Һуңғы юлға оҙатҡанда...
Ғәләмдәрҙең тәрбиәсеһе булған, ошо донъяларҙы яралтҡан, йәшәйеш һәм үлемде булдырған, беҙҙе лә юҡтан барлыҡҡа китергән Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә хәмед-ҫәнәләребеҙ булһа ине. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренә, салауаттарыбыҙ һәм доғаларыбыҙ ирешһә ине.
Әссәләмүғәләйкүм хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн беҙ бында ошо ҡайғылы йыйылышҡа, хөрмәтле кешебеҙ, (ауылдашыбыҙ, ҡәрҙәшебеҙ, мәрхүмебеҙ, мәрхүмәбеҙ)...(исеме)...һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ .
Әҙәм балаһының өс туйы тигән әйтем бар: кешенең был донъяға тыуыуы — бәпәй туйы, мөхәббәткә бәйләнеп, ғәилә ҡорорға ниәтләнеү — өйләнешеү туйы һәм бәндә ғүмеренең һуңғы туйы — ул йыназа, мәрхүм-мәрхүмәләребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһы. Читать далее