Никах нәсихәте

                                                        Никах нәсихәте
     Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Уның рәхмәте үә бәрәҡәте менән ошо матур донъяла хәләл ефеттәребеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә шөкөр ҡылайыҡ, Ул беҙгә ошо матур көнөн биреп, ошо йәштәрҙең никахында ҡатнашырға, уны күрергә мөмкинселек бирҙе. Әҙәм балаһының ғүмерендә өс туйы була тиҙәр. Беренсеһе: был донъяға илап тыуыуы, икенсеһе һөйгәне менән никахлашыуы, өсөнсөһө был донъянан иман менән үтеп, ахирәткә күсеүе. Әйе, тормош шулай ҡоролған бит: ҡайҙалыр сей бала тәүге ауазын һалып был матур, яҡты фани донъяға килә, икенсе ерҙә кемдер был ваҡытлыса йәшәү миҙгелен ҡалдырып башҡа киңлеккә китә. Һәм дә фәлән урында ике һөйгән йәр яңы ғаилә ҡороу теләге менән гөрләтеп туйҙар уҙғара һәм киләсәктә ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлына аяҡ баҫалар.

     ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә ошо бөгөнгө ҡыуаныслы көндө насип иткәс, бер аҙ ошо никах тураһында һөйләшеп, аңлашып, өйләнешә торған йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡып, доғалар ҡылып алайыҡ. Кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ, мәңге иҫтә ҡала торған мәле бөгөн. Йәштәребеҙҙең: ... оло мәжлесе, никахлашыу кисәһе, барыбыҙ өсөн ҙур байрам ул, бигерәктә уларҙың ата-әсәләренә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, ҡоҙа-ҡоҙасаларға, ағай-энеләргә, туған-тумасаларға һәм әлбиттә, бала-сағаға. Шуға күрә был никах мәжлесен матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп ебәрәйек.
     Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙе иң күркәм, шатлыҡлы байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктәге тормош юлығыҙҙы ололар һоҡланырлыҡ, йәштәр үрнәк алырлыҡ, дуҫтарығыҙ шатланырлыҡ итеп үтегеҙ. Ҡауышыу көндәрегеҙҙең шатлығын, мөхәббәтегеҙҙең сафлығын ғүмер буйы һаҡлағыҙ, эскерһеҙ саф мөхәббәт, тигеҙ ғүмер һеҙгә. Аллаһ Тәғәләнән ошо йәштәрҙең бәхетле булыуын теләп һәм уларҙың ғаиләһендә иминлек, тыныслыҡ, татыулыҡ, бер-береһенә ҡарата һөйөү булыуын өсөн доға ҡылайыҡ...
     Аллаһ Тәғәләнең ризалығында хәйерле ғүмерҙә йәшәгеҙ!
     Аллаһы Тәғәлә хикмәте үә мөғжизәһе менән барлыҡ нәмәләрҙе лә парлы итеп яратҡан. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе, Әҙәм балаларын, ирҙәр менән ҡатындарға бүлеп, ишле итеп, бер-беребеҙҙе тулыландырып — мосолмандарға парлы йәшәү бәхетен бүләк иткән. Сәләмәт булған ир менән ҡатын парлы – бәхетле ғаилә ҡороп йәшәргә тейеш. Һәр кеше өсөн ғаилә — иң изге, иң ҡәҙерле, иң кәрәкле урын. Был донъяға һәр кем һөйөп-һөйөлөп йәшәү, үҙенән һуң матур эҙ, лайыҡлы нәҫел ҡалдырыу өсөн яралтылған. Изге маҡсатыбыҙ – балалар тәрбиәләү. Тап беҙ ғаиләлә ышаныс, йәшәү көсө алабыҙ.
     Никах – ул ошо буласаҡ ғаиләнең иң мөһим ваҡиғаһы. Йәштәрҙең ғаилә ҡороу хөрмәтенә үткәреләсәк туй алдынан иң башта никах уҡыла. Был Хоҙай тарафынан ҡушылған, Ислам диненең талабы ул. Яңы ғаилә никахтан башлана һәм шуға ла ул динебеҙҙә изге ғәмәлдәрҙең береһе булып тора.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм беҙҙе никах әмерҙәренең сиктәренән сыҡмайынса уртаҡ мөғәмәлә табып, ғаилә ҡороп йәшәргә өндәне. Быны асыҡлап ул: “Никахлашыу – ул минең Сөннәтем, минең сөннәтемде һанға һуҡмаусы – ул минең өммәтемдән түгелдер", – тине. Ул тулы мосолман түгелһен, тигән мәғәнәлә. Никахлашыу сөннәте инҡар ителһә, зинаға һәм фәхишәлеккә юл асыла. Шулай уҡ никахлашыу Сөннәте киң таралғанда, зинаға урын ҡалмай. Ислам диненең матурлығы шунда, гонаһтарҙан йыраҡ тороп паҡ тормош алып барыу өсөн, өйләнешеүгә ҡағылышлы булған бөтә нәмә рөхсәт ителә.
     Никах мосолман кешеһенә уҡыла. Аллаһҡа ышанмаған кешегә никах уҡылмай. Сөнки никах Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан эш. Кем ул мосолман? «Лә илләһә илләллааһ Мөхәммәдүр рәсүлүллаһ», — тип әйткән кеше мосолман була. Был һүҙҙәрҙе ихлас күңел менән әйтеү кәрәк һәм ошо һүҙгә мәңге тоғро булып ҡалырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Кем „Лә иләһә илләллааһ Мөхәммәдүр расуллаһ“ тип әйтһә, был кеше тамуҡта мәңге ҡалмаҫ,»- тип әйткән. Һәм дә кем ошо һүҙҙе әйткәндән һуң, ошо һүҙҙәргә тоғро ҡалып, намаҙҙарын да уҡып, ураҙаларын да тотоп, харамға ла ҡатнашмай йәшәй алһа, ул кеше ҡиәмәт көнөндә ҡубарылғас, тамуҡты күрмәйенсә генә йәннәткә инәсәк.
     Никах уҡыр алдынан тәүҙә егет менән ҡыҙ ҡунаҡтар алдында: «Лә илләһә илләллааһ Мүхәммәдүр расуллааһ», — тип, үҙҙәренең мосолман икәнлеген раҫларға тейештәр. Йәгеҙ, йәштәр ошо кәлимәне әйтеп алайыҡ...
     Никахтың шарттары бар:
     - Ҡауышыусылар бер — береһенә ике туғандан да яҡын булмаҫҡа тейештәр;
     - Ҡыҙ бала менән егет бер — береһенә риза булып өйләнешергә тейештәр;
     - Егет кешенең ҡыҙға бер бүләге булыу шарт — мәһәр.
     - Бөгөнгө көндә туй балдағын һәм туй күлмәген ҡатын-ҡыҙ егет кеше алып бирә;
     Никах – ант — вәғәҙә тигән һүҙ. Ошо ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары алдында улар бер-береһе менән мәңге булырға ант итәләр. Ҡауышыусылар бер — береһе менән ғүмер буйы никахтарына тоғро йәшәргә тейештәр. Был аҡыллылыҡ билдәһе, хайуандан айырылып торғаныбыҙҙы күрһәтә. Шәриғәт ҡушыуы буйынса никахлашыу – ул ике кешене генә түгел, ә ике ғаиләне берләштерә. Миҫалға: ике ауыл араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ арта.
     Никахтан алда өйләнешергә теләгән йәштәрҙең араһына ата-әсәләрҙең дә ҡыҫылыуы ла мөмкин. Йәш быуын тәжрибәһеҙлеге сәбәпле киләсәктә ҡыҙғаныс булырлыҡ ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин. Йәш быуынды ауырлыҡтарҙан һәм борсоуҙарынан һаҡлап ҡалыу маҡсатынан, ата-әсәгә балаһы өсөн лайыҡлы тип һанаған шәхесте һайлау хоҡуғын бирә. Сөнки ата-әсә үҙенең балаһының мәнфәғәттәрен яҡшыраҡ белә яҡшыраҡ һәм яҡлай ала. Ата-әсәнең йәше һәм тормош тәжрибәһе яғынан ҡарағанда, улар үҙ балалары өсөн төрлө яҡтан күҙаллап, яҡшы тормош иптәше һайлаясаҡтар. Шуға күрә Шәриғәт буйынса, ата-әсә балаһының ризалығын һәм теләген иғтибарға алып, уға лайыҡлы булған тормош иптәше табырға тейеш булалар. Бөтә ғаилә ағзалары менән фекерләшеп, кәңәшләшеп ҡабул ителгән ҡарарға Аллаһ Тәғәлә Үҙенең бәрәкәтен иңдерә.
     Никах — ул ир менән ҡатындың бер — береһенә терәк, таяныс булып йәшәү, бер — береһенә ант итеү, бер — береһенә тоғролоҡҡа һүҙ бирешеү. Никах Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән, Ислам динендә ғаилә ҡороу никахтан башлана. «Ир-ат яҙмышы ҡатын ҡулына, ҡатын яҙмышы ир-ат ҡулына йөкләнә», — тип әйтелә изге Китабыбыҙҙа.
     Никах табыны – Аллаһ Тәғәлә алдында иң сауаплы табындарҙың береһе. Бының менән Ураҙа айында ауыҙ астырыу мәжлестәре ғына тиңләшә ала. Был табында биргән саҙаҡаларың әжере 100 мәртәбә сауаплыраҡ.
     Никахтан башлап бурыстар өҫтәлә. Бөгөнгө көндән башлап ата — әсә өҫтөндәге бурыс балаларҙың үҙ өҫтөнә төшә. Ә инде йәштәр ата-әсә йортонда ҡалып, уларҙы ҡарарға ниәтләнһәләр — атай-әсәне ҡараған сауап – иң оло сауап. Ата — әсәнең балаһына ҡарата доғаһынан да ҙур доға юҡ. Балаларҙың йәннәте — атай-әсәйҙәрҙең ризалығы.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллалаһү ғәләйһи үәс-сәләм әйткән: «Һеҙҙең изгелегегеҙ — ғаилә кешеләренә йомшаҡ фиғелле, изге булыуығыҙ, ата — әсәләрегеҙгә мәрхәмәтле булыуығыҙ.»
     Никах уҡығанда һуң, егет менән ҡыҙға әғүҙе — бисмилла әйтеп, бал — май ҡаптырырға мөмкин. Егеттең әсәһе тәүҙә килененә, унан улына ҡаптыра. «Тормошоғоҙ балдай татлы, майҙай йомшаҡ булһын», — тигән һүҙҙәр әйтелер.
     Никахтан һуң ир кеше тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын үҙ өҫтөнә ала. Ҡатын кеше ир тапҡан малды бәрәҡәтле һаҡлай, ысын мөхәббәте һаҡлауҙа көс һала. Ғаилә йәнгә тыныслыҡ бирә торған урын, һәм шул мөхитте булдырыуҙа ҡатын кеше бар көсөн, аҡылын, тырышлығын ҡуйырға тейеш.
     Ислам дине ир кешегә ҡатын-ҡыҙҙы тулыһынса тәьмин итеү һәм хәләл ефетен яҡлау вазифаһын йөкләне. Шулай итеп ғаиләлә ата-әсә, балалар һәм уларҙың тормош иптәштәре тәҡүә булһалар һәм Шәриғәт ҡанундарына буйһоноп йәшәһәләр, бындай ғаиләләр һис шикһеҙ ғүмер буйына һаҡланасаҡ. Был мөғәмәләләрҙең нигеҙендә иман булһа, Аллаһ Тәғәлә был ғәиләне бәрәҡәтле итә һәм уларҙың тормошон мөхәббәт, тыныслыҡ һәм бер-береһенә ҡарата булған уртаҡ бәйләнештәр менән тулыландыра. Бындай ғәиләләр башҡаларға мосолмандарҙың нисек йәшәргә кәрәк булыуы тураһында үҙенә күрә бер күрһәткес, өлгө булып тора.
     Элегерәк бит, динебеҙҙең күркәмлеге бар саҡта тәрбиә икенсе төрлө булған. Ҡатын-ҡыҙҙы ирен хөрмәт итеп, тыңлаусанлы (итәғәтле) итеп йәшәргә өйрәтеп үҫтергәндәр. «Иреңдең ҡәҙерен бел, уның күңелен шат ҡыл, иреңде тәрбиәләп йәшә»,—тип ҡыҙына кәңәш биргән берәр әсә бар микән хәҙер? Киреһенсә, ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә тыңлаусан, күп аҡса эшләй торған, күндәм ир эҙләйҙәр. Онотмайыҡ — ҡатындың йәннәте иренең ризалығында булыуында икәнен.
     Бәхетле ғаилә ҡороу никахлашыусыларҙың үҙҙәренән тора. Һәр бер ғәилә үҙенә бер төрлө, үҙенсәнлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Сөнки кешеләрҙең характеры бер төрлө түгел. Берәүгә килешкән кәңәш икенсе ғәиләгә зыян һалырға мөмкин. Әммә, бөтә ғәиләләргә лә ярай торған бер кәңәш бар: бер-берегеҙҙе ярата белегеҙ. Шулай итеп яратығыҙ: һинең яратҡаныңды парың һәр ваҡыт һиҙеп торһон. Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, һинең иңгә-иң терәк (эргәңдә) булырына ышанысы булһын. Былар бик әһәмиәтле. Бер-береңә булған ышаныс мөхәббәте арттыра, йылдар үткән һайын ул хистәр хөрмәткә әйләнә. Бер-береңде ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәгәндә, бер ниндәй яҙмыш һынауҙары ла кешене һындыра алмай. Шуға ла арағыҙҙа ҡоро ғына дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булмаһын, ә ысын һөйөү, яратыу, мөхәббәт булһын. Бер-берегеҙгә йылы һәм матур һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ, донъя мәшәҡәтенә сумып парығыҙҙы онотмағыҙ, ҡәнәғәтһеҙлек һәм асыу белдермәгеҙ. Мөхәббәтең һөйөү тойғолары ҡартайғансы дауам итә, шуға ла бер яҡтан кире яуап булмаһа, был араларҙың һыуыуына килтерә һәм ахырында кемдер үҙен йыуатыр өсөн ситтән мөхәббәтен, һөйкөмлө, алсаҡ затын эҙләр.
     “Мин яратам һине!" тигән күркәм һүҙҙе бер-берегеҙгә йәлләмәгеҙ. “Мин яратам һине!" тигән ошо күркәм һүҙҙән һуң һин үҙеңде донъялағы иң бәхетле кешеләрҙән һанайһың. Сөнки һин яратаһың, яратылаһың... Һине яратыуҙарын тойоп йәшәү — ул үҙе бер ҙур бәхет. Шул бәхет тулҡынында тирбәлеү — ул үҙе бер һөйөнөс... Мөхәббәттәрегеҙ, яратышыуығыҙ мәңгелек булһын!
     Ғаиләне төҙөү һәм уны киләсәктә һаҡлап ҡалыу өсөн бер-берегеҙгә бик иғтибарлы булыу кәрәк. Арағыҙҙы боҙоҡлоҡ, асыу, көнсөлөк булмаһын!
     Сер түгел, ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡас үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәттәренә иғтибарҙарын кәметәләр. Ә ул иренә көн һайын серле йомаҡ булып ҡалырға тейеш. Ир ҡатынын күрергә, уның янына ҡайтырға ашҡынып торһон. Ә бының өсөн: тышҡы ҡиәфәтеңде, өй эсен даими матур тоторға кәрәк. Матур кейем кейеп, тәмле аштар бешереп, йорт эсен бөхтә тотҡан менән ҡатын янына ашҡынып ҡайта ир кеше. Ир менән ҡатының ғүмер буйы бер-береһен ихтирам итеп йәшәүе — хеҙмәт ул. Йәш саҡта хистәр тойғолар менән идара итә, билдәле. Әммә аҡыл хистәре идара иткән ғәилә ныҡлы, сыҙамлы була. Сөнки йәш саҡтағы хистәр юҡҡа сығырға ла мөмкин бит. Йәшлектәге хистәр—кешеләге бик тиҙ юҡҡа сығырға мөмкин булған эске ваҡытлыса халәт. Ә аҡыл хистәре—тәрбиә тигән һүҙ. Һеҙ ғәиләне нисек һаҡларға, нисек тормошто алып барырға кәрәклеген аңларға, белергә тейешһегеҙ. Мәҫәлән ҡатын кешегә: Ирең һинән ҡәнәғәт булһын өсөн ниҙәр эшләргә? Иреңдең характерын өйрәнергә, һинән ниндәй һүҙҙәр ишетергә теләй—шуларҙы әйтергә кәрәк, уның яратҡан эшен, яҡындарын, туғандарын хөрмәт итергә кәрәк. Ошо ҡағиҙәләрҙе белһәң, һинең тормошоң ыңғай барыр. Һин яҡшы булған һайын, ирең дә һиңә яҡшылыҡ менән яуап бирер. Һәр ваҡыт яҡшы уйҙа булырға, әйлә-тирәгеләргә яҡшылыҡтар эшләп йәшәргә кәрәк. Һинең күңел халәтең ниндәй, тормошоң да шулай була тигән һүҙ. Үҙең өҫтөндә һәр ваҡыт эшләргә, үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк.
     Аллаһының рәхмәте булһын Һеҙгә. Тормош тигән оҙон, ауыр юлды бер-берегеҙгә таяныс булып, хөрмәт итеп, ғәфү итеп, юл бирешеп үтергә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡтар бирһә ине. Тормош юлының ауыр – еңеллектәрен уртаҡлашып, бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп матур тормош ҡороғоҙ! Иң тәүҙә атай-әсәйҙәрегеҙгә, бер-берегеҙҙең туғандарығыҙға мәрхәмәтле булығыҙ, бөгөнгө саф тойғоларығыҙҙы һаҡлағыҙ, барыр юлдарығыҙ хәйерле, эштәрегеҙ уңышлы булһын! Ҡояш балҡыһын күнелдәрегеҙҙә! Әмин.
     Йәштәрҙәң ҡыҙ кеше: «...барҙым», егет кеше, «...алдым» тигәс, никах хөтбәһе уҡыла һәм доға ҡылына.

     Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nikax-v%D3%99%D2%93%D3%99ze-%D2%BB%D3%99m-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe.html

     Никахта мулла кәрәкме?: https://nazir1965.com/din/nikaxta-mulla-k%D3%99r%D3%99kme.html

     Өйләнеү: https://nazir1965.com/din/%D3%A9jl%D3%99ne%D2%AF.html 

     Фатихалы ғаилә: https://nazir1965.com/din/fatixaly-%D2%93ail%D3%99.html