«Ҡан» романынан өҙөктәр
Мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙгә Дауыт Юлтыйҙың (1893—1938) «Ҡан» романының өҙөктәрен тәҡдим итәм. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы Дауыт Юлтый империалистик һуғыш ваҡиғаларын, һалдат массаларының сәйәси аңы үҫеше сағылыш тапҡан “Ҡан” автобиографик романы беҙгә бәләкәй саҡтан уҡ таныш әҫәр.
Бөгөнгө көндәрҙә Урыҫияның бөйөклөгө, уның бер ҡасанда еңелмәгән һәм еңелмәҫ ил икәнен көнө-төнө теле-радио-интернет һәм матбуғат биттәрендә ҙур ауыҙҙар тарафынан маҡтала, маһайтыла һәм тарихтарҙы боҙоп шапыртыныла. Белеүебеҙсә, олатай-бабайҙарыбыҙ Николай икенсе батшаны, һәм уны яҡлаған хакимәтте туҙырып, халыҡ идарылығы йәмғиәтте ҡорҙо, ғәҙелеккә ҡоролған социализм төҙөргә тырышты, барыһыла халыҡ өсөн булһын тип, өмөтләнде.
Бына ошо коммунизм идеяларында үҫкән һәм шул ваҡыттың юғары идаралыҡтағы бер өлөш КПСС коммунистәре ата-бабалары тапшырған вариҫына тоғро булмай, 90 –сы йылдарҙа бандит һәм бурҙар булып китеп, халыҡ байлығы булған, СССР-ҙан ҡалған бар байлыҡ-мөлкәтте баҫып алып, уға хужа булып, сереп байыны. Үҙҙәре аңғармаҫтан бик самаһыҙ байыҡҡан байҙар – миллиардерҙар булып китте. Әлбиттә беҙҙе талау арҡаһында инде. Был бөгөнгө олигарх миллиардерҙар, элеккесә кемдәр? Капиталист –буржуйҙар! Ана шулар үҙҙәрен Рәсәй элитаһы тиеп, ә һеҙ холоптар тиҙәр улар! Уларҙың бер ниндәй Икенсе донъя һуғышына ҡатнашлығы булмайынса, үҙҙәрен беҙ Гитлер фашистарын еңдек тиҙәр! Аңра халыҡтың зиһенендә уйнап, ялған уй һалынып. Имеш беҙҙең ата-бабалар ошо ҡәбәхәттәр ҡомһоҙланып, халыҡ милкен урлап байыһын тип, йән биргән икән!
Беҙ өлкән быуын кешеләре ленинизм теорияларын, уларҙың авторҙарын, шулай уҡ марксизм эштәрен яҡшы беләбеҙ. Әйтәйек: 1914—1918 йылғы һуғыш ике яҡтан да империалистик һуғыш (йәғни баҫып алыу, талау, юлбаҫарлыҡ һуғышы), донъяны бүлеү өсөн, колонияларҙы һәм финанс капиталының «йоғонто сфераларын» яңынан бүлешеү өсөн һуғыш булды.— В. И. Ленин. Полное собрание сочинений, т.27
Һуғыш алдынан идеологик әҙерлек киң йәйелдерелә. Халыҡ күңеленә хәрби бәрелештәрҙең ҡотолғоһоҙ булыуы тураһында уйҙар һалына, шовинизм уятыла. Империалистик илдәр, халыҡтың патриотик тойғоһон уятып, ҡыҙыу ҡоралланыуҙы аҡлай. Ватанды дошмандан һаҡлау мөһимлеге тураһында уй һеңдерелеп, баҫҡынсылыҡ сәйәсәте йәшерелә.
Йәнә һуғыш сәбәптәренең береһе — империалистарҙың үҙ илдәрендә революцион хәрәкәтте һәм колониаль халыҡтарҙың милли азатлыҡ көрәшен тотҡарларға тырышыуы. Империалистар һуғыш ярҙамында халыҡтың революцион баҫымын еңергә, кәмендә йомшартырға өмөтләнә.
Был тура ла В. И. Лениндән башҡа Сталин, Троцкий эштәрендә лә лә һәм элекке Рәсәйҙең бик билдәле шағир-яҙыусылары хеҙмәтендә лә бар. Мәҫәлән, Лев Толстой әҫәрҙәрендә.
Был турала ни эшләп иҫегеҙгә төшөрәм? Сөнки ике йөҙләнеп, тарихтан һабаҡ алмай, монафиҡлыҡҡа батып, бөгөнгө боҙоҡ хакимлектең йәшәргә биргән аҙ-маҙ аҡсаһына алданып, ошо боҙоҡлоҡто, уның әшәклеген, бер туҡтауһыҙ алдаған һәм ялғанлы сәйәсәтен хуплаған мосолмандарҙың иманлы булыуы шикле тием.
Йөҙ йыл элек булған ваҡиғаларҙан бөгөнгө көндөн барышы нимәһе менән айырыла? Ошо һуңғы олигархтар хакимлеге арҡаһында халыҡ һарыҡ аҡыллы, тауыҡ башлы, һуҡыр һәм телһеҙ ҡалды. Ошо монархия яҡлы чиновник Рәсәй өсөн өлгөнө патриотик маҡсат менән берләшкән “юғарылағылар”ҙың “түбәндәгеләр”ҙе ауыҙлыҡлап тотоуында күргән һәм артабанда шулай итмәксе.
Доктор Сэмюэль Джонсон «Патриотизм — последнее прибежище негодяя» тигән. Үҙ аҡылына таянмай, әле һаман ура патриотизмдә булғандарға ҡарата әйтелә инде. Аҫта Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан» романынан өҙөктәр уҡығыҙ, бөгөнгө илдә алып барылған сәйәсәт менән сағыштырығыҙ, бәлки бер аҙ һабаҡ алырһығыҙ.
Тулы китап пдф форматта, түбәндә. «Китаптар» тигән башҡорт сайты блокировать ителгән, ВПН аша инә алаһығыҙ.
«Ҡан» романынан өҙөктәр
Польша яланы, Урал яланы кеүек, ҡатлы, ҡалын тиреле түгел. Йоҡа тиреле кеше кеүек, бер сиртһәң, ҡаны сыға: бер ауыр снаряд соҡор ҡаҙыһа, ҡоҙоҡ сыға, бер метр окоп ҡаҙыһаң, һыу сыға. Ҡыш булһа, ярты аршын, бер сирек тәрәнлектән дә һыу сыға. Шуның өҫтәүенә өҙлөкһөҙ яуған ямғыр ер өҫтөн һыу менән күпсетә.
Бына беҙ шул урында окоп ҡаҙып, немецтарға ҡаршы позиция тотоп ятабыҙ.
Йылдың һәр сезонына ҡарап, хайуандар, йәнлектәр төҫ алыштыра белә, тиҙәр. Еренә, урынына ҡарап, окоптарҙы ҡаҙырға ла хәйләһен тапҡандар. Немецтың һуғыш техникаһы, окоптың насарлығынан файҙаланып, рус һалдаттарын күп ҡырған. Атака саҡтарында ул өлөш тағы ла ике тапҡыр артҡан. Ул факт рус ғәскәре өсөн, бер яҡтан, сәлби һөҙөмтә бирһә лә, икенсе яҡтан, ижади һөҙөмтә тыуҙырған. Рус һалдаттары араһынан ниндәйҙер бер ихтирағсы табылған. Ул тегендә, бында тәгәрәп ятҡан үлектәрҙе тере кешеләрҙе һаҡлау өсөн ышыҡ итергә мөмкинлек тапҡан. Бының өсөн тәбиғәттең дә ҡулай моменттары бар: Польша ҡышы — көндөҙ ҡарлы ҡатыш ямғыр яуа, кис менән һыуыҡ төшкәс, ул ябалаҡ ҡар киҫәктәренә әйләнә, ер туңа, батҡаҡтарҙы ла туңдыра. Көндөҙ тағы ямғыр яуып, ер өҫтөн бысрата... Һауа шулай бара.
Шул һауаның төрлө моменттарынан файҙаланырға мөмкин. Шул мөмкинлекте файҙаланғандар: һәр кис үлектәрҙе ташып, ике рәт итеп һалғандар ҙа, шуларҙың араһына батҡаҡ тултырғандар. Ул төнгө һалҡында таңға тиклем туңған. Уны тағы өҫтәгәндәр, тағы ла өҫтәгәндәр... Һәр көн өҫтәлә тора, һәр көн туңа тора. Ул кеше эйелеп йөрөрлөк стена-окоп булған. Һуңға табан полотноларҙан тоҡ тектереп, уларҙың эҫтәренә батҡаҡ тултырып, шул тоҡтарҙан окоп өйә башлағандар.
Беҙҙең яҡтан окоп һәм уның блиндаждары шул ике төрлө материалдан тора ине.
Шуға күрә, окоптың төп нигеҙендә кешеләр — йәғни үлек кәүҙәләр яталар. Уларҙың ҡайһылары ҡабырғалары менән, ҡайһылары арҡалары менән, ҡайһылары йөҙҙәре менән яталар. Ләкин үлек кәүҙәләрҙең береһе лә позициялағы һалдаттарға ерәнеү яғынан да, ҡыҙғаныу яғынан да әҙ генә, бик әҙ генә лә тәьҫир итмәйҙәр. Еүеш балсыҡ менән бергә туңған күп баштар окоптың эс яғына ҡарап яталар. Уларҙың күҙҙәренә, танауҙарына тупраҡ тулған, ауыҙҙары асыҡ ҡалған. Шул асыҡ ҡалған ауыҙҙарҙа ҡайһы һалдаттарҙың ҡашыҡтары тора. Әгәр ҙә окопҡа аш килһә, шул ҡашыҡ менән аш ашай ҙа, тағы ла шунда ҡыҫтырып ҡуя. Күп кешеләр тәмәке төргән саҡта, тәмәке янсыҡтарын шунда ҡуйып торалар. Ашаған ваҡытта икмәктәрен шунда ҡуйып торған кешеләр ҙә бар. Үлек башына баш ҡуйып йоҡлау бик ябай күренеш. Сөнки, ҡыш көнө атака һуғыштары булмаһа ла, немец пуляһы, немец бомбаһы, немец снаряды менән һәр көн һалдаттар үлеп торалар. Уларҙы күмеүсе лә, ташыусы ла юҡ. Кәрәкмәгән тиреҫ кеүек, улар һәр кис окоп өҫтөнә ташланалар. Алғы окоп тирәһендә иң күп нәмә: патрон гильзалары, обоймалар, ташланған мылтыҡтар һәм үлгән һалдаттар. Улар йәйге үлән, ҡышҡы ҡар кеүек ябай, иң ябай күренештәр. Һуғышта һалдат үлеме туғайҙа сабылған бесән бөртөктәре тиклем дә тәьҫир бирмәй. Ләкин үҙең менән бергә йөрөгән, бергә ашаған, фронт ауырлығын бергә кисергән иптәштәрең үлһә, ул онотолмай, уға ҡалай ҙа булһа хөрмәт итке килә. Больница алдында дозор булып торғанда беҙҙең иң яҡын иптәшебеҙ Тимеров башы яраланып үлде. Беҙ уны окоп өҫтөнә ташлап ҡуйҙыҡ. Ул шунда ун көн ятты. Бер тынысыраҡ саҡта, командирҙан рөхсәт алып, төндә беҙ уны күтәреп алып киттек. Окоптан өс саҡрым артҡа алып барып, ҡәбер ҡаҙып, шунда күмдек. Арабыҙҙа шағирҙар ҙа табылды. Бер таҡтаға химик ҡәләм менән шундай шиғыр яҙып ҡуйҙыҡ:
Һин ҡотолдоң ҡанлы,
һалҡын Һәм әшәке донъянан;
Ал мине лә үҙ яныңа,
Бында юҡ шатлыҡ вә йәм...
...— Уйлап ҡараһаң, тиреңә һыймайһың. Йә, уйлап ҡара, беҙ ни өсөн, кем өсөн былай итеп йөрөйбөҙ? Быларҙың барыһы ла халыҡтың аңралығынан! Әгәр ҙә аңра булмаһалар, һарыҡ көтөүе һымаҡ утҡа баралармы ни улар? Бер уйлағанда, һарыҡ көтөүенән дә аңрараҡ. Бар, һарыҡтарҙы утҡа ҡыуып ҡара, улар янып торған утҡа мәңге бармайҙар. Атһаң да бармайҙар. Ә беҙ, аңралар, барабыҙ. Уның өсөн беҙгә ни бирәләр? Кукиш! — Бер аҙ уйлап тора. — Әгәр ҙә халыҡҡа үҙенең шул аңралығын төшөндөрһәң, береһе лә бармаҫ ине. Был һуғыш күптән, хатта башланмаҫ борон бөткән булыр ине, уйлап ҡара: әле беҙ яңы донъя күрәбеҙ, әле беҙ тормоштоң рәхәтен яңы һиҙә башланыҡ. Шул ваҡытта себен кеүек итеп, һине бер снаряд һытып үлтерһен! Ул һуғыштан мин ни файҙа күрәм? Миңә уның ни кәрәге бар? Унан кем файҙа итә? Әлбиттә, беҙ түгел. Әлбиттә, өйөндә бот күтәреп, түбәгә төкөрөп ятҡан байҙар файҙа итәләр. Ошо беҙҙең арабыҙҙа ҡайһы байҙың балаһы хеҙмәт итә? Барыһы ла ярлылар. Ҡайҙа ла ярлылар ҡырыла, ҡайҙа ла ярлылар этлек күрәләр. Бер уйлағанда, беҙгә бер пуля атырға ла ярамай. Ә беҙ, аңралар, көн-төн йоҡламай, ас, яланғас ут эсендә йорөйбөҙ, һис бер маҡсатһыҙ, себен кеүек ҡырылабыҙ.
Ул баҫҡыс төбөнә барып ултырҙы ла бик ҡәнәғәт төҫ күрһәтеп, һүҙгә башланы:
— Исмаһам, һеҙ һуғышта йөрөһәгеҙ ҙә, һеҙҙең ата-әсәләрегеҙ йылы, тыныс урында ҡайғыра торғандарҙыр. Ә беҙҙең хәлде һөйләргә түгел. Бына минең бер балам һуғышта йөрөй. Минең йортом позиция уртаһында ҡалды. Хәҙер минең семьям да юҡ. Үҙем генә...
— Семьяң ҡайҙа, ҡарт? — тинем. Ул башын түбән баҫты. Күҙҙәренән бер нисә тамсы йәш тамды. Уның күҙ йәше минең өсөн бик ауыр булды. Мин, ҡарттың йәшен күрмәҫ өсөн, ситкә ҡарап, тәмәке төрә башланым. Ул әрнеүле тауыш менән һүҙен дауам иттерә башланы.
— Һорашма инде, һалдат. Әле беҙҙән фронт байтаҡ алыҫ ине. Мин яланда саҡта немец аэропландары бомба ташлағандар. Шунда минең ауырыу ҡарсығым да, утта ҡалған йәш балаһын ҡотҡарам тип, балаһы менән киленем дә яндылар. Өйҙөң нигеҙ урыны һәм көлдәре генә ҡалдылар. Бер мин генәме ни, хәҙер минең ишеләр меңәрләп, унар меңләп һаналалар. Баҫыу ерҙәребеҙ ҡаҙылып, боҙолоп бөткән, йорттар емерелгән, бөтә фронт буйы менән халыҡтар, уларҙың бала-сағалары торлаҡһыҙ, асыҡ һауала ҡалғандар.
Ҡарттың был һүҙҙәре йөрәктән, тәрәндән ҡайнап сығалар. Ул фронт фажиғәһе кисергән йөҙҙәрҙең, меңдәрҙең йөрәге. Хәсрәтен, аһын һөйләй. Уның һүҙҙәре артында халыҡ фажиғәһе ята.
...Кискә табан алыҫтан-алыҫтан туп тауыштары ишетеләләр. Ҡайҙалыр юғарыла аэроплан моторы гөжләй. Ауыл өҫтөнә күк төтөн йәйелгән. Күрәһең, улар киске аш бешерәләр. Һуғыш та бөтөнләй баштан сыҡҡан, тыуған ауыл күҙ алдына килә. Унда йөрөгән саҡтар иҫкә төшәләр. Ике ағайым һуғышта, мин өсөнсө булып йөрөйөм. Ҡарт атайым менән әсәйем генә ауылда донъя көтәләр. Һуғышҡа инмәҫ борон хат алғайным. Улар мине йыуатып яҙғандар: «Аллаға шөкөр, яҡшы торабыҙ. Һеҙҙең өсөн пенсия алабыҙ, хәҙергә беҙгә шул етә», — тигәндәр. Мин бик яҡшы аңлайым. Уларға тормош ауыр. Улар иген сәсә алмайҙар. Улар беҙҙең өсөн яналар. Беҙҙең өсөн көйәләр. Уларҙың сәйендә лә, ашында ла, йоҡоһонда ла беҙ. Беҙҙең ҡайғы менән әсәләр, беҙҙең ҡайғы менән ашайҙар, беҙҙең ҡайғы менән йоҡлайҙар... Ҡасан һуғыш бөтә? Ҡасан ҡайтабыҙ? Ҡасан уларҙы шатландырабыҙ? Ул турала уйлау ауыр. Ул турала уйлаһаң, йөрәк ҡабарына башлай.
...Һәр ваҡыт төшкә инәһегеҙ. Күңелһеҙ, бойоҡ булып төшкә инәһегеҙ. Иртә менән торабыҙ ҙа: «Үлделәрме икән әллә?» — тибеҙ. Үҙебеҙҙең шул һүҙҙәребеҙҙән ҡурҡабыҙ ҙа, ҡолаҡтарҙы ҡаплап: «Юҡ, юҡ, үлмәгәндәр!» — тип күңелебеҙҙе йыуатабыҙ. О, әгәр белһәгеҙ ине, беҙ һеҙҙең өсөн нимәләр эшләнек! Беҙ икегеҙгә бик матур итеп, бөтә оҫталығыбыҙҙы һалып, тәмәке өсөн кисет әҙерләнек, иң матур сигештәр менән нағышлап, ҡулъяулыҡтар эшләнек. Яғаларын, еңдәрен, итәктәрен нағышлап, һеҙгә берәр күлдәк тә тектек. Беҙ уларҙы һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле бүләк итеп һаҡлайбыҙ. Сөнки беҙ уларҙың һәр бер нағышына айырым күңел һалдыҡ, ептәрен, төҫтәрен, биҙәктәрен һайланыҡ, һеҙҙең матур, нескә күңелдәрегеҙҙе шунда сағылдырырға тырыштыҡ. Шул арҡала приют өсөн дә яҡшы нағыштар бирҙек, ҡыҙҙар араһында беренселекте алдыҡ. Ләкин һеҙ булмағас, уларҙың барыһы ла бушҡа торалар. Беҙ шуларға ҡарайбыҙ ҙа, һеҙҙе иҫкә алып, күҙ йәштәрен түгәбеҙ. Шуларҙың эсендә һеҙҙе күрһәк ине, тибеҙ. Ә һеҙ әллә ҡайҙа, ҡандар эсендә йөрөйһөгөҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн бөтә һуғышты, һуғыш асҡан батшаларҙы ҡарғайбыҙ, ләғнәтләйбеҙ. Шулар тонсоҡһондар ине, тибеҙ. Хатта ул турала беҙ үҙебеҙҙең начальниктарҙан да шелтә алдыҡ. Беҙҙе саҡырып тәүбә иттерҙеләр. О, белһәгеҙ ине, ниҙәр генә булып бөтмәне! Беҙ география уҡығанда картала Рәсәй һыҙығын немецтар алған ерҙән күрһәткән өсөн, беҙҙең приюттың побы беҙҙе шул тиклем ҡыҙҙырҙы, сәстәрҙе йолҡа яҙҙы. Беҙ, белмәмешкә һалышып, ғәфү үтенгән булдыҡ. Әле лә иптәштәр беҙҙән көләләр. Бына беҙҙең ваҡыт шулай үтә. Һеҙ булмағас, күңелһеҙ, күңелһеҙ!.. Ҡасан һуғыш бөтөр. Ҡасан һеҙҙе иҫән-һау күрербеҙ! Беҙҙең бөтә теләк шул...»
...— Барыһы ла дөрөҫ! Был һуғыш беҙҙе йәшәтеү өсөн түгел, беҙҙе үлтереү өсөн яһалған. Һиҙәһеңме, беҙҙең фәрештәләр ҙә дөрөҫ аңлағандар? Ниңә беҙгә ҡан түгергә? Ниңә беҙгә йәштән генә ҡорбан булырға? Шайтаныма кәрәкме ни ул? Беҙ яңы тормош күреү өсөн ашҡынабыҙ, ә улар беҙҙе үлемгә ҡыуалар! Беҙ үлгәс, ул һуғыштың беҙгә ни кәрәге бар? Беҙгә ерҙең ни кәрәге бар? Беҙгә бер аршын ер етә бит. Юҡ, юҡ, үлергә ярамай, һуғышырға ярамай!.. Ни өсөн һуғышырға? Ни өсөн?..
...— Бына үҙең әйтеп тораһың, һинең атайың да, ҡарт, запас һалдат булып, мобилизовать ителгән, үҙең дә новобранец булып һуғышҡа килгәнһең. Һин бит әле йәп-йәш бала. Разве һиңә һуғышҡа килергә кәрәк! Һинең уҡый торған ваҡытың. Ҡапыл һин үләһең, атайың да үлә. Әсәйең күмәк йәш балалары менән өйҙә тол ҡатын булып ҡала. Һеҙ бит әҙ ерле крәҫтиәндәр. Һеҙҙең байлығығыҙ юҡ. Әсәң шул балаларҙы ҡалай тәрбиә итер? Һеҙ һуғышта үлгән тип, хөкүмәт шуларҙы үҙ тәрбиәһенә алыр тип беләһегеҙме! Никогда!.. Улар, тоҡсай аҫып, урамға сығып китәсәктәр. Улар, эт кеүек, урамда ятып үләсәктәр. Был һуғыштың беҙгә һуҡыр тинлек тә файҙаһы юҡ. Беҙ утлы күмерҙе тотабыҙ ғына. Утлы күмерҙә бешкән ашты байҙар ашайҙар. Ә беҙгә — ярты аршын ҡәбер! Етмәһә, артында хәйерселәр ҡалалар. Ул хәйерселәр йә урамда асҡа үлеп ҡалалар, йә әлеге һуғыш арҡаһында байлыҡ йыйып ҡалған фабриканттарға, тамаҡ туйҙырыу өсөн, көстәрен һаталар. Ана япон һуғышы булып уҙҙы. Унан башҡа ла беҙҙең Рәсәй ғүмер буйына һуғышҡан. Шул һуғыштан беҙҙең брат файҙа иткәнме? Астар бөткәнме? Эшсе менән крәҫтиән ярлылыҡтан ҡотолғанмы? Никогда!..
...Бер мөйөштә, иконалар төбөндә, өндәшмәй генә ултырған ҡаҡсараҡ йөҙлө, йоҡа иренле, ҡылыс танаулы, кескәйерәк кенә күк күҙле, һаҡалдарына сал инә башлаған ҡунаҡ һүҙ алды. Ул ултырған урынында алдына ҡарап, күҙен стаканға терәп, нескә тауыш менән һөйләргә тотондо:
— Алла алдында гонаһ ҡылаһығыҙ, православие динен, уның ерҙәге Аллаһын мәсхәрә итәһегеҙ. Беҙ Алла һүҙен ишетмәйбеҙ, телгә ихтыяр биреп, юлдан аҙашабыҙ, Алланан башҡа бер эш тә эшләнмәй, беҙ үҙебеҙҙең гонаһлы телдәребеҙ менән уны үҙгәртә алмайбыҙ. Ерҙәге һәр бер афәт, үҙенең ваҡыты етмәйенсә тороп, ерҙән күтәрелмәй. Беҙҙең мөҡәддәс Рәсәй илендә динһеҙлек көсәйҙе. Бына шул арҡала, был һуғыш Алла тарафынан бәндәләренә ебәрелгән яза ул. Шуның өсөн беҙ Аллаға ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙ, Алланан был язаның күтәрелеүен һорарға тейешбеҙ. Эгәр ҙә беҙ шулай һәр көн гонаһ ҡылһаҡ, Алла беҙҙе тағы ла нығыраҡ наказать итер...
...Һалдаттар араһында башланған буталыш начальствоға еткән булһа кәрәк, бер көн занятие ваҡытында полковник Зенченко, бөтә батальонды йыйып, һалдаттарға оҙон телмәр һөйләне:
— Братцы! Беҙ тышҡы дошмандар менән һуғыш алып барабыҙ. Беҙ һуғышты дошманды еңгәнгә тиклем алып барасаҡбыҙ. Беҙ шуның өсөн бөйөк ватан алдында ант биргәнбеҙ. Шуның менән беҙ эске тәртипте боҙған эске дошмандар, ватанға хыянат итеүселәр менән дә һуғышырға тейешбеҙ. Немец шпиондары халыҡ араһында беҙҙең ватан зарарына ҡотҡо тараталар. Халыҡты баш күтәрергә саҡыралар. Беҙ ул дошмандар менән аяуһыҙ рәүештә көрәшергә тейешбеҙ. Кеҙ бөйөк ватанды һаҡлау өсөн биргән мөҡәддәс антығыҙҙы онотмағыҙ. Фронтта ҡаһарманлыҡ күрһәткән кеүек, бында ла ҡаһарманлыҡ күрһәтегеҙ. Немец шпиондары һалдаттар араһына килеп инһә, тотоп бирегеҙ. Беҙ уларға мәрхәмәт күрһәтмәбеҙ!
Полковник Зенченко, был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә, ауыҙынан күбектәр сәсте. Ат өҫтөндә ҡамсыларын һелтәне. Кемдәрҙелер ат өҫтөнән тотоп ашарҙай булды...
...Иваненко һүҙгә башланы:
— Иптәштәр, хәҙерге хәлдең ауырлығын, бөтә эшсе һәм ярлы крәҫтиән массаһының һуғышты бөтөрөү, икмәк һәм ысын ирек өсөн ынтылыуын һәр кем белә. Ошо көндә Питер эшселәре, бөтә ауырлыҡтарға, ҡорбандарға ҡарамаҫтан, икмәк өсөн, солох өсөн геройҙарса көрәш алып баралар. Беҙ революцион пролетариаттың алдынғы авангардының көрәшенә ҡушылырға, ул көрәшкә ярҙам итергә тейешбеҙ. Хәҙерге көндә бөтә Рәсәйҙең һәм бөтә Европаның ундан туғыҙ өлөш халҡы солох өсөн көрәшә. Империализм һуғышының дәһшәте эсендә ҡалған кешелекте тик пролетариат ҡына ҡотҡара аласаҡ һәм пролетариат ҡына был эште башҡара аласаҡ. Империализм һуғышынан тыуған объектив шарттар бөтә кешелек донъяһын баҫҡысҡа ҡуйҙылар: йә тағы ла миллиондарҙы һәләкәткә бирергә, йә мәҙәни илдәрҙә, бөтә власты революцион пролетариат ҡулына тапшырып, социалистик алмашыныуҙы тормошҡа ашырырға. Хәҙер кешелек шул һорау алдында тора. Хәҙерге көндә Рәсәй был һуғыш менән ауыр положениеларға осраны. Был положение хөкүмәттең бөтә механизмын ҡаҡшатты. Хәҙерге көндө Николай II Германия менән сепарат килешеү яһарға теләһә лә, уны булдыра алмай, уның союзниктары Англия, Франция һәм уларҙың бындағы илселәре бөтә көстәре менән һуғышты дауам иттереү политикаһын үткәрәләр, һуғышты Германия, Англия һәм Франция буржуалары алып бара. Улар сит илдәрҙе талау өсөн, ваҡ халыҡтарҙы быуыу өсөн, бөтә донъялағы финанс өҫтөнлөгөн үткәреү өсөн, төрлө илдәрҙәге эшселәрҙе ахмаҡландырыу, уларҙың берлектәрен емереү юлы менән һәләк була торған капиталистик төҙөлөштө ҡотҡарыу өсөн һуғышалар.
Хәҙер батша монархияһының бөтә сереклеге, уның Распутин исеме аҫтында эшләгән фәхшәт шайкалары, Рәсәйҙә еврейҙар, эшселәр, революционерҙар ҡаны менән буялған йыртҡыс батша ғаиләһенең бөтә сере асылды. Рәсәй — хәҙерге көндә Романовтар монархияһының әшәкеһе ҡойған ҡан менән тейәлгән бер арба, ошо көндә уны миллионлаған эшсе, крәҫтиән массаһы һөйрәй, ҡанлы һуғыш эсендә алып бара. Ул хәҙер ер ситенә килгән, ул ауырға, тонсоғорға тейеш. Хәҙер беҙ шул момент алдында торабыҙ. Был эште ойошҡан революцион пролетариат ҡына эшләргә мөмкин. Питер эшселәре шул ауыр хәлде үҙгәртеү өсөн тарихи көрәш алып баралар. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең тауышты күрһәтеү өсөн урамдарға сығырға, демонстрациялар яһарға тейешбеҙ. Беҙ һуғыш ауырлығын күргән миллион крәҫтиән массаһын, һугышҡа тартылған миллион һалдаттарҙы үҙ артыбыҙҙан эйәртергә, елкәбеҙҙә булған хурлыҡлы батша монархияһын, уның ҡанлы һуғышын алып ырғытырға тейешбеҙ. Революцион пролетариат алдында ҙур ҡыйынлыҡтар торалар. Кешелекте ҡандан ҡотҡарыу өсөн беҙ ул ҡыйынлыҡты күтәрергә тейешбеҙ. Капитализм бомба өҫтөндә тора. Хаҡлыҡ туп тауыштары менән ҡапланған. Бөтә Европа туп, мылтыҡ, ҡан менән биҙәлгән. Хәҙерге көндә фронт буйында ашлыҡтар, ауылдар яндырылалар. Улар урынына миллиондарҙың киҫелгән баштарынан «туғандар ҡәберҙәре» үҫәләр. Был дәһшәткә сик биреү беҙҙең ҡулда, бөтә донъя пролетариаты беҙҙең яҡта, уны беҙ генә башҡарырға тейешбеҙ!..
...Ҡарт усы менән бер күҙенән башлап сикәһе буйлап түбән төшөрөп, шырт баҫҡан эйәгенән уратып, шунан икенсе күҙ урынына мендереп, яй ғына һыйпап сыҡты. Нурһыҙ йөҙөнә йылмайыуға оҡшаш бер нәмә сығарҙы, гармунының телдәренә баҫҡылап, тәрән уфтаныу һымаҡ ауаздар сығарҙы, яй ғына һүҙ башланы:
— Нисек, тиһегеҙме? Һәр ерҙә һорайҙар уны. Һәр ерҙә һөйләйем. Тик унан ғына күҙ асылып китмәй шу-ул... Һеҙ ҙә бына һуғышҡа китеп бараһығыҙ. Тик, балаҡайҙар, күҙҙәрегеҙҙән яҙырға Хоҙай ҡушмаһын. Мин дә бит уларҙы япон һуғышында юғалттым. Эй-йе-е, мине һуғыш, һуғы-ыш күҙһеҙ ҡалдырҙы! Беҙ ни, офицерҙарҙың әтәсләнеүенә ышанып, япошканы бүрек менән бәреп йығырбыҙ, тип кенә барғайныҡ та, улай булып сыҡманы. Шундай иттереп ҡыҫып алдылар, йәҙрәләрҙе һиптерә башланылар, бәреп йығырға тип әҙерләп барған бүректәребеҙҙе лә юғалтып, аяҡтарыбыҙҙы көскә-көскә һөйрәп ҡасып ҡотолдоҡ. Ҡайһыбыҙ аяҡһыҙ, ҡайһыбыҙ ҡулһыҙ, бәғзебеҙ, бына минең ише, күҙһеҙ ҡайттыҡ, ә бик күптәребеҙҙең ғәзиз баштары Маньчжурия ерҙәрендә тәгәрәп ятып ҡалды. Ул һуғыш миңә нимә бирҙе тиһегеҙме инде? Бына күрәһегеҙ, ун ике йыл хәҙер ошолай тәҙрәнән тәҙрәгә, тупһанан тупһаға йөрөп, хәйерселәп йән аҫрайым. Исмаһам, әжәле лә тиҙерәк килеп алмай бит. Был һуғыш та инде тегеһе кеүек. Меңәрләп ғәрип-ғөрәбә... Меңәрләп етем-еҫер... — Ул, нимәһен һөйләп торорға тигән икелле, һул ҡулын өмөтһөҙ һелтәне лә, ҡабат һорау биргеләгәнсе, өлгөрөп ҡалайым, типтер инде, тағы гармун телдәренә баҫҡыланы, моңло көйгә һыҙҙырып ебәрҙе, ҡарлығыңҡыраған тауыш менән үҙе лә ҡушылды:
Йәшәгәндәр туғандар,
Эшсе халыҡ булғандар...
Көнө-төнө эшләп тә,
Аслы-туҡлы торғандар...
Япондарҙың йәҙрәһенән
Башын һалған берәүһе...
Мукден тигән ерҙәрҙән
Күҙһеҙ ҡайтҡан берәүһе...
Һуҡыр ҡарт рус-япон һуғышының ҡот осҡос мәхшәрҙәре хаҡында, унан һуң эшсе халыҡ өҫтөнә ябырылған ҡанлы афәт хаҡында йыр менән бәйеткә тартым оҙон хикәйәт һөйләне.
Бәйет барыбыҙҙы ла бик ныҡ әҫәрләндерҙе. Альфреда күптән инде һығылып-һығылып илай. Хәсрәтле йыр аралаш уның һулҡылдау тауышы былай ҙа тулышҡан күңелдәргә өҫтәмә ауырлыҡ һала. Йоҙроҡтарыбыҙ ирекһеҙҙән йомарланған. Һуҡыр ҡарт бер аҙ тын алып торғанда, Новиков, ярһып китеп:
— Бына бит, туғандар, был олатай һуғыш хаҡында әсе хәҡиҡәтте йырлай. Беҙ һуғышып йөрөйбөҙ... Баштарҙы һалабыҙ... — тип һүҙ башлағайны, ҡарт, уның һүҙен ошо урында өҙөргә теләгәндәй, аһ-зар тулы бәйетен тағы ла моңлораҡ итеп дауам итте. Ярһыуы ҡанмаған Новиков тәҙрә янына китте лә Альфреданың үтенесен дә онотоп, ҡулдары ҡалтыранған килеш тәмәке төрөргә тотондо.
Һуҡыр музыкант, башын бер яҡҡа ҡыйығайтып артҡа ташлап, бер ни күрмәгән күҙҙәре менән ниндәйҙер нөктәгә төбәлеп, уйнай ҙа уйнай. Ул инде беҙгә гармуны менән бер бөтөн булып күренә; икеһе бер йөрәк булып уҡмашып, халыҡ өҫтөнә ябырылған ҡайғы-хәсрәтте, бер бөтөн моңға өйләндереп, бәйән итәләр. Уның бармаҡтары гармун телдәренә ҡағылмаған да кеүек; әйтерһең, сал сәсле был һуҡыр музыканттың күңел ҡылдарына гармун телдәре туранан-тура тоташҡан да унан ағылып сыҡҡан зарлы моңдарҙы тәкрарлап ҡеүәтләп кенә бара. Хатта был моңдоң йыр моңо икәне лә онотола, ул меңләгән халыҡтың бер күңелдән иңрәү ауазы булып ишетелә. Ул — йәшләй тол ҡалған ҡатындарҙың, етем балаларҙың, урамға ташланған ғәрип-ғөрәбәнең нәфрәт ауазы; музыкант юғары тондарға күсеп, көслө аккордтар алғанда, ниндәйҙер протест, буйһонмаусылыҡ ноталары ҡеүәтле аһәңдәр булып дөрләп китә; улар көрәшкә саҡырыу ораны булып ап-асыҡ яңғырай; урам тулы халыҡтың ер һиңкетеп атлап барыу тауышы ишетелгәндәй булып, уларға ҡушылырға йөрәкте елкетә. Көслө аккордтар фронттағы һалдаттарға өндәү булып яңғырағандай: «Эй, туғандар! Ҡанлы һуғышты туҡтатығыҙ! Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ! Балаларығыҙҙың һәм ҡатындарығыҙҙың ҡанын эсеүселәрҙән үс алығыҙ!»...
...Баш осонан, юғарынан, немец аэропландары беҙҙең тылга осоп уҙҙы. Ауыр снарядтар гөрһөлдәп ярыла. Улар беҙҙең батареяларҙы ҡапшаштыра, алғы һыҙыҡҡа килтерелә торған ғәскәрҙәр, обоздар араһынан үҙҙәренә ҡорбандар эҙләйҙәр. Эҙләйҙәр, табалар һәм кемдәрҙеңдер гонаһһыҙ ғәзиз кәүҙәләрен ботон ботса, ҡулын ҡулса айырып, йыйып ерләр нәмәһен дә ҡалдырмай, тупраҡ фонтандары менән бергә күккә күтәрәләр.
Ә алғы һыҙыҡта бер ни тиклем тыныс, тик һирәк-һаяҡ мылтыҡ атыштары гына ишетелеп ҡала. Окоптағы һалдаттарҙың төҫөнә ҡарарлыҡ түгел: биттәрендә турғай суҡып алырлыҡ та ит ҡалмаған, ирендәре күм-күк, эскә батҡан күҙҙәре һүрән ҡарашлы. Олораҡтарҙы көрәк һаҡалдар баҫҡан; әле һаҡал да сыҡмаған, балалыҡтарынан айырылып та етмәгән йәштәрҙең ҡобараһы осҡан йонсоу йөҙҙәренә ҡарау бигерәк тә ҡыҙғаныс. Барыһының да ҡаштары емерелгән, тештәре ҡыҫылған, сәйнәп ташларға әҙерҙәр. Төнгө ҡарауылдан ҡайтҡандар, позиция нығытыуҙа эшләгәндәр шунда уҡ окоп стеналарына һөйәлеп йә хатта лысҡылдап ятҡан аяҡ аҫтына ауып йоҡлайҙар. Иртәгеһе көн хаҡында уйлауҙан бары ла төңөлгән, ошо минут менән генә йәшәйҙәр. Килеп ярылған һәр бер туп, дошман яғынан атылған һәр пуля үлем алып килә бит.
Уларҙың ҡайҙа килеп ярылырын, ҡайҙа килеп тейерен кем белә. Нисек һаҡланыу әмәлен табып бөтмәк кәрәк. Хатта сиктән сығып йонсоп йоҡоға киткәндә, иртән уянырыңа өмөт юҡ. Был хәлде ғүмерендә лә күреп кисермәгән берәү ҡапыл ошонда килеп эләкһә, аҡылдан яҙыр ине; ә бындағылар йәшәй, сөнки окоп тормошо тәүге минуттан уҡ кешенең зиһенен ала, мейеһен зәғифләтеп, аңын томалай. Был йәһәннәм тормошо кешеләрҙе фекер йөрөтөү ҡеүәһенән мәхрүм итә. Ьәр кем киләһе минутта үҙенең яҙмышы хәл ителеүен көтә. Был хәл ителештең ғәҙәттәге ике төрө бар: береһе — үлем, икенсеһе — яраланып, был ҡот осҡос мәхшәр мөхитенән ҡотолоу. Һуңғыһын һәр кем күңелендә матур хыял итеп һаҡлай; шул уҡ ваҡытта был өмөттөң, ҡылға бәйләп аҫылынған ауыр таш шикелле, теләһә ҡайһы минутта өҙөлөп төшөрөн дә белә.
... «...Ғәҙелбайың тыумай ҙа ҡалғайны бит әле. Һин уны күҙ алдыңа ла килтерә алмайһыңдыр. Тупылдап атлап йөрөй. «Әттә! Әттә!» — тип һине таптыра. Бигерәк үҙеңә оҡшаған. Уға ҡарайым да һине күргәндәй булам. Бигерәк һағынабыҙ шул икәүләп. Һин иҫән-һау йөрөп тиҙерәк ҡайтһын тип, тын алған һайын теләк теләйем.
Иҫә елдәр, иҫә елдәр, Иҫә елдәр файҙаһыҙ... Төндә төштәремдә күрәм, Көндөҙ әллә ҡайҙаһың?..»
...Эй һин, йәш кенә тол ҡатын! Кескәй сабыйың менән һеҙ икәү, моғайын, яҡшы хәбәрҙәр генә көтәһегеҙҙер. Һин кескәй улыңа, атайың тиҙ ҡайта, тип һөйләгән булып, үҙеңдең янған йөрәгеңде йыуатҡан булаһыңдыр; иҫән-һау тиҙерәк ҡайт тип көнө-төнө доғалар ҡылаһыңдыр. Ниндәй ауыр ҡайғылар көтә һеҙҙе — сабыйың менән икегеҙҙе! Ниҙәр күрер икән һеҙҙең башҡайҙарығыҙ?..
... Миңә ҡалһа, бында, окопта ятҡанда, бының өсөн мөмкинлектәр ҙә ҙурыраҡ, — һәр кемдең ҡулында ҡорал бар. Тик, әллә ни эшләптер, һәр кем үҙенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу йәһәтен генә уйлап тик ята. Билдәле инде, кемдең генә бер мәғәнәһеҙгә ятып үлгеһе килһен. Мәғәнәһе, иманы юҡ был һуғыштың. «За отечество! За царя!» — тип ҡубып сығабыҙ. «За отечество» тигәне бик аңлайышлы инде. Уныһы инде, «үҙ әсәң әсән» тигән кеүек, ҡаныңа һеңгән. Эле Наполеон яуында уҡ бының өсөн меңдәр-миллиондар башын ихлас һалған. Тик бөгөн «за царя» тип күкрәген пуля йәки штыкка ҡуйыусы мөкиббән киткән иҫәрҙәр көн һайын кәмей бара. Батша менән уның ярандары ҡотороп типтереүҙәрен дауам итһен, уларҙың тыныс типтереүҙәрен һаман да һаҡлайыҡ тип, хәҙер кемде генә инде үлем ғәрәсәтенә ышандырып ҡыуып алып бараһың? Тик ойошҡанлыҡ етмәй, минеңсә; һалдаттар берҙәм рәүештә һуғыштан ҡотолоу өсөн көрәшкә ҡалҡһын тиһәң, ойошҡанлыҡ кәрәк, ситтән ниндәйҙер бер ҙур этәреш кәрәк, барыбыҙҙы ла бер көслө ағым итеп тупларлыҡ бер ҡеүәтле оран кәрәк. Был оран бер юлы бөтөн фронт буйлап таралһын, бер тында бөтә кешеләрҙең уй-хистәрен ялмап, биләп алһын ине. Беҙ һәр сәғәт ошо оранды көтөп йәшәйбеҙ. Йә ҡапыл бер ҡырҡа боролош рәүешендә, һис юғында, солох хаҡындағы бер хәбәр булып килһен ине был көткән нәмәбеҙ. Тик көткән нәмәбеҙ һаман юҡ та юҡ...
... — Бына бит, нимәгә кәрәк беҙгә һуғыш? Һуғыш беҙгә лә, немецтарға ла бер тингә лә кәрәкмәй. Бер тинлек файҙа юҡ унан беҙгә! Һуғыш — империяларын киңәйтер өсөн — батшаларға, чиндарын арттырыр, дан ҡаҙаныр өсөн — генералдарға, тауарҙарын күберәк үткәрер, кеҫәләрен ҡалынайтыр өсөн капиталистарға кәрәк. Э беҙҙең ағай-энегә — эшсе-крәҫтиәнгә унан ни файҙа? Бер файҙа ла юҡ. Ә һуғышта кемде ҡыралар тиһәң — беҙҙең ағай-энене. Меңәрләп, йөҙәр меңләп ҡыралар. Ә күпме кеше өйөнә эшкә яраҡһыҙ булып зәғифләнеп ҡайта? Һуғыш бөткәс, улар өсөн кем ҡайғыртыр, хәстәрлек күрер тип уйлайһығыҙ? һәләк булғандарҙы ла бары етем ҡалған балалары, итәк тулы бала менән тол ҡалған ҡатындары ғына ҡайнар күҙ йәштәрен түгә-түгә иҫкә алырҙар, күбеһе, тоҡсай аҫып, бер һыныҡ икмәк теләнергә ил өҫтөнә сығып китер. Ә батшаға — үҙе еңде ни ҙә, уны еңделәр ни — барыбер, ул үҙ урынында ҡаласаҡ, генералдар, офицерҙар чиндарын һәм наградаларын барыбер аласаҡтар, ә капиталистар һуғыш биргән килемдәрен һанарҙар. Бына шуның өсөн генә алып барыла һуғыш, бына шуның өсөн һалына эшсе-крәҫтиән ағай-энеһенең ғәзиз баштары. — Иртуғанов үҙенең һүҙен шулай тип бөтөрә: — Баштарын һалғандар бында — ер ҡуйынында ҡалырҙар ҙа тынысланырҙар. Ә тегендә ҡайтҡандар йәнә ҡайғы-хәсрәт кисерергә, ярты тингә тир түгергә, бил бөгөргә мәжбүр булырҙар. һуғыштан байлыҡ туплап ҡалған капиталистарҙың тупһаларына барып, кәпәс һалырҙар, үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәп, тегеләрҙе йәнә нығыраҡ байытыр өсөн көстәрен сарыф итә башларға мәжбүр булырҙар.
— Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ысынлап та шулай бит! Алйоттар беҙ, аңһыҙ хайуандар, шул ғына! —- тип зәһәрләнеп ҡулын һелтәй бер һалдат.
...Минең алдымда ла бер немец мәйете ята. Уның, ни эшләптер, яраһы ла, аҡҡан ҡаны ла күренмәй — ҡаты йоҡоға талған кеүек ята ул. Күҙе ҡыҫыҡ ҡына ҡалған, бер ҡулын күкрәгенә һалған, икенсеһен ситкә ташлаған. Быға тиклем минең бер генә лә мәйеткә былай тексәйеп ҡарап торғаным юҡ ине. Ә был юлы эргәмдә генә берәү ята, мин ирекһеҙҙән уға нығытып ҡарайым. Уның сумкаһын ҡутарған һалдат миңә бер төргәк хаттар һәм фотокарточкалар сығарып бирҙе. Фотоларҙың береһендә был һалдат фронтҡа китер алдынан төшкән, ахырыһы. Ул үҙе өр-яңы хәрби формала; уның эргәһендә сәсен шыма итеп тараған, ауылса итеп тегелгән шаҡмаҡлы кофта һәм ҡара оҙон юбка кейгән йәш ҡатын тора. Уның йөҙөндә ҡайғы шәүләһе. Уларҙың ике яғына — береһе ете, береһе биш йәштәр самаһындағы ике ҡыҙыҡай баҫҡан. Улар ҡыҫҡа ғына аҡ күлдәктәр кейгәндәр, сәстәренә күбәләк банттар таҡҡандар. Ҡыҙҙар икеһе лә көләс йөҙлөлөр. Әлбиттә, был сабыйҙар аталарын ниндәй ҡурҡыныслы юлға оҙатҡандарын аңлап етмәйҙәр. Бары аталары кейеп алған өр-яңы хәрби формаға һоҡланып, уның менән ғорурланып ҡарайҙар. Эй сабыйҙар, әле һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ бит әле! Атайығыҙҙың әле ниндәй хәлдә ятҡанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ!
Минең алдымда ятҡан үлек немец һалдаты тере сағында был карточканы алып, уға күҙҙәрен мөлдөрәтеп-мөлдөрәтеп бик йыш ҡарап торғандыр, һөйөклө ҡатынын һәм ҡыҙҙарын өҙөлөп-өҙөлөп һағынғандыр. Ә был хаттарҙа, моғайын, мөлдөрәмә тулы һөйөү һәм һағыш һүҙҙәрелер.
Немецса уҡый алмауыма үкенеп, мин хаттарҙы ла, карточкаларҙы ла мәйеттең сумкаһына кире һалып ҡуям. Бынан һуң да, күҙемде айырып ала алмағандай, мәйеттең йөҙөнә ҡарап торам.
Меҫкенкәйем! Ни өсөн һуғышып йөрөнөң һин? Минең менән һинең арала ниндәй генә дошманлыҡ булһын инде? Әйтерһең, ата малы бүлешәбеҙ! Дошман булыу түгел, беҙ бер-беребеҙҙе белмәй инек тә бит. Хатта бына беребеҙ мәйет булғас ҡына күрешергә тура килде. Нимә хаҡына беҙ бер-беребеҙҙең күкрәгенә тоҫҡап, үлем пулялары аттыҡ икән? Бер талай ваҡыттан бына һинең үлем хәбәре ғаиләңә, балаларыңа, яҡындарыңа барып юлығыр. Улар сәстәрен йолҡоп илашырҙар. Улар әле һинең был донъяны ҡуйғаныңды белмәй ҙә бит; улар әле сәғәт, минут һанап, һинән сәләм хаттар көтә. Ә һин инде һалҡын окоп төбөндә һуңғы тыныңды алып, ғәзиз йәнеңде биргәнһең. Һин хәҙер мәңгегә ер ҡуйынына инәсәкһең. Һинең бит хатта үҙеңдең айырым ҡәберең дә булмаясаҡ. Дошман мәйеттәрен улай тәрбиәләп айырым-айырым күмеп торорға ҡайҙа инде ул ваҡыт, айырыуса теләк! Һөйөклө ҡатының, балаларың, туғандарың бары үҙеңдән ҡалған рәсемеңде генә, күкрәктәренә ҡыҫып үбә-үбә, күҙ йәше менән сылатырҙар...
...Көҙгө аяҙ көндәрҙә Украинаның яландары, урмандары иҫ киткес матурҙар. Һауала томанһып тын торған төтөн шаршауы аша һарғайған япраҡлы ағастар, өҫтәренә алтын бөркәнсек ябынған төҫлө, ғәжәйеп матур күренәләр. Емеш баҡсаларына күмелеп ултырған ап-аҡ хаталар, күңел тыныслығына, ялға өндәп, тәҡәт бирмәй әүрәтеп, үҙҙәренә тартып торалар.
Тик алғы һыҙыҡҡа яҡын урындарҙа бындай матур күренештәрҙе табып булмай инде. Ауылдар ҡыйратылған, үртәлгән, өйҙәр урынында көл-күмер өйөмдәре генә ҡалған. Гүзәл урмандар ҙа снарядтарҙан теткеләнеп бөткән, һынған, сәрпәкләнгән, тураҡланған ағастар, үлә алмай ғазапланған ҡаты яралыларҙы хәтерләтеп, иңрәшәләр төҫлө. Был күренештәр күңелгә бигерәк ауыр тойола.
Урманда ауыр снарядтар ярылғанда, йөҙйәшәр имәндәр, биҙгәк тотҡандағы шикелле, ҡалтыраналар, бер туҡтауһыҙ ҡыҙғаныс ыңғырашалар. Уларҙың иңрәүҙәре йөрәктәргә үтеп айҡап сыға торған моң-һағыш, хәсрәт менән тулы украин йырҙарын хәтерләтә. Улар әле һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын үҙ елкәләрендә татыған украин халҡының әсе аһ-зарының ауаздары булып ишетеләләр. Сабыйҙарын күкрәктәренә ҡыҫып, яна башлаған өйҙәренән ҡасып сыҡҡан меҫкен ҡатындарҙың ҡурҡыуҙан аларған күҙҙәре, буҙарған йөҙ-сырайҙары күҙ алдына баҫа...
...Бында «Ваҡыт», «Йолдыз», «Нур» газеталары, «Дин вә мәғишәт», «Шура» журналдары һәм төрлө дини китаптар бар ине. Мин китаптарҙы иғтибарһыҙ ғына мендәр аҫтына тыҡтым да газета, журналдарҙы йотлоғоп уҡый башланым. Миңә, һуғыштың ҡот осмалы ут-һыуҙарын кискән кешегә, татар газеталары бик булдыҡһыҙ, йомшаҡ булып күренде. Уларҙа беҙҙең йөрәктәрҙә ҡайнаған уйҙар ҙа, беҙҙең телдәр әйтергә ҡысып торған һүҙҙәр ҙә — береһе лә юҡ ине. Фронттағы хәлдәр хаҡында яҙылған мәҡәләләр, балалар уйыны хаҡындағы шикелле, үтә бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ яҙылғайны. Күберәк урын дин мәсьәләләренә бирелгән. Үлемесле һуғыш барғанда, бик күп халыҡтарҙың яҙмыштары ҡыл өҫтөндә торғанда, һуғыш яланында миллионлаған ғәзиз баштар һалынғанда, татар матбуғаты муллалар, мәсеттәр хаҡында бик ҙур хәстәрлек менән тулған, әйтерһең дә, бөгөнгө көндә шунан да ҙур, мөһим мәсьәлә юҡ донъяла. Ниңә был газеталар фронттарҙа бер ҙә юҡҡа һәләк булған миллиондарҙың нәфрәт ауаздарын сағылдырмай? Ниңә улар ошолай мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоуға ҡаршы көслө оран күтәрмәйҙәр? Нисек күтәрһендәр инде, уларға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын тигәндәй, үҙҙәрен тәьмин иткән хужаларының табандарын яларҙай булып, улар алдында ялағайланалар.
Был газета һәм журналдар миңә көтөлгән рухи аҙыҡты бирә алманылар. Ҡоро ымһыныуым ғына булды. Улар миңә йәндән мәхрүм әшәке нәмәләр булып тойолдолар, бары асыуымды ғына ҡабарттылар. Йөрәктәрҙе ярһытып, тотоп тыйғыһыҙ дәрт менән тултырыусы ялҡынлы һүҙҙәр уҡығы, көслө оран булып яңғыраған йырҙар ишетке, уларға эйәреп, азатлыҡ өсөн ҡайнар көрәшкә атлыҡҡы килә...
...— Беҙҙең ғәскәрҙәр хәҙер гел сигенә. Беҙ һуғышта еңеләсәкбеҙ икәне көн кеүек асыҡ хәҙер, сөнки хөкүмәт башында эшкинмәгән бәндәләр ултыра, командование ла бер нигә яраҡһыҙ, буштан-бушҡа миллионлаған һалдатты ҡырҙыртты, ә бында һимеҙлектәренән сыҙаша алмаған жандармдар бер ғәйепһеҙ эшселәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аттыралар, төрмәләр лыҡа тултырылған. Бындай хәл шул көйөнсә өҙлөкһөҙ дауам итә алмаҫ. Халыҡ, бер килеп, ҡалҡыныр ҙа әйтер: «Был хөкүмәт ил менән идара итерлек түгел, сөнки ул беҙҙеке түгел, беҙ хәҙер үҙ хөкүмәтебеҙҙе һайлап ҡуябыҙ!» Хәҙер эш шуға бара.
...— Һуң әҙерәк мейеләрҙе ҡыбырлатып, ошо ябай ғына хәҡиҡәтте төшөнөргә ваҡыт бит инде! Кем өсөн түгәбеҙ беҙ был ҡан даръяларын? Аңра һарыҡтар өйөрө беҙ, вәт! Их, бөтөн донъя ишетерлек итеп ҡысҡырыр әмәлен табаһы ине. Һуғымға килтерелгән хайуанмы ни беҙ? Тик шуға оҡшап торабыҙ инде... Үҙ ҡәҙеребеҙҙе үҙебеҙ белеп, тауыш күтәрмәгәс...
Бына шулай ҡапыл ғына ул ялҡынлы үткер һүҙҙәр һибергә тотона, улар, мейегә үтеп инеп, көйҙөргөс осҡондар ҡабыҙалар, тәрәнгә йәшеренеп йоҡомһорап ятҡан фекерҙәрҙе уяталар, терелтәләр. Кемдеңдер алҡымынан матҡып алып, һелкетке килеү теләге тыуа.
Бындай мәлдәрҙә Индрил, ниңәлер, һул ҡулының бармаҡтарын тырпайтып, сәсен өҙлөкһөҙ артҡа тарарға тотона. Был ваҡытта уның киң тигеҙ маңлайы тағы ла киңерәк булып күренә, ә ҡара күҙҙәре тағы ла үткерерәк ҡарашлыға әйләнә. Уның күңелен көслө тойғолар биләп алғанда, йөҙөндә айырыуса рухланыу билдәләре балҡып яҡтырып китә. Ул, бер нөктәгә төбәлеп, һүҙен башлап алып китә:
— Минеңсә, донъя һуғыштан һуң да был хәлендә ҡала алмаҫ, ҡырҡа үҙгәрер. Ни әйтһәң дә, кешенең аҡылы тик тормай, һаман эшләүендә, яҡшы тормош әмәлдәрен әҙләүендә бит. Ҡасандыр бер Стенька Разин да, Пугачев та иҙеүселәренә ҡаршы яу булып баш күтәргәндәр. Ниндәй ваҡытта әле! Ә 1905 йылда Петроградтың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр. Питер эшселәренә был юлы бөтә һалдат, бөтә ил ҡушылһа, улай ғына булмаҫ әле...
Бик оҙаҡ һөйләй ул был хаҡта, һөйләгән һайын рухлана бара...
...Полковниктың сәләменә һалдаттар бер теләкһеҙ, тырым-тыраҡай яуап бирҙеләр. Полковниктың йөҙө ҡомһарып уҡ китте.
— Туғандар! — тип беҙҙең алда телмәр һөйләргә тотондо ул. — Һеҙ — батыр һуғышсылар, һеҙ инде һуғыш яландарында булып, ватан өсөн ҡандарын түккән кешеләр. Тыуған илде яуыз дошмандан һаҡлауҙы дауам иттереү өсөн һеҙгә яңынан фронтҡа китергә тура килә. Беҙ һуғышты тулы еңеү менән тамам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең еңәсәгебеҙгә шик юҡ, ул саҡта дошман беҙҙән солох үтенәсәк, шунан инде һуғыш та бөтөр. Беҙҙең арала хыянатсылар бар, улар беҙҙең еңелеүебеҙҙе теләйҙәр, улар беҙҙең ватаныбыҙҙың ҡыйралыуын теләйҙәр, аҡ батша хәҙрәттәренә тел тейҙерәләр. Улар — немец шпиондары. Әгәр араларығыҙҙа шундай кешеләр барлығы беленә икән, уларҙы тотоп бирегеҙ, был — һәр бер намыҫлы рус һуғышсыһының бурысы. Беҙгә Яңы йылда барығыҙға ла бәхет теләйем! Данлыҡлы рус армияһының ҡоралына еңеү теләйек! Ура!..
Һалдаттар полковниктың һүҙен насар ҡеүәтләнеләр — «ура» тауышы бик шыйыҡ, һүрән һәм тарҡау ишетелде.
Шул мәлдә ниндәйҙер бер буш йәшник табып килтерҙеләр. Уға штатский кейемдәге кеше менеп баҫты. Ул эшләпәһен систе лә ҡулдарын болғай-болғай һөйләргә тотондо. Уның тауышы, йәш әтәстеке кеүек, сыйылдаҡ һәм йәмһеҙ ине.
— Ҡәҙерле туғандар! Бөйөк Россияның тоғро улдары! — тип һүҙен күңел болғатҡыс шәрбәтле итеп башланы ул. — Беҙҙең ватаныбыҙ әле ауыр көндәр кисерә. Дошмандар беҙҙең еребеҙгә ҡыйратыусы, үлемесле йәҙрәләрен һибеүҙәрен дауам итәләр. Дошмандар беҙҙең ерҙәребеҙҙе баҫып алырға теләй, беҙҙе ҡолдар яһарға теләй. Юҡ, рус халҡы быға ирек ҡуймаҫ. Ул һуңғы тамсы ҡаны ҡалғансы, үҙенең ватанын һаҡлар, үҙенең бер бөтөн бөйөк империяһын яҡлар. Мин социал-демократтар партияһы исеменән шуны белдерәм: беҙ ватаныбыҙҙы һатырға теләмәйбеҙ. Ауыр һынау көндәрендә һәр кем бар көсө менән ватанға ярҙам итергә тейеш. Беҙҙең дәүләтебеҙ еңгәс, беҙҙең ил еңеү тантанаһы үткәргән саҡта, хөкүмәт алдында үҙебеҙҙең талаптарыбыҙҙы ҡуйырбыҙ, ә хәҙергә бөтә көсөбөҙҙө ватанды һаҡлауға ғына сарыф итергә тейешбеҙ. Беҙҙең арала ниндәйҙер ҡотҡо һүҙҙәрен бышылдап, йәшерен рәүештә тарҡатыу эше алып барған дошмандар һүҙенә бирелмәйек, дошманды үҙ еребеҙҙән ҡыуып сығарайыҡ! Хәҙер ватанға һөйөү һәм уға бирелгәнлек бар нәмәнән дә өҫтөн торорға тейеш!..
Ҡапыл ораторҙың таҫма кеүек һыҙылып ҡына аҡҡан һүҙҙәрен аранан уҫал ҡысҡырыуҙар бүлде:
— Долой хыянатсыны!
— Долой һатлыҡ йәнде!..
...— Был һуғыш бары капиталистар мәнфәғәтендә генә асылған, ә эшселәр һәм крәҫтиәндәр өсөн бары ҡанлы фажиғә булып ҡына тора. Һуғыш — кешелектең тәнендә үлемесле, ғазаплы шешек ул. Уны һис ҡыҙғанмай ярып ағыҙырға кәрәк. Һуғышҡа ҡаршы һуғыш асыу, революция — бына ошо операция була ла инде. Был лозунгыны большевиктар күтәргән. Уларҙың байрағы кешелекте һәләкәттән ҡотҡарыу байрағы булып тора. Большевизм — ул кешелектең выжданы. Большевизм — кешелек донъяһының кешелеклеге өсөн көрәш. Был көрәште бары эшсе синыф үҙенең большевиктар партияһы етәкселегендә ярлы крәҫтиәндең берҙәм ярҙамына таянып ҡына алып бара һәм унда еңеп сыға ала...
...Бар донъя усым төбөндә, мин бар кешене лә күреп торам. Улар ҡуҙғалалар, мейеләрен ҡыбырлаталар, шатланалар, ҡайғыралар, нимәлер эшләйҙәр, көңгөр-ҡаңғыр килеп һөйләшәләр, эләгешеп китәләр, һуғышалар, ҡан ҡойошалар. Улар араһында төрлөһө бар: бәләкәйҙәре бар, ҙурҙары бар; томаналары бар, ғалимдары бар; аҡыллылары бар, ахмаҡтары бар; сабый кеүек саф күңеллеләре бар, йыландай мәкерлеләре бар... Улар бер-береһен беләләр... Шулай ҙа йәнәш йәшәйҙәр... Ҡайһы берҙә, белмәмешкә һалышып, күҙ йомалар... Йыртҡысты таяҡ менән ҡотортоп ырылдатмауым хәйерлерәк, тип иҫәпләйҙәр... Тик йыртҡыс барыбер уларҙы бер килеп быуа... Шуға күрә йыртҡысты йә тәүҙә үк юҡ итергә, йә ситлеккә ябырға кәрәк...