Ғәҙеллек (справедливость) ҡайҙа?
Ғәҙел, ғәҙеллек (ғәр. عدل — ғәҙеллек, намыҫлылыҡ) — киң мәғәнәлә шәхесте әхлаҡи баһалау категорияһын аңлатҡан ислам термины, ул ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө күҙ уңында тота. Әҙәм заты ҡәбилә осоронда берләшкәндә үк ғәҙеллеккә ынтылған. Ғәҙеллек – йәмғиәттең беренсе ташы, нигеҙе. Шуға ла кеше дәүләттән дә һәр саҡ ғәҙел ҡараш көтә һәм дөрөҫ көтә. Үҙ халҡына ҡарата ил эшкәрҙәренең тоғролоғо юҡ икән, ул дәүләттең нимәгә кәрәге бар? Көн-төнө барған намыҫһыҙлыҡ, ялған, урлашыуҙар, алдашыуҙар, коррупциялар илдең идаралығын аҙырған. Әле генә ауып ҡалған социализмдың ғәҙеллектәренән ситкә тайпылып, коммунистәр суҡынып, единоросс булып китеүҙәре илдә тәртип, намыҫлылыҡ, хаҡлыҡ, дөрөҫлөк урынлаштырҙымы? Читать далее