Төнгө нәфел (тәһәжжүд) намаҙының әһәмиәте

                                Төнгө нәфел (тәһәжжүд) намаҙының әһәмиәте
     Барлыҡ маҡтау, хәмед үә ҫәнәләр донъяларҙы барлыҡҡа килтереүсе, барыбыҙҙы ла даими ниғмәтләндереп тороусы, һәр ғәмәлебеҙҙе белеүсе һәм уның өсөн ғәҙел рәүештә хөкөм итәсәк, Үҙ рәхмәтенә ирешеүселәрҙе мәңгелек йәннәткә һәм боҙоҡтарҙы йәһәннәмгә индерәсәк Бөйөк Зат — Аллаһыға булһын!
     Һуңғы пәйғәмбәр итеп иңдерелгән, донъяға Раббыбыҙҙың һүҙҙәрен үә шәриғәтен таратҡан, йәннәт ишеген беренсе булып асасаҡ һәм үҙенең өммәтен — беҙҙе беренселәрҙән булып унда алып керәсәк Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауаттар булһын! Барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәләнең сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
     Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә һәм ризалығына өлгәшеү өсөн мәсетебеҙгә йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ!

     Хөрмәтле мосолмандар! Динебеҙҙә булған мөбәрәк көндәрҙе, кисәләрҙе барыбыҙҙа беләбеҙ. Мәҫәлән «Бәраат» кисәһе, «Ҡәҙер» төнө. Аллаһтың икһеҙ-сикһеҙ рәхмәтенә ирешер өсөн мосолмандар был мөҡәддәс көндәрҙә һәм кисәләрҙә генә түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла нәфел ғибәҙәттәрен ҡылалар. Вәғәзебеҙ, инша Аллаһ, төнгө нәфел намаҙының әһәмиәте тураһында булыр.
     Төн, бигерәк тә таң алды бик ҡәҙерле ваҡыт, сөнки бөтә мәхлуҡтар ял итә, ғаләмдә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Кеше төндә тороп, доға ҡылғанда уға бер кем дә ҡамасауламай, ул риянан алыҫ була. Нимә һуң ул рия? Рия – ул кешеләр маҡтаһындар, хөрмәт итһендәр өсөн күрһәтеп ғәмәл ҡылыу. Ә төндә ихлас бәндәһен Аллаһ ғына күрә, был төнгө ваҡытта бер кем дә уны күрмәй, ул үҙенең Раббыһы менән бергә ҡала, Уға мөрәжәғәт итә, доғалар ҡыла. Шулай итеп, ул күңелен нурландыра, Аллаһы Тәғәләгә яҡыная.
     Бер хәҙисендә Пәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм дә асыҡлап шуны әйткән: «Йәстү намаҙынан һуң уҡыла торған барлыҡ намаҙҙар төнгө намаҙға инә». (Имам Табәрани хәҙистәре йыйынтығы).
     Аллаһы Тәғәлә төндә ғибәҙәт ҡылыусылар тураһында «Әҙ-Ҙәрийәт» сүрәһенең 51/17-18-се аяттарында шулай тип әйтә:
                                                                                  كَانُوا قَلِيلًا مِّنَ اللَّيْلِ مَا يَهْجَعُونَ
                                                                                         وَبِالْأَسْحَارِ هُمْ يَسْتَغْفِرُونَ

     Кәәнүү ҡалииләм-минәл-ләйли мәә йәһджәғүүн.

     Үә бил’әсхәәри һүм йәстәғфируун.

     "Төндәрен аҙ йоҡлағандар. Сәхәр ваҡыттарында ярлыҡау һорағандар".
     Нәфел ғибәҙәттәренең иң ҙурыһы — намаҙ. Шуға күрә пәйғәмбәребеҙ ﷺ күп ваҡытын намаҙҙа үткәрә торған булған һәм сәхәбәләр ҙә уның үрнәген үҙ тормоштарында ҡулланғандар. Шулай бер көндө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Рабиға ибн Ҡәғб Әл-Әсләмийгә былай тигән: «Үҙеңде күп сәждә ҡылып байыт!». Йәғни сәждә ҡылып, Ахирәттәге үҙең өсөн тәғәйләнгән урыныңдың дәрәжәһен күтәр, тигән.
     "Әл-Фурҡан" (25) сүрәһенең 64-се аятында Аллаһы Раббыбыҙ:
                                                                                                     وَالَّذِينَ يَبِيتُونَ لِرَبِّهِمْ سُجَّدًا وَقِيَامًا

     Үәл-ләҙиинә йәбиитүүнә лираббиһим сүджжәдәү-үә ҡийәәмәә.

     "Улар төндәрен Раббыларына ҡыямға тороп, сәждәгә китеп, ғибәҙәт ҡылалар" – тип әйтә.
     Сәждәнең дәрәжәһен аңлата торған тағы бер хәҙис: «Үҙ Раббыһына кешенең иң яҡын халәте сәждәләлер, шуға күрә ул ваҡытта күберәк доға ҡылығыҙ». Тимәк, нәфел намаҙҙары Раббыбыҙ ваҡытта дәрәжәбеҙҙе күтәрергә иң ҙур сәбәптер, әммә күп мосолмандар уға битараф ҡала.
     Әз-Зумар сүрәһенең (39), 9-сы аятында Аллаһ Тәғәлә:

                                        أَمَّنْ هُوَ قَانِتٌ آنَاءَ اللَّيْلِ سَاجِدًا وَقَائِمًا يَحْذَرُ الْآخِرَةَ وَيَرْجُو رَحْمَةَ رَبِّهِ

     Әммән һүүә ҡаанитүн әәнәә’әл-ләйли сәәджидәү-үә ҡаа’имәй-йәхҙәруль-әәхыиратә үә йарджүү рахмәтә раббиһи...

     «... ул төнө буйы сәждә ҡылып һәм баҫып тороп ғибәҙәт ҡыла, мәңгелек донъянан ҡурҡа һәм Аллаһының рәхимлегенә өмөтләнә».
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Хаҡиҡәттә төндә шундай бер ваҡыт бар, Аллаһ Тәғәлә мосолман ҡолона һораған нәмәһен бирә».
     Ҡөръән аяттары һәм хәҙистәргә ҡарап, төнгө намаҙҙың күркәмлеген аңларға була. Кешене изге ғәмәлдәргә этәрә торған сифаттарҙың иң күркәме – Аллаһыға мөхәббәт һәм иман ныҡлығы. Төнгө намаҙ ул – Аллаһ Тәғәлә менән ике аралағы йәшерен әңгәмә. Әлеге әңгәмәнең ләззәте беҙҙе башҡа төндәрҙә лә тороп намаҙ уҡырға өндәп торасаҡ.
     Бер көндө шәйх Хәсән Басриҙан (Аллаһтың рәхмәтендә булһа ине): «Ни өсөн төндә нәфел ғибәҙәттәрен ҡылыусы мосолмандарҙың йөҙҙәре шундай матур, нурлы?»– тип һоранылар. Шәйх: «Сөнки улар Рәхмәтле Аллаһ менән бергә ҡалалар», – тип яуап бирҙе.
     Фидаил ибн Ийәд: «Ҡояш байығас, мин ҡараңғылыҡҡа шатланам, сөнки ул ваҡытта мин Раббым менән бергә ҡалам, ә ҡояш сыҡҡас, мин ҡайғырам, сөнки ул ваҡытта миңә төрлө мәсьәләләр менән кешеләр килә», – тип әйткән.
     Төнгө нәфел ғибәҙәттәренең фазыйләттәре, хәсиәттәре тураһында Рәсүл әкрам ғәләйһиссәләмдең түбәндәге хәҙисендә әйтелгән. Билал (уға Аллаһ ризалығы булһын) риүәйәт итә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип әйткән:
     "Төндә йоҡонан тороп, ғибәҙәт ҡылырға тырышығыҙ! Сөнки ул һеҙгә тиклем булған изгеләрҙең ғәҙәте. Ысынын да төндә тороп ғибәҙәт ҡылыу – Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу ул. Был төнгө ғибәҙәт гонаһлы ғәмәлдәр ҡылыуға кәртә булып тора, хата-кәмселектәрҙе ярлыҡай һәм тәндән ауырыуҙарҙы, сырхауҙарҙы ҡыуа", – тигән (Тирмизи).
     Хәҙистә был әйтелгәнсә, төнгө ғибәҙәт рухыбыҙға һәм тәнебеҙгә сихәт бирә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ төнгө ғибәҙәттәргә айырым әһәмиәт биргән, ләкин шул уҡ ваҡытта ялға ла иғтибарлы булған. Төндә ниндәй намаҙ уҡырға кәрәкме һуң? Аллаһ илсеһе Мөхәммәд ﷺ хәҙрәттәре үҙенең бер әйткән хәҙисендә:
     "Фарыз намаҙҙарынан һуң иң яҡшы намаҙ – Тәһәжжүд намаҙы", – тигән. (Мөслим).
     Был хаҡта Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә лә: «Төнгө намаҙҙарығыҙҙы ҡалдырмағыҙ, сөнки Аллаһының Илсеһе уларҙы ҡалдырмай ине. Ауырыһа йә иһә хәле булмаһа, ултырып булһа ла уҡый ине» — тип әйтә торған булған. Был ваҡытта Раббыбыҙ барлыҡ доғаларҙы ҡабул итә һәм гонаһтарҙы ярлыҡай.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә лә:
                                                  وَمِنَ اللَّيْلِ فَتَهَجَّدْ بِهِ نَافِلَةً لَّكَ عَسَى أَن يَبْعَثَكَ رَبُّكَ مَقَامًا مَّحْمُودًا

     Үә минәл-ләйли фәтәһәджжәд биһи нәәфиләтәл-ләкә ғәсәә әй-йәбғәҫәкә раббүкә мәҡаамәм-мәхмүүдәә.

     "Әй, Мөхәммәд! Төндәрен уянып, нәфел намаҙҙар ҡыл. Раббың һине маҡтар, юғары дәрәжәгә күтәрер",— тиелгән. Исра сүрәһе, 17/79 аят.
     Тәһәжжүд намаҙы Пәйғәмбәребеҙгә был аят менән әмер ителгән. Шул уҡ аятта Аллаһы Тәғәлә илсеһен юғары дәрәжәгә күтәрәсәген тәһәжжүд намаҙын үтәргә саҡырғандан һуң белдергән. Был юғары дәрәжә менән тәһәжжүд намаҙы араһында бер ныҡ бәйләнеш барлығын күрһәтә һәм тәһәжжүд намаҙын уҡыу әһәмиәте ҙур икәнлеген асыҡлай.
     Был намаҙға бигерәк тә «Мүззәммил» (1-8) сүрәһендә ишара ителгән:
     "Әй, сорналып уралған Мөхәммәд! Төндөң уртаһында, теләһәң бер ни тиклем һуңыраҡ, теләһәң бер ни тиклем алдараҡ ваҡытта намаҙға тор, йәки Ҡөръән уҡы. Ысынын да, беҙ һиңә күтәреүе бик ауыр булған Ҡөръәне вәхи итәсәкбеҙ. Һис шикһеҙ, кистәрҙе намаҙ ҡылыу бик тәҫирле, Ҡөръән дә уҡыу бик уңайлылыр. Сөнки көндөҙ һине быларҙан айырасаҡ эштәрең барҙыр. Раббыңдың исемен зекер ит, һәр нәмәңде ҡалдырып, Уға йүнәл!"
     Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тәһәжжүд намаҙын уҡыр өсөн ҡайһы ваҡыт төндең беренсе өлөшөндә, ә ҡайһы бер мәлдә төндөң уртаһында йоҡонан уянған, әммә Рәсүл әкрам ғәләйһис-сәләм был нәфел намаҙын күберәк таң алды ваҡытында уҡыған.
     Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең төнгө намаҙҙы уҡыуын белгән сәхәбәләр ҙә уның кеүек төнгө намаҙҙы уҡый башлағандар. Әйтеп үтелгән Ҡөръән аяттарын да тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте ҙур икәнен аңланыҡ. Был намаҙҙы, Пәйғәмбәрҙән башлап, уға инанған кешеләр бөгөнгө көнгә тиклем ҡылып килгәндәр. Был намаҙ шул уҡ хис һәм иман менән ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡылынасаҡтар. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Төнгө намаҙҙы дауам итегеҙ...»,— тип бойорған.
     Тәһәжжүд намаҙы ике рәкәғәт менән ун ике рәкәғәт араһында ҡылыныр.
     Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһис сәлләм әйткән: «Биш ваҡыт фарыз намаҙҙарҙан ҡала намаҙҙарҙың иң яҡшыһы – төнгө намаҙ». Мөслим, «Сыям», 202; Тирмизи, «Мавакыт»
     «Тәһәжжүд намаҙы ҡылығыҙ! Ул – һеҙҙән алда йәшәгән кешеләр өсөн ғәҙәти хәл булған. Ул Раббығыҙға яҡынайта, насарлыҡтан ҡотҡара һәм гонаһтарҙан һаҡлай!». «Мөстәдрак», Хәким.
     «Төндә тороп тәһәжжүд намаҙы ҡылған, ә унан һуң ҡатынын уятып, ул да тәһәжжүд ҡылған ир кешегә Аллаһ мәрхәмәтле булһын! Әгәр ҙә ҡатыны уянмаһа, ул уның йөҙөнә һыу бөркә. Төндә тороп тәһәжжүд намаҙы ҡылған, ә унан һуң ирен уятып, ул да тәһәжжүд ҡылған ҡатынға Аллаһ мәрхәмәтле булһын. Әгәр ҙә ире уянмаһа, ул уның йөҙөнә һыу бөркә». Имам Әбү Дауыт, «Витр», 13.
     «Көндөҙ йоҡлап алығыҙ, төндә тәһәжжүд намаҙы ҡылыр өсөн торорға шул һеҙгә ярҙам итәр». Имам Ибн Мәдҗә «Сыям», 22.
    Әмир ибн Рабиға исемле бер вәли (изге кеше) булған. Ул Тәһәжжүд намаҙына шул тиклем ҙур иғтибар биргән ти, хатта үлем дә уға төнгө намаҙ уҡыған ваҡытта ирешкән.
     Ибне Ғәббәстән килгән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәһәжжүд намаҙында ошо доғаны уҡыуы әйтелгән: اَللَّهُمَّ لَكَ الْحَمْدُ أَنْتَ قَيِّمَ السَّمَوَاتِ وَالْأَرْضِ وَمَنْ فِيهِنَّ وَلَكَ الْحَمْدُ أَنْتَ مَلِكُ السَّمَوَاتِ وَالْأَرْضِ وَمَنْ فِيهِنَّ وَلَكَ الْحَمْدُ أَنْتَ نُورُ السَّمَوَاتِ وَالْأَرْضِ وَمَنْ فِيهِنَّ وَلَكَ الْحَمْدُ أَنْتَ الْحَقُّ وَوَعْدُكَ الْحَقُّ وَلِقَاؤُكَ حَقٌّ وَقَوْلكَ حَقٌّ وَالْجَنَّةُ حَقٌّ وَالنَّارُ حَقٌّ وَالنَّبِيُّونَ حَقٌّ وَمُحَمَّدٌ حَقٌّ وَالسَّاعَةُ حَقٌّ. اَللَّهُمَّ لَكَ أَسْلَمْتُ وَبِكَ أَمَنْتُ وَعَلَيْكَ تَوَكَّلْتُ وَإِلَيْكَ أَنَبْتُ وَبِكَ خَاصَمْتُ وَإِلَيْكَ حَاكَمْتُ فَاغْفِرْ لِي مَا قَدَّمْتُ وَمَا أَخَّرْتُ وَمَا أَسْرَرْتُ وَمَا أَعْلَنْتُ أَنْتَ الْمُقَدِّمُ وَأَنْتَ الْمُؤَخِّرُ وَلاَ إِلَهَ إِلاَّ أَنْتَ أَوْ لاَ إِلَهَ غَيْرُكَ وَلاَ حَوْلَ وَلاَ قُوَّةَ إِلاَّ بِاللهِ

     "Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-ардый йәә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә мәликүс-сәмәәүәәти үәл-ардый үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус-сәмәәүәәти үәл-ардый үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтәл-хәҡҡу үә үәғдүкәл-хәҡҡу үә лиҡаа-үкә хәҡҡун үә ҡаулүкә хәҡҡун үәл-джәннәтү хәҡҡун үән-нәәрү хәҡҡун үән-нәбиййүнәә хәҡҡун үә мүхәммәдүн хәҡҡун үәс-сәәғатү хәҡҡун. Аллааһүммә ләкә әсләмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә иләйкә әнәбтү үә бикә хасамтү үә иләйкә хәкәмтү фәғфирлии мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү үә мәә әсрартү үә мәә әғләнтү әнтәл-мүҡаддимү үә әнтәл-мүәххыйру үә ләә иләәһә илләә әнтә әү ләә иләәһә ғайрукә, үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһ"

     Мәғәнәһе: Аллаһым! Маҡтау Һиңә хастыр. Һин күктәрҙе һәм ерҙе һәм унда булған бөтөн нәмәне бер тәртипкә ҡуйыусыһың. Маҡтау Һиңәлер. Һин күктәрҙә һәм ерҙә һәм уларҙа булған бөтә нәмәләрҙе падишаһын. Маҡтау Һиңә хастыр. Һин күктәгеләрҙең һәм ерҙәгеләрҙең нурыһың. Маҡтау Һиңәлер. Һин Хаҡһың, вәғәҙән хаҡтыр, ахирәттә Һине күрмәк хаҡтыр. Һүҙең хаҡтыр, йәннәт хаҡтыр, йәһәннәм хаҡтыр, пәйғәмбәрҙәр хаҡтыр үә Мөхәммәд хаҡтыр, ҡиәмәт хаҡтыр.
     Аллаһым! Һиңә тапшырылдым. Һиңә инандым. Һиңә тәүәккәл иттем. Һиңә йүнәлдем. Һинең ризалығың өсөн дошмандарға ҡаршы сыҡтым, арабыҙҙа Һине генә Хаким иттем. Раббым! Ҡылған һәм ҡылынасаҡ бөтә гонаһтарымды ғәфү ит. Йәшерен һәм асыҡ ҡылған бөтөн гонаһтарымды кисер, алға үткәргән дә — Һинһең, артҡа ҡалдырған да — Һинһең. Һинән башҡа илаһ юҡ, Аллаһым! Һинән башҡа көс һәм ҡеүәт эйәһе булған бер кем дә юҡ, Раббым!)
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бөтә төнгө намаҙҙарында шул уҡ доғаны уҡыуы һөйләнелмәй. Билдәле булғанса, ул намаҙҙарҙа төрлө доғалар уҡыған. Төнгө намаҙҙар уҡыусыларҙың төрлө доғалар уҡыуҙарында зыян юҡтыр. Был, киреһенсә, һәйбәт тип һанала.
     Хөрмәтле мосолмандар! Түбәндәге хәҙис мөһим урын алып тора. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм хәҙрәттәре әйткән: «Йәннәттә шундай матур, үтә күренмәле һарайҙар бар. Ул һарайҙарҙың эске өлөшө тыштан күренә, эстән тышҡы булған нәмәләр күренә». Бер бәҙәүи ғәрәп һораған: «Йә Рәсүлаллаһ, был һарайҙар кемдәр өсөн?»– тигән. Рәсүл әкрам ғәләйһис-сәләм: «Был һарайҙар күркәм һүҙҙәр һөйләүсе, башҡаларҙы ҡунаҡ итеүсе, күп ураҙа тотоусы һәм барлыҡ мәхлуҡтар йоҡлаған ваҡытта Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ уҡыусылар өсөн», – тип яуап биргән (Тирмизи).
     Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, ошолай тип әйткән:
     "Әй, кешеләр! Бер-берегеҙгә сәләм бирегеҙ, бер-берегеҙҙе һыйлағыҙ, ҡунаҡ итегеҙ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытығыҙ, туған-ҡәрҙәштәрегеҙгә ярҙам итегеҙ һәм кешеләр төндә йоҡлаған ваҡытта намаҙ уҡығыҙ. Был ғәмәлдәр һеҙҙе йәннәткә индерә" – тигән (Ибн Мәджә, Тирмизи).
     Джәбир тигән сәхәбә (Аллаһ унан разый булһа ине) әйткән: "Мин Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмдең былай тип әйткәнен ишеткән инем:
      «Төндә шундай бер сәғәт барҙыр ти, әгәр мосолман шул ваҡытта доньяһы һәм әхирәте өсөн ни ҙә булһа һораһа, Аллаһ, һис шикһеҙ, шуны бирәсәк. Был ваҡыт һәр төндә бар» (Мөслим).
     Әбү Хүрәйра (Аллаһ унан разый булһа ине) риүәйәт итә, Рәсүлаллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: "Һеҙ йоҡлап киткәндә шайтан башығыҙҙың артҡы өлөшөнә өс төйөн бәйләп ҡуя. Һәр береһендә һуғып былай тип әйтә: "Һинең төнөң оҙаҡ булһын, тыныс йоҡла! Әгәр кеше уянып, Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрһә, шуның бер төйөнө сиселә. Әгәр тәһәрәт алһа, икенсе төйөнө сиселә. Әгәр намаҙ уҡыһа, өсөнсө төйөнө сиселә һәм кеше иртә таңдан уҡ яҡшы кәйеф менән уяна. Киреһенсә булғанда таңдан уҡ уның кәйефе булмай һәм уны ялҡаулыҡ баҫа" (Бохари, Мөслим).
     Хөрмәтле мосолмандар! Хәҙистә был хәҙистә әйтелгәнсә, кеше таң алды ваҡытында Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып, Ахирәттә бөйөк дәрәжәләргә ирешмәһен өсөн шайтан ҙур тырышлыҡтар һала. Ул йоҡоно ләззәтләндерә һәм төрлө сәбәптәр табып, кешене был ғибәҙәттән мәхрүм итә.
     Шайтанға бирелмәҫ өсөн, беҙ таң атҡансы тороу ниәте менән йоҡларға ятырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, төндә йоҡонан уянғас, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыу, Уның ҡөҙрәте тураһында уйлау күркәм ғәҙәт һанала.
     Бер көндө кемдер шәйех Ибраһим ибн Әдхәмдән (Аллаһтың рәхмәтендә булһын) һораны: «Хөрмәтле хәҙрәт! Мин төндә доға ҡылыр өсөн йоҡонан тора алмайым. Миңә нишләргә һуң, кәңәш бирегеҙсе?»– тине. Шәйех яуабында: «Көндөҙ Аллаһҡа ҡаршы килмә (гонаһтар ҡылма), төндә Ул һине үҙе уятыр. Төндә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу – ул ҙур дәрәжә. Гонаһлылар ул дәрәжәгә лайыҡ булмай», – тине.
     Әбү Һөрәйрә раҙыяллаһу ғәнһәнән көслө ҡудси хәҙис килтерелә: «Аллаһ Тәғәлә былай тип әйтә: «Әүлиәләремә ҡаршы сыҡҡандарға мин дошманлыҡ иғлан итәм! Ҡолом Миңә яҡынаям, тип эшләй ала торған иң сауаплы ғәмәл — Минән уға фарыз итеп ҡушылғандары үә нәфел ғәмәлдәрен үтәп, ул Миңә шул саҡлы яҡынайыр ти, хатта һөйөклө ҡолома әйләнер. Әгәр ҙә һөйөклө әйләнһә, Мин уның ҡолағы менән тыңлаусы булырмын, үә уның күҙе менән күреүсе булырмын, үә уның ҡулы менән тотоусы булырмын, үә уның аяҡтары менән йөрөүсе булырмын. Әгәр ул Минән берәр нәмә һораһа, һис шикһеҙ бирермен. Әгәр Миңә һыйынһа, һис шикһеҙ, уны һаҡлармын. Үә үлемде теләмәгән мөьминдең йәнен алғанда икеләнгән һымаҡ, Мин бер ваҡытта ла улай ныҡ икеләнгәнем юҡтыр».
     Әлеге хәҙистә Аллаһы Тәғәлә үҙенең һөйөклө ҡолдары хаҡында хәбәр итә Был бөйөк дәрәжәгә ирешкән кешенең урыны ысынлап та бик ҙурҙыр. Уларҙың иң сауаплыһы фарыздарҙы үтәү, икенсеһе нәфел ғәмәлдәргә бик иғтибарлы булыуҙыр. Әгәр кеше ошо йүнәлешендә ихласлыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтһә, Аллаһы Тәғәләнең яратҡан ҡолона әйләнәсәк. Шул ваҡытта уның барлыҡ доғалары тормошҡа ашыр, дошмандары бер зарар ҙа килтерә алмаҫ. Күҙҙәре ҡолаҡтары насарлыҡтан алыҫ, эштәре уңышлы, юлдары имен булыр.
     Ғөмумән нәфел намазларының төрө бик күп, ләкин мәғәнәһе бер: Раббыңа яҡынаю, аның һөйөклө ҡолона әйләнеү. Тимәк, быға ҡәҙәр беҙ битараф булған әлеге нәфел намаҙҙарҙы үтәһәк, һис шикһеҙ, дәрәжәбеҙ күтәрелер, иншаАллаһ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфик үә һиҙәйәт бирһен!
     Аллаһы Раббыбыҙ барыбыҙға ла төнгө нәфел ғибәҙәттәрен күберәк ҡылырға, күңелдәребеҙҙе ихласлылыҡ менән биҙәкләргә насип итһә ине.