Архив метки: тәһәрәт

Тәһәрәт (вәғәҙ)

                                                             Тәһәрәт (вәғәҙ)

     Тәһәрәт термины ғәрәп телендәге таһәра(тун) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «таҙалыҡ, таҙараныу, сафланыу» тип тәржемә ителә. Шәриғәттә тәһәрәт билдәле бер «дини сафлыҡ (ритуал) халәте» тигәнде аңлата.
     Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, йыуыныу, сафланыу. Тәһәрәт ул динебеҙҙә ғибәҙәттәребеҙҙең асҡысы. Сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсе яҡтан тәһәрәт гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, Ҡиәмәт көнөндә даими тәһәрәтле булғандарҙың йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур балҡыр, башҡа халыҡтан айырып торор, йәннәткә инергә сәбәпсе итәр. Шуға ла иманлы кеше тәһәрәткә һәр саҡ иғтибарлы булыр һәм мосолман өсөн тәһәрәт алыу, һәр саҡ тиерлек тәһәрәтле булыу — имандың мөһим сағылышы. Шуға ла уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү һәм уға булған талаптарҙы башҡарыу бигерәк тә әһәмиәтле. Читать далее

Тәһәрәтле булыуҙың хикмәте


                                               Тәһәрәтле булыуҙың хикмәте
     "Тәһәрәт алыу – намаҙ асҡысы, намаҙ – йәннәт асҡысы" тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Әммә тәһәрәтле булыу намаҙға ғына ҡағыламы һуң? Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, ә таҙарыныу — намаҙ һәм башҡа ғибәҙәттәрҙең дә асҡысы. Мосолман тәһәрәт алыуҙа бик тә иғтибарлы булырға тейеш, сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт алыу намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсенән, тәһәрәт алыу гонаһтарҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, ҡиәмәт көнөндә был фани донъяла тәһәрәт алып йөрөүселәр йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур менән билдәле булырҙар тип әйтелгән.
     Мосолмандарҙың йәшәү рәуеше сәләмәтлектең нигеҙе булып тора. Ислам динен таҙалыҡ дине тип бер шикләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Динебеҙҙе тотороҡландырған иң бәләкәй нәмәләрҙең дә ҙур файҙаһы бар. Сәләмәтлек таҙалыҡтан башлана. Ә беҙҙең динебеҙ таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бирә. Гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һәр төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Тәһәрәт алып беҙ тышҡы яҡтан да һәм эске яҡтан да таҙарынабыҙ. Был ваҡытта биттәребеҙҙе, ҡул һәм аяҡтарыбыҙҙы йыуыуҙың да сәләмәтлегебеҙ өсөн файҙаһы ҙур. Тәһәрәт алғанда беҙ барыбыҙ ҙа микробтарҙан һәм бактерияларҙан арынабыҙ. Ҡолаҡ-биттәребеҙҙе, ҡул-аяҡтарыбыҙҙы йыуғанда, шул тәндә урынлашҡан нерв нөктәләренә һыу менән тәьҫир итеп, йән һәм тән аураһын һәм уның организм иммунитын нығытабыҙ. Асыу кеүек күңелһеҙ эмоциональ хәлгә тарығанда ла тәһәрәт алыу кешенең психик хәлен көймәләй. Читать далее