Рөхсәт ителгән ғәйбәт

                                                      Рөхсәт ителгән ғәйбәт
     Динебеҙҙә ғәйбәт рөхсәт ителгәнме тигәнгә күптәр юҡ, ғәйбәт ҡәрҙәшеңдең мәйетен ашауға тиң, тип әйтеүселәр булыр. Рәсүлебеҙ сәхәбәләре менән ултырған ваҡытта, уларҙан: «Ғәйбәттең нимә икәнен һеҙ беләһегеҙме?» – тип һорап ҡуя. Сәхәбәләр: «Аллаһ һәм уның рәсүле яҡшыраҡ белә», – тиҙәр. Шунан Пәйғәмбәребеҙ: «Бер кеше тураһында һөйләп, ул уны үҙе ишетмәһә, ғәйбәт һанала», – тип әйтә. Бер сәхәбә: «Ә ул һүҙ хаҡ булһа?» – тип һорағас, «Дөрөҫ булһа ла, ғәйбәт», – ти. Ғәйбәт – ике кеше араһында, ҡатнашмаған өсөнсөһө менән булышыу, уның холҡон, ҡылыҡтарын, хәбәрен, эшен, ғәиләһен һәм башҡаһын тикшереү...
     Әммә Ислам динебеҙ ғәҙеллеккә ҡоролған, динебеҙҙә берәүҙең дә хаҡтарын ҡыҫырға, уны рәнйетеүгә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә мосолман кешеһенең хаҡтарын боҙһалар, уның намыҫына тап төшөрәләр йәки рәнйетәләр икән, ул мосолман булғаны өсөн өндәшмәй генә ҡалырға тейеш түгел, кире самаһы булған яуабы ла булырға тейеш, был тыйылмаған.

     Әйе, арабыҙҙы шундайыраҡ яңылыш бер фекер йөрөй, әгәр кеше дингә бирелеп, хаҡ мосолман булып киткәс, ул имеш башҡа мосолмандар менән булышырға тейеш түгел, тигән. Уларҙан ғәйеп эҙләргә тейеш түгелһең, үҙеңде тикшер, үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп күр һәм башҡаһы тип, һығымта эшләй башлайҙар. Әлбиттә, был ҡағиҙә мосолман кешеһенә генә түгел, ә үҙен әҙәм тигәндәрҙең барыһына ла ҡағыла. Әммә ғәҙелһеҙлек, боҙоҡлоҡ, гонаһ, йәбер-золом һәм башҡа насарлыҡтар ҡылған, үҙҙәрен мосолман тигән әҙәмдәргә ҡарата битараф булып ҡалырғамы? Рәнйетелгән мосолман кешеһенең йәне, хис-тойғолары юҡмы? Уға ҡаршы әйтергә, яуап ҡайтарырға Аллаһы тарафынан берәй сик ҡуйылғанмы?
     Мөхәммәд пәйғәмбәр, ﷺ оло гонаһ хаҡында аңлатып, ошо хәҙисендә: «Был донъяла насарлыҡ ҡылған яман кеше түгел, насарлыҡ ҡылғанға һүҙ өндәшмәйенсә, битараф ултырған кеше насарыраҡ», – тигән. Бөгөнгө көндәрҙә лә ер йөҙөндә әҙәмдәр араһында фетнә сығарыусы, кешеләрҙең араһын боҙоусы, халыҡтар менән халыҡтарҙы ыҙғыштырыусы, ҡан ҡойоуға килтереүсе дөрөҫ булмаған йүнәлештәр, сәйәси ағымдар, секталар бар. Улар үҙҙәрен бик динлеләр тип күрһәтеп, Ислам дине исеменән боҙоҡлоҡ ҡылалар. Ана шул насарлыҡ ҡылырға теләүселәр булғас, уларҙы туҡтатыусылар ҙа булырға тейеш. Бөгөн төп проблема ла ана шунда. Ни эшләп беҙ уларға ялағайҙанып, ҡырын эштәренә күҙ йомоп, яманлыҡтарын хупларға тейеш?
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
                                                                                                  يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَقُولُوا قَوْلًا سَدِيدًا
     Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүт-тәҡуллааһа үә ҡуулүү ҡауләң сәдиидәә.
     Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһынан ҡурҡығыҙ. Тоғро һүҙ генә һөйләгеҙ! (Әл-Әзхәб сүрәһе, 33/70 аят).
     Аллаһ Тәғәлә иман килтергән мосолмандарҙан тоғро, дөрөҫөн һөйләргә, ысынбарлыҡты талап итә. Ә бөгөн беҙ нимә күрәбеҙ? Ябай мосолмандан алып өҫтә түрәләлектә ултырған етәкселәр, сәйәсәтселәр, депутаттар ғәйбәт һөйләп, алдашып, ялғанлап, буш вәғәҙә биреп, теләһә нимәгә ышандырып, ялған абруй ҡаҙанмаҡсы булалар. Биргән анттары ла ҡоро буш һүҙ булып, етмәһә шуға ялған өҫтәп илебеҙҙе лә, милләтебеҙҙе лә, динебеҙҙе лә бөлгөнлөккә-тартҡылашыуға төшөрҙөләр. Ә динебеҙ хатта сабый балаға биргән вәғәҙәне лә үтәргә ҡуша. Әйткәнең икән, уны үтә – намыҫынды аҡла. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ монафиҡ кешенең ғәләмәте өсәү тине: «Һөйләһә – ялғанлай; вәғәҙә итһә – үтәмәй; аманат тапшырылһа, уға хыянат итә. Былар ике йөҙлөлөк, монафиҡтар сифаттары, хатта ул кеше намаҙ уҡыһа, ураҙа тотһа ла», — тине. Мосолман һәр һүҙен уйлап әйтергә тейеш, уны әйтеүҙән файҙа юҡ икән, өндәшмәй тороуың хәйерлерәк.
                                                                                                                      وَاللَّهُ لَا يُحِبُّ الظَّالِمِينَ
     ...үәллааһу ләә йүхиббүҙ-ҙаалимиин.
     Ысынлап та, Аллаһ залимдарҙы яратмай! Әл-Ғимран сүрәһе, 140 аят.
     Аллаһ залимдар тип, золом ҡылыусыларҙы, ҡаты күңелле, яуыз, мәрхәмәтһеҙ, тәҡәббер, йәберләүсе әҙәмдәрҙе атай. Был быуаттыбыҙҙың башында әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен үтәлгәнен күрәһегеҙме? Беҙ ниндәй заманға килеп эләктек? Үткән, атеизм осоро булған СССР-ҙа әхләҡ талаптары үтәлде, бөйөк халыҡтар дуҫлығы булды, ололарҙы ҡәҙерләү-хөрмәтләү булды, шәфҡәт һәм мәрхәмәтлек булды. Ҡыҫҡаса әйткәндә бәрәҡәт булды.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ахыр заман алдында үлсәүҙәрҙең аҫты-өҫкә килер», — тине. Ул үлсәүҙә аҡ ҡара булып, яуызлыҡ — изгелек, ялған хаҡлыҡ булып күренер. «Халыҡтың етәксеһе ул халыҡтың боҙоҡ кешеһе булыр. Юлбашсы итеп иң түбәне ҡуйылыр». Һәм бөгөнгө көндәрҙә күрәбеҙ, имам, мөхтәсиб, мөфтий, ил башы итеп тәҡҡәбер, белемһеҙ, наҙан кешеләрҙе ҡуялар. Ҡайһы бер тәғәйләнгән бәндәләрҙең бер ыңғай яҡтары бар – улар ғәрәпсә Ҡөръән генә уҡый беләләр, ә башҡа яҡтан боҙоҡ, тупаҫ, ялған һәм ғәйбәт юлы менән ялағайҙанып йәшәйҙәр, түргә үрләргә тырышалар. Асылда, халыҡтың башлығы итеп иң намыҫлы, иң иманлы, иң ғилемле, иң лайыҡлы кеше ҡуйылырға тейешле. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, ҡалаларға башлыҡ итеп, иң иманлы, Аллаһтан иң ҡурҡыусы кешеләрҙе билдәләй торған булған. Хәҙер иһә, күп ерҙә түрәлеккә малы күп, дуҫтары көслө булыу сәбәпле һәм ялған һайлауҙар арҡаһында килә. Уларҙың да унда ултырыу маҡсаты халыҡтың именлеген, динен ҡайғыртыу түгел, ә шәхси яҡтан байығыу яғы, шөһрәт һәм дан ҡаҙаныу. Иманлы, намыҫлы кешегә етәксе булыу бик ауыр.
     Сит әҙәмдәргә ҡарата ғәйбәт һөйләй башлағас, уның рөхсәт ителгәнен, харам булмаған урындар ҡараштырайыҡ:
     1.Үҙенең мәзлүм («мәзлүм» тип ҡыйырһытылған кешегә әйтәләр) булыуын ҡазыйға, хөкүмәт һәм әмиргә еткереү;
     Берәү икенсе бер кешене рәнйетһә, һөйләү дөрөҫ. Йәғни үҙенең рәнйетелгәнен иҫбат итеү ваҡытында. Әммә бер ҙә юҡҡа һөйләү яҡшы булмаҫ.
     2.Бер ерҙә боҙоҡ эш булһа, шуны төҙәтергә ҡулынан килә торған кешегә белдереү;
     Бер уҫал кешенең яманлығын һөйләп, уның юнһеҙ икәнлеген белеп мосолмандар һаҡланһындар өсөн.
     3. Фәтүә һорау кәрәк булғанда кешенең хәлен (кәрәк тиклем генә) һорау;
     Яманлыҡтан тыйыу ниәте менән һөйләү. Мәҫәлән, берәү сәләм бирмәй йәки алмай икән, шул эште был кешегә һүҙе үтә торған кешенең әйтеүе дөрөҫ. Теге кешене сәләм биреүгә йәки алыуға бойорһон өсөн.
     4. Мосолмандарҙың яңылышыуҙарына, аҙашыуҙарына сәбәп була торған нәмәләрҙе бөтөрөр өсөн ҡайһы бер кешеләрҙең боҙоҡ эштәрен асыҡлау һәм белдереү;
     Үҙенең яманлығын йәшермәй торған кешенең, әгәр ул үҙенең ғәйебен ишетеп риза булһа, һөйләүҙән зарар юҡ.
     5. Гонаһын бер ҙә йәшермәй һәм шуны ғәйепкә һанамай торған шул кешенең ғәйебен һөйләү;
     Бер кеше гонаһлы эштә шаһит булып һөйләһә, зарар юҡ. Мәҫәлән, берәүҙең урлағанын күреп тороп әйтеүе. Белә тороп та әйтмәһә гонаһлы булыр.
     6. Донъяла халыҡ араһында мәшһүр (популяр) булған бер ғәйеп сифатын таныу һәм асыҡлап һөйләп биреү зекер итеү (иҫкә төшөрөү) һуҡыр, бер күҙе һуҡыр, аҡһаҡ, сатан, һыңар ҡуллы тип әйтеүҙәр ошо төрҙән, ләкин был урындарҙа ла хәбәр дөрөҫ түгел тиеүселәр бар.
     Бер кешенең гонаһ ҡылыуына ҡайғырып һөйләүе. Әммә маҡсат уны хурлау булмаһын.
     Боҙоҡ мөфтий тип яҙғас, ҡайһы берәүҙәр аптырап киткәндәрҙер. Нисек инде мөфтий тиклем мөфтийҙе кәмһетергә тип. Мөфтий кем ул – фәрештәме? Изге затмы? Әллә Аллаһ Тәғәләнең изге ҡашҡа тәкәһеме? Ул баш булғас беҙгә нимә тубыҡланып торорғамы? Юҡ, ул беҙҙең аранан сыҡҡан ябай әҙәм, тик мин-минлеге арҡаһында боҙолған кеше. Мин-минлек менән ағыуланған кешенең башында бер ҡайғы – тормошоның һәр миҙгеленән нимәлер алыу, эләктереү, эсендәге «мин»ен ҡәнәғәтләндереү. Әлбиттә, ундай кеше үҙ ҡайғыһынан башҡа ҡайғыны күрмәй, уны үҙ мәнфәғәтенән башҡа кешенең мәнфәғәте борсомай, үҙе өсөн тормош ҡиммәттәрен билдәләй торған үлсәүҙе үҙе яһай. Хаталанһа ла, хатаһын танымай, ҡылған яуызлығын башҡаларға һылтап оҫта йәшерә. Миненә нисек файҙалы, ҡайһылай яйлы — шулай эшләй, шуныһы дөрөҫ тип йәшәй. Үҙ өҫтөнлөктәре менән үҙ эсендә ҡыуанып йәшәһә бер хәл, ләкин ул өҫтөнлөктө башҡалар ҙа күрергә тейештәр тип һанай. Ул бит заман ханы. Арала уны танымаусылар булһа, уныһына көс менән танытырға тырыша. Һүҙ ҡайһы мөфтий тураһында барғанын аңланығыҙ инде.
     Шул мөфтийәткә килгәндән бирле динлеләр араһында ғауға-ыҙғыш ҡупты. Мосолмандар үҙ-ара тарҡалды, бер-береһенә ҡаршы сыҡты һәм был фетнә ары ла дауам итәсәк. Барыһы ла шул булдыҡһыҙ мөфтийҙең сәләфит-ваһһабизм сектаһы йүнәлешен диндарҙар араһына индерергә маташыуы арҡаһында. Был турала ошо сайта сыҡҡан алдағы мәҡәлдәрҙә уҡый алағыҙ. Ә мөфтийҙең боҙоҡлоғо, уның алдашыуы, ялған, ғәйбәт һөйләп булышыуы, ялған документар менән закондарҙы боҙоп, имамдарҙы урындарынан төшөрөүе тураһында барыһына ла еткереү мотлаҡ. Былар бөтәһе лә тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә шаһиттар һәм факттар, документар менән теркәлгән. Быны һөйләү гонаһ түгел, ә уларҙың боҙоҡ эштәрен туҡтатыу беҙҙең бурыс. Әгәр кемдер милләткә зарарлы эш ҡылыусы булһа, был кешене һөйләү, уның милләткә зарар килтереүсе булыуын мосолмандарға белдереү ғәйбәткә һаналмаҫ.
     Рәсулуллаһ ﷺ әйткән: «Уның яманлығынан кешеләр һаҡланһын өсөн, боҙоҡлоҡ эйәһенең боҙоҡлоғо тураһында һөйләгеҙ». Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тағы ла әйткән: «Әгәр берәү оят-хая сәкмәнен өҫтөнән һалһа, уны һөйләү ғәйбәт булмаҫ». Аллаһ изге Ҡөръәндә әйтә:
                                                    وَلَا تَرْكَنُوا إِلَى الَّذِينَ ظَلَمُوا فَتَمَسَّكُمُ النَّارُ وَمَا لَكُم مِّن دُونِ اللَّهِ مِنْ أَوْلِيَاءَ ثُمَّ لَا تُنصَرُونَ
     Үә ләә таркәнүү иләл-ләҙиинә ҙаләмүү фә-тәмәссәкүмүн-нәәру үә мәә ләкүм мин дүүни-лләәһи мин әүлийәә’ә ҫүммә ләә түңсаруун.
     Ут ҡағылмаһын тиһәгеҙ, золом ҡылғандарға таянмағыҙ. (Не склоняйтесь на сторону беззаконников), Аллаһынан башҡа һеҙҙең яҡлаусығыҙ юҡ, һеҙҙе бер ни һаҡламаҫ. Һуд сүрәһе, 11/113-се аят.
     Үҙҙәрен хаҡ мосолман тигән кешеләргә залимға юлдаш булыу, уға дуҫлыҡ тәҡдим итеү, уның боҙоҡлоҡтарын хуплау Аллаһ Тәғәләнең асыуына килтерәсәк. Аллаһы Тәғәлә: «Золом ҡылған кешеләргә ынтылмағыҙ», тине. Һәм Пәйғәмбәребеҙ: «Иң изге һуғыш (джихад) булып белдекһеҙ етәксе янында хаҡиҡәтте еткереү һанала», — тигән. (Әхмәд 3/19,61).
     Ә беҙҙең имамдар һәм башҡалар уға һәм уның эйәрсендәренә хаҡиҡәтте еткерергә тырышамы, юҡ, улар ултырған урындары өсөн ҡурҡып, Аллаһынан ҡурҡмай мөфтийгә ялағайҙанып, башҡалар өҫтөнән шымсылыҡ ҡылалар. Наҙанлыҡтары тураһында әйтеү тороу кәрәкмәй, баштарына себен ҡунмаһын тип кенә диндар булып йөрөйҙәр.
     Динебеҙҙең тарих биттәренә ҡараһаҡ: хәлифтәр (етәкселәр) араһында иң уҫалы, иң ҡатыһы Ғүмәр хәҙрәт булған. Бер урында күмәк халыҡ йыйылғас, ул һорау биргән: «Әгәр һеҙ минең тура юлдан тайпылғанымды күрһәгеҙ, ни эшләр инегеҙ», — тигән. Был имам бик уҫал булғас, ҡурҡҡандар, бер кемдә яуап бирмәй икән. Бер ғәрәп уҡ һауытынан уғын алып, уға һуҙғанда: «Беҙ һине ошо уҡтан да турараҡ итер инек», — тигән. Ошо һүҙҙән һуң Ғүмәр раҙыйАллаһу ғәнһү әйткән: «Йә, Аллаһ, әлхәмдүлилләәһ, әле бер мосолман ҡалған икән, тигән. – Бер кемдән ҡурҡмайынса хаҡиҡҡәтте әйтеүсе кеше бар икән». Бына шулай беҙ ҡурҡыуыбыҙ арҡаһында, илдә барған ҡырын сәйәсәт тураһында ҡаршы һүҙ әйтмәйенсә харап булабыҙ, һәр яманлыҡ һәм боҙоҡлоҡ, бәйҙән ысҡынған түрәләр менән ризалашабыҙ. Ә түрәләр беҙҙең именлек өсөн, беҙҙең йәшәүҙе ҡайғыртыр өсөн эшләргә тейеш әҙәмдәр бит.
     "Кешегә уның яуызлығынан ҡурҡып ҡына хөрмәт күрһәтелер"... Кешенең кемгә лә булған хөрмәте, иң элек, уның күңеленән сығарға тейеш. Әммә бөгөн түрә-чиновниктәргә тыштан ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһәләр ҙә, эстән уны күрә алмағандарҙа күп. Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ уның ғәҙеллеге, рәхимлеге өсөн яраттылар. Шуға ла беҙгә хаҡлыҡҡа ынтылыр кәрәк, ә мөфтийҙең шәхси теләктәрен үтәү өсөн түгел. Әле ул бына яңы йылдан һуң Prufy.ru журналисына биргән шәхси интервьюһында: миңә килеп хәҙрәттәр ғәфү үтенде тип шапырынмаһыңмы! Үҙең фараон тип хис итте ахыры, ҡылған боҙоҡлоҡтары өсөн үҙе тәүбә итмәй, башҡалар килеп, унан ғәфү үтенгән!? Тик үҙен генә хаҡ, мин-минлеге менән маҡтанып ултырған тәҡҡәбер әҙәм түгелме? Ышанмаһағыҙ, ошонда ҡарағыҙ: https://www.youtube.com/watch?v=_O5cDPo70TI
     Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Тәкәбберлек – ул дөрөҫлөктө инҡар итеп, үҙеңде маҡтау һәм башҡаларға нәфрәт менән ҡарау”. (үҙеңде өҫтөн күреү сәбәпле башҡаларҙы кәмһетеү). Ысынында, Аллаһы Тәғәлә тәкәбберлеге арҡаһында ергә Ҡарунды йоторға ҡуша. Яҡшылыҡҡа саҡырыу һәм яман эштәрҙән тыйыу диндә ихласлығы булған бар кешеләр өсөн ләзем (тейешле) эштәрҙән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйткән:
                                              وَلْتَكُن مِّنكُمْ أُمَّةٌ يَدْعُونَ إِلَى الْخَيْرِ وَيَأْمُرُونَ بِالْمَعْرُوفِ وَيَنْهَوْنَ عَنِ الْمُنكَرِ وَأُولَئِكَ هُمُ الْمُفْلِحُونَ
     Үәл-тәкүм миңкүм үммәтүй-йәдғүүнә иләл-хайри үә йәьмүруунә бил-мәғрууфи үә йәнһәүнә ғәнил-мүңкәри үә үләә’икә һүмүл-мүфлихүүн.
     "Һеҙҙең арағыҙҙа яҡшы, хәйерле эштәргә саҡырыусы һәм харам ғәмәлдәрҙән тыйыусы кешеләр булһын. Бына шулар – өҫтөнлөк табыусылар". Әл-Ғимран: 104.
     Харам ғәмәлдәрҙең ни икәнлеген аңлатыу кәрәкмәйҙер – уларға әлеге ошо яманлыҡтарҙа, насарлыҡтарҙа, боҙоҡлоҡтарҙа инә. Гонаһ эштәр донъяға таралған ваҡытта үҙҙәрен иманлы тип һанаған мосолмандар башҡаларҙы шунан тыйырға тейештәр. Әгәр мөьминдәр шул боҙоҡ эштәрҙе бөтөрөү өсөн тырышмай, битараф булып ҡалһалар, шуға риза булған һәм шул гонаһ эште эшләгәнгә һаналып, шул йәһәттән һәр береһе гонаһлы була.
     "Салих пәйғәмбәрҙең дөйәһен бер йәки ике генә кеше үлтергән булһа ла Аллаһы Тәғәлә ни өсөн бөтә ҡәүемде һәләк иткән?"– тип һораусыларға, Хәсән Басри: «Сөнки башҡалар шуға риза булып торғандар», – тип яуап биргән.
     Имам Тирмизи Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ хәҙрәттәренән: «Әгәр халыҡтар күрә тороп залимға ирек бирһәләр, уның ҡулдарын ҡыҫҡартыу сараларына тотонмаһалар, Аллаһы Тәғәләнең ғазабы барына ла төшөргә мөмкин», – тип әйткән хәҙисте риүәйәт итә. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә:
                               يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا عَلَيْكُمْ أَنفُسَكُمْ لَا يَضُرُّكُم مَّن ضَلَّ إِذَا اهْتَدَيْتُمْ إِلَى اللَّهِ مَرْجِعُكُمْ جَمِيعًا فَيُنَبِّئُكُم بِمَا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
     Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү ғәләйкүм әңфүсәкүм ләә йәдуррукүм мәң даллә иҙәһ-тәдәйтүм илә-ллааһи марджиғүкүм джәмииғән фәйүнәбби’үкүм бимәә күңтүм тәғмәлүүн.
     "Әй, мөьминдәр! Һеҙгә үҙегеҙҙә ныҡ тороу кәрәк! Шул ваҡытта аҙашҡан кеше һеҙгә зыян итә алмаҫ", Әл-Мәидә: 5/105.
     Диндән яҙып, әле генә үҙҙәрен ваһһабтар тигән әҙәмдәр, ваһһабтарҙың кешеләрҙе бала-сағаһы менән үлтереүҙәре фашланғас, улар сәләфиттәр булып киттеләр, сәләфит булыуҙары аҡланмағас, беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенең эйәрсендәре булып маташалар. Былар ҡайҙа баштарын тығырғы белмәгән, аҙашҡан, ике йөҙлөлөк күрһәткән монафиҡтар улар. Ышанмағыҙ уларға! Беҙ быларҙы яҡшы ниәттәр менән башҡарабыҙ, динде күтәрәбеҙ, «Шулай кәрәк» тип эшләйбеҙ", – тип аҡланырға маташыуҙары – уларҙың һаташыуҙар ғына ул. Ҡайһы берҙәре үҙҙәренең был хаҡһыҙлыҡтарында шундай дәрәжәгә барып етәләр – был ваҡытта улар иң изге әйберҙәргә – диндең үҙенә үк һөжүм итәләр. Улар аят, хәҙис һәм ғалимдәрҙең һүҙҙәрен үҙҙәренсә аңлатып, шуның менән үҙ яуызлыҡтарын аҡларға тырышалар.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ бер ваҡыт башҡаларға мөрәжәғәт итеп: «Һеҙгә Аллаһының иң насар ҡолдары тураһында әйтәйемме? » –тей. Сәхәбәләр: «Йә һөйлә, Аллаһ Рәсүле». Пәйғәмбәр: «Былар ғәйбәт һөйләүселәр, яҡын кешеләр араһына ғауға һалыусылар һәм ғәйепһеҙҙәрҙе ғәйепләүселәр».
     Бөгөнгө был мөфтиәттең эше үҙендә торған мәхәләлләрҙе теш-тырнағы, көс һәм ялған, ғәйбәт менән, ҡурҡытыу һәм боҙоҡлоҡ ҡулланып һаҡлап ҡалыу. Бында бер ниндәй ҙә динлелек һәм иман юҡ, тик хур булмаҫ өсөн, шулай уҡ Хабировтың сәйәсәтенә тап төшөрмәҫ өсөн тырышҡан чиновник аҡтыҡтары ул. Беҙҙең динебеҙгә зыян һалыусылар ғына улар, мосолманлыҡтан тайпылғандар бәндәләр.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә әйтелә: «Мосолман шундай булырға тейеш: уның ҡулынан да, теленән дә мосолмандар һәм башҡа кешеләр имен булырға тейеш». Был хәҙисте нисек аңларға? Әйҙәгеҙ фекерләп алайыҡ: мөьминдең теле йөрәге артынан йөрөргә тейеш. Әгәр ҙә ул берәй нәмә әйтергә теләһә, башта уның тураһында йөрәге менән уйлаһын, унан һуң ғына әйтһен. Ә монафиҡтың теле йөрәге алдында йөрөй. Әгәр ҙә ул берәй нәмә әйтергә теләһә, уны теле менән әйтә, ә йөрәге менән уның тураһында уйламай. Әйе, ошо хәҙискә ярашлы күптәребеҙ дини, донъяуи, әҙәп үә әхләки наҙанлығы арҡаһында телен алға сығара.
     Бар ундайҙар, тик уларҙың күбеһе ҡаты итеп әйткәндә — подхалимдар. Хаҡлыҡты йәшереп, ялғанға ризалар, диндә белемһеҙҙәр. Аҡты һәм ҡараны айырмай көн күрәләр. Боҙоҡлоҡтарға риза булыуҙары арҡаһында гонаһ ҡылалар.
     Әгәр мосолман ҡәрҙәшен берәй ерҙә нахаҡҡа ғәйбәт (яла) ҡылған ваҡытта өндәшмәй тик ултырһа, уға ни була? Пәйғәмбәр ﷺ: «Бер кешенең ҡаршыһында ҡәрҙәше ғәйепләнһә, ул ҡәрҙәшенә ярҙам бирергә көсө етһә һәм ярҙам ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә донъя һәм ахирәттә файҙа ҡылыр. Әгәр ул ҡәрҙәшенә ярҙам итмәһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешене донъяла ла, ахирәттә лә хур ҡылыр, — тигән.
     Тағы ла пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Әгәр ҙә һин боҙоҡ ғәмәл күрһәң, ҡулың менән туҡтат, әгәр ҡулың менән туҡтата алмаһаң, телең менән туҡтат, әгәр телең менән дә туҡтата алмаһаң, күңелең менән туҡтат, ләкин был имандың иң түбән баҫҡысы». Әгәр ҙә тирә-яғыбыҙҙа бер гонаһ күрһәк, мосолман бәндәһе тыныс ҡына уҙып китә алырмы? Әгәр уҙып ҡына китһә, иманында шик бар. Көслө иманлы бәндә ҡулы менән туҡтатырға тырышыр, йәғни үҙенең бөтә көсөн, бөтөн тырышлығын шуға ҡуяр. Әгәр был һәләттә ҡул менән туҡтатырға мөмкин түгел икән, ул ваҡытта теле менән туҡтатыр, әйтер, яҙыр, һөйләр. Әгәр ҙә теле менән дә туҡтата алмаһа, ҡалебең менән ризалашма был гонаһҡа.
     Динебеҙҙә боҙоҡлоҡты, ғәйбәтте, ялғанды кешеләрҙе кәмһетеү ниәтенән интернеттә, социал селтәрҙәрҙә был әҙәм аҡтыҡтары тарафынан эшләнде лә инде. Бында социаль төркөмдәрҙә, интернет, гәзит матбуғаты саралары ла ҡатнашты. Әммә ниәттәре тормошҡа ашмай кире үҙҙәренә ҡайта. Ябай һүҙ менән әйтһәк, бәлә ҡылыусының башҡаларға зыяны тейһә лә, тәрәнерәк төшөп баҡһаң, ахыр сиктә ул яуызлыҡты башҡарған кешенең үҙенә ҡайтыуын күрергә була. «Һәр кемдә изгелеге үҙенә, яуызлығы үҙ башына ҡайта», — тиелә Ҡөръәндә.
     Имам Садыҡ (уға Аллаһының рәхмәте булһын) әйтте: «Әгәр берәр кеше иманлы кешене кәмһетеү маҡсатынан насар һүҙҙәр әйтһә, ул ваҡытта Аллаһ уны үҙ яҡлауынан алыр һәм шайтан хөкөмөнә бирер. Әммә шайтан да уны ҡабул итмәҫ». (Васаиль аш-шиа). Иблистең ни эшләп иманһыҙҙы ҡабул итмәҫен беләһегеҙ, шайтандың эше кешене тура юлдан аҙаштырыу ғына. Сөнки был рөхсәтте Аллаһ уға Үҙе бирҙе. Шуға Иблис Ҡиәмәт көнөндә ул әҙәм өсөн яуаплыҡты үҙ өҫтөнә алмай.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Мәң фәрриҡа фәләйсә миннә», йәғни «Бер кеше халыҡтар йәки өммәт араһын айырһа, дошманлыҡ йәки бүленеү һалһа, ул кеше беҙҙән түгел».
     Рәсүллааһ Мөхәммәд ﷺ өммәтенең бер-береһенән айырылышыуын, бер-береһенә ҡаршы сығыуын теләмәгән, мосолмандарҙың бүленеүенән ҡурҡҡан һәм шунан һаҡланған, Аллаһ Тәғәләгә һыйынған. Беҙгә лә сектантар артынан эйәрмәй, аҡты-ҡаранан айырып, наҙандарҙың үҙ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн белә-күреп ҡылған гонаһтарына ризалашмай, камил аҡыл менән үҙ динебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙҙәттәребеҙҙе, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ. Әмин.

     Ғәйбәт: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99jb%D3%99t.html 

     Телде гонаһтан һаҡлау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/telde-gona%D2%BB-%D2%BBa%D2%A1lau.html