Киләсәк хәлебеҙ
1983 йылдың 5 октябры, төнгө сменала колхоздың баҫыуың ДТ-75 тракторы менән һөрәм. Көндө ҡапыл һыуытып ебәреп, алда тракторҙың фар яҡтыһында ап-аҡ эре ҡар яуып баҫыуҙы ағарта, арта инде һуҡҡа аҡтарған ҡара бураҙна ҡала. Ошо ғүмеребеҙҙең ағында ла һәм ҡараһында ла йәшәп тормоштың асылына төшөндөкме һуң әле?
Ошо йылдың 16 октябрендә Совет армияһы сафына саҡырылдым. Өфөнән бер аҙна ялға кире ҡайтарылып 28 көнө тимер юлы вокзалынан инде Анапа ҡалаһына моряк-пограничниктәр мәктәбенә юландыҡ. Ауылдың, мәктәптең һәм профтехучилищенең бөтә китап-журналдарың уҡыған, тик Лениндың һәм Сталиндың — «миндә – мин» тигән томдарын тотоп ҡарап, уҡымаған һәм һәр саҡ йылмайып йөрөгән егеттең ҙур донъяға сығыуы башланды... Читать далее