Архив метки: мәсет

Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

                                                              Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

стройка, мечеть, Аскар

мечеть, фундамент

     Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине. Читать далее

Ишбулды ауылы имам-хатибтары

                                       Ишбулды ауылы имам-хатибтары

     Хәҙерге мәлдә Әбйәлил районына ҡараған Ишбулды ауылында тәүге мәсет 1821 йылдың 8 июлендә асыла. Мәсеттең беренсе имамы Ғәбдулвәхит Сөләймәнов тигән кеше була. Һуңғараҡ 1888 йылда 38 йәш тулған Ғабдрахман Сәғәҙәтов тигән кеше имам була. Мөәзине Мөхәмәтвафа Ғаббасов була. 1907 йылда алтын сығарыусыларҙың хужаһы Рамиев Шәкир көсө менән икенсе мәсет төҙөлә. Унда күрше Әбделмәмбәт ауылынан Сабит тигән кеше имам итеп ҡуйыла. 1912 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтең мәҙрәсәһен тамамлаған Босҡонов Тимерйәр Зиғәнгир улы имам була. 1937 йылда мәсет ябыла, манараһы емерелә. Ләкин быға ҡарамаҫтан Тимерйәр мулла 1942 йылға тиклем дини эштәрҙе алып бара һәм уның үлеменән һуң туғаны Боҫҡонов Байназар муллалыҡ эшен дауам итә. Ул ваҡытында Рауил ауылында Хәләфитдин хәҙрәт Хафизовтың мәҙрәсәһен тамамлаған була. Яҡын-тирә ауыл мосолмандары ошо Ишбулды ауылына дини йолаларҙы үтәргә йыйыла торған булғандар. Бында Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновта йыш килә торған булған. Читать далее

Мәхәлләләр хәлдәре

                                                Мәхәлләләр хәлдәре
     – Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әлхәмдүлилләһ, ошо ҡыш аҙағында Әбйәлил районының Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында торған мәхәллә имамдарының йыйылышы булып, унда ошо яҙғы миҙгелгә мәсеттәрҙе төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә уҙып, хәҙерге мәлдә шул эштәрҙе башҡарыу башланды. Үткән осорҙа мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүенә әлеге коронавирус инфекцияһының таралауы сәбәп ине. Аллаһ Тәғәләнең һәр биргән һынауын тыныс ҡабул итеп, сабыр булып, киләсәккә өмөтһөҙ булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә: «Һәр ауырлыҡтаң һуң еңелек килә», тигән бит. ИншаАллаһ, Аллаһ насип иткәс, тормошобоҙ дауам итә, ахирәтендә онотмайыҡ.
     Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһ йорто булған мәсеттәребеҙҙең эшмәкәрлеген көсәйтәйек. Мәсеттәрҙе бит йоҙаҡ эленеп торһон өсөн төҙөмәнек. Мәсеттәр – беҙгә насип иткән ҙур ниғмәт. Бөгөн был йорттарҙы төҙөүсе изге бәндәләребеҙгә Аллаһының рәхмәте булһын. Уларға өммәтебеҙгә файҙа иткән өсөн Аллаһы Тәғәлә әжер-сауаптарын яҙһын. Был хаҡта хәҙистә асыҡ әйтелгән: «Ҡош-ҡорт ояһы тиклем генә мәсет төҙөткән кешене лә Аллаһы Тәғәлә йәннәтле итер». Мәхәллә халҡының иман йортона йөрөүе, уны буш тотмауы, йома намаҙҙарына йыйылыуы – тағы ла бер ҙур изгелек. Мәсеттәребеҙ буш булмаһын. Мосолман кешеһе тәһәрәт алып, ғибәҙәт ниәте менән иман йортона юл алһа, был кешегә мәсеткә ингәнсе һәр аҙымы өсөн ҙур изгелек яҙылыр, гонаһ кәмер, тиелә хәҙистә. Ә имамдың төп эше – ул динде күтәреү һәм исламдың матурлығын халыҡҡа еткереү. Быны дин әһелдәре иң беренсе сиратта вәғәздәре, нәсихәттәре аша башҡара. Имамдар – кеше күңелен, рухын ҡайғыртыусылар. Шуға күрә улар халыҡ мәсеткә килмәй тип ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ислам ул беҙҙең халыҡтың йәшәү рәүеше, әхләге һәм тәртибе. Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе торғоҙоу ул дини йолаларҙы тәртипкә килтереү тип һанала. ИншаАллаһ, балаларыбыҙҙы йәйге каникул осорҙарында  Ҡөръән Кәрим китабын уҡырға өйрәнеү курстарына саҡырырбыҙ.
Читать далее