Һуңғы юлға оҙатҡанда...
Ғәләмдәрҙең тәрбиәсеһе булған, ошо донъяларҙы яралтҡан, йәшәйеш һәм үлемде булдырған, беҙҙе лә юҡтан барлыҡҡа китергән Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә хәмед-ҫәнәләребеҙ булһа ине. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренә, салауаттарыбыҙ һәм доғаларыбыҙ ирешһә ине.
Әссәләмүғәләйкүм хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн беҙ бында ошо ҡайғылы йыйылышҡа, хөрмәтле кешебеҙ, (ауылдашыбыҙ, ҡәрҙәшебеҙ, мәрхүмебеҙ, мәрхүмәбеҙ)...(исеме)...һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ .
Әҙәм балаһының өс туйы тигән әйтем бар: кешенең был донъяға тыуыуы — бәпәй туйы, мөхәббәткә бәйләнеп, ғәилә ҡорорға ниәтләнеү — өйләнешеү туйы һәм бәндә ғүмеренең һуңғы туйы — ул йыназа, мәрхүм-мәрхүмәләребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһы. Читать далее
Ғәли ибн Әбү Талиб, «Нәһж Әл-Бәлаға»
Ғәли ибн Әбү Талиб, «Нәһж Әл-Бәлаға»
«Һөйләм оҫталығы юлынан», Баҫманы татарсаға тәржемә итеп, нәшергә әҙерләүсе: Мөхәммәт Галләм Мостафа
Гали бине Әбү Талиб, Сөйләм осталыгы юлыннан / Татарчага М. М. Галләм тәрҗемәсе. — Мәскәү: «Садра» нәшрияты, 2017. –464 бит. ISBN 978-5-906859-28-0
Мөселман дөньясында, аеруча шигыйлар мохитендә, үзенең әһәмияте буенча Изге Коръәннән генә калыша торган җыентыкның татар теленә беренче тулы тәрҗемәсе.
«Нәһҗ әл-бәлага» — «Сөйләм осталыгы юлыннан» бүген барлык гарәп гуманитар югары уку йортларында өйрәнелә, чөнки аның теле — югары «садж`» яисә рифмаланган прозаның үрнәкле стиле. Җыентык өч өлештән — хөтбә, хатлар һәм афоризмнардан (канатлы сүзләр) тора. Аларны төрле вакытта һәм хәл-вакыйгаларда, әмма бер үк тарихи җирлектә — пәйгамбәрнең вафатыннан соң ике генә дистә ел үткәндә Ислам хәлифәлеген чолгап алган беренче сәяси фетнә чорында имам Гали сөйләп ишеттергән яисә үз куллары белән язган. Читать далее
Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу
Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу
Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине. Читать далее
Рамаҙан айында ураҙа
Рамаҙан айында ураҙа
Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте китабынан.
Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Изге Рамаҙан айы етте. Күктән рухи аҙыҡ төшһөн өсөн, матди ризыҡтан баш тарт. Был айҙа рухиәтең өсөн табын ҡорола. Был — йөрәктәребеҙҙе тәнебеҙ гонаһтарынан арындырыу һәм уны Илаһи һөйөү һәм иман менән һуғарыу айы».
[Барса маҡтауҙарыбыҙ беҙҙе изге Рамаҙан айына ҡәҙәр йәшәткән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә. Изге Рамаҙан — шәфҡәткә һәм бәрәкәттәргә күмелгән ай. Рухи ҡиммәттәр тиреү өсөн иң уңдырышлы ай был. Был ай — Аллаһу Тәғәләнең Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә махсус бүләге. Был ай — ихлас мөьминдәр өсөн Илаһи бүләктәр хазинаһы. Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
«Әгәр Аллаһ ҡолдары Рамаҙан айының хәкиҡи ҡиммәтен белһә, өммәтем уның йыл буйы дауам итеүен теләр ине». (Хәйсәми, т. III, стр. 141) Читать далее
Салафит-ваххабиты Башкортостана
Салафит-ваххабиты Башкортостана
Сегодня некоторые типы пытаются скрыть факты существования и распространения салафит –ваххабизма в Башкортостане. Этим типам рекомендую читать книгу шейха Зайнуллы Расулева (1833—1917) «Божественные истины», где уважаемый шейх разносить этих ваххабитов в пух и прах. Поэтому последние годы ДУМ РБ Башкортостана под управлением муфтия Биргалина не проводить «дни великого ученного Зайнуллы ишана». Они стараются, чтобы мы забыли своего родного духовного короля башкиров. Каждый год соседние республики Татарстан, Чечня, Дагестан, Казахстан проводят чтения посвященные «Великому шейху». А муфтият даже не вспоминает, что был такой великий ученный! Книга «Божественные истины»: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/z%D3%99jnulla-r%D3%99s%D2%AFlev-%D2%BB%D3%99m-va%D2%BBabittar.html
Ваххабиты – это последователи салафизма, идеологи «чистого ислама»- радикалы-исламисты, которые очень далеки от Исламской религии, ваххабизм – относится не к исламу, а к исламизму. Исламизм напоминает фундаменталистов в других религиях, повторяет фашизм и коммунизм в стремлении совершенствовать методику господства над населением. Наиболее важным признаком, отличающим Ислам от исламизма, является то, что последний подчиняет политику религии. Исламисты утверждают, что они авангард мусульман, интегрирующие веру и политику, но их главная задача – получение власти и реализация ее только исламистами с исключением из политического процесса иных сил. Читать далее
Сәйфулла хәҙрәт
Сәйфулла хәҙрәт
Әлхәмдүлиләәһи!
Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин указы менән яңы йыл башында Әбйәлил районының имам-мөхтәсибен Сәйфулла хәҙрәт Ғәйсинде Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Хәйбулла райондарында йәшәүсе мосолмандарҙың йәмғиәтенә Ислам диненең ахун вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйләнде. Аллаһ Тәғәлә Сәйфулла хәҙрәткә көс-ҡеүәт биреп, Уның ризалығы ярҙамында халҡыбыҙҙы иманға ҡайтарыуҙа, динебеҙҙә тырышлыҡ күрһәтеп, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләмдең сөннәһенә һәм Аллаһының Изге китабы Ҡөръән Кәримгә таянып, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ғибәҙәттәрен дауам итеп, нурлы тәриҡәт юлында ихласлыҡ, тырышлыҡтар күрһәтергә насип итһен. Әмин!
Вахаббиттар аҙанға ҡаршы!
Вахаббиттар аҙанға ҡаршы!
Әбйәлил районының ҡайһы бер мәсеттәрендә таймер (реле времени) аша биш намаҙ ваҡыт етеү менән дискыға (флешкаға) яҙылған матур аҙан тауыштары яңғырап тора. Райондың үҙәк мәсетендә лә мөхтәсиб алышынмаҫ борон шулай ине. Элекке мөхтәсиб район үҙәгендә яҡынса 9 мең кеше йәшәгәндәр араһынан аҙан әйтергә бер мөәзин таба алмағас (халыҡ менән эш итә белмәгәс) минән ваҡыт таймерҙары ҡуйҙыртып алды һәм унда биш намаҙ ваҡытына яҙылған аҙан яңғырап торҙо. Хәҙер бер кемдә һайламаған, мөфтий Бирғәлин тарафынан ҡуйылған, имеш Мәккәлә өс йыл уҡыған, тик Әттәхийәтте лә уҡый белмәгән кешене мөхтәсиб итеп ҡуйҙылар. Был әҙәм Ғәрәпстанда өс йыл Ислам университеттың курсын уҡығанмы әллә ваххабиттар әҙерләү курсын үткәнме? Нисек инде 25-30 йыл Ислам динендә булып, шунда имам булып йөрөп, намаҙҙа үтәлә торған Әттәхийәтте уҡый белмәҫкә? Ана шул наҙандарҙың наҙаны булған әҙәмдәрҙе имам итеп, мөхтәсиб итеп ҡуя Бирғәлин, видеоһын киләһе мәҡәләлә һалырмын, иншаАллаһ.
Читать далее
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!
Матур яҙҙың март айы ла килеп етте һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнө етте. Ошо йылына бер тапҡыр килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамын, 8 март көнөн – уның тарихы төпкөлөнә, сығышына төшмәй, ә һөйөклө кешеләребеҙҙе, — ҡатындарыбыҙҙы, әсәләребеҙҙе һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрә торған бер көн генә тип кенә ҡабул итәбеҙ түгелме? Әйе, йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибар бирмәй, тик ошо көндә генә уларға хәйерле теләк үә бәхет теләйбеҙ.
Был әлбиттә дөрөҫ түгел, Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ирҙәргә ҡатындарҙы бүләк иткән, беҙгә балалар тапһын тип, әсә иткән. Тик беҙ ирҙәр, донъя мәшәҡәтенә, уның нәфсеһенә сумып уларға иғтибар бирмәйбеҙ, рәнйетеп тә алабыҙ, ситкә лә этәрәбеҙ, күңелебеҙ һалҡынлығын күрһәтәбеҙ. Читать далее
Зекер (Аллаһты зекер итеү)
Зекер (Аллаһты зекер итеү)
Изге Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Әхзаб»сүрәһенең 41-42 аяттарында Аллаһ Тәғәлә: «Һеҙ Аллаһыны һәр бер эшегеҙҙә зекер итегеҙ. Һеҙ Аллаһыны күп зекер итеү менән бойоролғанһығыҙ, кис һәм төндәрҙә зекерҙә булығыҙ», – тигән. Әбйәлил ауылдары мәсеттәрендә башҡалар коронавирус ауырыуы һылтауы менән бикләнеп ятҡанда был зекерҙәр туҡтаманы. Хатта муллалар араһында был ауырыу булманы тиерлек, Аллаһыға шөкөр. Үткән аҙнала Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, бәрәҡәтенә үә ниғмәтенә өмөт итеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм киләһе һынауҙарға сабырлыҡ күрһәтергә насип итһен тип, мосолмандар кесе йома зекеренәТаштимер ауылы мәсетенә йыйылдылар. Читать далее
Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?
Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?
Был совет атеистәренең 1964 йылда яҙған «Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?» тигән китабын бөгөнгө беҙҙең илдә һәм донъяла барған киҫкен сәйәсәт арҡаһында барған хәлдәрҙән сығып уҡыусыларға тәҡдим итәм. Бөгөнгө көндә лә илдәге ялған сәйәсәт (политика) пропагандаһына ышаныусылар бик күп, шул ышаныуҙары арҡаһында хатта СССР осоронда ла алдашыу, ялған булманы тип, шул заманда йәшәгән бөгөнгө «динле» әҙәмдәр үҙ дөрөҫлөктәрен иҫбат итергә маташа. Бына уҡығыҙ, һығымта эшләгеҙ, шулай уҡ тарих яҙыуҙа ла ялған мәғлүмәт бик күп булды. Бар ерҙә, бар илдәрҙә тиерлек сәйәсәт (политика) ялғанға, алдауға ҡоролған. Был депутаттарҙың төкөрөк сәсеп, буш вәғәҙәләр биреп, һайлауҙарҙа алдашыу арҡаһында үтеп, аҙаҡ кешеләрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫҡан закондар ҡабул итеүҙәре, байҙарҙы, үҙҙәрен генә яҡлаған система төҙөүҙәре. Сәйәсмәндәрҙең бар халыҡты алдап илдәге барған хаҡлыҡты йәшереүҙәре әлеге шул пропагандаға ҡоролған. Совет осоронда ла, хәҙерге көндә лә шул ялған мәғлүмәт биргән телевизорға, шулай уҡ интернеттә ҡайһы бер каналдарҙың алдаған каналдарын ҡарап кешеләр илдәге барған сәйәсәт тураһындағы фекерҙәрендә яңылыша, аҙаша. Читать далее



