Күрәҙәселәргә ышаныу

                                                               Күрәҙәселәргә ышаныу
     ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә килер көндәребеҙҙе насип иткәс, яңы йылға аяҡ баҫырға күптә ҡалманы. Ошо ҡышҡы оҙон, һыуыҡ төндәрҙә киләһе йылда нимә булыр икән, алдағы айҙарҙа тормошобоҙ еңеләйер микән тиеп, киләһе көндәрҙә ниндәй һынауҙар булыр икән тип, уйланып, киләһе ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Әйе, йәшәгән шарттарыбыҙҙы киләһе яҙғы-йәйге осорҙа үҙгәртергә, киңәйтергә, яңынан нимәлер төҙөргә тип, күңелдән ниәтләнеп пландар ҡороп алабыҙ.
     Һәм киләһе көндәрҙә ни булырын белер өсөн ҡайҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ? Әлбиттә гороскоптарҙан, йондоҙнәмәләрҙән, интернеттән күрәҙәсәләр әйткән мәғлүмәттәр ҡарайбыҙ. Беҙҙең күңелебеҙ, нәфсебеҙ һәр саҡ еңеллек, муллыҡ эҙләй, Аллаһ һынауҙарына бирешкән түҙемлегебеҙҙе, етешмәгән сабырлығыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн ыңғай үҙгәрештәр, табыштар кәрәк бит, шулаймы?

     Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәлек күрһәтмәй, Уның көн һайын биреп торған ризыҡ-ниғмәтенә һәм бәрәҡәтенә шөкөр итмәй, үҙебеҙгә ошо фани донъянан күберәк өлөш булһын, тип хыяланабыҙ бит. Көнө-төнө матур тормош тураһында ялған һөйләгән матбуғат саралары арҡаһында алданып, бөтмәҫ ауырыу-вирустарҙан ялҡан, илебеҙҙең ғәҙелһеҙлеккә ҡоролған сәйәсәте арҡаһында йән аҫырарлыҡ ҡына эш хаҡы алып бурысҡа батҡан халыҡҡа ни кәрәк? Әйе, ошондай ауыр ваҡыттарҙа күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеүҙәр арта. Шуға ла ошо алдағы киләсәк көндәрҙе белер өсөн, был тормош еңеләймәҫ микән, бәлки үҙгәреп китер тип, күрәҙәселәргә ышаныусылар күбәйә. Күрәҙәселектең тамыр йәйгән осоры тип, 1990-сы йылдар башы һанала. Бөгөн иһә күрәҙәселәрҙең ниндәйҙәре генә юҡ – мәғлүмәтте йондоҙҙарҙан уҡыусылар ҙа, киләсәкте күреүселәр ҙә, кәрт асыусылар ҙа, төрлө йолалар үткәреп ҡыланыусылар ҙа, үлгән йәндәр һәм хатта ен-пәриҙәр менән аралашыусылар ҙа бар.
     Үҙҙәрен күрәҙәсе тигән ошо әҙәмдәр бөгөн газета-журналдарҙа, радио-телевидениелә һәм интернеттә хәбәрҙәрен биреп баралар. Ярай әле берәй сәйәсмән, йә иһә синоптиктәр һымаҡ киләһе көндәрҙен торошон элекке күҙәтеүҙәре арҡаһында һығымта эшләп, фаразлаһа, — бер хәл, был осраҡта ла улар дөрөҫөн әйтә алмайҙар. Ә күрәҙәселәр бит кешенең шәхси тормошона ҡағышлы булған, уның Аллаһ тарафынан бирелгән тәҡдиренә ҡыҫылып күрәҙәсәләй бит. Иң ғәжәбе шул: халыҡ шуға ышана. Ә динебеҙ буйынса күрәҙәсегә ышаныу — оло гонаһ. Уға ышаныу Аллаһы Тәғәләгә ышанмау була бит. Сөнки улар үҙ өҫтәренә Аллаһы Тәғәлә вазифаһын ала.
     Был күрәҙәселәргә ышаныу нимәгә илтә һуң? Әлбиттә Аллаһ Тәғәләнең асыуына. Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аша ебәргән Ҡөръән Кәрим китабында әйтә:
                                                          إ وَمَا تَدْرِي نَفْسٌ مَّاذَا تَكْسِبُ غَدًا وَمَا تَدْرِي نَفْسٌ بِأَيِّ أَرْضٍ تَمُوتُ ٌ
     ... үә мәә тәдрии нәфсүм-мәәҙәә тәксибү ғадәү-үә мәә тәдрин нәфсүм-би׳әййи ардыиң тәмүүтү ...
     «Бер кеше лә иртәгә ни эшләйәсәген белмәй». (Лоҡман, 31/34).
     Тулыһынса был аят ошолай мәғәнәлә: “Ысынында, Ҡиәмәт көнө тураһында ғилем Аллаһта, Ул ямғырҙы иңдерә, әсә ҡарынында нәмә булғанлыҡты белә. Бер йән эйәһе лә иртәгә ни эшләйәсәген белмәй һәм бер йән эйәһе лә ниндәй ерҙә үләсәген белмәй. Шик юҡ, Аллаһ бөтөн нәмәне белеүсе, йәшерен нәмәләрҙе белеүсе Зат».
     Тимәк, Ҡиәмәт көнөнөң теүәл йылы, көнө һәм сәғәте; кеше менән иртәгә ни буласағы; кешенең ҡасан һәм ҡайҙа үлеүе; ямғырҙың ҡасан һәм күпме күләмдә яуыуы; баланың ниндәй кеше (изге йәки яман) булып тыуыуы тураһында беҙ һис кенә лә алдан белә алмайбыҙ.
     Был аяттың инеү сәбәбе лә ошолайыраҡ: Мөджәһид исемле тәфсир ғалимы әлеге аяттың төшөүен түбәндәге хәл-ваҡиға менән аңлата: «Бер мәле сүлдән Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, янына Әл-Харис ибн Ғәмр исемле бәндә килеп: «Минең ҡатыным йөккә уҙҙы, кемде тыуҙырасағы тураһында миңә хәбәр ит әле. Шулай уҡ беҙ йәшәгән ерҙә ҡоролоҡ башланды, ҡасан ямғыр яуасағын тураһында ла әйт әле. Мин ҡасан тыуғанлығымды белдем, ҡасан үлемем килер икәнемде беләһем килә», – тип әйткән. Аллаһ Тәғәлә әлеге был аятты иңдерә.
     Бына ошо аяттан сығып кешеләр әгәр Аллаһҡа йә иһә Уның һүҙенә шикләнһәләр, улар иманлы мосолмандар була алмайҙар. Әгәр ҙә Аллаһтың һүҙенә таянмайынса күрәҙәсә һымаҡ бәндәләр һүҙенә ышанһалар кем була улар?
Бер хәҙистә: Ысынында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Кем ғарраф* янына барып унан бер нәмә хаҡында һораһа, һуңынан уны дөрөҫләһә (һөйләгәндәренә ышанһа), уның намаҙы 40 көн буйына ҡабул булмай,» – тип әйтте. (Мөслим).* ғарраф – юғалған нәмәләрҙе мин беләмен тип әйтеүсе.
     Икенсе бер хәҙистә: Ысынында пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Кем ҡаһин** барһа һәм уның һөйләгән һүҙҙәренә ҡалебе менән ышанһа, был ваҡытта ул кеше Мөхәммәдкә ғәләйһиссәләмгә иңдерелгән Ҡөрьәнгә, шәриғәткә ышанмаусы ҡафыр хөкөмөндә булды,» – тип әйтте.**ҡаһин – киләсәк тураһында һөйләүсе кеше.
     Беренсе хәҙистә әгәр әҙәм балаһы ғаррафҡа барып һораһа һәм ҡалебе менән уның барыһын да белеүенә ышанмаһа, ул ваҡытта 40 көн намаҙҙары ҡабул булмай. Ә икенсеһендә иһә, ҡалебе (йөрәк күңелле) менән ышанһа, йәғни ул барыһын да белә, уның әйткән дөрөҫ һүҙҙәре хаҡ тип әйтһә, ул кеше ҡафыр була.
     Был хәҙистәрҙән ошондай һығымта эшләргә була:
     1) Киләсәк тураһында һөйләүсе һәм хәбәр биреүсе кешенең хөкөмө — ҡафыр, сөнки ул Аллаһтың эшенә тығыла, йәғни мин дә Аллаһ кеүек беләм тиеп үҙен Уның менән тигеҙләргә маташа.
     2) Улар янына барып һорау һәм уларҙың һүҙҙәренә ышаныу тыйыла – хәрәм, ә кем уға барып һораһа уларға оло ғазаптар вәғәҙә ҡылына.
     3) Һораусы кеше лә ҡафыр була.

     Быға дәлил: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Кем шомланһа, йәки киләсәк тураһында һөйләһә, йә иһә бер кешене ебәреп уның өсөн һөйләттерһә, йә иһә сихырлаһа, йә иһә сихырсыға килеп фәләнде сихырла тип аҡса түләп сихырлатһа, уларҙың береһе лә беҙҙән түгел,» – тип әйтте.
     Бынан беҙ шуны аңлайбыҙ: Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, беҙгә был һүҙе менән кемдәр ошо эштәрҙе эшләһәләр, улар беҙҙән түгел, йәғни беҙҙең динебеҙҙән түгелдәр, улар ошо эштәрҙе эшләһәләр ҡафыр булдылар тигән мәғәнәлә сыға.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, был һүҙҙәре менән мөьмин-мосолмандарҙы киҫәтә, улар шул тиклем эштәрҙе ҡылып диндән сығып китмәһендәр өсөн тырыша. Был хәҙисте уҡығас беҙ был нәмәләрҙән һаҡланырға тейеш булабыҙ. Йәғни кешеләр үҙҙәренең тәҡдирҙәрен белмәйҙәр, алдағы, киләсәк көндәрҙә, айҙарҙа, йылдарҙа ни буласағын, бары тик Аллаһы Тәғәлә генә белә тимәк.
     Ә күрәҙәселәрҙең һүҙҙәре, миҫалға: иртәгә һинең менән шул-был була тигәндәре Аллаһының әлеге Ҡөръәндәге аят һүҙҙәренә ҡаршы фекерҙә икәнен күрәбеҙ.
     Беҙ мосолмандар булараҡ донъяны яратҡан һәм бөтә халыҡты тәрбиәләп тороусы, йәннәт-йәһәннәмдең хужаһы булған Аллаһтың һүҙенә ышанырға тейешме әллә йондоҙсы, күрәҙәсенең һүҙенә ышанырға тейешбеҙме? Әгәр ҙә беҙ уларҙың һүҙенә ышанһаҡ нәмә була һуң?
     1. Аллаһтың «Бер кеше лә иртәгә ни эшләйәсәген, ни буласағын белмәҫ» тигән һүҙе дөрөҫ түгел булып сыға, ә күрәҙәсенең һүҙе хаҡ була.
     2. Аллаһтың һүҙе хаҡ булмағас Аллаһы Тәғәлә ялғансы булып сыға, ә күрәҙәсе хаҡ һөйләүсе була.
     3. Аллаһтың Ҡөръәнендә хаталар бар, ә күрәҙәселәрҙең хаталары юҡ, уныҡы дөрөҫ тигән мәғәнә сыға.
     Әгәр ҙә мосолмандар Аллаһы Тәғәләне ялғансыға һанаһалар һәм Уның изге Ҡөръән Кәрим китабы хаталы, тип таныһалар һәм Уның аяттары дөрөҫ түгел, тип ышанһалар, улар кем булалар һуң? Уларҙың «ләә иләәһә илләллааһ» тип килтергән имандары иман булып һаналамы һуң? Һис шикһеҙ дөрөҫ иманға, дөрөҫ ғаҡидәгә һаналмай. Уның Аллаһыға булған иманы Аллаһтың аятын инҡар итеү менән юҡҡа сыға һәм ул ҡафырҙарҙан булып китә. Мөьмин-мосолмандар Аллаһтың һүҙенә бер ҙә шикләнмәйҙәр, әгәр ҙә шикләнәләр икән улар мосолман булмайҙар. Был дәлил һүҙҙәргә:
                      إِنَّمَا الْمُؤْمِنُونَ الَّذِينَ آمَنُوا بِاللَّهِ وَرَسُولِهِ ثُمَّ لَمْ يَرْتَابُوا وَجَاهَدُوا بِأَمْوَالِهِمْ وَأَنفُسِهِمْ فِي سَبِيلِ اللَّهِ أُولَئِكَ هُمُ الصَّادِقُونَ
     Иннәмәл-мүьминүүнәл-ләҙиинә әәмәнүү билләәһи үә рәсүүлиһи ҫүммә ләм йартәәбүү үә джәәһәдүү би׳әмүәәлиһим үә әңфүсиһим фии сәбиилил-ләәһи үләә׳икә һүмүс-садиҡуун.
     «Хәҡиҡәттә мөьминдәр Аллаһыға һәм Уның рәсүленә иман килтереп ышанғандар һәм һуңынан бер ниндәй шик тотмағандар». (Худжүрәт, (Бүлмәләр), 15)
     Бар һынауҙар, бәлә-ҡазалар, ауырыу һәм үлемдәр Аллаһынан икәнен онотоп, йыш ҡына кешеләр, ауыр хәлгә юлыҡҡас, юғалып ҡалалар. Ҡайҙа барып бәрелергә, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгәнлектән, һуңғы сараға – бағыусыларға, экстрасенстарға һәм башҡа «специалист»тәргә мөрәжәғәт итәләр. Уларға өмөтләнәләр, уларҙың әллә ниндәй серле көсө барлығына ысын күңелдән ышаналар. Был осраҡта бер хаҡиҡәтте онотмаҫҡа кәрәк: бары тик Аллаһы Тәғәлә генә кешеләрҙең яҙмыштарын, алдағыһын белә, Был һүҙҙәргә дәлил Ҡөръән Кәримдә яҙылған:
                                                         قُل لَّا يَعْلَمُ مَن فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ الْغَيْبَ إِلَّا اللَّهُ وَمَا يَشْعُرُونَ أَيَّانَ يُبْعَثُونَ
     Ҡуль ләә йәғләмү мәң фис-сәмәәүәәти үәл-ардыил-ғайбә илләл-лааһу үә мәә йәшғүруунә әййәәнә йүбғәҫүүн.
     "Йәшерен нәмәләрҙе белеү асҡысы Унда ғына, Унан башҡа бер кем дә уларҙы белмәй", «Ҡырмыҫҡалар», (27:65).
                                                                                                          إِلَّا مَنِ ارْتَضَى مِن رَّسُولٍ فَإِنَّهُ يَسْلُكُ مِن بَيْنِ يَدَيْهِ وَمِنْ خَلْفِهِ رَصَدًا
                                                                                                  لِّيَعْلَمَ أَن قَدْ أَبْلَغُوا رِسَالَاتِ رَبِّهِمْ وَأَحَاطَ بِمَا لَدَيْهِمْ وَأَحْصَى كُلَّ شَيْءٍ عَدَدًا
     Ғәәлимүл-ғайби фәләә йуҙһиру ғәләә ғайбиһии әхәдәә.
     Иллә мәниртәдаа мир-расүүлиң фә׳иннәһү йәслүкү мимбәйни йәдәйһи үә мин хальфиһи расадәә.
     "Йәшерен нәмәләрҙе белеүсе, Рәсүлдәрҙең ҡайһы берҙәренән башҡа, бер кемгә лә был серҙәрҙе асмай", «Ендәр», (72:26-27).
     Шулай уҡ был мәсьәлә буйынса ислам ғалимдарының һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ: «Йондоҙҙарҙың йүнәлешенә ҡарап фаразлау, киләсәкте юрау, сихырсылыҡҡа ҡараған һәр нәмә ислам дине буйынса тыйылған».
     Шулайтып күрәҙәлек итеү динебеҙҙә ҡәтғи тәнҡитләнә. Кеше үҙенең киләсәген тә бер нисек тә белә алмай. Әҙәм балаһына бары үткәне генә билдәле. Киләһе тормошонда уға нимәләр күрергә яҙғанын да бары Аллаһ Үҙе генә билдәләй. Бәхетле булыуыбыҙҙа, ауыр һынауҙар ҙа тик Унан. Ә бәлки һынау артынан һынау килеп, уның тормошон үҙгәртер.
Аллаһ Тәғәлә: «Ауырлыҡ артынан еңелек килер» ти, бит. Әммә нисек кенә булмаһын, беҙ үҙебеҙҙә көс табып, барлыҡ һынауҙарҙы ла еңеп сығарға тейешбеҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа, күптәр ҡыҙыҡһыныуҙан ғына ла түгел, хатта ярҙам, өмөт итеп күрәҙәселәргә бара. Кеше экстрасенсҡа күпселек осраҡта өс сәбәп менән мөрәжәғәт итә: юғалған кешене табыу өсөн, һауығыу өсөн йәки бәхет эҙләп.
     Ҡайһы ваҡыт күрәҙәселәр дөрөҫөн әйткән һымаҡ. Әммә был күҙ буяу ғына, өмөтһөҙлөктә булған кешене йыуатыр өсөн ялған да дауа кеүек. Күрәҙәселәрҙең үҙ серҙәре бар. Һәм, бер яҡтан ҡарағанда, ул бик ябай. Ҡөръән Кәримдең «Ендәр» сүрәһендә был хаҡта ошолай әйтелә. Изге китаптың 8, 9-сы аяттарында: «... Беҙ күккә менергә тырыштыҡ. Ләкин унда фәрештәләр ғәскәренә юлыҡтыҡ. Беҙ бөгөнгө көнгә ҡәҙәр күктәгеләрҙең хәбәрен ишетер өсөн, шунда көтөп ултырҙыҡ. Әммә хәҙер тыңлап торорға теләүсенең һәр береһенә атылыусы йондоҙ менән бәрелеп уны юҡ итәсәк...»
     Һәр кемебеҙҙең ендәр затынан булған шәхси шайтаныбыҙ булғаны билгеле бит. Һәм ул шайтандар үҙ-ара аралашып беҙҙең үткән тормошобоҙҙан хәбәрҙәр. Ә киләсәкте фәрештәләрҙән ишетеп, ә юғалғанды, урланғанды башҡа ендәрҙән һорап табып, күрәҙәселек менән шөғөләнгәндәргә еткерәләр. Әлбиттә ендәрҙең был «изге эштәре» кешеләрҙең күңелдәрендә Аллаһҡа ҡаршы шик тыуҙырыу өсөн йүнәтелгән.
     Пәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, ер йөҙөнә пәйғәмбәр иттеп ебәрелгәнсе, барлыҡ ендәр ҙә күккә менеп фәрештәләрҙең нимә һөйләгәндәрен тыңлап тороп, ишеткәндәрен күрәҙәселәргә еткерәләр ине. Ә күрәҙәселәр иһә, үҙ сираттарында, был кешеләргә тапшырып «хаҡ һөйләүселәр», «барыһын да белеүсе хикмәт эйәләре» булып ҡалалар. Әммә был хата фекер. Кеше өсөн киләсәкте алдан белеү, яҙмыштарҙы белеп, һөйләү мөмкин хәл түгел. Быға тик ярҙамсылар, аралашсылар булышҡан осраҡта ғына ирешеп була. Улар — ендәр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, килеү менән киләсәкте белергә тырышҡан ендәр йондоҙҙар менән атып төшөрөлә торған булды.
     «Киләсәктә булыр нәмәләрҙе мин дә беләм» тиеп әйтеп күрәҙәсе-ҡаһин үҙен Аллаһы Тәғәлә менән тигеҙләй һәм был оло гонаһ — ширек була. Диндән яҙыу була. Шулай уҡ ҡаһин шайтандарға ғибәҙәт итә, сөнки уларға ғибәҙәт ҡылмаһа шайтандар уға ярҙам итмәйҙәр. Күрәҙәсегә ышаныусы ла көфөрлөккә төшә һәм ҡафырға әйләнә. Аллаһым һаҡлаһын был хата аҙымдан.
     Ислам дине бындай түбәнселеккә төшөүҙе, рухи яҡтан зәғифләнеүҙе иҫкәртә һәм йондоҙнамәне уҡыуҙы, уға ышаныуҙы тыя. Йәмғиәтебеҙҙә ниндәй генә үҙгәрештәр булыуына ҡарамай сабырлыҡта булайыҡ. Бөгөнгө тәртипһеҙлектәр һәм ғәҙелһеҙлектәр арҡаһында өмөтһөҙлөккә бирелмәйек. Һәр саҡ иманлы һәм иманһыҙ араһында көрәш бара. Аллаһ беҙҙе мәрхәмәтлектә, изгелектә һәм яманлыҡ менән ҡомһоҙлоҡта һынай. Береһе лә Аллаһтың хөкөмөнән ҡаса алмаҫ, тейешлеһен алыр. Беҙгә инде йәмғиәтебеҙҙе рухи яҡтан сафландырыу һәм күп тиҫкәре сифаттарҙан ҡотолондороу өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Был иһә иманыбыҙҙа ныҡ тороп, Ислам дине хөкөмдәренә таяныуҙа инде.
     Йә Раббым, беҙҙе ысын мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине. Аҙашыуҙан, гонаһынан, тамуҡ утына алып бара торған юлдарҙан һаҡлаһаң ине. Киләсәк яңы йыл байрамдарын изге эштәр, хәләл ризыҡтар менән генә үткәрергә насип итһәң ине. Харамдарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Алдағы йылдарыбыҙҙы бәхетле, имен ҡылһаң ине. Ауыр һынауҙар менән һынамаһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ла Ислам нуры менән нурландырһаң ине.
     Йә Раббым! Беҙҙең бөтә ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына ошо фани донъянан йәшәп китергә насип итһәң ине. Илдәребеҙгә, ерҙәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм бәрәҡәт бирһәң ине. Йә Раббым барыбыҙғала ике донъяның да бәхетен бирһәң ине, тамуғ уттарынан һаҡлаһаң ине!
Яңы йылдарыбыҙ мөбәрәк булһын!