Сихыр һалғандар
Сихыр тураһында һүҙ ҡуҙғатып, комментарийҙәрен яҙған контакт селтәрен ҡараһам, унда быға ышанмағандар күп. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръян Кәрим китабынының сүрә һәм аяттарында, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм хәҙистәрендә был турала асыҡ әйтелә һәм аңлатыла, ә бында белемселәр сихыр тигән нәмә юҡ тип, үҙ фекерҙәре менән халыҡты алдайҙар. Былар кафырҙар, урындары мәңге тамуҡта булыр. Һәм бына ошо мәҡәләне әле яҙа башлауымдың сәбәбе, ошо үткән ял көндәрендә иҫке тауыҡ ояһын боҙғанда, ҡыйыҡ аҫтындағы серегән таҡта түбәһенән ергә осоп төшкән бәләкәй генә шар формаһындағы сепрәк төйөнсөгө һылтау булды. Уныһына ла иғтибар итмәҫ инем, әгәр ошо уҡ ҡыйыҡ өҫтөнә балалар ырғытҡан бәләкәй генә резина туп килеп ятмаһа. Шул туп ыңғайы, ергә тағы ла баяғы бер бәләкәй ҡара нәмә аҫҡа тәңәрәне, төшөп ҡараһам, шул әйбер ята. Иң башта берәй мулла тарафынан малдар зәғифләнмәһен тип, өшкөртөлгән тоҙҙор тинем. Мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәй йәшәгән ерҙә, иҫке өйҙәрен һүтеп, яңы өй һалып, шунда өсөнсө тиҫтәгә табан ғәилә ҡороп, йәшәп ятҡан заман. Читать далее
Ахырзаман системаһы
Ахырзаман системаһы
Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим.
БисмиЛәәһир-Рахмәнир-Рахим.
Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти:
إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ
Иннә Аллааһа ләә йүғәййирү мәә биҡаумиң хаттәә йүғәййирүү мәә биәңфүсиһим
Ысынлап та, Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй. (Ҡөрьән 13:11)
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, кешеләр үҙҙәре үҙгәрмәйенсә, уларҙың хәле үҙгәрмәйәсәк. Хәҙерге заманда кешеләр үҙҙәренә оҡшағанса йәшәй. Улар дин һәм иманды бөтөнләй танымай. Улар үҙ эголары теләгәнде генә эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар хәлде яҡшыраҡ итергә һәм нимәнелер үҙгәртергә теләгән өмөттә. Үҙегеҙ үҙгәрмәйенсә, хәл үҙгәрмәйәсәк. Сөнки хәҙер кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтмәйҙәр, уларҙы яуызлыҡҡа өйрәтәләр. Яманлыҡҡа өйрәтеп, яҡшылыҡ таба алаһығыҙмы? Читать далее
Народные рецепты (Шейх Назим)
Народные рецепты (Шейх Назим)
ПРИРОДНАЯ МЕДИЦИНА
Мауляна Шейх Назим альХаккани
Это небольшое вступление к новой брошюре о медицине и лечении. Люди в наши дни очень сильно нуждаются в этом, потому что число болезней увеличивается, а врачам и ученым становится все более сложно найти названия, лечение и медикаменты для всех этих болезней.
Простые болезни имеют простые методы лечения, но на протяжении развития человечества и сильного роста непослушания, болезни также перестают слушаться медицину и начинают становиться неизлечимыми. С разрешения Всемогущего Господа даже самая смертельная болезнь может быть отражена с помощью простой медицины, но чем более разрушительным становится человечество, чем более неповиновенным по отношению к Божественным Законам, – тем больше болезней становилось невозможным излечить, даже самых простых болезней. Читать далее
Ҡояш Көнбайыштан сығыр...
Ҡояш Көнбайыштан сығыр...
Эй, Аллаһ ҡолдары! Бер ваҡыт... һәм, бәлки, был бик тиҙҙән булыр, кешелек уяныр һәм шаҡ ҡатыр! Йылытҡан һәм яҡтыртҡан яҡтыртҡыс — Ҡояш үҙенең ғәҙәти урыныннан күтәрелмәйәсәк. Тиҫтәләрсә йәки йөҙҙәрсә мең йыл дауамында һәр иртә көнсығыштан күренгән ҡояшыбыҙ — ул үҙенең тәртибен үҙгәртәсәк. Һәм ул ҡапма-ҡаршы яҡтан күтәреләсәк.
Был ике нәмә — Ҡояш һәм Ай — ике яҡтыртҡыс... ысынлап та, был-Аллаһы Тәғәләнең билдәләре, улар беҙгә Барлыҡҡа Килтереүсенең Бөйөклөгөн һәм Камиллығын күрһәтә; беҙгә ҡояш менән айҙың хәрәкәт итеү тәртибен ҡәтғи системаға ярашлы, теүәл иҫәпләнгән тәртипкә ярашлы күрһәтәләр. Был беҙгә уларҙың Аллаһы Тәғәләнең хакимлығы аҫтында булыуын күрһәтә. Читать далее
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее
Төштә мәйет күреү
Төштә мәйет күреү
Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее
Был нисәнсе Ҡиәмәт?
Был нисәнсе Ҡиәмәт?
Ер йөҙөнә Ҡиәмәт нисә тапҡыр ҡилгән? Әллә Ҡиәмәт көнө миллионлаған тапҡыр килгәнме!? Беҙ был донъяға Ҡиәмәт көнөн нисек һәм ни хәлдә килерен белмәйбеҙ һәм башыбыҙға бер яңылыш фекер һалынған. Имеш бар ғәләм донъяһы, Еребеҙ, ҡояшыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ, галактикаларыбыҙ юҡҡа сыҡҡас, Ҡиәмәт килә лә һәм шунан һуң сиратҡа теҙеләбеҙҙә, йәһәннәмгә, йә иһә йәннәткә китәбеҙ. Бик яңылышабыҙ бит был уйҙа! Ни эшләп Ер йөҙөнә ахырзаман килгәндә, эргәләребеҙҙәге Ҡояшыбыҙҙан бәләкәй йәки миллионмы, әллә күберәк ҙурлыҡта булған, йәки яңы тыуып торған триллион йондоҙ-галактикалар беҙҙең донъя менән бергә юҡҡа сығырға тейеш? Ни эшләп Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ йыһан ғәләме, бер саң бөртөгөндәй генә булған Ер кешеләренең ғүмере менән бер тигеҙ булырға тейеш? Беҙ кемдәр һуң Уның бар барлығынан өҫтөн булып? Урыҫ христиандарының поптары кеүек, кешене Аллаһ Үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән икән тип, яңылыш уйҙа булмайыҡ, был иге сиге булмаған ғәләмдә беҙҙең бар донъябыҙ ер океандарындағы һыуҙың бер тамсыһына ла тиң түгелдер! Ни эшләп кешелек ғүмеренең аҙағы еттеп килгәндә, күктәге шул триллион йондоҙҙар араһындағы берәй (миллион) планеталарҙа йәшәгән башҡа йән эйәләре һәм беҙҙең Ер өҫтөндә, эргәбеҙҙә күҙгә күренмәгән параллель донъялар һәм башҡа ваҡыт-үлсәмдәрҙә йәшәгән Аллаһының заттары беҙҙең менән ҡуша ошо боҙоҡ цивилизациябыҙ менән һәләк булырға тейеш? Читать далее
Кем ул Зөлҡәрнәй?
Кем ул Зөлҡәрнәй?
Зөлҡәрнәй — Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алынған Аллаһтың тәҡүә ҡоло. Уның шәхесенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, шуға күрә уның пәйғәмбәр, вәли йәки ябай тәҡүәле хаким булыуы тураһында бәхәстәр бар. Ҡайһы бер мөфассирҙар, Аллаһ Тәғәләнең "Әй, Зөлҡәрнәй! (Кахф 18/86), тиеп өндәшеүенән сығып, уның пәйғәмбәр булыуы тураһында фекерен белдерә. Башҡалар иһә уның вәли булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең башҡорт википедияһына Зөлҡәрнәйҙе Александр Македонский менән бутап яңылышлыҡ индергәндәр. Рәсәй мосолмандары, бигерәк тә урыҫтар Александр Македонскийҙе беҙҙең славян тамырҙарынан, тиеп ебәрәләр. Был грек башлығының уларҙа ни затты бар? Ә Зөлҡәрнәй ғәрәптәрҙән булған. Ни эшләптер Зөлҡәрнәйгә Искәндәр тип, өҫтәлмә исем ҡушҡандар, хәҙистәрҙә һәм Ҡөръәндә был исем юҡ. Читать далее
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Кем ул Мәһди? Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ күп хәҙистәренә ярашлы бөтә донъя ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ менән тулғанда Мәһди тигән ахырзаман әҙәме киләсәк тигән. Мәһди һүҙ булараҡ; «хидийәт» (араб. هداية), был дөрөҫ юл күрһәтеүсе, етәксе, остаз, юл күрһәтеү һәм юлды һүрәтләү тигәнде аңлата.
Икенсе төрлө әйткәндә, Мәһди тура юлға баҫҡан һәм дөрөҫ юл тапҡан кешене аңлата.
«Мәһди» һүҙенең тура мәғәнәһе «тура юлдан барыусы» тигәнде аңлатһа ла, етәкселек Аллаһтан килә, ул анығыраҡ мәғәнәгә эйә була һәм «Аллаһтың туранан-тура етәкселегенә өлгәшкән һәм уның тура юлынан барыусы» тигәнде билдәләү өсөн ҡулланыла башлай.
Ислам фәндәре терминологияһында Мәһди — ул Әхль әл-Бәйт (Мөхәммәд, ﷺ яҡын кешеләр) кешеһе, ул донъя бөтөүгә табан тиклем килеп, уға тиклем иҙеү менән тулы булған донъяны ғәҙеллек менән тултыра. Кешеләр инде ошо өҫтәренә ябырылған әфәт, бәлә-ҡаза, һуғыштар арҡаһында иманға килмәһәләр, уларҙың был донъяла урыны булмаясаҡ. Динебеҙҙә көсләү юҡ, ҡоро мосолманмын тип, аҙашып, йәки был этник группаға ҡарауығыҙҙан файҙа булмаясаҡ. Ошо сыуалыштарҙа миллион-миллиард кешеләр һәләк буласаҡтар һәм ҡалғандары мосолман диненең ихластары булып, Аллаһ Тәғәләгә ысын инаныусылар буласаҡ. Читать далее
Гитлер Ислам хаҡында

мечеть Вюнсдорф 1915 год
Гитлер Ислам хаҡында
Гитлер Ислам динен ҡабул иткәнме һәм уның мосолман диненә ҡарашы, тигән был мәҡәләне яҙырға төрөктәрҙең «Академия» сайт-журналындығы яҙмалар сәбәп булды. Төрөксә беләһегеҙме тигәнгә, хәҙер компьютерҙа теләһә ниндәй телдә яҙылғанды тәржемә итеп уҡырға була, тик башҡортсаға барып етмәгәндәр әле. Уйламаған ерҙән «Адольф Гитлер тайно принял ислам и поэтому потерпел поражение». Журнал «Академия». Автор: Мехмет Фахри Серткая (mfs), тигән мәҡәләгә тап булдым. Был журналдың авторы, бик серле кеше, Мәһди булыуы ла мөмкин тиҙәр. Төрөксәнән белгәндәр шуның видеоматериалдарын тәржемә итһәләр, бик шәп булыр ине, сөнки ул Израиль сионистәрен яйлап, бөтә яҡтан «разоблачать» итеп, бара тиҙәр. Читать далее


