Архив рубрики: вәғәздәр

Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

                                                              Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу

стройка, мечеть, Аскар

мечеть, фундамент

     Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине. Читать далее

Рөхсәт ителгән ғәйбәт

                                                      Рөхсәт ителгән ғәйбәт
     Динебеҙҙә ғәйбәт рөхсәт ителгәнме тигәнгә күптәр юҡ, ғәйбәт ҡәрҙәшеңдең мәйетен ашауға тиң, тип әйтеүселәр булыр. Рәсүлебеҙ сәхәбәләре менән ултырған ваҡытта, уларҙан: «Ғәйбәттең нимә икәнен һеҙ беләһегеҙме?» – тип һорап ҡуя. Сәхәбәләр: «Аллаһ һәм уның рәсүле яҡшыраҡ белә», – тиҙәр. Шунан Пәйғәмбәребеҙ: «Бер кеше тураһында һөйләп, ул уны үҙе ишетмәһә, ғәйбәт һанала», – тип әйтә. Бер сәхәбә: «Ә ул һүҙ хаҡ булһа?» – тип һорағас, «Дөрөҫ булһа ла, ғәйбәт», – ти. Ғәйбәт – ике кеше араһында, ҡатнашмаған өсөнсөһө менән булышыу, уның холҡон, ҡылыҡтарын, хәбәрен, эшен, ғәиләһен һәм башҡаһын тикшереү...
     Әммә Ислам динебеҙ ғәҙеллеккә ҡоролған, динебеҙҙә берәүҙең дә хаҡтарын ҡыҫырға, уны рәнйетеүгә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә мосолман кешеһенең хаҡтарын боҙһалар, уның намыҫына тап төшөрәләр йәки рәнйетәләр икән, ул мосолман булғаны өсөн өндәшмәй генә ҡалырға тейеш түгел, кире самаһы булған яуабы ла булырға тейеш, был тыйылмаған. Читать далее

Төнгө нәфел (тәһәжжүд) намаҙының әһәмиәте

                                Төнгө нәфел (тәһәжжүд) намаҙының әһәмиәте
     Барлыҡ маҡтау, хәмед үә ҫәнәләр донъяларҙы барлыҡҡа килтереүсе, барыбыҙҙы ла даими ниғмәтләндереп тороусы, һәр ғәмәлебеҙҙе белеүсе һәм уның өсөн ғәҙел рәүештә хөкөм итәсәк, Үҙ рәхмәтенә ирешеүселәрҙе мәңгелек йәннәткә һәм боҙоҡтарҙы йәһәннәмгә индерәсәк Бөйөк Зат — Аллаһыға булһын!
     Һуңғы пәйғәмбәр итеп иңдерелгән, донъяға Раббыбыҙҙың һүҙҙәрен үә шәриғәтен таратҡан, йәннәт ишеген беренсе булып асасаҡ һәм үҙенең өммәтен — беҙҙе беренселәрҙән булып унда алып керәсәк Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауаттар булһын! Барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәләнең сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
     Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә һәм ризалығына өлгәшеү өсөн мәсетебеҙгә йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Читать далее

Кемдән ҡурҡырға?

                                                          Кемдән ҡурҡырға?
     Ҡурҡыу — кешенең йәшәйешендә ниндәйҙер ҡурҡыныстан һаҡланып ҡалыр өсөн барлыҡҡа килгән хис-тойғо, эске психик кисереш. Был кисереш нимәгә лә булһа нигеҙләнеп барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, кемдер Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡҡа, шул арҡала боҙоҡ эштәрҙән тыйыла, ата-әсәһенән ҡурҡҡан кеше уларҙы рәнйетеүҙән һаҡлана, аслыҡтан ҡурҡҡан кеше ас ҡалмаҫ өсөн үҙенең ашарын хәстәрләй башлай. Кеше шулай уҡ йәшен йәшнәүенән, көслө ел иҫеүенән, бейеклектән, һыуҙан, ҡараңғылыҡтан, хәҙерге донъяның хәүеф-хәтәрҙәренән, күңелендәге борсолоуҙарҙан һәм киләсәктәге билгеһеҙлектән шомлана. Читать далее

Күрәҙәселәргә ышаныу

                                                               Күрәҙәселәргә ышаныу
     ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә килер көндәребеҙҙе насип иткәс, яңы йылға аяҡ баҫырға күптә ҡалманы. Ошо ҡышҡы оҙон, һыуыҡ төндәрҙә киләһе йылда нимә булыр икән, алдағы айҙарҙа тормошобоҙ еңеләйер микән тиеп, киләһе көндәрҙә ниндәй һынауҙар булыр икән тип, уйланып, киләһе ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Әйе, йәшәгән шарттарыбыҙҙы киләһе яҙғы-йәйге осорҙа үҙгәртергә, киңәйтергә, яңынан нимәлер төҙөргә тип, күңелдән ниәтләнеп пландар ҡороп алабыҙ.
     Һәм киләһе көндәрҙә ни булырын белер өсөн ҡайҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ? Әлбиттә гороскоптарҙан, йондоҙнәмәләрҙән, интернеттән күрәҙәсәләр әйткән мәғлүмәттәр ҡарайбыҙ. Беҙҙең күңелебеҙ, нәфсебеҙ һәр саҡ еңеллек, муллыҡ эҙләй, Аллаһ һынауҙарына бирешкән түҙемлегебеҙҙе, етешмәгән сабырлығыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн ыңғай үҙгәрештәр, табыштар кәрәк бит, шулаймы? Читать далее

Никах нәсихәте

                                                        Никах нәсихәте
     Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Уның рәхмәте үә бәрәҡәте менән ошо матур донъяла хәләл ефеттәребеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә шөкөр ҡылайыҡ, Ул беҙгә ошо матур көнөн биреп, ошо йәштәрҙең никахында ҡатнашырға, уны күрергә мөмкинселек бирҙе. Әҙәм балаһының ғүмерендә өс туйы була тиҙәр. Беренсеһе: был донъяға илап тыуыуы, икенсеһе һөйгәне менән никахлашыуы, өсөнсөһө был донъянан иман менән үтеп, ахирәткә күсеүе. Әйе, тормош шулай ҡоролған бит: ҡайҙалыр сей бала тәүге ауазын һалып был матур, яҡты фани донъяға килә, икенсе ерҙә кемдер был ваҡытлыса йәшәү миҙгелен ҡалдырып башҡа киңлеккә китә. Һәм дә фәлән урында ике һөйгән йәр яңы ғаилә ҡороу теләге менән гөрләтеп туйҙар уҙғара һәм киләсәктә ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлына аяҡ баҫалар. Читать далее

Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

                                                  Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

     Намаҙ – динебеҙҙең терәге һәм иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе, Ислам дине шарттарының береһе булып тора. Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ һәр кемдән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бик күп аяттарында беҙҙе намаҙ уҡырға саҡыра, бына шуларҙың береһе:
                                                             وَأَقِيمُوا الصَّلَاةَ وَآتُوا الزَّكَاةَ وَارْكَعُوا مَعَ الرَّاكِعِينَ
     Үә әҡиимүс-саләәтә үә әәтүз-зәкәәтә уаркәғүү мәғәр-раакиғиин
     "Намаҙҙарҙы үтәгеҙ, зәкәт саҙаҡаһы бирегеҙ һәм намаҙ уҡыусылар менән бергә намаҙ уҡығыҙ" («Бәҡара» сүрәһе, 43-се аят).
     Намаҙ уҡыу бер ҡасан да өҫтөбөҙҙән төшмәй. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән, үҙ аҡылында булған һәр мосолманға намаҙ уҡыу фарыз. Уҡымаһа, ундай кеше ҙур гонаһлы буласаҡ. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡырға тейешлелеге тураһында бик күп сахих хәҙистәрҙә лә әйтелә. Ғабдулла ибн Мәсгут килтергән хәҙис Имам Бохари йыйынтығында урын алған: «Мин Аллаһ илсеһенән һораным: «Аллаһы Тәғәлә иң яратҡан ғәмәл ниндәй?» – «Ваҡытында уҡылған намаҙ». «Ә унан һуң нимә?» – «Атай-әсәйеңде яратыу һәм уларға иң күркәм мөнәсәбәт». Читать далее

Тәһәрәт (вәғәҙ)

                                                             Тәһәрәт (вәғәҙ)

     Тәһәрәт термины ғәрәп телендәге таһәра(тун) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «таҙалыҡ, таҙараныу, сафланыу» тип тәржемә ителә. Шәриғәттә тәһәрәт билдәле бер «дини сафлыҡ (ритуал) халәте» тигәнде аңлата.
     Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, йыуыныу, сафланыу. Тәһәрәт ул динебеҙҙә ғибәҙәттәребеҙҙең асҡысы. Сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсе яҡтан тәһәрәт гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, Ҡиәмәт көнөндә даими тәһәрәтле булғандарҙың йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур балҡыр, башҡа халыҡтан айырып торор, йәннәткә инергә сәбәпсе итәр. Шуға ла иманлы кеше тәһәрәткә һәр саҡ иғтибарлы булыр һәм мосолман өсөн тәһәрәт алыу, һәр саҡ тиерлек тәһәрәтле булыу — имандың мөһим сағылышы. Шуға ла уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү һәм уға булған талаптарҙы башҡарыу бигерәк тә әһәмиәтле. Читать далее

Йәшәү мәғәнәһе

                                                           Йәшәү мәғәнәһе
     Бисмилләһир рахмәәнир рахиим
     Беҙ бер Аллаһҡа ғына бөтә маҡтауҙы бағышлайбыҙ, иман, ислам, Ҡөръән һәм сәләмәтлек ниғмәте өсөн. Уға — Аллаһҡа күҙ йәштәребеҙ — тәүбәбеҙ аша ҫәнә үә хәмед. Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа беҙҙең.маҡтауҙарыбыҙ булһын, Уға бөйөклөк һәр урында, һәр нәмәлә, күктәрҙә һәм ерҙә. Ул хикмәт һәм тәрән аҡыл эйәһе. Мин шаһәҙәт килтерәм: «Әшһәдү әллә иләһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбүдүһү үә расүлүһү». Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат юҡ, Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) Уның ҡоло һәм илсеһе. Ул үҙенең рәсүл вазифаһын үтәне һәм ул Аллаһтың юлында үлгәнсе хеҙмәт итте. Ул Аллаһҡа яҡынайта торған бөтә юлдарҙы асыҡ итеп күрһәтте һәм бөтә насар эштәрҙән киҫәтте. Уға һәм уға эйәргән кирам сәхәбәләргә Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре ирешһен ине. Читать далее

Аллаһты зекер итеү

                                                        Аллаһты зекер итеү

                                                                                                                          بسم الله الرحمن الرحيم
     Бисмилләһир рахманир рахим. Беҙҙе юҡтан бар иткән Раббының, Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлыйбыҙ.
     Бөтә булған маҡтауға лайыҡлы Бер Аллаһ Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ! Унан ғына илаһи ярҙам һорайбыҙ һәм дә Унан ғына гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорап ялбарабыҙ!
     Үҙ нәфсебеҙҙең насарлығынан һәм дә боҙоҡ ғәмәлдәребеҙҙән Бер Аллаһҡа һыйынабыҙ!
     Кемде Аллаһ Тәғәлә һиҙәйәт биреп тура юлға күндерһә, уны бер кем дә тура юлдан яҙҙыра алмаҫ. Ә кемде Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ғәҙеллеге менән һиҙәйәтһеҙ ҡалдырһа, уны, Аллаһтан башҡа, бер кем дә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
     Бары тик Аллаһ ғына ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат, Уның һис бер тиңдәше юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ — Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе, тип шәһәдәт килтерәм.
     Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның һуңғы пәйғәмбәренә, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм салауаттар булһын!
     Мосолман һәр эште — «Бисмилләһи рахманир рахим», тип Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, Уны зекер итеп башлай. Зекер ул ғәрәпсәнән иҫкә, хәтергә төшөрөү тигән һүҙ. Дин тәғлимәтендә Аллаһты һәр саҡ күңелдә тотоу, Уны хөрмәт итеү, маҡтау, бөйөкләү һәм ҙурлау була. Шулай уҡ зекер Ҡөрьәндең бер исеме булып тора. «Хаҡиҡәттә, был зекерҙе беҙ һиңә иңдерҙек һәм уны ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлаясаҡбыҙ», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Ҡөръәне ятлаған һәм уҡыған кеше Раббыбыҙҙы зекер итә. Читать далее