Ҡан баҙары

             Ҡан баҙары
     Тоҡтомалдан ергә төштө
     Бер-бер артлы бомбалар,
     Бер поезд булған һәләк һәм
     Бер ауылда ҙур пожар.
          Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған
          Киң фронтта ҡан аға,
          Йәнҡыярҙар унда асҡан
          Ит вә ҡандан ҙур баҙар!
          Ҙур пожар, ҡандан баҙар!..

     Был баҙарҙа барыһынан да
     Арзан әйбер: ит вә ҡан.
     Көн һайын меңдәр шәһит:
     Меңдәр аяҡ-ҡулһыҙ, сатан.
          Бында ҡан!.. — Артта Ватан-
          Пәруар халыҡтар ҡысҡыра:
          — Барыһынан да беҙгә ҡыйбат,
          Беҙгә ҡыйбат ил, Ватан!
          Бында ҡан! Унда Ватан!
     Ҡанлы һуғыш дәһшәтенә
     Түҙмәгән һалдат бахыр;
     Түҙмәгәс, ҡасҡан...Ләкин
     Һалдатты тотҡандар ахыр.
          Император исеме менән
          Ул бахыр алға бара;
          Ул бара атылыу өсөн!.,
          һуң Ул бахырҙы кем атыр?
          Ул бахырҙы кем атыр?
     Көн вә төн туп, йәҙрә аҫтында...
     Шулай һәр таң ата,
     Ыңғырашып һәр ерҙә мәжрух
     Йән бирә алмай, ҡан ата.
          Был фажиғ ҡанлы баҙарҙы
          Кемдәр асҡан? Кем өсөн?
          Биш түгелгән тауарын
          Кем ала, кемдәр һата?
          Кем ала, кемдәр һата?
     Аһ, «туғандар ҡәбере»
     һәр көн Һәр урынға өҫтәлә;
     Һәр яҙын унда йәшел,
     Төрлө үләндәр үҫһә лә, —
          Баш күтәргәс, — ҡан менән,
          Һәр япрағынан ҡан тама,
          Унда донъя күңеленән сыҡҡан
          Фоған, хәсрәт яна.
          Ҡан тама! Хәсрәт яна.
     Шаулаған япраҡ — үлемде
     Көйләгән шомло ҡурай;
     Мин — мәйет! Йәнле мәйет!
     Кәр йәҙрә минән ҡан һорай!
          Выжлаған һәр йәҙрәләр,
          һәм Гөжләгән һәр снаряд,
          Һәр сағылған ҡурҡыныс уттар
          Үлемдән төш юрай,
          Йән юрай, ут төш юрай!
     Шәһит — изге эш өсөн ҡорбан булған кеше. Ватан-пәруар — патриот мәғәнәһендә. Дәһшәт — ҡот осҡос, ҡурҡыу һалған нәмә, ныҡ ҡурҡыныс. Мәжрух — яралы, йәрәхәтле. 1916
               СУМКА
     Их сумка, сумка, сумка!
     Ник бирелдең миңә юҡҡа?
     Арыҡ елкәмдә йөк булып,
     Тарттыраһың ҡанлы судҡа.
          Һин бирелдең тик бер йылға,
          Өсөнсө йыл ҡанлы һуғыш,
          Ҡасан бөтөр ер өҫтөндә
          Был ҙур вәхшәт, был ҡан түгеш
     Күп күтәрҙем, күп йөрөнөм,
     Инде ташларға ла ваҡыт,
     Юҡһа килер шундай бер көн:
     Йотор мине һалҡын ләхет.
          Ҡурҡмайым һалҡын ләхеттән,
          Ләкин ниңә баш юғалтыу?
           Әүәл белергә шул серҙе,
          Унан дошманға уҡ атыу!
     Барыһы хәйлә, барыһы золом,
     Улар тик һеҙҙе һаталар,
     Беҙҙең башты буштан-бушҡа
     Ҡанға батырып юғалталар.
          Их сумка, сумка, сумка!
          Ник бирелдең миңә юҡҡа?
          Арыҡ елкәмдә йөк булып,
         Тарттырҙың ҡанлы судҡа!
      Фоған — ыңғырашыу, зарланыу. Арык — үтә ябыҡ. Ләхет — гүр, ҡәбер. Золом — иҙгенлек, ҡоллоҡ, ғәҙелһеҙлек. 1916 йыл.

                                                            «Тимеркәй фәлсәфәне»һенән өҙөк...
     — Дөрр!..
     — Дөрр!..
     Ерҙәр һелкенә, окоптар ишелә, мылтыҡ, пулеметтарҙан ямғыр шикелле пулялар яуа. Меңдәрсә кешеләр ут эсендә, туп йәҙрәләре ҡурҡынысы аҫтында үлем көтәләр. Әллә ни тиклем кәүҙәләр тупраҡҡа болғанып, ҡан эсендә ята. Әллә ни саҡлы кешеләр йәрәхәтенән ыңғыраша. Күкрәге менән шыуышып, пуляһыҙ, тупһыҙ ерҙәргә сығырға ынтыла...
Тимеркәй ҙә шулар араһында.
     Ул инде алты ай буйына ана шул ҡурҡыныстар аҫтында йөрөй. Һуғыш сыҡҡан көҙ менән үк ул һалдатҡа алынды. Өс айҙан һуң инде фронтҡа оҙатылды.
     Немецтар өҙлөкһөҙ окопҡа аталар. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ.
     Шул ваҡыт Тимеркәйҙең башынан ошо уйҙар үтте:
     — Беҙ ни өсөн һуғышабыҙ? Илде, ерҙе һаҡлау өсөн, тиҙәр. Һуң, минең бер табан ерем юҡ. Ниңә, улай булғас, ерен һаҡлар өсөн Ҡотлояр байҙың балаһы килеп һуғышмай, ул ҡолағын ауырттырҙы ла хеҙмәттән тороп ҡалды. Хәҙер кәләше менән тыныс ҡына йәшәп тик ята. Башҡа бай балалары барыһы ла шундай һылтау менән тороп ҡалдылар. Исхаҡ бай улын хеҙмәттән ҡалдырыу өсөн мең һум аҡса тотҡан. Ә беҙҙе йүнләп ҡараманылар ҙа:
     — Годен! — тип сығарҙылар ҙа ебәрҙеләр.
     Унан тура һуғышҡа. Минең немецтар менән ниндәй уртаҡ малым бар? Мин уларға, улар миңә пуля аталар.
      Быныһы Аллаһ эше тиһәң инде, ниңә ул теге бай улдарын ҡушмай икән!
     Күпме кешеләр зар илайҙар, Аллаһынан иҫән ҡалыуҙы һорайҙар. Ләкин туптар, пулялар быларҙың барыһын да үҙенсә эшләй, ә Алланың бында бер генә лә, бармаҡ осондай ҙа мәрхәмәте юҡ. Уның көсө ҙур, һәр нәмәне үҙенсә эшләтергә ихтыяры етә, тиҙәр. Ниңә һуң инде иҫәпһеҙ кешеләрҙең: «Һуғыш туҡталһын ине!» — тигән теләктәренә әҙ генә булһа ла ҡолаҡ һалмай икән?
     — Юҡтыр ҙа ул!..
     Шул ваҡыт уның эргәһендә ҙур туп шартланы. Тупраҡтары уны, еле менән этәреп, ҡырға алып ырғытты. Шунан айнып торҙо ла бер соҡорға йүгерҙе. Шул минут аяғына ҡаты бер нәмә бәрелде. Йөрәгенә үтте. Табан аҫтары эҫеле-һыуыҡлы булып сымырлап китте. Окоп эсенә һикереп төштө лә мылтығын ырғытып бәрҙе. Бер нисә ҡанлы кәүҙә өҫтөнән атлап, окоп буйлап артҡа шыуыша башланы. Аяғының ауыртҡан ерен тотто. Ҡулы ҡып-ҡыҙыл йылы ҡанға батты.
     — Ах, харап булғанмын! — тип юғарыға ҡараны ла, тороп, йән көсө менән алға йүгерә башланы. Уның тирә-яғында пулялар себен кеүек осалар ине.
     — Юҡ ул!
     — Юҡ ул! — Шул һүҙҙәр уның ауыҙында ҡабатландылар.
     Алдында тағы шрапнель ярылды. Снаряд ҡаҙыған соҡорға йығылды. Башынан йәшен үткән шикелле булды. Ҡысҡырырға уйланы, ауыҙына тупраҡ тулғайны. Күҙ алдында әллә ниндәй ут уйнаны ла ер төбөнә убылып төшөп киткән кеүек булды.
     Шрапнелдең бер ауыр суйын киҫәге уның түбә ҡапҡасын алып киткәйне. Ул баҫҡан урынында ике мәртәбә әйләнде лә мәңге тормаҫлыҡ булып снаряд соҡорона йығылды. Уның теге уйҙары, шрапнель киҫәге менән осоп, ҡанға аралаштылар.
     Дауыт Юлтый. Һайланма әҫәрҙәренән.