Ғәҙеллек (справедливость) ҡайҙа?
Ғәҙел, ғәҙеллек (ғәр. عدل — ғәҙеллек, намыҫлылыҡ) — киң мәғәнәлә шәхесте әхлаҡи баһалау категорияһын аңлатҡан ислам термины, ул ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө күҙ уңында тота. Әҙәм заты ҡәбилә осоронда берләшкәндә үк ғәҙеллеккә ынтылған. Ғәҙеллек – йәмғиәттең беренсе ташы, нигеҙе. Шуға ла кеше дәүләттән дә һәр саҡ ғәҙел ҡараш көтә һәм дөрөҫ көтә. Үҙ халҡына ҡарата ил эшкәрҙәренең тоғролоғо юҡ икән, ул дәүләттең нимәгә кәрәге бар? Көн-төнө барған намыҫһыҙлыҡ, ялған, урлашыуҙар, алдашыуҙар, коррупциялар илдең идаралығын аҙырған. Әле генә ауып ҡалған социализмдың ғәҙеллектәренән ситкә тайпылып, коммунистәр суҡынып, единоросс булып китеүҙәре илдә тәртип, намыҫлылыҡ, хаҡлыҡ, дөрөҫлөк урынлаштырҙымы?
Бына ҡарағыҙ, утыҙ йыл элек булған динһеҙ социализм идеологияһынан ҡапыл буржуаз-феодализмға күсеп, батша Николай икенсене «изге» итеп, идеяһыҙ ҡалған пропаганда мөртәттәре һәр төрлө психологик мутлыҡтар һәм хәйләләр йыйылмаһын файҙаланып, кеше аңына беҙҙең илдә булдыра алмаған, капитализдың өҫтөнлөгө тураһында әкиәттәр һөйләп, илде бурҙарға иркенләп таларға мөмкинселек бирҙе. Коммунизм идолы В. И Ленин яҙғанса, «эшселәргә буржуаз йоғонто донъяла бер ҡасан да һәм бер ҡайһа ла фәҡәт идея йоғонтоһонан ғына торманы. Буржуазияның эшселәргә идея йоғонтоһо кәмегән, ҡаҡшаған, йомшарған саҡта, буржуазия һәр ҡайҙа һәм ҡасан иң яман ялғанға һәм яла яғыуға барҙы һәм барасаҡ», (25 том, 352 бит.) «Буржуаз матбуғаттың бер алымы һәр саҡ һәм бөтә илдәрҙә лә иң үтемле һәм «хатаһыҙ» дөрөҫ буласаҡ. Алдаш, шаула, ҡысҡыр, ялғанды ҡабатла – «нимәһе булһа ла йоғоп ҡалыр әле», — тип яҙған. Буржуйҙарҙың (көнөнә 5 миллион эш хаҡы алған Набиуллина, Сечин һәм башҡа олигархтар) матбуғаты шаулай – башҡаларҙан шәберәк ҡысҡырырға, дөрөҫлөктө ишетермәҫкә, бөтәһен дә һүгенеү, ҡысҡырыныуҙар менән күмеп китергә, эшлекле аңлатма бирергә ҡамасауларға тырышып, бына кемдәр «яр һала», (31 том,217 бит.) Был тарихи цитаталар һеҙгә бөгөнгө интернет һәм телевизорҙан екеренеп, ҡысҡырып, өрөп ултырған «көсөк»тәрҙең хәлен хәтерләтмәйме?
Һәр төрлө «әхлаҡи, дини, политик, социаль фразалар»ға ышыҡланып, үҙ синыфы өсөн генә, үҙҙәренә генә файҙалы булған мәнфәғәттәрҙе күҙәтергә, булдырырға мөмкинлек биреүсе хәйләгә бара бөгөнгө политик шарлатандар. Ялған һайлауҙар үтә лә, ғәҙел принциптәр менән шуға тауыш бирелде тиеп, үҙҙәренә кәрәк әҙәмде, йә иһә партияны алға үткәрәләр, бындағы мутлашыуҙарға барыбыҙҙа шаһит бит, күреп, белеп һәм ишетеп торабыҙ. Әммә бер нәмә эшләй алмайбыҙ, сөнки хакимлыҡ улар ҡулында һәм беҙ уларҙың тыңлаусан ғына ҡолдары. Беҙҙе тотор өсөн, һаны миллиондан ашҡан полиция менән росгвардия, аҡсаға һәм бизнескә байыҡҡан депуттатарҙың үҙҙәренә кәрәкле закондары, судтар һәм ябай кешеләргә хужа булған ике миллион чиновниктәр хакимлеге. Ил байлығын халыҡтан, тартып алып, байыҡҡан байҙар һәм олигархтар һәм бурыс, ипотекаға батҡан ғәҙәти әҙәм. Берәй бала, кибеттән берәй кәнфит урлаһа – хөкөм биш-алты йыл төрмә, байҙар тиҫтәләрсә миллиард аҡса урлап, үҙләштерһә, хөкөм шартлы рәүештә генә, йә иһә шелтә. Һәм быны улар күҙҙә йоммай ғәҙеллек тиҙәр!
Америка Ҡушма Штаттарының 1817 йылда асылған Гарвард университеты юридик факультетының инеү урынында изге Ҡөрьәндән ошо сүрә эленгән:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُونُوا قَوَّامِينَ بِالْقِسْطِ شُهَدَاءَ لِلَّهِ وَلَوْ عَلَى أَنفُسِكُمْ أَوِ الْوَالِدَيْنِ وَالْأَقْرَبِينَ إِن يَكُنْ غَنِيًّا أَوْ فَقِيرًا فَاللَّهُ أَوْلَى بِهِمَا فَلَا تَتَّبِعُوا الْهَوَى أَن تَعْدِلُوا وَإِن تَلْوُوا أَوْ تُعْرِضُوا فَإِنَّ اللَّهَ كَانَ بِمَا تَعْمَلُونَ خَبِيرًا
«Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күүнүү ҡауүәәмииннә билҡистыи шүһә-ләә′ә лилләәһи үә ләү ғәләә әңфүсикүм әүил-үәәлидәйни үәл әҡрабиинә ий-йәкүн ғаниййән әү фәҡииран фә-ллааһу әүләә биһимәә фәләә тәттәбиғүл-һәүәә әң тәғдилүү үә иң тәл′үү әү түғридуу фә′иннә-ллааһа кәәнә бимәә тәғмәлүүнә хабиираа».
Әй, иман килтергән кешеләр, ғәҙеллекте боҙмайынса, үҙегеҙгә зыян булһа ла, ата-әсәгеҙ һәм туғандарығыҙға ҡаршы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыусылар булығыҙ. (Ғәҙелектә шаһитлыҡ иткәндәр) бай булһалар ҙа, фәҡир булһалар ҙа, Аллаһ ҡаршыһында улар тигеҙ. Хискә (нәфсегеҙгә) бирелеп, тура шаһитлыҡтан ҡасмағыҙ, дәлилдәрҙе боҙмағыҙ йәки шаһитлыҡтан баш тартһағыҙ, Аллаһ барыһын да белеп торор. (ән-Нисә сүрәһе,135 аят)
Аллаһтың Һүҙҙәре: «Аллаһ ҡаршыһындағы шаһиттар» — Аллаһ әйткән кеүек: «Аллаһ алдында шаһитлыҡ бирегеҙ, йәғни Аллаһ хаҡына ғәҙел шаһит булығыҙ, һәм шул саҡта шаһитлығығыҙ дөрөҫ, ғәҙел, боҙолоуҙарһыҙ һәм йәшеренмәйенсә булыр. Шуға күрә Аллаһ әйтте: «Хатта, әгәр (Был дөрөҫлөк һөйләгәнең), үҙегеҙгә ҡаршы булһа ла, – хаҡлыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Әгәр һинән берәй нәмә һораһалар, дөрөҫөн һөйлә, хатта һиңә зыянлы булһа ла, сөнки Аллаһ уға буйһонған һәм уның бойороҡтарын үтәгән кешеләргә һәр ваҡыт ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын бирә. «Йә ата – әсәңә, йә яҡындарыңа» — хатта ата-әсәйеңә йәки яҡындарыңа ҡаршы шаһитлыҡ бирергә тура килһә лә, шаһитлыҡтан баш тартма, дөрөҫөн һөйлә, хатта был уларға зыянлы булһа ла. Сөнки хәҡиҡәт барыһынан да өҫтөнөрәк булырға тейеш.
Аллаһтың һүҙҙәре: «Бай булһынмы, ярлы булһынмы» – Аллаһ бөтәһен лә яҡыныраҡ — уларҙы байлыҡтары өсөн яҡламағыҙ һәм фәҡирлектәре өсөн йәлләмәгеҙ. Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрер, һәм Ул уларға һинән дә күберәк хоҡуҡтарға эйә, һәм уларҙың мәнфәғәттәре тураһында күберәк белә.
Аллаһ Тәғәллә алдында кешеләр бай булһынмы, ярлы булһынмы, улар бар яҡтан бер тигеҙ. Миҫалға: Ил башы, бай һәм фәҡир намаҙҙа иңгә иң терәшеп, бер саф булып намаҙға баҫалар, йәки үлгәндән һуң бөтәһе лә ҡәбергә аҡ савандан башҡа бер нәмәләрендә ала алмайҙар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләмдең: намаҙға баҫҡанда, иңгә иң терәшеп, тығыҙ тороғоҙ, арағыҙҙан шайтандар үтмәһен тигән васыятын, ковид һылтауы менән боҙоп, яурын араларын бик киңәйтеп, Иблис ярҙамсыларына иркенлек биреп, кешеләрҙе динебеҙгә ҡаршы ҡуйырға маташтылар, Ҡөръән һәм пәйғәмбәребеҙ сөннәһенә ҡаршы килеп. Яурындарығыҙ араһынан шайтан үтмәһен тигән мәғәнәне күптәр аңлап етмәй. Шайтандар ҡан тамырҙары буйлап, беҙҙе бар яҡтан урап йөрөгәс, был хәҙис шуны аңлата – динебеҙҙә берҙәм, көслө, бер туған булығыҙ, фетнә һәм болаларға бирешмәгеҙ тигәнде аңлаталыр, ә аяҡттарҙы шпагатҡа баҫып, икенсе кешенең табанын тапап, тороу түгел.
Дәүләттең, ғөмүмән йәмғиәттең нигеҙе – ғәҙеллек. Ғәҙеллек булмаһа, ул йәмғиәттә йәшәүсе кеше үҙен бәхетле хис итә алмай. Һәр нәмәлә, йәшәйешебеҙҙә, социаль торошобоҙҙа ғәҙел ҡараш кәрәк. Әгәр ғәҙеллек булмаһа кеше донъянан риза түгел. Кеше оло юғалтыуҙы ла кисерә ала. Әгәр ғәҙел тип һанай икән, ул быны ҡабул итә. Әммә ғәҙелһеҙлек була икән, бер тинде юғалтыуын да ҡабул итә алмай. Әйе, кеше үҙенең ярлы йәшәүе менән дә ризалаша ала. Беҙҙән күпкә ярлыраҡ йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен бәхетле хис итергә мөмкин. Бер генә шарт – кеше үҙенең ғәҙел йәмғиәттә йәшәүен тойорға тейеш. Шул юҡ икән, ризаһыҙлыҡ белдерә. Байҙарҙың бай булыуынан беҙгә көнләшергә сәбәп юҡ, уларҙың был байлыҡтары теге донъяла арҡаларына ут булып арҡаларына баҫыласаҡ, йә иһә ярлынан мең йыл һуңға ҡалып йәннәткә инәсәк, әгәр ғәҙеллектән таянып, зәкәт түләп, саҙаҡаһын сығарып, иман килтерһә лә.
Аллаһ Тәғәлә:
إِنَّ اللَّهَ يَأْمُرُ بِالْعَدْلِ وَالْإِحْسَانِ وَإِيتَاءِ ذِي الْقُرْبَى وَيَنْهَى عَنِ الْفَحْشَاءِ وَالْمُنكَرِ وَالْبَغْيِ يَعِظُكُمْ لَعَلَّكُمْ تَذَكَّرُونَ
«Иннә-ллааһа йәьмүру билғәдли үәл-ихсәәни үә иитәә′и ҙилҡурбәә үә йәнһәә ғәнил-фәхшшәә′и үәл-мүңкәри үәл-бағйи йәғиҙукүм ләғәлләкүм тәҙәккәруун».
Беҙҙең дин беҙгә яҡындарыбыҙға һәм сит кешеләргә, дуҫтарыбыҙға һәм дошмандарыбыҙға ҡарата бөтә һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә ғәҙеллек һаҡларға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Ысынлап та, Аллаһ ғәҙел булырға, яҡшылыҡ эшләргә. Туғанлыҡ ебен бәйләп торорға ҡуша. Ул фәхишәлектән, насарлыҡтан, золомдан тыя, өгөтләй. Бәлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ!». (16-сы сүрә, 90-сы аят).
Һәм икенсе сүрәлә: «Ғәҙеллекте боҙор өсөн нәфсегеҙгә эйәрмәгеҙ " – һеҙҙең нәфс, нимәгәлер тоғролоғоғоҙ йәки кешеләрҙең һеҙгә ҡарата нәфрәте һеҙҙе эштәрегеҙҙә ғәҙелһеҙлеккә этәрмәһен. Аллаһ Тәғәлә әйткәнсә, бөтә хәл-ваҡиғаларҙа һәм ғәҙәттәге хәлдә ғәҙеллек һаҡлағыҙ:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُونُوا قَوَّامِينَ لِلَّهِ شُهَدَاءَ بِالْقِسْطِ وَلَا يَجْرِمَنَّكُمْ شَنَآنُ قَوْمٍ عَلَى أَلَّا تَعْدِلُوا اعْدِلُوا هُوَ أَقْرَبُ لِلتَّقْوَى وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ
«Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күүнүү ҡауүәәмиинә лилләәһи шүһәдәә′ә билҡистыи үә ләә йәджримәннәкүм шәнә′әәнү ҡаумин ғәләә әл-ләә тәғдилү-ғдилүү һүүә әҡрабү литтәҡүәә үәттә-ҡуллааһа иннә-ллааһа хабиирум-бимәә тәғмәлүүн».
«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ ҡаршыһында ныҡлы, ғәҙеллекле шаһит булығыҙ. Һеҙҙең гонаһлы кешеләргә булған нәфрәтегеҙ ғәҙеллекте боҙоуға алып барып еткермәһен. Ғәҙел булығыҙ, был тәҡүәлеккә яҡыныраҡ.Аллаһынан ҡурҡығыҙ! Ысынлап та Аллаһ һеҙҙең ни эшләгәнде белеп тора!» (5 сүрә, 8 аят).
Тарихта ҡалған риүәйәттән: был принциптан сығып, Абдулла ибн Раүәха йәһүдтәргә яуап итеп, Аллаһтың рәсүле уны Хәйбәр уңышынан һалым йыйыусы итеп тәғәйенләй. Йәһүдтәр Абдулла ибн Равахаға ришүәт бирергә ҡарар итә, ә ул уларға былай тип яуаплай: «Аллаһ менән ант итәм, мин һеҙгә минең өсөн иң яратҡан Аллаһтан килдем, ә һеҙ минең өсөн сусҡалар һәм маймылдарҙан да яманыраҡ, әммә минең Аллаһтың Рәсүленә булған һөйөүем һәм һеҙгә ҡарата нәфрәтем мине ғәҙелһеҙлеккә этәрмәй». Бында ул, ришүәт биреүселәрҙе оялтып, артыҡ яза биреп бармай.
Ҡөрьән ғәҙелһеҙлекте үҙе ҡылғандарҙы ғына түгел, ә уға күҙ йомғандарҙы ла иҫкәртә. Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: "Бәйғәмбәребеҙ әйтте: "Ҡырын эште башҡарғанды күргән кеше уны ҡул менән туҡтатһын, әгәр ҡул менән башҡара алмаһа, теле менән, ә тел менән ҡыҫыла алмаһа, йөрәк менән үҙгәртһен, һәм был — имандың иң көсһөҙ сағылышы» [Мөслим 49]. Йәғни йөрәктәге яуызлыҡҡа ҡарата нәфрәт тойғоһо — кеше уны ҡулы йәки һүҙҙәре менән туҡтата алмаған осраҡтағы имандың иң көсһөҙ дәрәжәһе. Әммә һәр диндарҙың бындай мөмкинлеге юҡ, һәм һәр ваҡыт бындай ҡыҫылыу файҙа килтермәй. Яҡшы, әгәр һинең хакимлығын, көсөң һәм йоғонтоһо етерлек булһа, ғәҙелһеҙлекте булдырмаҫҡа, ә инде былар булмаһа, һинең ҡыҫылыуың яуызлыҡты арттырыр һәм һин яҡлаған кешегә һәм үҙеңә зыян килтерер. Әммә ғәҙелһеҙлекте күргәс, йөрәгеңдә нимә була?
Әгәр һин Аллаһҡа һәм үлемдән һуң хисапҡа ышанһаң, һин эргәңдә законһыҙлыҡ ҡылыуҙан баш тарта алмайһың. Һин үҙеңде һәм яҡындарыңды башбаштаҡлыҡ урап үтеү тураһында ғына уйлай алмайһың. Тыйылғанды йәки енәйәтселектең өнһөҙ шаһиты Аллаһ Тәғәлә әйткән ҡурҡынысҡа дусар була:
وَاتَّقُوا فِتْنَةً لَّا تُصِيبَنَّ الَّذِينَ ظَلَمُوا مِنكُمْ خَاصَّةً وَاعْلَمُوا أَنَّ اللَّهَ شَدِيدُ الْعِقَابِ
«Ғәҙелһеҙ булғандарҙы ғына түгел, ә Аллаһының язаға тарттырылыуын белгән һынауҙан ҡурҡығыҙ». (8-се сүрә» Хәрби табыш ", 25 аят).
Әммә тағы ла насарыраҡ, әгәр кеше яуызлыҡтарға үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йәки уларҙы ҡылғандарға яҡын булыуынан файҙаланһа. Ул үҙ байлығын арттырыу өсөн үҙенең дәрәжәһен файҙалана, һәм, бәлки, башҡа кешеләр өсөн эштәр ойоштороу өсөн бүләктәрҙе ҡабул итә. Бәлки, ул кешеләргә ярҙам итәм тейҙер һәм һораған хеҙмәте өсөн бүләк алам тип уйлай. Әммә Аллаһ беҙҙе Үҙе хаҡына ғәҙел булырға һәм Уның хаҡына хәҡиҡәтте яҡларға саҡыра, ә донъяуи мәнфәғәттәр өсөн түгел.
Бер ваҡыт абруйлы тәбиғиндәрҙең береһе һәм Ғабдуллаһ ибн Мәсүдтең уҡыусыһы Масрук ниндәйҙер кешене яҡлап сыға, һәм ул уға ҡол бүләк итә. Шул саҡта Масрук бик ныҡ асыулана һәм: «Әгәр һин шулай эшләйәсәгеңде белһәм, һиңә ярҙам итмәҫ инем, һәм мин һинең өсөн башҡа һорамаясаҡмын. Мин ибн Мәсүдтең: «Кем кешегә тейешлеһен ҡайтарырға йәки уны ғәҙелһеҙлектән һаҡларға үтенес менән мөрәжәғәт итә, ә һуңынан уға тәҡдим ителгән бүләкте ҡабул итә, ул тыйылғанды ашай», тигән һүҙҙәрен ишеттем. Уға: «Әй, Әбү Ғабд ар-Рахман, беҙ быны ҡарар сығарыу өсөн алынған ришүәт тип иҫәпләнек», — тиҙәр. Ул былай тип яуапланы: "Ҡарар сығарған өсөн ришүәт алыу — ул Аллаһ Тәғәлә әйткәнсә иманһыҙлыҡ: «Аллаһ индергән нәмәләр буйынса хөкөм итмәгәндәр — иманһыҙҙар " (5-се сүрә, 44-се аят) [Табари 8/432-433, Сәйет ибн Мансур 741]. Ғүмәр ибн әл-Хаттабтан, судья алған ришүәт тыйылғанды ашауға ҡағыламы, тип һорағанда, ул ошондай уҡ фекерҙә була. Ул: «Юҡ, был — иманһыҙлыҡ, ә тыйылғанды ашау — ул кешенең хаким янында дәрәжәһе һәм йоғонтоһо булған һәм кешеләр уға бүләк биргәнсе уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итмәгән осраҡта» [Шарх адаб әл-ҡади 2/35].
Ҡөръән Кәримдә: «Аллаһ Тәғәлә һеҙгә ғәҙеллек һәм яҡшылыҡты әмер итә», – тиелә. Ғәҙел булыу – динебеҙҙең асылы. Беҙ ғәҙеллекте Аллаһ Тәғәләнең ҡануны менән йәшәү тип аңларға тейеш. Һәр бер нәмәгә хоҡуғын биреүҙе лә ғәҙеллек тип атап була. Аллаһ Тәғәләнең үҙ хаҡы, атай-әсәйеңдең, халыҡтың – һәр кемдең һәм һәр нәмәнең үҙ хаҡы бар. Кемдең ниндәй хаҡы барлығын әлеге лә баяғы диндән беләбеҙ. Хаҡһыҙлыҡ ул ғәҙелһеҙлек, боҙоҡлоҡ тип атала. Аллаһ Тәғәлә: «Мин үҙ-үҙемә золомлоҡ ҡылыуҙы тыйҙым һәм быны һеҙгә дә тыям», – тип әйтә. Кеше ғәҙелһеҙ булһа, хатта Аллаһ Тәғәлә үҙ-үҙенә рөхсәт итмәгән нәмәләрҙе лә эшләй, үҙен Хоҙай урынына ҡуя тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Әгәр минең ҡыҙым Фатима берәр нәмә урлаһа, мин уның ҡулын киҫәр инем», – тигән. Ғәҙеллек йәшәйешебеҙҙең нигеҙе һанала. Ғәҙеллек юғалыу менән енәйәттәр килеп сығасаҡ. Түрә ғәҙел булмаһа, Аллаһ Тәғәлә уны язалаясаҡ. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә беҙгә иң беренсе сиратта ғәҙел ҡараш менән йәшәргә ҡуша. Ғәҙел булмау – ҙур гонаһ.
«Хаҡты әйтмәгән — телһеҙ шайтан», «Ысынлап та Аллаһ ғәҙеллеккә һәм игелеккә, изгелеккә» саҡыра, тигән пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм. Ә бөгөнгө көндә бик ҙур ейәнәтселек өҫтә ултырған хәшәрәттәрҙән килә. Рәсәй Конституцияһының (РФ енәйәт кодексы) 353 статьяһың боҙоп: Агрессив һуғышты планлаштырыу, әҙерләү, башлау йәки алып барыу.
1. Агрессив һуғышты планлаштырыу, әҙерләү йәки башлау — ете йылдан ун биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү менән язаға тарттырыу ҡарала.
2. Агрессив һуғыш алып барыу — ун йылдан егерме йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү менән язаға тарттырыу ҡарала) – Россия федерация закондарын ҡырҡа боҙоу – ғәҙеллекме?
Үҙ илеңдең алты мең ядро бомбаһы булып, йүнле ҡоралы булмаған сит илгә беренсе булып һөжүм итеү, һәм быны хуплауҙа, маҡтауҙа һәм данлауҙа, ахмаҡтарҙың ялған патриотизмы! Ә бында йөҙҙәрсә мең һалдаттарыбыҙ ҡырыла, ул илдәге меңдәрсә халыҡ өй-йорттарынан, ир-егеттәренән яҙа, балалар ҡырылып, ата-әсәһеҙ ҡала һәм был бит агрессив һуғыш тип әйтһәң, урының төрмәлә. Бына бит ниндәй тоғро ғәҙеллек бөгөнгө илдә! Әй, әйт һин мосолман, быны иманлы мөьмин ғәҙеллек тип һанаймы? Ошо ғәҙелһеҙлек ҡылғандарға төрлөсә ярҙам итеү хәйерлеме әллә гонаһ?
Башҡортостандың ил башы СВО барышында Украин ерҙәренең дүрт өлкәһе баҫып алынғас, бында ғәҙеллек урынлашты тине! Һәм уның артынан бөтә информацион сара – ғәҙеллек тине! Әллә элек украиндар был ерҙәрҙе урыҫтарҙан тартып алып, баҫып алғандармы ни? Ҡырым ярымутрауында, ундағы борондан йәшәп килгән халҡын урыҫ империяһы тарафынан яуыздарса үлтереп, ҡырып, Себергә оҙатып һәм бына яңынан баҫыу алыу — ғәҙеллекме? Нимә, Петр 1 төрөктәр яҡлауында булған мосолман Ҡырым халҡын ҡырып, урыҫ империяһына әйләндергәс, хаҡлыҡ урынлаштымы? Улай булғас әйҙә Американан Алясканы, Ҡытайҙан Порт-Артурҙы тартып алып, ғәҙеллек урынлаштырайыҡ. СССР составынан сыҡҡан республикаларҙы: Ҡаҙаҡстанды, Үҙбәкстанды, Таджикостанды, Ҡырғыҙстанды... 14 республикаға һөжүм итеп, халҡын ҡырып, урындарын ҡайҙа икәнен күрһәтәйек, уларҙы кире ҡайтарып СССР 2 төҙөйөк, был бит уларса ғәҙеллек була! Кемдәрҙер Рәсәй Конституцияһын һәр саҡ боҙоп, үҙ файҙына ҡуллланып йөҙҙәрсә тиҫтә миллиардлаған долларға бәйле табыш алып, байып, серей һәм Рәсәй ерен, байлығын һәм граждандарҙың ерен, һыуын улға-һулға бушлай тарата, үҙ халҡының 70 проценты фәҡир һәм яһалма бурысҡа батырғандар – ошолар ғәҙеллекме?
Аллаһтың Һүҙҙәре: Иманлы кеше ғәҙелһеҙлекте күрә-белгәс, быға битараф була аламы? Аллаһ быны Үҙенең Үҙенә тыйҙы, Үҙенең ижад иткәндәренә лә тыйҙы һәм ғәҙелһеҙлектә булғандарын яратмай. Шул тиклем ныҡ яратмай, хата уларҙы тоғро етәкселегенән мәхрүм итә, улар менән васыяттарын өҙә һәм ғәфү итеүҙән баш тарта.
Ысынлап та, иман килтереп, ғәҙелһеҙ эш ҡылған кешеләрҙе Аллаһты ғәфү итмәйәсәк һәм тура юлға баҫтырмаясаҡ, бараһы урындары тамуҡ!
Кәферҙәр өсөн генә түгел, ғәҙелһеҙ эш иткән һәр кем өсөн дә ҡурҡыныс иҫкәртеү: ғәйепһеҙ ҡан ҡойоу һәм яҙмыштарҙы емереү, кешеләрҙе йәберләү һәм уларҙың йортон һәм мөлкәтен тартып алыу, Аллаһтың тыйыуҙарын һанға һуҡмау һәм Уның тейелгеһеҙ тип иғлан иткәненә ҡул һуҙыу. Әллә улар, башҡаларға тыйылған нәмәләр рөхсәт ителәме, тип уйлаймы? Йәки улар үҙҙәрен хакимлек һәм байлыҡ бирелгән ярым аллаһылар тип һанаймы, һәм улар яуапҡа тарттырылмаясаҡмы? Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Әгәр улар ғәҙелһеҙ рәүештә ғазап күрһәләр, ҡөҙрәттең тулыһынса Аллаһтыҡы икәнен һәм Аллаһының язаға тарттырылыуы ҡаты икәнен аңлар ине».
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Насарлыҡты күрһәгеҙ, уны ҡул менән үҙгәртегеҙ. Әгәр барып сыҡмай икән, телегеҙ менән төҙәтегеҙ. Улайҙа булдыра алмайһығыҙ икән, йөрәгегеҙ менән ҡаршы булығыҙ», – тип әйткән. Ғәҙелһеҙлеккә күрә тороп күҙ йомоу – түбәнгә тәгәрәү тигән һүҙ. Беҙҙең бөгөн иң ҙур хатабыҙ – ғәҙелһеҙлекте булдыра алғанда ла төҙәтмәйбеҙ. Бер кеше икенсеһен йәберләп торғанын күрһәлә: «Минең эш түгел ул», – тип ҡул һелтәйбеҙ ҙә китәбеҙ, унда ҡыҫылмайбыҙ. Көндәлек тормошта ошондай миҫалдар бихисап. Бер хәҙистә: «Был донъяла насарлыҡ ҡылған яман түгел, насарлыҡ ҡылғанға һүҙ өндәшмәйенсә, битараф ултырған кеше насарыраҡ», – тиелә. Насарлыҡ ҡылырға теләүселәр һәр саҡ була ул. Уларҙы туҡтатыусылар булырға тейеш. Бөгөн иң төп проблема ла ана шунда. Арабыҙҙа ошо боҙоҡ сәйәсәттең донъянына күнеккән, уға ҡаршы сыҡмаған битарафтар күбәйҙе.
إِنَّ الَّذِينَ كَفَرُوا وَظَلَمُوا لَمْ يَكُنِ اللَّهُ لِيَغْفِرَ لَهُمْ وَلَا لِيَهْدِيَهُمْ طَرِيقًا
إِلَّا طَرِيقَ جَهَنَّمَ خَالِدِينَ فِيهَا أَبَدًا وَكَانَ ذَلِكَ عَلَى اللَّهِ يَسِيرًا
«Иннә-лләҙиинә кәфәру үә ҙаләмүү ләм йәкүни-лләәһү лийағфира ләһүм үә ләә лийәһди-йәһүм тарииҡаа».
«Илләә тарииҡа джәһәннә-мә хаалидиинә фииһәә әбәдәү-үә кәәнә ҙәәликә ғәләллааһи йәсиираа».
«Ысынлап та, иман килтермәгән, ғәҙелһеҙлек ҡылған кешеләрҙе Аллаһ ғәфү итмәйәсәк, хаҡ юлдан илтәсәк тә түгел».
«Уларҙы Ул тамуҡ юлына ғына төшөрөргә мөмкин. Улар мәңге шунда булыр! Аллаһыға был – ап-анһат».
Иманлы кеше ғәҙелһеҙлекте күрә һәм быға битараф була аламы? Аллаһ ғәҙелһеҙлек хөкөмө һөргән ерҙә һәм был хәлдәр миңә барыбер тигәндәрҙе тоғро етәкселекһеҙ ҡалдыра, улар менән килешеүҙе өҙә һәм ғәфү итеүҙән баш тарта. Ысынлап та, иман килтермәгәндәрҙе һәм залимдарҙы Аллаһ ғәфү итмәйәсәк һәм башҡа юлға алып бармаясаҡ, бары тик улар мәңге ҡалырлыҡ тамуҡҡа барасаҡ юлдан башҡа (4-се сүрә, «Ҡатын-ҡыҙҙар», 168-169 аяттар).
Мөслимдең «Сәхих» хәҙисендә (1854) Умм Сәләмдең һөйләүе буйынса Аллаһ Илсеһе, ғәләйһиссәләм:
إنَّه يُسْتَعْمَلُ علَيْكُم أُمَراءُ، فَتَعْرِفُونَ وتُنْكِرُونَ، فمَن كَرِهَ فقَدْ بَرِئَ، ومَن أنْكَرَ فقَدْ سَلِمَ، ولَكِنْ مَن رَضِيَ وتابَعَ.
«Һеҙҙең менән әмирҙәр идара итәсәк, һәм һеҙ уларҙың ҡайһы бер эштәрен хуплаясаҡһығыҙ һәм башҡаларын хупламаясаҡһығыҙ, һәм уларҙың [яуызлыҡтарын] нәфрәт иткән кеше уларға ҡыҫылышы булмаясаҡ, һәм уларҙы шелтәләгән кеше ҡотоласаҡ, ә уларҙы хуплаған һәм уларға эйәргән кеше [үләсәк]».
Бына ошо барған бөгөнгө ғәҙелһеҙлекте хуплап, йәки быға иғтибар итмәһәгеҙҙә, һеҙ шунда ҡатнашыусыларҙан буласаҡһығыҙ, сөнки мосолман икән беҙ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙисенә ярашлы: «Әгәр ҙә һин боҙоҡ ғәмәл күрһәң, ҡулың менән туҡтат, әгәр ҡулың менән туҡтата алмаһаң, телең менән туҡтат, әгәр телең менән дә туҡтата алмаһаң, күңелең менән туҡтат, ләкин был имандың иң түбән баҫҡысы». Шуға беҙ үҙебеҙҙең ҡарашта, фекерҙә ныҡ булырға тейешбеҙ.
Сәид ибн Әл-Мусайәб: «Ғәҙелһеҙҙәргә ярҙам итеүселәрҙе күргәс, һеҙҙең тәҡүә эштәрегеҙ бушҡа булмаһын өсөн уларҙы йөрәгегеҙҙә шелтәләгеҙ». Тимәк, әгәр һеҙ уларҙан ҡурҡһағыҙ һәм уларҙы бындай ғәмәлдәрҙән асыҡ тота алмаһағыҙ, уларҙы мотлаҡ йөрәгегеҙҙә шелтәләгеҙ. Уларҙың хәленән һәм мөмкинлектәренән алданмағыҙ һәм бер нисек тә уларҙың урынында булырға теләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең тәҡүә эштәрегеҙ бушҡа буласаҡ һәм һеҙгә файҙа килтермәйәсәк. Тағы бер күренекле табиғин Мәҡхүл: "Ҡиәмәт көнөндә әйтеләсәк: «Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар һәм уларҙың ярҙамсылары ҡайҙа? Һәм хатта уларға ҡара (чернила) биргәндәрҙе лә ҡалдырмаясаҡтар, уларҙың ҡараһын тултырғандар, ҡауырһындарын үткерләгәндәр йәки тағы ла бәләкәйерәк бурыстар үтәгәндәр — уларҙы ғәҙелһеҙлек ҡылғандар менән бергә утлы табутта йыялар, ә һуңынан йәһәнәмгә ташлайҙар. Шулай уҡ бер ваҡыт Суфьян әс-Сауриға тегенсе килеп: «Мин [беҙҙең] хаким өсөн кейем тегәм. Мин ғәҙелһеҙҙәргә ярҙам итеүселәргә ҡарайыммы? Ул: «Һин — ғәҙелһеҙҙәрҙең береһе, ә һиңә энәләр һәм ептәр һатыусы ғәҙелһеҙҙәргә ярҙам итә», — тине [Ҡабаир, 112-се бит].
Аллаһы Тәғәлә әйтте:
وَلَا تَرْكَنُوا إِلَى الَّذِينَ ظَلَمُوا فَتَمَسَّكُمُ النَّارُ وَمَا لَكُم مِّن دُونِ اللَّهِ مِنْ أَوْلِيَاءَ ثُمَّ لَا تُنصَرُونَ
«Үә ләә таркәнүү илә-лләҙиинә ҙаләмүү фә-тәмәссәкүмү-ннәәру үә мәә ләкүм миң дүүни-лләәһи мин әүлийәә′ә ҫүммә ләә түңсаруун».
«Ғәҙелһеҙҙәр яғына ауышмағыҙ, юғиһә һеҙгә ут ҡағылыр, Аллаһ урынына һеҙҙең башҡа яҡлаусыларығыҙ булмаҫ, һәм бынан һуң һеҙгә бер кем дә ярҙам итмәҫ» (Сүрә 11» аят 113), йәғни уларға ярҙам итмәгеҙ, улар алдында ярамһаҡланмағыҙ һәм уларҙың яҡлауын ҡулланмағыҙ, сөнки был һеҙҙе мәжбүр итер уларҙың енәйәттәрен йәшерергә.
Ҡиәмәт көнөндә ғәҙелһеҙлек ҡылғандар һәм улар менән бергә булғандар язаны уртаҡлашасаҡ һәм бер-береһен ҡарғаясаҡ. Һәм:
احْشُرُوا الَّذِينَ ظَلَمُوا وَأَزْوَاجَهُمْ وَمَا كَانُوا يَعْبُدُونَ
«Үхшүру-лләҙиинә ҙаләмүү үә әзүәәджәһүм үә мәә кәәнүү йәғбүдүүн».
«Ғәҙелһеҙ эш ҡылғандарҙы һәм уларҙың иптәштәрен йыйығыҙ», — тип әйтеләсәк (37-се сүрә, 22-се аят).
Был әлеге донъябыҙҙа башҡаларҙың ғәҙелһеҙлеге арҡаһында килеп сыҡҡан боҙоҡлоҡтарҙың, яуызлыҡтарҙың өлөшө өсөн беҙгә яуап бирергә тура киләсәк бит! Һәм Ҡиәмәт көнөндә улар янында булмауҙың бер генә ысулы бар — был тормошта уларҙан ситләшеү, уларҙың яуызлыҡтарында ҡатнашмау һәм уларға ҡарата дошманлыҡ тойғоһо тыуҙырыу, мөмкин булғанса уларға ҡамасаулау йәки уларҙың зыянын кәметеү.
Беҙҙең күбебеҙ бөгөн, ысынлап та, ғәҙелһеҙлек ҡорбаны — сиктән ашҡан, Аллаһының үтә ныҡ асыуына килтергән алдашыуҙың ахмаҡ ҡорбандары. Шуға ла әле барған һынауҙар, был, әлеге тегендә генә барған ҡорбандар менән генә бөтмәйәсәк. Йәмғиәттең ғәҙел булыуы, уның тотороҡло үҫешенең төп шарты булып, эскерһеҙ күңелле, тоғро, үҙ халҡына ғәҙел булған етәкселәрҙән тора. Алдашыуҙан, мутлашыуҙан, ялғанды үҙ файҙаһына ҡулланып, һайлауҙарҙа «тоғро көсөктәре» ярҙамында үтеп, үҙ халҡын төп башҡа ултыртҡандарҙан түгел.
Ғәли ибн Әбү Талиб хәҙрәтебеҙҙең «Һөйләм оҫталығы юлынан» тигән нәсихәттәре араһында: Иманлыларҙың Бойороусыһы, ғәҙеллек хәйерлерәкме йәки йомартлыҡмы, тигән һорауға яуап биргән: «Ғәҙеллек бар нәмәне лә үҙ урынына ҡуя, ә йомартлыҡ уларҙың йүнәлешен генә үҙгәртә, шуға күрә ғәҙеллек – ғөмуми идарасы, ул уҡ ваҡытта йомартлыҡ – хосуси күрһәтеүсе, һәм ғәҙеллек намыҫлыраҡ һәм яҡшыраҡ» — тигән.
Тәҡүәле элгәре булғандар хәким эйәләренә яҡын булыуҙан киҫәтә, сөнки улар янында дөрөҫөн һөйләү ҡыйын, улар янында башҡарылған гонаһтарҙан ситләшеү һәм ҡотортоуҙарҙан тыйылыу ауыр. Ғәли ибн Әбү Талип: «Солтан ишегенән һаҡ булығыҙ» [Шуаб әл-иман 8962]. Ә ибн Мәсүд былай ти: "Ысынлап та, солтандарҙың ишеге алдында ялан кәртәләге [алама] дөйәләр кеүек хәүеф йәшеренгән. Кемдең ҡулында минең йәнем, шуның менән ант итәм, уларҙан күпме донъяуи байлыҡ ала алһағыҙ, шул тиклем үк динегеҙҙе улар тартып алырҙар " [Абд ар-Раззак 20644, Узля, с.228].
Ибн Аббас әйтеүе буйынса, Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Кем сүллектә йәшәй, шул тупаҫ һәм ҡаты күңелле, рәхимһеҙ була, кем һунар менән мауыға, шул вайымһыҙ була, ә кем хаким эйәләренә инә, ул ҡотҡоға дусар була», -тигән. [Әбү Дауыт 2859, әт-Тирмизи 2256, ан-Нәсәи 4309, Әхмәт 3362]. Хәҙистең икенсе версияһында, Әбү Хөрәйрә һүҙҙәре буйынса, былай тиелә: «Хаким янында күп ваҡыт үткәргән кеше ҡотҡоға дусар ителә, һәм Аллаһтың ҡоло хакимға яҡыныраҡ булған һайын, Ул Аллаһтан шул тиклем алыҫлаша» [Әбү Дауыт 2860, Әхмәт 9683].
Ҡыҙыҡһыныу (ҡотҡоларҙан) һәм ауыр яуаплылыҡтан ҡурҡып, күп кенә имамдар, хатта уларҙы тән язаһына тарттырғанда йәки төрмәгә ултыртҡанда ла, ҡаҙый вазифаһынан баш тарта. Башҡаларға дәүләт хеҙмәтенән йәки язанан ҡасыу өсөн илдән китергә тура килә. Имам Әбү Хәнифәне Әбү Джафар әл-Мансур һарайында бер ниндәй ҙә вазифа биләүҙән баш тартҡаны өсөн бер нисә көн буйына ҡамсы менән туҡмайҙар, һәм ул бынан һуң ағыуланған тип әйтәләр [Әбү Хәнифә, 58-се бит].
Шулай уҡ Әл-Ҡасим ибн Сабит Әл-Ауфи, үҙ ваҡытында Сарагосанан билдәле ғалим, шулай уҡ ҡаҙый вазифаһын биләргә ризалашмай, ә атаһы ныҡыша башлағас, үҙ ҡарарын уйларға өс көн һорай һәм истихара менән Аллаға мөрәжәғәт итер өсөн. Өс көн дә үтмәй, Әл-Ҡасим үлә, һәм кешеләр, Аллаһ уның йәнен уның доғаһы өсөн алып китте, тиҙәр [Ибн Әл-Фаради 1/606].
Әммә кем хакимдарға ярҙам итер һәм уларҙы өйрәтер, әгәр бөтә тәҡүәлеләр һәм Алланан ҡурҡҡандар бынан ҡаса башлаһа? Йософ пәйғәмбәр Мысыр батшаһы һарайындағы вазифаһынан баш тартмай, ул батша иманһыҙ булһа ла, хатта уны билдәле бер вазифаға тәғәйенләүҙе һорай. Ул: «Мине был илдең һаҡлағыстары менән идара итергә ҡуш; мин [кеше] һаҡсыл һәм белемле» (сура 12 «Йософ», аят 55). Был һүҙҙәргә комментарий биреп, имам әш-Шауҡани былай тип яҙа: «Йософ унан ғәҙеллекте таратыу, йәберләүҙәргә юл ҡуймау һәм Мысыр халҡын Аллаһыға ышанырға һәм боттарға табыныуҙан баш тартырға саҡырыу өсөн һорай, һәм был кеше хакимлекте алғас, ул хәҡиҡәткә һәм ялғанға үҙ көсөң менән ҡаршы тора аласағына ышанһа, вазифаға тәғәйенләүҙе һорарға рөхсәт ителеүен күрһәтә» [Фатх әл-ҡадир, С.701].
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Йософ батша уны үҙенә яҡынайтҡандан һуң ғына һаҡлағыстар йәки ҡаҙна идарасыһы итеп тәғәйенләүен һорай. Йәмәғәт йәки дәүләт эштәрен алып барыу — ул Аллаһ һәм кешеләр алдында яуаплылыҡ, һәм уны бары тик кәрәкле белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә булған һәм ышанысҡа лайыҡ булған, Аллаһ мәрхәмәт һәм ярҙам күрһәткән кеше генә еңеп сыға ала. Бер ваҡыт Әбү Зарр Аллаһтың Рәсүленән, уға тыныслыҡ һәм Аллаһтың фатихаһынан, уны ниндәйҙер вазифаға тәғәйенләүен һорай. Әбү Зарр, тәүге мосолмандарҙың береһе, ҙур һынауҙар аша үтә һәм диндар кеше була, әммә уның кешеләр менән идара итеү йәки йәмәғәт мөлкәтенә идара итеү өсөн кәрәкле сифаттары булмай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис — сәләм әйтте: «Эй, Әбү Зарр, һин көсһөҙ, ә был — яуаплылыҡ, һәм терелеү көнөндә ул хурлыҡҡа һәм үкенескә әйләнер, тик уны хоҡуғы буйынса алған һәм үҙ бурыстарын үтәгәндәрҙән башҡа» [Мөслим 1825].
Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) быны эшләргә теләүселәрҙе бөтөнләй тәғәйенләмәгән. Бер ваҡыт Әбү Муса әл-Ашари уға ике кеше менән килә, улар уларҙы ҡайҙалыр тәғәйенләүҙәрен һорай. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән: «Беҙ, ысынлап та, был турала һорағандарға ла, уға ынтылғандарға ла бындай эштәрҙе йөкмәтмәйбеҙ» (Бохари 7149, Мөслим 1733). Ә икенсе хәҙистә ул Ғәбдрәхман ибн Самураға: «Эй, Ғәбдрәхман, хакимлекте һорама, сөнки әгәр һин уны һорап алһаң, ул ваҡытта үҙеңде үҙеңә бирерһең, ә әгәр ул һиңә һинең үтенестәреңһеҙ бирелһә, һиңә ярҙам күрһәтеләсәк» тип әйткән [Бохари 7146, Мөслим 1652].
Иманлы кеше өсөн кешеләрҙең эштәре менән идара итеү — ул улар өсөн яуаплылыҡ тотоу, үҙ-үҙеңде һәм ғәиләң тураһында уйлау һәм хәстәрлек күреүҙе аҙаҡҡа ҡалдырып уларҙы ҡайғыртыу, ғәҙел эш итеү һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү. Был яуаплылыҡтан Аллаһтан ҡурҡҡан имамдар ҡаса, уларҙың күбеһе уны күтәрә алмаясаҡтар тип иҫәпләгәндәр. Әммә үҙ бурыстарын иман һәм хәҡиҡәт менән башҡарған башҡалар ҙа булған. Улар булған һәм бар, һәм уларҙың тырышлығы уларҙың аҫтындағы ларға йәки уларға бәйле булғандарға ҙур файҙа килтерә. Аллаһтың әжере ни тиклем ҙур!
Аллаһы Тәғәлә иманлыларға ғәҙеллек өсөн сыҙамлы булырға ҡуша. Улар унан уңға ла, һулға ла тайпылырға тейеш түгел. Уларҙы, Аллаһ эшендә, юлында булыусыларҙы шелтәләүселәрҙең шелтәләүе борсомаҫҡа тейеш, һәм бер нәмә лә уларҙы ғәҙеллектән тайпылтмаҫҡа тейеш. Улар был эштә бер-береһенә ярҙам итергә һәм хеҙмәттәшлек итергә тейеш.
Изге китабыбыҙ Ҡөръән Кәримдә Аллаһ Тәғәлә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَقُولُوا قَوْلًا سَدِيدًا
«Йәә әййү-һә-лләҙиинә әәмәнү-ттәҡуллааһа үә ҡуулүү ҡауләң сәдиидәә».
«Эй, иман килтереп инаныусылар! Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Аллаһтың әмерҙәрен үтәгеҙ, уның тыйыуҙарынан һаҡланығыҙ. Һәм дөрөҫ һүҙҙәр әйтегеҙ, дөрөҫөн һөйләгеҙ», тип әмер итә. 33 сүрә 70 аят.
Был аятта Аллаһтың әмере. Ул: «Һүҙҙәрегеҙҙә ғәҙел булығыҙ», — ти. "Аллаһтан ҡурҡығыҙ, һүҙҙәрегеҙҙә ғәҙел булығыҙ».
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَكُونُوا مَعَ الصَّادِقِينَ
«Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнү-ттәҡуллааһа үә күүнүү мәғә-ссаадиҡиии»
«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһынан ҡурҡығыҙ, тоғро һүҙле кешеләр, сиддиҡтар менән булығыҙ!». 9 сүрә, 119-сы аят.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә, әй иманлы әҙәм балалары, ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә, хаҡлыҡҡа ынтылығыҙ, тоғро кешеләр менән булығыҙ тип әйтә. Ысынбарлыҡта, ахырзаман аҙағында йәшәп, динлелегебеҙ менән маһайып, тәҡҡәберлек һаҙлығына төшкәнбеҙ! Аҡыллы теүәл кеше һәр ваҡыт ғәҙеллеккә ынтыла. Ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәрҙе хуплай, уларҙы яҡлай, уларҙы ярата, ғәҙел йәшәмәүселәрҙе хурлай, уларҙы һүгә, яратмай. Кешенең тамағы ла туҡ, өҫтө лә бөтөн булырға мөмкин. Әммә ул үҙе йәшәгән йәмғиәтте ғәҙел тип һанамай икән, бер ҡасан да ҡәнәғәт булмаясаҡ. Ысын ғәҙеллек Аллаһының аяттарында, иблис теле әҙәм аҡтыҡтарының һәм уларға эйәргән әҙәми шайтандарҙың телендә түгел.
Ғабдуллаһ ибн Әмрҙың һүҙҙәренән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсүл ғәләйһиссәләм әйткән: «Ысынлап та, ғәҙел кешеләр Аллаһ алдында нурҙарҙан яһалған минбарҙарында ултырасаҡ. Улар үҙ ҡарарҙарында ғәҙел булғандар, ғәиләләренә һәм улар идара иткән бөтә нәмәгә ҡарата» [Мөслим 1827].
Ғәҙеллекте, хаҡлыҡты, дөрөҫлөктө эҙләп, беҙ һәр саҡ Аллаһының Ҡөръән аяттарына таянырға тейешбеҙ, ә фани донъяның бер туҡтауһыҙ йылға булып, аҡҡан буш һүҙҙәренә, антарына, ялғанына ышанып, йәмғиәттең күпселеген булдырған, динһеҙҙәргә эйәреп түгел. Һәр беребеҙ ғәмәл дәфтәре өсөн үҙебеҙ яуап бирәсәкбеҙ, һәр бер аҙымыбыҙ, һәр бер һүҙебеҙ, һәр бер ғәмәлебеҙ өсөн. Бер генә ғәмәлдә юҡҡа сыҡмаясаҡ, елгә осмаясаҡ һәм киләсәктең миҙгелендә сағылыш табасаҡ. Үкенергә тура килмәһен аҙашыуҙарыбыҙ өсөн, тиҙҙән нимәлер хәл итеү алдында ҡалғас. Ауыр булһа ла хаҡлыҡҡа алып сыға торған ишекте һайларға тура киләсәк. Аллаһының ғәҙелегенә ирешеү юлы асыҡ. Аҡылдарығыҙҙы ғына эшкә егер кәрәк. Һәр кемгә хаҡлыҡты һайлау мөмкинлеге бирелгән, ә ҡарышҡандарына ишек ябыҡ. Был донъяның ялғанын һәм алдашыуҙарын, ҡәбәхәтлеген Аллаһ Тәғәлә емереп, ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө, хаҡлыҡты күрһәтеп аласаҡ. ИншаАллаһ, быны күрергә барыбыҙға ла Аллаһ насип итһен.