Архив метки: маҡтау

Маҡтаныу

                                                                    Маҡтаныу
     Кеше күңеленең бер насар ғәҙәте бар – ул маҡтаныу.
     - Ә нимә һуң ул маҡтаныу?
     Маҡтаныу ул — урынһыҙға үҙ-үҙеңде йәки берәр эшеңде маҡтау, булмағанды арттырып һөйләү, шапырыныу, һауаланыу, ҡупырайыу, маһайыу, эреләнеү. Арабыҙҙа ҡайһы бер әҙәмдәребеҙҙең холҡо шундай һәләткә эйә. Беҙ уларҙың был кире ҡыланыштарын тормошобоҙҙа йыш ҡына осратҡылайбыҙ.
     Маҡтаныу, сөсөләнеп бер-береңде маҡташып ултырыу мосолман әҙәбенән түгел. Динебеҙҙә маҡтаныу кеүек ғәҙәтте хупламағандар. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм алдында берәү, бер ҡәрҙәшен үлтереп маҡтарға керешкән икән, пәйғәмбәр уны туҡтатҡан. Быны ҡәрҙәшеңде һуйыу менән тиңләгән. “ Кемгә лә булһа иң юғары баһаны бирәм тиһәң “ Мин ул кешене ысын мосолман тип беләм” тип әйтеүең етә” тигән.
     "Әт-Тәғүиләт Ән-Нәжми" китабында былай тиелә: «Маһайыу, дан-шөһрәт яратыу һәм башҡаларҙы түбән күреү кеүек шайтани ғәмәлдәр өсөн тәүбә ҡылмағандар иблис менән бер юлға баҫасаҡ, ләғнәткә дусар буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәғфирәтенән йырағаясаҡ». Читать далее