Джәджәл ғәскәре әҙер
Хәҙерге көндәрҙә кешеләр шул тиклем наҙан һәм аҡылһыҙ. Үҙ баштары менән бер аҙ булһала фекер иткеләре килмәй. Берәү әйтмешләй: хатта мейеләренә тиклем ҡоллоҡа бирелгәндәр, коллектив дезинформацияла — ялған хәбәр (мәғлүмәт, информация) ҡоллоғонда. Мәхмәт (Мехмет) хәҙрәт үткән вәғәҙендә кешелектең күпселегенә, күбеһенә эйәрһәң — имандаң яҙырһығыҙ һәм урынығыҙ тамуҡта — тип һөйләгәне. Беҙҙә, ер йөҙөндә күпселеге кемдәр ул?
Эргәгеҙҙәге динһеҙҙәр, кәферҙәр, иманһыҙҙар. Хатта үҙҙәрен мосолман тиеп, намаҙ һәм ураҙа тотмағандарҙа шул рәттә, быларын үтәп тә барған белемһеҙ наҙандарҙа шул хәлдә. Сөнки улар ошо донъяға шул тиклем бирелгән һәм Аллаһ һынауы яҡынайған һайын ошо байлыҡ һәм милектәрен ҡайғырталар. Уларҙың аллаһ улар ышанған ил баштары, сөнки улар был донъяны күтәрҙе һәм һаҡлайҙар, тип ышаналар. Ошо өҫтә ултырған әҙәм аҡтыҡтары китһә – донъялары емерелә тип, ҡайғыралар. Был донъя кемдеке? Һинекеме? Бар нәмә Аллаһныҡы!
Әүлиә Мәхмәт (Мехмет) хәҙрәт был вәғәҙендә беҙҙең эргә-тирәне уратып алған донъя тулы яманлыҡтарҙы һәм боҙоҡлоҡтарҙы ҡәҙимге тормош итеп алғанбыҙ ти, шул арҡала ла беҙ Иблис шайтандарына әйләнгәнбеҙ ти. Джәджәлдең ғәскәрен тулыландырабыҙ. Әйе, дөрөҫөн әйтә: беҙҙе уратҡан ялған һәм алдауға шул тиклем ышанғанбыҙ. Бынан башҡа харам булған ерҙәргә барабыҙ, йөрәгебеҙ менән шуларға ҡаршылашмай, хатта хуплайбыҙ. Эргәлә зина ҡылып, боҙоҡлоҡ һәм яманлыҡ ҡылып йәшәүҙәрен ҡәҙимге хәл итеп, уның өсөн улар үҙҙәре яуап бирә тип уйлайбыҙ, бының өсөн беҙҙән яуаплылыҡ булмай тип алданабыҙ. Туғандар менән, күршеләр һәм милләт, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр нимәгә барып етте?
Ссылка буйынса Мәхмәт (Мехмет) хәҙрәт вәғәҙең урыҫса тыңлай алаһығыҙ: https://www.youtube.com/watch?v=8FQIBUQObDQ
Джәджәл ғәскәре әҙер
إِنَّ الَّذِينَ يُحِبُّونَ أَن تَشِيعَ الْفَاحِشَةُ فِي الَّذِينَ آمَنُوا لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ فِي الدُّنْيَا وَالْآخِرَةِ وَاللَّهُ يَعْلَمُ وَأَنتُمْ لَا تَعْلَمُونَ
Иннә-лләҙинәә йүхиббүүнә әң тәшииғәл—фәәхишәтү фи-лләҙиинә әәмәнүү ләһүм ғәҙәәбүн әлиимүң фи-ддүнйәә үәл-әәхыирати үә-ллааһу йәғләмү үә әңтүм ләә тәғләмүүн.
Иманлылар тураһында нәфрәт уятырлыҡ хәбәр таратырға яратҡан кешеләргә донъялыҡта ла, әхирәттә лә – ғазаплы яза. Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ. 24:19.
Был аятта шайтан һәм кәферҙәр, мосолмандарҙың күберәк гонаһ һәм алама ҡылыҡтар эшләгәнен теләйҙәр. Мосолмандар араһында гонаһтарҙы икеләтә артырыу – был ыңғай һәм тәбиғи хәл тимәкселәр. Шуларҙың шайтаны, кемдәр шайтандар менән булғыһы килә. Улар иркенлек һорай, хөрийәт һорайҙар боҙоҡлоҡ эшләргә, гонаһлыҡ эшләргә азатлыҡ һәм хәләлде тыйырға. Был хәл ахырзамандың аҙағында йәшүебеҙҙең иң ҙур иҫбаты. Джәджәлдең ғәскәре инде әҙер. Джәджәлдең һалдаттары – ул шул кешеләр кемдәр үҙҙәре гонаһ ҡыла һәм шуны кешеләр араһында тарата. Улар Джәджәлдең һалдаттары, улар Джәджәлдең ғәскәрелер.
Джәджәлдең үҙенә сығырға ваҡыт етте, ошо ғәскәрҙең башына торорға. Ул донъяны динһеҙлек менән ҡапларға теләй. Был уларҙың, Джәджәлдең һәм уның һалдаттарының теләгәне.
Беҙҙең көндәрҙә көфөрлөк иң юғары нөктәһенә барып етте. Элекке заманда кешеләр хәҙерге көндә күргәндәренән йөҙҙән бер өлөшөнә лә ғәжәпләнерҙәр ине. Әммә бөгөнгө көндәрҙә был хәлдәр рөхсәт ителгән, ҡәҙимге әйберҙәр һымаҡ кеүек күренә. Хатта быны эшләмәгән кешеләрҙә быны ғәҙәттәге кеүек һанайҙар.
Улар әйтәләр: нимә теләйҙәр шуны эшләһендәр тиҙәр. Әлбиттә улар быны эшләй алалар, ләкин бөгөн барған хәлдәр беҙгә лә ҡағыла.
Кәферҙәр халыҡты ауыҙын яба йә иһә үҙҙәре кеүек ҡыланғандарын теләй. Улар шуларҙы ғәйепләйҙәр, кемдәр быны эшләмәй. Әле барған ваҡиғалар – былар әлегә Джәджәл сығыр алдынан барған репетиция ғына.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Джәджәлдең ҡасан килеүе хаҡында хәбәр иткәндә: уның ғәскәрендә иманһыҙҙар, динһеҙҙәр һәм кешелектең тәбиғи тиҫкәре яғын эшләүселәр булыр тигән.
Джәджәл кешеләрҙе үҙ артынан эйәрергә мәжбүр итер. Ул әйтер: Әгәр минем артынан эйәрһәгеҙ йәнәттә булырһығыҙ. Ул күрһәткән урын ысынында тамуҡ булыр, ә тамуҡ итеп күрһәткән урыны йәннәт булыр. Кемдәр уның йәннәтен ҡабул итһә һәләкәткә осрар, ысынында уларҙың йәһәннәме – ожмағ булыр. Кемдәр шул тарафҡа атлаһа, йәннәткә инер.
Хәҙер ошо кешеләр беҙгә күрһәткәндәре – ул йәннәт түгел, был тамуҡтыр. Был донъялағы һәм ахирәттәге тамуҡтыр. Аллаһым һаҡлаһын!
Улар барыһында аҡылға ҡаршы киреһенсә эшләйҙәр. Улар әйтәләр: Аҡ нәмә – ҡара ул, ҡара нәмә –аҡ ул. Һәм бар кешеләр быны ҡабул итәләр.
Һеҙ быны ҡабул итмәҫкә тейешһегеҙ, әгәр һеҙ быны гонаһ икәнен аңғарһағыҙ, ләкин быны үҙгәртә алмаһағыҙ, әйтегеҙ: Аллаһ был боҙоҡлоҡ, беҙ быны күңелебеҙгә ҡабул итмәйбеҙ, беҙҙе ғәфү ит, был гонаһ, был аҡылһыҙлыҡ.
Бар донъя, бар кешеләр Аллаһ ҡушҡанына ҡаршы эшләй. Бар ерҙә яманлыҡ, йәбер-золом һәм мәсхәрә ҡылына. Беҙ быны ҡабул итмәйбеҙ. Беҙ ундай кешеләрҙе хупламайбыҙ кем генә булыуына ла ҡарамай.
Әгәр һеҙ быға физик яҡтан ҡаршылыша алмаһағыҙ, күңелегеҙ, йөрәгеҙ менән ҡаршылашығыҙ – был инде имандың иң көсһөҙлөгөн күрһәтә. Әгәр инде быны ла эшләмәһәгеҙ –һеҙ иманығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ. Аллаһым беҙҙе яҡлаһын. Аллаһ иманыбыҙға көс бирһен.
Даджәл һалдаттары кемдәр?
Шундай бер доға бар:
اللهم إني أعوذ بك من الخبث والخبائث
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл хубси үәл хабаис.
Ысынында был доғаны бәҙрәфкә инер алдынан уҡыла. Был доға ла әйтелә: Аллаһ беҙҙе боҙоҡлоҡтарҙан һаҡла! Был бысраҡ урын, беҙҙе һаҡла. Беҙҙе Аллаһ Тәғәлә эсебеҙҙе булған яманлыҡтарҙан һаҡлаһын.
Хәҙер бар донъя боҙоҡлоҡ һәм яманлыҡ менән тулған. Аллаһы беҙҙе ошоларҙан һаҡлаһын тип мөрәжәғәт итәбеҙ. Ил баштары кешеләрҙең өмөттәрен аҡлай алманылар, донъяның әшәкелек һәм яуызлыҡтарынан һаҡлай алманылар. Киреһенсә улар бар донъяла булған гонаһ һәм бысраҡты яҡлайҙар. Был боҙоҡлоҡто бөтә донъя буйлап таратмаҡсылар, бар кешеләрҙе шуға баш-аяҡтан батырырға теләйҙәр. Улар быны шул хәлгә еткерергә тырышалар. Был кешеләр шайтан менән, хатта унан да яманыраҡтар. Улар бәләкәй балаларҙан башлайҙар, аҙаҡта уларҙы тыныслыҡта ҡалдырмайҙар. Улар был боҙоҡлоҡто үҙҙәренең илендә генә түгел, был яманлыҡты бөтә донъя буйлап таралғанын теләйҙәр. Был хаббаис кешеләр кем? Былар иң түбән аҡтыҡта, дәджәл һалдаттары. Бар нәмә шуға әҙерләнгән. Беҙ электә дәджәл хаҡында ишеткәйнек, уның һалдаттары барлығын. Дәджәл һалдаттары – улар әхләкһеҙ һәм бысраҡ кешеләр. Элек уларҙы һирәк күрергә мөмкин ине, әммә Дәджәл килгәс, уның артынан ошондай кешеләрҙән торған ғәскәрҙәр булыр. Уның ғәскәрендә кемдәр булыр? Ошо бысраҡ күңелле хабаис кешеләр. Әлеге мәлдә улар шуға әҙерләнеп яталарҙа инде. Улар бар донъяны ошо боҙоҡлоҡҡа батырырға тырышалар, бер кемдә таҙа күңелле булып ҡалмаһын тип.
Ислам дине – таҙалыҡ һәм матурлыҡ дине. Барыбыр был дин Аллаһ ризалығы менән еңәсәк. Аллаһ был донъяны бысраҡтан таҙартыр һәм бар донъя мосолман иле булыр, иншаАллаһ. Аллаһ беҙгә был көндәрҙе күрергә насип итһен, шул ваҡыттар еткәс Мәһди ғәләйһиссәләм менән күрешергә яҙһын, иншаАллаһ. Үә мин Аллаһ әт тәйфиҡ. Әл Фатиха.
Ошо ссылка буйынса: https://www.youtube.com/watch?v=_AIvroe89j0&t=14s