Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман

                                                     Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман
     Әүлиә Шәйех Мөхәммәд Нәҙим әл-Хаҡҡани улы Шәйех Мәхмәт (Мехмет) Әдил ән-Наҡшбәндин Кипрҙа йәшәй, беҙҙең Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп китте. Быны иҫбатлаған видео һәм фотоһүрәттәр күп. Республикабыҙҙа уның һөйләгән вәғәздәренән йыйылған «Башҡортостан сөхбәттәре» тигән китабыла сыҡты. Хәҙрәт Мәхмәт әфәнденең атаһы мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани Әдил әл-Ҡубруси әр-Раббани Нәҡшбәндиә тәриҡәттең иң оло шәйехе, ер йөҙөндәге барса әүлиәләрҙең имамы, солтаны булды, барса пәйғәмбәрҙәр имамы сәййидинә Мөхәммәт ﷺ нәҫеленән ине.

     

     Әүлиәлек һәләтенә эйә булған шәйех Мәхмәт әфәнденең һәм уның әүлиә атаһы Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡанинең бөгөнгө көндәге хәлдәр тураһында алдан аңғартҡан видео вәғәздәрен ҡарап һәм тыңлап үтәйек. (Ютуб каналына инеп видео аҫтында  урыҫса субтитрҙарҙы (перевод) уҡый алаһығыҙ). Беҙ электән үҙ әүлиәләребеҙ хаҡында беләбеҙ. Уларҙың күрһәткән кәрәмәттәренә, киләсәк хаҡында әйтеп ҡалдырған һүҙҙәренә, ауырыу кешеләрҙе Аллаһы, Уның аяттары ярҙамында һауыҡтырғандарын беләбеҙ. Ер йөҙөнә әүлиәләр килеп тора һәм ваҡыттары еткәс ахирәткә күсәләр. Еребеҙ, халҡыбыҙ, илебеҙ тыныслығы өсөн доғалар ҡылып торғандары билдәле. Әүлиәләр һәр саҡ дөрөҫлөктө халыҡҡа еткерәләр. Аллаһы уларҙы ситдык тигән сифат менән бүләкләгән. Хаҡты, хаҡлыҡты, хаҡиҡәтте, ысынды ялғандан айырып халыҡҡа еткереү уларҙың бурысы. Донъялағы барған политик сәйәсәттәр, илдәрҙең торошо ваҡытлыса икәнен улар кешеләргә еткереп торҙолар. Әүлиәбеҙ Мөжәүир хәҙрәттә совет власы урынлашып һәм 70 йылдан һуң ҡолаясағын тураһында әйтмәнеме? Ниндәй бөйөк һәм көслө ил бер көндә юҡҡа сыҡты. Бөгөнгө көндә СССР ҡайтырға кәрәк тигән тырышыуҙары бушҡа, илдәр тарҡаласаҡ, сөнки Аллаһ халыҡты төрлө милләттәрҙән булдырҙы һәм халыҡтар араһында таралған боҙоҡлоҡтар, яманлыҡтар, һуғыштар, үлтерештәр быға сәбәп.
     Ҡөръән Кәримдә ошондай аяттар бар:
                                                                                    أَلَا إِنَّ أَوْلِيَاءَ اللَّهِ لَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
                                                                                                  الَّذِينَ آمَنُوا وَكَانُوا يَتَّقُونَ
                      لَهُمُ الْبُشْرَى فِي الْحَيَاةِ الدُّنْيَا وَفِي الْآخِرَةِ لَا تَبْدِيلَ لِكَلِمَاتِ اللَّهِ ذَلِكَ هُوَ الْفَوْزُ الْعَظِيمُ
     - Аллаһының яҡын дуҫтары – әүлиәләр бар ... Йунус сүрәһе 10/62-64
     2016 йылдағы август айы вәғәзендә әүлиә шәйех Мәхмәт әфәнде Ҡиәмәт көнө етер алдынан иң ҙур әфәт – өсөнсө донъя һуғышы буласаҡ ти. Дөрөҫөрәге ул һуғыш күптән бара инде – тип һөйләй. Шайтан ғәскәре һуғышты Ислам илдәрендә алып бара ти.
     Һүҙ Сүриә иле һәм шул тирәләге илдәр хаҡында бара. Был илдәге хәлдәр тураһында беҙгә телевизор аша ялған таратып, аңлаттылар һәм беҙ аңра һарыҡ һымаҡ быға ышандыҡ түгелме ни? Ул илдәрҙә сөннит мосолмандары йәшәй һәм беҙҙән шуларҙан. Бөгөнгө көндә Рәсәй хәрбиләре тарафынанан Сүриәлә урынлаштырылға тәртип ҡыл өҫтөндә һәм Рәсәйҙең бөйөк хөкүмәте уларға был юлы ярҙам итеүе бик икеле, үҙҙәренең хәлдәре ана тора. Ундағы проблемаларҙы Төрөк президентына тапшырҙылар тиерлек. Республиканың 19.10.2016 йылда сыҡҡан «Башҡортостан» гәзитендә ошондай һылтанма бар: Болғар күрәҙәсеһе Ванга шундай һүҙҙәр әйткән: “Донъяға яңы тәғлимәт киләсәк, ләкин тиҙҙән түгел. Әле Сүриә ҡолатылмаған. Сүриә еңеүсенең аяғына йығыласаҡ, ләкин еңеүсеһе ул булмай сыға...”. Әлбиттә, сәйәсәттә күрәҙәлеккә ышаныу юҡ, әммә һүҙҙәренә сер һалып һөйләгән Ванганың раҫҡа сыҡҡан күҙаллауҙары ла уйландырып ҡуя, — тип яҙалар был мәғлүмәттә. Рәсәй ошоға тиклем еңеүсе булып танылды, әммә бөгөн...
     Беҙ, иманлы кешеләр күрәҙәселәрҙең һүҙенә ышанмайбыҙ әлбиттә, әммә уларҙың ярты һүҙҙе шайтандан, яртыһы хаҡ тиҙәр бит. Хатта әкиәттә хаҡлыҡ бар тиҙәр бит. Киләсәктә Сүриә иленең кемдәрҙең ҡулы инеүен иң аҫтағы вәғәздән аңларһығыҙ.
     Шәйех Мәхмәт әфәнде: (Атаһы) Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани әйткәнсе Ҡиәмәт көнөнөң бер ишараты – өсөнсө донъя һуғышылыр, тип дауам итә. Ислам диненә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм пәйғәмбәр ваҡытынан алып бер туҡтауһыҙ һөжүм иттеләр һәм әле һаман бара. Ислам динең бар яҡтан ғәйепләйҙәр, оятһыҙлыҡҡа һәм намыҫһыҙлыҡҡа тиклем түбәнгә төшөп алып барған һуғыштарын аҡлайҙар... тирандар, диктаторҙар донъяла тиҫтәләрсә йылдар хакимлыҡ итәләр. Уларҙың ғәскәре шайтандарҙан һәм халыҡ улар менән риза, бар ерҙә алдайҙар, ялған мәғлүмәт тараталар, томаналар шуға ышаналар. Ышанмағыҙ уларға, шул наҙандарға. Әгәр улар берәй нәмә һөйләһә, йә иһә берәй нәмә эшләһә:
                                                                                                        وَإِذَا خَاطَبَهُمُ الْجَاهِلُونَ قَالُوا سَلَامًا .
     ...наҙандар өндәшкәндә: Сәләм! – тип яуап биргән. 25/63.
     «Эх, сәләмун ғәләйкүм», икенсе төрлө әйткәнсә хуш бул, һинең менән һөйләшеп тороу кәрәкмәй, үҙе һымаҡтар менән булышһын. Белемһеҙҙәр менән аралашыу кешегә ҡаранғылыҡ килтерә, йөрәген томалай, улар менән аралашма. Уларға иң яҡшы яуап, уларҙы дуҫ итмәү, яҡындарыңдан булмаһын, ҡәҙерләмә һәм ситләш, сөнки наҙанлыҡтанда яман нәмә юҡ. Эргәләрендә торма һәм ултырма, яҡшы кешеләр менән бул, Аллаһыны белгән, Уны һөйгән кешеләр менән бул. Юнһеҙ әҙәм үҙенә изгелек эшләгән кешене лә ҡәҙер итмәҫ, ул хатта Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылмай, намаҙы, ураҙаһы юҡ, насарлыҡ эшләй, аҙағына килеп хөкөм итә башлай. Бындай әҙәмдәрҙән булмағыҙ...
     Аллаһ Тәғәлә тәҡдире менән ахырзаман аҙағы килде, иншаАллаһ тиҙҙән Мәһди ғәләйһиссәләм киләсәк. Бар нәмә лә Аллаһ тәҡдиренән, бына өсөнсө донъя һуғышы башланды, күпме йылдар барыуын Аллаһы ғына белә, уның барышы беҙҙең күңелдән һәм хәлдән тормай, бер йыл, йә ун йыл, йәки егерме йыл барыр. Аллаһ башҡара торған ҡыйын нәмә юҡ, хатта бер төн эсендә лә был ваҡиғалар башҡарылыр...
     ...иншаАллаһ, насип итһә, гүзәл көндәргә тиклем йәшәрбеҙ, был алдаҡсы тирандар, боҙоҡ кешеләр юҡҡа сығарылыр. Донъя нур, иман, Ислам менән тулыр иншаАллаһ. Аллаһ шуларҙы яҡын арала күрергә насип итһен.
     Алдан әйтеүебеҙ буйынса, ҡурҡмаҫ кәрәк, ҡайғырмаҫҡа, иншаАллаһ, сөнки был нәмәләр килере хаҡында беҙгә динебеҙ алдан хәбәр бирә. Был хәлдәр беҙҙең иманыбыҙҙы нығыта, Аллаһының рөхсәте менән беҙ тура юлда, беҙ Хаҡ юлында барабыҙ.
     - Нимә булыр, әгәр беҙ боҙоҡ кешеләр менән бергә булһаҡ?
     Был хәлебеҙ беҙгә ошо донъяла ла, ахирәттә лә файҙа килтермәҫ.
                                                                                                         مَا لِلظَّالِمِينَ مِنْ حَمِيمٍ وَلَا شَفِيعٍ يُطَاعُ 
     «Залимдарҙың һаҡлаусыһы ла, иҫәпкә алыр яҡлаусыһы ла юҡ! » 40/18.
     Хөтбә башында әйтелгәнсә: «тирандар менән дуҫлыҡта булмағыҙ, уларҙан яҡлау тапмаҫһығыҙ». Zalimdar (йәберләүселәр) менән бергә булмағыҙ. Залимдар тамуҡҡа лайыҡлы, йәннәткә инмәҫтәр. Залимдар менән булһағыҙ, шулар менән йәһәнәмгә инерһегеҙ. Донъяла эшләгән ғәҙелһеҙлектәре, рисуайлыҡлыҡтары ла һәм башҡа боҙоҡ нәмәләре лә үҙҙәре менән ҡалыр, ғәрлектә, көлкө хәленә ҡалып, кәмһетелгән хәлдә донъянан китерҙәр.
     Аллаһ тураһында уйла, бер тинлек донъя хаҡында хыяланма. Аллаһының әмерҙәренә буйһон. Тәриҡәт Аллаһынан килә... Тәриҡәткә инегеҙ...
     Аллаһы аҡыл һәм фекер бирһен юлдан яҙған кешеләргә.
https://youtu.be/YqhMM3BFS6A
     Был 18 майҙағы 2013 йылдағы видеола Мәхмәт хәҙрәттең атаһы Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани ахыр заман алдынан буласаҡ өсөнсө донъя һуғышы Сүриянан башланды ти. Кешеләр боҙоҡлоҡ юлына төштөләр, Ҡиәмәт көнөнә яҡынайҙылар, тип һөйләй, ҙур һуғышты башланылар ти. Ссылка: https://www.youtube.com/watch?v=rN5bezrITtw
     Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани Әдил әл-Ҡубруси әр-Раббани 2013 йылдың 12 сентябрьҙә сыҡҡан видеола ҙур илдәрҙең ил баштары: Америка Ҡушма Штаттары президенты Обама ( хәҙерге Байден, элекке президент Трамп), Төркиәләге Эрдоган, Рәсәйҙеке (уны әүлиә телгә күп ала) Иблистең дуҫтары, уға эйәреүселәр шайтандар ти. Үҙҙәрен бөйөк тигән әҙәм аҡтыҡтары хәрби ҡоралдар ярҙамында төрлө илдәрҙе емерәләр, үлтереү ҡоралдары ярҙамында донъя буйлап ҡырылыш алып баралар тип һөйләй. Аллаһ алдында тик Искәндәр (Александр Великий (Македонский?), пәйғәмбәр булырға тейеш) бөйөк булды. Ул кешеләрҙе атмай, үлтермәй, емермәй һәм яндырмай илдәр туплап бөйөк дәрәжәгә эйә булды... Ә хәҙерге лидерҙәр илдәрҙе емерәләр, яндыралар, кешеләрҙе үлтерәләр... Иблистең сектаһынан улар. Иблис – емерә һәм яндыра, һуғыштарҙың сәбәпсеһе, унда һеҙ ҡатнашһағыҙ, һеҙҙә шул Иблис сектаһынан... https://www.youtube.com/watch?v=rwl2yLDQlag

     Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани 2016 йылдың 27 февралендә сыҡҡан видеоһында https://www.youtube.com/watch?v=6DQurIwXjiE бик күп кешеләр, халыҡтар тура юлдан яҙҙылар, был бик ҙур ҡыйынлыҡтарға, ҡаты фажиғағә алып бара ти. Тура юлдан бармағандар теләһә бер ваҡытта күңелһеҙлектәргә, ҡайғыларға тарыясаҡтар. Зыян үҙенә йә иһә уның артынан эйәргәндәргә эләгәсәк, уның материал, физик донъяһына, уның физик тәненә, йән һәм аҡылына. Был хәл шулай уҡ бар халыҡҡа зыян килтереүе мөмкин. Хәҙерге мәлдә кешеләргә хәүефһеҙ юлға баҫыуҙары мотлаҡ. Ошо юлға баҫып, улар шул зыяндан ҡотолорҙар.
     Хәҙерге заманда бар халыҡ яңылыш юлға ынтыла, әгәр улар ҡотолоу юлың аңғармаһалар, уларға ҙур әфәт киләсәк. Миҫалға: ҡайһы бер мәлдә автомашина менән юлда бәхетһеҙлек осрағы килеп сыға, уның артынан килгән башҡа машиналарҙа шул авария осраған машинаға килеп һуғылалар. Шулай юлда һаҡланмай йөрөгән кеше арҡаһында, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙған әҙәм арҡаһында, шул транспорттың водителе башҡа аварияларға сәбәпсе, ә уның артынан килеүселәр, был аварияның килеп сығыуына ҡыҫылышы булмағандарҙа зыян күрәләр. Ошо юл хәүефенән һаҡланмаған кеше арҡаһында шундай күп бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә. Машиналар бер-береһенең өҫтөнә менәләр, төкөшәләр.
     Хәҙер иҫкәртеү күктән килә, кешеләр шуны ҡайғыртырға тейештәр, киләсәктә үҙҙәренә хәүеф-хәтәр булдырмау өсөн һәм бының өсөн яуаплы булып юлдан барырға, иғтибарлыҡ талап ителәлер. Зыян йөҙләгән кешеләргә, меңләгән кешеләргә, миллион, йәки миллиардлаған әҙәмдәргә бер әҙәм аҡтығынан килеүе мөмкин. Һеҙ мин-минлегенә шапырынған кешене күрәһегеҙ. Шул зат арҡаһында миллиондаған кешеләр һәләк булыуы мөмкин, йөҙ миллиондаған, хатта миллиард халыҡта. Нимә өсөн? Бер кеше арҡаһында. Был әҙәм – юнһеҙ кеше. Ул әйтә: «Әгәр мин бер нәмә эшләргә йыйынһам, миңә барыбер, аҙаҡ артымдан нимә буласағына, хатта миллиард кешеләр үлтерелһәләрҙә: “был хәлдәр особого значения не имеет”». Һәм кешеләр хәҙер ерҙә, бөгөн 2003 йылдың 17 мартында, бөтә халыҡ ике төркөмгә бүленәләр. Был хаҡта изге китаптарҙа иҫкә алыныла. Уларҙың кешеләргә күктән төшкән хәбәрҙәрендә. Һуңғы көндәр етер алдынан бар донъя ике өлөшкә бүленәсәк. Бер өлөшө, йәки кешеләрҙең бер яғы, бер төркөмө, улар әйтәсәк: Беҙ һуғышты теләмәйбеҙ, беҙ ҡырылышты теләмәйбеҙ. Икенсе төркөмө әйтә: «Беҙҙә һуғышты теләмәйбеҙ, ләкин беҙ уны башларға тейешбеҙ. Беҙҙә шулай уҡ һуғышҡа ҡаршы, ләкин беҙҙең аҡыл нимәлер күрергә теләп, был һуғышты файҙаға ҡулланырға кәрәк» тей.
     Миҫал килтереп, Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани ошолай һөйләй: «Туннельде эшләргә теләгән инженерҙәр, кәрәкле бер ергә тиклем ер аҫтын соҡой алалар хәлдәренән килгәнсе. Әммә улар эш барышында олпат ҡая ташына осратһалар, улар әйтәләр: «Беҙҙең машиналар был таштарҙы тишә алмайҙар һәм беҙ ҡаяны шартлатыу өсөн динамит ҡуланырға тейешбеҙ тиҙәр. Беҙҙең алдыбыҙҙа ятҡан ташты онтар өсөн, юлда торған ҡаты әйберҙе алып ташлар өсөн беҙ динамит ҡуланырға тейешбеҙ». Һәм был осраҡта икенселәре: «Юҡ беҙгә улай оҡшамай, динамит ҡуланмағыҙ, шул көйө ҡалдырығыҙ». Тегеләре: «Беҙ соҡоуҙы дауам итергә тейешбеҙ», әммә теге кешеләре әйтәләр: «Юҡ, шул көйө ҡалдырығыҙ. Беҙгә шулай оҡшай, беҙ шулай йәшәргә тейешбеҙ, әлеге мәлдәге һымаҡ йәшәп ятҡан рәүештә, беҙҙең уның аша үтәһебеҙ килмәй». Һәм конфликт көсәйгәндән көсәйә бара һәм был нәмәне емерер кәрәк, ҡаяны, алға шылыр өсөн, яңы ерҙәргә ынтылыр өсөн.
     Ә был халыҡ тығыҙ йәшәгән ерҙәр тулыһынса тулған һәм беҙ яңы буш ерҙәргә ынтылырға тейешбеҙ, бөтә халыҡтың иркенлеге өсөн. Ә һеҙ киләһегеҙҙә, әйтәһегеҙ: «Был ҡаяны емермәгеҙ, юҡ беҙ һеҙгә рөхсәт бирмәйбеҙ». Хәҙер инде халыҡ, бар донъя халҡы шул уҡ әлеге ситуацияла (шартта), бер төркөм кемдең ни эшләгәнен белә. Ә икенселәр, күбеһе бер нәмә лә аңламайҙар, уларҙың фекерләү мөмкинлеге, шул тиклем түбәндә – хайуан дәрәжәһендә. Уларҙы тик ашау-эсеү һәм енсе теләк кенә ҡыҙыҡһындыра. Телевизор тапшырыуҙарында нимә бара? Күп кешеләр нимәгә ынтыла? Улар ошо әлеге көнгө йәшәү образын үлгәнгә тиклем һаҡларға теләй, уларҙың бер ниндәйҙә ынтылыш маҡсаты юҡ. Үҙҙәренә һоҡланыуҙан башҡа икенсе нәмәләргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу юҡ. Уларҙың физик теләктәре – был хайуандар донъяһы. Хайуандар донъяһында ашау-эсеүҙән һәм енсе теләктәрҙән башҡа бер ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙары юҡ был тормошта. Бер нәмә лә уларға кәрәкмәй. Һәм был кешеләр, урамға сығыусылар – меңләгән йәки миллионлаған. Миллионлаған һәм миллиардлаған, улар урамда шундай юл эҙләй, һуғышты туҡтатырға. Сөнки һуғыш уларҙың хайуан кеүек йәшәү рәүешенә ҡамаусалай. Улар ғүмерҙәре буйы шунан башҡа бер нәмә лә һорамайҙар. Уларҙың йәшәү фәлсәфәһе тик ашауҙа һәм енси аҙғынлыҡта. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Улар быны һораған саҡта киләләрҙә һәм әйтәләр: Беҙ һуғыш сығыуын теләмәйбеҙ. Беҙгә һуғыш оҡшамай. Әммә улар шул хаҡта уйламай йәшәүҙәрен дауам итәләр — яңы ерҙәр, яңы үрҙәр асылыуы хаҡында уйламай. Хәҙерге ваҡытта торған ерҙәре тулыһынса артығы менән тулған. Һәм уларға был тар ерҙәрҙән яңы буш урындарға күсеренергә ине. Әлеге йәшәгән яландарының көсө бөткән. Улар икенсе ерҙәргә күсенергә тейештәр, ҡайҙа иркенлек, ҡайҙа киң азатлыҡ. Ләкин улар был хаҡта уйланмайҙар, был һуғыш уларҙы күсерер шул киң яҡтарға. Ләкин улар шуны әйтәләр: «Беҙ быны теләмәйбеҙ. Беҙ былай ҙа бәхетле үҙебеҙҙең төйәктә. Әгәр ул ерҙең ҡеүәте бөтһә лә беҙ ошонда ҡалырға теләйбеҙ. Беҙ яңы ерҙәргә күсергә теләмәйбеҙ. Зинһар һуғыштарҙы туҡтатығыҙ». Былай булырға тейеш түгел. Килешеү булмағас, тимәк донъя ике өлөшкә бүленгән. Һәм һәр ҡайныһы бер-береһен ғәйепләй. Берәүҙәре әйтәләр, теге һуғыш теләгәндәре, нефткә тиклем ерҙәрҙе баҫып алыу кәрәк. Ләкин быларҙың берәүһеңендә, икенселәрҙе ғәйепселәүҙәрҙең араһынан теге ғәйепләнгәндәрҙән шундай фекер һорарға уй килмәй: «Ни эшләп беҙ һуғышты теләмәйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ғәйепләйһегеҙ», Һеҙ ғәйепләйһегеҙ, донъялағы кешеләрҙең бер өлөшөн нефтькә ынтылыуҙарынан сығып һәм былар шул арҡала, нефть арҡаһында һуғыш алып бара. Был дөрөҫ түгел, әммә улар шуны ҡабатлай.
     Ә теге кешеләр, илде емерергә күтәрелгәндәр, был кешеләрҙән шуны һорамайҙар: «Һеҙгә был һуғыш оҡшамаймы? Әгәр һеҙ кешеләрҙе нефтьле булырға теләүҙәре өсөн ғәйепләһәгеҙ, ул ваҡытта һеҙҙән дә шуны һорайыҡ: «Һеҙгә ни эшләп һуғыш оҡшамай. Кем өсөн һеҙ был митингылар һәм демонстрацияларҙы ойоштораһығыҙ. Бер кеше өсөн. Улар уны әйтмәйҙәр. Һеҙ бер кешене яҡтайһығыҙ. Бер кешене». Һеҙ әйтәһегеҙ: Беҙ шуны теләгәйнек, был кешенең тәхеттә мәңге ултырыуын. Башҡа бер нәмәлә түгел. Был һеҙҙең ҡалҡан. Һеҙ бар донъяны яҡлайһығыҙмы? Һеҙ бер был илдең диктаторын яҡлайһығыҙ. Ирактағы. Һеҙ әйтәһегеҙ: «Беҙ Иракта һуғышты теләмәйбеҙ». Ни өсөн? Һеҙгә был Ирактағы диктаторы оҡшай, һеҙ уның батшалыҡта мәңге ултырыуын теләйһегеҙ һәм шуны эшләүен теләйһегеҙ, Ирактың халҡы бер ҡасанда йәки күрше илдәге халыҡта бер ҡасанда уныың башҡарған боҙоҡ эштәрен ҡабул итмәҫ. Шулай булһа ла ул күп нәмәне, уның иле һәм күршеләре теләмәгәнде эшләне. Ул шуның өсөн күршеләренә һөжүм итте. Иран һәм Кувейтка. Улар ҡурҡыныс аҫтында ҡалды был кеше арҡаһында. Ҡайғы хәсрәткә ҡалдылар. Улар ҡурҡыныс аҫтында. Ә һеҙ әйтәһегеҙ: «Юҡ, был кеше шул урында булырға тейеш» тип. Ә теге уға ҡаршылашҡан кешеләр: «Беҙ быны ҡабул итмәйбеҙ, икенсе берәүҙе урынлаштырырға теләйбеҙ, кемдең йөрәгендә хаҡлыҡ һәм рәхимлек, үҙ халҡы өсөн яҡшылыҡҡа ынтылғанды, һәр кемгә ҡыуаныс килтергәнде. Беҙ быны алып ташларға теләйбеҙ». Ләкин улар быны әйтмәйҙәр, әммә был оппозиция әйтә: «Франция, Германия һәм Рәсәй, Англия һәм США һәм башҡа илдәр һорайҙар: «Нимә өсөн көрәшәгеҙ? Һеҙ нефть өсөн яулашағыҙ. Әммә улар был турала әйтмәй, кемдәрҙе яҡлайһығыҙ? Уны? Нисек әле? Ни өсөн яҡлайһығыҙ?» Уның халҡы быны һорамай, уның арҡаһында күршеләре ҡурҡыныс аҫтында. Беҙ тик уны алмаштырабыҙ. Һеҙ үҙ урынығыҙҙа ҡалаһығыҙ. Ҡарағыҙ, беҙ ни эшләгәнде. Әгәр һеҙ беҙҙең эш менән ҡәнәғәт түгел икән, ул ваҡытта һеҙ килерһегеҙ һәм икенсе төрлө хәл итерһегеҙ Багдадта, Иракта. Улар был турала әйтмәй, тик бер кеше генә, улар был әҙәмде яҡлайҙар, Ирак диктаторын, ул үҙ тронында ҡалһын өсөн. Теләһә нәмә эшләһә лә бөтәһе лә, «ярай әфәндем тип торһондар өсөн. Әгәр берәйһе әйтһә юҡ тип, ауыҙына пуля ала, башыңа, йөрәгеңә.
     Юҡ, Алаһының хаҡиҡәте бар. Аллаһының ғәҙелеге алыҫ ерҙәрҙән килә, кемдер килә һәм үҙе менән тегегә ҡоһорон ҡайтара. Үҙ халҡына яуызлыҡ ҡылғаны өсөн, үҙенең туғандарына, изгеләргә, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә, шулай уҡ үҙенең күршеләренә. Аллаһ көстөн иң ҡеүәтен үс алырға ебәрә. Шуға күрә кешеләр, кемдәр һуғыш теләмәгәндәр үҙҙәре өсөн ҡурҡа һәм был миллион кешеләр. Улар шул көйө элеккесә ҡалдырыуҙы теләйҙәр, нисек бар, шулай. Әммә һеҙ француз хөкүмәтенә ышанмағыҙ, уларҙың тыныслыҡ кәрәк тигәндәренә. Ышаныс, немецтәргә лә, Рәсәйгә лә, Ҡытайға ла юҡ. Әгәр уларҙың хәлдәренән килһә, ынтылырҙар ине, улар килеп баҫып алырҙар ине Урта Көнсығышты. Шуға ла һәр кем белә, төрөктәр ҙә белә, кемдең көсө бар Яҡын Көнсығышта. Яҡын Көнсығыш бар донъяның йөрәге һымаҡ. Һәм кем Яҡын Көнсығышты контролировать итә алһа, шул бөтә донъяны теләгән өлөшөн үҙ контроле аҫтына ала. Был хаҡта изге китаптарҙа әйтелә, шулай уҡ белемем мәғлүмәттәрендә. Улар беләләр, Урта Көнсығышта тороп бөтә донъяны етәкләргә була. Кемдең ҡулы Урта Көнсығышға етһә, улар еңеүселәрҙән булырҙар һәр саҡ. Сәбәп шунда, башҡа бер нәмә лә түгел. Шуға ла кешеләр ҡысҡырышалар, һөрәнләйҙәр бармаҡтары менән еңеүҙе күрһәтеп. Кемгә? Еңеүҙе Күктең Әфәндеһенә.
     Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим
                                                                                   كَتَبَ اللَّهُ لَأَغْلِبَنَّ أَنَا وَرُسُلِي إِنَّ اللَّهَ قَوِيٌّ عَزِيزٌ
     Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Еңеү беҙҙән генә һәм Минең илселәремдән». 58/21.

     Бер кемдә, Аллаһынан ситләшкән кешеләр еңеүсе була алмаҫ. Кемдәр Аллаһ менән — шулар еңеүсе булырҙар. Һәм тағы ла шулар менән, кемдәр Аллаһҡа яҡындар. Улар еңеүселәрҙән булырға тейештәр. Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә донъя белергә тейеш һәм шаһитлыҡта булыр, ике өлөшкә бүленгән халыҡ Бөйөк Аллаһ, Күктәрҙең Әфәндеһе кем менән булырын? Кем еңеүсе булыр — Аллаһ шулар менән. Кемдәр көсһөҙҙәйҙе йәки ҡырылды, һәр кем белергә тейеш Аллаһ уларға ҡыуаныс килтермәне... Улар бөлдөләр.
    Аллаһ мине ғәфү итһен, үҙ һаҡлауына алһын, Уға иман килтереүселәргә, һәр халыҡтың дин тотоусыларына һәм яңы быуындарҙы һаҡлауына алһын. Һәм Ул белә,нисек һаҡлаясағын һәм кемдәрҙе ҡарамағына алырын. Ул яратыусыларын ҡурсалар. Күңелегеҙ төшмәһен улар үлер тип, ғәйепһеҙ кешеләр. Әгәр һеҙ ғәйепһеҙ кешеләрҙе белһәгеҙ, ул әллә быны Барлыҡҡа Килтересебелмәйме, кемдең ғәйепһеҙ икәнен. Әгәр ҙә һеҙ уларҙы ҡурсаларға тырышһағыҙҙа, Ул уларҙы һаҡлай алмаҫ тийегеҙме? Әйе Ул уларҙы ҡотҡара ала. Әммә Аллаһынан ҡасҡандарҙы, Аллаһыға иман килтермәүселәрҙе алып ташлар, ҡарттары да һәм йәштәрен.
     Аллаһ Үҙенең Изге Ҡеүәтенән көс бирһен, күктән ярҙамын бирһен шуларға, кемдәр кешелектең файҙаһына Ер йөҙөндә изгелек эшләй һәм Хөрмәтле Пәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм шәфәғәте аҫтында булыуға насип итһен
     Был вәғәздә элегерәк Ирактың диктаторы Саддам Хөсәйен тураһында һүҙ барҙы. Халыҡ ике өлөшкә бүленеп берәүҙәре диктаторҙы яҡланы, икенселәре уны алып ташлар өсөн көрәштеләр. Әммә Аллаһ сит ил хәрби көсөн ебәреп, һуғыш асып был диктаторҙың режимын боҙҙо. Таныш хәл, шулаймы? Бөгөн беҙҙең халыҡта шул хәлдә, икегә бүленделәр. Берәүҙәре һөжүмде дауам итәйек тиҙәр, икенселәре туҡтатайыҡ тип тырышалар. Барған ҡырылыш хәйерлегә, был әлеге ялған, алдаҡсы тороштың аҫтын өҫкә килтерәсәк иншаАллаһ!