбән булған ҡәүемдәрҙең вәкилдәре булып, улар биләгән ерҙәрҙе мәҙәниләштереү». Ваҡытында финикиялылар менән гректар боронғо донъяның һәр тарафына таралып, мәҙәниләштереүҙәре ни дәрәжәлә тәбиғи һәм законлы булһа, славяндарҙың күсенеүҙәре һәм вәкиллек хәрәкәттәре лә шул уҡ дәрәжәлә тәбиғи һәм законлы. Башҡа төрлө иҫәпләү донъяның идара итеү тәбиғәт ҡанундарынан береһен инҡар итеү тигән һүҙ буласаҡ. Ул ҡанун да көсһөҙ булғандарҙың үҙ ерен һәм урынын рухи яҡтан көслөрәккә тапшырыу. Уренхойҙар юҡ булалар... был иһә тәбиғи. Хайуандарҙа ла шул уҡ хәл, уларҙың да зәғифтәре үлә, урынын бушата һәм яңы килгән ҡеүәтле төркөмгә ҡушылып китә. Рустар ... бөйөк мөмкинлектәргә эйә булған был өлкәне, уны эшләтеүҙе һәм унан файҙаланыуҙы белмәгән бер ҡәүемдең ҡулынан алыуҙа үҙҙәрен хаҡлы тип күрәләр». Лениндың уң ҡулы булған Артем да 1920 йылдың мартында: «Беҙ (рустар) башҡорт, ҡаҙаҡ һәм үзбәк сүлдәрен Америкаға әүерелдерәсәкбеҙ, беҙ булмаһаҡ, бында тимер юлдары, Ырымбур, Семипалатинск һәм Алматы кеүек ҡалалар булыр инеме?» — ти һәм был ерҙәрҙең урындағы халыҡтарының хәлен Америка ҡыҙыл тирелеләр хәленә окшатыуын асыҡтан-асыҡ һөйләүҙән уңайһыҙлыҡ кисермәй. Ысынлап та, советтар шулай итеп, бөгөн европалылар тарафынан бер һанға һуҡмаусылыҡ, ҡайһы ваҡыт мәғәнәһеҙ бер ирония менән ҡабул ителгән «биш йыллыҡ» пландар буйынса Азияның улар ҡулдарында булған өлөштәрен «америкалаштырыу» һәм урындағы халыҡты «ҡыҙыл тирелеләргә әүерелдереү» эшен планлы рәүештә һәм ғәйәт ҙур тиҙлектә тормошҡа ашырырға теләйҙәр. Истанбулда булған саҡта совет империалист сәйәсәтенә табынған бер Врангель ғәскәре офицеры кенәз һәм профессор Трубецкой етәкселегендә булған рус «евроазия» фекере эйәләренең һуңғы фекере булараҡ Азияла тик өс бөйөк ҡәүемдең теле һәм мәҙәниәте йәшәйәсәген һөйләй: улар иһә: рус, ҡытай һәм һинд милләттәренеке, имеш. Башҡа бөтә ҡәүемдәр аҙаҡ сиктә бер-береһенә ҡушылып, ҙур милләттәр араһында ассимиляцияланыуға дусар ителәсәк. Рәсәй милләте йылына өс миллионға артһа, уның ике йыллығын Иранға, бер йыллығын Афғанстанға ебәреү, ундағыларҙы тулыһынса руслаштырыу мөмкин буласаҡ. Әгәр Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр һәм рустар большевиктар хыялланған кеүек тик бер «Рәсәй милләте»нә, тик бер «географик милләткә» әйләнһә, әгәр көндәрҙең береһендә рус таралыу хәрәкәттәренең үҙәктәре Кавказға, Төркөстанға һәм Монголстанға күсһә һәм рус милләте тағы ла киңерәк масштабта йәйелеүгә ирешһә, был милләт бер нисә нәҫелдән һуң бер аҙ тағы ла монголлашыр һәм кавказлашыр ине һәм рус теле лә шуның арҡала бәғзе үҙгәрештәргә дусар булыр ине.
Рустарҙың ҡотолғоһоҙ булған яңы йәйелеүенә ҡаршы көрәшеү, был «стихийное движение»ны туҡтатыу өсөн иң мөһим сара бөгөнгө Рәсәйҙең көньяҡ өлөштәрен тәшкил иткән Украина, Кавказ, Төркөстан һәм Монголстанда йәшәгән ҡәүемдәрҙең, йәғни киләсәктә руслашыуға дусар ителгәндәрҙең сәйәси һәм мәҙәни йәһәттән үҫеше, русҡа оҡшарға тырышмай, уға ем булмай, уның күбәйеүенә сәбәп булмай, өҫтөнөрәк тормош мөмкинлегенә эйә булған милләттәр хәленә килеүҙәрен тәьмин итеү тора. Бөтә азиялыларҙың математик бер хәҡиҡәт кеүек белеүҙәре кәрәк булған шарт шул: рустың йәйелеүе батҡаҡлыҡҡа әүерелеүгә әҙер булған, йомшаҡ һәм тигеҙ ер өҫтөндә билдәле бер һыу юлы ҡалмағанлыктан һәр ерҙә киң урындарҙы баҫып алған һәм уларҙы батҡаҡлыҡҡа әүерелдергән ҙур бер һыу ҡеүәтенә оҡшай. Ул иһә мелиорация төҙөү менән был яҡшы бер һыу үҙәне эшләнеп, туҡтатыла алыр. Был осраҡта батҡаҡлыҡ майҙанына әүерелгән ер ҙә яңынан файҙаланыуға ярар. һәр хәлдә, рустың таралыуы азиялыларҙың һәм аҙ һанлы милләттәрҙең йомшаҡлығы һөҙөмтәһендә үҫкән һәм ярайһы бер көс тәшкил иткән, дөрөҫөрәге, сәбәбе билдәле һәм бер килеп, бер сигенеп торған хәрәкәттәренән ғибәрәт.
Рус үҙенең асылы буйынса һис тә насар кеше түгел. Уны яҡын һәм алыҫ күршеләре өсөн бер ыҙалатыусы хәленә ҡалдырған, дүрт быуаттан бирле уны өҙлөкһөҙ йәйелеүгә этәргән дә империализм. Украина, Кавказ һәм Төркөстан үҙ аллы милләт һәм дәүләт хәленә килеп, рустың йәйелеү юлы киҫелһә, ул
был илдәрҙең төньяҡ тарафында зарарһыҙ бер күршеһе лә була алыр. Бындай мөмкинселек тормошҡа ашмаған хәлдә, үҙҙәренең артабан йәйелеүе өсөн Тифлис, Ташкент һәм Урумчи кеүек ерҙәрҙе хәрәкәт майҙаны һәм Евразия дәүләтенең өс тәхете һәм төп үҙәге эшләйәсәк булған «Рәсәй милләте» азиялылар өсөн һәм Азияла эштәре булған бөтә бөйөк дәүләттәргә ҡаршы, ысынлап та, ҙур һәм дөйөм ҡурҡыныс тәшкил итәсәк.
Төркөстандын дәүләттәр һәм күрше милләттәр араһындағы хәле
Төркөстандын дәүләттәр һәм күрше милләттәр араһын¬дағы хәле уның яҙмышы өсөн файҙалы булыу-булмау мәсьәләһенә килгәндә, бөгөн был илдең төрк һәм тажик¬тарының яҙмышы менән өс ислам дәүләте, Афғанстан, Иран һәм Төркиә, шулай уҡ һиндостан мосолмандары ҡыҙыҡһына. Рәсәй әсире булған кавказлылар һәм украиндар иһә Төркөстандын тәбиғи союздаштары.
Афғанстан халҡы традициялары һәм йәшәйештәре менән төркөстанлыларға бик яҡын. Асылда Афған Төркөстанының халҡы үзбәк һәм төркмән булып, араларында аҙ күләмдә тажик һәм афғанлы йәшәй: барыһы ла төркөстанлылар кеүек сөнниҙәр. Мәмләкәттә хаким булған даирә Галжа’и (Халаж-за’и) һәм Абдал (боронғо Ябтал, һефталиттар) аҙсылыҡта булғанлыҡтан төрк тип ҡабул ителәләр. Афғандар Төркөстан милли көрәшендә дуҫ булдылар һәм уға ярҙам иттеләр.
Иран да Төркөстан мәсьәләһенә Музафетитдин Шаһ заманындағы күҙ менән ҡарамау, киреһенсә, үҙе лә бер көн Төркөстан һәм Кавказ хәленә төш¬мәйем тип, был илдәрҙең яҙмышына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Хәҙер Бендергиз-Мухаммере тимер юлы төҙөлә. 1425 км оҙонлоғонда булған был линия Төркөстанды Тегеран аша тыш диңгеҙҙәр менән тоташтырған берҙән- бер ҡыҫҡа юл буласаҡ . Бендергиз менән Төркөстан тимер юлдарының Хазар диңгеҙе шәреғендәге станцияһы булған Балаишим араһында ни бары 280 км ҡәҙәр бер асыҡлыҡ ҡалған. Был да тип-тигеҙ бер ер. Был ара ла бер көн берләштерелгән хәлдә сауҙагәр булған иранлылар Төркөстан менән бик тығыҙ бәйләнештә буласаҡ.
Көнсығыш төрктәрҙең ҡан ҡәрҙәштәре булған Төркиә тәрктәренә килгән¬дә, был ил иң беренсе нәүбәттә бер милли төрк тәрбиәһе үҙәге. Милли төрк мәҙәниәтенең уртаҡ бер эшмәкәрлек менән, ҡулға-ҡул тотоношоп үҫтерә алырлыҡ берҙән-бер үҙ аллы үҙәге булыу ҡарашынан сығып, яңы Төркиә төркөстанлыларҙың күҙ алдында боронғо хәлифәлек Төркиәһенән ҡат-ҡат артығыраҡ маҡталыр.
Һиндостан мосолмандарына килгәндә, улар ҙа мәҙәниәт яғынан Төркөстан төркиҙәренә бик яҡын. Бында 75 миллион мосолман бар. Бабурҙың һәм ейәндәренең мәмләкәте булған был илдә милади йыл иҫәбенән алдағы дәүерҙәренән бире бер нисә төрк династияһы хөкөм һөргән һәм ханлыҡ эсендә илдең мәҙәни тормошонда үҙ эҙҙәрен ҡалдырғандар. Бөгөн бында Сөләймән Недви, сэр Мөхәммәт Икбал, Худайвукш, Әхмәт Сиддыҡ кеүек заттар яңы бер ислам ғилем мөхите йәшәтәләр. Сөләймән Недви Төркөстандың мосолман менәүәре тарафынан яратылған һәм әҫәрҙәре маҡталған бер мосолман фекерләүсеһе, һиндостандың мосолман һәм һиндлылары араһында техник ғилемдәр өлкәһендә белгестәр, инженерҙар, медицина һәм иҡтисад кеүек фәндәр өлкәһендә лә бик күп ҡиммәтле заттар етешкән. Төркөстан киләсәктә үҫешендә уларҙан, әлбиттә, киң масштабта файҙалана аласаҡ, Һиндостандьщ Кветта линияһынан һуң һуңғы станцияһы булған Нью Жемендән Төркөстан тимер юлының көньяҡтағы осо булған Кушка араһында ни бары 600 км-ға ҡәҙәр бер аралыҡ бар. Иҫкә алынған 280 км кеүек был 600 км-ҙа Төркөстанды Иран һәм Һиндостан кеүек яҡын күрше илдәрҙән рус хәтере өсөн гел айырылып тормаҫтар: донъяның ғәйәт ҙур иҡтисади үҫеше был ҡаршылыҡтарҙы емерер. Мезаршериф-Ҡабул аша Амударъя ярын Хайбер кисеүендә авто-камьон сервисы менән тоташтырыу Афғанстан өсөн көндөң сиратын көткән мәсьәләләренең береһе. 1911 йылда тик Төркмәнстанда 25 мең һиндлы ине. Киләсәктә Төркөстанда рус күскенселәре урынына һиндлы күскенселәрҙең киләсәге ҡотолғоһоҙ.
Ҡыҫҡаһы, Төркөстандың азиялы күршеләре менән булған мөнәсәбәте тулыһынса нормаль һәм иҫкә алынған илдәрҙең үҫеш юлында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡарашынан да бик өмөтлө.
Донъя менән ысынлап та идара иткән бөйөк дәүләттәргә һәм бөйөк Азия дәүләттәренә килгәндә, бында тик Англияның һәм Ҡытай менән Японияның Төркөстанға булған мөнәсәбәттәре һәм уның мөмкин булған үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һүҙ йөрөтөргә була.
Уларҙан Ҡытайҙың Урта Азияла хакимиәте ундағы төркиҙәрҙең яҙмышы өсөн рус хакимиәте ҡәҙәр ҡурҡыныс. Уларҙың лидеры булған мәрхүм Сун-Ят-Сендың васыяты батша Петр Беренсенең мифик васыятына оҡшай. Ҡатыны, уның етәкселек урынын биләгән уҡыусыһы Чан-кай-ши һәм ойошторған милли Ҡытай партияһы Гоминдан Сун-Ят-Сендың пландарын тормошҡа ашырыу буйынса эшләйҙәр. Улар барыһы ла менәүәр кешеләр, күршеләре булған төрк һәм Монголстан илдәренең «төҙөкләндереүе» хаҡында ныҡ уйланған фекерҙәр йөрөтәләр. Сун-Ят-Сен һәм Чан-кай-шиның арҡаҙаштары — хәҙерге ваҡыт кешеләре, донъя хәлдәрен яҡшы беләләр, оҫта пропагандистар. Күбеһе Америка һәм Англияла уҡыған һәм ҡайһы берҙәре христианлыҡ ҡабул иткән был кешеләр ул мәмләкәттең фекерҙәрен үҙләштерергә тырыша һәм был эштә уңышҡа ла өлгәшәләр. Европаның китаеведение менән мәшғүл булған ғөләмәһен дә үҙ яғына ауҙарыуҙарҙы беләләр; донъяның һәр тарафында инглиз, француз һәм немец телдәрендә төрлө ғилми һәм сәйәси журналдар нәшер итәләр һәм Ҡытай дуҫлығы йәмғиәттәре ойошторалар. Америка һәм Англия ла Японияға ҡаршы ҡуйыу өсөн башлыса улар яҡлы булалар.
Ҡытай үткән быуаттың аҙағына тиклем үҙ стенаһының эсендә бикләнеп ҡалғайны. Манчжурия, Монголстан һәм Синь-кянгта тик Ҡытай хеҙмәткәрҙәре һәм гарнизондары йәшәй ине. Үткән быуаттың аҙағына тиклем Манчжурия ни бары ике миллионға тиклем ҡытай күскенселәрен ерләштерҙе (уны ла 1888 йылдан башлап инглиздәрҙең Рәсәйгә ҡаршы булған ҡотҡоһо һәм Ҡытайға ярҙамы һөҙөмтәһе сифатында эшләнеләр). Манчжурия тимер юлы төҙөлгәндән һуң, 1927 йылға тиклем 27 йыл эсендә 25 миллион ҡытайлы был илгә күсерелде. Йәғни ҡытайҙарҙы күсендереү эштәре Рәсәйҙекенән дә тиҙерәк була. Хәҙер Сун- Ят-Сендың хәләфтәре «Азиястрад» исемендә бер ойошма булдырҙылар, улар Ҡытайҙан көнбайышҡа тура киткән боронғо «ебәк юлын» хәҙерге авто-камьон юлдары кеүек йөкләндерергә, шуның менән параллель рәүештә көнбайышҡа Урумчи-Чөгечеккә тура тимер юлы төҙөргә, Көнсығыш Төркөстанға ун миллиондарса ҡытай күскенселәрен тултырырға ҡарар иткәндәр. Урта Азияны өйрәнеүсе мәшһүр Свен Хедин да улар файҙаһына эшләй һәм пропаганда алып бара. Ләкин бөтә был пландар, Рәсәйҙәге кеүек үк, Ҡытайҙа ла элекке империализмға тоғро милләттәрҙең башҡаларҙы йотоу ғәҙәтенә һәм хәҙерге «милли диктаторлыҡҡа» таянған. [Юғарыла Рәсәй тураһында әйткәндәребеҙ Ҡытайға ла ҡарай һәм күрше милләттәрҙең хоҡуҡтарын таныған тулы бер демократия урынлашһа, Ҡытай милләте төркөстанлылар өсөн быуаттар буйына уларға билдәле оригинал бер мәҙәниәт йөрөтөүсе булған ҡиммәтле бер күршеләре буласаҡ. Төркөстандың тарихы уларҙың телен өйрәнмәйенсә өйрәнелмәҫ. Үҙ аллы Төркөстан университеттарында ҡытай теле һис шикһеҙ мөһим ер аласаҡ.] Минеңсә, «милли диктаторлыҡ»тар тик рус большевик империалист диктаторлығы юҡ булғанға тиклем ваҡытлы бер заман йәшәйәсәк, һуңынан кешелек донъяһы тулы бер демократия ҡаҙанасаҡ. Был иһә Ҡытай өсөн дә хас буласаҡ. Төркөстанлыларҙың күрше милләттәр сифатында рустар һәм ҡытайҙар менән дуҫтарса күршелек мөнәсәбәттәре демократияның тик халыҡ-ара масштабында барлыҡҡа килеүе менән бәйле буласаҡ . Шәреҡтә Рәсәй һәм Ҡытай ҡаршыһында мөһим һәм актив ҡеүәт тәшкил иткән өсөнсө бер дәүләт тә Япония.
Японияға килгәндә, ул Урта Азияға хәҙер алыҫ булһа ла, унда килергә теләгән бер дәүләт. [Етер инде, «асыҡ ишек» мәсьәләһендә Америка менән аңлашһын.] Япондар Манчжурияла нигеҙле рәүештә ерләшеү һәм Ҡытайҙы Алыҫ Көнсығыштың төньяҡ тарафтарын ҡалдыртырға һәм йәиһә үҙе был яҡтарҙан һәм Манчжуриянан китеү мәжбүриәтендә. Бөгөн Ҡытайҙың эштәре менән идара итеүсе Чан-кай-ши Япония менән ҡәтғи рәүештә хисаплашырға кәрәкле ваҡыттың килеп етеүен яҡшы белә. Ул әле 1926 йылда Америкаға таянып япондарҙы Манчжуриянан ҡыуыу өсөн саралар күрҙе. Унда үҙ аллы Ҡытай тимер юлы һәм порттары сәйәсәте үткәрә башланы. Ҡытайҙар бөгөн Мукден-Пекин тимер юлы линияһын ысынлап та булдыралар. Элек берҙән-бер порт булған һәм япондарҙың ҡулында булған Дайрендың конкуренты сифатында Голландия инженерҙарының ҡулы менән Хулатау портын төҙөйҙәр. Манчжурияла булған япон мәғдән рудниктарындағы ҡытайҙар забастовка һәм саботаж менән япондарҙы бимазалайҙар. Чан-кай-ши 1927 йылдың яҙында Манчжурияға күп һанлы ҡытай ғәскәре ебәрҙе. Япондар ҙа быға ҡаршы шундуҡ Цянгауға ғәскәр сығарҙылар һәм Танака хөкүмәте Токиола, «Ҡытай конференцияһы» тип, бер конференция йыйып, Японияның Манчжурияға булған кеүек, Эске Монголстанда ла хоҡуҡтары булыуы һәм бында бер кемдең дә ҡатышыуына түҙеп тормаясағын иғлан итте. Был иһә Ҡытай менән Япония араһында бер үлем көрәшенең башланыу алдын күрһәтә ине. Эске Монголстандың көнбайыш сиге — Көнсығыш Төркөстан. Тимәк, Япония бер көн Эске Монголстанда урынлашыр булһа, Көнсығыш Төркөстанға күрше буласаҡ.
Япония бер көн беҙҙең мәсьәлә менән яҡындан мәшғүл булһа, төрк һәм монгол халҡының үҙаллылығына ни дәрәжәлә тарафдар, дөрөҫөрәге, тарафдарлығында ни дәрәжәлә самими булыр. Манчжурия — Эске Монголстан —Көнсығыш Төркөстан тимер юлы линияһына хужа булһа, бында хакимиәтен Япониянан күскенселәр ебәреп, был ерҙәргә үҙенең кешеләрен ерләштереп үҙенә алырға теләмәҫме? Йәиһә тарихи шөһрәттәре рәтендә ғәрәп ҡәҙәр шәреҡ илдәрен дө ҡурҡытҡан төрк һәм монгол халыҡтарын был тирәгә күсереп ултыртыу һәм уларҙы ҡоралландырыу урынына, Ҡытай күскенселәрен ерләштереүҙе өҫтөн күрмәҫме? Уйлауымса, Япония был ерҙәрҙә үҙҙәренең төп конкуренты булған Ҡытай милләтенең күскенселәрен бер нисек тә ерләштермәҫ. Үҙ япон күскенселәрен етәрлек кимәлдә ебәреп, унда киң масштабта япон колонизаторҙары булдыра алырҙармы? Уйлауымса, был эштә лә уңышҡа өлгәшә алмаҫ. Сөнки, беренсенән, япондар бер диңгеҙ милләте. Манчжурияла ауыл хужалығы эшендә Ҡытай крәҫтиәненә конкурент була алмаҫ.
Японияның Азия ерендә ерләшеү ниәтендә булыуы күренмәй: уларҙың хыялы — Тымыҡ океан утрауҙарында тик ғәскәр менән, иҡтисадта түгел, халыҡ иҫәбе буйынса хаким булыу. Уларҙың Америка, Англия, Франция һәм Голландия ҡулында булған көньяҡтағы Азия утрауҙарында, Микронезия һәм Малонезия утрауҙарында ерләшеүҙәре Америка һәм Европала әһәмиәтле һәм быны улар тулҡынланып күҙәтәләр. Әммә Манчжурияла тимер юлы линияларына хужа булған хәлдә 1906 йылдан алып тик 4 мең япон крәҫтиәнен ерләштерә алдылар. Япония Ҡытай менән Рәсәй араһындағы илдәргә хужа булһа, был икәүҙең конкуренты буласаҡ. Бындағы миллиондарса төрк һәм монголдарға ҡаршылыҡ сифатында бер нисә миллион япон күскенселәре ерләштермәйенсә Японияның бындағы хакимиәте, һәр хәлдә, Һиндостандағы Англияныҡы кеүек тик ғәскәри һәм иҡтисади буласаҡ, һис шикһеҙ, япондар төрк һәм монгол милләттәренә ҡаршы ҡоралланһалар, бер көн уларҙың үҙҙәренә ҡаршы Урта Азияла хакимиәт эсендә конкуренция сығасағын аңлайҙар, шуға күрә быға еңел генә рөхсәт бирмәҫтәр. Япондарҙың хыялы — Эс һәм Тыш Монголстанды ҡулына алып, Ҡытай һәм Рәсәй араһына инеп, үҙенең Манчжуриялағы хакимиәтен һаҡлау. Шул сәбәпле ул был ерҙәрҙә ҡала алһа, алдағы ярты быуатта бик мәшғүл буласаҡ һәм, уйлауымса, төрк һәм монголдарҙы үҙенә дошман итеп түгел, уларҙы йәлеп итеү сәйәсәте үткәрәсәк, бәлки был ерҙәрҙә үҙенә бәйле «үҙ аллы» илдәр барлыҡҡа килтереү менән шөғөлләнәсәк. Ләкин улар был юл менән барырға мәжбүр булған хәлдә, рустар эшләгән кеүек, төрк һәм монголдарҙы бүлгеләп, үҙҙәре өсөн зарарһыҙ бер хәлгә килтерергә тырышасаҡтар, һәр хәлдә, быларҙың барыһы ла киләсәк мәсьәләләре. Ул көнгә тиклем һәр ике Төркөстандың «тик бер әҙәби тел» мәсьәләһен беренсе сираттағы эш кеүек хәл ителеүе һәм быны үткәреү юлында мөһим саралар алырға кәрәк буласаҡ.
Һиндостан һәм Тибет менән ысынында идара иткән Англия иһә үҙенең Урта Азиялағы сәйәсәтен башҡа колонияларында һәм донъяла хакимиәтен тәьмин итеү маҡсатына йүнәлтелгән дөйөм сәйәсәте менән ауаздаш рәүештә тормошҡа ашыра. Был нөктәнән ҡарағанда уның төп сәйәсәте, Лорд Керзондың әле 1890 йылда уҡ асыҡ рәүештә аңлатыуынса, Гиндукуш тауҙарының төньяғына күсмәгән.
Бөгөн Англия Көньяҡ Азияла тик ҡулында булғанын һаҡларға ҡарар иткән бер мәмләкәт. Уның Америкала бер ни тиклем эштәре, Австрияла һәм Алыҫ Көнсығыштағы мәнфәғәттәре булған урындарын япондарҙан, Африка һәм Алғы Азиялағы колония һәм тәьҫире булған урындарҙы башҡа конкуренттарҙан һаҡлау ҡайғыһы бар. Ул Урта Азия ваҡиғаларына тик уларҙың Һиндостандағы хужалыҡтарына ҡурҡыныс тыуҙырыу-тыуҙырмау күҙлегенән ҡарай. Ул ни Гиндукуштың, ни Куенлиндың төньяғына инеү фекеренән алыҫ. Шуға күрә лә 1918 һәм 1921 йылдарҙа Төркөстанда ҡайһы бер заттарҙың Англия менән бәйле булған өмөттәре юҡҡа сыҡты. Бынан һуң да шулай уҡ булыр.
Икенсе яҡтан, Англияның дипломатик фиғеле бик яй һәм ауыр булып, беҙҙең ваҡытҡа уңай ҙа түгел. Үткән быуатта был хәлдән Рәсәй файҙаланды. Али Суави Әфәнде әле ул ваҡытта быны аңлаған һәм түбәндәгеләрҙе әйткән: «Аталык Гази Ҡашғарҙа бер дәүләт исламияһы ойошторғандан һуң сит ил менән дуҫлыҡ акты төҙөргә теләне. Тирә-яғына карап диңгеҙҙәр хөкөмдары һәм Һиндостанда 40 миллион мосолманға хаким булған Англияға, башҡаларҙан өҫтөн иҫәпләп, мөрәжәғәт итте. Сауҙа һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәте булдырырға теләне. Англияға өс тапҡыр илсе ебәреп, килешеүҙе сауҙа менән нығытырға теләне. Англия иһә яйлау дәрәжәһенә барған етди сәйәсәте менән был дәүләтте етди ҡабул итергә ашыҡманы. Бынан Рәсәй файҙаланды, һуңғы ваҡытта Англия Роберт Шавды (5һаw'i) ебәреп килешеү эшләһә лә, һуңға ҡалды. Хатта Лорд Керзон Урта Азияла Англия һәм Рәсәй сәйәси хәрәкәттәрен сағыштырып, шуны әйтә: «Англия кешеләре ваҡыттарын парламентта лаҡылдауҙары менән, буш контролдәре менән көс сарыф итеп, Англия сит ил эштәре органдары яҙыу-һыҙыу менән үҙ ваҡытын үткәргәндә, беҙҙең шәреҡтәге берҙән-бер мөһим конкурентыбыҙ булған Рәсәй эшен һис туҡтатмаҫтан һәм шикләнмәҫтән алып бара һәм береһе икенсеһен тамамлаған ошо өс эште бер туҡтауһыҙ дауам иттерә һәм алға алып бара: 1) илдәрҙе баҫып алыу, 2) урындағы халыҡҡа вәкиллек итеү, 3) ҡулға төшөрөлгән хәлде нығытыу» . Беҙҙең ваҡытта Англия сәйәсәте, мәҫәлән, большевик Рәсәйенеке менән сағыштырғанда бик яй һәм шөбһәләнеүсән булып, иҫке ғәҙәттәргә таянғанлыҡтан, хәҙерге тормошҡа тап килмәй. Улар большевизмға, мәҫәлән, уның Ҡытайҙа һәм башҡа Азия илдәрендә нигеҙләнеү мөмкинлегенә һис тә әһәмиәт бирмәйенсә, күберәк Бөтә донъя һуғышы фекере менән йәшәйҙәр. 1921 йылда Хажи Сами менән Хәлил пашаның Ташкент аша Ҡашғарға сығыу ихтималы хаҡында хәбәр алыу менән күҙҙәре дүрт булды һәм Ҡашғарҙағы инглиз консулы Этертон, юғарыла (195-се бит) иҫкә алыуыбыҙса, шундуҡ баҫмасылар менән һөйләшеү алып бара башланы, ләкин баҫмасылыҡ өсөн иң ауыр көндәрҙә был ҡалалағы инглиз консулы (археолог Скрин) беҙҙең ваҡыт менән бәйләнеше булмаған башҡа эштәр менән мәшғүл булды. Ҡыҫҡаһы, Англия Урта Азиялағы баш күтәреү хәрәкәттәрен баҫтырғандан һуң Рәсәйҙең ике Төркөстанда һәм күрше илдәрҙә лә ҡеүәтләнәсәгенә һис әһәмиәт бирмәй. Әммә Бөтә донъя һуғышында дошманы булған Төркиәнең ике офицерының Көнсығыш Төркөстанға сығыу ихтималы ҡаршыһында был тиклем көслө тойғолар күрһәтәләр. Инглиздәр советтарҙың Төркөстанды һәм Себерҙе тимер юлдары менән солғап сәнәғәтләштереүҙәренә һәм Төркөстанға күрше илдәрҙә стратегия күҙлегенән мөһим саралар күренеүенә һәм ҡоралланыуҙарына «Рәсәйҙең эске эштәре» булған тәбиғи бер эшкә ҡараған кеүек ҡарарҙар. Ләкин Германияның көнбайыш әлкәләренең ҡоралдан азат ителгән вилайәттәрендә ҡорал һаҡланған бер депо табылһа, йәндәре боғаҙҙарына килер. Әммә Англияның һиндостан генерал-губернаторлығының менәүәр төркөстанлыларҙан артыҡ ҡурҡыуы, уларҙың урынына элекке Бохара әмире кеүек солтан һаҡсыһынан ҡурҡыуы, уны, гүйә, бер ҡеүәт тип иҫәпләүе лә иҫкә алынмайынса ҡалдырырға тейеш булған бер сифат түгел.
Инглиздәрҙең Урта Азияла хәҙерге көн бер төрк-ислам дәүләте барлыҡҡа килеүен теләмәүҙәре билдәле, ләкин был улар өсөн бер принципиаль мәсьәлә түгел. Әгәр бындай бер дәүләт, уларҙың теләмәүҙәренә ҡарамаҫтан, барлыҡҡа килһә; уны булған факт кеүек ҡабул итер, хатта был хәлде лә үҙ файҙаһына ҡулланырға тырышыр. Сөнки инглиздәр бер сауҙа милләте, сәйәсәттәре лә сауҙагәр сәйәсәте, һәр хәлдә, Англияның Урта Азиялағы сәйәсәте актив бер сәйәсәт түгел. Тарихтың күренеп торған тиклем кәрәк булғанынан артығыраҡ ҡулдарына күскән икһеҙ-сикһеҙ байлыҡты, колонияларҙы халыҡ-ара ҡаршы-лыҡлы хәлдән файҙаланыу буйынса оҫталыҡ күрһәтеп һаҡлау сәйәсәте ул. Англияның Урта Азияла, Һиндостан тышында ҡеүәтле бер сәйәсәт алып барырын күҙ алдына килтереүе ҡыйын булһа ла, инглиздәр төркөстанлыларҙың үҙҙәре менән бик яҡындан ҡыҙыҡһыныуҙары кәрәк булған бер милләт. Сөнки был милләт Көньяҡ һәм Урта Азияла көнбайыш мәҙәниәтенең хаҡлы вәкиле. Икенсе яҡтан, төркөстанлы күскенселәр Һиндостанда, дөйөм алғанда, яҡшы ҡабул ителделәр һәм бер ни тиклем йәш төркөстанлылар унда инглиз мәктәптәрендә уҡыйҙар, һәр хәлдә, инглиздәр төркөстанлыларға дошман бер милләт түгел.
Мәсьәләнең тағы бер үҙенсәлеге бар: донъяның милләттәре араһында инглиз¬дәр менән француздар күпселекте тәшкил итмәгән, шәреҡтәге колонияларында һәм халыҡ иҫәбе әлкәһендә үҙ инглиз һәм француз күскенселәрен урынлаштырыу юлы менән урындағы ҡәүемдәрҙең яҙмышын емереүсе милләттәр булмағанлыҡ¬тан, киләсәк мөнәсәбәттәр арҡаһында башҡа милләттәрҙән өҫтөн була алырҙар ине. Шулай уҡ Япония ла, Урта Азияны япон күскенселәре менән тултыра торған милләт булмағанлыҡтан, Төркөстан өсөн ҡурҡыныс түгел. Англия менән Япония Урта һәм Алыҫ Көнсығышта ике төп роль уйнаусылар. Төркөстанлылар өсөн инглиз һәм урду телдәре — яҙмыш телдәре. Төркөстан өсөн ике миллион Һиндостан күскенселәренән ике йөҙ мең рус күскенселәре ҡурҡынысыраҡ. Һиндостанлылар төркөстанлыларға меңдәрсә йыл билдәле Һиндостан мәҙәниәте менән хәҙерге англо-сакс мәҙәниәтен алып киләсәк, Һиндостанда инглиз хакимиәте бында бөткәс тә англо-сакс мәҙәниәте хаким булып ҡаласаҡ. Сөнки тормошта хакимлыҡ иткән хәҙерге заман телдәре улар. Донъяның һәр тарафы, бөтә бөйөк диңгеҙҙәр мөхите, Америка, Австралия, Көньяҡ һәм Көнсығыш Ҡытай һәм Япония хәҙер дөйөм тел сифатында инглиз теле менән файҙалана. Бөгөн инглиз теле, 180 миллион кешенең әсә теле булыуҙан башҡа, бөтә көньяҡ һәм көнсығыш донъяһының мәҙәни һәм иҡтисади тормош теле. Донъяның яҙмышы иң аныҡ булған теле лә ошо. Беҙ киләсәктә Ҡытай, Япония, һинд һәм Европа кешеләре менән шул телдә аңлашасаҡбыҙ. Төркөстанлыларға урду теленә өйрәнеүгә лә әһәмиәт бирергә кәрәк. Афғанстан ҡалаларында, хатта һиратта инглиз һәм урду телдәре ғилем һәм мөғәмәлә теле булараҡ йәйелә. Унда финанс тотош һинд финансы, медицина ла һинд медицинаһы. Медицина китаптары урду телендә. Бер көн Термез һәм Балх менән Пешавар араһы Париж менән Берлин йәиһә Париж менән Марсель араһынан да яҡыныраҡ, дөрөҫөрәге, Берлин менән Мюнхен йәиһә Термез менән Ташкент араһындағы алыҫлыҡ кеүек булып ҡаласаҡ.
Рустарҙың һуңғы бөтә донъяға таралыуы империалистик пландарын тормошҡа ашырыуҙа уңыш ҡаҙаныу-ҡаҙанмауҙары фанатизм менән һәм бер яҡлы аңлатыласаҡ мәсьәләләрҙән түгел. Объектив рәүештә баһаланған хәлдә был мәсьәләгә иҫбатлы һәм кире яуап бирергә мөмкин. Сөнки һәр ике мөмкинлек көслө дәлилдәргә нигеҙләнгән. Шуны ла әйтә алабыҙ: рустар уңышҡа өлгәшә алырҙар, сөнки беренсе сиратта Рәсәй тышындағы донъяла фекер тәртипһеҙлеге хөкөм һөрә.
Совет матбуғаты бөтә донъя капиталистарының уларға ҡаршы берләшеүҙәре, рус күскенселәренә Лига наций кассаһынан советтарға ҡаршы эшмәкәрлек итеүҙәре өсөн аҡса гүләнеүе тураһында туҡтауһыҙ яҙалар. Ләкин бының һис бер ниндәй нигеҙе юҡ. Советтарға ҡаршы халыҡ-ара йәшерен килешеү булмаған кеүек, айырым дәүләттәрҙең дә (ихтимал, Япониянан башҡа) советтарға ҡаршы бер билдәле һәм йәшерен сәйәсәттәре юҡ. Партияларҙан юғары булған бер сәйәсәт Англияла ла юҡ. Унда консерватив партия советтарҙы башҡа дәүләттәргә ҡаршы файҙаланырға теләй, унан һуң урынына социалист эшселәр партияһы килә, улар ҙа, бөтә булмыштары менән пацифист булғанлыҡтан, Рәсәйгә ҡаршы актив бер сәйәсәт үткәреүҙең дошмандары һәм һайлауҙарҙа ла үҙҙәрен туранан-тура совет яҡлы итеп күрһәтәләр. Германияла ла эш башында булған социал-демократтар партияһы советтарға ҡарата дуҫлыҡ сәйәсәте үткәрә. Бөгөн Германия штаб начальнигы һәм уның рухы булған генерал Шляйхер кеүектәр советтарға киң масштабта заем биреп, хәрби химия эштәрен һәм самолет төҙөү индустрияһын үҫтереү юлында бөтә көстәре менән уларға ярҙам итәләр, сөнки уларҙы үҙҙәренең (француздарға ҡаршы) союздаштары тип иҫәпләйҙәр. Бөгөн Урта Европа ысынлап та тамам бер хаос хәлендә. Бының аҙағы ни менән бөтөрө билдәһеҙ. Демократик идара ысулынан файҙаланыу был идара ысулына ышанғандарҙың хоҡуғы булырға тейеш ине, әммә был ысулды йығыуҙы үҙ бурысы тип иҫәпләгән коммунист партиялары парламенттарҙа ағза булып, капитализм донъяһын бутау юлындағы эштәрен нисек теләһәләр шулай эшләйҙәр. Хатта уларға матбуғат хөрриәтенән файҙаланыу хоҡуғы ла һәр ерҙә (тик Венгриянан башҡа) бирелгән, һәр хәлдә, Европала Рәсәйгә һәм советтарға ҡаршы ныҡлы бер сәйәсәттең булмауы бер хәҡиҡәт. Инглиздәрҙең сәйәсәте Гиндукуштың төньяғына сыҡмаған. Улар был тауҙарға «Гог һәм Магог стенаһы»на ҡараған кеүек ҡарарға күнеккәндәр. Англия бында Рәсәй ысынлап та һөжүмгә күсмәйенсә урынынан ҡуҙғалмаҫ. Рәсәй ҙә үҙенең халҡын Көньяҡ Азияға таратыу эшен инглиз милләтен, берҙән, аяҡҡа баҫтырырлыҡ рәүештә эшләмәҫ. Бәлки ул яйлап, иҡтисади өлкәһендәге саралар менән һәм урындағы ҡәүемдәрҙе инглиздәргә ҡаршы йүнәлтеү һәм башҡа рәүештә хәрәкәт итәсәгенән көтөлмәгән бер бәрелештең ҡотолғоһоҙ булыуын тәьмин иткән минут тыуҙырыр. Советтарға ҡаршыларына сығасаҡ башҡа дәүләттәр менән дә шул уҡ рәүештә хәрәкәт итеп, донъяла үҙ йоғонтоларын бер туҡтауһыҙ арттырҙылар. Уларҙың донъяны йоҡлатыу һәм уятыу сәйәсәтенә ҡаршы донъя уяу түгел.
Был шулай булған хәлдә беҙ тағы ла ҙурыраҡ ихтимал менән рустарҙың был тырышлыҡтарында уңыш ҡаҙана алмаясаҡтары фекерен алға һөрәбеҙ. Сөнки:
1) Элек был тырышлыҡтарҙа юҡҡа сығарасаҡ даирә рус ҡыҙыл империализмының үҙ структураһында урынлашҡайны. Ул маҡсаттарына ирешеү юлындағы тырышлыҡтарында бик эҙмә-эҙлекле, фанатик рәүештә һәм форсат файҙаланыусы булғанлыҡтан уяндырыу сәйәсәтенә эҙмә-эҙлекле рәүештә тоғро ҡала алмай һәм ялҡынында яныр.
Рус империализмының бөгөн «бөтә донъя инҡилабы» лозунгыһын үҙенә бер һыбай йөрөү аты итеү тырышлыҡтары артабан был империализмдың эске йөҙөн асты: рустың таралыуы һәр хәлдән файҙаланып, бөтөн Азия киңлегендә таралырға ҡарар итеү. Рус милләте «туҡтатылмаҫ тәбиғәт ваҡиғаһы» (стихийное движение) тип ышандырырға теләүе сикһеҙ таралыуҙы бөгөнгө көндә тормошто индустриялаштырыу юлы менән аралашып, «географик милләт» тәшкил итеү эшен ысынлап та башланғанлыҡтан, империализм эшендә бер «насар эшкә һөйөү» юлына ла ғәмәлдә баҫыу тигән һүҙ. Совет Рәсәйенең элекке батша Рәсәйе сиктәрендә ҡалыуы, хатта ҡайһы бер сик нөктәләренән бер аҙ сигенеүе тик әҙерлектәренең тамамланыуына тиклем ваҡытлы бер күренеш. Коммунизм байрағын ҡулына алған «Яңы Рәсәй» үҙенең ҙурайыуында һис бер сик танымай, уның өсөн сик тик һаҡланыу өсөн мөһим. «Рәсәй коммунислығының рус милләтен емереүе», йәиһә «коммунизмдың Рәсәйҙә милләтселеккә әүерелеп юҡҡа сығыуы» кеүек фекерҙәр яңылыш. Киреһенсә, «бөтә донъя инҡилабы» идеяһы рус империализмының өҫтәлмә бер сифаты. Был хәҡиҡәтте әле күптән түгел Европаның һәм шәреҡтең сәйәсәт кешеләренә аңлатыу ҡыйын ине . Хәҙер былар Рәсәйҙе өйрәнгән заттарҙың күбеһе тарафынан ҡабул ителгән хәҡиҡәт. Рус империализмы бөгөн коммунислыҡтан айырылмаҫ, унан айырылған хәлдә лә, марксизм нигеҙендә үҫтергән методтан (планлы индустрия ысулы менән тәбиғи милләттәр исеменән эш итеү, үҙ милли сәйәсәте өсөн донъялағы ижтимағи ҡаршылыҡтарҙан файҙаланыу ысулынан) айырылмаҫ. Ләкин был метод Рәсәйҙе тик уның тарафынан иҙелеп йотоласаҡ милләттәрҙе түгел, Азияла эше булған империалист дәүләттәрҙең дә беренсе һандағы дошманы итәсәк. Айырыуса миллионлаған кешеләрҙе мәжбүр итеү ысулы менән эшләтеү юлына баҫҡан был «яңы Рәсәй» сөнәғәт үҙәктәрен Кавказға, Төркөстанға һәм Себергә күсергәндән һуң, Алғы, Урта һәм Көньяҡ Азия илдәрендә һис кемдең конкурент була
алмаясағы һөҙөмтәһендә осһоҙ хаҡҡа тауар сығара башлауы хәлде бөтөнләй нескәләштерәсәк. Бындай бер хәл килеп тыумаһын тип, рустар үҙ ирке менән «ҡәнәғәт булыу» юлына баҫмаҫтар. Сөнки рустарҙың таралыуының Рәсәй сиктәре эсендә һәм тышында Азия ҡәүемдәренең эске ҡоролошоноң йомшаҡлығы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыл ыуы, бөйөк милләттәр аңлауы буйынса — был мотлаҡ рәүештә шулай буласаҡ та — Рәсәйҙең алдында артабан күҙе асылған күрше шәреҡ илдәре, иң төплө саралар күреп, тиҙ ҡеүәтләнәсәктәр. Был иһә «яңы Рәсәй» яраҡлаша алырлыҡ бер хәл түгел.
2) Әһәмиәтен билдәләргә кәрәк булған икенсе бер аспект — Рәсәй тышында коммунизм пропагандаһы үҙәге булған Урта Европала һәм бөгөн Рәсәй союздашы булған Германияла рус империализмына ҡаршы көслө бер реакцияның барлыҡҡа килеүе. «ГПУ-ға ҡаршы ГПУ» саҡырыуы аҫтында коммунизмға ҡаршы сыҡҡан утта актив милләтселектең ҡеүәтләнеүе. Ленин 1919 йылда Рәсәй коммунистар партияһының 8-се съезында, итальяндар рустар кеүек сентименталь рухлы бер милләт, Европала совет системаһы унан йәйеләсәк, тигәйне. Әммә 1922 йылдың 28 ғинуарында хакимиәт фашистар ҡулына күсте һәм Муссолини коммунизмды, бөтөн үҙәндәрҙән һәм түбәләрҙән шайтан ҡыуалаған кеүек, эҙәрлекләй. Германия милли социалист хәрәкәтенең етәксеһе булған Гит лер ҙа үҙ тормошон һәм Рәсәй мәсьәләһен большевизм мәсьәләһенән һис айырмай, киреһенсә, уларҙың икәүһен бер бөтөн итеп таный. Уның буйынса, «Германия буржуаз халыҡ (йәғни Штресеман) партияһының рустар менән союзы бер ағастың үҙен ашаясаҡ һәм серетәсәк ҡорт менән аңлашыуы булып, уның һөҙөмтәһе Германияны батырыу буласаҡ. Ысынбарлыҡта Рәсәй Германияның донъяла берҙән-бер етди дошманы. Большевизмдың йәһәннәмдең золомо булыуын немец эшселәренә аңлатыу өсөн башта большевиктар менән маҡсаттары бер иш булған социал-демократтарҙы эш башынан алып ташларға кәрәк, сөнки шайтанды ендәр ҡыуып сығарасаҡ тип көтөү — буш эш».
Ғәмәлдә был фекер бөгөн Германияла, айырыуса Баварияла ярайһы тиҙ тарала. Австрияла коммунизм һәм марксизмға ҡаршылыҡ күберәк христианлыҡ исеменән күрһәтелә. «Ватанды һаҡлау» исемле Австрия фашистары партияһы ошо көндәрҙә Венала иң ҡурҡыныс көндәрҙе йәшәтә. 29 сентябрҙәге бында эшләгән инҡилап тырышлыҡтары уңышлы булмаһа ла, рәйестәре доктор Пфремерҙың тауышы бик көр күренә. Улар немец милли-социалистары менән сағыштырғанда тағы ла радикалыраҡ булып, парламентаризмды көсләп бөтөрөп, марксистарға ҡаршы милли диктаторлыҡ урынлаштырыу эшен ҡораллы бер көс сифатында тормошҡа ашырырға теләйҙәр. Урта Европала коммунизмға ҡаршы милли диктатураның урынлашыуына бер дәлил — бөгөнгә тиклем күпселеген үҙ елкәһендә барлыҡҡа килтергән социал-демократизмдың ваҡыт үтеү менән һөжүмгә ҡаршы тороуы хәлендә ҡалыуы һәм аҙ-аҙлап миллиләшеүе. Икенсе Интернационал серей. Уға ҡараған Англия эшселәр партияһының етәксеһе Макдональд 4 октябрҙә инглиз хөкүмәте рәйесе сифатында Нью- Йоркка барғанда бер телмәр һөйләне. Ул бында социалист эшселәр партияһы етәксеһенән бигерәк диндар бер монархист, милләтсе һәм реакционерҙар кеүек империалист һәм англо-саксондар кеүек һүҙ һөйләне. Шул ук көндәрҙә вафат булған Германия сит ил эштәре министры Штреземандың шул ук 4 октябрҙә үткәрелгән дәфен итеү церемонияһында немец социал-демократтары хөкүмәтенең рәйесе Миллер ҙа бер сығыш яһаны. Ул да буржуазия вәкиле Штреземанды немецтарҙың милли ҡаһарманы итеп тасуирланы һәм уның милли триумфынан һәм «Германия сиркәүҙәренең уға хөрмәт йөҙөнән ҡыңғырауҙарын яңғыратҡан көндәрҙе күрмәйенсә китеүен» һөйләп, илар көнгә етте.
Был нотоҡтарҙа Икенсе Интернационалдың был юғары етәкселәре сифатында түгел, ә королле йәиһә сиркәүле милләттәр исеменән һүҙ һөйләүсе милләтселәр ине. Улар был юлға баҫып үҙҙәренең яҙмыштарына балта сабалар һәм милли диктатураға юл асалар. Социал-демократтар буржуа Штреземан өсөн илаһалар, урынлы, сөнки уның артынан үҙҙәре лә, бер яктан, Өсөнсө Интернационалға, икенсе яҡтан, милләтселек хәрәкәтенә табан китеп, таралалар, тәүәккәлһеҙлектәре һәм йүнәлештәре булмау һөҙөмтәһендә йоғонтоларын һәм үҙҙәренә булған иғтибарҙарын юғалталар.
Азияла Японияла ла шундай уҡ бер актив һәм хәрби милләт рухы ярайһы ғына ныҡ һиҙелә башланы. Европала бындай актив миллилек фекере тарала башлауын күреп, большевик рустар «фашизм ҡурҡынысы» тип шаулай башланылар. Уларҙың берҙән-бер өмөтө «капиталистик ҡаршылыҡ» (капиталистическое противоречие), милләтселәр, үҙ араларында бер-береһенә ҡаршы хакимлыҡ яулау өсөн көрәш башлаясаҡтар тип, большевизмға ҡаршы берләшерҙәр.
3) Рәсәйҙең эшмәкәрлеге конкуренттарының колонияларында һәм Азия илдәрендә иң күбе инглиз, француз һәм Япония мәнфәғәтенә тейеү кеүек бер формала тормошҡа ашһа, был эштең үҙ аллы һәм ярым үҙ аллы Азия милләттәрен ҡыҫыуға килтереүе ҡотолғоһоҙ. Европа һәм Азияла Рәсәй менән сиктәш милләттәр рустар араһында иреүгә дусар ителгән милләттәрҙән барлыҡҡа килтерелгән бөйөк Рәсәйҙең урынына уларҙан айырылған 50 миллионлыҡ «великорус» милләте менән күрше булыуҙың файҙалы булыуын беләләр һәм быны донъя дәүләттәренә аңлатырға тырышасаҡтар . Яңы руслык үҙенең империалистик пландарын йәшереп торған маскаһын ташлап, уны асыҡ рус фашизмы формаһында асыҡ рәүештә майҙанға сығарырға мәжбүр буласаҡ. Ул көндә яланғас рус милли ҡомһоҙлоғона ҡаршы яңы асыҡ милли дошманлыҡ һәм донъя милләттәренең асыуы барлыҡҡа киләсәк . Шулай итеп, рус империализмына ҡаршы көрәш «актив милләтселәр» эше генә түгел, бөтөн донъя эше формаһын аласаҡ.
Төркиле төркиҙәренең был тормош көрәшендә тотасаҡ урыны
Европала һәм Азияла ни булһа ла булыр, ләкин Төркөстандың ҡотолоуына теге йәки был дәүләт ярҙам итер тип уйлап булмай. Иң кәрәге, һәр ваҡыттағы кеүек үк бөгөн дә көс. Бәләкәй һәм көсһөҙҙәрҙең эше ҙур һәм кескәйҙәрҙең көрәшендә теге йәки был комбинацияларҙа урын һайлай белеү, һәр мәлде уяу булып, был хәлдән файҙалана белеү. Ә инде көнсығыш төрктәре милләттәр араһында күренергә мөмкин булған хәлдәрҙән файҙалана алырмы һуң? Мин быға «эйе» тип яуап бирәм һәм әгәр әҙерлектәре тулы булмаһа ла, уңай бер ваҡыт килгән саҡта унан файҙалана алырҙар тип иҫәпләйем.
Бында әһәмиәт биреп билдәләргә кәрәк булғаны — Урта Азия төрклөгөнөң үҙ ҡоролошонда барлыҡҡа килгән ыңғай үҫеш. Көнсығыш төрктәрҙең XIX быуат-тың һуңғы яртыһына сағыштырмаса эске үҫеше Урта Азияның яҙмышына һис шикһеҙ тәьҫир итә аласаҡ ҡәҙәр ҙур. Милләтсе менәүәрҙәребеҙ әле күптән түгел төрк илдәренең рус идараһында Европа мәҙәниәте менән танышыуын төрк милләте өсөн иң ҙур бер ҡаҙаныш һәм форсат тип иҫәпләнеләр. Аталары һәм ағалары рустарға ҡаршы көрәштә шәһит булған Сыңғыҙ улы Чокан Солтан Көнбайыш Төркөстандың, һуңынан Рәсәй әсире төрктәрҙең дөйөм милли етәксеһенә әүерелгән Гаспыралы Исмаил бей ҙә Төркмәнстандың рустар тарафынан яулап алыуы файҙаһына пропаганда алып барҙылар. Атаһы Шәйех Шамил менән бергә Дағстандың үҙаллылығы өсөн көрәшеп шәһит булған Алихан Аварский Хиуаның рустар тарафынан баҫып алыуында йәне-тәне менән шөғөлләнде һәм үҙе 1882 йылда рус шымсыһы сифатында төркмәндәр араһында йөрөп, рустарҙың был илде баҫып алыуына булышлыҡ итте. Ул заманда «Ырымбур дини идараһы»ның (Духовное собрание) мөфтөйҙәре, «указлы» (йәғни батшанан фарман алған) имамдар, Ташкент сауҙагәрҙәре ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙҙарҙы Аҡ батшаға буйһондороу өсөн эш алып баралар. Хәҙер иһә хәл бөтөнләйгә үҙгәрҙе: 1918 — 1923 йылдарҙа Төркөстан мосолмандары һис бер кем яғынан ярҙам күрмәгән хәлдә бөтөн Урта Азияла ҙур Рәсәйгә ҡаршы бер үҙҙәре шул тиклем күп ҡорбан биреп беренсе көрәш дәүерен башланылар. Юғарыла (212, 237-се биттәр) иҫкә алынған дағстанлы Данъял бәк Төркөстанды баҫып алыуҙа рустар менән бергә шөғөлләнеүсе хәҙер һөйләп кителгән генерал Алихан Аварскийҙың туғаны ине. Был кеше рустар менән һуғыша-һуғыша, йәнен был илдең ҡотолоуы өсөн ҡорбан итте. Был тиклем Төркиә һәм Әзербайжан төрки офицерҙары һәм ирҙәре, ниһайәт, Әнүәр паша был мәмләкәттең хөрриәт һәм үҙаллылығы өсөн шәһит булдылар. Бөтөн был ваҡиғалар күрһәтеүенсә, урта төрктәрҙең йөрәгендә урынлашып ҡалған тәрән тойғо һуңғы йылдарҙа йәшерен рәүештә йәшәне.
Икенсе яҡтан, тик башҡа милләттәрҙең цивилизацияһына табынған көнсы¬ғыш төркө үҙ милли ҡиммәттәрен өйрәнеү һәм унан үҙенең милли төрк цивилизацияһын барлыҡҡа килтереү юлына баҫты. Әле бынан 30 — 40 йыл элек, «милли мөхәррир» сифатында яңы милли ҡәбилә әҙәбиәтен барлыҡҡа килтереү эшен башлаған заттар киләсәк өсөн үҙ аллы бер милли мәҙәниәт юлын күрһәтмәйенсә, Европа һәм рус мәҙәниәте ағымына ташланыу өсөн, боронғо милли йәшәйеште тәнҡит итеү һәм уны серетеү менән шөғөлләнделәр. Улар беҙгә боронғо грек һәм рус дастандары тураһында һөйләп, үҙ дастандарыбыҙҙы «усаҡ башы ҡиссалары», «әкиәт» тип атайҙар ине. Боронғо төрк телендә яҙылған әҫәрҙәрҙе милли мәктәптәрҙән демонстратив рәүештә ситкә ташланылар. Хәҙер иһә милләт был төрөк теленең боронғо өлгөләрен, төрк сәнғәте, халыҡ әҙәбиәте әҫәрҙәрен, «усаҡ баштарында» һөйләнеп килгән милли дастандарҙы өйрәнеүгә, милләттең йәрәгенең иң йәшерен мөйөштәрендә тарҡау хәлдә йәшәп килгән был гәүһәрҙәрҙе бер ергә туплап, уларҙан бер бөтә, бер милли хазина барлыҡҡа килтереү, уларҙы милли мәҙәниәтебеҙ, рухи байлығыбыҙ сифатында донъяға танытыу юлына баҫты. Бының менән ул хәҙер башҡаларҙың мәҙәниәте ҡаршыһында «хайран ҡалыу», «һатып алыу» һәм «оҡшатып эшләү» юлынан ситләшеп, «барлыҡҡа килтереү» юлына баҫты. Ул артабан туп та, самолет та эшләй алыр.
Бөтә бәләләрҙең, милләттең бөтә тәүәккәлһеҙлегенең, шөбһәләнеүҙәренең төп сәбәбе — үҙебеҙҙе өйрәнмәүебеҙ һәм өйрәнеү юлдарын белмәүебеҙ. Көнсығыш төрктәр үҙаллылыҡтарын, хөрриәттәрен юғалтҡан ваҡытта характерында потенциал ҡеүәте ҡалмаған, фәҡирләнгән бер халыҡ түгел ине. Бөтә ваҡиғаларҙы боронғо хандарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең үҫеш дошманы булыуҙары менән аңлатыу ҙа яңылыш булыр ине. Әмир Насрулла, Хәким Ҡушбеги, Абдусамед бәк, Мехмет Рәхим Ҡоңғрат, Худояр Хан Европаның мәҙәни өҫтөнлөгөн бер ни тиклем кимәлдә аңлаған һәм бөгөнгө көн ғилемен һәм техниканы илдәренә килтереү кәрәклеген аңлаған заттар була һәм был йүнәлештә бер ни тиклем эшләйҙәр ҙә . Ләкин уларҙы хәҙерге көн ғилем һәм техника менән таныштырырлык юлдар табылмай ине. Рустар килгәндә был хәҙерге көн формаһы һәм техникаһы үҙе төрк иленә килде, әммә урта төрктәр уны үҙләштереүҙең юлын белмәйҙәр ине. һәр эште бер башлап, бер ташлайҙар ине. Хәҙерге мәҙәниәт һәм техниканы үҙләштереүҙең бер юлы булыуҙы белмәү, бынан тыуған юғалып ҡалыу һәм икеләнеү яңы мәҙәниәт алдында көсһөҙ, башҡаларға хайран итеү, һөҙөмтәлә матди һәм физик әсирлектең янында шулай уҡ рухи әсирлек, ғәмәлдә Төркөстанда Рәсәй хакимиәте ваҡытының Бөтә донъя һуғышына тиклем үткән 50 йыллыҡ дәүеренең һөҙөмтәһе ошо ине. Быны ул ваҡытта шәрҡиәтсе Наливкин да түбәндәгесә ҡыҫҡаса аңлатҡайны: «Төрк милләте, дөрөҫөрәге, уның ҙур өлөштәре тарихта төрлө милләттәргә ҡушылһа, уны көсләп һис кем был юлға этәрмәгән. Ул тарихтың ағышы буйынса яңылыш юлдарға баҫһа, үҙе баҫты. Шулай уҡ тарих дауамында төрк милләтен һис бер кем берәй дин һәм мәҙһәп ҡабул итеүгә мәжбүр итмәне. Төрк милләтенең ҡайһы бер тармаҡтары төрлө сит милләттәрҙең юлына баҫты һәм үҙ милләтенә ҡаршы хәрәкәт итте, бер ни тиклем дошман милләттәргә ҡушылып китеп, уларҙы ҙурайтты һәм хатта уларҙы юҡтан бар итте. Ул быны башҡаларҙың башы менән етәкселек һәм идара ителгән тормошта тик яраҡлашыу юлынан барғанлыҡтан был тәңгәлдәге яңылышлыҡтары һөҙөмтәһендә эшләне. Ул үҙ гәүһәрҙәрен баһаламаны, уларҙы хатта инҡар итеп, уларҙан бер бөтөн күренеш барлыҡҡа килтереү ысулын белмәне, бөтә милләттәргә быны аңлатыу мөмкинлегенән файҙалана алманы. Хәҙер иһә төрк милләте бының әсеһен татып, ни дәрәжәлә яңылышлыҡ булыуын, Алғы Азиялағы кеүек, Урта Азияла ла аңланы. Ул хәҙер шул сәбәпле кисергән зыяндарҙы төҙәтеү өҫтөндә мәшғүл. Шулай итеп, уның юлында торған өс ҡаршылыҡ, йөрәгебеҙҙә урын алған бөйөк «мин»лек һәм рухи үҙаңыбыҙҙың дошманы табылды, ауырыу билдәләнде һәм артабан уларҙың барыһы ла ситкә этәрелә тигән һүҙ. Тышҡы ҡаршылыҡтар ҙа ситкә этәрелһә, төрк милләте артабан мөғжизәләр барлыҡҡа килтерер.
Төркөстан төрклөгөнөң динамик ҡеүәтенең материализм, космополитизм кеүек зәғиф милләттәрҙе эстән сереткән ҡараш һәм идеялар тарафынан эстән емерелер тигән төшөнсәләрҙең нигеҙе юҡ. Ысынбарлыҡта заманыбыҙҙың шәрҡиәтселәренән граф Кайсерлинг беҙҙе, тәрктәрҙе ҡытайҙар кеүек үк материалист тип иҫәпләй. Мр. Ле Кок Германияға килгән төркөстанлы студенттарҙың һис береһе тел, тарих, археология һәм фәлсәфә кеүек ғилемдәргә яҡынламайынса, тик иҡтисади ғилемдәрҙе өйрәнеүҙе, ҡала тәрктәренең башлыса материалист булыуҙары тураһында яҙа. Инженер Виллфорт: «Рәсәй идараһы аҫтында байлыҡ туплаған, рустарҙың капиталына бәйле ҡала тәрктәре милли үҙаллылыҡ кеүек энтузиазм, идеализм һәм фиҙаҡәрлек талап иткән эштәрҙе оҙаҡ һаҡлай алмаҫтар ине», — тигән. Радловтың да тажиктар тураһында әйткән (ҡара: юғарыла 315-се бит) был һүҙҙәре тик Иран культураһы тәьҫиренең йоғонтоһон артығы менән кисергән ҡала сауҙагәрҙәре төркөмөнә хас. Беҙ юғарыла (298 —302-се биттәр) милли музыка мотивтарын йыйыуҙа үзбәк һәм ҡаҙаҡ менәүәрҙәренең һәм (289 — 295, 321-се биттәр) ғилми әҙәбиәткә, халыҡ әҙәбиәтенә бағышлаған бер журнал йәшәтеү өсөн эшләнгән ҡаҙаҡ менәүәрҙәренең исемлеген килтергәйнек. Беренсе ҡарашҡа артыҡ бер ентеклелек кеүек күренгән был исемлек музыка белгестәре, мөхәррир һәм әҙиптәрҙән башҡа инженер, сәйәсмәндәр, хоҡуҡсы лар, врач һәм иҡтисадсыларҙың был эштә ысын күңелдән ҡатнашыуын күрһәтеү өсөн мөһим. Был исемдәрҙең һәр береһе көнсығыш тәрктәренең бөгөн милли мәҙәниәтен үҫтереү эшен бөйөк бер энтузиазм менән йәшәтеүен күрһәткән бер мөһим ҡағыҙ.
Советтар Урта Азия тәрктәре араһында ун меңдәрсә коммунист фирҡәһе ағзалары туплаған. Ул йөҙ меңдәрсә балаларҙы был рухта тәрбиәләй, уларға интернационализм, космополитик рух һеңдереү менән шөғөлләнә. Ләкин бөтөн был урындағы коммунистарҙың берҙәм рәүештә белмәгән, аңламаған һәм яратмаған берәр әйбер булһа, ул да космополитизм. Улар коммунист һәм марксистар, ләкин һис тә космополит түгел. Рус коммунизмы сикһеҙ бер империализм һәм ҡурҡыныс рус фашизмы күренешенән ғибәрәт булһа ла, уны рус булмаған һәр кеше һәр көн һәм һәр сәғәт күреп тоя. Милләттәрҙең мәҙәни үҫеш тарихтарында хаҡиҡи хәрәкәткә килтереүсе ҡеүәт идеализм һәм романтизм булһа, төркөстанлыларҙы тәрәй тулҡынланыуға килтергән дә тик шул уҡ. Бының иң асыҡ билгеһе 1918—1923 йылдарҙа алып барылған көрәш көндәре булыуы был әҫәрҙә ярайһы асыҡ күрһәтелгән (ҡара: юғарыла 245 —248-се биттәр).
Икенсе яҡтан, киреһен уйлаған ҡайһы бер кешеләр рус әсире булған төрктәрҙең, айырыуса төркөстанлыларҙың милли хәрәкәтенең әлегә тик башланып тороуы, инглиз, немец һәм рус кеүек милләттәрҙең бөтә яңы тарихын үҙгәртеп борған ҡөҙрәтле милли аңдары, уларҙың милли мәҙәниәтенең бөйөклөгө ҡаршыһында урта азиялыларҙы, артабан форсаттарын юғалтҡан тип, хөкөм итергә кәрәклеген, берәй ваҡыт бер мөмкинлек булған саҡта ла, төркөстанлыларҙы бынан файҙалана алмаясаҡтары тураһында һөйләйҙәр. Ләкин төрк милләтенең шундай үҙенсәлектәре бар, ул был сифаттарын бер ваҡыт хәрәкәткә килтереп эшләтергә форсат булһа, юғалтҡандарын аҙ бер ваҡытта аяҡҡа баҫтыра алыр.
Меңдәрсә йыллыҡ тарихыбыҙҙа ҡыҙыл һыҙыҡ булып килгән милли үҙенсәлектәребеҙҙең береһе — йәнлелек һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ активлыҡ. Боронғо тарихта Азияла һәм Көнсығыш Европала төрк һәм монгол шунда уҡ ҡатнашмаған һис бер халыҡ-ара мөһим ваҡиға булмай. Төрк килеү менән шунда уҡ йәмғиәттең башына килеп етәкселекте яуламаған һис бер мәмләкәт булмаған. Әҫәрен Сыңғыҙ килерҙән бер аҙ алдараҡ яҙған иранлы Мөбәрәкшаһ Гури: «Аҡсаға, ҡоллоҡҡа һатылып йөрөгән һис бер кемдең батша булыуы кешелек тарихында күрелгән хәл түгел, был тик төркиҙәрҙә осрай . Был ысынлап та шулай. Ҡытай, Һиндостан, Иран һәм Мысырға ҡол булып килгән төркиҙәр күп тә үтмәҫтән ундағы сәйәси тормошта роль уйнай башлайҙар, бер нисә тапҡыр унда бөтә дәүләттең идараһын үҙ ҡулдарына алалар. Мәүләнә Желалетдин Руми: «Төрктә үткән йыл әсир рәүешле алып килгәйнеләр, хәҙер ҡара (уны һатып алған) ғәрәп дар ағасына аҫылынған» . Ысынлап та, төрктөң асыл милли характеры шулай. Йәғни һәр ваҡыт тормоштоң уртаһында, көрәш майҙанында булыу һәм һәр ерҙә үҙенең барлығын, булмышын күрһәтеү. Төрк һис бер ваҡыт баҫҡан ерендә ҡалмайынса, шундуҡ резина ҡалҡан кеүек, йәиһә үҙен йәберләргә теләгән устың эсенә һыймаған терегөмөш кеүек булған.
Төрктөң бөтә тарих буйынса күҙәтелгән иң сағыу милли үҙенсәлектәренең береһе — тарихтан белгән замандан алып ғәскәр булғанлыҡтан тәртип яратыуы, тормоштоң иң ауыр шарттарына ла ҡулай ғына яраҡлаша белеүе, мәшәҡәттәргә оҙайлы ваҡыт түҙә алыуы. Боронғо төрктәр үҙҙәрен был рәүешле тәрбиәләүҙәре хосусында сиктән тыш әһәмиәт биргәндәр һәм инсанды йомшартыусы люкстан, ҡатын фиғеле биргән татлы аш-һыуҙан һәм тәнде ауырлаштырған аштарҙан һаҡлағандар. Бөйөктәр һәм принцтар яндарындағы ғәскәрҙәрҙән күберәк аҙыҡ ашамағандар һәм ғәскәр менән бер үк шарттарҙа йәшәп, үҙҙәрен махсус рәүештә аслыҡҡа, һыуһыҙлыҡҡа, эҫе һәм һыуыҡҡа күнектергәндәр. Был милли үҙенсә-лектәрҙе онотҡандарҙы, төрк булһа, «тажиклау», йәғни тажикка оҡшаған тип кәмһетер булғандар. Көроглы дастанының Үзбәк риүәйәтендә Көроглы һәм арҡаҙаштары быға дәлил, тажик Төләк Батыр иһә ҡапма-ҡаршы булараҡ бик йәнле рәүештә тасуирланған. Ғөмүмән алғанда, үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ халыҡ дастандарында беҙгә хаҡиҡи төрк ҡаһармандарының типтары һәм төрк булмаған милләттәрҙең ҡаһармандарының етешһеҙ яҡтарын күрһәтеү хосусында ҙур әһәмиәт бирелгән. Улар Урта Азия төркөнөң рыңарлыҡ рухы¬ның был «усаҡ алды ҡиссалары» ярҙамында нисек йәнле рәүештә артабан йәшәтеүгә мөмкин булыуын күрһәтеүсе сығанаҡтар. Мәшәҡәттәргә һәм ҡыйынлыҡтарға яраҡлаша белеү бөгөн бөтә мәҙәни милләттәрҙең махсус рәүештә спорт ярҙамында йәштәрҙе күнектереү кәрәклеген күрәбеҙ, был сифат, алда әйтеүебеҙсә, төрк милләтенең иң ныҡлы, йәштән тәрбиәләнгән үҙенсәлеге. Төрк милләте был үҙенсәлектәрен бик үк күп көс һалмайынса йәнләндерәсәк.
Төрктөң башҡа бер сифаты — донъяла булып та бөткәндәр ҡаршыһында күҙҙәре асыҡ булыу. Боронғо төрктәрҙән Тунг Ябғуның, Сыңғыҙҙың, Тимурҙың уңыштарының иң ҙур сере — донъя хәлдәрен төрлө яҡлап күрә белеүҙәре, ул хаҡта тулы мәғлүмәт туплауҙары һәм һәр форсаттан файҙалана алыуҙары булған. Төрк милләте тарихи тормошоноң шәфҡәтле көндәрендә донъя сәйәси ваҡиғаларын нигеҙле өйрәнеп, бер бөтөн итеп күҙ алдына килтерә алыуҙары менән беҙҙең ваҡыттағы инглиздәргә оҡшағандар һәм булған хәл менән файҙалана белгәндәр. Хатта бөгөн дә Анатолияның үҙ төрк ҡатламдары, шулай ук ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән һәм үзбәктәр донъя сәйәсәтенә ҡарата шул тиклем ҡыҙыҡһыныу күрһәтәләр һәм ябай көтөүсегә тиклем һәр ауыл кешеһе был мәсьәләләр буйынса шул тиклем етдилек менән фекерләй, хайран ҡалырлыҡ. Иран, тажик, һиндлы, рус һәм ҡытай ауыл кешеләрендә донъя ваҡиғаларына ҡарата бындай асыҡ күҙ менән ҡыҙыҡһыныу һис тә күренмәй. Ҙур һуғыштар ваҡытында төрк милләтенең бөтәһенең һәм берҙәм тулҡынланыуы үҙаллылыҡҡа тырышыуы, уның донъяла булып та бөткәндәргә ҡарата ысын күңелдән ҡыҙыкһыныуы һәм иғтибарлы булыуы менән аңлатыла. Бының кеүек милли үҙенсәлектәрҙе төрк милләте ҙур әһәмиәт биреп йәштәрҙең аңына һеңдереп йәшәтергә тейеш.
Төркиҙәрҙең башҡа бер үҙенсәлеге — үрсеүсәнлек һәм был яулап алыу ауырлыҡтарына һәм таралыуҙарына һәр ваҡыт халыҡ һанының күплеге алдан этәргән һәм яңы ватандар эҙләүгә сәбәп булған . Бөгөн дә үзбәк һәм ҡала төрк ҡатынының күп бала табыуҙары (әсәнең 20-гә тиклем бала табыуы, тыуҙырыу ҡеүәһенең айырмаһы һәм ярлылыҡҡа өлгөһө булмаған рәүешле түҙеүе) Наливкин кеүек тикшеренеүселәрҙең хайран калыуына сәбәп булған. Урта Азия төрктәре бер көн үҙаллылыҡтарына өлгәшә алһалар, халыҡ иҫәбен күбәйтеү һәм рус хакимлығы дәүерендәге емереүҙәрҙе төҙәтеү улар өсөн ҙур мәсьәлә тәшкил итмәҫ. Быларҙың барыһы ла Урта Азияның донъя сәйәси һәм иҡтисади тарихында урын биләйәсәк һәм был тәңгәлдә хәрәкәт итеүе бик мөмкин һәм бәлки ҡотолғоһоҙ булған бөйөк ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоу ҡаралған хәлдә, урта төрктөң милләттәр араһында тағы бер шәрәфле урын аласағына ышанырға кәрәк.
Урта төрктәр өсөн бер идеал хәлен алған мәҙәниәт эшмәкәрлегенең бөгөн ҡәбиләселек сиктәрендә ҡалыуы күренә, был ҡәбиләләрҙең форсат булған хәлдә бер бөтөн милләт тәшкил итмәйәсәге, ҡәбилә масштабындағы тырышыуҙарында һәм уларҙың интригаларында юғалып каласактарын аңлағандар бар. Ысынлап
та, беҙ урта тәрктәр араһында әле булһа хаким булғанлыҡтан һәм рустар бик күп файҙаланғанлыҡтан, юғарыла (китаптың 1-се өлөшөндә, 83-сө биттә) үкенес менән әйтеп үткән был сифатҡа яңынан к үҙ йомоп үтмәйек. Был тәңгәлдә һуңғы тарҡаулыҡ дәүерендә тамыр йәйә башлаған һәм бөгөн рустың эшенә яраған ҡайһы бер ғәҙәттәрҙең тәьҫире мөһим. Көньяҡ Төркөстан төркиҙәренең ҡайһы бер төркөмдәре, ҡаҙаҡ һәм татар менән сағыштырғанда, күберәк тажик даирәһенә яҡынлаған һәм «Төркөстан» төшөнсәһен тик Мәүереннаһр, йәиһә батша заманының «Төркөстан генерал-губернаторлығы» мәғәнәһендә тип аңларға, тик боронғо Мәүереннаһр халҡын «төркөстанлы» тип иҫәпләргә теләйҙәр. Бының кеүек фекерҙәр Төркөстанды үҙ ата йорто, ватаны тип белеп, унда тырышҡандарҙа кире тәьҫир ҡалдыра. Икенсе яҡтан, өс миллиондан күберәк бер төркөм тәшкил иткән Ҡазан төркиҙәренән бер ҡеүәтле ҡатлам боронғо болғар һәм Ҡазан ханлыҡтарының хәтирәһе тәьҫирендә Иҙел буйында айырым бер милли үҙәк барлыҡҡа килтерергә, башҡорт, нуғай һәм ҡаҙаҡ кеүек күрше ҡәбиләләрҙе был үҙәккә бәйләргә һәм үҙ арҡаларына тағырға теләйҙәр (ҡара: юғарыла 130— 131-се биттәр).
Рәсәйҙең төрлө әлкәләрендә таралып йәшәгән төрктәр өсөн мәхәллә масштабындағы бәләкәй автономиялы әлкәләр мәсьәләне хәл итә алмаясағы, рус күпселеге араһында юғалыуҙан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы төрктөң күпселек тәшкил иткән ерҙәргә күсеп ултырыуы асыҡ. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандан һәм Көнбайыш Ҡаҙағстандан аҡҡан Яйыҡ йылғаһы буйы эске Рәсәй төркиҙәрен Урта Азия төркиҙәренең сәйәси эшмәкәрлегенә бәйләгән бер майҙан буласағын аңлатыу юлында беҙ ҙә Башҡортостанда эшмәкәрлек иткән ҡаҙанлыларҙан Ильяс Алкин һәм юлдаштары менән бик күп шөғөлләндек, һәм 1919 йылда совет хөкүмәтенең Ырымбур рус козактары йәшәгән ерҙәрҙә киң масштабта рус крәҫтиәндәрен ерләштереп, башҡорт һәм ҡаҙаҡ илдәрен бер рус «ғәскәре бүлеге» менән айырыу юлында саралар күргәндә, быны сикләү маҡсатында эске Рәсәйҙәге татар һәм мишәрҙәрҙе был Яйыҡ буйына күсереп ерләштерергә теләнек, күсенеүҙе уңайлаштырыу маҡсатында саралар күрҙек. Боғорослан төмәнендәге ҡайһы бер ауыл халҡы саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, килеп ерләштеләр. Тик был бер дөйөм хәрәкәт формаһын алманы. Әммә татарҙар өсөн Иле буйы һәм Урумчи яҡтары Яйыҡ буйы кеүек яҡын булып танытылһа һәм танылһа ине.
[Әҙәби тел мәсьәләһендә лә ҡала тәрктәре көньяҡҡа, Ҡазан төркө төньяҡҡа һәм көнбайышҡа тартылһа, аралағы биш миллионлыҡ ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ өсөнсө бер даирә булып ҡаласаҡ. Әммә һыр даръя һәм Хорезм яҡтарында барлыҡҡа килеүе мөмкин булған аралашыуҙар һөҙөмтәһендә ҡаҙаҡ, ырыулы үзбәк һәм ҡарағалпаҡ диалекттарының бер-береһенә хәҙергенән дә яҡыныраҡ бер форма аласағы асыҡ. Шулай уҡ урта төрк әҙәби теленең дә ошо даирәләрҙең берләшеүе нигеҙендә барлыҡҡа киләсәге иң яҡын бер мөмкинлек булыуы минең
тарафымдан бер нисә тапҡыр әйтелгәйне инде (ҡара: китаптың 1-се өлөшөндә, 74 —84-се биттәр, был өлөштә 350, 361-се биттәр). Урта төрк ҡәбиләләренең менәүәр вәкилдәре араһында «фонетикаһы буйынса боронғо сығатай, һүҙҙәре буйынса ҡаҙаҡ һәм ырыулы үзбәк» диалекттары нигеҙ итеп алынып, һәр ҡәбилә үҙ һөйләшендә яҙған хәлдә, башҡаларҙыҡы ла аңлашыласағы күп тапҡырҙар әйтелде һәм ҡайһы бер пландар ҙа билдәләнгән . Был үҙәк даирә ҡеүәтләнһә, ҡала төркиҙәрен Иран ҡатламдарынан, Ҡазан төркиҙәрен дә һөйләштәрендә болғар һәм сыуаш һөйләштәренә бәйләнгән үҙенсәлектәрҙән айырылып, урта телде ҡабул итеүҙәре мөмкин булыр ине. Шул саҡта ҡиммәттәр һәм дастандар ҙа тик ҡаҙаҡ һәм ырыулы үзбәк, ҡырғыҙ һәм ҡарағалпаҡтар араһында яҡшы һаҡланғанлыҡтан дөйөм милли әҙәбиәттең дә был даирәләр араһында барлыҡҡа киләсәге, ҡала төркө, татар һәм башҡорт ҡәбиләләренең уларға ҡушыласаҡтары (ҡара: юғарыла 350-се бит) үҙ-үҙенән аңлашыла.]
Көнсығыш төрктәре үҙ яҙмышы мәсьәләләрен, тирә-яғындағы ауыр һәм бик киң территория менән бәйле, күп тармаҡлы мәсьәлә булыуын, тик сәйәси яҡтары ғына түгел, мәҙәни тарафтары ла халыҡ-ара бөйөк мәсьәләләр менән бәйле булыуын аңлау. Азиялағы дәүләттәр һәм милләттәр араһында булған һәм киләсәктә тыуасаҡ хәлдәрҙән файҙаланырға әҙер ойошҡан һәм бер төр ҡеүәт булараҡ ваҡиғалар уртаһына атылырға әҙер булыу мәжбүриәтендә. Төркөстан мәсьәләһе, шул иҫәптән шәрҡи Рәсәйҙәге бөтә төркиҙәрҙең һәм мосолмандарҙың уртаҡ булған мәсьәләһе, тыштан да үҙ аллы халыҡ-ара мәсьәлә. Ул шундай формала тикшерелергә һәм шул формала уртаға ҡуйылырға тейеш һәм тик шул саҡта көнсығыш төркө үҙ маҡсатын күреп, уға тура ныҡлы һәм ҡыйыу аҙымдар менән бара алыр. Урта төрк менәүәрҙәре рус теле кеүек инглизсәне лә өйрәнеү, был ике телдәге сәйәси һәм иҡтисади нәшриәтте, шулай уҡ ҡытайҙарҙың, япондарҙың һәм һиндлыларҙың нәшриәтен рус нәшриәте кимәлендә иғтибарлы уҡып барыу, донъяға бөйөк милләттәрҙең ҡарашы менән ҡарарға өйрәнеү мәжбүриәтендә. Сәйәси һәм иҡтисади ҡараштары былай киңәйһә, ҡәбилә араһы ҡаршылыҡтарынан ҡалған ғәҙәттәр үҙ-үҙенән юғалыр. Төрк милләте үҙ милли ҡиммәттәрен өйрәнеп, уңыштың шарты булған эске рухи ышаныслылыҡҡа эйә булһа, Азия мәсьәләләрен, тарихи яҙмышының бөйөклөгөн, ватанының киңлеген һәм тарҡаулығын, изге вазифаның бөйөклөгө менән пропорциональ рәүештә өйрәнә алһа, күрше ҡәүемдәр булған кеүек рус, ҡытай, инглиз, япон һәм һинд милләттәре тарафынан да мөһим сәйәси ҡеүәт булараҡ ҡабул ителәсәк.
Төркөстандың киләсәге
Бөгөн Урта Азия төркиҙәре үҙҙәренең меңдәрсә йылдар дауам иткән тарихи йәшәйешенең иң мөшкөл, иң хәүефле бер дәүеренә аяҡ баҫты. Рустарҙың Урта Азия тарафына ҙур масштаблы күсенеүҙәре ниәт кимәленән уҙып, ысынбарлыҡҡа әүерелде. Тик, халыҡ мәнфәғәттәренә һылтанып, рустар хыялына ярашлы индустриялаштырыуға йүнәлтелгән беренсе «биш йыллыҡ планы» тормошҡа ашырыла башланы. Шул нигеҙҙә Көньяҡ Төркөстанда техник культуралар, мамыҡ етештереләсәк, Төньяҡ Төркөстанда иһә хөкүмәт ҡулында булған трактор, шулай уҡ дәүләт аппараты идара иткән коллективтар тарафынан рус мәнфәғәттәре тормошҡа ашырыласаҡ. Ауыл халҡының тармаҡ хужалығында файҙаланып килгән бөтә мал-тыуары бөтөрөлгәндән һуң, уның бөтә йәшәйеше рус тракторының һәм колхоз идараһының шәфҡәт-мәрхәмәтенә бәйле буласаҡ. Рус тракторы Төркөстан ауыл халҡынан тик рус теләгән әҙәмдәргә һәм рус теләгән көн-сәғәттәрҙә, уны ла милли рус тормошо, ғаилә көнкүрешен урынлаштырыу өсөн урындағы милли мәнфәғәт көнкүрешен боҙоу һәм рустарҙың теләгенә яраҡлы хәлгә килтереү шарты менән бирәсәктәр. Илдәге бөтә төркиҙәр үҙ аллы фекерләү хоҡуғынан мәхрүм. Рустар бөтә ерҙәрҙе, һыуҙы улар менән идара итеү эштәрен бер ниндәй өлгөһө булмаған үҙәкләштерелгән дәүләт ойошмаһына бәйләне.
Ауыл хужалығы эштәрен баҫыуҙарға һыу биреү, һабанды трактор менән һөйрәтеү рустың урындағыларҙың үҙаллылыҡ, ғаилә һәм милли тормошон боҙоу һәм юҡҡа сығарыу сәйәсәттәренә бәйле рәүештә эшләнә. Шул уҡ ваҡытта төркөстандар үҙҙәрен ойошҡан рәүештә тота алһа, рустың мамыҡ, тимер юлы үткәреү, трактор, колхоз һәм индустриялаштырыу сәйәсәтенән ҡурҡып тормаҫ, сөнки ҡасан да булһа боролош заманы киләсәк. Ул да йәки ҡотолоуға, йәки көнсығыш төркилегенең тарихтан һөрөлөүенә алып киләсәк. Төркиҙәр бөгөн Рәсәйҙәге тормоштан ситләшеүгә йүнәлтелгән хәл алһа, йәки саботажлык юлына баҫһа, милләт зарар күрер. Әгәр төрк иле ҡотолһа, рустарҙың был илдә башҡарған эштәре һөҙөмтәһендә урынлашҡан һәр нәмә, һәр ойошма көнсығыш төркиҙәренең үҙ байлығына әүереләсәк.
Урта Азияла рус баҫып алыуы, большевик рустар хакимиәте дәүерендә Төркөстан төркилеге, мәҙәниәте һәм көнкүреше өсөн барлыҡҡа килтерелгән хәүефтәр һис көтөлмәгән бер ҙур масштабта һәм бик тиҙ арала ысынбарлыҡҡа әүерелә. Ләкин был ҙур масштаб һәм тиҙлек был мәсьәләнең хәл итеү көнөн дә яҡынайта. Рустар Көнсығыш Төркөстанды һәм Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙы баҫып алһа, беҙ быға теләктән генә ҡаршы тора алырбыҙ, сөнки был хәрәкәт аҙаҡ сиктә бер шартлау тыуҙырасаҡ. Урта Азияның дөйөм тормошонда бөйөк үҙгәрештәр күҙ алдыбыҙҙа барлыҡҡа килгән кеүек, тағы ла бөйөгөрәк һәм тағы ла күп яҡлыраҡ үҙгәрештәрҙең ҡаршыһында булыуыбыҙҙы дәлилләгән ваҡиғаларҙы ла күрәбеҙ. Әгәр был хеҙмәт бынан 15 йыл алда, йәғни Бөтә донъя һуғышы башланған йылдарҙа яҙылһа, ни Рәсәйҙең яҙмышы, ни уға әсир булған төркиҙәрҙең эске инҡилаптары һәм эске үҫеше хаҡында фараз йөрөтөү мөмкинлеге, әлбиттә, ҡыйын ине.
Һүҙебеҙҙең аҙағында шуны әйтергә кәрәк: рус хакимлығы ябай бер баҫып алыуҙың логик һөҙөмтәһе кеүек аңлатыла алмаҫ: был буйһоноу бәләһенән һәм күҙгә бәрелеп торған хәүефтәрҙән ҡотолоуҙа көнсығыш төркиҙәренә юл күрһәтеп торасаҡ йондоҙ — һуҡыр нәфрәт һәм күрә алмаусанлыҡ хистәре түгел, ә алдан күреп, ипле, башҡа бер нисә милләттең хәрәкәтенә ҡушылып, бергәләшеп эш итеү буласаҡ. Форсаттарҙан мәхрүм ҡалмау өсөн, көнсығыш төркиҙәре милли берлеккә тоғро ҡалыу мәжбүриәтендә.
Төркөстандың киләсәге, әлбиттә, донъяның дөйөм мәҙәни үҫеше менән йәнәшә үҫә алыуынан ғибәрәт буласаҡ. Мәсьәлә был гармонияны һәм йәнәшәлекте нисек барлыҡҡа килтерә алыуға бәйле буласаҡ. Донъяла мәҙәниәт һәм техника баш әйләндерерлек тиҙлектә алға бара. Немец цеппелины Рәсәйгә, Японияға һәм Америкаға ла барып етте. Был ҡаҙаныш хатта бөтә донъя милләттәре өсөн дөйөм бер байрамға әүерелде. Ошо юлдар яҙылған көндәрҙе беҙ Лос- Анджелеста цеппелиндың нисек ҡаршы алыныуын, уны Америкала ҡабул иткән йөҙҙәрсә мең халыҡтың ҡыуаныслы ауаздарын, цеппелиндағы инглиз, немец, япон һәм башҡа мосафирҙарҙың һәр береһенең үҙ телендә һөйләгән нотоҡтарын Венала ултырған килеш радионан донъяның бөтә милләттәре бер үк сәғәттә, һис шикһеҙ, бер үк ҡыҙыҡһыныу һәм хис менән ҡолаҡ һалған кеүек тыңланыҡ. Донъя шул ҡәҙәр бәләкәйләнде, милләттәр һәм ҡитғалар араһындағы аралыҡтар шул тиклем үк ҡыҫҡарҙы. Океандарҙы бер нисә көндә осоп үткән ҙур самолеттарҙың юл селтәрҙәре глобустағы оҙонлоҡ һәм киңлек һыҙыҡтары кеүек донъя шарын сырмаған һәм Тымыҡ океандағы Австралия, Америка араһында кеше йәшәмәгән утрауҙар көндәрҙең береһендә ошо самолет¬тарҙың һауа юлында бик яҡшы һәм төҙөк аэропорттарға әүереләсәк. Иҫке һәм Яңы донъяның төньяҡ өлөштәре араһындағы иң ҡыҫҡа юл да, бәлки, Төньяҡ полюс аша үтәсәк. Инсандар яңы һәм мөһим емергес ҡеүәттәр уйлап сығарған кеүек, ҡояштан, диңгеҙҙәрҙән һәм башҡа төрлө әллә ниндәй тәбиғи әйберҙәрҙән башҡа ла килмәгән яңы йәшәү энергияһы сығанаҡтары табырға тырыша. Немец ғалимдарынан доктор Форнтер менән Эмиль Людвиг Нил йылғаһы буйында һуғарыу майҙандары киңәйтелеп, бөйөк Сахараның нисек аяҡҡа баҫтырылып, хикәйәләрҙә уҡып беленгән был ҡот осҡос сүллектәрҙең ун миллионлаған кеше йәшәгән майҙанға әүереләсәге, Африканың бер бөтөн мәҙәни майҙанға әүереләсәге тураһында һүҙ алып баралар. Европа менән Африканы тоташтырыу өсөн Гибралтар боғаҙы аҫтынан тимер юлы төҙөү проекты хаҡында ла һүҙ йөрөтөлә.
Донъяның ошо рәүешле баш әйләндерерлек тиҙлектә үҫеше дәүерендә, уның өлөштәре араһындағы бәйләнештәрҙең был тиклем нығынған бер ваҡытта донъя һуғышы башланған йылдарҙа яҙылһа, ни Рәсәйҙең яҙмышы, ни уға әсир булған төркиҙәрҙең эске инҡилаптары һәм эске үҫеше хаҡында фараз йөрөтөү мөмкинлеге, әлбиттә, ҡыйын ине.
Һүҙебеҙҙең аҙағында шуны әйтергә кәрәк: рус хакимлығы ябай бер баҫып алыуҙың логик һөҙөмтәһе кеүек аңлатыла алмаҫ: был буйһоноу бәләһенән һәм күҙгә бәрелеп торған хәүефтәрҙән ҡотолоуҙа көнсығыш төркиҙәренә юл күрһәтеп торасаҡ йондоҙ — һуҡыр нәфрәт һәм күрә алмаусанлыҡ хистәре түгел, ә алдан күреп, ипле, башҡа бер нисә милләттең хәрәкәтенә ҡушылып, бергәләшеп эш итеү буласаҡ. Форсаттарҙан мәхрүм ҡалмау өсөн, көнсығыш төркиҙәре милли берлеккә тоғро ҡалыу мәжбүриәтендә.
Төркөстандың киләсәге, әлбиттә, донъяның дөйөм мәҙәни үҫеше менән йәнәшә үҫә алыуынан ғибәрәт буласаҡ. Мәсьәлә был гармонияны һәм йәнәшәлекте нисек барлыҡҡа килтерә алыуға бәйле буласаҡ. Донъяла мәҙәниәт һәм техника баш әйләндерерлек тиҙлектә алға бара. Немец цеппелины Рәсәйгә, Японияға һәм Америкаға ла барып етте. Был ҡаҙаныш хатта бөтә донъя милләттәре өсөн дөйөм бер байрамға әүерелде. Ошо юлдар яҙылған көндәрҙе беҙ Лос- Анджелеста цеппелиндың нисек ҡаршы алыныуын, уны Америкала ҡабул иткән йөҙҙәрсә мең халыҡтың ҡыуаныслы ауаздарын, цеппелиндағы инглиз, немец, япон һәм башҡа мосафирҙарҙың һәр береһенең үҙ телендә һөйләгән нотоҡтарын Венала ултырған килеш радионан донъяның бөтә милләттәре бер үк сәғәттә, һис шикһеҙ, бер үк ҡыҙыҡһыныу һәм хис менән ҡолаҡ һалған кеүек тыңланыҡ. Донъя шул ҡәҙәр бәләкәйләнде, милләттәр һәм ҡитғалар араһындағы аралыҡтар шул тиклем үк ҡыҫҡарҙы. Океандарҙы бер нисә көндә осоп үткән ҙур самолеттарҙың юл селтәрҙәре глобустағы оҙонлоҡ һәм киңлек һыҙыҡтары кеүек донъя шарын сырмаған һәм Тымыҡ океандағы Австралия, Америка араһында кеше йәшәмәгән утрауҙар көндәрҙең береһендә ошо самолет¬тарҙың һауа юлында бик яҡшы һәм төҙөк аэропорттарға әүереләсәк. Иҫке һәм Яңы донъяның төньяҡ өлөштәре араһындағы иң ҡыҫҡа юл да, бәлки, Төньяҡ полюс аша үтәсәк. Инсандар яңы һәм мөһим емергес ҡеүәттәр уйлап сығарған кеүек, ҡояштан, диңгеҙҙәрҙән һәм башҡа төрлө әллә ниндәй тәбиғи әйберҙәрҙән башҡа ла килмәгән яңы йәшәү энергияһы сығанаҡтары табырға тырыша. Немец ғалимдарынан доктор Форнтер менән Эмиль Людвиг Нил йылғаһы буйында һуғарыу майҙандары киңәйтелеп, бөйөк Сахараның нисек аяҡҡа баҫтырылып, хикәйәләрҙә уҡып беленгән был ҡот осҡос сүллектәрҙең ун миллионлаған кеше йәшәгән майҙанға әүереләсәге, Африканың бер бөтөн мәҙәни майҙанға әүереләсәге тураһында һүҙ алып баралар. Европа менән Африканы тоташтырыу өсөн Гибралтар боғаҙы аҫтынан тимер юлы төҙөү проекты хаҡында ла һүҙ йөрөтөлә.
Донъяның ошо рәүешле баш әйләндерерлек тиҙлектә үҫеше дәүерендә, уның өлөштәре араһындағы бәйләнештәрҙең был тиклем нығынған бер ваҡытта Ер шарының иң боронғо мәҙәни үҙәктәренең береһе булып та, бөгөн шулай уҡ барлыҡ Азия илдәре мохтажлыҡ кисергән бер нисә сеймалға бай булып, был ҡитғаның дүрт тарафы араһында иң кәрәкле сауҙа бәйләнештәренең ҡушылыу нөктәһе иҫәпләнгән Төркөстандың үҫеш юлдары баҫып алыусы бер милләттең эгоизмы арҡаһында ябылып ҡала алмаҫ. Колониалист ике дәүләт араһындағы аңлашмаусы лыҡ был илдең Һиндостандан, һәр саҡ үле ҡалыу мәжбүриәтендә ҡалдырылған «нейтраль майҙан» менән айырылыуы, Иран һәм Ҡытай тимер юлдары менән берләшеүенә ҡаршылыҡ итеүе, әлбиттә, тәбиғәткә ярашһыҙ бер күренеш. Төркөстанда кем хакимлыҡ итеүгә ҡарамаҫтан, ул яңынан үҫеш кисерәсәк. Тормош туҡтауһыҙ алға бара һәм илдең үҫешен һис бер ҡаршылыҡ туҡтата алмаҫ. Төркөстан төркө быға ҡулайлашып, сәйәси һәм мәҙәни идеалдарын да шуға яраҡлаштырасаҡ. Был иһә уны меҫкенлек рухы һәм ҡәбилә ғөрөф-ғәҙәттәренә бәйле ҡалыу бәләһенән дә ҡотҡарасаҡ.
Донъя үҫешенең киләсәкке формаһы ниндәй генә булһа ла, Төркөстан — континенталь мәмләкәт. Уның яҙмышы ер эшкәртеү иҡтисады мөнәсәбәтенә тимер һәм һауа юлдарына, илдә һуғарыу системаһының үҫешенә бәйле. Америкала белем алған һәм бөгөн Төркөстанда эшмәкәрлек иткән немец инженеры В. В. Зинсерлингтың былтыр Мәскәүҙә нәшер иткән тикшеренеүҙәренең һөҙөм¬тәләренә ҡарағанда, Амударъя Өзбой тарафына ағыҙылған хәлдә 100 куб сажин (977 813 м3) һыу бирелһә, һарыҡамыш соҡоро туғыҙ йылда туласаҡ һәм донъяла иң ҙур һыуһаҡлағыс барлыҡҡа киләсәк. Ул хәлдә Арал дельтаһынан 350 мең дисәтинә (382 200 га), һайыҡҡан Арал күле аҫтынан 300 мең дисәтинә (327 600 га) ер майҙанға сығасаҡ, һырдаръянан еңел рәүештә 400 мең дисәтинә (432 860 га), Амударъянан 1,2 миллион дисәтинә (1310 400 га) ер һуғарыласаҡ. Өзбойҙың Хазар диңгеҙенә ағасаҡ майҙанында 530 мең дисәтинә (578 760 га) ер алынасаҡ. Өзбойҙы пароходтар йөрөрлөк хәлгә килтереү өсөн, һәр километрға ни бары 20 мең һум сарыф итергә кәрәк, был тимер юлы теҙеүҙән дүрт-биш тапҡыр арзаныраҡ тигән һүҙ.
Ғөмүмән, Төркөстанда һуғарыу эштәре юлға һалынһа, ул тағы ла 30 — 40 миллион кешегә йәшәү мөмкинлеге бирәсәк. Әгәр Төркөстанда һуғарыулы майҙандар 20 миллион гектарға артһа, хәҙерге 12 миллион га ауыл хужалығы ере мамыҡ үҫтереү өсөн файҙаланылыр. Ҡаҙағстандың көнбайыш өлөшө дөгө һәм каучук етештереүҙә файҙаланылһа, иген етештереү хосусында Рәсәйгә йәиһә башҡа берәй ауыл хужалығы мәмләкәтенә ихтыяжы ҡалмаҫ ине. Төркөстанда аҡ күмер ҡеүәте 40 миллион ат көсөнә тиң, хәҙергә тиклем сығарылған нефть 45 миллион тоннаға етәсәк, тип фараз ителә. Баҡыр, тимер, сурьма, радий, Ҡарамезар һәм Ҡаратау тирәләрендә ҡара ҡурғаш һәм цинк, Фирғәнәлә һәм Тажикстанда тимер рудаһы ятҡылыҡтары табылған. Хазар диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш яҡтары, Төркмәнстан һәм Хорезм тирәләре бик бай нефть ятҡылыҡтарына өмөт бирә. Ҡытай, Иран һәм һиндостандың тимер юлдары Себер һәм Рәсәй тимер юлдары менән Төркөстанда берләшер, автомобиль юлдары һәм аэродромдар илде сырмап алһа, Төркөстанда һаҡланған байлыҡтар илдең киңлеге менән сағыштырырлыҡ ҡөҙрәттә һәм киң рәүештә ҡулланыла башлаһа, Азия һәм Европа тормошонда ла яңы дәүер башланасаҡ.
Советтарҙың сыҙап торғоһоҙ эшкә мәжбүр итеүҙәрен төркөстандар Рәсәйҙә бығаса күрелмәгән ғәйрәт менән тормошҡа ашырыу хаҡында совет матбуғаты маҡтап телгә ала. Төркөстан халҡының әле файҙаланылмаған потенциаль ҡеүәте ҙур. Әгәр тәртипле итеп мал-тыуар үрсетеү башланһа, был тирә бөтөн Азия һәм Европаның ит һәм йөн сығанағына әүереләсәк. Үҙ эштәрен донъяның һәр тарафындағы үҫеш менән берлектә алып барыу өсөн Төркөстан төркөнә бойондороҡһоҙлоғоноң тормошҡа ашыуын, үҙ ҡөҙрәте, инициативаһын үҙе теләгәнсә ҡулланып, уны үҙе ярашлы бер юлда үлсәп файҙаланыу мөмкинлеген ҡулға алыу зарур. Ҡаҙаҡтарҙың мәшһүр шағиры Көпәйоглы Йософ: «Ихтыяр хосусында башҡаларҙың әсире булыуыбыҙ сәбәпле, ҡеүәт һәм энергиябыҙ һис тә сарыф ителмәй ҡала», — тип көнсығыш төркиҙәренең дөйөм ҡайғыһын асыҡ һәм ҡыҫҡа итеп аңлата. Азияның дүрт тарафынан килгән юлдарҙың был ҡушылған нөктәһендә мәҙәниәттәр аралашыу боронғо ҡөҙрәт менән йәшәтелеүе өсөн был илдең урындағы халҡының донъя милләттәре менән үҙе ихтыярынса эш итеү мөмкинлеге алыу мотлаҡ. (Бынан 70 йыл элек Чоҡан Вәлихан Төркөстандың хәҙерге заман мәҙәниәтенә эйә булһын өсөн был традицияларҙың бында көсләп индерелеүенең зарури булыуы тураһында фекерҙе ныҡышмалы рәүештә алға һөрә. Хәҙер иһә бындай фекерҙәр артыҡ реакцион тип баһаланасаҡ. Заманыбыҙҙа бөйөк илдәрҙә мәҙәниәтте тик ул илдең бөтә халҡының дөйөм тырышлығы, планлы идара итеү барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә Төркөстанда бөгөнгө көн мәҙәниәтенең, матди булһынмы, мәғәнәүи булһынмы, өлкәләрҙә заман талап иткән күләмдә һәм ҡөҙрәт менәң үҫтерелеүе өсөн ихтыяр көсөнөң урындағы халыҡта яңынан барлыҡҡа килтерелеүе беренсе шарт.)
Вена, Хернарсер-Гюртелъ, 11, Ишек 10. 10 октябрь 1929 йыл