Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

                                               Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

Ахматзаки Валиди

Әхмәтзәки Вәлиди

     Әмир Юлдашбаевтың Әхмәтзәки Вәлидинең хаттарынан, сығыштарынан, башҡорт халҡына әйтелгән мөрәжәғәттәренән төҙөгән был «Күрәҙәлек итмә, тимәгеҙ» китабы ысынбарлыҡҡа илебеҙҙә булған һәм буласаҡ ваҡиғалар менән бәйле. Зәйнулла Рәсүлевтың кейәүе булараҡ бөйөк шәхесебеҙ Зәки Вәлидов иҫкәрткәндәренең бөтәһелә тормошҡа аша килә бит! Бәлки әүлиә Зәйнулла ишан илдә буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәҙәләп Зәки Вәлидовҡа әйткәндер, сөнки был ғалимыбыҙ: тормош юлымда Зәйнулла ишан тап булмаһа, мин бәлки ябай сәуҙәгәр булыр инем тигән бит. Һәм быны Әхмәтзәки Вәлиди ошо яҙғандары аша иҫкәртергә теләгәндер.
Мин ни эшләптер был 1998 йылда баҫмаға бирелгән китапты элегерәк уҡымай, хәҙерге көндә ентекләп шуны уҡығыс – шанҡып ултырам. Ысынында был китапса яҙылғанса: сәйәсәттә һәм халыҡ тормошо араһындағы барған хәлдәр дөрөҫлөккә тап килә бит! Тик халыҡ наҙанлығы арҡаһында быны аңларға теләмәй һәм донъяһын ҡайғырта.

     Ә өҫтә ултырыусылар, беҙҙең донъяны ҡаңғыртыусылар нимәгә алып килеп терәне илде? Байлыҡтарына сыҙамай үҙ мәнфәғәттәрен, нәфселәрен артырырға теләп алып барылған был һуғыштары барыбер бит Аллаһ Тәғәлә тарафынан еңелеүгә дусар итә бит. Тарихтан бер ниндәй ҙә фәтүә алмаған әҙәм аҡтыҡтарына нимә тип әйтәң инде? Әлеге мәлдә бит беҙҙә үткән быуаттың 1905-07 йылдарының ваҡиғалары ҡабатланып бара һәм 1917 йылдың болғанышына ла ара бик ҡыҫҡа. Шул уҡ бөгөнгө бөйөк Урыҫҫейә империализмының маҡсаты — башҡа милләттән тик үҙҙәрен ғына өҫтөн күреп, башҡаларҙы кәмһетеү, бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, уларҙың ерен баҫып алыу. Урыҫ мәҙәниәте бөгөнгө көндә беҙгә ниндәй әхләк килтерҙе һуң? Халыҡ аңра һәм деградацияға төшкән. Бына бит Әхмәтзәки Вәлидов Афғәнистанға буласаҡ һөжүм тураһында әйткән. Унан башҡа башҡа илдәргә алып барылған ҡаты сәйәсәте һәм булған һуғыштарҙы яҙып та тормайым, улары булды. Әхмәтзәки Вәлидов был империя Украинаныла баҫырға маташыр тигән. Һәр хәлдә урыҫтар сит милләттәрҙең ерен баҫып алырға әүҙем. Күп ваҡиғаларҙы күҙалап була был китаптан.
Шулай уҡ коммунизмдә лә, социализда лә, капитализмда ла бер нәмә аңламай бит был Урыҫҫейә империализмы тип әйтә бит. Әйе, СССР төҙөп маташтылар, тик социал-коммунизм принциптәренән аҙып был системаныла ҡолаттылар. Халыҡтар араһына шовинизм индереп бер-береһенә ҡаршы ҡоторталар тип яҙа. Төрки мосолмандарының һөйләшкән һәм аралашҡан уҡыу-яҙыу тәртибен бөтөрөп, кирилица индереп, был халыҡтың бөйөк мәҙәниәтен юҡ иттеләр, тарихын онотторҙылар. Динде лә үҙ файҙаланырына бороп, мосолмандарҙы көфөрлөккә төшөрҙөләр. Әйе бөгөнгө көндә лә бар партиялар ҙа үҙ нәфселәренә һатылған, халыҡты тик алдарға һәм таларға ҡоролған шул.
Был китапты уҡып бик күп фәтүә алырһығыҙ, иншаАллаһ. Тарих 120 йыл һайын ҡабатлана тиҙәр бит, әгәр халыҡ үтеп барған тарихтан фәтүә алмаһа, алдағы йылдарыбыҙҙа яңы сәйәсәткә ҡоролған ил төҙөй алмайбыҙ һәм ҡабаттан шул иблис юлына китәбеҙ.
                                                                  Төҙөүсенән   

     Һәр халыҡта уның рухын, мәҙәниәтен, тарихын тәрән, тулы һәм баҙыҡ кәүҙәләндергән шәхестәр була. Ғәҙәттә уларҙың яҙмышы фа­жиғәле. Бынан ситтә ҡалғандар бик һирәк. Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышы ла ошо тәҡдирҙе һынай, һәр саҡ көрәш уртаһында булырға ынтылған ғалимдың ғүмер юлы XX быуаттың мәрхәмәтһеҙ ваҡиғалары тарафынан бер нисә өлөшкә бүлгеләнгән:

  • Рәсәй ҡул аҫтындағы төрки халыҡтарҙың ысын дәүләтселеге өсөн аҡтар яғында — ҡыҙыл, ҡыҙылдар яғында аҡ шовинистарға ҡаршы көрәшкәндән һуң мәжбүри эмиграция;
  • Төркиәлә фән әлкәһендә үҙ урыны һәм үҙ һүҙе өсөн көрәштән һәм төрки халыҡтары тарихының боронғо дәүерҙәре хаҡындағы дөрөҫ булмаған рәсми ҡараш менән идея ҡаршылығына осрағандан һуң мәжбүри рәүештә Европаға китеү зарураты;
  • ғалимдың фәндәге үҙ урыны өсөн Европалағы көрәш юлы Вена университетының студент эскәмйәһенән башланып, Бонн һәм Геттинген университеттары профессоры вазифаһына ирешеп та­мамланған;
  • яңынан Истанбулда төрки халыҡтарының берлеге, ысын фәнни тюркология өсөн көрәш, йәнә ялған булып сыҡҡан рәсми ҡараш менән бәрелеш һәм иркенән мәхрүм ителеү, эшһеҙлек ғазап­тары;
  • бөтөн был ваҡиғалар дауамында Совет Рәсәйенән һөйөклө ҡатыны Нәфисәне саҡырып алырға тырышыуҙары һәм бының мәңгегә айырылышыу менән тамамланыуы. Илле йәшендә тоғро тормош иптәшен табып, яңынан бәхетле ғаилә тороуы.

     Әхмәтзәки Вәлидиҙең бөтөн ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге­нең, шәхси яҙмышының мажаралары хеҙмәттәрендә бәйән ителгән, бигерәк тә хаттарында һәм мөрәжәғәттәрендә асыҡ сағылыш тапҡан. Уларҙың бер ни тиклемен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ. Теләгебеҙ — уҡыусыларҙа ғалимдың хеҙмәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, сөнки улар Истанбулдағы Босфор боғаҙы аша һалынған мөһәбәт күнерҙәр йәки йәшен йәшнәп, кук күкрәп үткән ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғор кеүек, төрки халыҡтарҙың сал тари­хын бөгөнгөһө, Башҡортостан менән Татарстанды Төркөстан һәм Төркиә менән бәйләй.

     Әҫәрҙәрҙә иҫкә алынған ваҡиғалар, шәхестәр һәм баҫма әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәтте укыусы түбәндәге китаптарҙа таба ала: Заки Валиди Тоған. Воспоминаиия. Ч. 1. (Ғ. Шафиҡов менән Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1994; Әхмәтзәки Вәлиди Туган. Хәтирәләр. (Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Өфө, 1996: Заки Валиди То­ған. Воспоминаиия. Ч. 2. (Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1998; За­ки Валиди Тоған. Воспоминаиия. (В. Б. Феонова тәржемәһе). Москва, 1997; Материалы к библиоғрафии Ахмет-Заки Валиди Тогана. (Төҙөүсеһе Р. М. Булгаков). Уфа, 1996; Тунджер Байкара. Заки Ва­лиди Тоған. (Р. Булгаков һәм Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1998.

Заки Валиди

Зәки Вәлиди

                                                                                                                               Ә. ЮЛДАШБАЕВ

            От составителя    

У каждого народа есть личности, наиболее полно, глубоко, ярко выражающие суть его духа, культуры, истории. Как правило, это люди трагической судьбы. Исключения весьма редки. Заки Валиди подтверждает эту трагическую закономерность тем, что его судьба была разломана на несколько кусков жестокими событиями XX века, в эпицентре которых ученый всегда стремился находиться:

  • борьба за подлинно автономную государственность тюркских народов России как против белых, так и против красных шовинистов и вынужденная эмиграция;
  • борьба за свое место и за свое слово в науке в Турции, идейное столкновение с официальной точкой зрения (оказавшейся ложной) о древнейших периодах истории тюрков и вынужденный отъезд в Европу;
  • борьба за свое место в науке в Европе, начавшаяся со студенческой скамьи в Венском университете и окончившаяся профессорством в Боннском и Геттингенском университетах;
  • вновь борьба за тюркское единство и тюркскую науку в Стамбуле, столкновение с официальной точкой зрения (вновь оказавшейся ложной) со всеми драматическими подробностями (лишением свободы и работы);
  • на фоне всего вышеизложеного борьба за вызволение из России любимой жены Нафисы, окончившаяся вечной разлукой. Обретение верной спутницы жизни в 50 лет, создание новой счастливой семьи.

     Вся драма его научной и политической деятельности и личной жизни нашла отражение и в его трудах, но наиболее выпукло — в его различных письмах и обращениях, часть которых мы и предлагаем вниманию читателя. Наше желание — вызвать у читателя ин­терес к трудам ученого, которые, подобно величественным мостам через Босфор в Стамбуле или радуге после грозового дождя, связывают между собой древнюю историю тюрков с современностью, Башкортостан и Татарстан с Туркестаном и Турцией.

     Автобиография ученого, которой открывается книга, написана на английском языке самим ученым, переведена на русский Р. Булгаковым. Обращение Башкирского правительства к народу дается в том виде, в каком этот документ сохранился в архивах, с незначительными правками. Письмо Представителю СССР в Берлине (Крестинскому), записка Сталину, письмо Фрунзе и доклад на конференции социалистов в Берлине были написаны Валидовым на русском языке, и они публикуются с незначительными редакционными правками. Остальные письма и обращения переведены с турецкого на русский язык составителем. Сведения об упоминаемых в документах событиях, лицах и публикациях читатель найдет в следующих источниках: А. 3. Валиди Тоган. Воспоминания. Ч. 1. (В переводе Г. Шафикова и А. Юлдашбаева.) Уфа, 1994; Его же. Воспомина­ния. Ч. 2. (В переводе А Юлдашбаева.) Уфа. 1998; Его же. Воспоми­нания. (В переводе В. Феоновой.) Москва, 1997; Материалы к биб­лиография Ахмет-Заки Валиди Тогана. (Составитель Р. Булгаков.) Уфа, 1996; Тунджер Байкара. Заки Валиди Тоган. (В переводе Р. Булгакова, А. Юлдашбаева.) Уфа, 1998.

 

                       ...хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән,

                         террорға ҡоролған хакимлык

                         милләте­беҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен.

                         Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәб­бәтебеҙ

                         беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр.

                                                                                                                                    Ә.Вәлидов

                                       ПРОФЕССОР ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ
                                         ТУҒАНДЫҢ АВТОБИОГРАФИЯҺЫ

     Мин 1890 йылдың 10 декабрендә Рәсәй ерендә, Көньяҡ Уралда урынлашҡан Башҡортостандың Көҙән ауылында тыуғанмын. Минең атайым ауыл мөғәллиме һәм мулла булып, сығышы менән Суҡлыҡай ырыуынан ине. Башланғыс белемде ата­йымдың мәҙрәсәһендә алдым. Ул үҙе ғәрәп һәм фар­сы телдәрен белде. Урта белемде — Үтәк ауылындағы дини мосолман мәҙрәсәһендә, ә юғары белемде Ҡазандағы мөғәллимдәр әҙерләүсе юғары дини мәҙрәсә — «Касимиә»лә алдым. Бының бөтәһе лә Рәсәйҙә булған хәл. Унан һуң мине «Касимиә» мәҙрәсәһендә төрөк тарихы, төрөк һәм ғәрәп әҙәбиәттәре тарихы буйынса мөғәллим итеп тәғәйенләнеләр. Уҡытыу эше менән бергә мин 1910 —1913 йылдарҙа рус булмаған балалар өсөн асылған мәктәптәрҙә рус теле уҡытыусыһы булыу хоҡуғы алыу өсөн имтихандар тапшырҙым һәм Казан университетының тел, әҙәбиәт факультетында про­фессорҙар Н, Катанов һәм В. Богородицкийҙың рус һәм шәреҡ телдәр буйынса лекцияларын тыңланым. Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса белемемде өйҙә атайым етәкселегендә камиллаштырҙым, ә Ҡазанда иһә немец һәм француз телдәрен өйрәнә башланым. Тел һәм әҙәбиәт буйынса белемемде үҫтереүҙе һуңынан Венала дауам иттем.

     Төрөк тарихы буйынса беренсе ҙур күләмле әҫәремде 1912 йылда Казанда «Касимиә» мәҙрәсәһендә тарих уҡытҡан ваҡытта нәшер иттем. Ул әҫәр Рәсәйҙә Катанов менән Бартольд, Төркиәлә Йософ Аҡсура, Венгрияла Г. Вамбери тарафынан ыңғай баһаланды, шул арҡала мине Казан универси­теты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенә ағза итеп һайланылар. Ул йәмғиәт мине 1913 йылда Төркөстандың Фирғәнә өлкәһенә архео­график тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ебәрҙе, ә 1914 йылда Санкт-Петербургтағы Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы менән Рәсәйҙең Урта һәм Көнсығыш Азияны өйрәнеү йәмғиәте шул уҡ маҡсат менән мине Бохара ханлығына ебәрҙе. Был сәйәхәттәр бик уңышлы бу­лып, отчеттарым Петербургта Рәсәй Императоры ар­хеология йәмғиәте, Казан һәм Ташкент археология йәмғиәттәре журналдарында баҫылып сыҡты, һөҙөмтәлә мин Рәсәйҙең төрлө фәнни йәмғиәттәренә ағза итеп һайландым. Был йылдарҙа мин Волга буйы менән Урта Азия төрки һәм мосолман халыҡтарының тарихы, этнографияһы һәм мәҙәниәте хаҡында бай­таҡ әҫәрҙәр нәшер итгем.

     1915 йылда мин Өфөләге «Ғосманиә» мәҙрәсәһенә тарих мөғәллиме итеп тәғәйенләндем. 1916 йылда Өфө губернаһы мосолмандары мине Рәсәй Думаһына үҙҙәренең вәкиле итеп һайланылар, һәм мин Петербургка киттем. 1917 йылда Рәсәйҙә инҡилаб башлан­ды һәм мин ойоштороусыларҙың береһе сифатында мосолмандарҙың төрлө ҡоролтайҙарында ҡатнаш­тым. Башҡорт халҡының Ырымбурҙа булған ҡорол­тайы миңә Башҡорт өлкә шураһы етәксеһе вазифаһын йөкмәтте һәм башҡорт ғәскәрен төҙөргә ҡушты. Ташкентта уҙған Үҙәк Төркөстан ҡоролтайы мине Төркөстан Милли шураһының сәркәтибе итеп һайланы һәм шунда сыҡҡан «Кәңәш» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләне. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы булды, мин унда Төркөстан Милли шураһы вәкиле сифатын­да ҡатнаштым. Был съезд мине Рәсәй мосолмандары­ның Мәркәз шураһы ағзаһы итеп һайланы.

     1917 йылдан алып 1919 йылға тиклем мин Башҡорт милли хөкүмәтенең рәйесе һәм хәрби министры ва­зифаларын башҡарҙым. Бер үк ваҡытта үҙебеҙ төҙөгән ғәскәрҙең баш командующийы булдым. Со­веттарға ҡаршы көрәшебеҙ өс йыл дауам итге. Колчактың аҡ ғәскәре еңелгәндән һуң беҙ Советтар менән солох төҙөнөк һәм автономиябыҙҙы һаҡлау шарты менән 15 ай дауамында большевиктар менән хеҙмәттәшлек итергә тырыштыҡ. Был хеҙмәттәшлек миңә большевиктарҙың Ленин, Сталин, Троцкий кеүек етәкселәре менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе. Күп тә үтмәҫтән улар беҙҙең өҫтөбөҙҙән тулы хакимлыҡҡа өлгәшеү өсөн аҫтыр­тын мәкер ҡора башланы. Һуңыраҡ улар Чехословакия һәм Финляндияға ҡарата ла шундай уҡ сәйәсәт ҡулландылар. Ахыр сиктә, мин йәшерен рәүештә Бохараға киттем, һәм беҙ Төркөстан тауҙарында большевиктарға ҡаршы ҡораллы көрәш башланыҡ. Был осорҙа минең төп бурысым ҡораллы күтәрелештең башында торған Төркөстан милли берлеге менән етәкселек итеү ине. Был хәрәкәггә Әнүәр паша ла ҡатнашты. Польша фронтында солох төҙөгәндән һуң, рустар ғәскәрҙәрен көнсығышҡа, беҙгә ҡаршы, таш­ларға мөмкинселек алды. Был иһә 1923 йылда беҙҙең тамам еңелеүебеҙгә килтерҙе. Ғәскәребеҙҙең бер өлөшө һәм көрәштәштәребеҙҙең бер төркөмө менән мин Иранға сыҡтым, унан Афғанстанға килдем. Афғанстан хөкүмәте мосафиры сифатында бер ни тиклем ваҡыт Кабулда булғандан һуң, һиндостанға, артабан Мысырға йүнәлдем. 1924 йылда Төркөстандың сит ил вәкәләтен булдырыу маҡсатында Парижда һәм Берлинда булдым, беҙ бер нисә тапҡыр Милләттәр лигаһына ла ғаризалар менән мөрәжәғәт иттек. 1925 йылда Төркиә хөкүмәте мине Анкараға Мәғариф министрлығына кәңәшселәр комиссияһына саҡырҙы. Бында мин Төркиә гражданлығы алдым, ә 1927 йылда Истанбул университетының ғөмүми төрөк тарихы профессоры итеп тәғәйенләндем. Был йылдарҙа мин тарих һәм уға яҡын фәндәр буйынса бер нисә әҫәр нәшер иттем. 1932 йылда Анкарала та­рих конгресында Ғази Мостафа Кемаль рухлан­дырған һәм яҡлаған тарихи доктринаны тәнҡитләп сыҡтым. Был доктринаны ҡабул итә алмауым сәбәпле, эшемдән дә бушатыуҙарын һорап, илдән сығып киттем. Венала тарих, фәлсәфә, иҡтисадиәт һәм ориенталистика фәндәрен өйрәндем һәм Вена университетында фәлсәфә докторы дәрәжәһе ҡаҙан­дым. Минең диссертациям һуңыраҡ нәшер ителгән «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы» исемле китабымдың мөһим өлөшөн тәшкил итте. Бонн университетының саҡырыуы буйынса 1935 —1937 йылдарҙа почетлы профессор сифатында исламды өйрәнеү фәндәрен уҡыттым. 1938 — 1939 йылдарҙа шул уҡ вазифала Гёттинген университетында лекциялар уҡыным. Был йылдарҙа Германия, Франция, Англияның төрлө ғил­ми йәмғиәттәре журналдарында бер ни тиклем мәҡәләдәр нәшер иттем. Был дәүерҙә яҙылған ҙур күләмле хеҙмәттәрҙең береһе — «Бируниҙың донъя­ны күҙ алдына килтереше». Ул «һиндостан археоло­гия күҙәтеүенең ғилми яҙмалары»ның айырым томы сифатында донъя күрҙе.

     Һуғыш башланыу менән 1939 йылдың сентяб­рендә мин Истанбул университетында ғөмүми төрөк тарихы профессоры вазифаһына кире ҡайтыу өсөн Германиянан киттем. Шул ук ваҡытта Советтар Сою­зы миңә ҡаршы йүнәлтелгән мәкерле эштәрен дауам итте һәм сәйәси эшмәкәрлегем өсөн фән өлкәһендә эшләү мөмкинселегенән мәхрүм итеүгә өлгәште. 1944 йылда Истанбулда һәм Анкарала талибтарҙьщ коммунистарға ҡаршы йүнәлтелгән демонстрацияла­ры булды. Коммунистарға яраҡлашҡан айырым да­ирәләр, ошо ваҡиғаларҙы һылтау итеп, профес­сорҙар, яҙыусылар һәм башҡа зыялыларҙан торған ҙур бер төркөм кешеләрҙе ҡулға алды. Хөкөмгә тарт­тырылдыҡ, әммә тулыһынса аҡландыҡ. Мин үҙем­дең ғилми эштәремде яңынан башланым. 1939 йыл­дан һуң тарих буйынса бер нисә хеҙмәт нәшер иттем. Шуларҙың иң мөһимдәре булып ҙур күләмле китап­тарым — «Ғөмүми төрөк тарихына кереш» (1946 йыл) һәм «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы» (1947 йыл) тора.

Хеҙмәттәремдең немец телендә яҙылған тулы исемлеген бергә һалам.

Мин төрөк һәм төрлө төрки телдәрен, Урта Азия диалекттарын, фарсы, ғәрәп, рус һәм немец телдәрен яҡшы беләм, инглиз һәм француз телдәрендә уҡый алам. Өйләнгәнмен, ике балам бар.

                                                                                                              Истанбул, 1948 йыл, 16 май.

                               БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ХАЛЫҠҠА МӨРӘЖӘҒӘТЕ*

     Тыуған ил, һөйөклө туған халҡым!

     Халыҡҡа мауыҡтырғыс һәм матур вәғәҙәләр биреп, алдыҡ менән эш иткән бер төркөм кешеләр — большевиктар тип аталған Рәсәй партияһы килтергән ҡаза­ларҙан ҡотолоу юлына баҫып, һеҙ һайлаған Башҡорт хөкүмәтен мәмләкәтебеҙҙең төньяҡ өлөшөндә ҡайта­нан тергеҙеп, беҙ, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына, һеҙҙең тәүәккәллегегеҙгә, көсөгөҙ һәм ҡаһарманлығығыҙға өмөт итеп, эшкә тотондоҡ.

     Һеҙ (йәки башҡорт халҡы) һеҙҙең менән күрше йәшәгән һәм һеҙҙең кеүек үк үҙ ерҙәре, мөлкәте булған ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар, үзбәк төркиҙәре менән бергә үҙегеҙҙең автономияғыҙҙы иғлан иттегеҙ.

     Большевиктар партияһы, Төркөстан, Ҡаҙағстан, Кавказ, Ҡырым, Украина, Себер һәм казак халыҡтары автономияһын ҡыйратып, шуның менән бергә һеҙ иғлан иткән автономияны ла бөтөрҙө. «Рәсәйҙең йәберләнгән милләттәре, мосолмандар, автономияны үҙегеҙ теләгәнсә алығыҙ: бергә берләшеп, ярлы-ябағаны яҡлайыҡ», — тигән мауыҡтырғыс һәм ялған мөрәжәғәттәр һәм алдыҡ декреттар менән сығыш яһап, улар шул иҙелгән милләттәрҙе, шул мосолмандарҙы, шул фәҡир-фокраны (ярлы халыҡты) нисек кенә мыҫҡылламаны һәм түбәнһетмәне. Беҙҙе, йәки Башҡорт хөкүмәтен, төрлө кәмһетеүҙәргә дусар итеп, ҡулға алып ултыртып ҡуйҙы һәм беҙ төҙөгән учрежде­ниеларҙы ҡыуып таратты. Төрлө кантондарҙа башҡорт халҡы мәнфәғәттәрен һәм кантондарҙа законлылыҡты һәм тәртипте нығытыу өсөн ебәрелгән беҙҙең ғәскәрҙәр алдыҡ юл менән таратып ебәрелде, юҡ ител­де. Ғәскәребеҙҙең етәкселәрен, туғандарыбыҙ Абдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазовты һәм улар менән бергә тағы ун алты кешене үҙҙәренең ҡорбандары итте һәм тотоп атты. Башҡортҡа хас булған ҡыйыулыҡ, ғәйрәт, энергия, намыҫлылыҡ, ихласлылыҡ кәүҙәләнеше булған ҡәҙерле, беҙ яратҡан юрист Абдулла Иҙелбаевты вәхшиҙәрсә үлтереп, һуңғы тын алышына тиклем: «һеҙ кеше иҙеүселәр, Башҡортостан автономияһын бөтөрә алмаясаҡһығыҙ, беҙ үлербеҙ, әммә халыҡты үлтерергә һеҙҙең хәлегеҙҙән килмәйәсәк», — тигән өсөн генә лә уның мәйетенән көлдөләр, мәсхәрәләнеләр, һәм ошонда уҡ — иңрәп, һыҡтап торған халыҡ алдында: «Бына һеҙгә автономия», — тип ҡысҡырындылар. Февраль айында уҡ булған был ваҡиғалар большевиктарҙың кем икәнен асыҡ күрһәтте.

     Беҙ, йәғни һеҙ һайлаған хөкүмәт, үҙ фәҡирҙәре­беҙҙе байытыу һәм ас халҡыбыҙҙы туйындырыу маҡса­тында эшкә тотоноп, өйәҙҙәрҙә 70 мең ботҡа яҡын иген йыйырға иткәйнек. Ул аслыҡ кисергән һәм орлоҡтары булмаған кешеләргә таратып биреү өсөн тәғәйенләнгәйне. Ул игенде большевиктар талап алды һәм ҡайҙалыр рус губерналарына оҙатты. Беҙ иле­беҙҙәге алтынды һәм металл сөнәғәтен үҙ ҡулыбыҙға алырға иткәйнек. Беҙҙең ҡулға килеп ингән 8 бот саф алтынды һәм ун ете бот көмөштө Баймаҡта беҙҙән тар­тып алдылар. Шуның менән бергә, большевиктарҙың ер аҫты байлыҡтары (металдар) тураһындағы декреты менән башҡорт халҡының алтынға һәм металдарға булған хоҡуғы юҡҡа сығарылды. Каруанһарайҙа һәм Баймаҡта биш йөҙ меңгә яҡын башҡорт аҡсаһы талап алынды һәм әләф-тәләф ителде. Ҡоролтай ҡарары буйынса башҡорт урмандарында ҡырҡып һәм йыйып алынған бөтә байлыҡты (материалдарҙы) үҙ ҡулыбыҙға алып, халыҡ файҙаһына ике миллион һумға яҡын ки­лем тапҡан саҡта, большевиктар беҙҙе, Башҡорт хөкүмәтен, таратып ебәрҙе һәм урман декреты менән башҡорт халҡы ҡулынан бөтә урман байлығын тартып алды. Ә артабан, Бөтә Рәсәй күләмендә ерҙе социалләштереү законы сығарып, башҡорт һәм татарҙарҙың ер милкенә булған хоҡуғын бөтөрҙө һәм уны Рәсәйҙең дөйөм милкенә әйләндерҙе. Башҡорто­стандың иркен ерҙәренә фәҡәт мосолмандарҙы ғына күсереү тураһындағы Ҡоролтай ҡарарын юҡҡа сығарып, Башҡортостан сиктәренә эске губерналарҙан рустарҙы күсереп килтерә башланылар. Бер яҡтан, «Башҡорт-Татар Республикаһы»н тормошҡа ашырыр- лыҡ булмаһа ла, халыҡ уны үҙе иғлан итергә тырышты, тип алданылар. Икенсе яҡтан, автономия яҡлыларҙың бөтәһе хаҡында ла волость аппараттары аша мәғлүмәттәр йыйып, барыһын да тоттолар, ҡулға алды­лар һәм, төрлө яза биреп, юҡ иттеләр. Автономия ту­раһында һөйләгәндәрҙе ошолай ҡурҡытып, автономия талап иткән территорияларға аҙыҡ-түлек тә, тауар ҙа бирмәйбеҙ, тип янап, халыҡтың дин һәм выжданынан көлдөләр. Ғилемгә эйә булған барлыҡ яҡшы кешеләр, илде ташлап, ҡайҙа етте — шунда киттеләр. Большевиктар башҡорт халҡы хоҡуҡтарын бына шулай мыҫҡылланы, шул уҡ нәмәне башҡа автономиялы илдәрҙә (өлкәләрҙә) лә үткәрҙеләр. Мәҫәлән, Төркөстандың мосолман хөкүмәтен тар-мар иттеләр, уның ҡайһы бер ағзаларын ҡулға алдылар, икен- селәрен аттылар, автономия яҡлыларҙы ултыртып ҡуйҙылар, уларҙың да күбеһен үлтерҙеләр. Күп төйәкте, кәрәсин һибеп, тулыһынса яндырҙылар, меңәрләгән кешене һәләк иттеләр, мөңөрләгәнде һалҡын Себергә олаҡтырҙылар, уларҙы ла унда үлем көтөп алды: большевиктар ҡулланмаған бер әшәкелек тә ҡалманы, Быуаттар буйына үҙенең архитектураһы — һомғол мәсеттәре, бөйөк мәҙрәсәләре менән дан тотҡан Коканд — 150 мең мосолман йәшәгән, йөҙәрләгән мәсете, мәҙрәсәһе, руханиҙары, миллион­дарса байлығы булған ҡала кәрәсин һибеп яндырылды, Маргелан, Кува кеүек урындарҙа ла үҙҙәренең һаҡал­дарын ҡырып, муйындарына тәре элгән кешеләр генә ҡотолоп ҡалды...

     Большевиктар тарафынан Ҡырым мөфтөйө Челяби Жиһан әфәнде үлтерелде, ә мәйете, тураҡланып, диңгеҙгә ташланды. Большевиктар башта һалдаттарға, солох төҙөйбөҙ һәм уларҙы һуғыштан ҡотҡарабыҙ, тип иғлан итеп, һалдаттарҙың ҡулынан барлыҡ ҡоралдарҙы тартып алды, ҡорал заводтарын үҙҙәренә алдылар, ә һуңынан, үтәлмәҫ вәғәҙәләр биреп, төрлөсә алдатып, ха­лыҡты таланылар. Илде фәҡирлеккә сумырҙылар. Фаб­рика һәм заводтар халыҡҡа кәрәк булған ситса, сәй, шәкәр етештереү урынына, бөтә эшселәрҙе ҡорал менән тәьмин итеп, халыҡты таларға сығарып ебәрҙеләр. Ә ин­де большевиктарға әүерелгән эшселәрҙең бер өлөшө еңел кәсепкә тотонғас, фабрика һәм заводтар ябылды, халыҡ кейенер өсөн кейем һәм эске кейем, үлгәндәрҙе ерләү өсөн кәфенлек, ашар-эсер өсөн шәкәр, сәй, йылы­ныр өсөн утын, яҡтыртыу өсөн кәрәсин алыуҙан туҡта­ны. Был яуыз большевиктарҙың, ҡыҙыл гвардияның, ҡыҙыл армияның иҙеүе һәм йәберләүе бөгөн бөтә сиктәрҙән ашып китте, илдең быға түҙерлек хәле ҡалма­ны. Большевиктарҙың татлы һүҙҙәре һәм алдашыуҙары арҡаһында үҙ ҡоралдарын тапшырған һәм илдәренә әйләнеп ҡайтҡан һалдаттарҙы бында тағы талай башла­нылар, Үҙаллылыҡҡа ынтылған финдар, украиндар, ҡырымлылар, белорустар, литвалылар һәм башҡалар ярҙамға немецтарҙы саҡырҙы, Кавказдағы мосолмандар төрөктәргә мөрәжәғәт итте һәм, уларҙың булышлығында үҙ ерҙәренән бөтә большевиктарҙы ҡыуып сығарып, Рәсәйҙән тамам айырылды.

     Бөгөнгө көндә чехословактар һәм башҡа сит ил ғәскәрҙәре Япония һәм башҡа сит ил дәүләттәр ярҙамында большевиктарҙы Себерҙән ҡыуҙы һәм Вла- дивостоктан алып Златоустка тиклем араны тулыһын­са таҙартты, Шулай итеп, хәрби төҙөлөштө лә, тәртипте лә белмәгән, хәрби әҙерлеге булмаған, күнекмәгән, ә тик таларға һәм үлтерергә генә өйрәтелгән ҡыҙыларме­ецтәр һәм ҡыҙыл гвардиясылар Себерҙә, ҡояш нурҙары аҫтында юҡҡа сыҡҡан ысыҡ кеүек, тамам юғалды. Большевиктар хәҙер Ҡазан, Өфө, Сембер, Ырымбур, Төркөстан, Ҡаҙағстан кеүек мосолман ерҙәрендә тороп ҡалды, улар бында еңелгәндән һуң йыйылды.

     Мәскәү тирәләй улар юҡ ителеп килә. Беҙҙең ҡылыстарға һәм казак пуляларына, шулай ук автоно­мияға ынтылыусы башҡа милләттәр асыуына ҡаршы торорға хәле ҡалмаған большевиктар, ҡорой башлаған күлдән ҡасыусы балыҡтар кеүек, ҡойроҡтарын тешләп, соҡорҙан соҡорға йүгергеләй. Мосолмандар һәм башҡорттар ҙа — ҡурҡаҡтар, шуға беҙгә теймәҫтәр һәм ҡаршы бармаҫтар, тип уйлап, удар хәҙер Өфө, Казан, Ырымбур кеүек мосолмандар йәшәгән урын­дарҙа эркелешеп йөрөп, уларҙың ярҙамына таяна, Урал тауҙарына һыйына башланы. Улар, Уралдың урманда­рында һәм бейек тауҙарында башҡорттар араһында оҙағыраҡ йәшенеп йәшәрбеҙ, кеше талауҙарын дауам иттерә алырбыҙ, тип ышана. Бында йәшәп, улар башҡа халыҡтар менән һуғышыуҙарын дауам итеүҙе һәм, шу­лай итеп, беҙҙең илде ҡанға батырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

     Беҙ, йәғни Башҡорт хөкүмәте ағзалары, бына шун­дай саҡта Силәбегә килдек. Ике ай самаһы ваҡытты беҙ Ырымбур төрмәһендә үткәрҙек. Сығарып атыуҙарын, аҫыуҙарын көтөп, доғаларыбыҙҙы уҡып ултырғанда, Ырымбурға казак ғәскәрҙәре һәм үҙебеҙҙең башҡорт­тар килеп етте, улар, ҡалаға һыйынған бөтә ҡыҙыл гвардиясыларҙы ла тар-мар итеп, беҙҙе төрмәнән ҡотҡарҙы. Ошо көндән алып Силәбегә килгәнгә тиклем беҙ ауылдар буйлап гиҙҙек, беҙҙе эҙәрләгән ҡыҙыл гвардиясыларҙан йәшендек, көтөүсе, күсер йә иһә бат­рак ҡиәфәтенә инеп, көндәребеҙҙе урмандарҙа, тау-таш араһында уҙғарҙыҡ. Ниһәйәт, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән һәм халҡыбыҙҙың сер һаҡлай белеүе һәм ҡыйыулығы арҡаһында беҙ бында килә алдыҡ. Ҡөрьән үбеп, беҙ башҡорт халҡы вәкилдәре алдында, халҡыбыҙ тапшырған эште үтәрбеҙ, аҙағына тиклем алып барып еткерербеҙ, ҡаныбыҙҙы ла, йәйебеҙҙе лә ҡыҙғанмаҫбыҙ, тип ант иттек. Беҙҙең бурыс — ошо ан­тыбыҙҙы үтәү.

     11 ноябрҙә сығарылған 1-се номерлы приказы­быҙҙа: «Беҙ автономияны большевиктарҙан бүләк итеп алмайбыҙ, шуға күрә үҙ илебеҙҙә әҙәпһеҙлектәргә түҙеп тора алмаясаҡбыҙ», — тип асыҡтан-асыҡ бел­дерҙек.

     27 ғинуарҙа большевиктарға: «Башҡорттарға ҡара­та үҙ программағыҙҙы, үҙ власығыҙҙы һеҙ башҡорт халҡын ашатлап ҡына үткәрә аласаҡһығыҙ», — тип яҙҙыҡ, һәм бөгөн үҙебеҙҙең хаҡлы булғаныбыҙға инан­дыҡ. Силәбегә килгәндә үк илебеҙҙең большевиктарға ҡаршы ҡоралланыуын, уларға ҡаршы халыҡтың үҙенең күтәрелә башлауын күрҙек. Беҙ шуға ышана­быҙ: халҡыбыҙ Башҡортостан еренән уны быуған, уны тапаған дошманын ҡыуыр, үҙенең тарихи ҡаһарман­лығын, ҡыйыулығын күрһәтер, үҙ тарихын тиккә генә данламағанын иҫбатлар.

     Турғайға йәнәш урындарҙа ҡырҡ меңлек ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар унда урынлашып алған большевиктарҙы ҡыуа. Шундай ук эштәрҙе беҙ Төркөстандала күрәбеҙ.

     Дин тотоусылар, ҡурҡыу белмәҫ туғандар, ҡәрҙәштәр, ерәнес большевиктарҙы бөтөн донъяла ҡыҫырыклаған, бер яҡтан немецтар, төрөктәр, икенсе яҡтан япондар, ҡытайҙар, чехтар, словактар ҡый­ратҡан, уларҙы рус халҡының интеллигентлы һәм мәғрифәтле өлөштәре лә, уның казактар кеүек айырым төркөмдәре боғаҙынан алған, аҙым һайын стенаға ҡыҫҡан бер ваҡытта һеҙ ҙә үҙ көсөгөҙҙө, ғәйрәтегеҙҙе иҫбатлағыҙ. Үҙ Башҡортостаныбыҙҙа, үҙ Уралыбыҙҙа уларға ирек ҡуйһаҡ, беҙ үҙебеҙҙе бөтә донъя алдында хурлыҡҡа ҡалдырасаҡбыҙ: беҙ ул саҡта, бөтә хоҡуҡта­рыбыҙҙы юғалтып, иң бәхетһеҙ халыҡҡа әүереләсәкбеҙ.

     Һеҙгә шул мәғлүм булһын: башҡорт биләмәләренән кем большевиктарҙы һөрөп сығара, ерҙәребеҙ, бай­лыҡтарыбыҙ шуныҡы буласаҡ. Әгәр ҙә беҙ, башҡорт­тар һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа мосолмандар, ҡурҡһаҡ һәм уларҙы Уралдан ҡыуын сығармаһаҡ, ул саҡта ергә һәм автономия алыуға бөтә хоҡуҡтары­быҙҙан мәхрүм ҡаласаҡбыҙ.

     Дошмандың көсһөҙ булыуына иҫәп тоторға ярамай. Беҙ большевиктар менән һуғыптыр һәм уларҙы иле­беҙҙән ҡыуып ебәреү өсөн ҡоралға тотонабыҙ. Дош­мандың да ҡоралы бар. Ләкин дошман ғәскәрҙәрендә тәртип юҡ. Әгәр беҙ ҡоралға ғына ышанып, тәртипкә әһәмиәт бирмәһәк, буйһонмаһаҡ, насар буласаҡ. Беҙҙә буйһоноу (етәкселеккә) булырға тейеш — ул дошманда юҡ, дошманда тәртип етешмәй. Шуның өсөн, илдә мо­билизация иғлан итеп, беҙ даими башҡорт полктары ойошторабыҙ, ә уларҙан яҡшы ҡоралланған, яҡшы кейендерелгән һәм ҡаты тәртипкә буйһондоролған ғәскәрҙәр төҙөйәсәкбеҙ. Бынан тыш, дошмандың һәр урында ла шымсылары күп. Улар, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу һәм таланған халыҡтың нәфрәтенән ҡотолоу өсөн, халыҡ араһына, ғәскәргә үтеп инә, өгөт-нәсихәт менән була, шик-шөбһә тыуҙыра, «башҡорттар байҙарҙы (буржуйҙарҙы) яҡлай, уларҙы һуғышҡа, герман фронтына ебәреү өсөн кейендерәләр, ҡоралландыралар», тип ҡурҡыталар. Улар рухты һындырырға, беҙҙең ғәскәрҙәге буйһоноуҙы, тәртипте юҡҡа сығарырға тырыша. Уларҙың алдығына ышанмағыҙ. Улар — һеҙҙең араға ингән һәм һеҙҙең арала йөрөгән шайтандар, иблистәр. Һеҙ уларҙы ҡайҙа күрһәгеҙ, шунда тотоп атығыҙ, үлте­регеҙ, юҡ итегеҙ.

     Беҙ үҙ ерҙәребеҙҙе, үҙ илебеҙҙе, үҙ динебеҙҙе, үҙебеҙҙең автономияны яҡлау өсөн ҡоралланабыҙ. Кавказ, Себер, Ҡырым халыҡтары үҙҙәрендә больше­виктарҙы бөтөрҙө, тар-мар итте, ҡыуып ебәрҙе. Хәҙер инде беҙ, башҡорттар, шулай ук Башҡортостанда йәшәүсе башҡа мосолмандар, берләшеп һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар, Төркөстан мосолмандары һәм казак ғәскәрҙәре менән берҙә эш итеп, уларҙы илебеҙҙән ҡыуасаҡбыҙ. Бына ул беҙҙең маҡсат.

     Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ир уҙамандары, мосолман егеттәр, дошмандарҙы, шымсыларҙы үҙегеҙгә яҡын ебәрмәгеҙ.

     Һеҙҙең хөкүмәтегеҙ, беҙ, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе йәлләмәйенсә, һеҙгә хеҙмәт итергә ант бирҙек, һәм беҙ һеҙҙе һатмаясаҡбыҙ: германдар менән беҙ һуғышмаясаҡбыҙ. Бөтә Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Төркөстан мо­солмандары менән бергәләп, илебеҙгә килеп ултырған бурҙарҙы, ялғансыларҙы ҡыуабыҙ, бының менән беҙ үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа икәнлекте күрһәтәбеҙ һәм үҙ ди­небеҙгә, уҙ милләтебеҙгә тоғро икәнебеҙҙе иҫбатлай­быҙ.

Күтәрел, бапгкорт, ҡалҡ, мосолман.

     Камил хәрби төҙөклөгө, тәртибе булған ғәскәрҙәр сафына баҫ һәм үҙ хоҡуҡтарыңды ҡулыңа ал. Үҙеңдең ҡаһарманлығыңды күрһәт, батырлығыңды, тәүәк­кәллегеңде иҫбатла, өҫтәңә баҫҡан аяҡтарҙы ситкә эт!

                                          Башҡорт хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Хәрби һәм эске эштәр бүлеге мөдире          Әхмәтзәки Вәлидов. Силәбе, 1918 йыл, 1 июнь.

               РӘСӘЙ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ ҮҘӘК КОМИТЕТЫНА ХАТ

                                                                                1920 йыл, 12 сентябрь

     РКП(б) Үҙәк Комитеты башлаған сәйәсәттән аңлашылыуынса, һеҙ ҙә, Артем менән иптәштәре кеүек үк, шәреҡ милләттәренә ҡарата сәйәсәтегеҙҙең нигеҙе итеп ысын рус шовинистарының фекерен ҡабул итергә булдығыҙ. Гәрсә иптәш Троцкий, Өфөлә ошо мәсьәләләрҙе тикшергәс, был кешенең эшмәкәрлеге провокациялар теҙмәһенән ғибәрәт булыуын аңлағай­ны. Шөбһә юҡ, ул мәсьәләне Үҙәк Комитетта ла шулай уҡ аңлатҡандыр, әммә яңы рус империализмы сәйәсәте хакимлыҡ итә бирә. Төрөк комиссияһының башында торған Фрунзе һәм Куйбышев иптәштәр ҙә, Троцкий кеүек үк, Үҙәк Комитет үткәргән сәйәсәттең ике йөҙлө һәм алдатҡыс булыуын Рыҫҡолов менән мине етәкселектән ситләштергәндән һуң йыйылған ултырыштарҙа асыҡтан-асыҡ һөйләгәндәр. Иҫке традицион рус импе­риализмын аҫтыртын тормошҡа ашырыу эше партия ағзаһы булған арҡадаштарыбыҙ ҡулы менән хәл ите­лергә тейеш буласаҡтыр. Төркөстан халыҡтары араһында синфи ҡаршылыҡтар яһалма рәүештә ҡабартыласағы, Рыҫҡолов менән Вәлидов кеүек урындағы милләтселәрҙең эшсе синыфтың дошманы сифатында фашланасағы, ундағы зыялылар араһынан, «октябристар» тип атап, рус империализмына тоғро бәндәләр әҙерләнәсәге һәм улар беҙҙе юҡ итәсәге хаҡында шул уҡ Төрөк комиссияһы ултырыштарында асыҡ әйтелгән. Фәҡәт белмәйһегеҙ, беҙ урындағы крәҫтиәндәрҙең яһалма синфи дошманы булмая­саҡбыҙ һәм ғөмүмән мыҫҡылға дусар ителеүгә баш эйеп тормаясаҡбыҙ. Үҙегеҙгә кәрәк ҡорбандарҙы та­бырһығыҙ, Фәҡәт ул ҡорбандар беҙ булмаҫбыҙ. Төркөстанлыларҙың хоҡуғына ҡул һуҙыу тик урын­дағы рус коммунистарының эше түгел икәнлеген, был сәйәсәт Үҙәк Комитеттың үҙ сәйәсәте булыуын Баҡылағы Көнсығыш халыҡтар съезы унда ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ап-асыҡ күрһәтте. Үҙәк Комитет вәкилдәре Зиновьев менән Радектың съездағы көнсығыш халыҡ вәкилдәренә мөнәсәбәте 1917 йылда инҡилаб башланған мәлдә комиссарҙарҙың ауыл йы­йылыштарына ҡыуып килтерелгән наҙан крәҫтиән­дәргә ҡарата күрһәткән мөғәмәләһе менән бер булды. Делегаттарҙың үҙ мәмләкәттәрендә әҙерләп килтергән сығыштарын уҡыуын ҡысҡырып туҡтатыу менән генә сикләнеп ҡалманылар, ҡыҙыл һаҡсы һалдаттар ярҙамында һөйләтмәй тыйып ҡуйҙылар һәм Мәскәү биреп ебәргән ҡарарҙарҙы мәжбүри ҡабул иттерҙеләр. Көнсығыш милләттәр мәсьәләһен тик урындағы хоҡуҡ, ауыл мәсьәләһе тип ҡарау Үҙәк Комитеттың ялған юлға боролоуын кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатлай. Үҙәк Комитет көнсығыш халыҡтары ауылдарында барлыҡҡа килтереләсәк яһалма синфи ҡаршылыҡты тик террор ярҙамында йәшәтә алыр. Иптәш Лениндың Коминтерн сьезында колониаль мәсьәлә буйынса уҡыясаҡ тезис­тары хаҡында яҙған иҫкәрмәләремдә был хаҡта әйткәйнем инде. Көнсығышта ижтимағи инҡилаб яһал­ма синфи бүленеш (расслоение) арҡаһында ғына тор­мошҡа аша торған хәл түгел, ул бик ҡатмарлы мәсьәлә. Европа халыҡтарының капиталист һәм эшсе синыфта­ры колония яулау өсөн бергәләп тотонһа, колонияға әйләнгән шәреҡ крәҫтиәне менән эшсе үҙ байҙары менән берләшергә мәжбүр буласаҡ, һеҙ, урындағы ха­лыҡта синыфтарға бүленеү барлыҡҡа килмәүен күрә тороп, уҡымышлыларҙы ғәйепле табасаҡһығыҙ, уларҙың бер өлөшөнән «синфи дошман, ваҡ буржуаз милләтсе», икенсе өлөшөнән «һул октябрист» яһая­саҡһығыҙ, бер нисә тапҡыр был «һул октябристар»ҙы «синфи дошман» сафына сығарып язалағандан һуң, уларҙың урынына яңы «һул октябристар» әҙерләйәсәкһегеҙ. Шулай итеп, ниһәйәт, уҡый-яҙа белмәгән, тик ишәге менән үгеҙен, кәтмәне менән көрәген генә белгән крәҫтиән алдында күҙмә-күҙ ҡала­саҡһығыҙ. Урындағы уҡымышлыларға шөбһә менән ҡарауҙы бөтә Төркөстан күләмендә үҙгәртә алыуығыҙға ышанмайым. Һис булмаһа урындағы белемле кешеләргә әмир ҡасҡандан һуң ойошторолған Совет Бохараһы ерҙәрендә тормошто аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнергә форсат бирер инегеҙ.

                Н. КРЕСТИНСКИЙ МЕНӘН Е. ПРЕОБРАЖЕНСКИЙҒА ХАТ

                                                                                   1920 йыл, 12 сентябрь

     Гәрсә социализм һәм милли үҙбилдәләнеш тәғлимәттәрен үҙ-ара килештереү һәм, бөйөк милләттәрҙең аҙ һанлы халыҡтар өҫтөнән (формаһы ғына үҙгәргән) хакимлығы аҫтында социализмдың тор­мошҡа ашырыла алыу-алмауы хаҡындағы фекерҙәре­беҙ ныҡ айырылһа ла, намыҫлы булып ҡалырға ты­рышҡан бер инсан сифатында һеҙҙең икегеҙ һәм ҡайһы бер башҡа коммунистар менән дуҫтарса мөнәсәбәт итеүем саф күңелдән булды. Советтарға, коммунизмға ҡаршы көрәш юлына баҫып, мин һеҙҙе алдаманым. Алдағандарым — Сталин кеүек мине ал­даған дәүләт эшмәкәрҙәре. Эскерле, ике йөҙлө дикта­торҙың кеше яҙмышы һәм ихтыяры менән намыҫһыҙ уйнауы хаҡында иҫкәртеүсе ҡайһы бер иптәштәр бар, улар партия эсендә ҡот осҡос террор баш күтәрәсәге хаҡында асыҡ һөйләй. Бер көн һеҙҙең дә баштарығыҙ осмаһын тип ҡурҡам. Мин башымды ҡасан киҫерҙәр тип көтөп ултырманым. Үлһәм дә, асыҡ һуғышта үлер­мен.

                                                          Я. РУДЗУТАККА ХАТ

                                                                                   1923 йыл, 20 февраль

     IX партия съезы барышында профсоюздар мәсьәләһе хаҡында һөйләшкән саҡта һеҙгә һәм Томский иптәшкә: «Совет дәүләтендә партия ағзаһы бул­май, профсоюзға яҙылған эшсенең ихтыяры һәм эшмәкәрлегендәге үҙаллылығы һаҡланһа ине, улар менән ғәскәрҙәге һалдат кеүек мөғәмәлә ителмәһә ине. Был минең ысын күңелдән әйтелгән теләгем», — тип, үҙ фекеремде әйткәс, һеҙ ҡулымды ике ҡуллап ҡыҫҡай­нығыҙ. Ләкин бөгөнгө көндә нимә килеп сыҡты? Шул съездан һуң өс ай үткәс, Ленин Коминтерндың 2-се конгресына әҙерләгән «Милли һәм колониялар мәсьәләләре тураһында» исемле 12 пункттан торған тезистарын, «фекерҙәрегеҙҙе белеү өсөн» тип, миңә биргәйне. Был конгреста Ленин, бөтә донъя күләмендә инҡилаб еңгәндән һуң метрополия пролетариаты коло­ниялар пролетариаты менән етәкселек итергә тейеш, тигән тезисты ҡабул иттерҙе. Минең был фекергә ҡар­шы булыуым «фекеремде белеү өсөн» генә хеҙмәт ит­те.

     Троцкий менән Бухариндың «эшмәкәрлек фрон­тында» әүҙем «эшләгән кешеләр араһында фекер һәм ихтыяр үҙаллылығы булырға тейеш» тигән фекерҙәрен яҡлаған кеше булып күренһә лә, Ленин шул фекерҙән сығып эш иткән инсандарҙың ихтыярын сикләү һәм инҡар итеү юлына баҫты. Был хәлдә Сталинға ғына түгел, Лениндың үҙенә лә һис тә ышанып булмаясағын, Рәсәйҙә социализм төҙөүҙең рус империализмына яраҡлашыу юлына баҫыуын Троцкий ҙа, башҡалары­быҙ ҙа үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Хәҙер мин кемгә ина­нып кире килермен? Һеҙгә ышанһам, үҙ хәлегеҙҙең ныҡлы булыуына шигегеҙ юҡмы? Ижтимағи мәсьәләләр буйынса арабыҙҙа айырма булмауын, инҡилабсылар даирәһендә бер-береңә ышаныс һәм их­ласлыҡ хөкөм һөрөргә тейеш, тип иҫәпләүемде яҡшы беләһегеҙ, һеҙҙең кеүек самими инсандарҙан башҡа тағы кемгә ышанырға мөмкин? Мин «бер тапҡыр йы­лан саҡҡан тишеккә мөъмин икенсе тапҡыр бармағын тыҡмаҫ» тигән мосолман донъяһында киң билдәле мәҡәлдең хаҡ булыуына ышандым. Рәсми вазифа биләмәгән шарттарҙа ла азат һәм иркен тын алып йәшәү теләгемә тоғро ҡаласаҡмын. Һеҙгә һәм мине дуҫ күргән, миңә ышанған Томский, Фрунзе, Рыков кеүек иптәштәргә һаулыҡ теләйем.

                                                                ЛЕНИНҒА ХАТ

                                                                                   1923 йыл, 20 февраль

     Мөхтәрәм Владимир Ильич!

     Ауырыуығыҙ сәбәпле был хат һеҙгә уҡытылмаҫ та, ишеттерелмәҫ тә, ләкин мин уның нөсхәләрен башҡа бәғзе арҡадаштарыма ла ебәрәм, ул артабан тарихҡа инәсәк бер яҙыу булыр. Иптәш Сталин, Рудзутак иптәш булышлығында, мине партияға кире ҡайтарырға маташа. Ул 1920 йылда Үҙәк Комитетҡа Баҡынан яҙған хат аша Мәскәүгә ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлегемде асыҡ белгертеүем, баҫмасы хәрәкәтенә ҡушылыуым хаҡында белмәмешкә һалыша. Ләкин 1919 йылдың 20 мартында һеҙҙең, Сталиндың, минең һәм арҡадаштарыбыҙҙың имзалары менән нәшер ителгән Килешеү ун дүрт айҙан һуң, 1920 йылдың 19 майында, яңғыҙ һеҙҙең һәм Сталиндың имзалары ҡуйылған фарман менән юҡҡа сығарылғас, кем һеҙгә инанып кире килер? Был бер яҡлы фарманығыҙға ҡаршы мин үҙегеҙҙе күреп протест белдергәс, Һеҙ 1919 йылдың 20 мартында ҡабул ителгән Килешеүҙе бер «ҡағыҙ киҫәге» (клочок бумаги) тип баһаланығыҙ. Хәлбүки, был Килешеүҙә Башҡортостандың айырым ғәскәре буласағы, уның Үҙәк совет командалығына туранан-тура буйһонасағы иғлан ителгәйне. Хәҙер 1920 йылдың 19 майындағы фарманығыҙ менән Башҡорт ғәскәрен был хоҡуктан мәхрүм итеп, Волга аръяғы округына буйһондороп, уны айырым частарға бүлгеләүҙе лә уның ҡарамағына ҡалдырҙығыҙ. Ғәмәлдә бөгөн Башҡорт ғәскәре йәшәүҙән туҡтаны. Шундай ук бер фарманда «Өфө вилайәте Башҡортостанға ҡушыла» тигән алдатҡыс мәғәнәле һүҙҙәрегеҙ иһә асылда «Башҡортостанды Өфө виләйәтенә ҡушыу» тигәнде аңлата ине. Был хәлдә Совет хөкүмәте 1917 йылдың 20 ноябрендә «Рәсәй мосолмандарына» исемле декретта иғлан иткән «Рәсәйҙән айырылыу хоҡуғы» ла (до отделения от России) 1920 йылдың 19 май фарманығыҙ тарафынан та­мырынан юҡ ителде. Бынан аҙаҡ көньяҡ-көнсығыш Рәсәйҙә башҡорт, ҡаҙаҡ һәм төркөстандарҙың еңелеүенән һуң һәм минең иртәгәге көн Совет Рәсәйенән сығып китеүемдән башлап көньяҡ- көнсығыш мосолмандары тарихында яңы бер дәүер асыласаҡ: мосолмандарҙың ирек һәм хоҡуҡтарының Рәсәйҙәге эске көрәш нигеҙендә хәл ителмәү тәжрибәһе үкенесле. Шунлыҡтан был мәсьәләләрҙе хәл итеү халыҡ-ара көрәш кимәленә күтәрелә. Минең маҡсатым һәм төп эшем азатлыҡҡа дәғүәбеҙҙең тари­хын һәм асылын донъяға белдереүҙән ғибәрәт буласаҡ. Артабан был хатта беҙҙең иҙелеүгә бәйле айырым мәсьәләләр тикшереләсәк.

     Великорус милләте хәҙер үҙ ҡулы аҫтында ҡалған ҡәүем һәм милләттәргә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәтен ижтимағи һәм иҡтисади өлкәлә генә түгел, мәҙәниәт өлкәһендә лә киҫкен рәүештә тормошҡа ашыра башла­ны. Үткән йыл ойошторолған «Шәреҡ университеты» ошо сәйәсәтте башҡарыусы бер үҙәк сифатын алды. Үҙәк Комитет янында великорустарҙан торған шәреҡ эштәре белгестәренең төркөмө күренә башланы. Үҙәк Комитет Совет ҡулы аҫтындағы шәреҡ милләттәренең бәғзе вәкилдәрен килтереп, уларға үҙ янындағы «шәреҡ белгестәренә» кәрәкле материалдарҙы әҙерләп бирергә ҡушҡан. Айырым китап һәм брошюралар ҙа нәшер иттеләр. Ләкин улар исеменән яҙылған фе­керҙәр великорустар тарафынан көсләп тағылған. Рус булмаған был зыялыларҙың үҙ өлкәләре өсөн яҙған «конституңия»ларының бәғзе пункттары тикше­релмәҫтән алып ташланған. Шәреҡ университеты һәм Үҙәк Комитеттың шәреҡ эштәре белгестәре бөгөн шөғөлләнгән ҙур эш — айырым ҡәүемдәрҙең мәхәллә диалекттарына ярашлы рәүештә фонетик нигеҙҙә уларҙың алфавитын һәм әҙәби телдәрен барлыҡҡа кил­тереү. Был эштең принциптарын билдәләүҙә лә рус булмаған коммунистар тик кәңәш биреүселәр булған. Шәреҡ университеты кешеләре тарафынан сығарылған «Ҡыҙыл Шәреҡ» журналының (рус хәрефтәре менән «Гызыл Шарк») һуңғы һанында дағстанлы Ғүмәр Алиев исемле берәү, Төньяҡ Кавказда төрөк телдәре өсөн рус (кириллица) алфавиты ҡабул ителһә, бының һөҙөмтәһе христианлыҡҡа күсеү була­саҡ, шуға күрә улар өсөн дә Әзербайжанда ҡулланыла­саҡ латин алфавитын ҡабул итергә кәрәк; алфавит һәм әҙәби тел мәсьәләләре рустар етәкселегендә түгел, фәҡәт ошо ваҡытҡа милли-сәйәси хөрриәт нигеҙендә төҙөлгән үҙ аллы өлкәләрҙең хөкүмәттәре ярҙамы менән урындағы белгестәр тарафынан эшләнергә те­йеш, тип яҙған. Бындай мәҡәләләр, шулай уҡ ҡайһы бер әзербайжан белгестәренең «Ҡыҙыл Шәреҡ» жур­налы аша төрөк-мосолман ҡәүемдәрен бер әҙәби тел тирәһендә тупларға ынтылыуы великорус бел­гестәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Үзбәк һәм ҡаҙаҡ зыялылары ла ҡатнашҡан бер кәңәшмәлә латин алфа­виты нигеҙендә (төрки халыҡтар өсөн, — Ә. Ю.) дөйөм алфавит булдырыу фекерен яҡлаған әзербайжан Шахтахтинский менән Жәлил Гулиевҡа проф. Поливанов ҡаршы сыҡҡан. Проф. Поливанов һәм башҡа рустар, латин алфавиты ҡабул ителһә, аҙаҡтан уның урынына кириллица индереләсәге, иҫәбе ҡырҡҡа яҡын төрки һөйләштәрҙең һәр береһе өсөн. айырым алфавит эшләнәсәге хаҡыңда һөйләгәндәр. Шахтахтинский иһә төрки халыҡтарҙың һәр береһе әҙәби тел йәшәтә алмаясағын аңлатҡан. Артабанғыһы билдәле, һеҙ великорус иптәштәрегеҙ менән берлектә ябай бер милләтте те­ленән һәм яҙмаһынан яҙҙырыуҙан башлап, уларҙы та­мам руслаштырғанға тиклем яғаларынан ысҡындырма­ясаҡһығыҙ. «Ағымға ҡаршы» һәм башҡа әҫәрҙәрегеҙҙә милләттәрҙең хоҡуҡтарын тулы бер формала үҙ ҡулда­рына тапшырыу тураһындағы һүҙҙәрегеҙ менән хәҙер­ге сәйәсәтегеҙ араһындағы айырма ҡабул итерлек түгел.

     1919 йылдың яҙында беҙ ғәскәребеҙҙең ойоштороу эштәре менән Саранскиҙа булған саҡта һеҙҙең тараф­тан вәкил итеп ебәрелгән Зарецкий иптәш халкыбыҙға: «Иҙелгән милләттәребеҙҙең үҙаллылығын, уларҙың милли хөкүмәт, милли ғәскәр төҙөү мәсьәләләрен тарихта беренсе булып бары тик Совет хөкүмәте генә ахырынаса хәл итәсәк», — тип бер ай буйына күп йыйылыштарҙа һөйләп йөрөнө. Мин дә «Правда»ла был ышандырыуҙарға ярашлы бер мәҡәлә нәшер иттем. Ул хәлдәрҙән һуң дүрт йыл да үтмәне, сәйәсәтегеҙ тамам кире яҡҡа боролоп тормошҡа ашты. Бәлки, РКП(б) бы­нан һуң да милләттәрҙе азат итеүе хаҡындағы һүҙҙәрҙе Рәсәйҙән алыҫтағы Азия һәм Африкала һөйләүен дауам итер. Әммә дөрөҫлөк шунда, Григорий Сафаров кеүек кешелекле инсандарҙың Төркөстанға килеп, бында батшаның элекке колониаль сәйәсәтен хәҙер ҙә дауам итеүегеҙҙе тәнҡитләп мәҡәләләр баҫтырғаны өсөн, уға асыу тотҡан великорустарығыҙ, кескәй милләттәрҙе китҡа ем булған ваҡ балыҡтар менән сағыштырып, урындағы халыҡтар араһынан сыҡҡан коммунистарға «аңлатыу» эше алып баралар һәм ошо фекерҙе тәғлимәт рәүешендә һөйләп хушланалар.

     Иптәш Артем беҙҙә саҡта урындағы халыҡтан сыҡҡан коммунистарыбыҙҙың бәғзеләренә, үҙ аллы өлкәләрҙә йәшәйәсәгебеҙҙе ышандырып һөйләү менән бергә, Ҡытай һәм һиндостандан башҡа бөтә Көнсығыш Азияла совет (рус) культураһының рәҡипһеҙ*(бер үҙҙәренең) хаким итәсәге хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтә торғайны. Йәнәһе, быға бер ниндәй мәхәллә теле һәм культураһы ҡаршы тора алмаясаҡ, был телдәр тик ком­мунизм идеяларын таратыу өсөн файҙаланыласаҡ. Бындай һәм шуға оҡшаш һүҙҙәр башҡа ерҙәрҙә лә ҡат- ҡат әйтелә. Ләкин ул һүҙҙәр Рәсәй сигендә генә ҡал­маҫ. һис шөбһә юҡ, улар артабан да тараласаҡ һәм һөҙөмтәлә үҙ ихтыярынса йәшәргә теләгән, ләкин һеҙҙең ҡул аҫтында ҡалған һәр милләттең беренсе дош­маны Совет Рәсәйе буласаҡ.

     Был хаҡта Һеҙгә «Колониальный и национальный вопрос» темаһына бағышланған тезистарығыҙ буйын­са фекер алышҡан заманда бер аҙ әйткәйнем инде. Аҙаҡ ошо уҡ тезистарҙы «Коммунистический интерна­ционал» журналында (№ 11) тағы бер тапҡыр уҡыным. Һеҙ пролетариат диктатураһы донъя күләмендә еңгәндән һуң «артта ҡалған милләттәр йәшәгән өлкәләрҙә социализм режимы урынлаштырыу ал­дынғы (передовой) милләттәрҙең (улар араһына хаким итеүсе милләттәр ҙә инә) әүҙем ярҙамында тормошҡа ашырыласағы шарт булыуы хаҡындағы фекерегеҙҙе алға һөрҙөгөҙ. Был иһә Һиндостанда инглиз, Төркөстанда рус, Африкала француз һәм Белъгия эш­селәренең ойошмалары колониаль сәйәсәтте дауам ит­терәсәк тигән һүҙ. 1915 йылда Өфөлә һеҙҙең иптәштәрегеҙ менән һөйләшкән саҡта, Һеҙ урынлаш­тырасаҡ социалистик тәртиптәрҙең кеше хоҡуғын юҡ итеүгә нигеҙләнгән террор режимын булдырасағы хаҡында һүҙ бармай торғайны. Хәҙер ни булды һуң? Революцияларҙың маҡсаты шул инеме ни? Профсоюз дискуссияһында ошо һорауҙы ҡуйған Пятаков хаҡлы ине. Ул Һеҙгә, инҡилабтарҙы тир һәм ҡан түгеп бо­йомға ашырған эшсе ойошмаларының ихтыярын тар­тып алмағыҙ, тигәйне. Роза Люксембург та, социализм идеялары империалистик традицияларҙан арынмаған бөйөк милләттәрҙең теләктәренә яраҡлашыу юлына баҫһа, бынан яҡшылыҡ булмаясағын әйткәйне.

     Әгәр ҙә Рәсәйҙә социализм империализм традиция­ларына әсир төшкән булмаһа, иҙелгән милләттәр өсөн яңы алфавит һәм һөйләш диалекттарынан яңы әҙәби телдәр барлыҡҡа килтереүҙең ни мәғәнәһе бар?..

     Һау булһағыҙ, бәлки, эшләнгән хаталарҙы үҙегеҙ төҙәтер инегеҙ.

     Һеҙгә тик бер үтенесем бар: йөклө булыу сәбәпле минең менән бергә иртәгә Иран юлына сыға алмаған ҡатыным Нәфисәгә минең менән ҡайтанан ҡауышыу өсөн Германияға сығарырға рөхсәтегеҙҙе һорар инем.

                                                                                                                 Әхмәтзәки Вәлидов.

                                             БАШҠОРТ ХАЛҠЫНА ХУШЛАШЫУ ХАТЫ

                                                                                              1923 йыл, февраль, Ашхабад

     Милләтебеҙҙең хоҡуктарыН һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәте­беҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихи­сап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе. Был эштә Төркиәнән, Дағстандан, Әзербайжандан, хатта Афғанстандан байтаҡ кеше ҡатнашты, ниһәйәт, ул Әнүәр Пашаны ла йәлеп итте. Үкенескә ҡаршы, Польша менән һуғыш Мәскәү файҙаһына тамамланды. Әгәр был һуғыш һис юғында тағы бер нисә ай дауам иткән булһа, Әнүәр Паша Байсун-Ғузарҙан, ә Сәмәрҡәнд вилайәте баҫмасылары Жизак—Нуратанан килеп, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алырҙар ине. Тимер юлдың күп урындарын шартлатыу өсөн динамит әҙерләнде. Август айында был юл Ҡыҙыл—Арват һәм Һырдаръя тарафтарында Ҡыҙыл армия өсөн ябыласаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ҙур хәрби көстәрҙе был яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеге тапты. Хәлебеҙ август айында тамам кирегә китеүгә ҡарамаҫтан, мин көрәште дауам итеү, бөтөн Шәһрисәбз һәм Сәмәрҡәнд тарафы баҫмасыларын, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ офицерҙарын август аҙағында Байсун өлкәһенә туплап, уларҙың Әнүәр Паша менән берләшеүен тәьмин итеү менән шөғөлләнә инем. Әммә ваҡиғалар тиҫкәрегә юл алды. Әнүәр Паша һуғышта шәһит булды. Тап шул ваҡытта (сентябрҙә) Ташкентта йәшерен рәүештә йыйылған Төркөстан Милли берлеге конгре­сы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Европала йәки Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнәсәкмен, Әммә хәҡиҡәткә тура ҡарарға кәрәктер: был хәрәкәттең хәҙерге кимәле, йәғни мәхәллә күләмендә хәрәкәт итеп, көрәшеп, Советтарҙы сигенергә (уступкаға) мәжбүр итергә тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Хәҙер милләтебеҙ бүре тешенә эләккән һарыҡ хәлендә.

     Әммә был мәсьәлә киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә күтәреләсәк, шуға көрәште башҡаса ойоштороу зарур. Рәсәйҙә Советтар хакимлығы мәсьәләһе, хәҙергә эске көрәш сифатында тамамланғандан һуң, артабан халыҡ- ара мәсьәләгә әүереләсәк. Уның менән һуңыраҡ бөйөк дәүләттәр мәшғүл буласаҡ. Ул киләсәктә бөйөк дәүләттәр мәсьәләһе булыуҙан да уҙып, бөтә донъя мәсьәләһенә әүерелер. Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ таратып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе. Ошо көндәрҙә Ленинға һәм мине ғәфү итеүҙәре хаҡында белдергән Сталин менән уның башҡа арҡадаштарына тапшырыу өсөн шул уҡ мәсьәләләр буйынса ике хат яҙып, Ташкентта ғөмүми вәли булған Рудзутакка ебәрҙем. Уларҙың бынан һуң үткәрәсәк сәйәсәтенең программаһы — Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, Европалағы һәм Азиялағы күрше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙәниәтенең хаким­лығын тәьмин итеү. Бөтә донъя милләттәрен социа­лизм төҙөүгә саҡырыу ҙа шул маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер сараһы ғына. Бөтә донъяны руслаштырыу бойомға ашырырлыҡ эш түгел. Әммә был хәҡиҡәтте башҡа илдәрҙә тиҙ генә аңлай алмаҫтар. Сөнки бойондороҡһоҙ, азат милләттәргә рус мәсьәләһенең ғәмәлдәге империалистик асылын аңла- тыуы ауыр. Быны хатта Хивалағы йәш сәйәси эшмәкәрҙәр рустар уларҙың үҙ хөкүмәттәренең көлөн күккә осороуҙан дүрт ай элек аңламайҙар ине әле. Бәлки, был хәҡиҡәттәрҙе аңлау өсөн һәр милләттең бер ни тиклем ваҡыт рус хакимлығы аҫтында булыуы шарттыр. Һәр хәлдә, хәҙер мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бо­харанан хәбәр ебәргәйнем. Шатлыҡҡа күрә, ҙур юғал­тыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр;

     1) Йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү.

     2) Хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, коопера­тивтарға инеп, социализм аппаратында нығынып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү. Быны 1919 йылдың авгусында Стәрлета­маҡтағы йыйылышта ла һөйләгәйнем.

     3) Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә эшләнәсәк. Был тәңгәлдә һис бер ниндәй ойошма йәшәтеп булмаҫ, сөнки ул Совет учреждениелары тарафынан буйһондоролоп, уларҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Шуға күрә дин һәм тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ.

     4) Көрәштең икенсе дәүеренә был мәсьәләләрҙең халыҡ-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү. Иҙел һәм Урал буйҙары төрөктәре өсөн ул саҡ Төркөстанға һыйынараҡ хәрәкәт итеүҙең мотлаҡ булы­уына инаныу кәрәк була.

     Был юлда 1917 йылдан бирле алып барған көрәше­беҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу кәрәк. Хөр донъя милләттәре берләшеп, большевизмдың таралыуына ҡаршы тора алмаһа һәм Азия милләттәренең күбеһе Советтар юлына баҫһа, коммунизм милли ҡар­шылыҡтар ялҡынын иң ныҡ тоҡандырыусы бер тәғлимәт булыу арҡаһында, был милләттәр бер-береһе менән һуғышасаҡ. Беҙ донъя ҡитғалары араһында күп төрлө бәйләнештәрҙең, шул иҫәптән сауҙа бәйләнештәренең артабан үҫкән бер дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға күрә Рәсәйҙең шәреҡ менән ғәреп илдәре араһындағы иҫке сауҙа юлдарын үҙ ҡулында то­та белмәүе насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Рустар төрөк ҡәүемдәрен бер быуат эсендә генә йота алмаҫ. Сөнки был эш Кавказ, Украина кеүек өлкәлә руслашты­рыуҙың уңышлы барыуына бәйле. Хәлбүки, руслашты­рыу сәйәсәтенең ҡорбаны буласаҡ милләттәр хәрәкәтһеҙ ҡалмаясаҡ, рустар күбәйһә, улар ҙа күбәйер.

     Был тәңгәлдә киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрәҙәлек итә, тимәгеҙ: рустарҙың империализ­мы һәм бөтә донъяла инҡилаб күтәрергә йүнәлтелгән тырышлыҡтары Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы егермен­се быуаттың иң бөйөк хәҙистәре итеп күрһәтәсәк. Бөтөн милләттәрҙең яҙмышы ошо ваҡиғаларға бәйле булып күренер. Ләкин нәфселәрен тыя белмәүҙәре арҡаһында рустар был бөйөк ваҡиғалар нигеҙендә тик үҙ файҙаһын ҡыуасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк. Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек өлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм бы­ны йәш быуынға аңлатырға тейеш. Беҙ был мәсьәлә менән сит илдәрҙә шөғөлләнербеҙ, әммә ышанам: беҙҙең быуын ул ҡотолоу көндәрен күргәнгә тиклем үлеп бөтмәҫ әле. Беҙ Башҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡара­ры буйынса, милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек. Төркөстанда иһә был хәрәкәт ри­заһыҙлыҡ һәм күтәрелеш рәүешендә беҙ килгәнгә тик­лем үк башланғайны, күпселек баҫмасылар фанатик муллалар йоғонтоһо аҫтында ине. Беҙ бындағы хәрәкәткә милли фекер, идеал индерҙек, ниһәйәт, уға Төркиәнең бөйөк тарихи шәхесе үҙ офицерҙары менән килеп ҡушылды.

     Был ваҡиғалар бер нисә йылда, хатта бер-ике бы­уында онотолоп бөтә торған эш түгел. Төрөк милләте азатлыҡ фекеренә тоғро ҡалыу сәбәпле бойондо­роҡһоҙ дәүерҙәргә ҡараған Йәнебәк хан, Тимер, Иҙеүкәй, Күсем менән улдары Ҡәйеп хан һәм Аблай хан кеүектәргә бағышланған хәтирәләрҙе әле булһа йәшәтеп килә. Хатта тарихыбыҙҙың боронғо дәүерҙәрендә төрөк булмаған халыҡтар араһында әҙселектә ҡалған, телен онотҡан йәки онотоу хәленә еткән ҡәбиләләребеҙ ҙә форсат асылыу менән аяҡҡа баҫҡан һәм яңынан үҙ дәүләттәрен ҡорған, Бындайҙарҙан тарихта ҡытайҙар араһында туйуһун, шато һәм таугач, һиндтар араһында ҡарлуҡ һәм калач, уғро-финдар араһыңда арпаттар, иран, ғәрәп һәм курдтар араһында уғыҙҙар, ағачериҙар һәм ахҡуйындар кеүек, әҙселектә ҡалған хәлдә лә, булмышын һаҡлап, һуңыраҡ дәүләт төҙөгән ҡәбиләләрҙең тарихы беҙҙең өсөн таң ҡалырлыҡ ғибрәт. Быларҙы романдар формаһында яҙып нәшер итер инем. Эргунекун мифы бер ҡаһарман төрөк йәмғеһенең үлде-бөттө тигәндән һуң терелеүен аңлатыр. Беҙ хәҙер рустар араһында тарихи тормошо­боҙҙоң иң ҡурҡыныс дәүерен кисерһәк тә, асылда ҡурҡып торманыҡ. Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр. 1917—1922 йылдар беҙгә күтәрелергә форсат биргән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шундай уҡ форсаттарҙан файҙаланыуы ҡыйын булыр ине. Хәлбүки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Караһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы оноттороу өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер. Әммә Рәсәйҙә баҫылмаған нәшриәт сит илдәрҙә баҫылыр. Рәсәй үҙ сиктәрен һәр саҡ бикле тотоп тора алмаҫ. Хөрриәт һәм милли азат­лыҡ фекерҙәрен таратыусы әҙәбиәтте беҙҙекеләр үҙ илендә уҡымаһа, сит илдә уҡып ҡайтыр. Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хаким­лыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен. Иманы­быҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр.

                       КОКАНДТАН АШИРАЛИ ЗАҺИРИҒА ҺӘМ ҠАҘАҠ СИРКПАЙ АКАЙҒА ХАТ

                                                                                                                   1923 йыл, февраль

     Рустар беҙҙең телебеҙҙе, динебеҙҙе, «Йорт»та яҙып сығарып, йәштәрҙе илһамландырған «милли рухи дас­тандарыбыҙҙы» онотторорға тырышалар. Әммә беҙ реформалаштырылған исламиәт фекеребеҙгә тоғро ҡала­саҡбыҙ. Мине бөгөн бер ҡайғылы тойғо солғаны, бәлки, мин төрөк милләтенең иң бөйөк бәхетһеҙлеген кәүҙәләндереүсе кешемендер, бәлки, баҫмасыларға ҡушылған арҡадаштарыбыҙ милләтебеҙҙе был дәүерҙә иң һуңғы тапҡыр көрәшкә ҡалҡытҡандыр. Кем белә, бәлки һин, Юнысжан Хажи, һәм мин бер-беребеҙҙе ҡабат күрә лә алмабыҙ. Милләтебеҙ донъя күләмендә яңы күтәрелеү мөмкинлеген көтөү мәжбүриәтендә, һеҙгә иң һуңғы һүҙем: был көрәш тарихын халыҡ хәте­ренән юйыуға йүнәлтелгән сараларға ҡаршы бөтә ғәйрәтегеҙҙе сарыф итеп ҡаршы тороғоҙ. Ике көндән сит мәмләкәттәргә сығып китәбеҙ. Аллаһы тәғәлә беҙҙең булмаһа, балаларыбыҙҙың күрешеүҙәрен насип итһен.

                                               БАШКОРТОСТАНДАҒЫ ДУҪҠА ХАТ

                                                                                                      1923 йыл, февраль

     Бөгөн тик бер эшкә һөйөнәм: Һөйөндөковтарҙың Шәһрисәбздәге, Ибраһим Исхаҡовтың Кармана менән Нураталағы гарнизон командалары батальон артынан батальон баҫмасыларға ҡушылырға теләне. Ташкент янындағы Троицк казармаларындағы батальондары­быҙ ҙа беҙгә ҡушылырға ашҡынды. Мин уларҙы ты­нысландырып торҙом, ашыҡмаҫҡа өндәнем, Хәҙер мәмләкәтебеҙҙән Фәтхелҡадир менән мин генә түгел, полктарыбыҙ ҙа ситкә китеү мәжбүриәтендә ҡалһа, уларҙы Иранға йәки Афғанстанға алып сығыу иң ҙур ҡайғыбыҙ булыр ине. Хәҙер был хәрәкәттә ҡатнашҡан үзбәк һәм төркмәндәрҙең күптәре сит илгә сыға. Мин уларҙың исемдәре билдәле булмағандарына, йәшере­неп, мәмләкәттә ҡалырға кәңәш итәм. Был мәғәнәлә Ашхабадтан хаттар яҙып ебәрҙем, һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы, яңы шарттарға яраҡлашып, мәмләкәттә ҡалыу һәм халыҡ эсендә дин һәм телебеҙ, милли бул­мышыбыҙ өсөн йәшерен рәүештә көрәш алып барыу. Мәмләкәттән ҡасыу хәҙер йән ҡотҡарыу йәки дипло­матик эшмәкәрлек башлау өсөн кәрәк. Мәмләкәттә ҡалмағандар Төркөстанға һәм шәрҡи Төркөстанға ки­леп ерекһендәр. Мөмкинлек булһа, йәштәрҙе Төркиәгә һәм Европа мәмләкәттәренә уҡырға ебәрегеҙ.

                                    АФҒАНСТАН ХӨКҮМӘТЕНӘ ХАТ

                                                                                1923 йыл, 15 толь

     «Афғанстандың киләсәге бөгөн рустар ҡулы аҫтында ҡалған Төркөстан мосолмандарының яҙмышы менән тығыҙ үрелеүе мәғлүм булһа ла, 1917 йылдағы рус инҡилабынан һуңғы ваҡиғалар тәьҫирендә тарих үҫеше* нең яңы йүнәлеше диҡҡәтле өйрәнеүгә һәм аңла­тыуға мохтаж. Афғанстандың азатлығы ошо көнгә ҡәҙәр рустар менән инглиздәрҙең үҙ-ара ҡапма-ҡаршы торо­уына бәйле ине. Әммә бер көн, был ҡаршылыҡ юҡҡа сығып, Афғанстандың яңғыҙ башы тороп ҡалыуын күҙ алдына килтерһәк, империалистик Рәсәй менән мөнәсәбәтегеҙ ниндәй төҫ алыр ине, тигән һорау килеп баҫа. Ул осраҡта Рәсәйҙең ғәҙәттәге әмәле — баҫып алыу. Быға ҡаршы әҙерлек йөҙөнән хәҙерҙән үк саралар күрергә кәрәк:

  1. Иң әүәл рустар Афғанстанда милли ҡаршылыҡтар тыуҙырырға тырышасаҡ. Улар афған милләтселегенең үтә киҫкен формаһын яҡлаясаҡ, һеҙгә илсе булып килгән бер рустың: «Беҙ, рустар, милләт булараҡ үҙ милләтселегебеҙгә таянып, мәмләкәтебеҙҙе ҙурайттыҡ һәм йәшәтеп киләбеҙ, һеҙ ҙә мәмләкәтегеҙҙе, үҙ афған халҡығыҙға таянып, башҡа халыҡтарҙы афғанлашырға мәжбүр итеп, нығыта алырһығыҙ», — тип әйтеүе был сәйәсәттең бер билгеһе. Әммә хазариҙар араһында һөйләгәндәре башҡаса. Теймури хазариҙарының Беһриз хакимы булған етәкселәрен үҙ йоғонтоһо аҫтына алғандар. Мәшхәдтән Кабулға килгәндә улар беҙҙе рустарға тотоп бирергә уйланылар. Ундағы консулығыҙ Ғәбделғәзиз хандың һәм Иран хөкүмәтенең бергәләп күргән саралары, беҙгә афған һәм иран һаҡсылары би­релеү арҡаһында ғына ҡотола алдыҡ. Хорасандың һәм Афғанстандың төрки халыҡтар йәшәгән төньяҡ өлөшөн баҫып алыу өсөн үзбәк һәм төркмән коммунистарына: «Милләтегеҙҙең яртыһы Афғанстан менән Иранда ҡалған, был өлкәләрҙең һеҙҙең менән берләшеүе — мил­ли мәсьәләнең сиселеше», — тип аңлаталар. «Военная мысль» журналының 1919 йылғы 3-сө һәм 4-се һандарында сит ил эштәрегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы мәҡәләләр бар.
  2. Афғанстандың төньяҡ өлөшөн баҫып алыу Совет­тарҙың иҡтисади сәйәсәте мәсьәләһе сифатында көн үҙәгенә ҡуйыла. 1922 йылдың декабрендә Ташкентта Коммунистар партияһы мәркәзендә Эпштейн, Михай- лов һәм Суриц тигән етәкселәренең мосолман комму­нистар ҡаршыһында тартынмай һөйләгән һүҙҙәре лә быны асыҡ күрһәтә: «Афғандар төньяҡ Афғанстанда төрки (үзбәк, төркмән) халыҡтарҙың күбәйеуен һис теләмәй. Улар, рустан ҡурҡҡан кеүек, төрки ха­лыҡтарҙан да ҡурҡа. Был өлкәне Кабулға тиклем баҫып алырға һәм унда хөкүмәт башына элекке Бохара әмире һымаҡ наҙан бер марионетка ултыртып ҡуйыу Төркөстаңдың иҡтисади үҫеше өсөн ыңғай булыр ине». Йәғни, бер яҡтан, үҙ ҡулдары аҫтындағы төрөктәрҙә афғандарға ҡарата дошманлыҡ хисе уяталар, икенсе яҡтан, бөтә Рәсәйҙең иҡтисади сәйәсәте мәнфәғәтенән сығып, төньяҡ Афғанстанды баҫып алыу юлындағы теләктәрен гүйә Төркөстандың именлеген һәм арта­банғы үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән фекер итеп күрһәтәләр. Дәүләтегеҙ етәксеһе хаҡында бәғзе рус га- зеталарында «Афғанстандың бөйөк Петры» тип яҙыуҙары алдыҡтан ғибәрәт, Бер заман рустар Аму- даръяға һул яҡтан ҡушылған бөтә йылғаларҙы үҙ ҡара­маҡтарына алыу ниәте менән һеҙгә «Һыу килешеүе» тәҡдим итеп килерҙәр. Ташкентта нәшер ителгән

     «Төркөстан иҡтисадиәте» һәм шуға оҡшаш бүтән мәжмүғәләрҙә ошо хаҡта яҙылған мәҡәләләргә иғтибар итегеҙ. Йәнә Советтарҙың Амударъя йылғаһынан һеҙҙең сигегеҙҙән башлап канал ҡаҙыу, уны Мерв аша Хазар диңгеҙенә йүнәлтеп, Ҡараҡом сүлен һуғарыу пла­ны; Хорасаңдың һәм Афғанстандың төньяҡ өлкәләренән аҡҡан йылғаларҙы рус күҙәтеүе аҫтына алыу хаҡындағы фекерҙәре диҡҡәткә лайыҡлы. Проф. Розенкампф менән Кржижановский тарафынан Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөн үҫтереү эшендә Афған һәм Иран ерендә сыҡҡан йылғаларҙы рус йоғонтоһо даирәһенә алырға йүнәлтелгән план төҙөлөүе мәмләкәтегеҙҙең яҙмышын билдәләү өсөн ентекле өйрәнелә торған мәсьәләләр.

     Бындай пландарға ҡаршы Төркөстандың киләсәгенә лә бәйле ниндәй саралар күрергә мөмкин булыр ине һуң? Был хосуста уйлағандарымды аңлатыр инем;

     1, һиндостан бер көн үҙаллылыҡҡа өлгәшер. Урта Азияла Рәсәй менән инглиздәр араһында ҡаршы тороу юҡҡа сыҡһа, рустарға ҡаршы яңғыҙ башығыҙ ҡалмаҫ өсөн, өсөнсө бер етди көс барлыҡҡа килтереү өҫтөндә эшләү иң мөһим мәсьәлә буласаҡ. Афғанстан менән Төркөстандың бөтә донъя иҡтисади тормошонда тотҡан урынын юғалтыуҙары ун алтынсы быуатта Ев­ропа—Азия сауҙа юлының көньяҡ диңгеҙгә күсеүе менән аңлатыла. Бөгөн Урта Азия аша үткән был юлды аяҡҡа баҫтырыу сараһын күрергә кәрәк. Мәҫәлән, Аме­рика һәм Япония менән был хосуста Төркөстан һәм Афғанстан аша Ҡытайҙан Иранға автомобиль һәм ти­мер юлы төҙөү хаҡында һөйләшеү бик урынлы булыр. Йәғни ана шул бай милләттәрҙе Урта Азия эштәренә йәлеп итергә, бының улар өсөн дә төшөмлө булыуын үҙҙәренә лә, Алғы Азиялағы ҡәүемдәргә лә аңлатырға, ошо маҡсатта Япония, Америка һәм Ҡытайға вәкилдәр ебәрергә, уларға Төркөстан вәкилдәрен дә ҡушырға кәрәк.

     Ихтимал, Америка ла, Япония ла Урта Азия мәсьәләләре буйынса Англия һәм Рәсәй менән бәреле­шергә теләмәҫ. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге мәлдә арала­рында Маньчжурия мәсьәләһендә килешмәүсәнлек тыуҙы. Ләкин мин алыҫ киләсәк тураһында уйлайым, сөнки бөгөн Маньчжурия арҡаһында бәрелешһәләр ҙә, Алыҫ Көнсығыш менән Алғы Азия араһында Урта Азия аша үткән «Ебәк юлы» аша иҡтисади бәйләнеш урынлаш­тырыу кеүек бөйөк эште бер көн сиктән тыш төшөмлө күреп, был хосуста уларҙың Ҡытай менән Рәсәйҙең ҡаршылығынан арыныу юлына баҫыуҙары бик ихтимал.

     2. Өсөнсө берәй көстө араға ҡыҫылдырып булмаһа, Рәсәй менән инглиздәрҙең ҡаршылығы дауам итһә, Афғанстан гел генә талаш майҙаны булып ҡала алмаҫ. Ул осраҡта ике көстөң береһе яғына сығыу талап ителер, ин­глиздәр тарафын тотоу заруратҡа әүерелер. Сөнки Аму- даръянан Хазар диңгеҙенә ҙур канал йырылһа, бөтә был канал һәм үрге Амударьяға ҡушылған йылғалар буйына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рустар үҙҙәренең миллионлаған күскенселәрен ерләштерергә тырышасаҡ.

     Батша заманында уҡ Рәсәй Ираңдың Джуржан һәм Астрабад өлкәләренә күскенселәр килтерә башлағайны. Был эш 1917 йыл инҡилабы арҡаһында туҡталғайны, хәҙер уны яңынан башларға ҡарар иттеләр. Әгәр ҙә ул көсәйеп китһә, Афғанстан Англия йәки уның урынына үҙ аллы һиндостан менән эшберлеге ойоштороу мәжбүриәтендә ҡаласаҡ. Беҙҙең инглиздәр менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәтебеҙ булманы. Сөнки улар Урта Азияла Афғанстанға күрше тағы бер ислам дәүләте төҙөүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Ләкин Һиндостан милли хәрәкәтенең көсәйеүе инглиздәр хакимиәтенең бөтәүенә килтерәсәк. Англия үҙенең һиндостанда булыуын ваҡыт­лы тип иҫәпләй, шунлыҡтан унда инглиздәрҙе (Америка, Яңы Зеландия, Австриялағы кеүек) ерләштереп ҡалды­рырға тырышмаясаҡ, ә ул илдән киткәнгә тиклем оппози- цион сәйәсәт алып барасаҡ. Әгәр ҙә Ҡытай аша Урта Азияға өсөнсө бер көс йәлеп итеү мөмкин булмаһа, Анг­лия менән, йә иһә уның урынын аласаҡ азат Һиндостан менән аңлашып эш итеү бик урынлы булыр ине. Кветта- ны Һират аша Кушка менән бәйләүсе тимер юл төҙөү хо­сусында Англия менән килешеү ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Был иһә Афғанстан һәм Хорасандың Иран менән бергә йылдам иҡтисади үҫешенә сәбәп булыр ине. Ғөмүмән, Афғанстанда йөк ташыу техникаһын үҫтереү зарур. Юғиһә техникаға бәйле иң ваҡ мәсьәләләр буйынса ла һиндостандың Пешавар һәм Кветта ҡалаларына буйһоноп ҡалырһығыҙ.

     Урта Азия мосолмандарының берҙәмлеген панисламизм хәрәкәте сифатында дингә бәйләүҙән һөҙөмтә сыҡмаҫ, сөнки иҡтисадҡа бәйләнмәгән, тик дини догмаға таянған берҙәмлек буш һүҙ булып ҡаласаҡ, Төркиә, Иран һәм Афғанстан өсәүләп Рәсәй ҡаршыһына иҡтисади һәм мәҙәни нигеҙҙә берләшһә, был ысынлап та тормошсан сәйәсәт булыр. Фекеребеҙсә, Афғанстан менән Иран иҡтисади килешеү сәйәсәтен башлыса Рәсәйгә сиктәш төньяҡ өлкәләрҙә тормошҡа ашырырға тейеш. Төркиәнән Иранға һәм Төньяҡ Иран буйлап Хазар диңгеҙенә яҡын Ҡыҙыл Арват исемле Рәсәй станцияһына тиклем тимер юлы һуҙыу, Һиндостандан Һират аша Куш- каға автомобиль һәм тимер юлы төҙөү — өс дәүләт араһындағы берлектең дөйөм идеалы бына шул. Ул саҡта Тебриз, Рей, Тус, һират һәм Балһ, Газни кеүек ислам мәҙәниәтенең боронғо төп үҙәктәре элекке вазифаһын кире ҡайтара алыр. Был хосуста уйлағандарымды һәр өс дәүләткә ентекле яҙып бирҙем. Ниәтем аҙағына тиклем самими булғанлыҡтан, берегеҙгә яҙғандарыңды икенсе- геҙҙән йәшерерлек һис бер уй-фекерем юҡ. Тик рус­тарҙың даими рәүештә үткәргән милли шовинизм сәйәсәтенән ҡәтғи рәүештә һаҡланыу мотлаҡ. Был айҡанлы исламйәт тә өс милләт өсөн файҙалы ярҙамсыға әүерелер. Өс мәмләкәттең һәр береһендә төрлө ҡәүемдәрҙең хоҡуҡтары танылһа ине. Афғанстанда үзбәк, төркмән һәм тажиктар өсөн үҙ телдәрендә мәктәптәр асырға, хәрби хеҙмәттә вазифа биләүҙә улар менән афғандар араһында айырма булдырмаҫҡа кәрәк. Был хосуста селжук вәзире Низамелмөлөктөң «Сәйәхәтнамәһендәге 24, 25, 26-сы бүлектәрҙәге фе­керҙәре иғтибарға лайыҡлы.

  1. Рәсәйҙең көнсығышта үткәргән сәйәсәтендә ниндәйҙер инҡилабсылыҡ эҙләү хата. Советтар батшанан мираҫ булып ҡалған сәйәсәтте шул уҡ йүнәлештә дауам итәсәк һәм марксизм нигеҙендә нығытасаҡ. Был хосуста үткән йыл (1922) Сәмәрҡәндтә саҡта «Шәреҡтә ижтимағи инҡилаб» исеме менән бер мәҡәлә яҙҙым һәм Хашим Шаиҡ бейгә ебәрҙем. Хәҙер бер нөсхәһен Мөхәммәт Вәли Ханға бирҙем. Беҙ мәмләкәтебеҙҙә милләтсе булған коммунист зыялыларыбыҙға таянып эш иттек. Шуға күрә был мәҡәлә улар өсөн әҙерләнгәйне, тәьҫире ыңғай бул­ды. Инҡилабсы һәм алдынғы шәхес булыуығыҙ сәбәпле, был әҫәрҙә һеҙҙең кеүек хөкөмдар иғтибар итерлек бәғзе фекерҙәр бар. Беҙҙең төп дошмандарыбыҙ «рус коммунист-империализмы» һәм үҙ арабыҙҙы серетеүсе реак­ция.
  2. Өс ислам дәүләте араһында радиобәйләнеш урынлаштырыу һәм мәғлүмәт алышыу заманы етте. Рустар менән инглиздәрҙең ҡеүәтле мәғлүмәт туплау система­лары бар».

     1923 йыл 15 июлдә был яҙыуға өҫтәлмә сифатында сит ил эштәре вәзире Мөхәммәт Вәли Ханға түбәндәге кескәй хатты ла юлланым: «Дәүләтегеҙгә килгәс, һеҙгә һөйләгәндәремде яҙып бирергә ҡушҡан кәңәшегеҙ буйынса «Күркәм хәҙрәткә» тапшырыу өсөн яҙыу әҙерләнем. Яҙған саҡта был мәсьәләләр хаҡында тағы бер аҙналай уйландым, бына хәҙер тәҡдим итәм. һеҙгә айырым әйтәсәк фекерҙәрем бар, сөнки яҙған һүҙҙәрем «Күркәм хәҙрәткә» аҡыл өйрәтеү кеүек күренеүенән ҡурҡам. Мин үҙем Амери­ка менән Японияны Урта Азия эштәренә йәлеп итеү мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт бирәм. Әле 1918 йььлда уҡ, бат­ша режимы ҡолау һөҙөмтәһендә тарҡау ҡалған Себергә Япония һәм Америка хәрби көстәре килгәс, уларҙың етәкселәре янына Талха Рәсүлев исемле арҡадашыбыҙҙы, һуңыраҡ Милли комитетыбыҙҙың Ташкент бүлегенән Кульджала асылған Япония вәкәләтенә Мос­тафа Шаһкули, Ғариф Кәрими һәм Садретдин хан исем­ле арҡадаштарыбыҙҙы ебәрҙек. Хәҙер ҙә, хөрмәтле хөкүмәтегеҙ ышанып бойора ҡалһа, Хашим Шаиҡты ошо йүнәлештә эш итеү өсөн Японияға ебәрә алыр ине­геҙ. Бер айҙан бирле Кабулда булған арала мәмләкәтегеҙҙә Рәсәй сәйәсәтен өйрәнеү буйынса ниҙәр эшләнеүе менән ҡыҙыҡһындым. Әмир Хәбибулланың вафатынан һуң нәшер ителгән бөтә газета һәм мәжмүғәләрҙе ҡарап сыҡтым. Сит ил эштәре вәкәләтендә һеҙ тәҡдим иткән шәхестәр менән һөйләштем, әммә күңелемдә бик ауыр тәьҫир ҡалды. Мәскәүҙәге илсегеҙ һәм Ташкенттағы консулығыҙ бәғзе газеталарҙан материалдар ҡырҡып алып ебәргән. Бындай мәҡәләләр баҫа торған газеталар һәм мәжмүғәләр тулыһынса килтерелһә һәм Сит ил эштәре вәкәләтендә коллекция рәүешендә һаҡланһа ине. Тифлиста сығарылған «Заря Востока» ла бик мөһим. Биш йыл инде рус эмигранттарының Европала үҙ нәшриәте бар, Европа милләттәре лә үҙҙәренең Рәсәй буйынса тикшеренеүҙәрен китаптар һәм мәжмүғәләр рәүешендә баҫып сығарҙы. Уларҙы йыйып килтерергә кәңәш итер инем. Хәҙер Хажи Сәми, шәрҡи Бохаранан айырылып, бында килә, уның менән килгәндәр араһын­да исемдәре иҫкә алынған Мостафа Шаһкули, Ғариф Кәрими һәм Садретдин хан да бар. Мостафа Шаһкули менән Ғариф Кәрими — Рәсәйҙә университет тамам­лаған милләтсе татарҙар. Мостафа бер аҙ французса ла белә. Уларҙы янығыҙға алһағыҙ, рус нәшриәтен өйрәнеү эшендә һеҙгә файҙалы булырҙар. Фарсыса яҡшы белгән Садретдин хан иһә—Ташкенттың абруйлы ғалимы. Ул һәм Бохара кешеһе Ғәбделхәмит Арифов һеҙгә Төркөстанда сыҡҡан бөтә нәшриәтте өйрәнеүҙә ярҙам итә алырҙар. Мәмләкәтегеҙҙә миңә ҡарата күрһәтелгән иғтибарығыҙ һәм хөрмәтегеҙ өсөн Күркәм хәҙрәткә һәм Һеҙ ғәли йәнәпкә күп-күп рәхмәттәр белдерәм. Рәсәйҙә Фәйез Мөхәммәт, Сардар Ғәбделрәсүл хан һәм һеҙ ғәли йәнәп менән осрашыуҙан һуң хасил булған ыңғай мөнәсәбәтебеҙ арабыҙҙағы бәйләнешебеҙгә артабан да дауам итергә мөмкинлек бирер тигән ышанысым бар.

     Хатымдың һуңында тағы бер ҡабатламаҡ булам: Төркөстан менән Афғанстандың яҙмышы өсөн көрәш ярым-ярты саралар нигеҙендә хәл ителәсәк эш түгел. Япония һәм Америка менән һөйләшеү мәсьәләһенә бик етди ҡарарға, беренсе тапҡыр әһәмиәт бирмәһәләр, мәсьәләне ҡайта-ҡайта уртаға ҡуйырға кәрәк булыр. Минең белгәндәрем шул. Тәрән ихтирам һәм ҡәрҙәшлек сәләмдәре менән

                                                                         Әхмәтзәки Вәлиди. 15.Ү11.1923».

                              СССР-ҙың БЕРЛИНДАҒЫ ТУЛЫ ХОҠУҠЛЫ ВӘКИЛЕНӘ

                                                                                                    1924 йыл, 12 апрель

     Башҡорт Совет Республикаһы Инҡилаб комитетының элекке Рәйесе Әхмәтзәки Вәлидиҙән Афғанстанда булған сағымда мин, Ташкентта Рудзутак иптәшкә яҙма рәүештә хәбәр итеүемсә, Рәсәйҙең Кабулдағы Вәкиле Раскольников иптәш менән осра­шырға теләнем, ләкин минән тормаған сәбәптәр арҡаһында был мөмкин булманы һәм миңә Вәкилгә яҙма мөрәжәғәт итеү менән сикләнергә тура килде (уның күсермәһен ошо хатыма ҡушып һалам), мөрәжәғәтем­дең һөҙөмтәһен дә белә алманым. Хәҙер мин Һиндостан, Мысыр һәм Франция аша Берлинға килдем һәм Рәсәй Вәкиленә үтенестәремде үҙем тапшырып, үҙем яуабын да ала алыр инем:

     1) Хәҙерге көндә ғаиләм — ҡатыным менән мин киткәндән һуң тыуған балам Төркөстанда (бәлки, хәҙер Башҡортостандалыр) йәшәй. Тулы хоҡуҡлы вәкиллектән Совет хөкүмәтенең минең ғаиләмә Германияға, Берлинға, килергә рөхсәт биреүенә булышлыҡ итеүен үтенәм. Шулай уҡ ҡатыныма минең кескәй генә китап­ханамды ла үҙе менән бергә алырға рөхсәт итеүен һорайым. Был китапхана башлыса (хатта тулыһынса) рус һәм шәреҡ телдәрендәге фәнни китаптарҙан тора. Бынан тыш, ғаиләмә, ҡатыныма һәм Башҡортостандағы ата-әсәмә минең менән тик ғаилә мәсьәләләре хаҡында хат алышып торорға рөхсәт итеүегеҙҙе һорайым.

     2) Төркөстанда сағымда уҡ, 1922 йылдың сентяб­рендә, Рудзутак иптәшкә ебәргән хатымда РКП Үҙәк Ко­митетына һәм Рәсәй Совет хөкүмәтенә 1920—1922 йыл­дарҙа Рәсәй Урта Азияһы милли хәрәкәтендә ҡатнашыуым фәҡәт Рәсәй эсендәге эштәр булыуын, йәшерен хәлгә күсеү мәжбүриәте етәксе рус иптәштәрҙең миңә бөтөнләй ышанмай ҡарауҙары менән аңлатылыуын һәм Рәсәй шарттарында, легаль хәлдә ҡалып, үҙ ҡараштарың өсөн асыҡ йәки хатта ярым асыҡ рәүештә көрәшеп бул­мауын аңлатҡайным. Мин ул хатта, Совет Рәсәйенән сығып киткәндән һуң, миңә Рәсәйгә ҡарата лояль бу­лыуҙан башҡа сара юҡлығын һәм сит илдә бөтә иғтиба­рымды тик ғилми эштәргә йүнәлтәсәгемде лә аңлатҡай­ным. Бына бер йылдан ашыу инде сит илдәрҙә мин был ҡарарыма тоғро булып ҡалдым. Хәҙер мин бер-ике йыл Европала ҡалырға һәм үҙемдең ғилми эшемде дауам итергә уйлайым. Инҡилабтан алдағы бөтә ғилми эшмәкәрлегем рус ориенталистары даирәләре менән бик тығыҙ бәйле булғанлыҡтан миңә хәҙер Рәсәй ғалим­дары менән бәйләнешкә инергә бик кәрәк. Ленинградтан 1) академик Бартольд, 2) профессор Самойлович, Мәскәүҙән 3) профессор Гордлевский, Ташкенттан 4) профессор Шмидт, 5) Әбүбәкир Диваев, Ҡазандағы, Ырымбурҙағы һәм Ташкенттағы халыҡ мәғарифы ко­миссариаты ғилми комиссиялары менән хат һәм китап­тар алышырға теләр инем.

     Гәзиттәрҙән минең менән хат алышҡан ҡайһы бер кешеләрҙең ҡулға алыныуы хаҡында белгәндән һуң ошо үтенес менән мөрәжәғәт итергә бурыслымын. Рәсәй хөкүмәте миңә юғарыла иҫкә алынған кешеләр менән ғилми мөнәсәбәттә булырға рөхсәт итһә һәм уларҙы ми­нең менән ниндәйҙер сәйәси бәйләнештә тороуҙа ғәйепләмәһә ине, сөнки Рәсәй Совет хөкүмәте әле булһа минең Рәсәй эсендәге теге йәки был сәйәси төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә бер ниндәй мөнәсәбәтем булмауы хаҡындағы белдереүемдең самими булыуына ышанмауын дауам итә.

     Рәсәйҙә инҡилабҡа аҙ хеҙмәт итмәнем һәм был хеҙмәтте мин таяҡ аҫтында түгел, ә ихлас теләк менән башҡарҙым. РКП Үҙәк Комитеты һәм Совет хөкүмәте минең был кескәй үтенестәремде үтәүҙән баш тартмаһа ла булыр ине.

                                                                                                                                                          Ә. Вәлидов.

БЕРЛИНДА ҮТКӘН СОЦИАЛИСТАР КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ДЕЛЕГАТТАРЫ АЛДЫНДА УҠЫЛҒАН ДОКЛАД

                                                                                                                                                             1924 йыл, декабрь

     Мин Төркөстандың «Йәмғиәт» исемле милли-демократик союзының социалистар фракцияһы исеменән сығыш яһайым. «Төркөстан йәмғиәте» исеме аҫтында Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш биләмәләре булған Төркөстандың биш өлкәһе, Хива һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ, шу­лай уҡ, алыҫ урынлашҡан булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халыҡтарының милли-демократик һәм социалистик ойошмалары берләшкән.

     Беҙҙең ойошма исеменән мин Европа социалистары конференцияһында тәүге кеше булараҡ сығыш яһайым, шуға күрә һеҙҙе үҙебеҙҙең фирҡә менән таныштырып китергә тейешмен.

     Беҙҙә, бөтә йүндән артта ҡалған ил булараҡ, фирҡә эштәре бөтөнләй яңы күренеш. Беҙҙекеләр, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, төркөстандар, рустарҙың үҙҙәре кеүек үк, палата ағзаларын бөтә халыҡ ҡатнашлығында һайлау эше һәм рустарҙың фирҡә органдары менән беренсе тапҡыр 1905 йылда ғына таныштылар һәм үҙҙәре өсөндә сәйәси ойошмаларҙың кәрәк икәнлеген шул ваҡытта аңланы­лар. Ләкин батша урындағы (рус булмаған. — Ә. Ю.) ха­лыҡты һайлау хоҡуғынан мәхрүм итеү арҡаһында пар­тия ойошмаһы булдырыуҙың мәғәнәһе ҡалманы.

     Рус социал-демократтары Наливкин менән Вяткин Ташкентта үзбәк телендә «Таракке» тигән социалистик гәзит сығара башлағайнылар ҙа, уны тыйҙылар. Йәше­рен сәйәси ойошма хаҡында ул саҡта беҙ күҙ алдына ла килтермәй инек. Фирҡәләр ойоштороу ғәҙәте булмаһа ла, 1917 йылғы инҡилабтың беренсе көндәрендә үк беҙҙә

     Юғарыла килтерелгән доклад Берлинда үткән социалистар конференцияһы делегаттарына 1924 йылдың декабрендә уҡылды. Докладтың авторы – Өфө губернияһы башҡортто, инҡилабтан алда уҡ үҙ йәмғиәт эштәре менән тырыш шөғәлләнгән Ә.Вәлидов иптәш 1917 йылдың апрелендә Ташкентта социал-революционерҙар фирҡәһенә ингән. Учредителдәр йыйылышына башҡорт халыҡ фирҡәһе исемлегенән үткән, эсерҙар менән бергә Учредителдәр йыйылышы өсөн башҡорт ғәскәре төҙөп большевиктәрға һәм Колчакка ҡаршы көрәшә. Учредителдәр көсө Колчак тарафынан тар-мар ителгәс, Вәлидов ғәскәр менән бергә большевиктар яғына сыға. 1919 йылдың февраленән алын 1920 йылдың сентябренә тиклем ул хәрби комиссар һәм инҡилаб комитеты, Башҡорт совет йөмһүриәте рәйесе сифатында большевиктар менән хеҙмәттәшлек итә. 1920 йылдың апрелендә ул Рәсәй коммунистар фирҡәһенә инә .ләкин шул ук йылдың июль аҙаҡта­рында йәшерен эш алып барыу өсөн Мәскәүҙән Төркөстанға ҡаса һәм унда өс йыл « Йәмғиәт» исемле халыҡ ойошмаһы ағзаһы ,йыл ярым уның Үҙәк Ко­митеты рәйесе булып эшләй,иптәштәре менән дәйөм комитеттың социа­листар фракцияһын тәшкил итә. 1923 йылдың башында ул сит илгә сығып китә.

     Бында Вәлидов иптәштең сиктән тыш мөһим докладын тулыһынса нәшер итеп, беҙ «Знамя борьбы»ның яҡын һандарының береһендә уның эстәлегенә кире ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ «Знамя борьбы» журналы — һул социал-революционерҙар фирҡәһенең сит илдәге делегаттары һәм со- диал-революционер максималистар союзының органы. 1925 йылдың фев-раль-март һаны. N6 9—10).

     фирҡә ойоштороу эштәре башланды һәм шунда уҡ өс ағым барлыҡҡа килде: 1) консерваторҙар, 2) прогрессив демократтар һәм 3) социалистар. Консерваторҙар хәрәкәтенең башында Бохара әмире, уның чиновникта­ры, консерватор руханиҙар торҙо, һәм улар тик бай си­ныфтарҙың мәнфәғәтен яҡланы. Был бик көслө хәрәкәт ине, инҡилабтың беренсе көндәрендәге һайлауҙарҙа урындағы халыҡтың томана ҡатламдарын үҙ артынан эйәртә алды, рус кадеттары, капиталистары менән бергә эш итте, әммә фирҡә булып ойоша алманы. Башлыса ев­ропаса белем алған урындағы халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләрҙән торған прогрессистар тиҙ арала ойоштолар, фирҡәнең программаһын, уставын төҙөнөләр, урын­дарҙа тап европаса итеп бүлектәрен булдырҙылар. Был иһә консерваторҙар ҡаршыһында уларҙың ҙур өҫтөнлөктәре ине. Был ойошма, синыфтарҙан ситтә бу­лып, народниктар рухында ойошһа ла, инҡилабтың бе­ренсе көндәренән үк кадеттарҙың буржуаз-демократик фирҡәләренән ҡырҡа ситләште һәм һәр ерҙә рус социа­листары фирҡәләре (социал-революционерҙар һәм со­циал-демократтар фирҡәләре) менән хеҙмәттәшлек итте, 1917 йылдың аҙағында ҡараңғы халыҡ ҡатламдарын ойошторған берҙән-бер көскә әүерелде. Халыҡтың ыша­нысын айырыуса асығыусыларға ярҙам ойоштороп яула­ны, үҙенең сәйәси мәсьәләләрҙә эҙмә-эҙлекле эш итеүен урындағы халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, уларға һай­лауҙарҙа һәм ҡоролтайҙарҙа етәкселек итеп иҫбатланы, аҙаҡ сиктә, Төркөстанда урындағы халыҡтың хөкүмәтен төҙөнө.

     Социалистар йүнәлеше тағы ла әүҙемерәк, милли хоҡуҡтар өсөн көрәштең тәүәккәлһеҙлеге менән ҡәнәғәт булмаған, ерҙе дөйөмләштереү фекерен ҡыйыу яҡлаған, эшсе-крәҫтиән ҡатлауҙарына яҡын булырға ынтылған шәхестәрҙе берләштергәйне. Был төркөмдәр «Туран» исемле фирҡәгә берләштеләр, был фирҡә һуңғы һайлауҙарҙа айырым исемлек менән сыҡһа ла, халыҡ ҡатламдары социализм тәғлимәте менән һис тә таныш булмағанлыҡтан, уңышҡа өлгәшмәне. Бынан һуң социалистар ойошмаһы прогрессистар менән хеҙмәттәшлек итергә, йәиһә рус фирҡәләренә ҡушы­лырға мәжбүр булды. Ҡырғыҙстанда етәксе фирҡә со­циализм менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған «Алаш» фирҡәһе ине. Башҡортостанда иһә шундай уҡ халыҡ фирҡәһе булды, тик уның программаһында ер, урман, рудник һәм фабрикаларҙы дөйөмләштереү ҡаралғайны. Төркөстандың прогрессив фирҡәһе һәм Ҡырғыҙстан менән Башҡортостандың халыҡ фирҡәләре ойошоп берләшмәһәләр ҙә, һәр саҡ бергә хәрәкәт иттеләр. 1918 йылда улар бер төптән Учредителдәр йыйылышы өсөн уң фирҡәләргә ҡаршы ла, боль­шевиктарға ҡаршы ла көрәште. Ләкин рустарҙың урта ағым фирҡәләре тарҡалып, иң уң (Колчак) һәм иң һул (большевиктар) тарафҡа бүленде. Урындағы ха­лыҡтарҙың прогрессив демократия ойошмалары 1918 йылдың аҙағында ошо ике төркөмдөң береһен һайларға мәжбүр булды. Улар, әлбиттә, коммунистарҙы өҫтөнөрәк күрҙе. Төркөстандың Коммунистар фирҡәһенә ҡушылған эшмәкәрҙәре Рәсәй Коммунис­тар фирҡәһе органдарында «Мосолман коммунистар бюроһы» ойоштороп ҡаранылар. Был бюроға ингән прогрессистар һәм социалистар, шулай уҡ Коммунис­тар фирҡәһенән ситтә ҡалғаңдарҙың күпселеге үҙҙәре­нең элекке ойошмаларын тарҡалды тип иҫәпләнеләр. Улар бөтә көстәрен һалып Советтарҙың еңеүе өсөн

     * Автор был әҫәрендә Ҡырғыҙстан һуҙен Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанды бергә куҙ уңында тотоп ҡуллана. (Ә. Ю.)

көрәште, РСФСР-ға Рәсәйҙең күрше илдәре менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итте. Ләкин рус ком­мунистары урындағы коммунистар ойошмаларына һәм фирҡәләрҙән ситтә ҡалған прогрессистарға һис ышан­маны, шөбһә менән ҡараны. Төркөстан мосолман ком­мунистары һәм фирҡәнән тыш ҡалған эшмәкәрҙәр, элекке прогрессистар 1919 йылда баш күтәреүселәр, Бохара әмире, Каспий аръяғына килгән инглиздәр менән бәйләнештә булған икән, тип шөбһәләнеүҙең, башҡорт Совет хөкүмәте Өфө губернаһында крәҫтиәндәрҙең баш күтәреүен ойошторҙо (1920 йыл­дың марты) тип ғәйепләүҙең хата икәнлеге хәҙер бөтәһенә лә билдәле. 1920 йылдың уртаһында Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең үҙенең Мосолман бю­роһына һәм фирҡәнән тыш ҡалған прогрессистарға һәм социалистарға бөтөнләй ышанмауы һәм хатта дош­мандарса мөнәсәбәте тамам асыҡланды һәм ул бюро юҡ ителде. Урындағы халыҡтарҙың ҡыҙыл ғәскәрҙәре тарҡатыла башланы, уларҙың (Кырғыҙстанда һәм Башҡортостанда) батша ваҡытынан алып үҙ ҡара­маҡтарында булған һәм инҡилабтан һуң да урындағы ер комитеттары һәм комиссариаттары ҡарамағына күскән ерҙәре (Башҡортостанда) Мәскәүҙәге ер эшкәртеү ха­лыҡ комиссариатына тапшырылды. Шул нигеҙҙә ерҙе баҫып алған күскенселәр теше-тырнағына тиклем ҡоралланды. Был ваҡытта Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең урындағы халыҡ ойошмаларына ышанмай ҡарауының нигеҙен аңлатыусы тәғлимәт тезистар рәүешле билдәләнгәйне инде. Тик бер юл ғына ҡалды — үҙ ваҡытында йәшерен эш башлау. Быға тиклем урын­дағы халыҡтың сәйәси эшмәкәрҙәре (был ваҡытта уларҙың күпселеге Рәсәй Коммунистар фирҡәһенә ингәйне) тағы бер нисә тапҡыр төп фекер айырымлыҡтарын көйгә һалырға тырышып ҡаранылар. Ленин Коминтерндың Икенсе конгресына милли-колониаль мәсьәлә буйынса үҙенең 12 пункттан торған тезиста­рын яҙҙы. Миңә ул был тезистар хаҡында үҙ фе­керҙәремде яҙып бирергә ҡушты. Ул саҡта Мәскәүҙә булған Төркөстан, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан мосолман коммунистары менән беҙ тейешле төҙәтмәләр әҙерләнек. Бынан тыш мин был төҙәтмәләргә өҫтәлмә рәүештә айырым яҙыу яҙҙым, һуңынан Шәреҡ ха­лыҡтарының Баҡы съезында (1920 йылдың сентябре) Зиновьев менән Радекка шул ук фекерҙәр компро­мисҡа тағы ла ҡулайыраҡ хәлдә тәҡдим ителде. Икеһеңдә лә был тырышлыҡтар уңышлы булманы. Ошонан һуң беҙ урындағы халыҡтың милли-демократик һәм социалистик ойошмаларын яңынан бер союз рәүешле аяҡҡа баҫтырырға һәм уны «Йәмғиәт» тип атарға ҡарар иттек. Беҙҙең ойошмаларыбыҙҙың бөтә эшмәкәрлеге Төркөстандың көньяғында тупланды, Был ваҡытта Бохара ханлығы юҡ ителгәйне. Әмир ҡасты һәм һөҙөмтәлә беҙҙе ике ут аҫтында тотоусы, томана ха­лыҡ араһында (уларҙың наҙанлығы менән файҙаланып) йоғонтоһо сиктән тыш көслө булыу арҡаһында беҙгә халыҡҡа яҡынларға ҡамасаулаусы дошман юҡ булды. Бохара ханлығының юҡҡа сығыуы һәм урындағы халыҡ аҡтарының тар-мар ителеүе беҙгә киң форсат асты. 1920 йылдың аҙағына тик беҙҙең йәшерен ойошмалары­быҙ урындағы эштәрҙең төп хужаларына әүерелде. Был иһә «Йәмғиәт» берекмәһенә ҡушылған сәйәси төркөмдәргә үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙе асыҡлап, эске сәйәси төркөмдәргә бүленергә мөмкинлек бирҙе. Йәнле эске сәйәси тормош, етәкселек һәм беренселек өсөн көрәш башланды. «Йәмғиәт»тең 1921 йылдағы ғинуар кәңәшмәһендә программа мәсьәләләрен оҙаҡ тикшергәндән һуң ике программа — береһе прогрессис- тарҙың «19 пунктлы» һәм икенсеһе социалистарҙың 27 пункттан торған программалары — барлыҡҡа килде. Ошо ике программаның тик 7 пункты, ике яҡ өсөн дә ҡабул итерлек булып, «Йәмғиәт» федерацияһының төп программаһын тәшкил итте. Был дөйөм программаға инмәгән мәсьәләләр буйынса ике айырым фракцияға айырылған социалистар һәм прогрессистар үҙ аллы эшмәкәрлек итте, Дөйөм программаға түбәндәге мәсьәләләр инде: Рәсәйгә мөнәсәбәт, большевиктарға мөнәсәбәт, республика төҙөлөшө, Төркөстанда эске милли мәсьәлә (вәкилдәр һанын халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләү), дин эштәрен дәүләттән айырыу, халыҡ мәғарифы мәсьәләләре. Фекер айырымлығы күҙәтелгән пункттар: ғәҙәттә демократтарҙы һәм ярты­лаш социалистарҙы социалистарҙан айырған социаль- иктисади, ер һәм профессиональ мәсьәләләр. Бынан тыш тағы ла урындағы көндәлек ғөрөф-ғәҙәт мәсьәләләре лә бар ине (мәҫәлән, прогрессистарҙың пәрәнжә мәсьәләһендәге икеләнеүҙәре, элекке халыҡ хөкөм сығарыусыларын ҡалдырыу-ҡалдырмау). Тәүге мәлдә бөтә донъя инҡилаб хәрәкәтенә һәм Милләттәр лигаһына мөнәсәбәт пункты ла төрлө фекер тыуҙырҙы, әммә һуңынан күпселек был мәсьәлә буйынса социа­листар фекеренә ҡушылды. Милләттәр лигаһы менән бәйләнештән баш тарттылар. Ғөмүмән Төркөстан прогрессистары, рус социал-демократтары кеүек үк, үҙенең программаһы менән түгел, ә тактикаһы, тәүәккәлһеҙлеге, икеләнеүсәнлеге, ҡыйын мәлдә эштән ситкә тайпылыуы менән сикләнгәнлек күрһәтте. Улар хатта социалистик программа ҡабул иттеләр (ерҙе, һыуҙы дөйөм милеккә әүерелдереү һәм башҡалар), әммә үҙҙәрен социалистар тип атарға ҡыйманылар.

     Беҙҙең халыҡтың, айырыуса хеҙмәт кешеләренең мәҙәни үҫешенең ниндәй кимәлдә булыуын һәм социа­листарға йәшерен эште ниндәй шарттарҙа башҡарырға тура килеүен европалыларға аңлатыуы ла ауыр. Ләкин ҡайһы бер яҡтарын аңлатыуы еңел. Беҙҙә сәнәғәт пролетариаты, Рәсәй һәм Персиялағы кеүек, урындағы фео­далдар ҙа һәм уларға ҡапма-ҡаршы торған крепостной крәҫтиәндәр синыфы ла юҡ. Бөтә халыҡ — ваҡ мөлкәт эйәһе, һәм уларҙың барыһы ла, шул иҫәптән ҡала сауҙагәрҙәре лә, Европа һәм рус капиталына хеҙмәт итә. Урындағы халыҡ вәкиленең ҡулында бер генә фабрика ла, банк та юҡ. Батша хакимиәте бөтә сәнәғәтте Рәсәйҙең Европа өлөшөндә туплау маҡсатында Төркөстанда ҙур завод һәм фабрика төҙөүгә юл ҡуйма­ны. Европа капиталының иҙеүе — урындағы халыҡтың бөтә синыфтары өсөн дә дөйөм бәлә. Урындағыларҙы рус хакимиәте, капиталы, күскенсе крәҫтиәндәре, чи­новниктары һәм сауҙагәрҙәре, бөтә рус милләте иҙә. Улар беҙҙе синыф булараҡ түгел, ә бөтөн милләт була­раҡ иҙә һәм беҙҙе уларға хаҡлы рәүештә буйһондо­ролған тип иҫәпләй. Был дөйөм иҙеү урындағы халыҡта эске синфи ҡаршылыҡтың үҫешенә ҡамасауланы, Ә был эске синфи ҡаршылыҡ электән бар ине һәм ул илде рустар баҫып алғанға тиклем, көнбайыш илдәрҙәге кеүек үк, Төркөстандың бөтә тормошон билдәләй торғайны. Рус иҙеүе аҫтында ла был ҡаршылыҡ һиҙелде, сөнки рус һәм Европа капиталының ҡуштаны булған урындағы агенттарҙың ҡулында капитал тупланыуы быға тәьҫир итте, иҙелгән хеҙмәт кешеләренең артабан ярлыланыуы арҡаһында был ҡаршылыҡ артабан да көсәйәсәк ине. Инҡилабтан һуң был урындағы алыпһатарҙарҙың сауҙа капиталы юҡ булды. 1917 йылғы инҡилабтан һуң урыңдағы халыҡ башына бөтә бәләләр коммунизм һәм социализм лозунгылары аҫтында килеп төштө. Ете йыл буйына Төркөстанда эшһеҙҙәрҙең, элек башлыса мамыҡ сәсеүлектәрендә эшләгән хоҡуҡһыҙ дехкандарҙың (крәҫтиәндәр) күтәрелештәре булды. Баш күтәреүселәр тик урындағы халыҡ вәкилдәренән тора ине. Улар тик крәҫтиән һәм эшсе синыфтарҙан тороуы­на ҡарамаҫтан, рус күскенсе крәҫтиәндәре был хәрәкәткә ҡушылманы. Баш күтәргән урындағы ха­лыҡҡа ҡаршы рус хакимиәте, рус ғәскәре һуғышты, һәм был иң башта синфи көрәш булған һуғыш 1921 йыл ба­шында милли бойондороҡһоҙлоҡҡа йүнәлтелгән һуғышҡа әүерелде. Ә инде был күтәрелешкә Әнүәр па­ша ҡушылып етәкселек итә башлағас, Төркөстандағы рустарҙың бөтә синыфтары ла ҡоралға тотондо. 1917— 1918 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында рус хакимиәте Төркөстанда тик рустарға аҙыҡ таратып, урындағы ха­лыҡты һис бер ниндәй ярҙамһыҙ ҡалдырҙы, 1922 йылда оҙаҡ ваҡыт баҫмасылар араһында булғанда мин һәр ваҡыт рус күскенсе крәҫтиәндәренең баҫмасыларға ҡаршы һуғышҡан большевиктарға ярҙам итеүен күҙәттем, ә ғәмәлдә иһә был крәҫтиәндәр большевик­тарға нәфрәт менән ҡарай ине. Ғөмүмән колонияларҙа әҙселек тәшкил иткән осраҡта иҙеүсе милләттең бөтә вәкилдәре, синыфтары һәм ҡатлауҙары үҙ ғүмерҙәре өсөн ҡурҡышынан берләшә, сөнки бөтә был күскенсе крәҫтиәндәр ҙә, ҡала халҡы ла урындағы халыҡтың ерен тартып алып, уларҙы йәшәүгә яраҡһыҙ сүлдәргә ҡыҫырыҡлап, үлтереп урынлашҡандар. Иҙеүселәрҙең был берләшеүенә ҡаршы Төркөстан «Йәмғиәтле тирәһенә Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостандың инҡилаб яҡлы көстәре берләште, сөнки унда урындағы крәҫтиәндәр менән рус күскенсе баҫып алыусылары араһында ҡаршылыҡ бигерәк тә аныҡ күренә ине.

     Был шарттарҙа большевиктарҙан ситләшеп йәше­рен эш алып барыусы социалистар бер ниндәй хәрәкәтһеҙ ҡалырға йә иһә прогрессистар менән бер­лектә эш итергә тейеш булды. Социализм һәм комму­низм уҙ абруйын юғалтҡан хәлдә лә инициатива һәм етәкселек социалистар ҡулында ҡала килде, сөнки улар һис бер ваҡыт башҡаларҙың етәкселеген таныма­ны. Был иһә туранан-тура халыҡ һәм баш күтәреүселәр менән эш итеп, Коминтернға баҫым яһарға һәм беҙҙең шарттарҙы ҡабул иттерергә ынтылған ваҡыт ине. Улар бер аҙ сигенделәр, ләкин беҙҙең файҙаға түгел, ә мулла­лар менән башҡа реакционерҙар файҙаһын ҡараны­лар. Коминтерндың союздаштары — рус империализ­мы, рус милләтселеге, рус күскенсе бай крәҫти­әндәре — беҙҙең союздаш-прогрессистарға һәм баш күтәреүселәргә (баҫмасылар) ҡарағанда көслөрәк булып сыҡты.

     Ләкин аныҡ эштә, айырыуса өгөт-нәсихәт эшендә, уҡыусы йәштәр, уҡытыусылар һәм урындағы профессиональ ойошмалар («Кушчи» союзы һәм башҡалар) араһында өгөт-нәсихәт эшендә (большевиктарҙың ту­лы контроле һәм монополияһына ҡарамаҫтан) беҙҙең фракция үҙ аллы эщ итте һәм тулы уңышҡа өлгәште. Быға ул ваҡыттағы ваҡиғалар ҙа булышлыҡ итә ине, Ваҡиғалар беҙҙе, йәш быуынды ғына түгел, өлкән йәштәге зыялыларҙы ла донъяға иҡтисади, хужалыҡ итеү йөҙөнән ҡарарға, ысынбарлыҡҡа аныҡ мөнәсәбәттә булырға өйрәтте... Хәҙерге Төркөстан халҡының ата-бабалары борон Ҡытайға ҡаршы һуғыш менән барып та, Ҡытайҙа эске һуғыш сығыуын белһәләр, һөжүм итмәй кире ҡайта торған булғандар, сөнки дошманыңа бындай ваҡытта һөжүм итеү — на­мыҫһыҙлыҡ тип иҫәпләнгән. Улар йоҡлап ятҡан дошманын осратһа, уны уятыр булғандар, сөнки дошман аты­на ултырып, ҡоралын алып, һуғышҡа әҙерләнергә те­йеш. Хәҙерге төркөстандарҙа ла был намыҫ төшөнсәләре һаҡланғайны. Ваҡиғалар был фәлсәфәнең бөгөнгө көнгә яраҡһыҙ булыуын күрһәтте, Ваҡиғалар теләһә ниндәй алдыҡтың, мәкерлектең, ике йөҙлөлөктөң, хөсөтлөктөң дошманға ҡарата ғына түгел, үҙ араңда ла ҡулланылыуын күрһәтте. Бер бәхәсләшкән мәлдә Ле­нин үҙе миңә: «Нисек һеҙ, Вәлидов иптәш, ниндәйҙер әхлаҡи ҡағиҙәләргә һылтанаһығыҙ? Һеҙ ниндәй инҡилабсы? Һеҙҙең менән төҙөлгән Килешеү — бер ҡағыҙ киҫәге генә. Ул бер кемде лә бер нәмәгә лә бу­рыслы итмәй», — тине. Ә беҙ, азиаттар, элек бындай һүҙҙәрҙе Ленин түгел, ә Колесов (Ташкентта), Цвил- линг (Ырымбурҙа) һәм Артем кеүек кешеләр генә һөйләй тип уйлай инек. Батша заманындағы һәм инҡилаб дәүерендәге ваҡиғалар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Батша хөкүмәте шундай тәртип урынлаш­тырғайны: Төркөстан тик мамыҡ етештерәсәк, ҡырғыҙҙар бөтәһе лә сүлдәргә ҡыҫырыҡланасаҡ һәм улар унда күсмә тормош нигеҙендә, иген икмәйенсә, мал үрсетәсәк, Ә иген менән Төркөстан тик Рәсәйҙең Европа өлөшөнән тәьмин ителәсәк. Шул рәүешле Төркөстандың һәм Көньяҡ Кырғыҙстандың күп милли­онлы халҡының ғүмере Рәсәйҙең Европа өлөшөнән, ун­дағы уңыштан йә иһә ҡоролоҡтан, Төркөстан менән Мәскәү араһындағы Һамар—Ташкент тимер юлының төҙөк булыу-булмауынан торасаҡ. Рәсәй икмәк бирмәгән хәлдә Төркөстан астан үлергә тейеш. 1917— 1918 йылдарҙа Рәсәй иген бирә алмағанда, тимер юлын­да хәрәкәт өҙөлгән хәлдә шулай булды ла, аслыҡтан ике миллиондан артыҡ урындағы халыҡ һәләк булды. Ошо фажиғәле тәжрибәнән һуң Төркөстанда мамыҡ түгел, иген сәсә, кустар хужалыҡты ла XX быуатта күрелмәгән күләмдә үҫтерә башланылар. Төркөстан, Рәсәй баҫып алғанға тиклемге кеүек үк, хәҙерге көндә лә, хатта бөтә донъянан айырылып ҡалған осраҡта ла, үҙ икмәге һәм үҙ тауарҙары менән йәшәй аласағына ышанды. Хәҙер Төркөстандың төньяҡ өлөшөндә һәм 'Кырғыҙстанда йәшәгән күскенсе халыҡ ултыраҡ тор­мошҡа һәм ер эшкәртеүгә нигеҙле рәүештә күсеп, һуғарыу эшен яҡшыртһа, Төркөстан Персиялағы, Ҡытайҙағы, Һиндостандағы икмәккә бай өлкәләр менән тимер юлы бәйләнеше урынлаштырһа һәм урындағы халыҡтың ғүмере Рәсәйҙәге теге йәки был ваҡиғаларҙан йә иһә рус империалистарының баш­баштаҡлығынан, холоҡһоҙлоғонан тормаһа, эшкәр­телгән, һуғарылған ерҙәрҙе бер кем дә тартып ала ал­маһа, Төркөстан үҙендә мамыҡ етештереүҙе яңынан һуғыштан алдағы күләмгә еткерә алыр. Төркөстандың Мәскәү туҡыма фабрикалары өсөн сырье әҙерләүсе хеҙмәтсәндәре хәҙер эшсе хәлендә ҡалды һәм аяуһыҙ иҙеүсе тиранға ҡаршы эш ташларға мәжбүр һәм был тиран уларҙың эш ташлауы ни тиклем һиҙелерлек миҡдарҙа зыян килтереүен күрә. Коминтерндың Төркөстанда «бындай эш ташлау дөйөм инҡилаб эшенә зыян итә» тип аңлатырға маташыуына төркөстандар «эш ташлау тик империализмға ҡаршы йүнәлтелгән» тип яуап бирә. Төркөстандар электән ғәйәт бай булған ил хәҙер ҙә байырға тейеш тип иҫәпләй. Әммә үлем яр­лылыҡтан да ҡурҡынысырак. Бөтә был хәл Урта Азия­ла урындағы халыҡ аңына ғәйәт мөһим үҙгәреш ин­дерҙе. Төркөстан үҙенең мең йыллыҡ тарихында бер нисә тапҡыр күсмә вәхши халыҡтарҙың һөжүм итеп ҡаплап алыуына дусар булды, ләкин рус инҡилабы дәүерендәге миҡдарҙа ерҙәрен талап алыу һәм урын дағы халыҡты яңы күскенселәр кеүек ҡырыу—-бында һис бер ваҡытта ла күрелмәгән хәл. (Төркөстандың биш өлкәһендә һуғышҡа тиклем 282688 рус йәшәһә, 1920 йылда уларҙың иҫәбе 541611-гә етә. Шул уҡ биш өлкәлә 1917 йылда урындағы халыҡ иҫәбе 8084700 булһа, 1922 йылда уларҙың иҫәбе 5029512-гә ҡала. Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан буйынса мәғлүмәттәр юҡ.) Был ауыр һынауҙарҙы үткәндән һуң урындағы ха­лыҡ, әлбиттә, сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләр буйын­са тормошсан фекерләргә өйрәнде. Хәҙер улар Төркөстандан күпме иген ситкә сығарылып, күпме иген алып киленеүен дә беләләр. Бындай иҫәпләп ҡарай белеү тәжрибәһе, һис шикһеҙ, азиаттар өсөн бик файҙалы күренеш, ләкин был тәжрибәнең хаҡы ла ғәҙәттән тыш ҡиммәткә төштө — өс миллион крәҫтиәндең ғүмере ҡыйылды. Минең был тәжрибәгә баҫым яһауымдың сәбәбе шул: социализмдың беренсе аҙымы — иҙелгән һәм ярлы халыҡты уның эш хаҡы күпме булыуын һәм иҙеүсе уның ни тиклемен тартып алыуын иҫәпләп өйрәтеү.

     Хәҙер көн һайын халыҡ марксизм һәм социализм |хаҡында ишетә. Марксизм да яҡшы әйбер, ул бөтә нәмәгә аныҡлыҡ индерә. Ләкин һәр кем уны үҙенең син­фи аңынан сығып аңлай. Муссолини марксизмы менән Ленин марксизмы бер түгел. Беҙҙә лә марксизмды үҙҙәренсә аңлайҙар. Большевиктар кешеләрҙе үҙҙәре­нең хәҙер мәшһүр булған көрәш ысулдарына һәм әхлаҡи мөнәсәбәттәренә өйрәтә. Бына шуларҙы беҙҙә марксизм тип аңлайҙар. Әммә большевиктар социализмға өйрәтмәйҙәр. Ете йыл дауамында улар социализм хаҡын­да халыҡҡа аңлайышлы бер генә китап та нәшер итмәне. 1922 йылда Төркөстандың төрлө яҡтарында йәштәрҙең социализм фекеренең Рәсәйҙә тыйылған ағымдарын, ғөмүмән коммунизмдан башҡа ҡараштарҙы сағылдырған ҙур ҡулъяҙма китаптарҙы йотлоғоп уҡыуҙарын һәм күсереп алыуҙарын күрен, хайран ҡалғайным.

     Бынан һуң Рәсәйҙә эҙәрлекләнгән социализм фекерҙәре Төркөстанда уҡыусы йәштәр араһында ғына түгел, иң артта ҡалған дехкан һәм эшсе ҡатламдары араһында ла киң таралырға тейеш. Быға инҡилабтың һуңғы йылдарында урындағы инҡилабсылар араһында ике ағым барлыҡҡа килеү ҙә булышлыҡ итәсәк. Зыялылар һәм прогрессистар автономия һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн асыҡ көрәш барышында, идея йәһәтенән гепә етәкселек итергә тырышып, ихтыярҙары йомшаҡ булыуын күрһәттеләр. Ә Совет дәүерендәге сәйәси тормошта, яңы, ғәҙәти булмаған шарттарҙа, уларҙың иҡтисади тормошта, хужалыҡ эштәрендә, синфи ҡараштан ситтә ҡалған милләтселәр булараҡ, про­граммалары юҡлығы асыҡланды. Ә инде социалистар һәм ғөмүмән уларға теләктәшлек итеүсе йәш көстәр, һәр ерҙә — баш күтәреүселәр сафында ҡорал тотоп көрәшеүсе йә иһә көрәшкә өндәүсе өгөтсө сифатында булһынмы, «Совет төҙөлөшө» тип аталған асыҡ эшмәкәрлектә булһынмы — съездарҙа, йыйылыштарҙа һәм Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең етәксе органда­рында (әлбиттә, коммунист ҡиәфәтендә) иң ауыр мәлдәрҙә лә үҙҙәрен урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен иң тоғро һәм эҙмә-эҙлекле яҡлаусылар итеп күрһәттеләр. Хәҙер социалистар халыҡ менән мөнәсәбәткә ингәндә һис кемдең дә таныштырыуыпа мохтаж түгел һәм бөгөнгө көндә үҙ аллы фирҡә сифатында ойошорға тулы мөмкинлектәре бар.

     Бының менән бергә тағы ла бер хәл иғтибарҙы йәлеп итә: шовинизмдың, милли эгоизмдың, Рәсәйгә күрше мо­солман илдәрендәге халыҡтарҙы бер-бер артлы руслаштырып йотоу теләгенең сиктән тыш көсәйеүе ғәрәп, төрөк, перстар араһында бер-береһенә нәфрәт күҙ алды­на килтерә алмаҫлыҡ күләмдә артты. Төрөк милләтселәре перстарҙы һуғыш ваҡытында инглиздәргә төрөккә ҡаршы ярҙам итеүҙә ғәйепләгәндә улар перстарҙың төрлө синыфтары араһындағы айырманы бөтөнләй иҫәпкә алмай. Перс милләтселәре лә һуғыш ба­рышында ҡайһы бер төрөк офицерҙары ҡылған ҡәбәхәтлектәрҙе бөтә төрөк халҡына яба.

     Гәзит биттәре бер-береһенә аяуһыҙ һөжүм итеүҙәр, йәмһеҙ яла яғыуҙар менән тулған. (Таһранда «Маликан», Константинополдә «Ватан», Ҡаһирәлә «Әл-Әхрәм» һәм Сириялағы, Мәккәләге ҡайһы бер гәзиттәр.) Был гәзит мәҡәләләре 1923 йылда ҡайһы саҡ дипломатик ҡаршылыҡтарға ла килтерҙе. Бөтә был ваҡиғалар мосолман ха­лыҡтарының сәйәси тормошонда синфи ҡараштан тыш тик милли ҡарашҡа эйәреүҙең ни тиклем яраҡһыҙ икәнлеген күрһәтте. Был мосолман илдәрендә Комин­тернға мөнәсәбәте булған социалистик һәм профессио­наль ойошмалар ғәҙәттә совет илселектәре, консул­лыҡтары менән артыҡ тығыҙ бәйләнешкә мәжбүр ителә, шуға күрә тыуған иленә бәйле кешеләр ул ойошмаларҙан китә. Хәҙер һул инҡилабсы милләтселәр араһында соци­алистар фирҡәһе ойоштороу фекере киң таралыу яу­ларға тейеш. Был фирҡә, бер яҡтан, иҙелгән халыҡтар араһында хеҙмәттәшлек итергә форсат бирһә, икенсе яҡтан, Европа пролетариаты менән бәйләнеш урынлаш­тырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең Икенсе һәм Өсөнсө Интернационалға мөнәсәбәтебеҙгә килгәндә, Икенсе Интернационалға ҡарашыбыҙ беҙҙең Коминтернға булған мөнәсәбәтебеҙҙән сығып билдәләнә. Беҙ ҙә бит донъя күләмендә социаль инҡилаб яҡлыбыҙ. Был фе­керҙе беҙ ҙә һуғыш һәм инҡилаб тарафынан алға сығарылған иң бөйөк һәм иң мөһим фекер тип иҫәпләйбеҙ. Шәреҡ халыҡтарының хеҙмәтсәндәре Евро­па капиталы иҙеүенән үҙендә хәрби тәртип булдырыу юлы менән ҡотолоу мөмкинлегенән ваз киҫкәңдән һуң инҡилабҡа өмөт бағлайҙар һәм Европалағы эшселәр хәрәкәтенә теләктәшлек белдерәләр. Был ышаныс киләсәктә лә көнсығыш һәм көнбайыш илдәре инҡилаб- сыларын берләштереп торасаҡ. Европа инҡилабсы эшселәренең инҡилабтың ижади ҡеүәтенә һәм кеше ихты­ярының йәмғиәт тормошон тамырҙан үҙгәртеү һәләтенә ышанысы бөтә шәреҡҡә, айырыуса Төркөстанға, ныҡ тәьҫир итте. Бөтә күтәрелештәребеҙҙә беҙҙең менән инкилаб рухы етәкселек итте һәм, Көнбайыш Европала был рух тере булһа, ул беҙҙә лә һүнеп ҡалмаясаҡ. Икен­се Интернационал беҙҙә аҙ билдәле, сөнки ул колония­лар мәсьәләһен хәл итеүҙән ситтә ҡалырға тырыша һәм был мәсьәләлә ул башҡа буржуаз фирҡәләрҙән бер ни­сек тә айырылмай. Макдональдты Ллойд-Джордж алыш­тырыу менән инглиздәрҙең колонияларҙағы, шул иҫәптән Урта Азиялағы сәйәсәте һис тә үҙгәрмәне. Улар барыһы ла Урта Азияла бер ниндәй ҙә баш күтәреүҙәр булмауын һәм унда яңы мосолман дәүләте барлыҡҡа килмәүен теләйҙәр. Коминтерндан беҙҙең төп айырма­быҙ шунда: Төркөстанда беҙ хеҙмәтсәндәр хакимиәте, социаль инҡилабты яҡлаусы бөтә инҡилабсы көстәрҙең берҙәм хакимиәте яҡлыбыҙ, хеҙмәтсәндәр араһында демократияны яҡлайбыҙ һәм Коммунистар йә иһә башҡа берәй фирҡәнең диктатураһына ҡаршы сығабыҙ. Ком­мунистар диктатураһы ғәмәлдә элекке иҙеүсе милләттең диктатураһы тигән һүҙ, был диктатураның ниндәй төҫкә буялған булыуы һис бер әһәмиәткә эйә түгел.

                                                                                                 Ә.З. Вәлиди.

                                                                                                                1925 йыл, 20 сентябрь

                                                           СТАЛИНҒА ХАТ         

                                                 Мөхтәрәм Сталин иптәш!

     Ҡатыным Нәфисә Вәлидова тыуған илдә ҡалғайны. Хәҙер ул, минең яныма, Төркиәгә, күсеп килергә теләп, рөхсәт юллай. Мин дә үткән 1924 йылда был үтенес менән Берлинда иптәш Крестинскийға мөрәжәғәт иткәйнем. Ҡатыныма Төркиәгә сығырға рөхсәт итеүегеҙҙе бик үтенеп һорайым. Был мәсьәлә буйынса Фрунзе иптәшкә лә мөрәжәғәт иттем.

                                                  М. В. ФРУНЗЕГА ХАТ

                                                                                             1925 йыл, 20 сентябрь

                                                 Хөрмәтле Фрунзе иптәш!

     Минең ҡатыным Нәфисә Вәлидова тыуған илдә ҡалғайны. Хәҙер ул, минең яныма, Төркиәгә, күсеп ки­лергә теләп, рөхсәт юллай. Мин дә үткән 1924 йылда был үтенес менән Берлинда иптәш Крестинскийға мөрәжәғәт иткәйнем, бына хәҙер шул уҡ һорау менән иптәш Сталинға һәм Һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Ҡатыныма оҙаҡҡа һуҙмаҫтан сит ил паспорты алырға ярҙам итеүегеҙҙе үтенәм.

     Өс ай элек мин Берлиндан Анкараға килдем һәм Мәғариф министрлығында ижад һәм тәржемәләр комиссияһында эшләйем. Хәҙер иһә Константинополь университетында тарих профессоры вазифаһын үтәргә күсенәм.

     Мин уҡып та, профессор Самойловичтан да һеҙҙең «Новый Восток»та һәм Шәркиәтселәр ассоциацияһыда хеҙмәттәшлек итеүегеҙ хаҡында белгәйнем. Мин милли мәсьәләләргә ҡағылышлы совет әҙәбиәтен алырға бик теләр инем, ләкин, үкенескә ҡаршы, уларҙы яҙҙырып һатып алырға аҡсам юҡ. Һеҙ «Новый Восток», «Жизнь национальностей» журналдарының 1924, 1925 йылдарҙа сыҡҡан һандарын, был мәсьәләгә ҡағылышлы башҡа мөһим әҫәрҙәрҙе миңә ебәрә алмаҫһығыҙмы икән? Үҙ яғымдан мин Һеҙҙең фәнни журналдарығыҙға мәҡәләләр яҙа алыр инем. Германияла булған сағымда, 1924 йылдың аҙағында, мин Рәсәй Фәндәр акаде­мияһына ике мәҡәлә ебәргәйнем, уларҙың береһе «Фәндәр академияһы хәбәрҙәре»пдә баҫылып та сыҡты.

     Һеҙ мине онотмағанһығыҙҙыр тип ышанам.

                                                                                                        Вәлидов.

                                                                                  Адрес: Әхмәтзәки Вәлиди.

                                                                                  Константинополь университеты.

                                             АБДУЛЛА БАТТАЛ ТАЙМАСҠА ХАТ

                                                                                         1935 йыл, 30 июнь

     Ғәзиз Баттал дуҫ!' Үткән йыл сентябрҙең дүртендә яҙған хатыңа яуап биреү мөмкинлеге бөгөнгә саҡлы булманы. Инде яҙа торған яуабым шул:

  1. Башҡортостанда сәйәси бер хәрәкәт барлыҡҡа ки­леү минең һәм иптәштәремдең эше булһа ла, хәҙерге көндә уны тотош ҡәбиләнең мәҙәниәтен тергеҙеү хәрәкәте булыу йөҙөнән бер минеке тип ҡарап булмай. «Уртаҡ төрки теле һәм мәҙәниәте» мәсьәләһенә ҡара­шым бөгөн нисек булһа, ул заманда ла шулай ине. Йәғни мин 1917 йылғы съездар2 заманында «с» һәм «ч» урыны­на «һ» һәм «с» яҙыу яҡлы булманым. Беҙҙең заманда

     Башҡорт хөкүмәте гәзите һәм нәшриәте татар һәм башҡорттарға аңлашылған бер телдә сығып килде. Фәҡәт мин, Сәйетгәрәй Мағаз, Хәбибулла Ғәбитов алға һөргән фекер башлыса ҡаҙаҡ теленән илһам алыу ине. Мин башҡорт әҙәби теленең һ, ҙ өндәре нигеҙендә түгел, ә ҡаҙаҡ теле менән дөйөм үҙенсәлектәрен алға һөрөү нигеҙендә үҫеүен теләнем. Инде хәҙерге заман ваҡиғалары арҡаһында тыуған сәбәптәрҙән һ, ҙ өндәре менән саф башҡорт һөйләше ҡеүәт алды, ҙур бер әҙәбиәт барлыҡҡа килде. Татар теле лә, тамам «чыкыр- лаған» Ҡазан һөйләше булып, ғәрәпсә һәм латинса эшләнгән алфавиттары ла аңлашылмаҫлыҡ хәлгә килгәс, башҡорт һөйләшенең дә ҡеүәт алыуы тәбиғи. Хәҙер беҙ, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар, үҙ арабыҙҙа башҡорт­са яҙышабыҙ. Доктор Таған осман телен һис аңламай, та­тарса ла яҙа белмәй. Мин дә хәҙер татарсаны онотам, та­тар телендә дөрөҫ итеп мәҡәлә йәки хат та яҙа алмайым, һәммәбеҙ тарафынан танылған ғөмүми бер «уртаҡ төрки» әҙәби теле юҡ, был хәлдә теләһә татарса, башҡортса йәки ҡаҙаҡса яҙыуҙың барыһы ла бер. Бы­ларҙың барыһы ла ваҡ һәм ваҡытлы мәсьәлә, ауыр мәсьәлә иһә «уртаҡ төрки» теле һәм культураһы мәсьәләһе.

  1. Төркиәлә йылдарса бергә булдыҡ, көрәштек, һай­раштыҡ, йырлаштыҡ, ул арала һип дә 1924 йылда «Яңы Кавказ»да мәҙәниәт өлкәһендә «башҡортлоҡҡа ҡарата түҙемебеҙ юҡ» тип яҙған буш һүҙҙәреңде күптән онотҡанһыңдыр, башҡа бер ышаныслыраҡ юлға баҫҡанһыңдыр. Бергә кисергән ул замандарҙа мин һинең фекерҙәреңдән файҙаланған кеүек, һип дә минең төп фекерҙәремде өйрәнгәнһеңдер һәм уларҙы үҙең өсөн дә муафиҡ тапҡанһыңдыр, тип уйлай инем, ләкин һин һаман иҫке фекереңдә икәнһең. Ярай, бик яҡшы,

     Һин башҡорт хәрәкәтен татарса яҙмай башҡортса яҙыуҙы алға һөргән бер мәҙәни хәрәкәткә әйләнгәне өсөн хуш күрмәйһең, был хәрәкәтте ҙур үкенес менән яҙыҡ бер хәрәкәт тип иҫәпләп, миңә ҡаршы көрәшергә уйлай икәнһең. Һуң ул фекереңде нисек тормошҡа ашы­рырһың йәки ашырырһығыҙ? (Ғәфү итерһең, татарса һис яҙа алмайым, төрөксәгә күсәм.) Әйтәйек, Ғаяз Исхаҡи йәки һин ошондай бер фекерҙе уртаға сығара­саҡһығыҙ һәм уны татар йәштәре араһында тарата­саҡһығыҙ, был фекерегеҙҙең бер етди йоғонтоһо була­саҡ, сөнки идея уртаға сығарылғандан һуң тәьҫирһеҙ ҡалмаҫ. Был идеяғыҙҙың һөҙөмтәһе булып ике ҡәбилә араһында йән ҡыйғыс һәм бөтмәҫ бер көрәш ты­уасаҡ. Был көрәш дауамында фекерегеҙҙе нисек тор­мошҡа ашырырһығыҙ, һуңғы сиктә көс ҡулланыпмы? Ниндәй көс ҡулланып? Рәсәйҙә үҙгәреш булһа, ғәскәр төҙөрһөгөҙ, тик башҡорт, бындай форсат тыуа ҡалһа, һеҙҙән алдараҡ ойошор, яңы ғәскәр ойошторор. Ул хәлдә уларҙы татар булырға кем мәжбүр итәсәк? Был идеяғыҙҙы тормошҡа ашырыуҙың берҙән-бер сараһы булып бөгөнгә ҡәҙәр ҡулланылған хәрәм юл — интрига­лар һәм провокациялар, башҡорттар башлаған һәр файҙалы хәрәкәткә аяҡ салыу, аҡ рус булһа — ағына, ҡыҙыл булһа— ҡыҙылына башҡортто рус дошманы, дәүләт дошманы тип күрһәтеп, ошаҡлашыу. Ғәмәлдә көрәшегеҙҙең юлы ошо буласаҡ. Беләм, һин үҙең был юлға баҫмаясаҡһың, тарҡау ҡаласаҡһың, бындай эште башҡарыу яҡшы булмағанлыҡтан, ситтә тороп ҡала­саҡһың, ләкин һин идеяны тыуҙырыуҙа ҡатнашаһың, уны уртаға атаһың һәм шуға күрә уны тормошҡа ашы­рыуҙа Ғаяздың һәм унан да насарыраҡтарҙың өҫтөндәге яуаплылыҡты һин дә елкәңдә татыясаҡһың. Ни өсөн донъяға асыҡ күҙ менән ҡарамайһың? Ни өсөн гел шул

     Сөйөмбикә манараһынан ҡарайһың? Ни өсөн мәсьәләне, бынан алдағы хаттарымда яҙғанымса, ради­каль бер формала дөйөм анализлау юлына баҫмайһың?

  1. Мин татарҙарға һис бер ваҡыт дошман булманым. Һеҙ үҙегеҙҙең буш хыял һәм фантазияғыҙҙа мине шулай күҙ алдына килтерәһегеҙ. Татарға дошман булһам, быны «Ҡом аҫтында ҡалған ун ете ҡала һәм Садри Максуди бей»3 китабымда асыҡ итеп яҙыр инем. Мин бер кемдән дә ҡурҡмайым, ни өсөн татарҙан ҡурҡырға тейеш? Әйтәйек, китабымдың уртаһында федерация, тупраҡсылыҡ нигеҙендә Башҡортостан һәм Төркөстанда бергә хеҙмәттәшлек иткән арҡадаштарыбыҙҙы маҡтайым, шу­лай уҡ татарҙарҙа хазар-болғар традициялары менән бергә саф бер ҡыпсаклыҡ рухы йәшәүен һәм уның ҡеүәте хаҡында һүҙ алып барам, татарҙарҙың Төркөстандың киләсәгендә уйнаясаҡ бөйөк ролдәре хаҡында фекер йөрөтәм. Инан миңә, был һүҙҙәрем бик самими, инан, мин быларҙы мәжбүр булғанлыҡтан һөйләмәйем. Минеңсә, ҡаҙанлылар боронғо заманда уйғырҙар уйнаған ролде уйнай алыр, тик хәҙерге «даһи»ҙары күрһәткән ялған юлдан баштарын ҡотҡарырға, башҡа төркиҙәр өҫтөнән рухи етәкселек, абзыйлыҡ хыялдарынан хәҙер үк мәңгегә ваз кисергә тейештәр. Минең өсөн ҡаҙанлылар — төрки милләтенең иң булдыҡлы һәм иң эшлекле бер ҡәбиләһе.
  2. Башҡорттарҙың татарҙар менән бергә Ҡазан һөйләше тирәһендә берләшеүҙәре «Төрки милли берле­генә өлгәшеү юлында мөһим бер аҙым» тип иҫәпләүең ялған һәм яңылыш фекер. Иҙел буйындағы милли хәрәкәтте башҡа ҡәбиләләрҙән айырып үҫтереү — Төркөстанда башланған һәм тормошҡа ашырыласаҡ «төрки халыҡтарының милли берлеге һәм уртаҡ әҙәби теле» хәрәкәтенә ҡаршы бер хәрәкәт. Быны белмәгәнлектән, аңламағанлыҡтан тыуған бер хәрәкәт. Ә быны белгәндәр иһә бөйөк «Иҙел — Урал» йәки «бөйөк Ҡазан» дәғүәһен башҡа хәрәкәткә ышанмағанлыҡтан йәки ҡайсаҡ башҡаларҙан алда йөрөү теләгенән сығып алға һөрә. Татарҙарҙың башҡорт мәсьәләһенә күп ҡыҫылыуҙары, татар булмаһа, башҡорт бөтәсәк, тигән фекерҙе ҡабатлауҙары файҙаһыҙ. Цезарь әйткән: «Үҙен һаҡлай алмағандарҙың башҡаларҙы ҡотҡарасағына ышаныуҙа мәғәнә юҡ». «Татар етәкселегендә бер азатлыҡ яуланыласаҡ, Ҡазан һөйләшенең башҡорт­тарға таралыуы төрки берлегенә өлгәшеү йөҙөнән мөһим», — тигән фекергә хәҙер татарҙарҙың үҙҙәренән башҡа тағы кем ышаныр икән? Беҙҙең фекеребеҙсә, азатлыҡ, татарҙар ҙа бергә булған хәлдә, дөйөм төрки берлегенән киләсәк. Уның өсөн беҙ ҡаҙаҡ һәм үзбәктәр менән берләшергә тырышабыҙ һәм ҡаҙандарҙың да был киң төрки донъя менән берләшеүе юлында уларға күпер булырға теләйбеҙ. Мин был фекеремде 1917 йылда «Башҡорт» гәзитенең беренсе һанындағы программа мәҡәләмдә асыҡ яҙғайным.
  1. Һинең мине мәмләкәт һәм ватаныбыҙ менән артыҡ бер ниндәй бәйләнеше ҡалмаған бер кеше тип уйлауың яңылыш...
  2. Мин әле лә ышанам, сит илдәге ҡаҙанлылар араһында минең һиңә элек яҙған хаттарымдағы фе­керҙәрҙе аңлаған инсандар табылыр һәм, бәлки, һин дә бер көн шуларҙың береһе, бәлки, шуларҙың башында булып сығасаҡһың. Шул татарлашыу хаҡындағы мәлғүн мәғәнәһеҙ дәғүә юғалһа, арабыҙҙа низағ итер­лек һис бер мәсьәлә юҡ. Беҙ һеҙгә теләктәш. Үрҙәге мәсьәлә хәл ителгәндән һуң теләһә ниндәй мәсьәлә бу­йынса хеҙмәттәшлек итергә саҡырһағыҙ, ҡәнәғәтлек белдереп, беҙ янығыҙға барып етербеҙ. Ләкин хәҙерге хәлдең ни тиклем насар булыуына ҡарағыҙ. Мәсьәләнең сәйәси-фәлән яҡтарын иҫәпкә алмайынса, тик мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡарағыҙ. Татарҙарҙан Сәғәдәт ханым менән Рәхмәтиҙән4 башҡа тағы бер нисә яңы кеше етешеп, мәҙәниәткә ҡеүәт өҫтәй. Үке­нескә ҡаршы, хәҙерге хәлдә улар менән хеҙмәттәшлек итеү асылда мөмкин түгел. Ғилми даирәләр менән бәйләнештә булған был ҡәрҙәштәрем ҡайһы ваҡыт бик әһәмиәтле шәхестәр ҡаршыһында мине яманларға ты­рыша, минең ғәйбәтемде сәйнәйҙәр. Германия сит ил эштәре министрлығында эшләгән бер немец ғалимы бынан бер нисә ай элек, йәғни мин Германияға килмәҫтән бер нисә ай элек5, миңә бик әҙәплелек менән: «Һеҙ Шәриф Манатовты ҡайҙан беләһегеҙ? Уның 1920 йылда Төркиәлә алып барған пропагандаһы Совет Башҡортостаны хөкүмәте рәйесе сифатында һеҙҙең тарафтан бирелгән инструкция буйынса эшләнмәнеме икән? » — тигән һорау биргәйне. Тәбиғи, был һорау беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың «аңлатыу»ҙарының һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, мин яуап бирҙем, сөнки беҙ Шәрифте, үҙебеҙ Советтар менән солох ҡорған ваҡытта арабыҙҙа булмаһын тип, Кавказ яғына ебәргәйнек. Ләкин был ғәйбәттәр, «аңлатмалар» Шәриф Манатов мәсьәләһе тирәһендә генә ҡалмайҙыр һәм, ысынлап та, ҡалмайҙыр ҙа, Хәҙер мин Европаның юғары ғилми даирәһендә, Аллаға шөкөр, ҙур иғтибар ҡаҙанған кешемен. Миңә ҡарата булған был хөрмәт юғары фән мөхитендә киләсәктә тағы артасағына ла шөбһәм юҡ6, һәм мин бының өсөн ҡулымдан килгән тиклем эшләйәсәкмен, сөнки бының менән минең генә түгел, милләтемдең дә абруйы арта­саҡ, тип иҫәпләйем һәм вазифамдың милләтем хозу­рында бик яуаплы булыуын да яҡшы аңлайым. Ләкин ҡаҙанлы ҡәрҙәштәребеҙ араһынан яңы үҫеп килгән заттар быны икенсе төрлөрәк аңлай. Улар минең ҡасандыр Ҡаҙандан айырым бер башҡорт йөмһүриәте барлыҡҡа килтереү юлындағы эшмәкәрлегемде иң бөйөк милли енәйәт һәм быға ҡаршы көрәшеүҙе иң бөйөк милли бурыс тип белгәнлектән, бәлки, минең юғары фән мөхитендә иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу ҡаҙаныуымды ла бер «милли һәләкәт» кеүек күрәләрҙер. Шуға күрә улар беҙ башҡорттарға ҡаршы бөтә төркөстанлы йәштәрҙе ҡулдарынан килгәнсә ҡар­шы ҡуйырға, дошман итергә тырышалар. Бындай хәлдә ҡаҙанлыларҙан яңы үҫеп килгән яңы мәҙәниәт ҡеүәттәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлеге юҡҡа сыға. Һин дә үҙеңдең ике яҡлы хәлеңде аңла. Был мәсьәлә былай «эт эсәге» кеүек бер туҡтауһыҙ һөйрәлеп килмәһен ине, быға сик ҡуйырға кәрәктер.
  1. Башҡорт булараҡ, беҙҙең алға һөргән дәғүәбеҙ шул: Бәләкәй Башҡортостанды яҡлау һәм шул илгә ҡаҙанлыларҙы ла йәлеп итеү, Яйыҡ буйын башҡорт, та­тар һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙың берләшеү урыны булыр­лыҡ хәлгә килтереү, Рәсәй һәм Себерҙә таралып йәшәгән татарҙарҙы Төркөстан эсендә ерләштереү өсөн аңлатыу эшен йәйелдереү, Ҡазан мәсьәләһендә Рәсәй эсендә бер автономиялы ил сифатына ирешеү өсөн көрәш алып барыу.
  2. Әгәр мөмкинлек таба алһам, элекке «Яңы Төркөстан»7 кеүек бер яңы нәшриәт булдырыр инем. Ләкин хәҙер бик мәшғүлмен, фәҡәт милли мәсьәләләргә ваҡыт бүлергә кәрәклеген бик яҡшы аңлайым.
  3. Япондарҙың Маньчжуриянан һуң хәҙер Төньяҡ Ҡытайҙы яулап алыуы, Европала Англия-Германия флотының берләшеүе — донъяның иң бөйөк ваҡиғаларынан. Был мәсьәлә бер көн большевиктарҙың баш өҫтөндә шартлар төҫлө. Шуға күрә беҙгә һис тә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Юғарылағы 4, 6, 7- сс пункттар буйынса яҡшылап кәңәшләшеү, үҙебеҙгә әҙерләнеү һәм берҙәм фронт, берҙәм милли программа булдырыу бик лайыҡлы бер эш булыр ине.

                                                                  Күп, күп сәләмдәр менән Әхмәтзәки Вәлиди.

     ИҪКӘРМӘЛӘР

     'Абдулла Баттал Таймас (1883— 1969 й.) революцияға тик­лем ук Рәсәйҙә киң танылған күренекле татар журналисы, яҙыу­сыһы, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1921 йылда Финляндияға эмиг­рацияға китергә мәжбүр була, ә 1925 йылдан алып Теркиәлә йәшәй һәм эшләй. Ул ғәрәп, француз, рус һәм күп кенә төрки телдәрен яҡшы белгән. Уның гәп хеҙмәттәре түбәндәгеләр: «Казан төрөктәре» (1925), «Рус инҡилабы тураһында хәтирәләр» (1947), «Мин яҡтылыҡ нурын эҙләнем» (1962), Р. Фәхретдинов, И. Гаснралы, М. Ярулла Бигиев, Ғ. Баруди, Садри Максуди һәм бүтән күре­некле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡындағы хеҙмәттәре.

    «Башҡорт халҡының 1917 — 1918 йылдарҙа булған ҡорол­тайҙары күҙҙә тотола.

     3Был китап Истанбулда 1934 йылда нәшер ителә. Унда Рәсәйҙәге итгкилабтар һәм граждандар һуғышы йылдарында төрки халыҡтарҙың милли-азатлыҡ көрәше барышында федералистар менән унитаристар араһындағы идея көрәшенең тарихы ярайһы ғына ентекле һөйләнелә.

     'Һүҙ Ғаяз Исхаҡиҙың ҡыҙы, һуңынан күренекле ғалим, про­фессор Сәғәҙәт Сығатай һәм шулай уҡ күренекле ғалим, сығышы менән татар, профессор Рәшит Рәхмәти Арат хаҡында бара.

     »Бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең Бонн университеты саҡырыуы буйынса Германияға 1935 йылда килеүе хаҡында һүҙ бара. Был ваҡытта ул, Вена университетын тамамлап, «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған була.

     6Был осорҙа Әхмәтзәки Вәлиди Германияла «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы», «Төркөстан тарихы», «Тарихта ысул» һәм башҡа күп хеҙмәтгәр өҫтөндә эшләй, улар ысындан да тиҙҙән ғалимды донъя­ның иң эре шорҡиәтселәре рәтенә сығара.

     'Егерменсе йылдар аҙағында Әхмәтзәки Вәлиди менән Әбделҡадир Инан Төркиәлә «Яңы Төркөстан» исемле журнал сығарған, унда Советгар Союзы составында ҡалған төрки ха­лыҡтарҙың тарихы һәм хәл ителмәгән мәсьәләләре сағылған.

                                                                                          (Ә. М. Юлдашбаев иҫкәрмәләре.)

           ИСТАНБУЛ УНИВЕРСИТЕТЫ АЛДЫНДА ТОРҒАН МӘСЬӘЛӘЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

                                    «Төрөк йорто» журналы, Профессор, доктор 1961 йыл, № 8 Зәки Вәлиди Туган

     Университеттар тормошҡа ашырырға тейешле дөйөм дәүдәт сәйәсәте кимәлендә әһәмиәткә эйә булған саралар хөкүмәт ҡарамағында. Был юлда хөкүмәтебеҙ тарафынан алынған бәғзе саралар хаҡын­да матбуғат биттәрендә бөгөн йәнле һөйләшеү бара. Мин иһә был осраҡта университеттың үҙендә эшләгән кеше тарафынан тикшерелергә тейеш булған мәсьәләләрҙең береһе хаҡында үҙ фәнем мәнфәғәттәренән сығып фекер йөрөтмәксемен.

     Шуларҙың береһе: университеттарҙың арҡа һөйәген тәшкил итергә тейеш булған ғилми бе­рекмәләрҙе ойоштороуҙы бюрократтарҙан ҡотҡарыу эше. Был бюрократлыҡтың миҫалы сифатында бер ғил­ми институт ойоштороу өсөн күп йыл шөғөлләнеүем хаҡында һөйләйәсәкмен.

     Мин элекке декан профессор Кёпрюлю Фуадтың имзаһы менән 1926 йылдың 26 мартында әҙәбиәт фа­культетында «Ғөмүми төрөк тарихы дәрестәре» үткәрергә саҡырыу алып, 1927 йылдың 26 ғинуарында вазифамды үтәй башлағанда беренсе дәресемдә шун­дай һүҙҙәр ҙә һөйләгәйнем (ул һуңынан литография ысулы менән нәшер ителде):

     «Милләтебеҙҙең боронғо заманда һәм урта быуат­тарҙа Азия һәм Европа тарихында тотҡан халыҡ-ара әһәмиәтен күп төрлө ҡәүемдәр һәм мәҙәниәттәр тари­хы менән бәйле булыу йөҙөнән XVIII — XIX быуаттарҙа инглиздәрҙең шул ук континент тарихында уйнаған халыҡ-ара әһәмиәте менән сағыштырырға мөмкин. Йәғни тарихыбыҙҙың үҫеше был тарихты бөтә Азия һәм Европа милләттәренең тарихы менән берлектә өйрәнергә мәжбүр итә. Беҙ тарихыбыҙҙы бер юлы ике йүнәлештә: 1) бер яҡтан, Төркиә тарихын Яҡын Көнсығыш, Аҡ диңгеҙ (Урта диңгеҙ. — Ә. Ю.) тирәһе һәм Европа тарихы менән берлектә, 2) икенсе яҡтан, ғөмүми төрөк, йәғни төрөк ҡәүемдәре тарихын Азия һәм Көнсығыш Европа, айырыуса Ҡытай, Һиндостан һәм Рәсәй тарихы менән берлектә өйрәнергә мәжбүрбеҙ.

     Беҙ боронғо скифтар, көнбайыш һундар, бәжәнәктәр һәм болғарҙар, ниһәйәт, османлылар тари­хын өйрәнеү өсөн боронғо грек һәм латин телдәрен, көнсығыш һундар һәм Урта Азия тарихының бөтә дәүерҙәрен өйрәнеү өсөн ҡытай телен, тарихыбыҙҙың буддизм дәүерен, археология тарафынан табылған та­рихи яҙыуҙарҙы өйрәнеү өсөн һинд, боронғо иран телдәрен, урта быуаттарҙы һәм яңы дәүерҙе тикшереү өсөн ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бының барыһы ла бер кеше башҡара торған эш түгел. Ғәрәп, фарсы һәм өс Европа ғилем телен белгән төрөк тарихсыларынан береһе өҫтәүенә ҡытай, икенсеһе һинд һәм боронғо иран, өсөнсөһө латин һәм грек, дүртенсеһе славян һәм айырыуса рус телдәрен өйрәнеп, бөтә был тарихсылар бер ҡыйыҡ аҫтында ойошоп төрөк тарихын бергәләп өйрәнә алырҙар ине.

     Бөтә был телдәр йәһәт өйрәнелә алмаҫ, ваҡыт талап ителә. Әммә университетта төрөк тарихы белгесе сифатында әҙерләнәсәк һәр кем үҙенең ғилми тикшеренеү йүнәлешенә күрә кәрәкле телдәрҙе өйрәнергә тейеш. Хәл бөгөн былай булмаһа ла, киләсәктә шулай буласаҡ. Мәҫәлән, миң Рәсәйҙә булған сағымда латинса өйрәнә башлағайным, һуңыраҡ ташланым, ләкин хәҙер күрәм, Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһен өйрәнеү өсөн был телде мотлаҡ рәүештә белергә кәрәк, сөнки профессор X. Френ һәм башҡаларҙың был хаҡтағы әҫәрҙәре латин­са яҙылған.

     Төрөк тарихы ер йөҙөнөң ифрат киң өлөшөндә тор­мошҡа ашҡанлыҡтан уны тик бергәләшеп, Европа ғалимдары менән киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеп кенә уңышлы өйрәнә алырбыҙ. Төрөк ғалимдарының әҫәрҙәре мотлаҡ рәүештә Европа телдәрендә лә нәшер ителеп, Европа ғалимдары тарафынан тәнҡит күҙле­генән тикшерелергә тейеш. Факультетыбыҙҙа төрөк, монгол, ҡытай, һинд, боронғо Иран һәм славян телдәрендә төрөк ҡәүемдәре һәм Төркиә тарихына ҡараған ғилми нәшриәттән һәм был телдәрҙә яҙылған сығанаҡтарҙан файҙаланыу эшендә ярҙам итерҙәй Ев­ропа ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итергә тейешбеҙ. Хәҙерге хәлебеҙҙә тарихыбыҙҙы үҙ ҡабығыбыҙға бикләнеп өйрәнмәһәк ине, беҙҙең өсөң иң зыянлыһы — сикләнгәнлек һәм фанатизм. Беҙ дәрес сәғәттәренән тыш семинарҙар ойошторорға тейешбеҙ, сөнки ғилми тикшеренеү алып барырға һәләтле йәштәр үҙҙәрен тик ошо семинарҙарҙа күрһәтә ала».

     1927 йылда беренсе дәресемдә һөйләгән был фе­керҙәремде мин 1946 йылда баҫылған «Ғөмүми төрөк

тарихына кереш» исемле китабымдың баш һүҙендә һәм 1950 йылда сыҡҡан «Тарихта ысул» китабымда төрлө телдәрҙәге сығанаҡтарҙы һайлап ҡулланыу юлдарын бер-бер артлы күрһәтеп, аңлатып биргәйнем (190 — 311- се биттәр).

     Алға һөргән фекер — төрөк тарихын махсус өйәнеүсе бер ғилми институт барлыҡҡа килтереү. Бе­ренсе тапҡыр 1939 йылдың 26 ноябрендә Әҙәбиәт фа­культеты деканлығына «Тарих институты» булдырыу тураһында 8 битлек проект тәҡдим итеп, күсермәһен Мәғариф Вәкәләтенә лә ебәргәйнем. Унда 25 талибтың һәм 5 ассистенттың был институтта оҙайлы шөғөлләнеүен тәьмин итерлек техник шарттар күрһәтелгән, 300-гә ҡәҙәр өйрәнелергә тейеш булған иң мөһим тарихи мәсьәләләр исемлеге төҙөлгән, институт нәшер итергә тейешле ғилми баҫмалар һәм журналдар билдәләнгән ине. Ул замандағы декан был проекттарҙы һалҡын ҡаршыланы һәм бер нисә йыл буйына факуль­тет мәжлесе ултырышының көн тәртибенә ҡуйманы.

     Бындай мөнәсәбәт ҡаршыһында 1940 йылдың 9 май­ында һәм 26 сентябрендә мин Вәкәләткә ентекле мөрәжәғәттәр (күсермәләрен факультетҡа ла биреп) ебәрҙем һәм унда, «институт ойошторолмаһа, факульте­тыбыҙҙа төрөк тарихы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр булмаясағын, яңы нәҫелдән ғалимдар үҫеп сыҡмая- сағын, был эшкә сит ил ғалимдарын йәлеп итергә кәрәклеген, яҙылған әҫәрҙәрҙе сит телдәрҙә нәшер итеү өсөн юғары белемле тәржемәселәргә лә мохтаж булы- уыбыҙҙы аңлатырға тырыштым. Анкарала был һуңғы яҙыуымды Вәкәләткә тапшырған саҡта кәңәшсе Ихсан бей миңә факультетыбыҙҙа был институт ҡороу эшен тик минең үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер эш булып, хыял емеше тип ҡарау өҫтөнлөк алыуын, төрлө тарих дәрестәре биреүсе профессорҙарҙың береһе лә был ин­ститут мөдире етәкселегендә эшләргә теләмәйәсәген, шуға күрә был институтты тарих институты түгел, тик минең үҙ ҡарамағымда булған «Ғөмүми төрөк тарихы институты» сифатында ҡороуыбыҙҙың бигерәк уңай бу­ласағын һәм быны Вәкәләт тә хуп күрәсәген һөйләне. Мин дә проектты ошо фекергә ярашлы үҙгәртеп, дека­натҡа тәҡдим итһәм дә, мәсьәлә мәжлес ултырышының көн тәртибенә ҡуйылманы.

     Беренсе проектты тәҡдим иткәндән һуң 10 йыл үткәс, деканлыҡта ла үҙгәрештәр булыу менән файҙаланырға тырышып, мин «Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институты», «Исламды өйрәнеү институты», «Славян һәм рус филологияһы институты» ойоштороу күҙ уңында тотолған өс институт төҙөү проектын тәҡдим иттем. 1949 йылдың 19 июнендә тапшырылған «Ғөмүми төрөк тарихы институты» проекты факультет профессорҙары мәжлесе ултырышының көн тәртибенә ҡуйылғас, факультеттың элекке деканы, бик ныҡ тулҡынланып, «был бер дәүләт эсендә тағы бер дәүләт ҡороу тигән һүҙ» тине һәм ултырышты ташлап сығып китте. Тик шунда ғына был эштең тормошҡа ашыуына ҡаршы ҡабул ителгән сараларҙың ни тиклем етди икәнлеген аңланым. Шулай ҙа факультетыбыҙҙа мине яҡлаған, Европа университеттарында белем алған башҡа арҡадаштарымдың ярҙамында был проектты мин ныҡышмалы рәүештә ҡат-ҡат көн тәртибенә ҡуйҙым. Проект факультетҡа тәҡдим ителгәндән һуң йыл ярым ваҡыт үткәс, 1950 йылдың 30 октябрендә фа­культет мәжлесендә «Ғөмүми төрөк тарихы институты уставы» сифатында ҡабул ителде. Әммә проект ни өсөндөр университет сенатына бик һуң ебәрелгән. Се­нат был проектты тиҙ генә ҡулына алып ҡарай алманы.

     Ниһәйәт, мин 1956 йылдың 31 октябрендә һәм 25 декаб­рендә ректорға һәм сенат ағзаларына айырым-айырым хат яҙып, институттың исемен тәү тәҡдим ителгән хәлдә «Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институты» тип атарға тәҡдим иттем һәм был эште артыҡ һуҙмауҙарын, төрөк тарихы мәсьәләләренең фәнни тикшеренеү те­маһы сифатында университет тематикаһы эсенә алыныуын үтендем, юғиһә милли тарихыбыҙ һәм Азия ҡәүемдәре тарихы буйынса етди ғилми нәшриәт булды­рыу эше һуңға ҡаласағын ныҡышмалы рәүештә аңла­тырға тырыштым, Сенат тик ете йыл үткәндән һуң, 1957 йылдың 3 ғинуарында булған 55-се ултырышында про­ектты ҡулына алып тикшерһә лә, факультетыбыҙҙың вәкилдәре булған ике тарихсы риза булмағанлыҡтан был институтты «Ғөмүми төрөк тарихы» институты итмәйенсә, бөтә тарихты эсенә алған киң бер тарих институты хәлендә ҡорорға кәрәк тигән фекерҙе алға һөрөп, факультетҡа кире ҡайтарҙы. Мин, элекке фекерҙәремле яҡлап, проектты яңынан тикшереү өсөн факультет деканлығына яҙып мөрәжәғәт итһәм дә, бөгөнгө көнгә тиклем һөҙөмтәһен белә алманым.

     Институтыбыҙ 1950 йылда ҡоролдо тип иҫәпләнеп, ректор Өмәр Джелал бей тарафынан да «бынан һуң нәшриәтегеҙҙе Ғөмүми төрөк тарихы институты нәшриәте сифатында сығара алаһығыҙ» тип телдән рөхсәт бирелгәнлектән шул уҡ йылда нәшер ителгән «Тарихта ысул» һәм 1951 йылда сыҡҡан «Хорезмса тәржемәле Муҡәддимәт әл-Әдәб» тигән ике ҙур кита­бымдың титул биттәрендә «Ғөмүми төрөк тарихы ин­ституты баҫмалары» тип күрһәтелде. Өмәр Джелал бей ректорлыҡтан киткәс, был институт исеменән баҫып сығарыу өсөн әҙерләнгән бер нисә томдан торған әҫәрҙәребеҙ (шул иҫәптән «Рәшидеддин, тормошо һәм әҫәрҙәре», «Алишер Навои, тормошо һәм әҫәрҙәре», «Тимерҙең һәм улдарының тарихы») нәшер ителмәй ҡалды. Өҫтәүенә, институтыбыҙ нәшриәтенә сит илдәрҙән бер нисә ғалим (шул иҫәптән америкалы Шурман һәм Крейдер, «төрөк тарихында феодализм» тигән тема буйынса япон ғалимы Такео Абе, хазар һәм Кавказ төрөктәре тарихы буйынса инглиз Данлоп, Ур­та Азиялағы хорезм, тохар, соғыд, сак һәм хотен телдәрендә төрөк тарихына бәйле сығанаҡтар хаҡында инглиз Бейли, Геннинг һәм америкалы Дрезден, Олуғбәк тарихы буйынса француз Оубен, Рәшидеддин тарихының Ҡытайға ҡараған өлөшөн тикшереүгә бағы­шланған әҫәре менән Голландия ғалимы Карл Ян һәм Вань Циншан) ҡатнашырға тейеш, инглиз телендә төрөк дастандарының дәрәжәһен күтәрә торған әҫәрҙәр баҫыласаҡ, был эштә лә Сиетл университеты профессорҙары һәм Карл Ян ҡатнашасаҡ ине. Был әҫәрҙәрҙең бер өлөшө бөгөнгө көндә нәшер итергә әҙер, тик улар төрөк ғалимдары ярҙамында Төркиәлә һаҡланған сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр нигеҙендә эшен тамамлауға мохтаж.

     1949 йылдан алып институт китапханаһы өсөн китап тупланды. Үткән йыл 3132 томдан торған был китапхана­ла ҡытай телендә — 1814 том, инглиз телендә — 363 том, рус телендә — 233 том, һинд һәм боронғо Иран (сан­скрит, Авесты, һарушти, Хотен, Тохар һәм Соғыдса яҙыуҙар) телдәрендә 228 том, ҡалғандары иһә француз, немец, ғәрәп, фарсы, тибет, латин, грек, монгол, италь­ян, тажик телдәрендә һәм төрөк теленең бөтә һөйләштәрендә яҙылған китаптар йыйылған. Алфавит һәм предмет каталогтары булдырылып, китапхана тәртипкә килтерелгән. Фонд бөтәһе 43 тема буйынса айырылып, улар үҙ сиратында 122 бүлеккә бүленгән.

     Мәҫәлән, төрөк менән Алыҫ Көнсығыш ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре мәсьәләләре 8-се, төрөк менән Иран ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре мәсьәләләре 12-се, Төркиәнең сәйәси һәм мәҙәни тарихы 10-сы, XVI бы­уаттан алып хәҙерге көнгә тиклем Урта Азия һәм Кавказ төрөк ҡәуемдәренең тарихы һәм бөгөнгө тормошо 14-се, Көнбайыш Европала төрөк һәм славян ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре 13-сө, ғөмүми төрөк мәҙәниәте һәм теле мәсьәләләре 14-се бүлектә тупланған. Әйтәйек, 8-се һан аҫтындағы «төрөктәрҙең иҡтисади тарихы» тигән тема а) ғөмүми иҡтисад мәсьәләләре һәм сауҙа, б) финанс мәсьәләләре һәм һалымдар, в) сәнәғәт, үлсәүҙәр, метро­логия, г) ауыл хужалығы һәм крәҫтиәндәрҙе ергә урын­лаштырыу мәсьәләләре, д) күсмә һәм ултыраҡ тормошта мал аҫрау, төрөктәрҙә ат тәрбиәләү һәм башҡа шуға оҡшаш мәсьәләләр урын алған. 22-се булған «Төрөк мәҙәниәте» темаһына төрөк идара системаһы, административ бүленеш, феодализм, төрөк сәнғәте, төрөктәрҙә хәрби оҫталыҡ, ҡоралдар, ғәскәри кәрәк-яраҡ, йорт төҙөү, тирмә йорт төрҙәре, төрөк дине һәм төшөнсәһе, почта ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһы, һәнәр үҫтереү, спорт, театр, музыка, уйындар, төрөк этнографияһы һәм башҡа бүлектәр урын алған. Институт рәсми рәүештә ойошторолоп, үҙенең ғилми тикшеренеү йүнәлешен билдәләү менән был китапхана бер нисә йыл эсендә ун меңләгән һирәк баҫмаларға эйә булған китапханаға әүереләсәк ине. Китапханаға 1949 йылдан алып сит телдәрҙә 60-ҡа яҡын фәнни журнал алдырыла баш­лағайны, үткән йылдан бирле улары ла алдырылмай. Нөсхәләре Төркиәлә булмаған фәнни нәшриәттең'һәм ҡулъяҙма сығанаҡтарҙың фотокүсермәләре тупланған бүлектә лә ярайһы бай коллекция барлыҡҡа килгәйне. Институт булдырылмаған хәлдә был китапхана, журнал­дар һәм фотокүсермәләр коллекцияһы, элекке деканыбыҙҙың әйтеүенә ҡарағанда, факультет китапханаһына тапшырыласаҡ, йәғни 11 йыл буйына сарыф ителгән ты­рышлыҡ елгә осасаҡ.

     Әгәр ҙә институт асылһа, Төркиә тарихы буйынса- мы, ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы буйынса булһын­мы, донъяның көслө ваҡыфтарынан төрлө яҡлы ярҙам алыу мөмкинлеге лә бар. Был хосуста 1957 йылда Америкала булған сағымда Рокфеллер ваҡыфтарының миңә һүҙ биреүҙәре хаҡында университет ректораты­на һәм деканатына хәбәр итеп, институт булдырыу эшен тиҙләтеүҙәрен һорағайным.

     1949 йылда институт ҡороу эшенә ысынлап тотонғандан һуң эш башына килгән ректорҙарҙан Өмәр Джелал, Кязым Исмаил, Фәһим Фыратлы, Фәхри Ени- чай кеүек был институт эштәренә самими теләктәшлектәрен белдергән заттар был мәсьәләне үҙҙәре ректор булған дәүерҙә мотлаҡ рәүештә хәл итергә вәғәҙә итһәләр ҙә, һис бер һөҙөмтә сыҡманы. Хәҙерге ректор ҙа вазифаһын үтәй башлағас та был эште мотлаҡ рәүештә ыңғай хәл итәсәген әйтте. Кем белә, бәлки, шулай эшләр ҙә. Әммә хәҙер был эш, ми­нең уйлауымса, ректорҙарҙан бигерәк ректораттың һәм сенаттың эш башҡарыу ғәҙәттәренә бәйле булһа кәрәк. Мин 1927 йылдан алып был университетта эшләйем, бер тапҡыр ҙа сенат ағзаһы булманым һәм уға һис бер ниндәй йомошом да төшмәне. Шул сәбәпле университеттың юғары идараһының нисек эшләгәнен белмәйем. Ләкин беҙҙең университетта, Европа уни­верситеттарынан айырмалы рәүештә, идара итеүсе ор­гандарҙың ҡыҫымынан ғилми эштәрҙе яҡлай алырлыҡ ниндәй ҙә булһа «ғилми эштәр юғары шураһы» кеүек орган юҡ.

     Шуның менән бергә тағы ла бер хәлде билдәләмәй урап үтергә теләмәйем. Яңы институт ҡороу буйынса сенатҡа беҙҙән бер нисә йыл һуң, хатта күп йылдар һуңыраҡ тапшырылған ҡайһы бер мөрәжәғәттәр ыңғай ҡабул ителгән. Шул иҫәптән факультетыбыҙҙа тәжрибәүи психология институты рәсми рәүештә ойошторолдо. Беҙҙә шулай уҡ башлыса Византия әҫәрҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнәсәк бер «Анталья бүлеге археология өйрәнеү станцияһы» төҙөлдө. Уның ойошторолоуы факультетыбыҙҙың 1954 йылдың 21 де­кабрендә булған ултырышында берҙән-бер ҡыҫҡа кәңәшмәлә ҡабул ителеп, шунда уҡ кисекмәҫтән се­натҡа йүнәлтелде. Сенатта ла был мәсьәләлә ике аҙна­нан һуң, 1955 йылдың 8 ғинуарында булған беренсе ул­тырышта был юлы ла ҡыҫҡа һөйләшеү нигеҙендә ыңғай хәл ителде. Был «Станция»ға сенат шунда уҡ 15000 лира аҡса бүлде. 1959 йыл бюджетын билдәләгәндә «Исламды өйрәнеү», «География һәм төркиәт» институттарының 15-әр мең лира тәшкил иткән бюджеттарынан 5-әр мең лира алынып, ошо «Ар­хеология станцияһы»на бирелде һәм уның бюджеты 30 мең лираға барып етте. Әйткәндәрҙән сығып, универ­ситет юғары идара органдарының береһен икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу ниәтебеҙ бар икән тигән фекер тыумаһа ине. Әммә тормошта хәлде асыҡ күҙ менән тасуирлап, дөрөҫ аңлатып биреү — фәндең төп бурыстарының бе­реһе. Университеттың юғары идараһы янында ғилми ойошмаларҙың эштәре менән мәшғүл булырға тейешле бер орган булдырырға ихтыяж ҙур. Юғиһә бындай ғил­ми ойошмалар идара итеү, талиб һәм уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү, бина, финанс ресурстары алыу кеүек мәсьәләләрҙә хаҡлы дәғүәләренә ирешеү эшендә һәр саҡ мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ.

     Институтыбыҙға килгәндә, тырышлығыбыҙҙың уңышһыҙ булыуының бюрократтар ҡыҫымынан, уларҙың араһында беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙең булмауынаң башҡа, әлбиттә, тағы бер нисә сәбәбе бар. Иң башта төрөк ҡәүемдәренең тари­хын бәғзе милләттәштәребеҙ әле булһа бер фән сифа­тында танымай. Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә (1927 йылда булһа кәрәк) Бурсала мәрхүм Хәлил Әҙһәм бейҙе Йәшел мәсет янындағы мәҙрәсә тирәһенә боронғо грек ҡомартҡылары ҡалдыҡтарын йыйҙырып йөрөгәндә ос­ратып: «Византия дәүере әҫәрҙәре ҡәлғә өҫтөндә, Ви- зантия Бурсаһында йыйылһа, ә был тирәлә ислам һәм Османлы дәүере археологияһына ҡараған әҫәрҙәр туп­ланһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме», — тип әйтеүемә асыу­ланып, ҡыҙыулыҡ менән: «Османлы дәүере өсөн «ар­хеология» төшөнсәһе ҡулланып булмай!» •— тип яуап бирҙе. Хәҙерге ваҡытта ла беҙҙең төрөк ҡәүемдәре та­рихы һәм мәҙәниәте буйынса тикшеренеүҙәрҙе етди эш тип иҫәпләмәгән һәм уларҙы «институт ҡороп өйрәнеүгә» лайыҡ түгел тип уйлаусыларҙың береһе, урындағы йәштәр иҫәбенән төрөк ҡәүемдәре һәм Азия тарихы менән шөғөлләнәсәк белгестәр әҙерләү юлын­дағы тырышлығымды кире ҡағып: «Был эштәр өсөн үҙ татарҙарығыҙҙан берәйһен табырһығыҙ», — тип яуап биргәйне. Был яңылыш ҡараштың асы һөҙөмтәләрен беҙ йыш күҙәтәбеҙ. Факультет нәшриәтендә «Урта Азия ҡәүемдәренең үткәне тарих фәне түгел, ә этно­графия өйрәнә торған мәсьәлә», «университетыбыҙҙа ҡасанға тиклем беҙҙе вәхши халыҡтар менән әҡрәбә итергә тырышҡан кешеләргә түҙеп торасаҡбыҙ, улар эштәрен артабан киңәйтергә тырышалар бит» тигән мәғәнәлә мәҡәләләр нәшер итеүселәр ҙә булды.

     Төрөк ҡәүемдәре тарихы менән мәшғүл булыу Рәсәйҙең эске эштәренә ҡыҫылыу тип иҫәпләп, инсти­тут ҡороуға сәйәси йүндән ҡаршы сыҡҡандар ҙа осра­ны. Минеңсә, тағы ла мөһимерәк булған башҡа бер сәбәп тә бар: был институт ҡоролоп, киләсәге өмөтлө ғалимдар төркөмө барлыҡҡа килеүен теләмәүселәрҙең ҡаршылығы.

     Әҙәбиәт факультетына ғәҙәттә техника, медицина һәм хоҡуҡ бүлектәренә үтә алмағандар килә. Ғаиләләре­нең теләге һәм тирәһендәге мөхиттең тәьҫире аҫтында ниндәй ҙә булһа фән әлкәһендә карьера эшләргә ын­тылған был кешеләрҙе ғөмүми төрөк һәм Азия ҡәүемдәре буйынса тарихсы булыу, өҫтәүенә быға өлгәшеү өсөн ғәрәп, фарсы, өс Европа теле өйрәнгәндән һуң ҡытай, һинд, боронғо Иран, славян телдәренең бе­реһен, йә иһә классик телдәрҙең береһен өйрәнеү мәшәҡәте үҙенә бик ныҡ йәлеп итеп торған еңел эш бу­лып күренә алмаҫ. Шуның өсөн был талибтарға башҡа факультеттарға ҡарағанда ҙурыраҡ стипендия билдәләргә һәм уҡыуҙарын тамамлағандан һуң уларҙы эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Бының барыһы хаҡында ла мин, мәрхүм Ататөрөккә мөрәжәғәт итеп, хәҙерге хәлдә беҙ үҙебеҙгә лайыҡлы йәш ғалимдар үҫтерә алмаясаҡбыҙ, шуға күрә тарихсы булырға әҙерләнеүсе һәм бының өсөн ҡытай, һинд, славян, ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнеүсе биш талибҡа махсус стипендия билдәләргә кәрәк, тип һөйләгәйнем. Ул был тәҡдимде яҡшы ҡаршыланы һәм Мәғариф министрлығына мәсьәләне ыңғай хәл итергә ҡушты. Ләкин мәғариф министры Абидин бей мәсьәләне аңлай алманы, киреһенсә: «Беҙгә, йәғни мәғарифҡа, ҡараған мәсьәләләр буйынса ни өсөн Ататөрөккә мөрәжәғәт иттегеҙ?» — тип миңә асыуын белдерҙе. Тик 20 йыл үткәндән һуң ғына мәсьәләне аңлаған икенсе бер мәғариф министрына «1949 йылда Синьцзянды баҫып алған ҡытайҙар ҡул аҫтарында ҡалған мосолмандарҙы «ағартыу» өсөн Совет әҙәбиәт факультеттарында һәм коммунистарҙың пропаганда университеттарында әҙерләнгән 460 йәш кешене ебәреүҙәрен, уларҙың эш хаҡы инженерҙарға билдәләнгән эш хаҡынан кәм булмауын, беҙҙең дә мил­ли мәҙәниәт һәм мәнфәғәттәребеҙҙе милләтебеҙгә аңла­тыу өсөн шул ук юлдан барырға мәжбүр булыуыбыҙҙы, талибтарыбыҙға лицейҙарҙа тарих һәм әҙәбиәт укытыу­сыһы буласаҡтарын аңлатыу менән генә сикләнһәк, йәш фәнни кадрҙар әҙерләй, һәләтле йәштәрҙе техниканан мәҙәниәт яғына бора алмаясаҡбыҙ», — тип аңлатып, махсус стипендиялар мәсьәләһен уртаға ҡуйһам да, бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә өлгәшә алманым. 1930 йылда Ататөрөк, университетыбыҙҙың Әнүәр паша исе­мендәге аудиторияһында минең менән профессор Фуад Кёпрюлюне талибтар менән бергә йыйып, милли тарих­ты уҡытыу мәсьәләһе хаҡында һөйләшкәндән һуң дәрестәребеҙ менән ҡыҙыҡһынып, эштәребеҙгә илти­фат иткән, ҡарауһыҙ ҡалған был өлкәгә ярҙам ҡулы һуҙған һис бер вәкилде осратманым.

     Әҙәбиәт факультеты бина яғынан да тарлыҡ кисерә. Яңы бина төҙөлгәндән һуң ғөмүми төрөк тарихы курсы өсөн көс менән 10 квадрат метрлыҡ бер бүлмә ала ал­дыҡ. Өс өҫтәл, 4 меңгә яҡын китап тултырылған шкаф­тар араһында ассистент, беҙҙең менән оҙайлы эш иткән талибтарҙың ҡайһы берҙәре, ҡытай теле уҡытыусыһы, санскрит профессоры, рус теле уҡытыусыһы аяҡ өҫтө баҫҡан килеш һөйләшәбеҙ, сөнки ултырып һөйләшер­лек урыныбыҙ юҡ. Ьис булмаһа ректорҙарыбыҙҙың бе­реһе беҙгә килеп күрһә, бәлки хәлебеҙҙе аңлар ине.

     Әммә аэроплан ангарҙары кеүек бейек һәм киң кори­дорҙарыбыҙ бар, шуны бүлмәләргә бүлеп, йә иһә баҡса­ла таҡтанан барактар яһап, тимер мейестәр ҡуйылһа ла, беҙгә эшләр урын булыр ине. Теләгәнебеҙ — дәрестәр һәм семинарҙар ойошторорлоҡ бер киң бүлмә. Америкала Сиетл, хатта Колумбия университеттарында бер нисә фәнни учреждение Икенсе донъя һуғышы дәүеренән ҡалған таҡта барактарҙа урынлашҡан. Аҡса бүленмәгәнлектән китап һәм ғилми журналдар алдыра алмайбыҙ. 1957 йылда алынған китаптар өсөн түләнгән аҡсаларҙың бер өлөшө әле булһа ҡайтарып бирелмәне. 60-ҡа яҡын ғилми журнал алдыра инек, 1959 йылдан һуң уларын да алдыра алманыҡ. Шунан бирле Европала беҙ шөғөлләнгән фәндәр әлкәһендә ниндәй яңы нәшриәт барлығын да белә алмайбыҙ. Германия, Англия, Амери­ка, Рәсәй, Франция, һиндостан, Япония кеүек илдәрҙәге шәрҡиәт йәмғиәттәре һәм шәреҡ ғилми мәктәптәре нәшриәтенән һис береһе килмәй. Бындай хәлдә, әлбиттә, ярҙамсыларыбыҙ булған хәлдә лә фән үҫтерә алмаясаҡбыҙ.

     Университет мөхтәриәте, минең аңлауыма күрә, фән менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙың ҡул-аяғын бәйләп торған бюрократия ептәренән ҡотҡарыусы мөхтәриәт булырға тейеш. Беҙҙәге бөтә был эске рухи әсирлек, һәр төрлө үҙаллылыҡты тотоп торған бюрократизм, рухи төшөнкөлөк, Европа алдында артта ҡалғанлыҡ тойғоһо — былар барыһы ла үҙ көсөбөҙгә ышанмаусылыҡҡа, тәүәккәлһеҙлеккә дусар игеүсе иҫке ғәҙәттәр. Әгәр университетыбыҙ, бапгка Европа университетта­рынан артта ҡалыуын дауам итеп, тарихыбыҙ, тел һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында оригинал хеҙмәттәр менән ха­лыҡ-ара фән мөхитенә инә алмаһа, мәҫәлән, борон Урта һәм Көньяҡ Азияла, Алыҫ Көнсығышта йәшәгән халыҡтар телендә яҙылып, хәҙер археология ҡаҙыныуҙарында табылған сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙә Европа ғалимдары менән бер сафта барыу юлына (быға Яҡын Көнсығыш телдәрен өйрәнеп эш итеүҙә өлгәшкәнебеҙ кеүек) өлгәшә алмаһаҡ, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә, милли булмышыбыҙҙы аңлауҙа башҡа милләттәргә эйәреүҙән ҡотола алмаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, хәҙерге ижтимағи һәм иҡтисади фәндәрҙе өйрәнеү ни­геҙендә ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге оригинал сығанаҡтарҙы тикшереп, өс йыл элек «Әзербайжандың XIII — XIV быуаттарҙағы ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси тарихы» исемле китап яҙып нәшер иткән А. Ализаданың кимәленә лә күтәрелә алмаясаҡбыҙ. Күптән түгел мәмләкәтебеҙҙә «төрөктөң ҡулы менән самолет һәм моторҙар эшләү мөмкин түгел, тимер юлы вагонда­рының ағас деталдәренән башҡаһын эшләп булмай» тигән фекер хакимлыҡ итә ине. Хәҙер беҙ был дәүерҙе артта ҡалдырҙыҡ. Ләкин әлегә тиклем милли мәҙәниәтте һәм милли тарихты өйрәнеү фәндәрендә ҡытай, һинд һәм славян телдәрендәге сығанаҡтарҙы, боронғо Урта Азия телдәрендә яҙылған ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп, ориги­нал тикшеренеүҙәр үткәреүҙе Европа ғалимдарына хас бер эш, ә беҙгә иһә тик ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге сығанаҡтарҙы өйрәнеп әҫәрҙәр яҙыу өлөшө ҡала тигән фекер хөкөм һөрә. Европа ғалимдары менән күҙмә-күҙ осрашып, факультетыбыҙҙа тарих һәм милли дастандар өйрәнеү әлкәһендә эшберлеге тәьмин итеу юлындағы бер тәҡдим буйынса 1960 йылдың 25 октябрендә һәм 15 ноябрендә факультет профессорҙары йыйылышында булып үткән кәңәшмә иғтибарға бик лайыҡлы. Бындай кәңәшмәләрҙең протоколдары сенатҡа ҡараған бер юғары ғилми комиссия тарафынан тикшерелһә, бик урынлы булыр ине.

     Күреүебеҙсә, төрөктәрҙең нигеҙ тарихы менән шөғөлләнәсәк бер ғилми институт ойоштороу эше, 1939 йылдың 26 октябрендә тапшырылған тәүге проектты иғти­барға алһаҡ, тап 20 йыл, ә инде 1949 йылдың 19 июнендә факультет ултырышында ҡаралған һуңғы проект күҙ уңында тотолһа, ун йыл буйына төрлө ҡағыҙҙар араһында ятып ҡалыуын дауам итә булып сыға. Шуға ҡарамаҫтан был тәҡдимдәрем, һис шикһеҙ, бер көн тормошҡа ашыры­ласаҡ. Ғүмеремдең һуңғы дәүере башланған был көндәрҙә ойошторорға тырышҡан Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институтының, ниһәйәт, ҡоролоуын, был әлкәләге фәнни тикшеренеүҙәрҙең ҡатмарлы һәм талибтарҙың аҙ булы­уын иҫәпкә алып, был хәлде яҡшыртыу өсөн тейешле сти­пендиялар тәғәйенләнеүен һәм милли тарихыбыҙ хаҡын­дағы фәнни тикшеренеүҙәрҙең тейешле бер йүнәлеш алы­уын күрергә бик теләр инем. Итальян, латин, грек телдәрен өйрәнеп, Венеция, Рим һәм Женева архивтарын­да эшләрлек, икенсе яҡтан, славян, ғәрәп һәм Иран архив һәм китапханаларында шөғөлләнеү өсөн был телдәрҙе өйрәнгән булдыҡлы йәштәр үҫһә, «Төркиә һәм Яҡын Көнсығыш тарих институты», башҡа тарих институттары һәм семинарҙары ойошторолоп, улар, Лондон университе- тындағы кеүек, бер ғөмүми үҙәк янында тупланырҙар ине. Факультетыбыҙҙағы тарих институттары шәреҡ мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса музейҙар һәм башҡа учреждениелар булдырыр ине. Бөтә был эштәр, үкенескә ҡаршы, беҙҙән һуңға ҡалыр кеүек күренә.

     Конституция проектында үҙ аллы бюджетлы «Юғары иҡтисади шура» булдырыу ҡаралһа ла, мәмләкәтебеҙ хаки­миәтендә булып торған үҙгәрештәргә бәйләнеше бул­маған, мөстәҡил бюджетлы, мөстәҡил ғилми тикшере­неүҙәр өсөн терәк булған «Төркиә Фәндәр академияһы» ҡороу ҡаралмаған.

     Беҙҙең өсөн берҙән-бер өмөт — үҙ аллы ғилми тик­шеренеүселәргә хосуси капитал тарафынан ярҙам күрһәтелеүе, төрөк байҙарының төрөк тарихы һәм мәҙәниәте әлкәһендә төрөк һәм Европа телдәрендә фәнни әҫәрҙәр сериялары, ғилми журналдар нәшер итеү өсөн ваҡыфтар булдырыуы. Голландияла Мутоп исемле бер бай нәшриәтсе 1954 йылда ойошторған «Үҙәк Азия журналы» бөгөнгө көнгә ҡәҙәр сыҡҡан 20 һанында донъяның иң күренекле тюрколог, синолог, тибетолог, монголист, һиндолог ғалимдарының Урта Азия, шул иҫәптән төрөк һәм монгол ҡәүемдәренең та­рихына, теленә һәм мәҙәниәтенә ҡараған бик ҡиммәтле әҫәрҙәрен тулы рәүештә нәшер итеп, бөтә ҡыҙыҡһынған кешеләргә файҙаланыу мөмкинлеге тәьмин итте. Шулай ук Даиияла бер һыра фабрикаһы хужаһы ҡалдырған бай ваҡыф иҫәбенә Азия телдәрендә яҙылған әҙәби ҡомартҡылар (Бөйөк Азия теле ҡомарткылары), шул иҫәптән төрөк һәм монгол телендәге ҡомартҡылар, бик мөкәммәл бер рәүештә нәшер ителде. Ни өсөн төрөк байҙары үҙ милли мәҙәниәте ҡомартҡыларын һәм уларға бағышланған фәнни хеҙмәттәрҙе нәшер итәсәк ваҡыфтарҙы булдыр­маҫҡа тейеш.

                     ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ МАНЧЕСТЕР УНИВЕРСИТЕТЫНДА ҺӨЙЛӘГӘН ТЕЛМӘРЕ

     (1967 йылдың 27 июнендә Апглияның Манчестер университеты Әхмәтзәки Вәлидигә «Почетлы доктор» исемен бирҙе)

     Мәшһүр университетығыҙҙың миңә, «Почетлы док­тор» исеме биреп, оло хөрмәт күрһәтеүе миндә тәрән тойғолар уятты. Үҙемдең тыуған мәмләкәтем булған Урал тауҙарында минең был ҡаланы ишеткәнем дә юҡ ине. Һуңынан ғына Манчестерҙың данлыҡлы инглиз тукымаларын етештереүсе үҙәк булыуын, бында Шәреҡкә ҡағылышлы ҡулъяҙмалар һаҡланған бик бай китапханалар барлығын белдем. Университетығыҙҙың мөһим ғилми үҙәк икәнлеген Көнбайышта ориентализм өйрәнә башлағас ҡына аңланым. Шулай ук ҡалағыҙҙа Джон Райландс һәм уның хәләл ефете кеүек Шәреҡ сәнғәтенә, ғилми әҫәрҙәренә, боронғо сауҙа документтарына ғәйәт ҙур иғтибар биргән күп интеллектуалдар барлығын белдем. Утыҙ йыл элек мистер А. Миньянаның «Джон Райландс китапханаһында ғы ғәрәп манускрипттары каталогы» исемле хеҙмәтен уҡығанда мин Көрьән-Кәримебеҙҙең Көнсығыш төркисәһенә тәржемәһе барлығы хаҡында белдем. Был факт миндә ҡалағыҙға, университетығыҙға һәм китапханаларығыҙға ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Был китаптың тел үҙенсәлектәренә ҡарап, уның бик боронғо төрки телендә икәнлеген күрәһең. Әҫәр ун дүрт томға бүленеү сәбәпле, уның фотокүсермәләрен эшләтеп алыу менән минең үҙем шөғөлләнергә тейеш булыуым аңлашылды, һуңынан мин ҡулъяҙманың айы­рым биттәренең күсермәләрен алдым. Яҙыуҙарҙың яҡшы һаҡланыуы, сифатлы ҡағыҙ ҡулланылыуы был ҡулъяҙмаларҙың XI йәки XII быуатта, Ҡараханлылар дәүерендә яҙылыуын күрһәтә ине. Көрьән-Кәрим параллель рәүештә төркисәгә һәм фарсысаға тәржемә ителгән. Төрки теле сифатында Көнсығыш Төркөстан- дың Ҡашғар диалекты ҡулланылған.

     Тарихсы булараҡ, Англияның төрөк тарихы өсөн әһәмиәтле һәм бай китапханалары һәм коллекциялары булған мәмләкәт икәнлеген белә инем. XVI быуатта уҡ инглиз король ғаиләһе янында барлыҡҡа килгән интеллектуаль мөхит уҙ мәмләкәттәренә шәреҡ яҙмаларын килтереүҙе мөһим вазифа тип һанаған. Ошо тәңгәлдә Британия һәм Османлы империялары бер-береһенә оҡшаған һәм бер-береһен тулыландыра. Быны миҫал­дар менән иҫбат итеп тороуҙың кәрәге юҡ. Бында «Че­стер Битти коллекцияһы»» Садразам Көпрүлү Мәхмүт пашаның шәхси китапханаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән Истанбулдағы китапхана менән сағыштырыу ҙа етә.

     Манчестерҙағы Джон Райландс китапханаһындағы Ҡөрьәндең төркисәгә тәржемәһенең мәҙәниәт тарихы­быҙ өсөн әһәмиәте бик ҙур. Сөнки был әҫәр, Самани Мансур бин Нух дәүерендә (961 — 977) ойошторолған бер ғилми комиссия Тәбәри тәфсирен фарсы теленә тәржемә иткәс, шул фарсы теленән төркисәгә тәржемә сифатында донъя күрә. Фарсы теленә тәржемә ғәрәп нөсхәһендәге юлдар араһына яҙылғанға күрә, төркисә һөйләмдәрҙе бер үк ваҡытта ғәрәп һәм фарсы те­лендәге һөйләмдәр менән сағыштыра алабыҙ. Истанбулдағы төрөк-ислам әҫәрҙәре музейында Ҡөрьәндең төркисәгә тәржемәһенең Иран һәм Алтын Урҙа дәүләтендә күсереп яҙылған ике нөсхәһе һаҡлана — икеһендә лә яҙылыу ваҡыты күрһәтелгән. Иран нөсхәһе бында Сыңғыҙ нәҫелдәренә эйәреп килгән төрки ҡәбиләләренең диалектында булһа, Алтын Урҙа нөсхәһендә Ҡыпсаҡ төркиҙәренең көслө тәьҫире һиҙелә.

     Манчестерҙағы нөсхә лә бик оригиналь төркисә яҙылған. Тәржемә комиссияһына Исфиджаб (хәҙерге Сайрам) төбәгендәге көнсығыш һәм аргу төркиҙәренән берәү ҡатнашҡанға күрә, тәржемәгә уларҙың диалекты ла инеп киткән. Был нөсхә үҙенең имләһе (орфография) менән дә бик ҡыҙыҡлы.

     Быйыл октябрь айында Пакистан хөкүмәте Равал- пиндиҙа Көрьән-Кәримдең индерелеүенә 1400 йыл ту­лыу хөрмәтенә конференция ойоштора. Был ваҡиға Көрьән-Кәримдең төркисәгә тәржемәһенең меңенсе йыллығы менән тап килә. Әгәр ул конференцияла ҡатна­шырға тура килһә, мин мотлаҡ Джоп Райландс китапханаһындағы Ҡөрьән тураһында сығыш яһаясаҡмын.

     Миңә «Почетлы доктор» дәрәжәһе биреү ниәте менән ҡалағыҙға саҡырыуығыҙ өсөн үтә шатмын. Икен­се яҡтан, был ваҡиға бик тә әһәмиәтле, сөнки ул минең Англия һәм Ирландияның провинциаль китапханаларындағы шәреҡ яҙмалары хаҡында башҡарыласаҡ эштәремдең гүзәл башланғысы булып тора.

                                                 ТЫУҒАН ИЛГӘ ЯҘЫЛҒАН ҺУҢҒЫ ХАТ

                                                                                                    1969 йыл, 8 октябрь

     Бик мөхтәрәм ҡәрҙәштәрем Әхнәф һәм Раил!

     Һеҙҙең 10 июндә яҙған хатығыҙ килде. Бик рәхмәт. Касим Әхмәрҙең үлеменә бик ҡайғырҙым. Башығыҙ һау булһын.

     Һеҙ күргән «Башҡорттар тарихы» бында баҫыласаҡ, бер данаһын ебәрермен. Ебәргән ете китабығыҙ был көнгә тиклем килмәне. Улар килһен тип көтөп, хат яҙмай торҙом.

     Төркиәлә төрөк тарихы буйынса конгресс быйыл көҙ йыйылырға тейеш ине. Уны киләһе йылға кисек­терҙеләр. Иншалла, килерһегеҙ.

     Һеҙгә бер үтенесем бар. Саҡ-Суҡ хикәйәһенең башҡорт риүәйәттәре ҡайҙа ла булһа баҫылдымы? Баҫылған булып, шуны ебәрһәгеҙ, бик ҡыуаныр инем. Был хикәйәләрҙең бер риүәйәте Ҡазанда баҫылған «Татар әкиәттәре» исемле китапта сыҡҡан ине. Па- рижда күргәйнем. Әммә беҙҙә юҡ. «Татар халыҡ әкиәттәре»нең ике томын күрҙем. Был риүәйәт икенсе томында ине буғай. Шул риүәйәтте үҙ ҡулығыҙ менән күсерен яҙып ебәрһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине. Был әкиәттең миләди йыл иҫәбе буйынса өсөнсө быуатта Ҡытай сигендәге туюһун төрөктәренең алыҫта ҡалған ҡәрҙәштәрен һағынып йырлаған «Аһ, анай» тигән йырының ҡалдығы булғаны аңлашыла.

     Мөмкин булһа: 1) «Татар халыҡ әкиәттәре»нең ошо Саҡ-Суҡ хикәйәһе булған нөсхәһен, 2) һәм дә ҡул менән яҙып, хат эсенә һалып, был хикәйәнең бер күсермәһен ебәреүегеҙҙе үтенәм. Мин үҙем Саҡ-Суҡ хикәйәһен балалығымда Башҡортостанда бер нисә ке­шенән ишеткәйнем. Бында ла Әхмәт Зыя исемле бер башҡорт мөғәллиме был хикәйәне белә ине. Ул да үткән йыл вафат булды.

     Һау булығыҙ, күп-күп сәләмдәр.

                                                                                                Әхмәтзәки Вәлиди Тукан.

     Һеҙгә түбәндәге китаптарҙы ебәрәм, алһағыҙ, хәбәр итерһегеҙ.

Йөкмәткеһе

Төҙөүсенән ,5

Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ 9

Профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың

автобиографияһы. 1948 йыл, 16 май 11

Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәжәғәте.

1918 йыл, 1 июнь 16

Рәсәй Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетына хат.

1920 йыл, 12 сентябрь 24

11. Крестинский менән Е. Преображенскийға хат.

1920 йыл, 12 сентябрь 27

Я. Рудзутакка хат. 1923 йыл, 20 февраль 28

Аенинға хат. 1923 йыл, 20 февраль 29

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты. 1923 йыл, февраль . . .35 Кокандтан Аширали Заһириға һәм ҡаҙаҡ Сиркпай

аҡайғахат. 1923 йыл, февраль 41

Башҡортостандағы дуҫҡа хат. 1923 йыл, февраль 42

Афған стан хөкүмәтенә хат. 1923 йыл, 15 июль 43

СССР-ҙың Берлиндағы тулы хоҡуҡлы Вәкиленә.

1924 йыл, 12 апрель 51

Берлинла үткән социалистар конференцияһы делегаттары алдында уҡылған доклад.

1924 йыл, декабрь .53

И. В. Сталипға записка. 1925 йыл, 20 сентябрь 69

М. В. Фрунзеға хат. 1925 йыл, 20 сентябрь 69

Абдулла Баттал Таймасҡа хат. 1935 йыл, 30 июнь 70

Истанбул университеты алдында торған мәсьәләләрҙең береһе. 1961 йыл 78

Әхмәтзәки Вәлидиҙец Манчестер университетында һөйләгән телмәре. 1967 йыл, 27 июнь 94

Тыуған илгә яҙылған һуңғы хат. 1969 йыл, 8 октябрь ... .97

  1. Хат профессорҙар Әхнәф Ибраһим улы Харисовҡа һәм Раил Ғүмәр улы Кузеевҡа яҙылған.