Был кешеләр шайтан арҡылы һөйләйҙәр
Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим
وَإِن تُطِعْ أَكْثَرَ مَن فِي الْأَرْضِ يُضِلُّوكَ عَن سَبِيلِ اللَّهِ إِن يَتَّبِعُونَ إِلَّا الظَّنَّ وَإِنْ هُمْ إِلَّا يَخْرُصُونَ
Үә иң түтыиғ әкҫәра мәң фил-ардыи йүдыиллүүкә ғәң сәбиили-лләәһи ий-йәттәбиғүүнә иллә-ҙҙаннә үә ин һүм илләә йахрусуун.
Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың күпселегенә эйәрһәң, улар һине Аллаһ юлынан тайҙырыр. Улар фаразға ғына эйәрә, ялған нәмәләр уйлап сығара. 6/116
Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ әйтә, әгәр һеҙ кешеләрҙе тыңлаһағыҙ, күпселеге һеҙҙе Аллаһ юлынан яҙҙырыр. Улар һеҙҙе аҙаштырыуға алып бара һәм һеҙ юлдан тайырһығыҙ.
Кешеләр ысынында хәҙер шулай, хатта яманыраҡ. Элекке ваҡыттарҙа насарлыҡ һөйләгән кешеләрҙә булды, ләкин улар һирәктәрҙе аҙаштырҙы. Хәҙерге ваҡытта хәл бик насарайҙы. Кешеләрҙең белемдәре күп һымаҡ булһа ла, уларҙың наҙанлыҡтары артты. Компьютер һәм интернет барлыҡҡа килеү менән һәр ҡайһыны үҙ уйын әйтергә һәм һәр кем дан үә шөһрәт ҡаҙанырға теләй. Маһайып үҙҙәренең эголарын ҡәнәғәтләндерергә теләйҙәр. Кешеләр уларҙы ысын хаҡиҡҡәтте һөйләгән һымаҡ итеп тыңлайҙар. Бар осраҡта ла уларҙы тыңлау кәрәкмәй. Сөнки улар был темаларҙа ғалим түгелдәр. Бынан бер файҙа ла юҡ, тик бер зыян.
Аллаһ Тәғәлә әйтмешләй: Әгәр һеҙ кешеләрҙе тыңлай башлаһағыҙ, уларҙың күпселеге һеҙҙе аҙашыуға алып бара. Сөнки улар үҙҙәре юлдан яҙған һәм үҙҙәренең эгоһына таяна. Улар һөйләгенән бер файҙа юҡ, шундай хәлгә барып еттеләр: Ҡөръәндә ни эшләп былай әйтелгән, ә тегеләй түгел тип.
Һеҙ кемдәр һуң шулай? Аллаһ Тәғәләнең эштәренә ҡыҫылырға? Аллаһ шул –һеҙгә ғүмер биргән һәм миңә, башҡаларға ла. Ул теләгән нәмәһен эшләй ала. Ә һеҙ үҙ урындарығыҙҙы белмәгәндәр һәм кем юлдан яҙҙы? Һәм был осраҡта һеҙ Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһыға нимә эшләргә тип, аҡыл бирергә уйлайһығыҙ!
Шуға бындай кешеләрҙе тыңлау ҡәтғи тыйылған. Уларҙы кеше тип, әйтеү ярамай. Әгәр улар тиле булһалар, уларҙың аҡларға булыр ине. Сөнки бындай кешеләр яуаплыҡҡа тартырылмайҙар. Ә былар ғалим булып танылырға теләйҙәр һәм нимәлер кешеләргә һөйләргә теләйҙәр. Һөйләгәндәре кешеләрҙе тағы ла нығыраҡ наҙанлыҡҡа килтерә. Был хәл уларҙы тамуҡтан башҡа бер ергә лә алып бармай. Улар нимәне ҡаҙанырға теләгәндәрен аласаҡтар. Уларҙы тыңлау – үҙеңде хөрмәт итмәү, сөнки улар берәй нәмә ишетеү менән шуны улай-былай тип һөйләй башлайҙар. Һәм белемле күп кешеләр шулар артынан эйәрә башлай. Әгәр һеҙ бер кем артынан эйәрергә теләһәгеҙ, белгән кеше артынан эйәрегеҙ, башығыҙҙа уйлатығыҙ. Аҡылығыҙҙы исмаһам ғүмерегеҙҙә бер тапҡыр булһа фекерләтеп ҡарағыҙ.
Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһы һеҙгә мохтажмы? Һеҙ Уны нимә эшләргә өйрәтергә теләйһегеҙме? Кем былай уйлай, ул ҡараңғылыҡта, белемһеҙ кеше, ул тиле түгел, ә ябай аңра. Әгәр ул тиле булһа, ул язанан ҡасыр ине, сөнки алйот мукалав – яуаплыҡҡа тартырылмай.
Бындай хурлыҡҡа өйрәткән кешеләрҙең бер ниндәйҙә ҡиммәтлеге юҡ, сөнки уларҙың әйткәндәрендә бөтөнләй белем түгел. Улар хатта шундай үҙҙәренә генә ҡарарлыҡ хөрмәткә лайыҡ түгелдәр. Шуға ла Мәүләнә шәйех Нәҙим әйтә торғайны: Телевизорҙан күрһәткән бер нәмәне лә иғтибарға алмағыҙ. Телевизорҙан насар ғалимдарҙы күрһәтәләр ине, улар һөйләй торғайнылар, ғалимдарҙан ҡайныһы нимә әйткәнен. Шулай булһа ла уларҙың әйткәндәре белемгә яҡыныраҡ ине, хәҙерге көндәрҙә хурлыҡҡа төшөп һөйләүселәргә ҡарағанда.
Хәҙер барған хәлдәр – былар бөтәһе лә ҡәтғи шайтан эше. Был кешеләрҙең ауыҙын шайтан аса. Улар кешенең иманын көсһөҙләндерергә тырышалар, диндәрен түбәнәйтеп маташалар. Улар быны үҙҙәренең файҙаһы өсөн эшләргә тырышалар. Былар бындай тамашаларҙы шөһрәт алыр өсөн тырышалар, йә иһә аҡса эшләр өсөн, был инде бигерәк насар. Улар был тормошта күтәрелергә маташалар. Әгәр һеҙ был донъяла күтәрелһәгеҙ, әхирәттә түбән төшөрһөгөҙ, әгәр шулай дауам итһәгеҙ.
Аллаһ һаҡлаһын беҙҙе. Аллаһ беҙҙе был кешеләрҙең яманлыҡтарынан һаҡлаһын. Нимә генә улар әйтһә лә, күпселек кеше әйтһә лә – был мөһим хаҡиҡҡәт түгел. Ысын хаҡиҡҡәт булып Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ әйткәне һәм хөрмәтле пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм һүҙҙәре. Аллаһ шуның артынан эйәртһен һәм беҙ хаҡ юлдан яҙҙырмаһын, иншаАллаһ. Үә мин Аллаһи үә тәүфиҡ. Әл-Фатиха.
Был вәғәздә Мехмет хәҙрәт шуны аңғарта. Сит илдәрҙә, бигерәктә Ислам дине ныҡ таралған ерҙәрҙә дини мәсьәләр буйынса, шулай уҡ Ҡөръәнде тикшереп дебаттар бара. Ә беҙҙә интернет киңлегендә Ислам динен белмәгәне лә белемле булып, хатта ғалимдәр һүҙҙәрен килтереп кеше баштарын болғайҙар. Һәм беҙҙең хәлгә килгәндә, был болғансыҡ донъяла күптәр әйткәнен – телевизорҙан! – тыңламағыҙ! Унда сәйәси өлкәлә алдаҡ бара. Шайтан ярандары бер-береһен уҙып һеҙгә бушты һөйләйҙәр! Әле яңыраҡ ҡына шулар премия итеп берешәр-икешәр миллион аҡса алды. Төкөрөп сәсеп улар кеше аңын алдайҙар, ышанмағыҙ уларға! Хаҡты, хаҡиҡҡәте, дөрөҫтө, ысынды Ҡөръәндән эҙләгеҙ, һуҡырҙар булып, донъя малығыҙҙы ҡыҙғанып ил баштары дөрөҫтөр тип, ятмағыҙ. Ундайҙарҙың урыны тамуҡта булыр.