Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?
Нәҡшбәндийә тәриҡәтенең әүлиә Шәйех Мөхәммәт Нәзим әл-Хаҡҡани әр–Раббани тарафынан һөйләнгән вәғәҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға. Уның улы әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәт Кипр утрауында йәшәй. Ул беҙҙең тарафҡа ике тапҡыр килеп ҡайты. Был вәғәҙҙең эстәлеге бөгөн илдә барған болғанышты аңламаған иманлы, үҙҙәрен мосолман тигән әҙәмдәргә бик ҡағыла. Мөфтийҙәргә тиклем һаҙлыҡҡа батып, ялғанды хаҡ итеп, дөрөҫлөктө алдашыу тиеп, ысынбарлыҡта үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан һәм был ҡырылышта һәләк булған аңһыҙҙарға йәннәт булырмы? Нисек улар бер туҡтауһыҙ ил башы ауыҙынан сыҡҡан тиҫтәләрсә ялғанды, алдаҡсы һүҙҙәрҙе Ҡөръәнгә, Аллаһыға һылтанып аңлатыр? Йә мөьмин мосолман ҡәрҙәш, 20 йылдан ашыу алдаҡсы ауыҙынан сыҡҡан һәм бөтә донъя ишеткән йөҙ тиҫтәләрсә ялғанды аҡлай алаңмы? Йәшәгән донъябыҙ яҡшырып ҡалды тиеңме? Шулай итеп хаҡлыҡты фани донъя рәхәтлегенә һатыңмы, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығып? Читать далее
Архив метки: ялған
Ялғанға инаныу!
Ялғанға инаныу!
Был фани донъябыҙҙа ялғанға инаныу, ялғанға ышаныу, алдаҡ һәм боҙоҡлоҡҡа ҡоролған тормошобоҙҙа әҙәм балаларының, шул иҫәптән үҙҙәрен мосолманға һанаған әҙәмдәрҙең һаҙлыҡҡа батҡандарын күрәбеҙ. Берәүҙәре белемһеҙлектәре арҡаһында, икенселәре алған ғилемдәренән фәтүә алмай ике йөҙлөлөккә – монафиҡлыҡҡа баталар. Көнө-төнө барған ялғанды ысынбарлыҡ итеп, донъяларын имеш дошмандан һаҡлайҙар. Үткән вәғәҙҙәрҙә был Дәджәл фетнәһенең репетицияһы икәнен аныҡ аңлатҡайным.
Мәүләнә Йәләлетдин Руминың «Мөхәббәт һәм Мәғрифәт», «Мөхәббәт сере» китабтарынан алынған өҙөктәрҙе файҙаланып төҙөлгән вәғәҙҙе уҡып үтәйек.
أَفَلَا يَتَدَبَّرُونَ الْقُرْآنَ أَمْ عَلَى قُلُوبٍ أَقْفَالُهَا
Ә фәләә йәтәдәббәруунәл-Ҡур'әәнә әм ғәләә ҡулүүбин әҡфәәлүһәә.
«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» (Мөхәммәд, 24). Читать далее
Ялған, ялғансылыҡ
Ялған, ялғансылыҡ
Ялған һүҙҙәр таратҡан ялғансылыҡ күренештәренә беҙ йыш тап булабыҙ. Ҡайһы бер әҙәмдәр башҡаларға ҡарата әллә көнсөлөктән, әллә инде күрә алмауҙан алдыҡ, уйҙырма, ялған һүҙҙәр тараталар. Һәр кем тиерлек берәүҙең үҙенә ҡарата ялған һүҙҙәрен ишеткәне барҙыр. Бер яҡтан иманһыҙҙар шундай бысраҡ эш менән булышһалар, икенсе яҡтан үҙен иманлы тип атаған, үҙен мосолман тип һанаған кешенәндә ишетергә мөмкин. Булмаҫ тиһәгеҙ, бына әле үҙен РБ ДУМ мөхтәсибе тип йөрөткән әҙәмдең бер ни сәбәпһеҙ миңә ғәйеп яғып бер бәләкәй генә интернет комментариендә биш-алты ялған ҡыҫтырған. Мөхәммәд ғәләйһисәләмдең замандашы, сәхәбә Абдуллаһ ибн Джәрад Пәйғәмбәребеҙҙән: «Мөьмин кеше зина ҡылырмы?» — тип һораған. «Бәлки, ҡылыр», — тигән ул. «Ялған һөйләрме һуң?» — тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ: «Юҡ, һөйләмәҫ», — тине һәм Ҡөръәндә: «Фәҡәт иман килтермәгәндәр генә ялған һөйләр», — тигән аятты уҡыны.
إِنَّمَا يَفْتَرِي الْكَذِبَ الَّذِينَ لَا يُؤْمِنُونَ بِآيَاتِ اللَّهِ وَأُولَئِكَ هُمُ الْكَاذِبُونَ
«Иннәмәә йәфтәрил-кәҙибә-лләҙиинә ләә йүьминүүнә би'әәйәәти-лләәһи үә үләә'икә һүмүл-кәәҙибүүн». Читать далее