Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?
Был совет атеистәренең 1964 йылда яҙған «Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?» тигән китабын бөгөнгө беҙҙең илдә һәм донъяла барған киҫкен сәйәсәт арҡаһында барған хәлдәрҙән сығып уҡыусыларға тәҡдим итәм. Бөгөнгө көндә лә илдәге ялған сәйәсәт (политика) пропагандаһына ышаныусылар бик күп, шул ышаныуҙары арҡаһында хатта СССР осоронда ла алдашыу, ялған булманы тип, шул заманда йәшәгән бөгөнгө «динле» әҙәмдәр үҙ дөрөҫлөктәрен иҫбат итергә маташа. Бына уҡығыҙ, һығымта эшләгеҙ, шулай уҡ тарих яҙыуҙа ла ялған мәғлүмәт бик күп булды. Бар ерҙә, бар илдәрҙә тиерлек сәйәсәт (политика) ялғанға, алдауға ҡоролған. Был депутаттарҙың төкөрөк сәсеп, буш вәғәҙәләр биреп, һайлауҙарҙа алдашыу арҡаһында үтеп, аҙаҡ кешеләрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫҡан закондар ҡабул итеүҙәре, байҙарҙы, үҙҙәрен генә яҡлаған система төҙөүҙәре. Сәйәсмәндәрҙең бар халыҡты алдап илдәге барған хаҡлыҡты йәшереүҙәре әлеге шул пропагандаға ҡоролған. Совет осоронда ла, хәҙерге көндә лә шул ялған мәғлүмәт биргән телевизорға, шулай уҡ интернеттә ҡайһы бер каналдарҙың алдаған каналдарын ҡарап кешеләр илдәге барған сәйәсәт тураһындағы фекерҙәрендә яңылыша, аҙаша.
Беҙҙе әле Конституция үҙгәрмәй, икенсе срока президент булып бармайым, пенсия реформаһы булмай, тәңкә (рубль) долларға бәйләнмәгән, һайлауҙар дөрөҫ үтте, шул ваҡытта шулай бай булырһығыҙ һәм башҡа бик күп алдауҙарға әле һаман ышанып йәшәйһегеҙ түгелме? Хәҙерге көндә байҙар өсөн, уларҙың бүлешкән байлығын һаҡлар өсөн патриотизм күрһәтеп улдарығыҙҙы, ирҙәрегеҙҙе шул сәйәсмәндәр башлаған утҡа тығып үлтерергә әҙерһегеҙме? Ҡасан донъя бөтөрөн Ҡөръәндә һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм хәҙистәрендә асыҡ әйтелгән. Шулай йәшәргә теләһәгеҙ ошо донъя ағымына эйәреп, һарыҡ булып ҡалығыҙ. Тик боҙоҡлоҡ ҡылғандарҙы яҡлаған өсөн Аллаһының язаһы буласағын онотмағыҙ.
Көнбайыш (Запад) һәм АҠШ беҙҙең дошман, илебеҙҙе баҫырға тора тигән ялғандарына ышанағыҙмы? Ошо илдәр 30-сы йылдарҙа беҙҙең илдә аслыҡ барғанда һәм Бөйөк Ватан һуғышы барғанда хәрби ҡорамалдары менән ярҙам итмәнеме? Ни эшләп бөгөнгө көндәрҙә беҙҙең «бурҙар» элитаһы бар аҡсаларын сит илдәрҙә, долларҙа һаҡлай? Ни эшләп уларҙың һәр сит илдә , һәр сит ил утрауҙарында тиерлек өйҙәре, миллиард доллар тоған яхталары бар? Паспорттары, гражданствовалары сит илдеке? Ни эшләп уларҙың балалары шул сит илдәрҙә рәхәтләнеп йәшәй, белем ала? Хатта уларҙың Россияны күргеләрелә, был илгә ҡайтҡылары килмәй? Беҙҙең ил донъяла йәшәү шарттары буйынса бик түбәнгә төшкән ил. Шул уҡ беҙҙең Хабиров Австрияға йылына өс тапҡыр ҡыҙҙары янына барып виллаһында ял итеп ала. Уға беҙҙең бысраҡ, фенол, газ менән ағыуланған Башҡортостан кәрәкме? Ошонда йәшәргә ҡалыр тип уйлайһығыҙмы?
Шуны белегеҙ Америкаға һәм башҡа сит илдәргә беҙҙең сеймал (тәбиғәт байлығы) ғына кәрәк. Ә халыҡ уларҙың тауарын һатып алыусы потребитель булып ҡалһын өсөн бик кәрәк. 90-сы йылдарҙа бар донъя кризисы башланғанда шул илдәрҙең үтмәгән тауарҙарын (жевачка, аяҡ йыуа торған спиртәр һ. б. миллиондаған тауарҙары) беҙҙең илгә индереп үҙ экономикаларын кризистан сығарҙылар. Бөгөнгө көндә беҙҙең илдәге фабрика-заводтарҙы бөтөрөү уларға бик зур файҙа ғына килтерҙе һәм киләсәктә уларҙың экономикаһын тотоп торасаҡ, уларҙың бар тауарҙарын ҡулланыу капиталистарға миллиард-миллиард доллар килтерәсәк билдәле бер мәлгә тиклем. Эргәләге ваҡ сит илдәрҙә шул АҠШ һәм Ҡытай тауарынан, уларҙың диктовать иткән экономик сәйәсәтенән үтә алмай. Өҫтөгөҙгә кейгән кейемдәрегеҙгә һәм бар ҡулланыу тауарына ҡарағыҙ, беҙҙең илдә етештелгән бер нәмә лә юҡ. Беҙҙә халыҡты талаған, бер ниндәй ҙә көслө ил төҙөргә теләмәгән бай бурҙар ғына бар, бар эштәре оптимизация ла, халыҡты контрольдә тотоу өсөн полиция, судья һәм элекке замандан ике тапҡырға артҡан чиновниктәрҙән тора. Хатта бер эшсегә ете хужа булып китә. Күҙегеҙҙе асып хаҡиҡәткә ҡарағыҙ, алданмағыҙ. Был хаҡта Аллаһ беҙҙе Ҡөръән аяттары менән иҫкәртә бит.
Был аҫтағы китап тарих өйрәнеүселәргә, хаҡлыҡты белеүселәргә, шулай уҡ Ислам динендә булған кешеләргә файҙалы булыр. Сөнки беҙ совет осоронда ла илебеҙҙең сәйәсәте дөрөҫ тип йәшәнек, алдандыҡ. Әле лә бар тормошобыҙ алданыуға, ошо буш донъяға ҡоролған. Аллаһ беҙҙе хәҡиҡәтте ялғандан айырырға мөмкинселек биреп беҙҙе иманға килтереп ҡарай...
Аҫта китаптан бер өҙөк:
Фән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең булыуын раҫламай һәм уның тураһындағы бөтә әкиәттәрҙе кире ҡаға. һәм мосолмандар үҙҙәре лә йыш ҡына бик үткер формала был әкиәттәрҙән көләләр.
Сәмәрҡәнд өлкәһе Ҡараҡышлаҡ районындағы ғәрәп ауылында йәшәүсе ғәрәп Ғәлиәкбәр авторҙарҙың береһенә ғәрәптәр араһында йәшәп килгән бер анекдот — хикәйә һөйләгән.
«Әхмәт һәм Мөхәммәт исемле ике дуҫ йәшәгән. Улар, үҫеп еткәс, бәхет эҙләп, донъя гиҙергә, Әхмәт көнсығышҡа, Мөхәммәт көнбайышҡа сығып киткәндәр.
Күп йылдар буйына йөрөгәндән һуң Әхмәт иленә ҡайта һәм юл буйында изге кешенең ҡәберен күрә. Туҡталмай китһәң — алла язалар. Ҡәбер янында туҡталып, аллаға ғибәҙәт ҡылырға кәрәк. Әхмәт изге урынды күрһәтә торған аҡ флагтар эленгән урынға табан борола һәм шул ваҡытта аҡ халат кейгән һәм башына салма ураған бер кешенең ҡыуыштан (хөжрәнән) сығып килгәнен күрә. Әхмәт уның үҙенең дуҫы Мөхәммәт икәнен белә. Мөхәммәт бындай шатлыҡлы осрашыуҙан һуң Әхмәткә Ғәрәбстан сүлдәрендә йөрөгәндә уның бик яратҡан берҙән-бер дуҫы булған ишәге үлгәнен һәм уны бына шунда күмгәнен һөйләгән.
— Был ҡәберҙә бер ниндәй ҙә изге нәмә юҡ, тик минең ҡарт ишәгемдең һөйәктәре генә бар. Дингә ышаныусы кешеләр, был ниндәй ҡәбер, тип һорағас, мин уларға, бында иң изге кеше — Ғабдулла улы Мөхәммәт күмелгән, ҡәберҙе асып ҡараным һәм үҙ күҙем менән уның кәүҙәһен күрҙем, тинем. Ахмаҡ кешеләр минең һүҙемә ышанып, минең оҙон ҡолаҡлы ишәгемдең ҡәберенә килә башланылар, миңә төрлө аҙыҡ-түлек нәмәләре һәм һәр төрлө бүләктәр килтерә башланылар, дингә ышаныусы ҡайһы бер кешеләр, ҡәбер янында булырға тырышып, ҡыуыштар ҡорҙолар. Шулай итеп, ҡәбер тирәһендә тотош бер ауыл һәм сүлдәр араһында тотош бер Мәҙинә ҡалаһы барлыҡҡа килде.
— Мин насар йәшәмәйем,— тип тамамлай үҙенең һүҙен Мөхәммәт, — мосолмандар ошо ваҡытҡа тиклем ҡәбергә килеп йөрөүҙе дауам итәләр, минең ишәгемә изге кешегә булған кеүек хөрмәт күрһәтәләр, үҙҙәрен Мөхәммәт янында итеп хыял итәләр, ә ул бер ҡасан да бында булғаны юҡ».
Һәм ғәрәп Ғәлиәкбәрҙең ике ғәрәп тураһындағы анекдот рәүешендәге хикәйәһендә бер ни тиклем хәҡиҡәт бар. Ысынлап та, муллалар һөйләй торған Мөхәмәттең булыуын ни менән иҫбат итергә мөмкин? Бер нәмә менән дә иҫбат итеп булмай. Үҙе тураһында әйберләтә, яҙма рәүештә, фәнни-тарихи яҡтан бер ниндәй ҙә дәлил булмаған Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең йәшәүенә нисек ышанырға мөмкин? Мөхәммәт үҙе лә үҙе тураһында бер нәмә лә ҡалдырмаған...