Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!

                                                 Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!
     Матур яҙҙың март айы ла килеп етте һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнө етте. Ошо йылына бер тапҡыр килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамын, 8 март көнөн – уның тарихы төпкөлөнә, сығышына төшмәй, ә һөйөклө кешеләребеҙҙе, — ҡатындарыбыҙҙы, әсәләребеҙҙе һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрә торған бер көн генә тип кенә ҡабул итәбеҙ түгелме? Әйе, йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибар бирмәй, тик ошо көндә генә уларға хәйерле теләк үә бәхет теләйбеҙ.
     Был әлбиттә дөрөҫ түгел, Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ирҙәргә ҡатындарҙы бүләк иткән, беҙгә балалар тапһын тип, әсә иткән. Тик беҙ ирҙәр, донъя мәшәҡәтенә, уның нәфсеһенә сумып уларға иғтибар бирмәйбеҙ, рәнйетеп тә алабыҙ, ситкә лә этәрәбеҙ, күңелебеҙ һалҡынлығын күрһәтәбеҙ.

     Аллаһы Тәғәлә беҙҙең күңелдәребеҙгә атай-әсәйебеҙ һәм балаларыбыҙҙы, тормош иптәшебеҙ һәм дуҫтарыбыҙҙы, донъяны, йәшлекте, бөтөн матур әйберҙәрҙе яратыу хисен һалып ҡалдырған. Бигерәктә үҙ парын булған тормош иптәшеңде, терәгенде, һөйгәнеңде яратыу бик кәрәктер. Тормош иптәшенә ҡарата булған мөхәббәттеңде, наҙынды, хисенде бер көндә генә күрһәтеп ҡалырға мы һуң? Ҡатындың ҡәҙере бер көн генәме ни! Мөхәббәтеңде күрһәтеп, һөйләй торған күркәм һүҙҙәреңде, ҡатыныңа хөрмәт күрһәтеп, һөйгәндәребеҙгә сәскә гөлләмәләре бирә торған көн берәү генәме ни? Йылына бер тапҡыр килгән көндә генә сәскәләр биреп ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы шатландырабыҙ бит. Әммә ул ошо риүәйәттәге хәлгә оҡшаш:
     Бер заман бер шәйех, мөриттәре менән тәбиғәткә сыға. Уның ҡушыуы буйынса, шәкерттәренең һәр береһе гөлләмәләр йыйып килтерә. Барыһы ла матур сәскәләр менән тора, шәкерт Мәхмүттең генә ҡулында һабағы һынған һулыған сәскә. Башҡалар гөлләмәләрен шәйехҡа тапшырғас, Мәхмүт, уңайһыҙланып ҡына сәскәһен һона. Шәйех, башҡа шәкерттәрҙең аптыраулы ҡарашы аҫтында сәскәне ала ла былай тип һорай:
     - Улым, Мәхмүт! Бүтәндәр гөлләмәләр менән килгәндә, ниңә һин һулыған сәскә тотоп килдең?
Мәхмүт, уҡытыусыһына хөрмәт күрһәтеп шулай тип яуап бирә:
     - Остаҙым! Һиңә нимә генә бүләк итһәм дә әҙ булыр. Өҙөргә тип сәскәгә эйелгәс, минең уның йөрәкһегән тауышын ишеттем: «Аллаһ, Аллаһ...», — тип зекер итә ине ул. Берәүһен дә өҙөргә ҡулым барманы. Мин һеҙгә ошо сәскәне генә алып килдем, ул инде Аллаһты зекер итә алмай...
     Шуның һымаҡ өҙөлөп, һулыуға дусар булған бер сәскә гөлләмәһен бер көндә генә һөйгәндәребеҙгә бүләк итеп, ошо сәскәләр ары шиңгән һымаҡ башҡа киләсәк көндәрҙә лә йөрәгебеҙҙән тормош иптәшебеҙгә ҡарата мөхәббәт һаранлығы күрһәтәбеҙ бит. Көндә ҡатындарыбыҙ: «Яратам, яратам... » тигән һүҙҙәрҙе ишетергә теләмәйме һуң? Беҙ, ирҙәр ошо һөйгән ҡатындарыбыҙҙың йылы ҡосағына ынтылмайбыҙмы һуң? Әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙарҙа, беҙ, ирҙәрҙә һәр саҡ һөйөлөүгә, яратылыуға, иғтибарға, иркәләүгә, хөрмәткә лайыҡ. Әммә онотҡанда бер көндә генә парыбыҙҙың күңелен күтәрергә йүнәлгән мөхәббәт уның гүзәллеге менән бергә һулыясаҡ, шунан һуң ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе селпәрәмә килтерәсәк. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе иҫкәртә бит: «Ҡатындарығыҙ — һеҙгә, һеҙ уларға кейем, йәғни ҡатындарығыҙҙан файҙаланығыҙ ҙа башҡаларға күңел төшөрмәгеҙ». (Бәҡара сүрәһе, 187 аят). Әлеге сүрәлә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы айырым бер мөнәсәбәт хикәйәт ителә, был осраҡта «кейем» һүҙе бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул тигеҙлек, байлыҡ, ғорурлыҡ, яҡлау һәм йылылыҡ төшөнсәләрен үҙенә һыйҙырған. Был донъялағы тормошобыҙың бар мәғәнәһе яратыу һәм яратылыуҙа, Аллаһының кеше араһына һалған ғәжәп хис-тойғоларында, уйланыуҙарында, фекерләүендә, йән һәм тәндең хикмәтле мөғжизәһендә.
     Бер-берегеҙгә ҡарата булған мөхәббәттән баш тартмағыҙ, унан ҡурҡмағыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: нимәне генә яратһағыҙ ҙа, һеҙ бары тик Аллаһы Тәғәлә һәм Уның ризалығы хаҡына яратырға тейешһегеҙ. Күреүебеҙсә, кешеләр бер-береһен яратһын өсөн, сәбәптәр ҙә, факторҙар ҙа күп. Аллаһы Тәғәләнең Ҡиәмәт көнөндә нимә тип әйтәсәген беләһегеҙме? Ул былай тип һораясаҡ: «Минең бөйөклөгөм хаҡына бер-береһен яратҡан кешеләр, һеҙ ҡайҙа ул? Бөгөн, Минең күләгәнән тыш, башҡа бер төрлө лә күләгә төшмәйәсәк көндә, Мин уларҙы Үҙ күләгәм менән ҡаплаясаҡмын!» (Мөслим). Ана шул бер-беребеҙҙе яратыу, һөйөү арҡаһында кешелек араһында бар изге сифаттар барлыҡҡа килә һәм бер-беребеҙҙе күрә алмау арҡаһында көнләшеү, асыу, боҙоҡлоҡ һәм яманлыҡ ҡылыу теләктәре барлыҡҡа киләлер.
     Бөйөк ғалим һәм суфый Әли Хәйҙәр Әхисҡауи көндәрҙән бер көндө шундай хәлгә юлыҡҡан. Ғалим янына унан дәрестәр алырға, мөрит булырға теләгән бер егет килгән. «Кемде лә булһа яратҡаның булдымы?» — тип һораған унан Әхисҡауи. «Юҡ», — тип яуап биргән егет. «Әгәр мөхәббәттең ни икәнен дә белмәйһең икән, Аллаһы Тәғәләне нисек яратырһың һуң?» — тигән суфый.
     Шуға эргәләге кешеләребеҙгә һөйөү булмаһа, үҙебеҙҙә мөхәббәт хистәре, тойғолары булмаһа, беҙҙә ҡайҙан мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек һәм изгелек сифаттары барлыҡҡа килһен? Әгәр ҡасандыр һәм кемгәлер ҡарата яратыу, һыҙланыу, яныу хистәре булмаһа, нисек ҡоро, буш, ҡаты күңел менән Аллаһҡа ҡарата һөйөү булһын? Аллаһ Тәғәлә беҙҙе, ир менән ҡатынды ошо тәҡдир, яҙмыш юлдарында осраштыра, һөйөндөрә, ҡауыштыра, парлы итә. Бер-беребеҙҙең күңелдәребеҙҙә оҡшамаған тиҫкәре яҡтарҙа барҙыр. Күңелдең етешмәгәне лә, төҫ-баштың ҡырын яғыла. Хатта ошондай әйтемдә бар бит: бер матурға бер насар тура килә, тигәндәре. Был дөрөҫ һүҙме?
     Шундай риүәйәт ҡылына: Ғимран ибн Хәттан тигән кешенең бик гүзәл ҡатыны бар ине, үҙе тәбәнәк һәм йәмһеҙ ине. Бер көндө ҡатыны әйтте: «Беҙ икебеҙ ҙә ожмахта булһаҡ кәрәк», — тине. Ире: «Нимәнән сығып былай фараз ҡылаһың?» — тине. — Ҡатыны: «Минең кеүек гүзәл ҡатын һиңә насип булды, һин шөкөр ҡылдың. Аллаһы Тәғәлә һинең кеүек йәмһеҙ кеше менән мине бергә ҡылды, мин сабыр ҡылдым, шулай булғас, сабыр ҡылыусылар һәм шөкөр итеүселәр ожмахта булырҙар, тигән аят бар», — тигән.
     Үҙ ҡатыныңдын яҡшы сифаттарын күрмәмешкә һалышып, йылдар уҙыу менән юҡҡа сығасаҡ матурлығы өсөн яратыу дөрөҫмө? Ысынлыҡта ҡатын-ҡыҙҙың бөтә гүзәллеге – уның йомшаҡлығында, ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеү һәләтендә, әҙәп һәм үҙенә генә хас булған күркәмлек пәрҙәһе артына йәшеренгән матур холҡонда бит. Күркәм холоҡ– ҡатын-ҡыҙҙың иң һоҡланғыс сифаты, ул ваҡыт үтеү менән тағы ла нығыраҡ асыла. Әгәр тормош иптәшенә ҡарата һөйөү уның шәфҡәтлелеге, әҙәплелеге һәм асыҡлығына нигеҙләнгән икән, ул ошо хистәрҙе яуапһыҙ ҡалдырмау ғына түгел, ә көслө мөхәббәтен дә бүләк итәсәк. Быға алмашҡа ул йән тыныслығы тәҡдим итәсәк. Шуға беҙ Аллаһ биргәнгә шөкөр итеп, әлхәмдүлилләһи тип әйтеп, Раббыбыҙҙың изгелегенән яратылыуыбыҙға ҡәнәғәт булырға тейешбеҙ. Ир менән ҡатындың араһында, ғәиләһендә тыныслыҡлыҡ мәңге түгел, сөнки улар бер-береһен тулыландырһала, аңлашмаусанлыҡтар килеп сығыуы мөмкин.
     Ғүмәр хәҙрәт хәлифә булып торған заманда бер ир ир кеше, хәләл ефетенең йыш ҡына хискә бирелеп, уны кәрәкмәгәнгә тиргәүенән тамам туйып, хәлифәгә зарланырға китә.
     Хәҙрәте Ғүмәрҙең өйөнә барып еткәс, ирекһеҙҙән ишек төбөндә туҡтап ҡала: эстән хәлифә ҡатынының моң зар тулы тауышы ишетелә. Күрәһең, хистәре ташҡан сағы була. Әлеге кеше икеләнеп ҡала. Һәм, ниһәйәт, хәлифә хозурына инмәй ҡайтып китергә ҡарар итә. Тап шул ваҡытта Хәҙрәте Ғүмәр (р.г.) өйҙән сығып, уны күреп ҡала һәм һорай: «Берәр йомошоң бармы әллә? Ни эшләп кире китергә йыйынаһың, әйҙә, һөйлә йомошоңды». Кеше, бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, былай тип һөйләй: «Ҡатынымдың көйһөҙлөгөнән зарланырға тип килгән инем. Ҡараһам, һеҙҙең ҡатынығыҙҙа тап минеке һымаҡ икән. Әммә һеҙ уға ҡаты өндәшмәйһегеҙ, сабырлыҡ менән тыңлайһығыҙ икән. Быны күргәс, шикәйәтемдән (ошағымдан) баш тартырға, һеҙҙеңсә үк сабыр итергә ҡарар ҡылдым». Хәлифә иһә былай тип әйткән: «Ҡатыным хискә бирелгән саҡтарында аңлы рәүештә сабыр итәм, сөнки ул миңә күп яҡшылыҡтар итә. Шулай булғас ни өсөн әле мин, уның тәбиғи хиссиәтенә асыуым килеп, ҡаты яуап бирәйем дә ғаиләләге тыныслыҡты боҙайым? Ул минең ашарыма-эсеремә әҙерләй, керемде йыуа, өйөмдө йыйыштыра, балаларымды ҡарай, мине яҙыҡ эштәрҙән һаҡлай. Тағы әллә күпме яхшылығы бар. Быны белә, күрә тороп, нисек итеп уға асыуланырға мөмкин?»
     Шулай, ҡатын-ҡыҙ менән ир бер-береһенә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәттәре лә төрлө. Ни өсөн төрлө? Сөнки ҡатын-ҡыҙ бер төрлө вазифалар башҡара, ир кеше — икенселәрен. Шуның өсөн ике яҡ та был айырмаларҙы белеп, бер — береһен аңларға һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе лә шул аңлашыу һәм килешеү нигеҙендә ҡорорға тейеш.
     Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы 8-се март байрамында ғына түгел, ә көндә ҡәҙер итәйек, бүләктәр биреп һөйөндөрәйек, матур һүҙҙәр әйтеп күңелдәрен шатландырайыҡ. Улар Аллаһ Тәғәләнең ризалығында булһындар һәм: «Эй Раббыбыҙ! Беҙгә донъяла матур тормош бир һәм әхирәттә лә матур тормош бир һәм беҙҙе йәһәннәм утынан һаҡла». (Баҡара сүрәһе, 201 аят) – тип, матур теләктәр менән доға ҡылайыҡ.

     8 март: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/8-mart.html

     Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%93a-m%D3%A9%D2%93%D3%99m%D3%99l%D3%99.html