Урта Азия Дәджәле
Урта Азия Дәджәле (Шәйех Мехмет әфәнде)
Беҙҙең юл сөхбәт һәм йыйылышта мәнфәғәт
«إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ»
«Иннә ддиинә ғиндә Ллаһи л-Ислам»
«Хаҡ дин, Аллаһы дине — Ислам». 3 сүрә, 19 аят. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙә Ислам диненә таянып эш иттеләр. Аллаһының дине Ислам һәм унан башҡа бер диндә юҡ.
Улар межконфессиональный диалог (конфессия-ара диалог) хаҡында һөйләйҙәр – бындай төшөнсә юҡ! Башҡа бер диндә юҡ! Ислам религияһы Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып беҙҙең Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләмгә тиклем килә. Исламдың тәғлимәтең шәриғәттә һәм тәриҡәттә табырға була. Шәриғәт һәм тәриҡәт айырылмаҫ бер бөтөн. Улар Исламдың берлеген аңлата. Былар Ислам юлдары һәм беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм юлы.
Әлбиттә Ислам диненең ҡапма-ҡаршыһы – шайтан дине лә бар. Улар быны беҙҙең диндәребеҙ тиҙәр һәм был диндәрҙе кешеләр шайтан өйрәтеүе буйынса барлыҡҡа килтергәндәр. Улар Аллаһ Тәғәләгә инанмайҙар, ә икенсе бер нәмәгә табыналар. Күп кенә әҙәмдәр икенсе кешеләрҙе аҙашыуға алып баралар. Беҙҙең көндәрҙә улар күбәйгәндән күбәйә бара. Хатта беҙҙең пәйғәмбәребеҙ ваҡытында ла ялған пәйғәмбәрҙәр күп булды, әммә һуңынан улар юҡ булды. Уларҙың юғалыу сәбәптәре булып, уларҙың ысын пәйғәмбәрҙәр булмауында ине. Беҙҙең изге пәйғәмбәребеҙҙең башҡарған мөғжизәләре күп булды. Аллаһының Ҡөръәнен беҙгә еткереүе иң ҙур мөғжизә булды. Уның бер ҙур мөғжизәһе булып, уның һыу сығарыуы ине, үҙенең шайығы менән Сәйедиәлинең күҙҙәрен һауыҡтырып күреү һәләтен ҡайтарҙы. Икенсе бер сәхәбәнең яуҙа бер күҙе төшә һәм пәйғәмбәребеҙ уны үҙ урынына ҡуйғас был күҙе күрә башлай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең бындай башҡарған мөғжизәләре күп була. Ялған пәйғәмбәрҙәрҙең бындай һәләттәре булмай, ә кире һөҙөмтәләргә килтергән алымдар башҡара улар. Шуларҙың береһе булып Мусәлим әл Ҡәзәб исемле кеше була. Мусәлим ялғансы кем ул? Бер кешенең бер күҙе ауырта башлай һәм ул был ялған пәйғәмбәргә бара. Был ялған пәйғәмбәр бының күҙенә төкөргөләй һәм шул арҡала был ике күҙгә лә һуҡыр булып ҡала. Икенсе осраҡта әҙ һыулы ҡоҙоҡҡа ул төкөргәс, һыу унан юҡҡа сыға. Аллаһ бындай әҙәмдәрҙе фашлай һәм мәсхәрәгә ҡалдыра, әммә шулай булһа ла аңра булған кешеләр уларға эйәрә. Улар бик күп. Мусәлимдең һуңғы көнөндә 90 мең кеше кәфир булдылар, сөнки улар уның янында булдылар. Улар Ислам динебеҙҙе ташлау арҡаһында уның менән бергә көфөрлөккә төштөләр. Күп кешеләр ысын тура юлдан яҙалар һәм ни эшләргә белмәйҙәр, улар үҙҙәрен һәләкәттә илтәләр.
Беҙҙең изге пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ваҡытынан алып бөгөнгө көнгә тиклем тик бер тура юл ғына бар. Әммә һәр саҡ берәй яңы нәмә сығып тора, был тура ла көндә тиерлек ишетәбеҙ.
Беҙҙең динебеҙ һәм тәриҡәт – ысын, хаҡ дин. Беҙҙең юлыбыҙ Ҡөръәндең шәриғәтенә һәм сөннәһенә таяна һәм изге пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм менән бәйле. Кемдә кем ошо сиктәрҙән тайпыла, ул тәриҡәттән сыға. Ул беҙҙекеләрҙән түгел. Ҡайһы бер заттар бар, улар беҙ быға рөхсәт алдыҡ, шул кешенән тип, әҙәмдәрҙе аҙашыуға алып баралар. Быларға беҙҙең бер ҡағылышта юҡ, беҙ рөхсәт биргән осраҡта ла унда яҙылған, улар тик тәриҡәт һәм шәриғәт сиктәрен уҙмай эш итергә тейештәр. Кемдәр был сиктәрҙе уҙһалар, уларҙың рөхсәте ғәмәлдән сыға. Беҙҙең уларға ҡыҫылыш юҡ. Беҙ уларҙы Аллаһынан ҡурҡырға саҡырабыҙ.
Кисәге беҙ яңы боҙоҡ хәбәр ишеттек. Беҙҙең изге пәйғәмбәребеҙ ахыр заман аҙағында бәләкәй дәджәлдәр сыға башлаясаҡ тигән. Мөртәткә ( Дәджәл, антихрист) эйәреүселәр, улар күп буласаҡ, шунан араларынан иң ҙуры киләсәк. Бына шулай Урта Азияла фетнә бара. Бер әҙәм килеп сыҡҡан, ул сәйер нәмәләр башҡара һәм һәр төрлө аҙғынлыҡ ҡылыҡтарын эшләй. Ул быны шәйехтән рөхсәт алдым тип, башҡара. Быға бер ниндәй ҙә рөхсәт юҡ һәм беҙ боҙоҡлоҡ ҡылырға рөхсәтнәмә бирмәйбеҙ, шәриғәткә ҡаршы килгән нәмәләргә рөхсәт юҡ. Беҙҙең мосолман ҡәрҙәштәр башҡаларға быны еткерергә тейештәр, сөнки иблис хаҡ юлда булыусыларға һәр саҡ һөжүм итә. Уларға шулай тип әйтәләр, беҙ һеҙгә ярҙам итеп бер дәрәжәгә күтәрербеҙ тиҙәр, беҙгә 1000 доллар бирһәгеҙ һәм аҙағына кешеләрҙе төрлө бысраҡ нәмәләр башҡартып тура юлдан яҙҙыралар. Һуңынан был кешеләр төрлө бәләләргә тарыйҙар, бар иҫәрлеккә төшәләр һәм аҙағына уларға ендәр һөжүм иттә. Ул ваҡытта инде улар менән теләһә нәмә була. Бындай кешеләр менән һаҡ булығыҙ. Әгәр һеҙҙә берәй ҡырын нәмә йәки шикләнеү барлыҡҡа килһә – һорағыҙ, һеҙҙең мосолман ҡәрҙәштәрегеҙ бар. Хәҙер заман технологиялары менән төрлө бысраҡ боҙоҡлоҡтар, аҙғынлыҡтар таратыла. Әммә, был әйберҙәрҙе яҡшылыҡҡа ҡулланырға була, ҡайҙа ғына булһағыҙҙа, һеҙ һораштырып төрлө яҡтан яуаб таба ала алаһығыҙ, был хаҡмы әллә юҡ тигәнгә. Миҫалға: кемдер бер нәмәне шулай ти һәм шулай башҡара, был беҙгә улай дөрөҫ түгел һымаҡ, шулай микән тип, икеләнәбеҙ, сөнки улар эшләгән ғәмәлдәр аҡыллы теүәл кешеләргә сәйер күренә. Шуға һәр саҡ һаҡ булығыҙ, һәр саҡ ошондай ялған мусәлимдәр күп, дәджәлдәр күп, һаҡланығыҙ уларҙан. Дәрәжәгеҙҙе күтәреү теләге менән тамуҡа эләгеүҙән ҡурҡығыҙ. Сөнки улар эшләгән ҡылыҡтар әҙәмдәрҙе диндән яҙҙыра һәм иманынан сығара.
Аллаһы беҙҙе һаҡлаһын. Был Урта Азияның ярлы бындәләре үҙҙәрен динле булыуҙы теләйҙәр, улар теге әҙәм аҡтыҡтары инаныусы мосолмандар, тип уйлайҙар һәм уларға эйәрәләр. Уларға аҙашырға юл ҡуймағыҙ, был әҙәмдең йөҙөнән күренә, уның кем икәнлеге. Аллаһ был кешенең йөҙөн килбәтһеҙ итә, сөнки унан ялған сағыла. Әл-Мәсих, әл-Дәджәл бар, бына былар шулар, уларҙың йөҙҙәре бер-береһенә оҡшаш.
Аллаһ беҙҙе һаҡлаһын, Аллаһ беҙҙе, бар мосолмандарҙы һәм кешеләрҙе уларҙың яманлығынан һаҡлаһын, иншаАллаһ. Ссылка: https://www.youtube.com/watch?v=NZ5DZKQrN9U
Сайт авторынан: Нәкшбәндиә тәриҡәтенең 41 Әүлиәһе Шәйех Мехмет хәҙрәттең үрҙә межконфессиональный диалог (конфессия-ара диалог) тигән төшөнсә, аңлатма юҡ тине! Беҙҙең Урысәйҙә, унда-бында конфессия-ара диалог, йәки конфессия мөнәсәбәттәре үтте тиҙәр. Мехмет хәҙрәт аныҡ итеп Аллаһының китабы Ҡөръән Кәримгә таянып донъяла бер дин – Ислам дине генә бар тине. Әлеге өҫтә ултырғандар беҙгә аңра пропаганда биреп, төрлө диндәр бар тип башты туҡынылар бит. Әйе Аллаһыны ул Бог тигән булып әйтеп маташтылар. Үҙ ҡолаҡтарым менән бер йылы телевизорҙан әлеге урыҫ христиандарының төп РПЦ патриархы Кириллдың: «Иисус в лице Бога опустился на землю и прожил среди людей, принял на себе испытания и т. д, тине. Уның әйтеүе буйынса Аллаһ Ғайса пәйғәмбәрҙең кәүҙәһенә инеп, ергә төшә, кешеләрҙең йәшәүен күрә, һынау үттә, туҡмала һәм аҙағына сөйҙәр менән дар ағасына ҡатылып ҡуйыла. Шулай уҡ христиандар: «Бог троица, отец, сын и святой дух» тиҙәр. Шулай булғас нисә Аллаһ бар уларҙың? Был христиан динлеләр Ислам диненә ышанмайҙар. Еврейҙәр, христиан һәм мосолман динендә үҙ итмәйҙәр, сөнки улар үҙҙәрен һуңғы диндә тип һанайҙар һәм Аллаһылары ла бер-нисәү. Буддистәр үҙҙәре лә нимәгә табынғанын белмәйҙәр...
Ислам дине ерҙәге боҙолған бар диндәрҙе алмаштырыр, яңыртыр өсөн Аллаһ тарафынан һуңғы тапҡыр ебәрелә. Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, Ер йөҙөн килгән бөтә 124 мең пәйғәмбәр ошо Ислам динендә булып Аллаһ бер тип, дин тараталар. Мосолман тигән һүҙ – ул бер Аллаһға ышанған кеше. Ҡөръәндә шул ер йөҙөнә килеп китеп, хаҡ динде таратҡан тарих биттәре.
Беҙҙең Урысәйҙә диндәрҙе бүлеп, уныһы быныҡы, тегенеһе тегенеке, шул халыҡтыҡы тип, бәйләнгәнлек урынлаштырҙылар. Был диндәр борондан халыҡты ҡоллоҡта, тоғролоҡта тотор өсөн, бер-береһенә ҡаршы ҡуйыр өсөн илдең алып барылған сәйәсәтендә киң ҡулланыла. Бының өсөн әлеге мөфтиәттәрҙе, христиандарҙың циркәүҙәрен, еврейҙәрҙең синаногтарҙы хөкүмәт бар итә. Тулыһынса тейерлек дин әлеге хөкүмәттең боҙоҡ сәйәстен алып барыр өсөн хеҙмәт итә. Быны аңламаған, үҙҙәрен мосолмандар, имамдар тигәндәр, шайтан тоҙағына эләккән Иблистең ярандары инде. Бәләкәй дәджәлдәр арабыҙҙа. Көнө-төнө барған ялғанды үҙ иткән мосолман тигән әҙәм кем була һуң? Аллаһының: «Һеҙҙең боҙоҡ донъяғыҙҙы, ялғанығыҙҙы фаш итәм», тигәне уларҙың башына барып етмәҫ!
Был вәғәҙдең төп темаһында Ҡаҙаҡстанда Жанат Кожамжаров тигән әҙәми шайтан аҡтығы сюцай тигән дин уйлап сығарып, уны Ислам дине тип, таратырға маташа. Бер мәле беҙҙең Әбйәлилдә лә бер имам үҙенең ҡиблаһын асты! Ошо динебеҙ тураһында нығыраҡ уйланып, уны әлеге торошҡа, сәйәсәткә бәйләп, аныҡ һөҙөмтәләр эшләйек, беҙ бит Аллаһының һынауында! Әлеге һуғыш кемдең кем икәнен асыҡланы, мосолман тигәндәребеҙҙең күпселеге ялған пропагандаға бирелеп Иблискә хеҙмәт итә! Һәм үҙҙәрен тоғро диндә тип, һанайҙар, сөнки дәрәжәләренән, йыйған донъяларынан, малдарынан ҡолаҡ ҡағабыҙ, тип ҡурҡалар. Әле улар шул йәмғиәттең күпселеге менән ялған динле инаныуҙа һәм үҙҙәре ыңғайы алданған халыҡ менән дөрөҫ юлдабыҙ тиҙәр. Уларҙа тик Аллаһынан ҡурҡыу ғына бар, ә иман – ғилем юҡ!
Динебеҙҙе тиҙҙән тулыһынса боҙоҡлоҡтан таҙартырға тура килсәк һәм был хәлдәр башҡарыласаҡ, иншаАллаһ, Аллаһ насип итһә йә иһә йәмғиәтебеҙ менән һаҙлыҡҡа батасаҡбыҙ, тамуҡҡа төшөрбеҙ.