Аллаһты зекер итеү
بسم الله الرحمن الرحيم
Бисмилләһир рахманир рахим. Беҙҙе юҡтан бар иткән Раббының, Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлыйбыҙ.
Бөтә булған маҡтауға лайыҡлы Бер Аллаһ Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ! Унан ғына илаһи ярҙам һорайбыҙ һәм дә Унан ғына гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорап ялбарабыҙ!
Үҙ нәфсебеҙҙең насарлығынан һәм дә боҙоҡ ғәмәлдәребеҙҙән Бер Аллаһҡа һыйынабыҙ!
Кемде Аллаһ Тәғәлә һиҙәйәт биреп тура юлға күндерһә, уны бер кем дә тура юлдан яҙҙыра алмаҫ. Ә кемде Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ғәҙеллеге менән һиҙәйәтһеҙ ҡалдырһа, уны, Аллаһтан башҡа, бер кем дә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
Бары тик Аллаһ ғына ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат, Уның һис бер тиңдәше юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ — Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе, тип шәһәдәт килтерәм.
Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның һуңғы пәйғәмбәренә, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм салауаттар булһын!
Мосолман һәр эште — «Бисмилләһи рахманир рахим», тип Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, Уны зекер итеп башлай. Зекер ул ғәрәпсәнән иҫкә, хәтергә төшөрөү тигән һүҙ. Дин тәғлимәтендә Аллаһты һәр саҡ күңелдә тотоу, Уны хөрмәт итеү, маҡтау, бөйөкләү һәм ҙурлау була. Шулай уҡ зекер Ҡөрьәндең бер исеме булып тора. «Хаҡиҡәттә, был зекерҙе беҙ һиңә иңдерҙек һәм уны ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлаясаҡбыҙ», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Ҡөръәне ятлаған һәм уҡыған кеше Раббыбыҙҙы зекер итә. Читать далее