Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

                                                              Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

стройка, мечеть, Аскар

мечеть, фундамент

     Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине.

     Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөръәндә әйтә:
             إِنَّمَا يَعْمُرُ مَسَاجِدَ اللَّهِ مَنْ آمَنَ بِاللَّهِ وَالْيَوْمِ الْآخِرِ وَأَقَامَ الصَّلَاةَ وَآتَى الزَّكَاةَ وَلَمْ يَخْشَ إِلَّا اللَّهَ فَعَسَى أُولَئِكَ أَن يَكُونُوا مِنَ الْمُهْتَدِينَ
     Иннәмә йәғмүру мәсәәджидә-ллааһи мәй әәмәнә билләәһи үәл-йәүмил-әәхыири үә аҡаамә-ссаләәтә үә әәтә-ззәкәәтә үә ләм йахшә иллә-ллааһа фәғәсәә үләә'икә әй-йәкүүнүү минәл-мүһтәдиин.

     "Аллаһтың мәсеттәрен Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән һәм намаҙҙарын ваҡытында уҡып зәкәттәрен биргән, һис кемдән ҡурҡмайынса Аллаһынан ғына ҡурҡҡан кешеләр төҙә ала. (Мәсеттәрҙе һәр яҡлап төҙөкләндереү) эштәрен эшләгән кешеләрҙең һиҙәйәттә булыуҙары өмөтлө". (Әт-Тәүбә сүрәһе, 18 аятының мәғәнәһе).
     Был аятта Аллаһы Тәғәлә мәсеттәрҙең дәрәжәһен аңлата: мәсеттәр — Аллаһ йорттары, унда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылалар, Аллаһтың ололайҙар, бөйөкләйҙәр, тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                                                                                                       وَأَنَّ الْمَسَاجِدَ لِلَّهِ فَلَا تَدْعُوا مَعَ اللَّهِ أَحَدًا
     Үә әннәл-мәсәәджидә лилләәһи фәләә тәдғүү мәғәл-лааһи әхәдәә.
     “Мәсеттәр Аллаһ Тәғәләнеке, Аллаһтан башка һис кемгә доға, ғибәҙәт ҡылмағыҙ”. (Ендәр сүрәһе 18 аят).
     Был аяттан күренгәнсә, мосолмандарҙың иң лайыҡлы ғәмәлдәренән береһе — мәсеттәр төҙөү.
     Икенсе аятта Аллаһы Тәғәлә әйтә:
                                                                 فِي بُيُوتٍ أَذِنَ اللَّهُ أَن تُرْفَعَ وَيُذْكَرَ فِيهَا اسْمُهُ يُسَبِّحُ لَهُ فِيهَا بِالْغُدُوِّ وَالْآصَالِ
     Фии бүйүүтин әҙинә-ллааһу әң турфәғә үә йүҙкәра фииһәсмүһү йүсәббихү ләһү фииһәә билғудүү-үиү-үәл-әәсааль.
     Мәғәнәһе: «Ул яҡтылыҡ биреүсе шәм мәсеттәрҙә булыр, Аллаһ бойорҙо ул мәсеттәрҙе ҙурҙарға һәм Аллаһ исемен зекер итергә, ул мәсеттәрҙә Аллаһҡа тәсбих әйтерҙәр иртәләрҙә үә кистәрҙә». Ән-Нур сүрәһе, 36-сы аят.
     Беҙҙең ҡәҙерле ата-бабаларыбыҙ — мәсеттәрҙең абруйын, дәрәжәһен белеп, уларҙы төҙөү өсөн ярҙам итергә ашыҡҡандар, барлыҡ кәрәкле милекте Вакф сифатында (халыҡ милке, байлығы итеп) биргәндәр.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм Мәккәнән Мәҙинәгә хижрат ҡылғас, иң беренсе эш итеп мәсет һала. Ни өсөн ул үҙенә йорт төҙөмәгән? Эш шунда шул, мәсеттәр – кешеләр йәмәғәт менән биш тапҡыр намаҙ уҡый торған, туғанлыҡ ептәре нығыта торған урын. Бынан тыш, бай һәм ярлы, көслө һәм көсһөҙ кешеләр бер сафҡа баҫҡас, улар араһында ҡәрҙәшлек, бер-береһенә мәрхәмәтлелек хисе көсәйә. Мәсет был яҡтан көслө социаль характерға эйә, ул туғанлыҡты нығытыуға ярҙам итә.
     "Аллаһ йорттары мәсеттәрҙе, бары тик Аллаһҡа һәм Ахирәт көнөнә иман килтереүселәр генә торғоҙа". (Тирмизи риүәйәте. Тәүбә сүрәһе 18 аят). Мәсеттәрҙе торғоҙоу ике төрлө була, матди төҙөү һәм мәғәнәүи ҡалҡытыу. Матди – таш өҫтөнә таш ҡуйып бина һалыу, мәсет сығымдарын күтәреү, мәғәнәүи торғоҙоу иһә – Аллаһ йортонда намаҙ уҡыу, Аллаһының исемен зекер итеү, мөбәрәк китабы Ҡөръән уҡыу, доға ҡылыу, ғилем алыу менән торғоҙоу. Ике мәғәнә лә үрҙә зекер ителгән аятта килә. Ике ғәмәлде лә иман эйәләре генә башҡара.
     Мәсет һалыусыларға йәки төҙөүҙә булышыусыларға Аллаһы Тәғәлә йәннәттә йорт һаласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм кешеләрҙе мәсеттәр һалырға саҡырған һәм уларҙы хәйерле хәбәр менән шатландырған:
                                                                                     مَنْ بَنَى مَسْجِدًا يَبْتَغِي بِهِ وَجْهَ اللَّهِ بَنَى اللَّهُ لَهُ بَيْتًا فِي الْجَنَّةِ
     "Кемдер Аллаһ ризалығы мәсет өсөн һалһа, Аллаһ уға йәннәттә йорт һалыр». (Хәҙис әл-Бохари һәм Мөслимдән).
     Ибн Мәджә һәм Ибн Хәббәт килтергән хәҙистә лә пәйғәмбәребеҙ беҙҙе яҡшы хәбәр менән һөйөндөрә:
                                                                                                     مَنْ بنى لِلَّهِ مَسْجِدًا بنى اللَّهُ لَهُ بَيْتًا فِي الْجَنَّةِ
     "Аллаһ исеме менән мәсет һалған кешегә Аллаһы Тәғәлә Йәннәттә йорт һала".
     Мосолмандар һәр ваҡыт мәсет төҙөү булһынмы, мәсеткә ярҙам итеү булһынмы, был изгелектә көстәренән килгәнсә үҙ өлөштәрен индерәләр. Башҡаларҙы ла ошо сауаплы ғәмәлгә өндәйҙәр. Ибн Ғәббәс тапшыра, пәйғәмбәребеҙ әйткән ти: «Кем Аллаһ ризалығы мәсет өсөн төҙөһә, Аллаһ ул бәндәһенә шул мәсет миҫалында йәннәттә йорт төҙөр». (Сахих хәҙис).
     Кеше үҙенә, ғаиләһенә йәшәү өсөн йорт һалыуға күпмелер көс-малын сарыф итә. Йорт һалғанда ял итеүҙәргә, кейем-һалым һәм башҡа шуның кеүек нәмәләргә булған сығымдарын кәметә. Хатта ашауға ла аҡсаһын бик ҡыҫып тота. Бөтә эштәрен төҙөлөшкә бағлай. Бурысҡа сума, ауыр эш эшләп сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ни сәбәпле кеше был эштә бер әйберен дә ҡыҙғанмай һуң? Әлбиттә ул өйҙө үҙе, ғаиләһе, балалары өсөн ҡора. Ул унда үҙе йәшәйәсәк. Ләкин бәндә донъялағы йортонда күпме йәшәр? Был йәшен ялтырағандай ғына ҡыҫҡаҡ ғүмеренең аҙағында, үлемдән һуң ятасаҡ бәләкәй генә тар ҡәберенә шул йортонан нәмә алып китәр? Ә бына үҙенән һуң ҡаласаҡ, Аллаһ мәсетен һалыуға көс түгер кәрәк. Бының менән ул үҙенә ахирәттә йорт һала бит, йәннәттә, мәнгелек тормош итәсәк ожмағ баҡсаһында.
     Әҙәм балаһы вафат булып был фани донъянан киткәс, уның ғәмәлдәре киҫелә, ҡалдырған-төҙөгән нәмәләре файҙа килтереүҙән туҡтай һәм донъялыҡта туплаған малдары, төҙөгән йорттары өсөн Аллаһ алдында яуап тотасаҡ. Бәлки был малдары-йорттары балалары өсөн ыҙғыш-талаш ере булыр. Шуның өсөн үҙендән һуң да мосолмандарға файҙа килтереп, тирә-йүнгә нур, изге тәрбиә һибеп тороусы мәсеттәр өсөн түгелгән көс ул бәндәгә әжер-сауап килеүҙән туҡтамай.      Пәйғәмбәребеҙ әйтә: “Әҙәм балаһы вафат булғас та уға барып тора торған изгелектәре: ҡалдырған ғилеме, изге балаһы, мираҫ иткән Ҡөръән нөсхәһе, мәсет төҙөүгә индерелгән өлөшө, мосафирҙар өсөн һалдырған йорто, ағыҙып ҡалдырған йылғаһы, үҙе иҫән-һау саҡта малынан сығарған саҙаҡаһы. Ошо нәмәләрҙен сауабы үҙе артынан өҙлөкһөҙ барып торор". (Ибн Мәджәһ). Кеше мәсет һалыуға үҙ өлөшөн индереп, үҙе вафат булғас та, ул мәсеттә әйтелгән аҙан һайын, ҡылынған намаҙ, Аллаһты иҫкә алып әйтелгән зекер, доға, салауаттарҙан, һәр Ҡөръән Кәрим өйрәнеүселәрҙән дә әжер сауап бара. Мәсет һалыу һәм уны төҙөк хәлдә тотооу отошло сауҙа булып тора.
     Мәсет төҙөлөп бөткәс тә, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе мәсеттәрҙең эшсәнлегенә ярҙам итеү өсөндә әжер хаҡ. Әнәс ибн Мәлик әйткән: «Кем мәсет яҡты булһын тип шунда шәм ҡабыҙа, фәрештәләр һәм Аллаһтың ғәрешен күтәреп тороусылар шул шәмдең уты һүнгәнсе ул бәндәнең гонаһтары ярлыҡауҙы һорап доға ҡылыуҙан туҡтамаҫтар». Аллаһ йорттары мәсеттәр йылы булһын, яҡты булһын, мосолмандарға тәһәрәтләнеү өсөн һыуҙар өҙөлмәһен тип мәсеттең электр сығанағы, газы, һыуҙары һәм башҡа сығымдарын күтәрһәң, был да шул шәм яҡтыһы кеүек булыр, инша Аллаһ. Күп ваҡытта мәсеткә йөрөүсе мосолмандар үҙҙәре килгән мәсеткә ярҙам итеү түгел, киреһенсә мәсеттәрҙең сығымдарын арттыралар ғына. Шуға күрә, ҡышҡы һалҡындарҙа мәсетегеҙ йылы икән, уның газы өсөн ошо саҙаҡанан түләнгән. Тәһәрәтханала һыу килә икән, тимәк һыуы өсөн дә түләнә, кистәрен яҡты икән, электр энергияһы өсөндә иҫәпләшкәндәр.
     Мәсет имамы һеҙҙең өсөн, һеҙҙең балаларығыҙ өсөн тырыша бит. Шуны аңлағыҙ — мәсет имамы һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы йәннәтле итеп күрергә теләй бит, Аллаһының фирдәүес баҡсаларына инһендәр тигән ниәттән сығып эш итә бит! Был донъяла беҙ өс көнлөк кенә ҡунаҡта, ә ҡунаҡ булыуҙың түре – мәсеттәр. “Мәсет ул – Аллаһы Тәғәләнең йорто. Мәсеткә килеүсе Аллаһы Тәғәләнең ҡунағы булып һаналыр". Аллаһтың хөрмәтле ҡунаҡтарынан булыр. Әгәр бер йомарт кешенең ихатаһына керһәң, ҡунаҡ булараҡ хужаның һый-хөрмәт хөрмәттәрен алаһың. Хужала булған ихтирам да мәртәбәгә ирешәһең. Ә инде йомартарҙың йомарты, ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһтың ҡунағы тураһында нимә әйтергә!
Аллаһ Тәғәлә әйтә: “ Ысынында, Минең еремдәге йорттарым – мәсеттәр. Минең ҡунаҡтарым, шул мәсеттәргә йөрөүселәр. Күпме әҙәм үҙ өйөндә пакланып, йортомда ҡунаҡ була, уға йәннәттәге Туба ағасы. Хужаның бурысы, ҡунағына йомарт булыуы". (Ҡудси Хәҙис).
     Аллаһ Тәғәлә мәсетемә килгән ҡунағыма йомарт булыуым — Минең бурысым тип әйтә. Аллаһ Үҙ ҡунағына һый-хөрмәте, изгеле үә йомартлығы йөҙөнән, бәндәһенең күңеленә иман ләззәтен һала. Һәр даими мәсеттәрҙә булып, Аллаһ йорттарына иң йылы хистәрен биреүселәр тураһында: «Былар — иманлы», — тип шәһәдәт бирергә бойора. Пәйғәмбәребеҙ әйтә: “Әгәр берәүҙең мәсеттәргә йөрөүен күрһәгеҙ, уның хаҡында: Ул иманлы, — тип шәһәҙәт бирегеҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең мәсет хаҡында әйтелгән хәҙистәрендә:
                                                                          أَحَبُّ الْبِلاَدِ إِلَى اللهِ مَسَاجِدُهَا ، وَأَبْغَضُ الْبِلاَدِ إِلَى اللهِ أَسْوَاقُهَا
     "Аллаһы Тәғәлә алдында иң яратҡан ер – мәсет, ә Һөймәгәне – баҙарҙар«(Мөслим).
Шулай уҡ икенсе хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ: Аллаһ йортона йөрөүөгеҙ саҙаҡа, мәсеткә барыусының һәр аҙымы һайын бер сауап яҙылыр, бер гонаһ бөтөр, аҙымы табан оҙонлоғо менән хисапланыр, мәшәҡәт сигеп барғанда сауап икеләтә булыр, — тигән.
     “Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә: “Ҡайҙа минең күршеләрем?»– тип һорар. Фәрештәләр: “Йә Раббыбыҙ Аллаһ, ә кемдәр һинең күршеләрең?"– тип әйтерҙәр. «Кемдәр мәсеткә йыш йөрөнө», – тип Аллаһы Тәғәлә яуап ҡайтарыр".
     Мәсет һәм башҡа изге эштәрҙә күрһәтелгән һәр ярҙам — бары тик Аллаһ ризалығы өсөн генә саф, ихлас ниәт менән генә нығытылырға тейеш.
     Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ! Мәсеттәрҙе төҙөүгә иғтибар итегеҙ, Аллаһ йорттарын төҙөүгә һәм ремонтлауға ярҙам итегеҙ!
     Әй, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, ғафил булмайыҡ, кемдәрҙең үҙе был доньянан киткәс тә килә торған сауап эшләһе килә, ошо хәйерле эшкә ярҙам итәйек! Шул уңайҙан ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
     Фитыр саҙаҡаһын имамға тапшырғас, ул уны тейешле урынға тапшырыр. Бер яҡтан имамдарҙа ошо саҙаҡаға мохтаж кешеләрҙән һанала, улар эш хаҡы алмай бушлай эшләүселәрҙән, бирелгән саҙаҡаны  улар Аллаһ ризалығы өсөн тип мәсет файҙаһына, уның төҙөлөшө һәм ремонтына тотоналар, сөнки мәсеттәрҙе ауыл халҡынан башҡа бер кемдә финансламай. Шуға һеҙҙең эшегеҙ саҙаҡа биреүҙә һәм уны нимәгә тотоноуын онотоу, шул саҡта ғына был эшегеҙ игелек ҡылғандан һаналыр. Әгәр фитыр саҙаҡаны мәсет йәшегенә фәҡирҙәр өлөшө булһын, тип һалһағыҙ, йәки имамға шуның өсөн тип, әйтеп ниәтләп бирһәгеҙ, был фитыр саҙаҡа шул мохтаж кешеләргә тәғәйләнер. Ә инде ошо фитыр саҙаҡаны Аллаһ юлында булған имамға булһын тип, әйтеп бирһәгеҙ, ул ваҡытта имам саҙаҡаны мәсет эштәренә хәстәрләр.
     Әбдәлхәмид Мәхмүд Тахмәздың Хәнәфи фикһ китабында әйтелә: ((следует отметить, что право на получение садаки разгновения ( садакаль аль-фитр) имеют те же лица, которые пользуется правом получения материальных ценностей, собранных в качества заката.(232 стр)). А в 227 странице написано: 6. средства заката могут выделятся также на дела, совершаемые на пути Аллаха. Слова Всевышнего (на дела) на пути Аллаха (Коран, 9/60) указывает на любые дела, которые служат средством приближения к Аллаху)), саҙаҡа фитыр бүлегендә – фитыр саҙаҡаһын ала алыусыға зәкәткә мохтаж кеүек бәндәләр инә тиелгән. Ә инде зәкәт шул уҡ китапта Аллаһ юлындағы эштәргә бүленә тиелгән. Аллаһ Тәғәләнең әйткәне:
إِنَّمَا الصَّدَقَاتُ لِلْفُقَرَاءِ وَالْمَسَاكِينِ وَالْعَامِلِينَ عَلَيْهَا وَالْمُؤَلَّفَةِ قُلُوبُهُمْ وَفِي الرِّقَابِ وَالْغَارِمِينَ وَفِي سَبِيلِ اللَّهِ وَابْنِ السَّبِيلِ فَرِيضَةً مِّنَ اللَّهِ وَاللَّهُ عَلِيمٌ حَكِيمٌ

     Иннәмә-ссадәҡаатү лилфүҡараа̀̀̀̀'и үәл-мәсәәкиини үәл-ғәәмилиинә ғәләйһәә үәл-мү'әлләфәти ҡулүүбүһүм үә фи-рриҡааби үәл-ғааримиинә үә фии сәбиили-лләәһи үәбни-ссәбиили фәрриидатәм-минә-ллааһи үәллааһу ғәлиимүн хәкиим.

    Аллаһ хөкөмө буйынса, саҙаҡалар тик фәҡирҙәргә, хәйерселәргә, зәҡәт  йыйыусыларға, күңелдәрен (иманға) йәлеп итеү өсөн һәм ҡолдарҙы азат итер, бурыс түләр. Аллаһ юлында сарыф итер, мосафирҙарға бирер өсөн генә тейеш. Аллаһ белә, Ул Хикмәтле! Тәүбә сүрәһе, 60 аят.
     ...(шундай эштәргә) Аллаһ юлында булғандарға тиелгән. Өҫтәге аят һәм хәҙистәрҙән сығып мәсет төҙөү Аллаһ ҡушҡандарын үтәү бит. Шуға мәсет төҙөүгә саҙаҡаларыбыҙҙы ҡыҙғанмайыҡ, иншаАллаһ, Аллаһ насип итһә, ҡәбер ғазабынан күләгә, Ҡиәмәт күперен үтергә нур, Аллаһ йәннәттәренә инергә алып барған юл булыр!
     Был яҙғандарҙы теүәлләп Өфөнең Рәссәй Ислам университенең баш уҡытыусыһы Дамир хәҙрәттеңдә аудиояҙмаһы раҫлай:

     Әбйәлил районының Асҡар ауылының төнъяҡ биҫтәһендә мәсет төҙөлә. Ошо Аллаһ йорттоң төҙөүгә үҙ өлөшөбеҙҙе индереп ҡалайыҡ: фитыр саҙаҡаны имамдың мохтажлығына тип, ә төҙөлөшкә түгел тип ниәтләргә була, зәкәтте лә, ябай даими хәйер саҙаҡаны ошо счетка күсерәйек:
     Карточка номеры: 2202 2004 6545 1514
     Гайсин Саифулла Ахметшарифович
     Йәки ошо телефон номеры буйынса +7 962 535 9481 күсерергә мөмкин.
     Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтендә үә бәрәкәтендә булығыҙ. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә мосолман ҡәрҙәштәрем! Тамуҡ утынан ҡотолоп, Аллаһ йәннәттәренә инергә насип итһен!