Халҡыбыҙҙың тәҡәбберлеге
Әҙәм заты нисәмә быуаттар инде йәшәп, үткән тарихынан һабаҡ алмай. Бына ахырзамандың аҙағында йәшәүебеҙҙән дә, фәтүә юҡ. Бер аяғыбыҙ менән ҡәберҙең соҡорона баҫып торабыҙ, ләкин мин-минлегебеҙ менән һәр кем, һәр халыҡ тиерлек, Иблис ҡуштандарына эйәреп, үҙҙәрен хаҡ итеп, ҙур гонаһ – тәҡәбберлеккә бара. Тәҡәбберлек – ул әллә кем булып маһайыу, маҡтаныу, эрелек күрһәтеү, үҙеңде бик эре, һауалы тотоу, һауалылыҡ.
Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә:
وَلَا تُصَعِّرْ خَدَّكَ لِلنَّاسِ وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ كُلَّ مُخْتَالٍ فَخُورٍ
«Үә ләә түсәғғир хаддәкә линнәәси үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннә-ллааһа ләә йү-хиббү күллә мухтәәлиң фәхуур»
«Кешеләргә ҡарата йөҙөндә кәмһетеү күренмәһен һәм ер йөҙөндә ғорурланып йөрөмә, ысынлап та, Аллаһ һәр төрлө ғорурҙарҙы (тәҡәбберҙәрҙе) һәм маҡтаныусыларҙы яратмай», — ти [Ҡөрьән, 31:18].
وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّكَ لَن تَخْرِقَ الْأَرْضَ وَلَن تَبْلُغَ الْجِبَالَ طُولًا
«Үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннәкә ләң тәхриҡаль-арда үә ләң тәблүғаль-джибәәлә тууләә »
"(Әллә кем булып) маһайып йөрөмә: барыбер Ерҙе үтә тишә алмаҫһың, тау бейекле була алмаҫһың". [Ҡөрьән, 17: 37].
وَجَعَلْنَا مِن بَيْنِ أَيْدِيهِمْ سَدًّا وَمِنْ خَلْفِهِمْ سَدًّا فَأَغْشَيْنَاهُمْ فَهُمْ لَا يُبْصِرُونَ
«Үә джәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәддәң фә′ағшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун»
«Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кәртә ҡорҙоҡ, шулай итеп, уларҙы уратып алдыҡ. Бынан һуң улар инде (Хәҡиҡәтте) бөтөнләй күрмәҫ». Йәсин сүрәһе, 9 аят.
(«Был кәртәләр уларҙың тәкәбберлеге. Тәкәбберлек, артыҡ ғорурлыҡ, маһайыу кәртәһе был халыҡҡа хәҡиҡәткә эйәреп, бөйөклөк яулау мөмкинлеген ҡаплай, арттағы кәртәләр иһә Хәҡиҡәтте инҡар итеүселәрҙең нисек һәләк булыу тарихын күрергә ҡамасаулай». Мөхәммәд Али тәфсиренән.)
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: «Тәҡәбберлек – ул хаҡиҡәтте кәмһетеү». Йәғни хаҡиҡәттән баш тартыу һәм кешеләргә ҡарата нәфрәт менән ҡарау. Дәджәлдең фетнәһенә бирелеү була ул. Шайтандан да яманыраҡ дошман юҡ. Үҙ шәһүәттәренән дә көслөрәк дошман юҡ. Тәҡәбберлек Аллаһтан килгән ярҙамды йырағайта, сөнки ямғыр һыуы түбәнлектә йыйыла, тау башында түгел. Тәкәббер кешеләрҙең йөрәктәре лә шундай уҡ хәлдә: шәфҡәтлелек уларҙың йөрәктәренән китә һәм тыйнаҡлыҡ эйәләренең йөрәгенә килеп урынлаша. Тәҡәбберҙәр хаҡиҡәтте ҡабул итмәй. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Мин-минлек – ул хаҡиҡәтте мыҫҡыл итеү». Йәғни хаҡиҡәттән баш тартыу һәм кешеләргә ҡарата нәфрәт менән ҡарау. Әммә тәҡәбберлек бары тик оло дәрәжәле кешеләргә генә хас тип уйлама. Ул хатта ашарға ризығы булмаған мохтаждарҙы ла булырға мөмкин. Күп маһайыусанлыҡ барыһын да боҙа, яҡшыртмай, сөнки был Аллаһтың мәхлүктәренә ҡарата тәкәббер тотоу.
Беҙҙең хәҙерге көндәге йәмғиәтебеҙҙең, моссолман тигәндәребеҙҙең тәҡәбберлек ҡыланыштарын ҡарап үтәйек. Самаһыҙ ғорурлыҡ (гордыня) күп гонаһтарҙың сығанағы булып тора. Ғорурлыҡ менән яфаланған кеше Аллаһы Тәғәләнең исемен түгел, ә үҙен генә данлай. Ул үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя һәм шуның менән Аллаһҡа ҡаршы килә. Ғорурлыҡ һүҙҙең синонимдары маһайыу, тәкәбберлек. Уның менән бергә кәмһетеү, маҡтаныу, хөкөм итеү кеүек төшөнсәләр ҙә килә. Былар барыһы ла мосолман өсөн яраҡһыҙ боҙоҡлоҡтар.
Тәҡәбберлек менән һуғарылған кеше, һис шикһеҙ, Аллаһтан алыҫлаша. Шәриғәттең бөтә нормалары, Ислам диненең бөтә нигеҙҙәре кешенең Аллаһы Тәғәләнең ҡоло булыуынан, үҙен Уның хакимлегендә икәнен, тулыһынса үҙенең тормош юлының башынан аҙағына тиклем уның хакимлығында булыуын аңлау тойғоһонан тора. Тәҡәбберлек был тойғоны («әл-убудия») үлтерә, ахыр сиктә мосолман булараҡ кешенең көфөрлөгөнә килтерә.
Был гонаһ төрлө кимәлдә сағыла һәм башҡа боҙоҡлоҡтар менән бергә була. Һауаланыуҙың сәбәбе ҡайһы берҙә кешенең йәмғиәттә юғары дәрәжәһе, власы, байлығы була. Билдәле бер мәлдә ул үлсәү тойғоһон юғалта һәм башҡаларҙан өҫтөнлөгөн күрһәтә башлай, уларҙың абруйын төшөрә. Тәҡәбберлек өсөн нигеҙ булып хатта дин дә хеҙмәт итә ала: кеше, үҙенең диндарлығын күрһәтеп, хөкөм итеү гонаһтарына төшкәс, үҙенең хатаһыҙлығына ышана башлай, башҡалар Аллаһтың мәрхәмәтенә лайыҡ түгел, тип иҫәпләй.
Тәҡәбберлектең нимәлә асылы? Уның бер нисә билдәһе бар:
1. Хәҡиҡәтте ҡабул итмәү, Аллаһты һәм бөтә Исламды инҡар итеү.
2. Кешеләргә ҡарата кәмһетеү.
3. Үҙ өҫтөнлөгөн һәм хатаһыҙлығын, гонаһыҙлығын тойоу.
4. Власть, дан һәм үҙенә һоҡланыу теләге.
5. Артыҡ эгоизм.
6. Башҡаларҙы кәмһетеү иҫәбенә үҙ-үҙеңде раҫлау.
7. Асыу һәм мәрхәмәтһеҙлек.
8. Үс алыу.
9. Тәкәббер тәртип.
10. Үҙеңдә ғорурлыҡтың барлығын инҡар итеү.
Ысынлап та, был күренештәр Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы килә һәм төрлөсә шелтәләнә. Бынан тыш, тәкәбберлек кеше характерының етешһеҙлеге генә түгел, ә етди гонаһ.
سَأَصْرِفُ عَنْ آيَاتِيَ الَّذِينَ يَتَكَبَّرُونَ فِي الْأَرْضِ بِغَيْرِ الْحَقِّ وَإِن يَرَوْا كُلَّ آيَةٍ لَّا يُؤْمِنُوا بِهَا وَإِن يَرَوْا سَبِيلَ الرُّشْدِ لَا يَتَّخِذُوهُ سَبِيلًا وَإِن يَرَوْا سَبِيلَ الْغَيِّ يَتَّخِذُوهُ سَبِيلًا ذَلِكَ بِأَنَّهُمْ كَذَّبُوا بِآيَاتِنَا وَكَانُوا عَنْهَا غَافِلِينَ
«Сә′асрифү ғән әәйәәтийә-лләҙиинә йәтәкәббә-руунә фил-ардыи биғайрил-хәҡҡи үә ий-йәрау күллә әәйәтил-ләә йүьминүү биһәә үә ий-йәрау сәбиилә-ррушди ләә йәттәхыиҙүүһү сәбииләү-үә ий-йәрау сәбиләл-ғаййи йәттәхыиҙүүһү сәбииләң ҙәәликә би′әннәһүм кәҙҙәбүү би′әәйәәтинәә үә кәәнүү ғәнһә ғаафилиин»
«Ер йөҙөндә хаҡһыҙ көйө тәҡәбберләнгән кешеләрҙе Мин Үҙемдең аяттарымдан ситләтермен. Ниндәй генә аят күрһә лә, улар иман килтермәҫ. Хаҡлыҡ юлы күрһәләр, улар уны тотмаҫ; аҙашыу юлын күрһәләр, уны үҙ юлы итәр. Был уларға Беҙҙең аяттарҙы ялғанға иҫәпләгән һәм һанға һуҡмаған өсөн булыр». Кәртәләр сүрәһе, 146 аят.
Тәҡәббәрлектең яман сифаттары айырым ғына кешеләргә хасмы әллә күпләп алдауға, ялғанға ҡоролған социаль шарттарҙа йәшәүселәрҙеңдә характеренә бирелгәнме? Ысынын да күпселек барлыҡты, донъяла барған хәл ваҡиғаларҙы ҡабул итмәй, ялғанды үҙ итеп, шуға күнеккән наҙан, ахмаҡ тормошта.
Интернеттә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, немец халҡының, шул заманда йәшәгән ябай уҡытыусыһының сығышы бар: «Беҙгә көнө-төнө Гебельс пропагандаһы беҙҙең бөйөклөктө, беҙ, Аллаһ тарафынан һайлап алынған бәндәләр икәнлегебеҙҙе, бөйөк раса, был бар донъялағы боҙоҡлоҡто, яманлыҡтарҙы немец халҡы еңергә тейеш, бар урында тәртип урынлаштырып, эске һәм тышҡы дошмандарҙы бөтөрөп, шул иҫәптән йәһүдтәрҙе лә ҡырып, үҙебеҙҙең иң саф халыҡ, бөйөк рухлы, еңелмәҫ, көслө икәнебеҙҙе, беҙ ариецтәр икәнде аңларға кәрәк, тигән идеологияһы аңға һәм ҡанға һеңдерелде», тип һөйләй. Шул заман баш фашистең лозунгыларына тап тиерлек килтереп, бөгөн дә бер хәшәрәт шуларҙы ҡабатлап, ахмаҡ һалдаттарын утҡа тыға.
Шунан, беҙҙең бөгөнгө халыҡты алайыҡ: «Беҙ бөйөк халыҡ», Аллаһ беҙҙең менән, күп милләттәр шул тиклем «ҡыуанышып», «ҡосаҡлашып», «бер-береһен яратышып», «туғанлашып», «бөйөк», «еңелмәҫ ил төҙөнөләр». Беҙ был ҙур ил менән ғорурланабыҙ, олатайҙарыбыҙ немец фашистәрен еңде (динһеҙлек өсөн Аллаһ ҡөҙрәте менән ебәрелгән һынау икәнде онотоп). Беҙҙең ергә, байлыҡҡа, тыныс йәшәгән халҡыбыҙҙы ҡырырға теләгән дошмандар илебеҙҙе уратып алған (бахырҙар, эске бурҙарығыҙ бар нәмәне бушлай алып, сикһеҙ байып, аҡсаларына ошо ҡот осҡос илдәрҙә, алтын-көмөш менән биҙәлгән ҙур-ҙур мәрмәр һарайҙар төҙөп, алтын унитаздарҙа ултырып, стадиондар ҙурлығында яхталар эшләтеп, яуыз дошмандарҙың иленә прописаться итеп, шундағы миллиардлаған долларҙарын ҡайҙа итергә белмәйҙәр). «Ул эске һәм тышҡы дошмандар беҙгә насар культура һәм идеология алып килә» (әй, ахмаҡ! Йәшә Ҡөръән менән! Йә иһә Олег Табаковтың Мәскәүҙәге әшәке һүгенеү театрына, мат, эскелек, тәмәке беҙҙең культура, тип ҡупырайғандарға эйәр ). «Ватаныбыҙҙы һаҡлау – изге эш, бөтәбеҙҙә ожмағҡа инәбеҙ!» (Ахмаҡ мужик, ахмаҡ булып ҡала, пәйғәмбәребеҙ әйтмешләй: «Ни өсөн үлтергәндәрен дә, ни өсөн үлгәндәрен дә белмәҫтәр! (Был ватаныңдың еренә, үҙеңдең иркен йәшәүеңә хоҡуғын бармы? Был илдә һинең йәнеңә һәм донъяңа кем хужа?).
Бына ошондай юнһеҙ идеология менән һеңдерелгән тәҡәбберлек беҙҙең халыҡтың күпселегенә хас. «Беҙ» был донъяла иң әҙәплеләрҙән, иң культурныйҙарҙан, ата-бабаларҙан килгән юғары әхләкле мираҫты һаҡлар кәрәк, ата-бабаларыбыҙ, урыҫтың баҫҡынсыллыҡ империяһы менән бергә башҡа халыҡты буйһондорҙо, тип шапырынабыҙ түгелме? Ер шарындағы, беҙҙән башҡа, меңгә яҡын милләттәр насар холоҡто, әхләкһеҙ, юнһеҙ заттар икән! Илебеҙҙең халҡын үлтереп бөтөп, ҡалғанын ҡоллоҡа алалар икән! Йә, әйтәм, тирандарығыҙ тиҫтәләрсә миллионлап иң аҡыллы, иң яңы прогрессив ҡараш менән бай, юғары культуралы йәмғиәт төҙөргә маташҡан үҙ халҡын ҡырғас, урындағы милләттәр юғары рухийәткә (динһеҙлеккә) эйә булғандар икән. Бөгөнгө көндә был илдә бер кемдә «чурка» йәки «бабай» тип әйтмәй, урамдарҙа негрҙарҙы һәм үзбәктәрҙе туҡмамайҙар (интернет тулы был яуызлыҡ), ҡалаларҙа неофашистәр маршировать итмәйҙәр икән. (Бер мәле Рогозин шуларҙың ашлығы булды). Дагестандың, үҙҙәрен иң яҡшы «мосолман», тип һанағандар, Кавказ иленең киң күңелле ике меңгә яҡын халҡы йүгерешеп, йәһүдтәрҙе аэропорттарҙа сәскә менән ҡаршы ала, сөнки «мосолман» икенсе халыҡҡа, икенсе динлеләргә үс тотмай, һәр саҡ яғымлы һәм изгелектә. (Бындағы мосолмандар, йәһүдтәрҙе: баламы, ҡатынмы, ҡартмы, ирме — шуларҙы сабышып туҡмарға йә иһә үлтерергә эҙләп йөрөнөләр түгелме?). Чечен һәм башҡа халыҡты был яуыз батшалар иҙмәне, ыҙалатманы, үлтермәне, барыһыла шат һәм ҡәнәғәт!
Үҙебеҙҙең галош эшләргә лә хәлебеҙҙән килмәһә лә, дошман илдәр етештергән ҡаҙаныштарҙы һәм ризыҡтарҙы бар ерҙә ҡулланып, бик ярлы хәлдә көн күрһәктә, беҙҙең «бөйөк» илгә теймәгеҙ, уның өсөн, урыҫияның байҙары башлаған һуғышта үлергә лә ризабыҙ тиҙәр. Патриотизм нимә ул? Ул халҡыңды һәм илеңде бай, етеш итеп, бөтә яҡтан ҡәнәғәт һәм бәрәкәт менән тултырып, халҡыңдың һәм Аллаһының ризалығын алыу ул. Бөгөнгө көндәге һымаҡ аҡсаға һатылып, икенсе милләт кешеһен үлтерергә барыу түгел ул. Был милләтте ҡалалары, ауылдары, балалары һәм ҡатындары менән ҡуша ер менән тигеҙләгәндәре һеҙгә мәғлүмме? Быға тиклем булған Әфгәнистанда, Чечняла, Сирия ла һәм башҡа ерҙәрҙә булған агрессиялар шул халыҡтарға бәхет алып килдеме?
Ә инде кем кешене үлтерә, был хаҡта Мөхәммәд пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип, әйткән: «Кем, милләтте һәм дине ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, был территорияла ваҡытлыса йәки даими йәшәү өсөн бөтә хоҡуҡтары булған ябай гражданинды үлтерә, ул [бер ҡасан да] ожмах еҫен тоймаясаҡ [Шундай һәләкәтле енәйәт өсөн Ҡиәмәт көнөнән Һуң Ожмахтан ситләтеләсәк]».
Ән-Нисә сүрәһе: «Ә кемдер белә тороп мөьминде үлтерә икән, уның язаһы – тамуҡ. У мәңге шундә ҡалыр. Аллаһ бик асыуланып, ләғнәтләп, уға оло яза әҙерләгән».
Юғарыла килтерелгән аят кешенең иманлы йәки иманһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ аңлы рәүештә йәки осраҡлы рәүештә үлтерелеүенә ҡарамаҫтан, үлтереү иң насар гонаһ булыуын асыҡ күрһәтә, сөнки был — Барлыҡҡа килтереүсенең ижадына, уның мөлкәтен һөжүм итеү. Һәм иман килтереүсе (Аллаға буйһонған мосолман) бындай ғәмәлде аңлы рәүештә башҡара алмай.
Ислам, Аллаһы Тәғәләнең дине күп һанлы кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн кешене аңлы рәүештә үлтереүҙе рөхсәт итмәй, сөнки был хоҡуҡтың ҡайһы бер донъяуи нормалары рөхсәт итә (светские нормы права). Бер ғәйепһеҙ кеше лә үлтерелергә тейеш түгел, хатта уның үлеме бөтә планеталағы кешеләрҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирһә лә — ислам быға юл ҡуймай. Әле барған, бик бәләкәй генә операция ҡырҡ биш миллиондыҡ илде (араларында ике миллион мосолман) аҫтын өҫтөнә әйләндерҙе. Миллионлап ике яҡтан кеше һәләк була – ни өсөн? Бай ҡәбәхәттәрегеҙҙе нығыраҡ байытыр өсөн!
Хәҙерге заманда кешеләрҙе үлтереү ғәҙәти күренешкә әйләнгән, законһыҙлыҡ бөтә донъяла үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн тотош илдәрҙең хәрби ҡеүәтен файҙаланырға әҙер булған сәйәсмәндәрҙең аҙғынлығын тыуҙыра, улар аңлы рәүештә кешеләрҙе күпләп үлтереүгә бара.
Сит халыҡты, кешене, динле йә динһеҙ булыуына ҡарамаҫтан бер нисектә кәмһетергә ярамай. Беҙҙең халыҡтың ҡырағай тәҡәбберлеге украиндарҙы мыҫҡылап, кәмһетеп, хохолдар тиеп, боҙоҡ халыҡ улар, шуның өсөн уларҙы ҡырып бөтөрәйек, тиҙәр. Ахмаҡтар, ҡырҡ биш миллионлы халыҡты, мәҙәниәте менән ҡуша юҡ итмәкселәр. Ары НАТО һаҡлығында булған Польшаны баҫып алып, шунан Балтика илдәрен ҡырып, Америкаға ядро бомбалары ташлап, Ҡазахстандың яртыһын тартып алырға, тиҙәр, телевизор гебельстәре. Айҙанған һайын атом бомбаһы ташлайбыҙ ,тиҙәр, дошман илдәренә, беҙ ожмағҡа, улар тамуғҡа инерҙәр, тип поптарына тиклем һөрәнләйҙәр. Шул ваҡытта, ҡыҙыу һуғыш осоронда, генералдарҙың бисәләре дошман илдәрҙә, Францияла, Италияла ял итәләр, балалары Америкала, Дубайҙа ҡояшта ҡыҙына. Мәскәүҙәге 750 депутаттың 50-һенеке генә балалары сит илдән ҡайты, ҡалғандары шунда шаша. Шунан кемдәр боҙоҡ халыҡтарҙан булдылар, кем кемдең еренә баҫып инде? Улар үҙ алыллыҡ яулап урыҫийәнән айырылғанға, маһайыу маҡсатынан сығып, үҙ көсөбөҙҙө күрһәтеп, урындарын ҡайҙа икәнен күрһәтеп алайыҡмы? Тәҡәббер, ахмаҡ халыҡ, урыҫияның бурҙары һәм самозванецтәре өсөн үлергә әҙер.
Ислам динендә һәр һорауға, шул иҫәптән хәҙерге заман һорауҙарына яуап бар. 20 һәм 21 быуаттарҙағы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып милләт һәм милләтселек мәсьәләһе тора. Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә мосолманға был төшөнсәләргә дөрөҫ ҡараш табырбыҙ.
Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: «Бәйғәмбәребеҙ әйтте: Әй, әҙәм балаһы, шиккә урын юҡтыр, ысынын да насар уйҙар — бик ялған һүҙҙәр! Кешеләрҙең кәмселектәрен тикшермәгеҙ, шымсылыҡ ҡылмағыҙ, бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата нәфрәттән баш тартығыҙ, бер-берегеҙгә арҡағыҙҙы бормағыҙ, бер-берегеҙгә туғандар булығыҙ, Аллаһтың ҡолдары!»
Пәйғәмбәр тик изгелеккә генә өндәй һәм һәр ваҡыт мосолмандарҙы туғандар, тип атай.
Әнәс әйткәнсә, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән: «Берегеҙ ҙә, иманлы булмаясаҡ, әгәр туғанығыҙға үҙегеҙ теләгәнде теләмәһәгеҙ».
Аллаһ: «Иман килтергән кешеләр — туғандар,» — тине. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм).): «Мосолман мосолмандың ағаһы, һәм ул уны йәберләргә лә, ярҙамһыҙ ҡалдырырға ла тейеш түгел». Тағыла иҫегеҙгә төшөрәм: Украинала ике миллион мосолман бар, улар үҙ ерҙәрен һәм илдәрен һаҡлап, ҡоралға тотондолар, кем был һуғышта беренсе һөжүм итеүсе?
Аллаһы Тәғәлә «Бүлмәләр» сүрәһенең 13-се аяттында әйтә: «Әй, кешеләр! Беҙ (тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Үҙенең күплегенә түгел, ә ҡөҙрәтенә һәм бөйөклөгөнә күрһәтеп) һеҙҙе ҡәбиләләр һәм халыҡтар итеп барлыҡҡа килтерҙек ( һеҙҙең күп милләтле һәм мәҙәниәтле булыуығыҙҙа бер ҙә аптырарлыҡ нәмә юҡ. Был – Аллаһтың теләге. Һеҙҙең «төрлө һәм оҡшамаған булыуығыҙ») бер-берегеҙҙе танып белеүегеҙ өсөн ( сит телдәр, таныш булмаған мәҙәниәттәрҙе өйрәнеүегеҙ, әлегәсә таныш булмаған кешеләр менән танышыуығыҙ өсөн кәрәк). Ысынлыҡта, һеҙҙең арағыҙҙа иң күркәмлеге – (милләте сәбәпле Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһе бөйөгөрәк тип уйлап, үҙ милләте менән ғорурланып йөрөүсе түгел, ә ғаләмдәр Раббыһы алдында) тәҡүәле булғанығыҙ. Ысынлап та, Ул – бар нәмәне Белеүсе һәм бар нәмә тураһында тулыһынса хәбәрҙар», – тип әйтә.
Һөҙөмтә: Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҡәбиләләр һәм халыҡтар итеп барлыҡҡа килтергән икән, тимәк, беҙҙең күп милләтле һәм мәҙәниәтле булыуыбыҙ, бер-беребеҙгә оҡшамаған булыуыбыҙ ҙа (телебеҙ, тән төҫөбөҙ) Аллаһы Тәғәләнең теләге икән. Беҙ һайлап ала торған нәмә түгел, ризалашырға кәрәк икән. Әгәр беҙ шуға риза булмаһаҡ, бер-беребеҙҙе кәмһетһәк, үҙебеҙҙе өҫтөн күрһәтергә теләһәк, тәкәбберләнһәк, тыныслыҡ юғаласаҡ, аҙағы ҡыҙғаныс хәлдәргә килтерергә мөмкин. Хатта һуғыштар башланыуға ла сәбәп булырға мөмкин.
Ислам диненең мосолман булмағандарҙың ғәҙәттәренә һәм традицияларына булған мөнәсәбәте сабыр булып, бер-береңде ихтирам итеп, башҡаларға зыян һалмайса, тыныслыҡта, мәрхәмәтлелек сифаттары менән йәшәүҙә һәм тәҡәббәрлек, маҡтаныу, көнсөллөк кеүек яман сифаттарҙан тыйылыуҙа сағыла.
Бөгөнгө көндә беҙ, ошо ерлектә күршеләребеҙ христиандар, йәһүҙиҙәр, атеисттар, мосолмандар менән бергә йәшәйбеҙ. Динебеҙ бер.
Хәҙер «милләтселек " билдәләмәләрен ҡарап сығайыҡ
Милләтселек (национализм) милли дошманлыҡты ҡуҙғатыуға һәм бер милләтте икенсеһенә һөсләтеүгә йүнәлтелгән идеология һәм сәйәсәт (Энциклопедик һүҙлек, 2012).
Милләтселек милли мәсьәләлә идеология һәм сәйәсәт, уларҙың нигеҙендә милләтте юғары ҡиммәт һәм берләшмә формаһы булараҡ аңлатыу ята. Йыш ҡына сиктән тыш формалар ала (шовинизм), төшөнсләре буйынса расизм менән яҡыная һәм киҫкен эске йәки дәүләттәр араһындағы конфликттарға килтерә. (Ҙур энциклопедик һүҙлек).
Милләтселек милли өҫтөнлөк психологияһы, милли антагонизм, милли ябыҡлыҡ идеяһы арҡаһында милләтселек сағылышы буржуаз һәм ваҡ буржуаз идеологияһына һәм сәйәсәтенә таяна, милли өҫтөнлөктө һәм үҙ милләтен башҡаларға ҡаршы ҡуйыу идеяларынан сығып, хеҙмәтсәндәрҙең синыф мәнфәғәттәрен дөйөм милли мәнфәғәттәргә, ә ғәмәлдә эксплуататор синыфтары мәнфәғәттәренә бойһондора. (Ожегов Һүҙлеге, 2012).
Милләтселек — Буржуаз идеология һәм сәйәсәт, ул үҙенең милләтен өҫтөнлөклө урынға ҡуя һәм башҡа милләттәрҙе йәберләүгә, улар араһында дошманлыҡ булдырыуға йүнәлтелгән. (Ушаков Һүҙлеге, 2012).
Ислам динебеҙ Аллаһтан ҡурҡҡан кешеләрҙе генә айырып күрһәтә, ысын инанғандар ғына өҫтөндәр башҡаларҙан, бөтә кешеләр ҙә Аллаһы Тәғәлә алдында тиң, был ислам идеалы.
«Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм мин ҙәкәриү-үә үңҫә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә′илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиндә-ллааһи әтҡаакүм иннә-ллааһа ғәлиимүн хабиир.»
Һәм хәҙер беҙҙең темаға иң төп аят, ул иң башында ҡуйылған һорауға яуап бирә: «Эй һеҙ, кешеләр, Беҙ һеҙҙе бер ир һәм ҡатындан яраттыҡ һәм һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр иттек, бер-берегеҙҙе танып белеү өсөн. Һеҙҙең арағыҙҙа иң яҡшыһы — Аллаһынан ҡурҡҡан кеше. Аллаһ барыһын да белеп тора.» (Ҡөрьән, Әл-Хөжөрат сүрәһе, (49) 13 аят.)
Имам Әл-Куртуби, был аят иңдерелеүенең сәбәбен һөйләп, Ибн Ғәббәс (Аллаһ уның менән ҡәнәғәт булһын) Мәккәне алған көндә Аллаһтың рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы) бойороғо буйынса Билал (Эфиопиянан ҡара төҫтәге тиреле сәхәбә) Ҡәғбәгә менеп аҙан әйтә, Ғаттаб ибн Әсид ибн Әбил Ис: «Атайымдың йәнен алып киткән Аллаһҡа маҡтау, шуға күрә атайым бөгөн нимә булғанын күрмәй». Харис Ибн Хишам тигәне: "Мөхәммәд был ҡарғанан башҡа бер ниндәй ҙә мөәзин тапмағанмы?! Сухайл ибн Ғәмр: «Әгәр Аллаһ теләһә, ул быны үҙгәртәсәк» тине. Әбү Суфьян: "Мин бер нәмә лә әйтмәйем, Сөнки Аллаһ был хаҡта хәбәр итер тип ҡурҡам (пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Аллаһ илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фәрештә төшөп, пәйғәмбәргә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөтәһен дә һөйләп биргән. Шунан һуң Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уларҙан һорау ала башланы, һәм улар бөтәһен дә таныны.
Был аятта Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн халыҡтарға һәм ҡәбиләләргә бүленеүҙе һынау итеп ҡуйҙы, сөнки беҙ бер-беребеҙ алдында ғорурланмайбыҙ, ә был бүленештә Раббының Бөйөклөгөн күрәбеҙ һәм Барлыҡҡа Килтереүсенең, Аллаһынан ҡурҡҡан ҡолдары ғына Уның яратҡан ҡолдары тип ҡабул итәбеҙ.
Имам Тирмизи хәҙистәр йыйынтығында Ибн Ғүмәрҙән (Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булһын) бер ваҡыт Пәйғәмбәр (уға тыныслыҡ һәм Аллаһтың фатихаһы) Мәккәлә вәғәз уҡығанда: «Эй, кешеләр, Аллаһ һеҙҙән джахилийә йөгөн алып ташланы (исламға тиклемге дәүер.) һәм аталарығыҙ арҡаһында булған бер-берегеҙ ғорурлығығыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Кешеләр ике категорияға бүленә: изгелек һәм Аллаһынан ҡурҡҡандар, улар Аллаһҡа ҡәҙерле, һәм Аллаһ алдында бәхетһеҙ гонаһлылар әһәмиәтһеҙ. Бөтә кешеләр — Әҙәмдең тоҡомдары, Ә Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде ерҙән барлыҡҡа килтергән».
Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: «Ысынлап та, Алла һеҙҙең ҡиәфәтегеҙгә һәм мөлкәтегеҙгә ҡарамай, ә һеҙҙең йөрәктәрегеҙгә һәм эштәрегеҙгә ҡарай». (Мөслим).
Аллаһ Илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен еткерә: «Һеҙ барығыҙ ҙа Әҙәмдең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тоҡомо, Ә Әҙәм (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ерҙән яратылған. Кешеләр аталары менән ғорурлана башланы (йәғни үҙҙәренең сығышы менән) һәм ысынлап та Аллаһ алдында улар тараҡандарҙан көсһөҙөрәк».
Хәҙер милләтселеккә туранан-тура ҡағылышлы хәҙистәрҙе ҡарап сығайыҡ, сөнки бындай төшөнсә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең замандаштары булған ғәрәптәрҙә лә булған. Улар мәжүсиҙәр булған, байҙы ярлынан яҡшыраҡ тип иҫәпләгәндәр, аҡ тәнле кешене ҡаранан яҡшыраҡ, ҡолдарҙы хужаларынан насарыраҡ тип иҫәпләгәндәр, һәм бындай хаталы фекерҙәр ғорурлыҡтан, Раббыға һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанмауҙан килеп сыға, унда бөтә кешеләр Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсе алдында яланғас һәм ҡурҡып торасаҡ. Аллаһы Тәғәлә бөтәһен дә тиңләй, һәм һәр кем был донъяла бөтә мөлкәтен ҡалдыра һәм үҙе менән бер тәңкәне лә мәңгелек донъяға алып бармай.
Пәйғәмбәр ваҡытында милләтселек «асабия» тип атала һәм был төшөнсә тураһында бер нисә хәҙис бар.
«Беҙҙең арабыҙҙа (мосолман өммәтенән) асабияға саҡырыусы йәки асабия өсөн көрәшеүсе, йәки асабия өсөн үлгән кеше булмаһын». (Сунан Әбү Дауд тапшырған).
Бәйғәмбәрҙәрҙән һорағандар: Асабия нимә ул? һәм ул: «Был һеҙ үҙ милләтегеҙҙе (йәки ҡәбиләгеҙҙе) башҡаларҙы йәберләп өҫтөн ҡуйыу». (Сунан Әбү Дауыт, хәҙис no 5119). Асабияның бөтә формалары тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, үҙенең өммәтенә мөрәжәғәт итеп, былай ти: «Быны ҡалдырығыҙ. Был әшәке һәм ерәнгес (Сахих Бохари һәм Мөслим).
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтте: «Ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе джәхилийә заманындағы тәкәбберлектән һәм ата-бабаларыбыҙҙы маҡтауҙан барлыҡҡа килгән ғорурлыҡ тойғоһонан ҡотҡарҙы. Һәм хәҙер кешеләр ике төргә ҡарай ала: Иманлылар, Аллаһ ҡанундарын белгәндәр, һәм гонаһлылар, ғәҙелһеҙ эштәр ҡылғандар. Беҙ барыбыҙ ҙа Әҙәмдең балалары, Һәм Әҙәмде Аллаһы Тәғәлә балсыҡтан яралтты. Һәм кешеләр үҙ халыҡтарының ғорурлығын һәм тәкәбберлеген ҡалдырырға тейеш, сөнки был ғорурлыҡ тамуҡтың янып торған күмеренән янып торған күмерҙән башҡа бер ни ҙә түгел. Әгәр улар быны ҡалдырмаһа, Аллаһы Тәғәлә уларҙы түбән заттар тип һанар, хатта экскременттарҙа шыуышып йөрөгән һуңғы ҡорттан да түбәнерәк булыр " (Сахих Бохари һәм Мөслим).
Милләтсе — ул ахмаҡлыҡ һәм тәкәбберлек күрһәткән кеше, үҙен башҡа кешеләрҙән юғары күтәрә, бары тик үҙенең сығышы менән маҡтана, ата-бабаларыбыҙ урыҫ империяһы менән икенсе халыҡҡа ҡаршы баҫҡынсылыҡ һуғыштарында ҡатнашып, батырҙар булдылар, тийеп, йәки икенсе Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистәрен еңдек тийеп, уның өсөн ул бер ни ҙә эшләмәгән. Тик Аллаһ ҡына беҙҙе ниндәйҙер милләт вәкилдәре итеп барлыҡҡа килтерә. Беҙҙә был йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡаҙаныш юҡ. Ниндәйҙер милләткә ниндәйҙер кире һыҙаттар биреү — ул башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәтле ҡараш һәм тупаҫлыҡ.
Иблис ҡына тәкәббер түгел. Күптәребеҙ үҙ тормошонда тәкәббер кешеләрҙе осрата. Беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек кешелек тарихында ғорурҙар һәм үҙһүҙлеләр тураһында уҡыныҡ, улар, тәкәбберлек тәхетенә менеп, тотош халыҡтарҙы ғазаптарға һәм иҙеүҙәргә дусар итте. Ғәйепһеҙ ҡорбандарҙың наҙанлығы һәм ҡаны уларҙың эске һәм тышҡы күреү һәләтен ҡаҡшата, һәм улар хәҡиҡәтте күрә алмай. Улар, аҡылһыҙҙар кеүек, ғәҙелһеҙлеккә һәм иҙеүгә бата, әммә ахыр сиктә үҙҙәре иң түбәнһетеүле хәлгә эләгә. Тәкәбберлек һәм ғорурлыҡ – шайтан сифаттары, улар тирә-яҡтағы бөтә нәмәне ашаған ут кеүек. Кеше күп йылдар дауамында йорт төҙөй, уны мебель һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тултыра ала, әммә һуңынан бер миҙгелдә бер ялҡын теле менән бөтә көсөн көлгә әйләндерә ала. Иблис кеүек үк, тәкәбберлек һәм ғорурлыҡ менән кеше үҙенең бөтә изге эштәрен көлгә әйләндерә ала, Аллаһыға буйһоноуын юҡҡа сығара ала. Бынан да ҡурҡынысыраҡ нимә булыуы мөмкин?!
192-се «Нахдж әл-балага» вәғәзендә Имам Ғәли (Аллаһы унан риза булһын) Аллаһының дошманы Иблис тураһында, ғорурҙарҙың башлығы, тәкәббер һәм үҙһүҙлеләр араһында беренсе тип әйтә. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә унан бөйөклөк кейемдәрен йолҡоп алып, уны кәмһетеү япмаһына кейендерә. Имам Ғәли: "Һеҙ Аллаһының уны тәкәбберлеге арҡаһында кәмһетеүен күрмәйһегеҙме ни? Үҙ-үҙен юғары күтәргән өсөн уны нисек кәмһеткән? Был донъяла уның яҙмышы — һөргөн, ә үлеләр донъяһында уға тамуҡ ялҡынында ҡалырға әҙерләнгән. Артабан имам Ғәли дауам итә: "Аллаһтың Иблис менән нимә эшләгәненән һабаҡ алығыҙ, ул бер ара эсендә уның бөтә ғүмер эштәрен һәм күп көс түккәнен юҡҡа сығарған. Ә бит ул Аллаһыға алты мең йыл ғибәҙәт ҡылған. Һәм кем һуң Иблистән ҡала килә Аллаһтан ҡасып, шундай енәйәт ҡыла ала? Юҡ, Аллаһҡа тиңдәш юҡ, ул кешене ожмахҡа ғәмәле өсөн индерер, ҡылығы өсөн фәрештәне сығарыр. Ысынлап та, уның ҡарары күктә һәм ерҙә йәшәүселәр өсөн берҙәм. Был вәғәздә Иблис фәрештә тип аталмай, мәғәнәһендә генә, ә оҙаҡ ваҡыт улар араһында булғаны өсөн.
Имам Саджа, хәҙистә (уға Аллаһының рәхмәте булһын) былай тиелә: «Гонаһтарҙың сығанаҡтары бар. Гонаһтың һәм Аллаға буйһонмауҙың тәүге сығанағы — Иблис күрһәткән тәкәбберлек. Тәкәбберлеге арҡаһында Ул Аллаһтың әмерҙәренә буйһонмай, ғорурлана һәм рәхмәтһеҙҙәрҙең береһе булып китә. Гонаһ һәм буйһонмауҙың киләһе сығанағы — Әҙәм менән Һауа тыйылған емеште ашап, ҡомһоҙлоҡ күрһәткән. Ҡабилдың ағаһы Һабилға көнләшеүе, һөҙөмтәлә уны үлтереүе лә гонаһтың тағы бер сығанағы булып тора. (Сафина әл-бихар)
Аллаһ Тәғәлә бойора: «Тәкәбберләнеп, кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә. Донъяла маһайып, танау сөйөп йөрөмә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы һөймәҫ» (Лоҡман, 18).
Йөрәктәренә тәкәбберлек һәм мин-минлек оялағандар менән тәрән тамыр ебәргән иманһыҙлыҡ, насар холоҡ, шәһүәттәр һәм шайтани вәсүәсәләр идара итә. Яратылмыш маҡсатын онотҡандарҙың күңел күҙе һуҡырая. Ундайҙар йыш ҡына хайуандар кимәленән дә түбән тәгәрәй. Бәндә наҙанлығына, ләззәттәргә ынтылышына, нәфесенә, тәкәбберлегенә, мин-минлегенә, һаранлығына, һауалылығына һәм тупаҫлығына эйәреп һәм Аллаһ биргән ниғмәттәргә шөкөр итмәйенсә гонаһ ҡыла.
Ислам — бөйөк дин. Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып барыбыҙҙа бер диндә – Ислам динендәбеҙ, бер Аллаһ Тәғәләгә инанабыҙ. Төрлө диндәбеҙ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, халыҡ ҡына төрлө, Муса, Дауыт пәйғәмбәрҙәр аша йәһүдтәргә, Ғайса пәйғәмбәр аша христианин булып киткәндәргә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аша динебеҙ, кешеләр үҙ файҙаһына үҙгәрткән боҙоҡлоҡтарҙан таҙартылып, Ҡиәммәт көнөнә тиклем бер үҙгәрмәҫ китап булып беҙгә килде. Мөхәммәд пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аша Раббы беҙгә айырым Ҡөръәнде, Барлыҡҡа килтереүсенең Телмәрен сағылдырған, кешелектең бөтә һорауҙарына яуаптар булған китап тапшырҙы.
Тәҡәббәрлектән һаҡланығыҙ, хөрмәтле туғандар! Берләшегеҙ, һәм Аллаһтың арҡанына тотоноғоҙ! Беҙ барыбыҙ ҙа Әҙәм атайыбыҙҙан һәм бер халыҡтың икенсеһенән өҫтөнлөгө юҡ. Башҡаларҙан айырылып тороуҙан һаҡланығыҙ, башҡа халыҡтарҙың матур йолаларына ҡарағыҙ, бер — берегеҙгә ихтирам күрһәтегеҙ — тыныслыҡта һәм мөхәббәттә — бөйөк Ислам диненең матурлығы Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарына буйһоноу матурлығы. Тәҡәббәрлек менән арымай-талмай көрәшергә кәрәк. Аллабыҙ мәрхәмәтле һәм хатта гонаһлыларға ла, яман эштәрҙән ҡотолоу сараһы булараҡ, яҡшы эштәр аша ҡотолоуға өмөтөн бирә. Гонаһтар наҙанлыҡ, аҙғынлыҡ, тәкәбберлек, мин-минлек, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк, асыу һәм бәрәшәнлек арҡаһында ҡылына. Был тойғолар — Аллаһ һәм ҡол араһындағы кәртә.
Башҡа халыҡты, күрә алмаусынлыҡ тәҡҡәберлек фанатизмы, тамуҡҡа алып барасаҡ. Шул арҡала ил башының ахмаҡланып еңеү теләге менән туҡтата алмаған һуғышы, һеҙҙең шуға ярҙам тәҡҡәберлегеҙ, киләһе йылдарҙа урыҫияның тарҡалыуына килтерәсәк, был һеҙгә гонаһларығыҙ өсөн Аллаһының язаһы! Тәүбә итегеҙ, был ваҡиғалар үҙ-ара һәм милләт аралаш ҡырылышыуҙарға тиклем барып, етмәһен тиеп, теләгеҙ.
Тәҡҡәберлектән тәүбә итәйек, Әнәс ибн Мәлик, Аллаһы Тәғәлә унан ҡәнәғәт булһын, Аллаһтың Рәсүле, ғәләйһиссәләм, шулай тине: "Әҙәмдең бөтә тоҡомдары ла гонаһлы, ә гонаһлыларҙың иң яҡшылары — һәр саҡ тәүбә итеүселәр».
Аллаһ һеҙгә яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырырға һәм тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙам итһен!
Диндә радикаль милләтселек: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/dini-radikal-mill%d3%99tselek.html
Имамдар һәм түрәләр; https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/imamdar-%d2%bb%d3%99m-t%d2%afr%d3%99l%d3%99r.html
Маҡтаныу; https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/ma%d2%a1tanyu.html