Күҙеңде тый!
ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Ҡояшыбыҙҙың салт нурын, матур яҙҙың йылы көндәрен дә, Раббыбыҙҙың мөғжизәһе менән терелгән тәбиғәтте: үҫемлек, урман ҡырҙарҙы, сикһеҙ тере йән эйәләрен: бөжәк-ҡорттарын, осар ҡоштары ҡайтып уларҙың тауыштарын, һандуғастарҙың һайрауын һәм башҡа ҡышҡы һалҡындан терелгән ғәләмгә бар нәмәнең шатланыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән һоҡланырға һәм ишетергә тура килә.
Әммә, көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелдәрҙә яланғас ҡалған тау-ҡыр, ағастар япраҡтар һәм үләндәр менән йәшелеккә күмелеп күңелдәребеҙҙә шатлыҡ хистәре уятһа, эргәләребеҙҙәге хөрмәт иткән һәм яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ислам ҡанундарын белмәүе арҡаһында йылы көндәргә наҙланып өҫ-баш кейемдәрен алмаштырып, еңел кейемдә, хатта шәрә ҡала тиерлек.
Ислам динебеҙ, шәриғәтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тән өлөштәрен һәм ярым яланғас, шәрә йөрөүҙәрен тыя тип яу һалабыҙҙа ул, тик ни өсөн? Беҙ барыбыҙҙа беҙҙең йәмғиәттә әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләре юҡ, балалар өлкәндәрҙе хөрмәт итмәй, кешеләр боҙолдо һәм башҡаһы тип, уны хәл итеү сығанағын эҙләйбеҙ.
Әҙәп-әхләҡ, тәрбиә сығанағы әсәләрҙән башлана. Әсәләр кемдәр? Беҙҙең һөйгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Бына шул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иркенлек биреп, хатта өҫтөнлөккә эйә итеп дин ҡушыуҙарына ҡаршы сыҡтыҡ. Йәмғиәтебеҙҙең түбән кимәлгә, әхләкһеҙгә төшөүҙең сәбәбе нимәлә? Аҙғынлыҡта! Был боҙоҡлоҡтың сығанағы беҙ үҙебеҙ, әллә ҡайҙан ситтән уны эҙләү кәрәкмәй. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙәң тән өлөштәрен асып йөрөүҙәре, бит-йөҙҙәренең матурлығы һәм һылыулығы, тәндәренең һоғомлоғо ир-егеттәрҙең шайтани теләккә, тәбиғи нәфсеһенә, был ҡаршы яҡ енескә хужа булыу, хәләл ефетендән башҡа был көсһөҙ затты хыялда булһа ла үҙеңдеке итеү ҡомһоҙлоғона, уға ихтыярһыҙҙан ғашиҡ булыуға, шулай уҡ аҙғын енси теләккә этәрә.
Ҡиәммәт көнө алдынан бер иргә ҡырҡ ҡатын тура килер тигән хәҙискә ярашлы, хәҙер бер хәләл ефет менән килешкән ир-егеттәр бармы? Бик һирәк, шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙа бар. Бер ир ғүмерендә нисә ҡатын менән яҡынлашып, аралашып йәшәй? Һирәктәре генә никахлаша һәм күбеһе гражданский брак менән йәшәп, ирҙәрҙе лә һәм ҡатындарҙы ла күпләп алмаштыра.
Әхләҡи-әҙәп ҡанундарынан ныҡ ситкә тайпылып беҙ бер-беребеҙҙе күҙ зыянына – күҙ тейеүгә сәбәпсе итәбеҙ. Ҡомһоҙ күҙ менән сибәр ҡатындарҙы ашайбыҙ, үҙ кәмселектәребеҙҙең көнсөлөгө менән нәфис затлыларға зыян һалабыҙ һәм һоҡланыу ҡараштарыбыҙ менән балаларҙы илатабыҙ.
Яман күҙҙән таш ярыла, яман күҙҙән һаҡлан һәм яман күҙ хайуанды ҡаҙанға кертер, яман һүҙ әҙәмде ҡәбергә кертер. Әйе халҡыбыҙҙың әйтемдәренән һәм мәҡәлдәренән сығып күҙ малды ҡаҙанға, хатта кешене лә гүргә керетә.
Күҙ күреүе — ҡатмарлы психик һәм физиологик процесс. Сер түгел, донъя тураһында мәғлүмәттең 80-90 процентын беҙ күреү ярҙамында алабыҙ. Һәм бит билдәле ғалимдар күҙҙәрҙе тышҡа сығарылған мейе тип атауҙары юҡҡа түгел. Асылда, ул шулай, сөнки күҙҙең селтәрсәһе бер үк тәбиғәтле, мейе туҡымаһы менән. Күреү кеше эшмәкәрлегенең мөһим процестарының береһе булып тора.
Кешенең күреү һәләте — әҙәмдең күреү системаһы тарафынан яҡтылыҡ диапазонындағы электромагнит нурланышты үҙгәртеү юлы менән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәләте. "Күҙҙәр күрмәй, мейе күрә», тиҙәр. Күҙ объекттан сағылған яҡтылыҡты күҙ ҡараһы аша үткәрә. Яҡтылыҡ фотондары, бер аҙ үҙгәртеп ҡороу үткәндән һуң, күҙҙең эске тышсаһына — күҙ селтәренә проекциялана. Күҙ селтәрендә (сетчатка) яҡтылыҡҡа һәм төҫкә һиҙгер күҙәнәктәр бар, улар килгән яҡтылыҡты электр сигналына үҙгәртә. Артабан оптик нерв аша нервы импульсы артабан эшкәртеү өсөн күреү ҡабығына күсә һәм башҡа, мейегә китә инде.
Һәр кемгә Ньютондың исеме мәктәп физика курсы заманынан уҡ таныш. Әммә был уның исемен иҫтә тотоу өсөн берҙән-бер нәмә түгел. 1666 йылда ул тере йән эйәләрен уратып алған көс ҡыры концепцияһын булдыра һәм уға аура исемен бирә. XVII быуатта аураның булыуын иҫбатлап булмай. Эксперименталь рәүештә 1939 йылда Семен Кирлиан аура булыуын иҫбатлай, һәм фәндә «Кирлиан эффекты» төшөнсәһе барлыҡҡа килә 1960 йылда ул эксперимент һөҙөмтәләрен тәҡдим итә. Бүлмә үҫемлектәре менән тәжрибә: береһе тере, икенсеһе үлем хәлендә, ауырыу. Ике фотоһүрәттең береһендә көслө биополе үҫемлегенең ҡеүәтле булыуын, яҡтылыҡ ореолының тигеҙ булыуын күрһәтә. Икенсе ауырыу үҫемлектең балҡышы көсһөҙ һәм аураһы өҙөк була. Бөгөн Кирлиан ысулы металдарҙа етешһеҙлектәрҙе табыу өсөн ҡулланыла. Кирлиан үҙе был эффект ярҙамында орлоҡтарҙың шытып сығыуын асыҡларға мөмкин тип белдерә. Энергия тышсаһы йәки икенсе төрлө аура эске биохимик процестарға һиҙгер яуап бирә. Ул туҡымаларҙың үткәреүсәнлеген, кешенең эмоцияларын үҙгәртә һәм тышҡы шарттарға йоғонто яһай. Кеше энергияһы уның психикаһы менән бәйле. Кешенең энергияһы — төрлө йышлыҡтағы тулҡындар. Кеше мейеһе нурланыш менән уның мөмкин булған диапазонында әүҙем резонанс яһай. Тик кеше был процестарҙы аңлы рәүештә идара итмәй, һәм беҙҙең психика тоташа. Физика күҙлегенән ҡарағанда, күҙ тейеү һәм боҙом яһау юҡ. «Ҡорбан» көс ҡыры һәм «боҙоусы» тулҡын нурланышы резонанслы күренеш бар. Асылы шунда: тулҡын нурланышы оҡшаш булһа, «боҙоҡлоҡ» килтерергә мөмкин. Йәғни, әгәр кеше насар сифатлы, моңһоу эгоцентрик булһа, ул шат күңелле һәм тулы көскә ҡарағанда «боҙоҡлоҡҡа» дусар була. Беҙ менә әлеге һәр нәмә электромагнит көстәре менән уралғаның аңлайбыҙ һәм беҙҙең баш мейеһе нейрондары ла, күктәге һауабыҙҙа, космос ғәләмендге бушлыҡта электромагнит тулҡындарынан хәрәкәтле.
Бар нәмә ташта, хайуандарҙа, үҫемлек-ағастарҙа, кешелә аураға, икенсе төрлө әйткәндә биополегә эйә булғас, был күҙгә күренмәгән электромагнит нурҙары менән аңғармаҫтан икенсе яҡҡа төбәп идара итергә була түгелме? Ярай, беҙ намаҙ, Ҡөръән аяттары уҡығанда ул аурабыҙҙы төҙәтәбеҙ, көйләйбеҙ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең эмоциональ хәлебеҙҙән сығып кемдеңдер аураһын ҡаҡшата алабыҙ бит, хатта уның аңына психик баҫымда эшләргә мөмкин. Мәҫәлән арты менән торған кешегә лә оҙаҡ тексәйеп ҡараһаң, ул ахырҙа боролоп һиңә шелтәле ҡараш ташлар.
Бәләкәй үҫмер сағыбыҙҙа, әсәйебеҙ ауыл почтальонкаһы булып эшләне. Беҙ, балалар. уға ярҙамсы булып ауылда һәм күрше ауылға ла барып гәзит-журналдарҙы үҙ алы тарата торғайныҡ. Совет заманында эттәр бәйле булманы һәм хәҙерге замандағы һымаҡ ҡала-ҡырҙа көтөүе менән берәҙәк булып йөрөмәнеләр. Кешеләрҙең ишектәре алдында ла һәм урам сатында әҙәмдәрҙе үткәрмәй өрөп ташлана торғандар ине. Таяҡ-таш тотһаң эттәр киреһенсә ярһый бит, шуға мин гәзит таратҡанда уларға тексәйеп, күҙ ҡарашы менән баҫып, ахырҙа хатта уҫал овчаркаларҙың да ҡойроҡтарын болғата торғайным. Тик икешәр сәүек эттәр тотҡан хужаларҙың өйөнә яҡынлашыу ҡыйын ине, ул эттәрҙең берәүһе күҙ ҡарашынан ҡасып, арттан килеп йәбешергә маташа, ә икенсеһе алдан. Икәүһенә лә бер юлы ҡарап өлгөрөп булмай, етеҙҙәр, тешләгәндәре лә булды.
Ана шул күҙҙәр көсөнә таянып, урамда ла, мәктәп һәм училищелә уҡығанда ла мин малайҙар менән бер ҡасан да йоҙроҡ күтәреп һуғышманым. Берәй ыҙғыш сыҡһа, ул ҡорбандың күҙенә тексәйеп ҡаршы атлаһам, элеге бахыр эттәр һымаҡ, күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәйҙәр ине һәм шуның менән тыныслана инеләр. Армия сафының моряк пограничниктәр ғәскәренә эләккәс, Анапа ҡалаһында учебка мәлендә, хеҙмәт итеүҙең тәүге айҙарында һәр эштә йүгереп йөрөргә тура килде. Столовойға бер суткаға дежурныйҙар хеҙмәтен башҡарырға эләгә торғайныҡ. Биш мең кеше ашай ине ул ваҡытта. Мине официант итеп, буласаҡ мичмандарҙың өҫтәлен тәрбиәләргә ебәрҙеләр. Арып, туған яҡты һағынып, ҡомһоҙланып, ҡабаланып ашап ултырған йөҙҙән ашыу бер ротаны тәшкил иткән матрос һәм старшиналарға тексәйеп ҡатҡанмын. Һәм бер ваҡыт, ҡалаҡтарын шаҡылдатып, ихлас ашап ултырған ротаның бар моряктары ла ҡапыл шым булды. Мыйыҡлы старшина мине эргәһенә саҡырып алдыла: ни эшләп һиң беҙгә зәһәр ҡарайһың, улай итмә, икенсе яҡҡа ҡара тип, маңлайыма шап итеп ҡалаҡ менән һуҡты. Мин аҡланып: юҡ һәр саҡтағы һымаҡ ябай ҡараш тип, яуап бирҙем. Ахыры күңел төшөнкөлөгөнән уларға күҙ ҡарашы, әллә аңым менән ныҡ тәьҫир иткәнмендер һәм апетиттәрен боҙғанымдыр.
Кеше менән һүҙ атып аралашҡанда, үҙең һөйләгән сағында күҙенә ҡара, ул һөйләгәндә күҙҙәренә тексәймә тигән психологик алып бар. Был ул кешенең арбау көсөнә эләкмәҫ өсөн шулай эшләнелә. Ҡатын –ҡыҙҙарға тексәйеп ҡарамаймын, сөнки улар миңә: үтә ҡарайһың тиҙәр һәм ни ғәжәптер, мин ҡатын-ҡыҙға ирекһеҙҙән күҙ ташлап, йәки осраҡлы рәүештә күҙ һирпкән осраҡтарҙа ул ҡатын-ҡыҙҙың йөҙҙөн йәш, матур, сибәр, һылыу итеп күрәм. Әммә икенсе тапҡырға тексәйеберәк ҡарағанда инде, ул ҡатын-ҡыҙ олоғайған, йөҙө шырыш, матурлығы юғалған ҡәҙимге хәлдә күрәм. Беренсе күреү осрағында, уны күңел күҙҙе менән ҡарауҙыр, сөнки уның образы Аллаһ Тәғәл әйтеүенсә: Ожмаҡтағы ер ҡатындары хур ҡыҙҙарына ҡарағанда уларҙан әллә нисә тиҫтә сама артыҡ һылыу булырҙар һәм утыҙ өс йәштә булырҙар тиелә бит.
Бында мин ни эшләп үҙ тормош миҫалдарынан сығып яҙам? Яуап: һәр кемебеҙҙә тиерлек Аллаһының ниғмәтте бирелгән, беҙ уны дөрөҫ ҡулланып артабан үҫтерә алмайбыҙ һәм был көсөбөҙ ваҡытты үтә килә юғала, йә онотола. Бына ошондай көскә эйә булған күҙҙәрҙе әлбиттә, әгәр уны дөрөҫ ҡуланмаһаң, икенсе берәүгә зыян килтереүе мөмкин.
Эргәбеҙҙә беҙҙең һаулыҡҡа, беҙҙең сәләмәтлегебеҙгә, йылмайып –көлөшөп, ихлас күңелдән, алсаҡланып һөйләшеп, башҡалар менән аралашҡаныбыҙға көнсөлөктәре килеп, эстән ҡара уйҙа булған кешеләр юҡмы ни? Кәйефтәренең насарлығынан, ауырыуҙарының һыҙланыуҙарынан, яңғыҙлыҡта ҡалып, йөрәк бошоноу-әрнеүҙәрен юҡ яҡынына еткерә алмаған кәйефһеҙҙәр, әлеге сәбәптәрҙән эсендәге йыйылған ҡара сирле уйҙарҙы нәфрәт менән кемгәлер аңғармаҫтан төбәүе, уға асыу менән ҡарап, ҡаты итеү әйтеп, ҡысҡырып ташлауы, йәки мыҫҡыл итергә маташыуы шул уҡ күҙ тейеү менән береш.
Бына шулай күҙ ҡараштары менән беҙ хатта кемгәлер һоҡланып та зарар килтерәбеҙ, уның аураһын емерәбеҙ йә иһә вампирҙар һымаҡ уның энергияһын үҙебеҙгә һурабыҙ. Зарарҙы бер яҡ, күҙ тейгән кеше генә күрә тип уйлау дөрөҫ булмаҫ.
Аллаһ Тәғәлә вәғәҙ–нәсихәттәрендә киҫәтеп ишеттерә: Әй мосолман, ишет нәсихәтте, һин ҡайһы урында булһаң да, Аллаһтан ҡурҡһаң, күҙеңде ҡәрҙәш (туған) түгел ҡыҙҙарҙан һәм ҡатындарҙан һаҡла, уларға ҡарама. Намәхрәмдәргә күҙең төшөп, Аллаһтың асыуы булмаһын. (Намәхрәм (татар-фарсы һүҙҙе) йыраҡ ҡәрҙәш һәм бөтөнләй ҡәрҙәш булмаған кеше (шәриғәт буйынса өйләнешергә ярай торғандар)). Йәғни бер кешенең харам булған ҡатынды күргәнгә ҡарағанда, һуҡыр булыуы яҡшылыр йәки күҙҙең гонаһ күрмәһен. Һәм үҙеңә тейешле булмаған ҡатындарҙы күрмәҫ өсөн ҡарашыңды аяҡ аҫына йүнәлт һәм яңылыш ҡарап ебәрһәң, аҙағына үкенеп тәүбә ит. Был осраҡта һуҡыр күҙ таҙа күҙҙән мең тапҡыр артыҡтыр. Намәхрәмдәргә ҡарап ләззәт алыр булһаң, күрә торған күҙҙең иреүле булыуы яҡшыраҡтыр, сөнки ундай күҙ Ҡиәмәт көнөндә ғазап күреп ҡан илар. Күп ҡарауың менән сабырлығынды юғалтып зинаға төшәрһең, сөнки намәхрәмдәрҙең йөҙө ни ҡәҙәр күркәм булһа ла, унан ни ҡәҙәр ләззәттәр алһаң да , улар ваҡытлы (фәни), был ҡарауығыҙҙан ни файҙа, бәлки йәнегеҙҙе золом ҡылып, үҙегеҙҙе үҙегеҙ йәһәнәм утына яғаһығыҙ.
Аңһыҙҙан һиңә тейешле булмаған ҡатынға ҡарашын төшһә, зинһар уның йөҙөн кире ҡарама, сөнки ул аңһыҙҙан йөҙөнә ҡарауында гонаһ юҡ ине, ә икенсе ҡарауын гонаһлы булыр. Йәғни икенсе тапҡыр уға ҡарау теләк булыр, енсе дәртте ҡуҙғатыр һәм бының өсөн Ҡиәмәт көнөндә ул ҡараусыңының йөҙөнә эҫе иретелгән ҡурғаш ҡойорҙар.
Шәриғәтүл Ислам китабында: берәү, ят ҡатын менән уйнап, һөйләшеп ултырһа, бындағы һәр бер һүҙе өсөн мең йыл тамуҡ булыр тиелә. Улай уҡ уйнап һөйләшеүсе харам ҡылыуҙы үҙ өҫтөнә алһа, йәғни зина ҡылырға теләһә, уны ғәҙел хөкөм итерҙәр: ул зина ҡылыусыны шайтан менән бергә сылбырҙап илтерҙәр...
Йә Раббым, йә Аллаһ тәүбә итәбеҙ, беҙҙе ғәфү ҡыл, барыбыҙҙыла яман күҙҙәрҙән, насар уйҙарҙан һаҡла. Күргән, осрағаныбыҙға Аллаһ бәрәҡәтен үә ниғмәтен һәм бәхетен бирһен. Күҙ ҡараштарыбыҙ Аллаһ мөғжизәләренән һәм сикһеҙ ғәләмәттәренән ҡыуанһын. Изгелектә, игелектә ғүмер үткәреп күҙ нурҙарыбыҙҙы Аллаһ яҡтыртһын. Ҡараштарыбыҙ менән зина ҡылыуҙы тыйып, күҙҙәребеҙҙе һуҡырайыбыҙҙан иҫкәртеп, киләсәк йылдарҙа ла Аллаһ Тәғәләнең салт Ҡояшын һәм матур яҙ көндәрен күрергә насип итһен!