Киләсәк хәлебеҙ
1983 йылдың 5 октябры, төнгө сменала колхоздың баҫыуың ДТ-75 тракторы менән һөрәм. Көндө ҡапыл һыуытып ебәреп, алда тракторҙың фар яҡтыһында ап-аҡ эре ҡар яуып баҫыуҙы ағарта, арта инде һуҡҡа аҡтарған ҡара бураҙна ҡала. Ошо ғүмеребеҙҙең ағында ла һәм ҡараһында ла йәшәп тормоштың асылына төшөндөкме һуң әле?
Ошо йылдың 16 октябрендә Совет армияһы сафына саҡырылдым. Өфөнән бер аҙна ялға кире ҡайтарылып 28 көнө тимер юлы вокзалынан инде Анапа ҡалаһына моряк-пограничниктәр мәктәбенә юландыҡ. Ауылдың, мәктәптең һәм профтехучилищенең бөтә китап-журналдарың уҡыған, тик Лениндың һәм Сталиндың — «миндә – мин» тигән томдарын тотоп ҡарап, уҡымаған һәм һәр саҡ йылмайып йөрөгән егеттең ҙур донъяға сығыуы башланды...
Ул ваҡытта бала саҡта дин тураһында ла уҡылды. Советтарҙың татар авторы Гөбәйҙең Ҡөръәнгә ҡаршы татарса яҙылған атеистик китабында уҡыным. Татар телендә лә шыма уҡырға өйрәндем. Шөкөр, әсәйем, мәрхүмә инде ауылдың почта хеҙмәткәре булды. Төрлө-төрлө гәзет-журналдар ул ваҡытта бик күп булды, һәр береһен уҡырға тырыштым. Телевизорҙан Капица тигән ғалимдың «Очевидное и невероятное» тигән тапшырыуҙарын ҡарап, институтта уҡып йөрөгән ағайымдан нимә ул «теория вероятности», тип ныҡыша торғайным. Ә инде бала саҡта, урамдағы балалар менән уйнаманым тиерлек, сөнки тиҫтерҙәрем менән бер йәштә булһам да, уларҙан аңым менән оло инем. Уйнауҙы бала-сағы эше тип һананым. Ары мәктәптә яратмағаным: 1 һәм 9 май митингыларына мәктәптән өйөрөлөшөп барыуҙы киске көтөүҙөге малдарҙың баҡырышып, саң туҙырып ҡайтыуҙарына оҡшаттым. Шул саңдар туҙырып, барабандар ҡағып, горндар ҡысҡыртып барған балалар өйөрөндә булғанда ғәрләнә торғайным. Был пионерия, комсомол кемгәлер идея булһа, кемгә уйын, кемгә башҡа нәмә, әммә күбебеҙгә көсләп ятларға ҡушылған йәмғиәт талабы ине. Хеҙмәттә уҡыуҙаң һуң ҡалған 2.5 йыл буйы ваҡытта коммунисткә алырға маташтылар, әммә бурҙар менән бергә булмайым тигән яуабым булды. Ни эшләп бурҙар, сөнки күҙ алдында коммунистәр иген һәм башҡаһын урлаша, уларға ғына дефицит, машина, орден, премия һәм башҡаһы, үҙҙәренең партияһына кемде етте шуларҙы план менән алалар ине, күпселекте үҙ итер өсөн.
Тәүге тапҡыр СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының рәйесе һәм мөфтөйө Тәлғәт Сафа улы Таҗетдинев тураһында «Наука и религия» тигән совет журналынан уҡыным. Имеш, ул вертолетта төпкөл ауылдарға осоп барып муллаларҙы туҡмап йөрөй тип яҙылғайны. Бәлки булғандыр, уның бизнес менән булышҡаны беҙгә әле лә сер, йәшерен. Күрше татар муллалары йыйылған саҙаҡаларын Өфөгә илтә торғайны.
Әбәм – өләсәйем, атайымдың әсәһе динле булған, ул саҡ ҡына бер образда иҫтә ҡалған, уның был донъянан киткәнендә миңә ике йәш булғандыр. Ил гиҙеп йөрөгән суфыйҙарҙың беҙгә килеп киткәндәре мәғлүм. Ҡайһы йыл булғандыр, әсәйемдең һөйләүе буйынса йәйҙең күк күкрәп, йәшнәп ямғыр яуған ваҡытында йәшен шары тәҙрәне тишеп, өйгә осоп инеп, ҡайҙалыр ятҡан туҡмас таяғының үҙәге аша үтеп, стенала торған Сталин портретына һуғылып, шартлап, уны ваҡ ҡына киҫәктәргә тураны тигәне иҫтә ҡалған. Сталин портреты ул ваҡытта стенала элеүҙе торғас был хәл 1953 йылдарға тиклем, был тирандың донъянан китеүе алдынан булғандыр. Был ғәжәп хәл ул ваҡыттағы әҙәмдәрҙең һәм хәҙерге көндәрҙә лә уны Аллаһ урынына күргән тирандың ер йөҙөнән һөрөләсәгенә ишара булғандыр. Аллаһ үҙ бөйөклөктәрен күрһәткән халыҡты тирандары менән ҡуша һөрәсәкмен тигән бит. Халыҡ шул ябай хаҡиҡәтте аңламай, тарихта күпме инде бөйөк империялар булһа ла улар юҡҡа сыҡты.
Һүҙ башын 1983 йылдан башлағайным, унан бер йыл алда СССР Юғары Советы Президиумы председателе Леонид Ильич Брежневты гөрһөлдәтеп ҡәбер соҡорона төшөрөп ебәргәндәрен күптәр телевизорҙан күргәндер. Уның артынан 1984 йылда ил баштары Ю. В. Андроповты, 1985 йылда К. У. Черненконың ғүмерҙәре өҙөлөп ер аҫтына бер-бер артлы барып инделәр. СССР-ҙы һағынғандар ғына уларҙы иҫкә алалыр, тик бер хаҡиҡәтте оноталар – кире ул заманды ҡайтарып булмай! Бөтә илдәргә һуғыш иғлан итһәгеҙҙә! Ул ваҡытта 14 туғандаш республиканы, шикләнмәйенсә әйтә алам, был хакимлек халыҡтарҙы яулап, баҫып алып, репрессиялар, депортациялар, атыу-ҡырыу, һуғыш, яһалма аслыҡ менән көсләр берләштергән, йөҙҙәрсә милләтән торған бөйөк СССР-ҙың етмеш йыл тарихы бер көндә ауҙы түгелме? Был ил баштарынан һуң килгән СССР-ҙың беренсе президенты Михаил Горбачёвты был эштә ғәйеп итеп маташалар. Ахмаҡтар бер социал стройҙа мәңге түгел, әгәр ул боҙоҡлоҡта, бурлыҡта, халҡын кәмһетеүҙә, иҙеүҙә һәм динһеҙлектә булһа!
1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем 40 йыл ғүмер үтте. Мин һәм һеҙ ҡәрҙәштәр был донъяның ни белемең алдығыҙ һуң? Төрлө һынауҙар үтеп, тормоштың мәшәҡәттәрен күреп, ниндәй һығымталарға килдегеҙ һуң? Ярай, үҙебеҙҙе динле тиебеҙ, Ҡөръәндең бер-нисә аяттарын ятлай белеп, уны уҡый беләбеҙ, ары-бире хәҙистәргә таянабыҙ. Динебеҙҙең бөтә асылын белергә ғалимдарҙыңда башы ла, хатта тиҫтәләрсә бер-артлы ғүмерле булһа ла, етмәҫ. Йә кем ошо донъяның етерлек тормош һабағын алды? Мин мулламын, мин мосолманмын, мин шәриғәттең бар нәмәһен теүәл үтәймен, мәсеттәр төҙөнөм, балалар уҡытам, йоманы алып барам һәм башҡаһы... Шул ғына бит һәм шул арҡала үҙҙәрен «мин тәүәккәл мөьминмен» тип, әйтергә маташалар.
Күптәр үҙҙәрен диндәмен тип әйтергә тырышыр, әммә улар ошо көндөң боҙоҡ идеологияһында, боҙоҡ һәм яман эшендә ҡатнашыусылар, элекке совет образына ҡандары һәм мейеләре менән һеңгән әҙәмдәр шул. Ошо совет ҡалдығынан айырыла алмағандар бар әле.
Өфө Ислам университетендә алты йыл заочный бүлегендә уҡыным. Кемдәр уҡыны минең менән? Әлеге 1985 йылдың перестройканан һуң эшһеҙ ҡалған йә иһә пенсияға сыҡҡан совхоз председателдәре, инженерҙәре һәм башҡаһы. Эргәбеҙҙә әле кемдәр мулла – элекке бригадирҙәр һәм сельсовет эшмәкәрҙәре, түрәлеккә үтә алмай, муллалыҡта халыҡ өҫтөнән хакимлыҡ тапҡан кешеләр. Улар тәүбәгә килгәндәр бит, шәһәдәт әйтеп динебеҙҙе күтәрәләр, тиеп әйтеүселәр булыр. Күпме эш башҡаралар, мәсеттәр төҙөйҙәр һәм башҡаһы. Аллаһ әйтер: «Беҙ диндәбеҙ тип әйтерҙәр, әммә улар көфөрлөктә булырҙар».
Беҙҙең күпселек халыҡҡа совет коммунистик идеологияһы башына ныҡ туҡылған. Әлеге йәшәп ятҡан ваҡытыбыҙҙа дин дошманы булған коммунистәрҙең хакимлеге ҡолап, улар үҙ идеяларын һатып, һатлыҡ йәнгә әйләнеп единоросс булып китеп, бурлыҡҡа төшөп ил талауҙа әүҙем булдылар. Икенсе төрлө әйткәндә, хатта раҫ һүҙ – суҡынған коммунистар улар хәҙер. Һәм бер туҡтауһыҙ ялғанды һәм алдашыуҙы үҙ иткән шайтан аҡтыҡтары. Улар ыңғайы ялғанды кире ҡаҡмаған, уны йәшәүҙең бер өлөгөһө итеп алған мосолмандар илебеҙҙә көн күрә түгелме? Күптәре донъябыҙ яҡшырҙы тип алдана. Һәр бер хакимлек ул үҙ халҡының тормошон ҡайғыртырға тейеш, уның йәшәү шарттарын яҡшыртыр ине. Әммә беҙҙә, был хатта ҡайһы бер өҫтә ултырғандарҙың әйтеүе буйынса был осорҙа алтын, аҡса ямғыр булып яуҙы, әммә халыҡ ярлы, хәйерсе булып ҡалды. Сөнки улар урлашып, талап, ҡалъялағы итте ашап һөйәген халыҡҡа ырғыттылар. «Мә, көсөк, тығын» тинеләр.
Был эшкә, бурлыҡҡа, уғрылыҡҡа, талауға, махинацияларға, коррупцияларға, бер туҡтауһыҙ ялғанға күҙ йомған мөфтиәттәрҙе алайыҡ – улар тик боҙоҡ хакимдар ҡушҡанды үтәргә әҙер торған ҡуштандар булды. Боҙоҡ хакимдар тип әйтәм, сөнки улар үҙ халҡын һәр саҡ алданылар. Юҡ вәғәҙә әйтеп, буш анттар биреп, байлыҡтарына сыҙамай, «не то время», «нету временни на раскачку», бик күп буш хәбәрҙәр һөйләп, ғәҙел мал бүлгәндәре бармы? Ни өсөн балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан йүнәлтер өсөн «мир» менән аҡса йыябыҙ? Эргәлә сусҡа күҙҙәрен безерәйтеп, миллиардлап долларҙарҙы беҙҙең байлыҡтан үҙ иткән һимеҙ-һимеҙ түрәләр булғанда? Был илдә дин тулыһынса уларға хеҙмәт итә. Алайыҡ урыҫ РПЦ-һын. Уларға бөтә нәмә бушлай һәм улар ошо хакимлектең ил менән идара итеүсе бер етәкселеге булып киттеләр. Алтынға һәм аҡсаға күмелгән поптар үлтереш аша һеҙҙе йәннәткә индерегә әҙерҙәр. ДУМ РБ, -ны һәм башҡа мөфтиәттәрҙе лә алғанда, уларҙа поптарҙан ҡалышмай. Хакимлек өҫтән аҫҡа табан, һәр мосолман үҙ иркенендә түгел, юғарынан әйткәнде хуплап ултырған ҡол ғына һәм был мөьмин тигәндәргә инде суҡынырға ғына ҡалды.
Беҙҙең мосолмандар диндәме әллә көфөрлөктәме тигәнгә тулыһынса аңлатма шул: ер йөҙөнә килеп киткән бәйғәмбәрҙәребеҙҙең тормоштары һәр саҡ ғәҙелек өсөн көрәштә үткән. Уларҙың байлыҡтарына сыҙамай бейек-бейек алтын-көмөш һарайҙарҙа йәшәгән фирғәүендәргә ҡаршы булыуҙары Ҡөръәндә генә түгел, ә башҡа изге китаптарҙа ла бар. Бөгөнгө көндә көмөш-алтын һарайҙарынды, яхталарында йәшәгән байҙар шул фирғәүендәрҙән нимәһе менән айырыла? Был пәйғәмбәрҙәр сәйәсәте – политика түгелме? Имеш, белемле булып маташҡан муллалар — сәйәсәт беҙҙең эш түгел, ен-шайтан, боҙоҡ кешеләр эше тип, ышандыралар. Икенсе төрлө әйткәндә биттегеҙҙе һыйпап, әмин итеп, саҙаҡа алыуығыҙҙы белегеҙ, ә инде халыҡ иҙеләме, ыҙалаймы, алданамы, хәйерселектәме был инде хөкүмәт эше тиҙәр. «Ҡара башлы имамға буйһоноғоҙ» тип ебәрәләр. Аңғыралар, беҙ мосолман илендә йәшәмәйбеҙ һәм мосолман булған хаким түрәлектә түгел, ә кафырҙар буйһондорған илдәбеҙ. Миңә башҡорт шәйехе: «түрәләргә һүҙ тейгеҙмә», улар бит фәрештә ишеләр һымаҡ, тип тыйырға маташты, бер мөхтәсиб — «сәйәсәт шайтандар эше» тип, уңынса сәйәсәттә иң боҙоҡ кешеләр булырға тейештә һәм илдең башы итеп ҡуйылғас, уларҙың ҡарамағында беҙҙең балаларыбыҙ, үҙебеҙ һәм халҡыбыҙ көн күрергә тейешлебеҙ булып сыға.
Ошо СССР һәм ары Россия тигән илдә йәшәп, коммунистәр тарафынан һеңдерелгән патриотизм тойғоһо менән беҙ һәр саҡ геройҙар эҙләйбеҙ. Берәйһе хәрби хәрәкәттә үлеп китһә инде ул ил батыры: шиғырҙар яҙыла, йырҙар бағышлана, таҡтаташтар ҡуйыла, памятниктәр асыла, мәңге хәтерҙә тип халыҡҡа иғлан ителә. Был эштә ҡайһы бер муллаларыбыҙ дәррәү. Ярай, икенсе Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән ризамын. Хәҙер бит, ул ваҡытта ла һәм хәҙерҙә тарихты тулыһынса ялғанға әйләндерҙеләр, хатта совет осоронан килә ҡыҙылдарҙа, аҡтарҙа изге булып киттеләр.
Брежнев осоронда тәпке тотҡан мосолман Әфгән крәҫтиәндәрен, уларҙың ҡатын-балаларын үлтергән һалдаттарыбыҙҙы ла герой иттеләр. Әфгәнистән тәпке тотоп беҙгә ҡаршы һуғыш астымы? Был ун йыллыҡ һуғыштың башында булған ике туған ағайым, тик эсеп алғанда, илап: «әфгән аулдарын ҡамап, халҡына иң башта градтар (катюшалар) менән атып-шартлатып, аҙаҡ танкылар менән тапап иҙә торғайныҡ», тип һөйләне. Ағайым күп йәшәй алманы – аҫылынды.
Алайыҡ Чечняны, беҙҙең Башҡортостандың өс районы ғына урынлашҡан ергә тигеҙ булған был бәләкәй илгә ике тапҡыр урыҫтар һөжүм итеп, һуғыш асып халҡын ныҡ ҡырҙылар. Ауыл-ҡалаларын ҡатындары, бала сағалары, ҡарттары менән ергә ҡуша тигеҙләнеләр. Өҙөлгән бала баштары, ерҙә туҙған эсәктәре, сәсрәгән мосолман ҡандары... Ә бит унда мосолман халыҡты ҡырғандар – тағы ла геройҙар – уларҙы төкөрөп сәсеп, маҡтап митингылар үтте, памятниктәр асылды, данлап шиғырҙар яҙылды. Ана йөрөйҙәр хәҙер эсеп туҙып әфгән — чечен геройҙары, халыҡтың мәсхәрәһе, чечендәрҙең ҡарғышын һәм ҡәһәрен алып. Башҡа халыҡтарға ла шул рәүешле һуғыш барҙы. Сирияла тағы беҙҙең сөнни мосолмандарҙы ИГИЛ һылтауы менән ҡырҙылар, сөнки Кремльгә яраҡлы бер ҡәбиләнең башлығын ҡуйыу кәрәк ине.
Юҡ халыҡтың хәтере ҡыҫҡа, йәнә һуғыш, хөкүмәт ялғанға батҡан аңра ҡолдарынан геройҙар талап иттә. Муллалар китә изге яуға, үлгәндәре лә бар, һалдаттарын әмин, тип Аллаһ еңеү бирһең, тип оҙаталар. Унда китә алмағандары инде тәре тағып ҡайтҡандарынан көнләшәләр. Тағы ла бер-береһен уҙып, шағирҙәр шиғырҙар, маҡтауҙар яҙа, таҡтаташтар, геройҙар... Украин бала-сағаларының, ҡатындарының, ҡарттарының аяҡ-ҡулдары өҙөлә, мейеләре сәсрәй, күкрәк-эстәре аҡтарыла, ауыл-ҡалалары ер менән тигеҙләнә... Кем ғәйепле? Әлбиттә 45 миллион халыҡты тәшкил иткән хохол ирҙәре, улар бит урыҫияға баш эймәй үҙ илдәрен яҡлайҙар. Аңра баштарға был һуғышты ошолай итеп сағыштырып ҡарайыҡ: башҡорттар үҙ «исконный ерҙәрен» ҡайтарырға тип Татарстанға һуғыш астылар ти, сөнки татарҙар башҡортарҙы ҡыҫалар, мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытмайҙар, татар националистәре: беҙ һеҙ теләгәнсә йәшәргә теләмәйбеҙ, тиҙәр. Әлеге, үҙҙәрен славян тигән халыҡтың һуғышында, украин менән урыҫ араһында һәм башҡорт менән татар араһында ни айырма?
Боҙоҡ хөкүмәт башлаған һуғышты – изге мосолман һуғышы тип әйтергә, унда мосолмандар ҡатнашырға тейеш тигәндәр кем затынан? Әҙәм әллә иблис? Украинала ике миллион мосолман бармы әллә юҡмы?
Ни эшләп был яҙманы 1983 йылдан башланым? Аңғарһағыҙ СССР-ҙың ил башы лидерҙары был заманда бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлашты һәм үҙгәреш заманы килеп, уны дөрөҫ яҡҡа йүнәлтәһе урынға элекке партия сәйәсәтенә, шул КПСС хакимлиге урынына иң юнһеҙҙәр етәкләгән, тулыһынса ҡоллоҡ системаһы булдырған ваҡытҡа ҡайтыҡ. Тик бында коммунистик идеяларын феодал-капитализм формаһына алмаштырып, бурлыҡҡа, коррупцияға, ялғанға баттылар. Халҡын ике классҡа бүлделәр: береһе юнле эш хаҡы алмаған, кредит, ипотека ҡоло булған өлөш. 2007 йылда Силәбе ҡалаһы ЧМК комбинатында бер аҙ эшләп киткәндә, бер йәш парҙың кризис арҡаһында цехтын тимер ҡыҙҙырып, янып торған мейесенә ырғығаны билдәле булды. Күпме ғүмерҙәр ҡырыла, күпме донъялар емерелде ошо финас ҡоллоғо системаһында!? Һәм был әле лә дауам итә. Икенсе өлөш – һәйбәт эш хаҡы алып, халыҡтың елкәһендә йәшәгән, был боҙоҡ хакимлекте ялған һайлауҙар менән, көс менән тотҡан полиция, армия хеҙмәткәрҙәре һәм чиновниктәр. Был ялған һайлауҙарҙа муллалар аҙан әйтә! Шаҡ ҡатырғыс хәл – алдашыу менән ризалаша! Бар халыҡ тиерлек алдашыуҙың ахмаҡ ҡорбаны!
Әммә, Аллаһ насип иткәс тарихтың кире ҡабатланыуына, илдәге сәйәси хәлдәр үҙгәреүенә, быны булдырған тирандарға Аллаһ көндәрен самалы көндәрен ҡалдырҙы. Тиҙҙән матбуғат һәм тел-радио аша уларҙың ҡәбәхәтлектәрен ишетеп, ысынында кемдең кем булғандарына ышанырға тура киләсәк, күңелегеҙ ҡабул итмәһәлә. Итмәһәгеҙ, ялған фанатизмда ҡалып, көфөрлөктә булырһығыҙ.
Әлегә был һуғышты башлаған шайтани әҙәм аҡтығының ауырыуы көсәйҙе, һеҙҙе алдап уның яһалма косметик игеҙәге ил менән идара итә. Тере мәйет һирәк кенә халыҡҡа күренә. Ул үлеп ҡалһа ла быны өс-дүрт ай йәшерерҙәр, быға Жириновский тигән аҡтыҡтың миҫалы. Быны наҙан халыҡтан башҡа бөтәһе лә беләләрҙер. Был аҡтыҡ ни эшләп ядро ҡоралының төймәһенә баҫманы? Ул бит бер-нисә тапҡыр быны вәғәҙә итте бит, беҙҙе йәннәткә индереп, тегеләрҙе тамуҡҡа ебәреп. Был хәл булмаясаҡ, сөнки байҙар, ошо юнһеҙ хакимлектең элитаһыбыҙ тигән әҙәм аҡтыҡтарының аҡсалары, өй-һарайҙары, балалары сит дошман илендә. Уларға кәрәк ине был бысраҡ иван донъяһы, борондан холоптар тип йөрөтөлгән урыҫ заты. Улар был бар донъяны һатып, талап, урлап бөттөп, хәҙер инде галош етештерергә хәлдәренән килмәй. Тиҙҙән улар — тирандар бер-бер артлы донъя ҡуясаҡтар, әле был хакимлеккә ыҙғыш-талаш башланды инде. Донъяны болғаған иблистән һуң силовиктәр хаким итерҙәр, ләкин һуғышты туҡтатмаҫтар, әммә был оҙаҡҡа түгел, улар артынан үҙгәртеп ҡороусылар килер, һуғыш тымыр. Бынан алда шашып байығандар илдән ҡасыр, халыҡ асыуы яман, ҡырылыш китеүгә лә бер аҙым ҡалды.
Американың политологы Бжезинский тигән әҙәм: «Рәсәй элитаһының 500 миллиардтан ашыу доллары беҙҙең банктарҙа, шуға улар бер ҡасанда ядро ҡоралы ҡуланмаҫ тине. Ысынында беҙҙең илдән сит яҡҡа 4 триллион доллар сығарылған тиҙәр. Был аҡсаларға бында ожмаҡ төҙөргә булыр ине. Беҙҙең ура патриоттар һәр саҡ үҙҙәрен негрҙар ҡоллоғо аҫтында күреп аҡылдан яҙалар. Был ахмаҡтарға: «Ни эшләп Ҡушма Штаттар ҡоралы булмаған бөтә Африканы, Көнъяк һәм Төнъяҡ Американы, Азияны, Австралияны баҫып алмай ә? Дөрөҫөндә, был «дошман илдәргә» Рәсәйҙең тарҡалыуы кәрәкмәй, сөнки уларға үҙәк ресурс аша беҙҙе талау анһатыраҡ, беҙҙең байҙар бит бер нәмә лә етештермәй сеймалды тулыһынса һурып, һатып тик ята. Американдарға беҙ «как потребитель» кәрәк, сөнки улар етештергән нәмәне беҙ һатып алабыҙ, шул арҡала уларҙың экономикаһы үҫә, юләрҙәр. Телевизорҙағы ялған – һарыҡ башлы ҡолдар өсөн!
Халыҡтың хәтере ҡыҫҡа, бер ниндәйҙә һығымта эшләмәй, барыһы ла ғәмһеҙлектә, тик берәй лидер килеп сығып бәлки тормошто яңыртыр тигән өмөтһөҙлөктә. Тормош яңырмаясаҡ, сөнки һеҙ ошо ҡоролған системаның тоғро ҡолдары. Шуға ла беҙгә мосолмандарға әйтеп торалар, күпселек халыҡ аҙашыуҙа, улар артынан эйәрмәгеҙ, улар ялғанды хаҡ итеп алғандар! Улар шунан мосолмандармы?
Именлек теләмәйем, сөнки һеҙ башҡарған һәм һеҙҙең ярҙамығыҙҙа хакимлектә ҡылынған яманлыҡ, боҙоҡлоҡтарҙың, ҡырылған, кәмһетелгән, рәнйетелгән, үлтерелгән халыҡтарҙың ҡәһәрен, ҡарғышын, Аллаһының асыуын алмағанһығыҙ әле. Тик, йә Аллаһ халҡыма хаҡиҡәтте ас, аҡты-ҡаранан айырһындар, Дәджәл фетнәһенә бирелмәһендәр тип теләргә генә ҡала.
Тиҙҙән булдырасаҡ яңы сәйәси осорҙа дин иң түбәнгә төшәсәк, сөнки әлеге осорҙа «иманлылар» ошо боҙоҡ сәйәсәттең терәге булдылар. Мөфтийәттәр тарҡалыр, уларға хаҡ динлеләр ышанмаҫ. Ҡарт муллаларға ихтирам бөтөр, иҫке системаның ҡалдыҡтары булырҙар, сөнки уларҙың вәғәздәре әҙәп-әхләҡ темаһынан артмай, сәйәси хәлдәрҙе яҡтыртырға ҡоттары осоп, хаҡты ялғандан айыра белмәгән наҙандар ул. Ваһабит тигән йәштәребеҙҙең киреһенсә был өлкәлә һүҙҙәре хаҡтыр. Мин уларға дошман һымаҡ булһам да, тулыһынса уларҙың дин юлы өлөшөн хупламаһам да, сәйәси һәм йәмғиәт өлкәһендә барған боҙоҡлоҡтарға ҡаршы улар дөрөҫтөр. Илебеҙҙә һуғыш икенсе йыл бара, тик ниңәлер тыныс осорҙа өйҙәр шартлатҡан ваһабтар юҡ булды, улар бит хәҙер бик актив булырға тейештәр ине. Дөрөҫөндә әлеге ваһабтар беҙҙең боҙоҡ хакимлек система тарафынан уйлап сығарылған дошмандар ул. Беҙҙә совет осоронан килгән, халыҡты, динде һәм бер милләтте икенсе милләткә ҡаршы һөсләтергә йүнәтелгән институттар эше ул. Совет осоронан алып ялған тарихтар яҙылып, ялған патриотизм булдырылһа, аҙаҡ эскегә батырып, һуңыраҡ аҡса, ипотека, кредит ҡоло итеп бөгөнгө көнгә тиклем алып барылған, эске һәм тышҡы дошмандар уйлап сығарылған сәйәсәттер. Беҙ бит төрмә, гулаг культураһына һоҡланабыҙ, геройҙарын үҙ итәбеҙ. Ярлы әҙәмдәрҙең, бигерәктә ҡатындарҙың ҡалаға барып бик байып китеп йәшәгән рольдаре телевизорҙа сағыла, шуларға ҡарап хыяланабыҙ, һуғыштарҙа геройҙарҙың бик күп дошман үлтереүҙәре инде ирҙәр, бигерәктә йәштәр өсөн батырлыҡ! Бик күптәр шул алдаҡ буш хыялда йәшәй! Әммә күбеһе донъяһын яҡшыртам тип, иртәгәһенә нисек аҡса еткерергә, нисек итеп көндә артҡан хаҡтарҙы түләргә, тағыла кредиткә батып берәй нәмә алырға һәм башҡаһы тигән уйҙа. Әй зет патриоттар, халыҡтың миллиард аҡсаны урлаған бурҙар өсөн үлемгә бараһығыҙмы? Ерҙә һәм башҡа нәмә һеҙҙеке түгел, һеҙҙең ғүмерегеҙгә улар хужа, теләһәләр миллиондап кешеләрҙе һуғышҡа ебәреп үлтерерҙәр.
Белеүеҙсә беҙҙә Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә таянып, аҙна һайын тиерлек Аллаһны зекер итеү башҡарыла. Был зекер итеүселәргә Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең алтын теҙмәһенең 40-сы оҫтазы Шәйех Мөхәммәт Нәҙим Әҙил әл-Хаҡҡани әл-Кипруси (Беренсеһендә Аллаһ Тәғәлә, икенсеһе Сәййидиннә үә Мәүләнә Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһис үәс-сәләм) икәнен белеү мотлаҡтыр. Әүлиә Шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани әр-Раббани бер вәғәҙендә (ошонда: https://www.youtube.com/watch?v=rwl2yLDQlag) Рәсәй башлығында, Американың һәм башҡаларҙы Иблис ярандары тине. Уларға эйәреүселәр – «шайтандар, Дәджәл ярҙамсылары» – тине. Әлеге барған сәйәсәтте хуплап мәсеттәрҙә Аллаһ, тип зекер итеүселәр – улар — «беҙ Нәҡшбәндиә тәриҡәтенән тейҙәр» – әммә улар ен-шайтандар булып сыға.
Әүлиә Шәйех Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең 39-сы остазы күҙаллауҙары буйынса СССР-ҙағы коммунизмы һәм Рәсәй империяһы юҡҡа сығасаҡ тип әйтте. Коммунизм ҡоланы инде һәм империя тарҡалырға ҡалды. Ҡасан тигән һорауға? — Израиль һәм ғәрәптәр Америка ярҙамында ярашҡас, тип яҙыла. Ғәрәп илдәренең күбеһе Америкаға һыйынасаҡ тиелә. Был күҙааллау билдәһеҙ ине, сөнки был тирәлә бик байтаҡ тыныслыҡ һөрә ине, ары-бире атышыуҙан башҡа һәм быға яуап бөгөн 7 октябрь килде — Израиль менән ғәрәптәр араһында һуғыш башланды.
Башығыҙ уй-фекер йөрөтә белһә, беҙ боҙоҡлоҡта йәшәйбеҙ, ҡырҙан яманлыҡ эҙләмәгеҙ! Был хаҡта хатта муллаларға ла ҡарата төрткән күпме халыҡ мәҡәлдәрендә бар, хәҙрәттәр Аҡмуллабыҙҙы әйтеп ҡараны, Р. Фәхретдиновтың һәм башҡаларҙың тәнҡиттәрендә хәбәрҙәр булды. Аллаһ Тәғәләнең аяттарының мәғәнәһенә төшөнөп Һәм дә доңъя хәлен һиҙемләй белгән, уй-фекер йөрөтә торған кешеләрҙең һөҙөмтөһе: донъя алмашына, һәм беҙгә был хәл бик ҡаты болаларға алып барып еткермәһен, тип теләргә генә ҡала.
Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани: https://nazir1965.com/tarix/sh%d3%99jex-%d2%93abdulla%d2%bb.html
Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари: https://nazir1965.com/tarix/sh%d3%99jex-ba%d2%bbauetdin.html