Вахаббиттар аҙанға ҡаршы!

                                                   Вахаббиттар аҙанға ҡаршы!

     Әбйәлил районының ҡайһы бер мәсеттәрендә таймер (реле времени) аша биш намаҙ ваҡыт етеү менән дискыға (флешкаға) яҙылған матур аҙан тауыштары яңғырап тора. Райондың үҙәк мәсетендә лә мөхтәсиб алышынмаҫ борон шулай ине. Элекке мөхтәсиб район үҙәгендә яҡынса 9 мең кеше йәшәгәндәр араһынан аҙан әйтергә бер мөәзин таба алмағас (халыҡ менән эш итә белмәгәс) минән ваҡыт таймерҙары ҡуйҙыртып алды һәм унда биш намаҙ ваҡытына яҙылған аҙан яңғырап торҙо. Хәҙер бер кемдә һайламаған, мөфтий Бирғәлин тарафынан ҡуйылған, имеш Мәккәлә өс йыл уҡыған, тик Әттәхийәтте лә уҡый белмәгән кешене мөхтәсиб итеп ҡуйҙылар. Был әҙәм Ғәрәпстанда өс йыл Ислам университеттың курсын уҡығанмы әллә ваххабиттар әҙерләү курсын үткәнме? Нисек инде 25-30 йыл Ислам динендә булып, шунда имам булып йөрөп, намаҙҙа үтәлә торған Әттәхийәтте уҡый белмәҫкә? Ана шул наҙандарҙың наҙаны булған әҙәмдәрҙе имам итеп, мөхтәсиб итеп ҡуя Бирғәлин, видеоһын киләһе мәҡәләлә һалырмын, иншаАллаһ.

     Аҙанға килгәнгә, был район үҙәге мәсетенән әллә кемдәрҙең йәшкелтле-күкле, ҡарлыҡҡан тауыштары менән аҙанды боҙоп уҡығандарын ишетәбеҙ. Бер мәле хатта бер ҡатындың да аҙан ҡысҡырғаны билдәле булды. Аҙан әйтеүҙең тәртибенә килгәндә уны матур һәм моңло тауыш менән әйтергә кәрәктер, ишәк тауышына оҡшатып ҡысҡырыу юнһеҙлелектер. Аҙан әйтеүсегә бик яуаплы ғәмәлде башҡарырға тура килә, аҙан әйткәндә хаталану гонаһка килтерергә мөмкин. Ә беҙҙә башҡорт телен уҡый белмәгән маңҡорттар аҙанды боҙа-вата руссалап әйтеп, үҙҙәрен дөрөҫкә һанап тырышырға яраталар.
     Әбйәлил районының ЦДУМ-ға ҡараған мәсеттәрҙә дискыға йә иһә флешкаға яҙылған дөрөҫ һәм моңлы матур аҙан тауыштары яңғырай. Ә ДУМ РБ Бирғәлиндең мәсеттәре ябыҡ һәм бер аҙан тауышы ишетелмәй. Ана шул әлеге ДУМ РБ-ның Әбйәлилдәге ваххабиттары ошо көнөнә биш тапҡыр яңғырап торған аҙандарҙы тыйырға маташалар. Имеш былай ярамай, мөәзин үҙе әйтергә тейеш һәм фәлән-төгән.
     Микрофондан аҙанды әйтһән дөрөҫ, аҙан яҙылған нәмәнән яңғыратыу дөрөҫ түгел тиҙәр. Был физиканы икегә бөткән аңғыраларға аңлатайым инде: микрофондан әйтелгән тауыш торба буйлап манараға менәлә һәм граммофондан ишетеләме? Әллә электр тулҡындарына, ябай ғына әйткәндә электрический токка әйләнеп, провод буйлап тауыш көсәйткес аша үтеп, шунан радиоупорҙарға сығып яңғыраймы? Икенсе вариант тип әйтһәгеҙ, хәҙер дискыға яҙылған аҙан, микрофонға әйтелгәндән нимәһе менән айырыла? Бер нәмәһе менән дә айырылмай, икеһе лә провод буйлап йөрөгән электротоктар. Шулай булғас ваһһабтарға манара башына менеп аҙанды шул көйө, бер нәмә лә ҡуланмайынса ҡысҡырыу кәрәктер.
     Йәнә бер дәлил килтереп маташалар, быныһы ла хәҙис түгел, Ҡөръәндә лә яҙылмаған был наҙандарға. Был Шейх Ибн Усеймин фәтүәһе. Фәтүә (ғәр. فتوى‎;юридик нәтижә, ҡарар) — мөфтөйҙең дини, юридик (шәриғәт) мәсьәләһе буйынса (Ислам дине булған илдәрҙә — сәйәси проблемалар буйынса ла) ҡарары йәки фекере. Фәтүәне мөфтий бирә ала, мәҫәлән: былтыр коронавирус ваҡытында маска кейегеҙ һәм фәлән-төгән тигәндәре. Уны үтәү, үтәмәү һәр кемдең үҙ эше.
     Кем ул Шейх Ибн Усеймин? 1929 йылдың 9 мартында Сауд Ғәрәпстанында тыуған һәм 11 ғинуарҙың 2001 йылында үлгән хәҙерге заман кешеһе. Википедияны ҡараһаҡ: В это же время познакомился с Абдул-Азизом ибн Базом (будущий Верховный муфтий Саудовской Аравии) и изучал вместе с ним Сахих аль-Бухари и различные трактаты Ибн Таймии. Ибн Баз считается его вторым наставником. Ваххабит илендә ваһһабит булып тыуған әҙәм, беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенә ҡағылышы булмаған лжеученный. Мөфтий Ибн Баздың вахаббит булыуығыҙ менән ғорурланығыҙ тигән аудиозаписын, һүҙҙәрен интернеттә таба алаһығыҙ
     Был Усаймин Аллаһтың аяғы Аятүл Көрсилә, Аллаһтың күҙҙәре, уң ҡулы һәм һул ҡулы бар тип әйткән. Ғайса пәйғәмбәр Аллаһының бер киҫәге тигән әҙәм һәм башҡа юҡ бар нәмәне һөйләүсе бәндә. Ышанмағандар уның китабын уҡыһын.
     Шейх Ибн Усейминдән һорағандар: Вопрос: «Действителен ли будет азан, который воспроизводится в записи?»
     Ответ: «Азан, который воспроизводится посредством записи, недействителен, потому что азан — это поклонение, а для поклонения необходимо намерение». См. «Фетвы по столпам Ислама» шейха Ибн Усеймина, 371, вопрос 199.
     Шунан ошо лжеученный ошо фәтүәне биргән тиеп үтәргә ашығайыҡмы? Ярай ти. Аҙан – ғибәҙәт тигән, ә ғибәҙәткә ниәт кәрәк тигән. Ниәтләнеп аҙан әйтегеҙ тигән. Беҙ ошо электрон аҙандарҙы ҡуйғанда уны ниәтләнеп, көнөнә биш тапҡыр аҙан ҡысҡырһын тип ҡуйманыҡмы? Һәр бер аҙанға ниәт кәрәкме? Ниәтләнеп аҙан әйтегеҙ тигән нәмә юҡ. Ниәтләгәндәлә Рамаҙан ураҙаһына ай башында бер ниәт әйтһәк, ай дауамында көн һайын тотолған ураҙаға етә шул бер ниәтебеҙ. Был Усаймин намаҙ уҡымаған кешенең ураҙалары ҡабул булмай тигән әҙәм аҡтығы.
     Нимә ул аҙан? Аҙан һүҙе ғәрәп телендә «хәбәр итеү, белдереү» тигән мәғәнәне аңлата. Иҡәмәт ( ҡамәт) һүҙе «намаҙға тороп баҫыу» тигән мәғәнә бирә. Аҙан – намаҙ ваҡыты еткәнде иғлан итеп, ғибаҙәткә саҡырыу. Беренсенән, ул – намаҙға саҡырыу булһа, икенсенән Хоҙайҙы ҙурлау һүҙҙәре лә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ бер хәҙисендә былай тип әйтә: «Аҙан әйтеүсене күпме кеше ишетһә, уға шул ҡәҙәр сауап була». Тимәк аҙанды әйтеү, уны еткереү – оло ғибәҙәт. Аҙан – ул Аллаһ Тәғәләне зекер итә торған бер саралыр. Ләкин төп маҡсаты – кешеләрҙе намаҙға саҡырыу. Аҙанды нисек еткерһәңдә дөрөҫ. Хатта көслө ел арҡаһында манаранан тауыш ишетелмәһә лә, ләкин шунда мөәзиндең күренеп ҡалыуы намаҙға саҡырыуҙыр.
     Аҙан — ул исламдың үҙе тураһында тирә-юнгә белдереүе, ул мосолмандың ирекле икәнен күрһәтә. Аҙан ул Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ саҡырыуының дауамы һәм был саҡырыу ахырзаманға тиклем барасаҡ. Аҙан кешегә нимәгә ынтылырға, нисек йәшәргә кәрәклегенә юл күрһәтә. Аҙан ул бөтә донъяға Аллаһтың берлеге, Уның бөйөклөгө тураһында һәм Аллаһтан башҡа табынырға лайыҡлы һис бер нәмәнең юҡлығын иҫкә төшөрә.
     Ә был вахаббиттар биш ваҡыт аҙанды тыйырға маташа. Һәр кеше «Аллаһу Әкбәр», Аллаһ бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһынан башҡа илааһ юҡ, «Шәһаҙәт бирәм, Мөхәммәд – Аллаһның Илсеһе!», «Намаҙға ашығығыҙ!», «Уңышҡа (йәғни Тамуҡ ғазабынан ҡотолорға) ашығығыҙ!», «Аллаһ бөтә нәмәнән бөйөк!», «Ләә иләәһә иләәһә илләллааһ» тигән бөйөк һүҙҙәрҙе ишетмәһен өсөн тырыша.
     Беҙҙең районда әлеге наҙан мөхтәсибтең ошо эйәрсендәре шул тиклем мәсхәрәгә төштөләр. Ишкилде ауылында, көҙ мәлендә бер вафат булып ҡалған ҡарсыҡтың урта йәштәге ир ҡорона ингән ейәне бер ир менән был мәрхүмә әбейҙе йыуып, кәфенләргә маташтылар. Оятһыҙҙар, ябай йыназа ҡағиҙәләрендә белмәйҙәр, ә диндә ҙур аҡыл эйәләре, һәр нәмәлә ғауға күтәреп, үҙҙәрен уҡымышлы әҙәм аҡтыҡтары итеп күрһәтергә оҫталар.
     Аҙан шулай уҡ ул Аллаһтың беҙгә булған рәхмәтелер. Төрлө манараларҙан яңғыраған аҙандарҙы ишеткәс, кеше күңелендә бер рәхәтлек һәм тыныслыҡ һиҙә, һәм борсоу — мәшәҡәттәрен онота.
     Аҙан әйтеүҙең өҫтөнлөктәре бик ҙурҙыр. Аҙан ул Аллаһҡа һәм Уға ғибәҙәт ҡылырға саҡырыуҙыр. Аллаһ был турала әйтә: «Аллаһҡа саҡырыусының үҙенән дә күркәмерәк һүҙ була алырмы? Ул изгелектәр ҡылыр һәм: „мин мосолман“, — тиер» (Фуссиләт: 33)
     Ысынлап та, бер мәлгә генә мәсет янынан уҙып барған саҡта, туҡтап аҙан һүҙҙәрен тыңлап торһаҡ, «Аллаһ бөйөк, Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ, Мөхәммәд – Аллаһтың Рәсүле, намаҙға ашығығыҙ» тигән һүҙҙәрҙе ишетербеҙ. Ошо ваҡыт эсендә донъя мәшәҡәттәрен онотоп, аҙансы артынан ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап торһаҡ та, беҙ үҙебеҙгә бик күп сауап йыябыҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ бер хәҙисендә «Әгәр ҙә берәр кеше аҙанды ишетеп, уның һүҙҙәрен ҡабатлап барһа, унан һуң аҙан доғаһын ҡылһа, шул бәндәнең быға тиклем ҡылған барлыҡ гонаһтары ла ғәфү ителәсәк», тиелгән.
     “Эй, Раббым, Һин аҙандың хужаһы булыусы Аллаһ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ вәсилә йәннәтеңде насип итһәңсе. Ҡиәмәт көнөндә барыбыҙҙа ҡубарылғанда Рәсүлеңде олонан ҡыл. Беҙгә уның шәфәғәтен насип әйлә. Һин вәғәҙәләреңдә тороусылыр!" тигән мәғәнәне аңлата.

     Сит ғәрәп илдәрендә был электрон аҙандарға ҡараш нисек тип әйтһәгеҙ, бына видеола Мәккә ҡалаһында мәсет манараһында сәғәттәр, аҙан ваҡытында төрлө төҫтәр менән уйнаған манара һәм айы, ғәрәп яҙыуҙары сағыла, лазер графикаһы бөтә мәсетте яҡтырта. Ундағы ваххабтар ни эшләп быны тыймай икән, әй Әбйәлил наҙандары. Ҡулдарығыҙҙағы смартфондарҙа, сәғәттәрегеҙҙә электрон аҙан, ни эшләп шуларҙы тапамайһығыҙ?
     Египет илендә, әлеге Бирғәлин уҡыған илдә 2020 йылдан бирле бер кешенең радио аша яҙып тапшырылған аҙаны бөтә меңләгән мәсеттәргә ишеттерелә. Мөәзиндәр мәсеттәрҙә хәҙер юҡ. Һәр урында, төрлө ваҡытта, төрлө тауыш менән, кешеләрҙең тәңкәһенә тейеп аҙан ҡысҡырмаһындар өсөн бер электрон аҙан теүәл ваҡытта бөтә ил өҫтөнән яңғырай. Проект «единый азан» в Каире, министр вакфов Египта Махмуд Закзук заявил, что министерство приступит к унифицированию азана...

     Нисек электрон аҙандар ҡуйырға була тиһәгеҙ: ике таймер кәрәк, береһе иртәнге намаҙ өсөн, икенсеһе ҡалған намаҙҙар өсөн. Берәй музыкальный проигрыватель йәки хәҙер кәрәкмәгән DVD-плеерҙәр аҙан яҙылған дискы йәки флешка менән. Аръяғына усилителгә китә тауыш. Кем ҡыҙыҡһына аңлатырмын. Икенсе төр вариантарҙа бар. Ғәрәп илдәрендә ҡулланған аҙан таймерҙары видеоларҙа.

таймер программный

таймер

     Беҙҙең илдә ошондай, электрон индикаторы өлкәнерәк таймер йәтеш. Ун программаһы бар, беҙгә бишәүе лә етә биш намаҙға. Аҙнаһына бер тапҡыр намаҙ ваҡытын шылдырып барһағыҙ шул етер.