Зәйнулла Рәсүлев һәм ваһабиттар.
     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был аҫта килтерелгән китапта Зәйнулла Рәсүлев ишандың «Божественные истины» тигән яҙмалары менән таныша алаһығыҙ. Беҙҙең тирә яҡта вахаббиттәр юҡ тип әйтергә тырышһаларҙа, үткән быуатта уҡ Зәйнулла ишан шуларға ҡаршы ҡаты көрәш алып барған. Ибн Тәймийә тигән әҙәмдең Аллаһ кешегә (әстәғфируллаһи) оҡшаған тигән догматикаһына эйәреп әл-Ваххаб тигән кеше үҙенең тәғлимәтен төҙөй. Ошо тәғлимәткә эйәргән йәштәрҙе ваһабиттар тип әйтәләр инде. Тик улар был ҡушаматты (беҙ хәнәфи тигән ҡушаматтан оялмайбыҙ) ишетергә теләмәйҙәр.

ваххабит ВАҠЫТ!УРАЛ №15,2014 йыл, гәзитендә наҙан идеологтар бар халыҡты кафырҙарға тиңләгәндәр.  Һүрәттә ҡарағыҙ! Икенсе диндә булғандар, һәм христиандарҙың Ғайса пәйғәмбәре лә, еврейҙарҙың (йәһүдтәрҙең) Муса пәйғәмбәре лә һәм башҡалар — улар һеҙ инде! Кафыр һүҙҙең башҡаларға ҡулланғандар — уларҙаң башҡалар кафырҙар? Башҡалар — беҙме? Был әҙәмдәр исмаһам башҡортса Ҡөръән уҡый һәм хәҙистәр белә микән? Бик күп яҙылған бит Ҡөръән Кәримдә башҡа христиан һәм йәһүд пәйғәмбәрҙәре хаҡында, уларҙың дине хаҡында. Беҙ мосолмандар бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе лә таныйбыҙ — улар дөрөҫ диндәр алып килә, тик наҙандар ул диндәрҙе боҙоп бөтә. Беҙҙең динде лә боҙоп күрһәтеүҙең бер өлөшө бына күрһәтелгән. Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә:«Ожмаҡҡа йәһүд диненән 72 төркөмгә бүленгән бер төркөмө инер, христиандарҙың 72 төркөмгә бүленгәндәрҙең бер төркөмө һәм мосолмандарҙың 73 төркөмгә бүленгән бер төркөмө инер» тигән. Суфый һәм әүлиәләр бер Аллаһты таныған түгелме? Был гәзит сығарыусылыр Ҡөръән һәм хәҙистәргә ҡаршы сығып ваххабизм идеология тараталар түгелме? Әллә Аллаһ Тәғәләнең 124 мең пәйғәмбәре бер Аллалыҡҡа өндәмәгән ме әллә? Мосолман тигән кеше ул — бер Аллаһҡа ышаныусы кеше!

     Ҡөръән сүрәләренә һәм хәҙистәргә ҡаршы, башҡа мосолмандарға (бер Аллаһҡа ышаныусыларға) ҡаршы сығыусылар үҙҙәре кафырға әйләнә! Бер хәҙис кенә килтерәм: «Кем йөрәге менән Аллаһ Тәғәләгә ышанып, мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләй, шул үҙе көфөрлөккә төшә», тигәндәр. Быны тикшерер өсөн уларҙың суфыйҙарға ҡарата ни уйлағандарынан белеп була. Тәрикәт, суфыйҙар һәм башҡаһын аҙашҡандар тип, ғәйепләп берәй насар һүҙ ысҡындырһалар – улар кемдәр икәнен аңланығыҙмы? Ундай кешеләр имам булып намаҙҙа тора алалармы? (Фахруддин ибн Мансур аль-Фаргани аль-Ханафи сказал в «Фатава»: «Если человек совершил неверие языком добровольно, даже если он в душе был верующим, он становится кафиром и не будет верующим перед Аллахом»[9].) – бындай хәҙистәр күп.

     Ваххабизм буйынса иң ҡаты шариғәт тотҡан Сауд Ғәрәпстәндың мөфтийе Ибн Баазға (1910—1999) һорау бирәләр: يقول السائل: فضيلة الشيخ، يسمي بعض الناس عندنا العلماءَ في المملكة العربية السعودية بالوهابية فهل ترضون بهذه التسمية؟ وما هو الرد على من يسميكم بهذا الاسم؟
     Уважаемый шейх! Некоторые люди у нас называют учёных Королевства Саудовской Аравии ваххабитами, вы согласны с таким названием? И каков ваш ответ тем, кто называет вас так?
     Он ответил:
فصار أتباع هذه الدعوة ومن يدعون إلى توحيد الله من علماء التوحيد من علماء نجد وغيرهم يلقَّبون بالوهابية، فهو لقب معروف شريف وليس بمستنكر، فهو لقب أهل التوحيد والإيمان، من أهل الدعوة إلى الله عز وجل
     «Следование за призывом и теми, кто призывают к тавхиду, то есть учёными таухида из Неджда и других мест, стало называться ваххабизмом. Это известное, благородное прозвище, оно не является порицаемым. Это прозвище людей таухида и имана, призывающих ко Всевышнему».
     [Ибн Баз, «Фатава Нур аля ад-Дарб», стр. 18. Дар аль-Ватан], тип үҙ китабында яҙған.
     Шулай тигәс, уларға әл-Ваххаб юлынан барғас, үҙҙәрен ни эшләп «ваххабит» тип әйтмәҫкә? Хәҙергә мәлдә үҙҙәре һайлаған йүнәлешкә хыянат итеп, хәҙер беҙ Хәнәфи мәҙһәбенә эйәрәбеҙ тиҙәр. Ике йөҙлөлөк түгелме? Ярай быныһы бер хәл, әгәр тәүбә итеп беҙгә эйәрһәләр, ләкин элекке ҡыланыштарын онотмағандар бит.
     Ваххабтарҙың Альбани тигән ғалимдарын (1914—1999) хәҙерге эскпертар анализлап йәшәү рәүешен, хәҙис, Ҡөръән өйрәнеүен тикшереп ҡарағандар икән, бер хәҙискә дөрөҫ, йә дөрөҫ түгел, тип һығымта эшләргә уның бөтәһе бер-нисә минут ваҡыты киткән икән. Бынан инде һығымта эшләгеҙ, Албани сказал правильный хадис, тигәнгә. Ә донъяла 1500000 хәҙис билгеле. Элекке ғалимдар бер хәҙисте тикшерер өсөн йөҙләгән кешеләрҙе һорашып, йөрөп әллә нисә айҙар үткәрһәләр, был әҙәм фекерләмәйҙә *птичка* ҡуйып ултырған.
     Бөгөнгө көнгә килгәндә, үткәндә яҙым бит: Сауд Ғәрәпстаны элекке СССР -ға ҡаршы алып барылған вахаббизм политикаһын Америка һәм башҡа капиталистик илдәрҙең Советтәрҙе емерергә алып барылған политикаһы тип, танынылар һәм был эште туҡтатабыҙ тинеләр. Ул йылдарҙа улар шулай уҡ Кавказда һуғыш алып барыуҙы финансланылар. Һуңғы йылдарҙа Сауд Ғарапстандың эшке эштәр министры вахаббизмды үҙ илебеҙҙә бөтөрәбеҙ тинеләр. Был турала мәғлүмәттәрҙе интернеттә рәхим итеп уҡый алаһығыҙ. 2016 йылдан башлап уларҙың үҙҙәрендә биҙғәт булған Мәүлид байрамын үткәрә башланылар. Сауд Ғәрәпстаны короле беҙҙең Россияға килгән визитында Грозненский фетвала «ваххабиттар – секта» тигән фәтүә сығарған кешеләргә өҫтөнлөк биреп ЦДУМ мөфтийе Тәлғәт Тәджутдин менә осрашып беҙҙең традицион дингә ыңғай ҡарашын белдерҙе. Ә Мәскәү мөфтиенә сәләм дә әйтмәне. Бына әле көҙгөһөн Ғәрәпстан Израилды Яңы йыл (быны ваһабтар мөшриктәр байрамы тиҙәр) менән ҡотланы, бер аҙнанан Россияны ҡотламаҫ, тип кем әйтер. Ошо үҙгәрештәр булып, донъялағы хәлдәре ҡыҫылғас, хәҙер улар беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенә күсә башланылар, тегендә-бында имам итеп шуларҙы ҡуя башланылар, шөкөр, әгәр үткәндәренә тәүбә итһәләр.

     Шуға күрә беҙҙең бөйөк суфыйҙарҙы һәм әүлиәләрҙе уларға танырға тура киләсәк.
     Аҫта Зәйнулла ишан яҙғанды уҡығыҙ: мышка ярҙамында өрөлтөп ҡарай алаһығыҙ. Уң яҡта ҡара квадратҡа (эсендә стрелка тора) баҫып ҙурайта алаһығыҙ.