Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

Имам Ғариф — хажи Ғабдрахман

                  Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

                          ” Инжил” дәге хаҡиҡәт

     Ғайса ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң IV — V быуаттарҙа төрлө апостол* мөәллифтәр тарафынан Аллаһ һүҙҙәрен үҙҙәренә ҡулайлы итеп йәки үҙгәртеп 400-гә яҡын «Инжил» китабы яҙылып, нәсара* араһында таралған була. Папа* Жаласюс I Һижрәткәсә 492 йылда папа тәхетенә ултырғас, дүрт Инжилды ҡанунлаштыра, ә ҡалғандарын уҡымаҫҡа һәм юҡ итергә бойора. Шуларҙың араһынан «Барнаба Инжиле»н уҡылыуы ҡәтғи рәүештә тыйылған китаптар исемлегенә индерәләр. Хатта уны уҡыған кешене язаға тарттырыу ҡаралған була.
     Шуға ҡарамаҫтан, өс Барнаба Инжиле урлана. Шуларҙың береһе бер аҙ ваҡыт үткәс, Вияналағы Император китапханаһына еткәс, инглиз теленә тәржемә ителә. Икенсеһе һуңғараҡ Бөйөк Британияның Британия музейына, ә өсөнсөһө Америка Конгресы китапханаһына ебәрелә. Бында был китаптар хәрби сер булараҡ һаҡланалар.

     Америка Ҡушма Штаттарында хәрби комиссар дәрәжәһендәге Паҡстан генералы Ғәбдәр-Рахим был Инжилды микропленкаға төшөрөп, йәшерен рәүештә Паҡстанга алып ҡайта. Күп тә үтмәй әлеге күсермә китап булараҡ баҫылып сыға һәм был Ислам донъяһында оло ваҡиға, оло асыш булараҡ ҡабул ителә.
     Ни өсөн мосолмандар өсөн шатлыҡлы һуң был Инжил?
     Ер йөҙөндә нәсара дине үҙен өҫтөн күрһәтергә тырышып, мосолмандарға әшәкелектәр өйгән ваҡытта, был Инжилдә ахыры заман бәйғәмбәре, милләткә генә түгел, ә өммәткә ебәрелгән Аллаһ рәсүле Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Ғайса гәләйһиссәләмдән һуң киләсәге хаҡында бәйән ителә. Бына ни өсөн Барнабаның китабы ер өҫтөнә һыймаған. Был Инжилдә лә етешһеҙлектәр юҡ түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙендә байтаҡ иғтибарға лайыҡ хәҡиҡәттәрҙе һаҡлаған булған.
     Мәҫәлән:
     1. Әҫәрҙең 44-се битендә хәҙрәти Ғайса ғәләйһиссәләм үҙенән һуң килгән бәйғәмбәр тураһында: «Һеҙгә әйтәм: Аллалың Рәсүле аҡыллы, һәләтле, көслө, шәфҡәтле; ҡәлбе Аллаға булған һөйөү һәм ҡурҡыу менән тулы йомшаҡ рухлы. Уның йәне ярҙамсыл, ғәҙел, сабыр. Хаҡ Тәғәлә барса сифаттарҙы уға өсләтә биргән. Ул был донъяға киләсәк дәүер — Бәхет дәүере. Быға ышанығыҙ. Мин уны Алланың бәйғәмбәрҙәренә биргән күңел күҙе менән күрҙем һәм уны күреп, йәнемә рәхәт таптым.
„Ии Алланың рәсүле Мөхәммәд, Аллаһ һинең менән бергә булһын һәм мине һинең аяҡ кейемеңдең бауы булыу бәхетен насип ит. Әгәр мин был моратыма ирешһәм, Алланың иң мөбәрәк бер ҡоло һәм бөйөк бер бәйғәмбәре булам“, һәм хәҙрәти Ғайса ғәләйһиссәләм шул һүҙҙәрҙе әйтеп, Аллаға шөкөр итте».
     2. Бында шулай уҡ икенсе бер ваҡиға теркәлә:
Хәҙрәти Ғайса ғәләйһиссәләм бер ҡатындың: «'Көтөлгән ҡотҡарыусыбыҙ һин түгелме?»—тип һорауына шундай яуап бирә: «Мин бары тик Исраил улдарына ебәрелгән ҡотҡарыусы бер бәйғәмбәрмен, Ләкин минән һуң Аллаһ бөтөн ғаләмгә Мөхәммәд исемле Рәсүл ебәрәсәк».
     3. Барнаба Инжилендә Ғайса ғәләйһиссәләм ошо һүҙҙәрҙе әйтә: «Бөтөн ер йөҙөндәгеләр көткән ҡотҡарыусы — мин түгел».
     4. 163-сө бүлектең 7-се йөмләһендә хәҙрәти Ғайса; «Хәҙрәти Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Ғәрәп далаларында донъяға килеп, һындарға, мәжүсиҙәргә ҡаршы көрәшәсәк»,—ти.
     5. «Эй, мөғәллим, донъяға килеүенән бәхәс ҡуптарған ул әҙәм кем?»—тип һорағандарға хәҙрәти Ғайса ғәләйһиссәләм: «Ул Мөхәммәд Рәсүлуллаһ», —тип яуап биргән.
     6. Шуның менән бергә мин һеҙгә яңы бер хаҡиҡәт тә әйтә алам: минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, сөнки мин китмәһәм, һеҙгә йыуаныс биреүсе Рәсүл килмәйәсәк".
     Бәйғәмбәребеҙҙең хаҡ икәнлеген дәлилләүсе ғәләмәттәрҙе ер өҫтөндәге Аллаһ мәхлүктәренең ҡылыҡтарынан да күрергә булған. Инжилдан башҡа индерелгән китаптарҙа ла был мөбәрәк зат тураһында Аллаһ Тәгәлә һүҙҙәренән билдәле булған.
     Ошо китапта ла хөрмәтле уҡыусыларға Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын,   Мәүлиденә, йәшәйешенә, вафатына бәйле хәдиҫтәр һәм хикәйәттәр бәйән ителәсәк.
     Апостол* — Ғайса ғәләйһиссәләмдең Инжил тәғлимәттәрен өйрәнгән һәр бер шәкерте.
     Нәсара*— христиандар.
     Папа* — католиктарҙа иң юғары рухани дәрәжәһе; Ватикан дәүләте етәксеһе.

                       Атаһы Ғабдулланың өйләнеүе һәм әсәһе Әминәнец ауырға ҡалыуы

     Хәҙрәти Хәсән ибн Әхмәд әл-Бәкри, Алланың рәхмәтендә булһын, был турала былай һөйләгән: "Аллаһ Тәғәлә Рәсүлебеҙҙец атаһы Ғабдуллаһ ибн Ғабделмоталлиб ҡәлбенә өйләнергә кәрәк тигән хис индерә.
     Ул әсәһенә былай тип мөрәжәғәт итә: «Әсәкәйем миңә матур, хуш күңелле, камил, яҡшы нәҫелдән булған ҡатын-ҡыҙ димләһәң ине».
     Әсәһе: «Ии улым, теләгеңде үтәрмен», — тине. Бынан һуң әсәһе ҡөрәйештәрҙең өйҙәренә, ғәрәптәрҙең ҡыҙҙарына юл тота. Ваһһаб ҡыҙы Әминәнән башҡа береһе лә уны ғәжәпләндермәй. Әсәһе ҡайтып улына һөйләгәс, Ғабдуллаһ: «Ии әсәкәйем, ул ҡыҙҙы тағы бер ҡабат ҡараһаң ине»,—тип әсәһенән үтенә. Әсәһе, улының һүҙен тыңлап, ҡыҙҙы тағын бер ҡат ҡарарға китә. Уны барып ҡарағанда, Әминә хас яҡты йондоҙ шикелле нурланып торған була.
     Мәһәргә бер уҡыййә көмөш (37,44 грамм—И.Ғ.), бер уҡыййә алтын, йөҙәр дөйә, һыйыр, һарыҡ бирелә. Туйға тип бик күп мал һуйыла, күпләп ризыҡ әҙерләнә. Рәжәб айының йома кисендә Аллаһ Тәғәләнең теләге менән хәҙрәти Әминә ауырға ҡала... Был төндә Аллаһ Тәғәләнең әмере менән Ридуан, йәннәттәр һаҡсыһы, Фирдәүес йәннәтен аса. Күктәрҙә, ерҙәрҙә ауаз була. Был төндә мәхлүктәрҙең иң камилы, кешеләргә шатлыҡ хәбәрен еткереүсе һәм өгөтләүсе, вәғәҙә ителгән Бәйғәмбәр, салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм, әсәһе Әминә ҡарынында урынлаша.
     Хәҙрәти Ибн Ғәббас, уға Аллаһ риза булһын, һөйләгән: «Был төндә ҡөрәйештәрҙә булған барса хайуандар телгә килгәндәр: „Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ҡарынға үтте, Ҡәғбәтуллаһ Раббыһы менән ант итәбеҙ, ул бөтөн донъя әһелдәренә имам буласаҡ, донъяларға яҡты биреп тороусы шәмдәл булыр“. Был төндә ғәрәп батшаларының һәм ғәрәп булмаған батшаларҙың ята торған урындыҡтары ауалар.
     Мәлғүн Иблис иһә, был хәбәрҙе ишеткәс, ҡасыу уйы менән йүгерә башлай. Шулай итеп ул Әбү Ҡубәйс тауына йүгереп менә лә әсе тауыш менән олой башлай. Был тауышҡа һәр яҡтан шайтандар йыйылалар ҙа: „Һиңә нимә булды?“—тип һорайҙар.
     »Бәлә булһын барығыҙға ла! Беҙ был Әминә исемле ҡатын ауырға ҡалыу менән һәләк булдыҡ!"—тигән Алланан ләғнәтләнгән Иблис. Мәккәләге барса ҡатындар ҙа Әминәнән көнләшкәндәр. Хатта унан көнләшеүҙән йөҙ ҡатын ҡайғырып үлгән икән. Көнсығыш, көнбайыштың барса хайуандары бер- береһенә йүгерә-саба барып шатлыҡ хәбәрен еткергән. Диңгеҙ мәхлүктәре лә шулай бер-береһен ҡотлағандар. Ҡарында булған саҡта һәр ай һайын күктә лә, ерҙә лә шулай шатлыҡ хәбәрен таратып торалар:              «Шатланығыҙсы! Әбүл-Ҡасим ваҡыты, Мөхәммәд әл-Мостафа саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм ваҡыты килеп етә!». Бәйғәмбәребеҙҙең баш балаһы булып тыуған улына Ҡасим тип исем ҡушалар. Шуға ла уны гәрәптәрҙәге ғәҙәт буйынса Ҡасимдың атаһы — Әбүл Ҡасим тип тә йөрөткәндәр.

                         Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, донъяға килеүе

     Хәҙрәти Мөхәммәд әл-Вәҡыйди, уға Алланың рәхмәте булһын, һөйләгән:
     "Рабиғул-әүүәл айының 1-с.е төнө Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әсәһенә шатлыҡлы булып тойолдо.
     Икенсе төнө лә хәҙрәти Әминә тағы шатлыҡ хистәренә күмелә.
     Өсөнсө төндә Әминәгә: «Йә Әминә, Беҙҙе маҡтаусы һәм рәхмәтле булыусы заттың ваҡыты килеп етте,»—тип әйтелгән.
     Дүртенсе төндә ул фирештәләрҙең тәсбих әйтеүен ҡолаҡтары менән ишетте.
     Бишенсе төндә ул төш күрҙе: Ибраһим бәйғәмбәр, уға Аллаһ сәләме булһын, хәҙрәти Әминәгә: «Шатлансы был бөйөк пәйғәмбәр менән”—тине.
     Алтынсы төндә донъяның тирә-яҡтары нур менән тулды.
     Етенсе төндә фирештәләр әҙәм балаһы ҡиәфәтендә хәҙрәти Әминә өйөн уратып алдылар. Хәҙрәти Әминә шатлығынан хәлһеҙ ҡала яҙҙы.
     Һигеҙенсе төндә: „Мәүлид көнө яҡыная,“—тип әйтелгән.
     Туғыҙынсы төндә шатлыҡ ауазы дауам итте.
     Унынсы төндә был хәбәргә Әл-Хайф һәм Минә шатланды.
     Ун беренсе төндә ер һәм күк әһелдәре бер-береһен был хәбәр менән ҡотланылар.
     Ун икенсе төн хәҙрәти Әминә әйткәнсә, бик нурлы, тулы айлы төн булған, хатта ҡараңғылыҡ та тойолмаған.
     »Ғабделмоталлиб балалары менән бергәләшеп Хәрәм Шәрифкә, Ҡәғбәтуллаға уның диуарҙарын* төҙәтергә йүнәлделәр. Минең янымда хатта бер ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат та ҡалманы. Бер үҙем ҡалғанға иланым: «Бер үҙем генә ҡалғанмын, бер ҡатын-ҡыҙ ҙа ярҙам итергә ҡалманы бит! „ — тип уйланым“.
     Шул ваҡытта өйҙөң мөйөшөнә күҙ һалһа, ул мөйөштән ай шикелле гүзәл дүрт ҡатын килеп сыға. Уларҙан хуш мисек еҫтәре килеп торған була. Был матур ҡатындарҙан нурҙар таралып тора икән. Береһе хәҙрәти Әминә янына килеп баҫа ла: „Йә Әминә! Һин әҙәмдәрҙең әфәндеһен ҡарыныңда йөрөтәһең,“—тип әйтеп уның уң яғына барып ултыра.
    „Кем һин?“— тип хәҙрәти Әминә һорағас: „Мин Һәууа, Әҙәм балаларының әсәһе,“—тип яуап ҡайтарған был ҡатын. Икенсеһе иһә һул яғынан ултырған. Быныһы, хәҙрәти Әминә кем икәнлеген асыҡлағас, Ибраһим ғәләйһиссәләмдең ҡатыны хәҙрәти Сара булып сыға. Артына өсөнсөһө барып ултырғас, быныһы Фирғәүен ҡатыны, хәҙрәти Асия икәнлеге беленә. Иң матуры, гүзәле, күркәме алдына барып ултыра. Был Ғайса бәйғәмбәрҙең әсәһе хәҙрәти Мәрйәм ғәләйһумүс-сәләм булып сыға. Шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә Йәбраил фирештәгә әмер бирә: „Йә Ябраил, Мәликкә бар, ул йәһәннәм ҡапҡаларын ябып ҡуйһын. Ридуан иһә йәннәттәрҙең ҡапҡаларын асып ҡуйһын, фирештәләр менән ергә төш!“
     Шулай итеп ошо мөбәрәк ваҡытта бөтөн донья, барса мәхлуҡаттар, хайуан булһын, ҡош булһын, балыҡ булһын донъяға Алланың Хәбибе, тоғролоҡҡа өндәүсе, ахыры заман бәйғәмбәре, Бәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө килеүенә шатланышалар. Күктәр, ер, улар араһында, өҫтөндә булған һәр нәмә сәләм-салауатта инеләр...         Донъяға Рәсүл-Әкрәм салләллааһу ғәләһи үәс сәлләм килде. Бәйғәмбәребеҙ сөннәтле Һәм ҡарындан айырылған килеш тыуа. Аллаһ Субехәнә үә Тәғәләнең әмере менән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис- сәләмдең арҡаһына фирештәләр бәйғәмбәрлек мөһөрөн баҫалар. Был хәл миләди иҫәп буйынса 571 йылдың апрель айында була.
     Атаһы Ғабдуллаһ, атаһы Ғабделмоталлиб менән Мәдинәғә йомошҡа китеп, бәйғәмбәребеҙ тыуыуға ике ай ҡала, шунда вафат була. Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, донъяға килеү ваҡыты рабуғүл-әүүәл айының 12-се төнө дүшәмбе көн таң алды була. Бәйғәмбәребеҙҙең олатаһы Габделмоталлиб уның янына килгәс, ул кәлимә-и шәһәдәт әйткәнгә оҡшатып, имән бармағын күрһәтеп: „Әшһәдү әлләә иләәһә иллалааһү“, — тип ишара яһап, „Өммәти“,—тигән һүҙ менән зикерҙә була. Олатаһы быға бик һөйөнөп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итте һәм 7 көндән һуң Мөхәммәд, тип исем ҡушты. Сөнки әсәһе Әминәгә төшөндә Аллаһ Тәғәлә тарафынан балаға Мөхәммәд тип исем ҡушыу бойорола.
     Халҡыбыҙҙа бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, донъяға килеүенә бәйле әсәһе Әминә һөйләүендә бәйет тә йөрөгән.
     Диуар* — стена.

                                           Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...

Ул сәдәфтән тыуҙы ынйы данаһы.
Ул Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) донъяға тыуа ине.

Ваҡыт етте килергә Хәйрелбәшәр*
Инде уның ҡалмаҫы булды асыҡ.

Күп ғәләмәт заһир булды алдан уҡ.
Ул Рабиғүл-әүүәл айында ине.
Ун икенсе кисе дүшәмбе ине.
Тине күрҙем ул Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) әсәһе:

„Бер ғәжәп нур, хас ҡояштың яҡтыһы,
Ялт итеп сыҡты өйөмдән шул заман.
Күктәргә саҡлы нур менән тулды йыһан
Һәм һауа өҫтөндә түшәлде бер түшәк.
Ебәк туҡыманан түшәгән уны мәләк*
Өс ғәләм тағы тиелде өс ерҙә.
Аралары бик алыҫ бер-беренән,
Береһе көнсығыш береһе көнбайышта уның.
Береһе тап уртаһында Ҡәғбәнең.
Шунан белдем, ул мөбәрәктең нуры.

Заһир булды килеренән әүәле.
Иңде күктән күп фирештә саф-саф.
Ҡәғбә кеүек эшләнеләр өйөм тауаф*
Заһир булды көтмәгәндә өс хур ҡыҙы

Билгеле түгел, ҡайҙан булдылар?
Өсөһө лә эргәмә ултырҙылар,
Мостафа килә тип гәп ҡорҙолар.
Әйттеләр:“Улың кеүек хөрмәтлене,
Ул Хоҙай һис бер әсәгә бирмәне.
Бик оло дәүләт эйәһе булаһың.
Холҡо күркәм бер ул тыуҙыраһың.
Был ул ғилемленән солтан булыр.
Был ул тәхид те* тәрбиәләүсе булыр»

Әйтте Әминә: «Ваҡыт етте тамам.
Килә инде донъяға яҡшым минең.
Эҫелектән һыуһаным, тамаҡ кипте.
Шул ваҡыт эсерҙеләр бер шәрбәтте.

Аҡ ине, ҡарҙан тағы һалҡын ине.
Бындай тәм донъяла һис юҡ ине.

Эстем уны, барса ағзам тулды нур.
Эсемә һәм тышыма тулды нур.

Килде бер аҡ ҡош ҡанат йәйеп осоп.
Арҡамдан һыйпаны ул бында төшөп.

Тыуҙы шул сәғәттә ул Солтанитдин.
Нурға сумып китте сәмәүәт-зәмин*.

Әгәр шәфәғәт кәрәк булһа эҙләгеҙ,
Ул Рәсүлдең сөннәтенән биҙмәгеҙ.

Ии Мөхәммәд Мостафа һин ии, Рәсүл!
Ҡыл шәфәғәт барыбыҙға яумәннәзүл*!

Салләллааһү ғәләйһи үәссәләмү тәслимә.
Аллаһуммә салли уә сәллим үә бәәрик ғәләйһи».

Хәйредбәшәр* — Бик яҡшы кеше; әҙәмдәрҙең яҡшыһы.
Мәләк*— Фирештә,
Тауаф*— Бер нәмә тирәләй әйләнеп сығыу.
Тәүхид* — Бер ғенә Аллаға ышаныу, инаныу.
Сәмәүәт-зәмин*— Ер-күктәр.
Яумәннәзүл* — Күктән төшкән көн.

                                                    Әсәһенең вафаты

     Буласаҡ бәйғәмбәребеҙгә, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, 6 йәш була. Әсәһе Әминә һәм уның ҡоло Өммөәймән менән Йәтрибкә баралар. Унда нәджәр ҡәбиләһендә, әсәһе яғынан булған ағалары менән танышып, хәл белешә. Өйгә ҡайтканда хәҙрәти Әминә ауырый һәм үлә. Үлер алдынан ул улы Мөхәммәдте саҡырып:
          «Бер генә балаҡайым!
          Атанан етем булып тыуҙың!
          Әле Әсәйеңде лә юғалтаһың.

          Аллаһ ярҙамсың булһын!
          Раббың һине һаҡлаһын!

     Төшөмдә күрҙем: Әгәр дөрөҫ булһа, һин Алланың илсеһе буласаҡһың!
     Кешеләргә туры юлды күрһәтәсәкһең, уларҙы насар эштәрҙән ҡотҡарасаҡһың. Әүәлге бәйғәмбәрҙәр юлында йөрөп, иң һуңғы динде, бөтә донъяға иғлан итәсәкһең!
     Кешелекте бер Аллаға ғибәҙәткә өндәйәсәкһең.
     Исемең милләттәрҙең теленән төшмәйәсәк!
     Һәр йәшәгән вафат булыр, һәр яңы иҫкерер, һәр юлдың бер аҙағы бар. Тыуғандар үҫәр, ҡартайғандар юҡҡа сығыр. Шуның өсөн балаҡайым, әсәйең дә вафат буласаҡ. Аллаһ шулай яҙған. Эйе балаҡайым, мин дә үләсәкмен! Ләкин исемем кешеләрҙең телдәрендә һәм күңелдәрендә мәңге йәшәйәсәк.
     Сөнки һинең шикелле бөйөк, бик ҡиммәтле бер баланы артымда ҡалдырып донъянан айырылам'»,—тип, балаһына һуңғы һүҙҙәрен әйтә.
     Мәрхүмәне Әбүәлә ерләйҙәр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Өммөәймән менән Мәккәгә оло ҡайғыға дусар булын, күҙҙәре тулы йәш булып ҡайтып инә. Малайҙы тәрбиәгә олатаһы Ғабделмоталлиб ала. Әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәй. Малайға 8 йәш тулғанда олатаһы ла вафат була. Уны ағаһы Әбүталиб тәрбиәләй башлай.

                                                       Артабанғы тормошо

     Бәйғәмбәребеҙ 25 йәшендә хәҙрәти Хәдисәгә өйләнә.
     Уның ҡиссаһын ошолай еткерәләр...
     Хәдисә йоҡоһонда төш күрә. Төшөндә ҡояш күктән төшөп, Хәдисәнең өйөнә инә. Һуңынан ҡояш нуры өйҙән сыға. Мәккәләге һәр бер өйгә ул ҡояштың нуры тейә.
     Йоҡонан уянғас, үҙенең атаһы менән бер туған төш юраусы Уарака исемле ҡәрҙәшенә барып, уға күргән төшөн һөйләп бирә.
     Уарака Хәдисәгә:
     — Ахыры заман бәйғәмбәре һинең ирең булыр, — тигән. — Мәккә ҡалаһынан, Ҡөрәйеш ҡәбиләһенән һәм Һашим ырыуынан булыр. Ул бәйғәмбәрҙең исеме Мөхәммәд булыр, — тигән.
     Хәдисә ҡәрҙәшенән был һүҙҙәрҙе ишеткәс:
     — Был шатлыҡ ҡасан булыр икән? — тип уйлай.
     Бер көндө Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең атаһы менән бер туған булған ҡәрҙәше Әбүталип менән тәғәм ашарға ултыра. Әбүталип һәм атаһы менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәше Ғатикә, бәйғәмбәрҙең әҙәп менән ултырыуына һәм күркәм холҡона ғәжәпләнеп ҡарап ултыралар ҙа:
     — Беҙҙең Мөхәммәдебеҙ етлеккән етет булған, беҙҙен байлығыбыҙ юҡ, уға ҡыҙ йәрәшә алмайбыҙ, ниндәй кәңәш бирәйек икән? — тип уйлашалар икән.
     Шул саҡ Ғатикә:
     — И ҡәрҙәшем Әбүталип! Был Мәккәлә Хәдисә мөбәрәк ҡатын, һәр кем ул Хәдисә менән танышһа һәм уға хеҙмәт итһә, ул кешенең тереклеге хуш булыр, мөхтәж булмаҫ, ул Шамға каруан менән йөктәр һәм малдар ебәрә. Беҙ ҙә Мөхәммәдте Хәдисәгә яллайыҡ, шунан һуң унан алған аҡса менән Мөхәммәдте өйләндерәйек, — тигән. Һәм был хаҡта Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйтәләр. Ул: «Хуш булыр!»— ти һәм Хәдисәгә ялланып Шамға барырға була.
     Һуңынан, бәйғәмбәребеҙҙең туғаны Ғатикә Хәдисә янына бара.
     — И Хәдисә ҡәрҙәшем! Мөхәммәдте Шамға яллап ебәр, хаҡын бирерһең, — ти.
     Хәдисә был һүҙҙе ишеткәс оҙаҡ уйланып тора һәм:
     — Был минең төшөмдә күргәнемдең, юрағандың ынғай булыуылыр,— тигән фекергә килә.
     Теге ваҡытта ла, Уарака:
     — Был, иншә Аллаһ, бәйғәмбәрҙер,— тигәс: «Шунда уҡ был Мөхәммәдкә ҡатын булам һәм никах уҡытам»,— тин теләгән була. Ләкин Мәккә халҡының ялған һәм ғәйбәт һөйләүенән ҡурҡып, оялып туҡтай.
     "Хәҙергә был Мөхәммәдте хеҙмәтемә яллайым, ғашиҡлыҡҡа сабыр итәйем, иншә Аллаһ, Хоҙай ҡыуандырһасы",— ти.
     Һуңынан Хәдисә шатлығынан:
     — И Ғатикә! Мин ялсыны егерме алтын тәңкәгә яллай инем, ә ҡәрҙәшем Мөхәммәдте илле алтын тәңкәгә яллайым, килһен,— тигән.
     Хәдисәнең был һүҙҙәрен ишеткән Ғатикә шатлыҡлы хәбәрҙе барыһына ла еткерә һәм Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә:
     — Һине Хәдисәгә ялланыҡ, өйөнә бар, ул ниндәй эшкә ҡушһа, шуны эшлә, — тип әйткән.
     Быларҙың һүҙҙәрен ҡабул иткән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, илай-илай Хәдисәнең ҡапҡаһы төбөнә барып ултыра...
     Оҙаҡламай каруандың Шам тарафына сығыу ваҡыты ла етә. Каруанбашы Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә килеп:
     — И Мөхәммәд, әгәр һин Хәдисәгә ялланып, беҙҙең менән Шамға барһаң, йөндән булған сәфәр кейеме кей, башыңа йөксөләр һәм юл өрөй торған кешеләр кейә торған бүректе кей, — ти. — Һәм дөйәнең теҙгененән тот та Шам тарафына йүнәл, — ти.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләм каруанбашы бойорған эштәрҙе эшләп, Шам тарафына юлға сыға. Ул илай-илай күңеленән:
     — Ҡыҙғаныс, минең ата-әсәм иҫән булһалар, мине оҙатып ҡалырҙар ине,— ти. — Ят йортҡа барам, тыуған еремә ҡайтырмынмы йәки шул йортта үлерменме — белмәйем, — тип зар илай.
     Шунан, Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд бәйғәмбәрҙе, эҫелектән һаҡлап, күләгә яһау өсөн бер аҡ болот ебәрә.       Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм дөйә өҫтөндә йоҡлап, аҡ болот эҫелектән күләгәләп һәм ел иҫеп, рәхәтләнеп бара икән.
     Шулай юлда бер раһиб*, йәғни Аллаға ҡоллоҡ ҡылып торған кешенең ҡыуышына килеп, бер ағас аҫтына килеп туҡтайҙар. Дәрүиш ҡыуышынан сыға, бәйғәмбәргә күҙ ташлай: башы осонда бер аҡ болот күләгәлән тора. Заһид* белә: «Был кеше бәйғәмбәрҙер, йәки әүлиәлер, йәғни оло кешелер»,—ти.
     Дәрүиш-заһид аш бешереп, каруан халҡын ашҡа саҡыра. Быларҙың барыһы ла ҡыуышҡа инәләр, ә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде йөктәр менән дөйәләрҙе һаҡларға ҡалдыралар. Дәрүиш сығып ҡараһа, күрә: аҡ болот урынынан ҡуҙғалмаған, каруан туҡталған ағас төбөндә ҡалған.
     Ул һорай:
     —Һеҙҙең арағыҙҙан малдар һәм дөйәләр менән ҡалған кешегеҙ юҡмы? — тип.
     Уға яуаплап:
     — Ҡалған кеше юҡ, мәгәр бер етем ялсы дөйәләрҙе һәм йөктәре беҙҙе һаҡлап ҡалды, —тиҙәр.
     Дәрүиш бәйғәмбәр янына килә. Уны күргәс Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аяҡ өҫтө тороп һаулыҡ һораша. Дәрүиш бәйғәмбәрҙең ҡулынан тотоп ҡыуышына алып килә. Ошо ваҡытта әлеге дәрүиш теге аҡ болоттоң бәйғәмбәрҙең өҫтөнән йөрөүен шәйләй. Бәйғәмбәрҙе ҡыуышына индереп ултыртҡан дәрүиш, ҡыуышынан сығып ҡараһа, теге аҡ болот ҡыуыштың ишек алдында торғанын күрә.
     Дәрүиш бәйғәмбәрҙән:
     — И егет! Һин ҡайһы ҡаланан һәм ҡайһы ҡәбиләнәнһең, ҡайһы нәҫелдән, исемең кем??? — тип һорай.
     Бәйғәмбәребеҙ быға яуап биреп:
     — Мәккә ҡалаһынанмын, Ҡөрәйеш ҡәбиләһенән, Һашим нәҫеленәнмен, исемем Мөхәммәд, — тип яуап бирә.
     Дәрүиш бәйғәмбәрҙән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, уның ҡаршыһына килеп, ике күҙе араһынан үткәс, әйтә:
     — Ләә иләәһә илләллааһ, — тип.
     Һуңынан дәрүиш:
     — И егет! Бер билге күрһәт, күңелемдә бер ҙә шик ҡалмаһын, һинең бәйғәмбәрлек ғәләмәтеңде күрәйем,— тип һорай.
     Бәйғәмбәр:
     — Ул ни ғәләмәт? --ти.
     Дәрүиш:
     — Өҫтөңдәге кейемеңде һал, ике ҡалаҡ һөйәгең араһында пәйғәмбәрлек ғәләмәтең бар,— ти.
     Бәйғәмбәр елкәһен аса, дәрүиш бәйғәмбәрлек мөһөрөн һәм ғәләмәтен күрә. Ул мөһөрөндә:
     — «Тәджәджә әнтә мәнсур үә тәүәджәһү хәйсә шәьтә фәнникә мәнсур,» — тип яҙылған була.
     Был һүҙҙәр: «Ии, Мөхәммәд! Ниәтләгән эштәреңдә ярҙам бирелде, һин теләгән эшкә һәм теләгән урынға, сөнки һин үҙең ярҙамсы итеп бирелдең, ни эште теләһәң дә, беҙ һиңә ярҙамсыбыҙ», —тигән мәғәнәне аңлаталар. Дәрүиш ул мөһөрҙө күргәс, бите менән ул мәһәрҙе һыйпай, үбә һәм әйтә:
     — Ии ҡиәмәт көнөнөң зиннәте! Ии гөнаһлы бәндәләргә булышыусы! Миңә ҡиәмәт көнөндә ярҙамсы бул, — ти. Шул сәғәттә мосолман булып үҙен тамуҡ утынан ҡотҡара. Был дәрүиш бәйғәмбәрҙең сифаттарын Тәүратта күргән була. Щуға ла уның бәйғәмбәрлеген белеп, күңелендә шик ҡалмағас, күрешеп, һаубуллашып ҡала. Бынан һуң барса каруан ҡуҙғалып, Шам ҡалаһына барып инәләр. Нәмәләрен шунда һаталар. Әбүбәкер менән каруанбашы йәһүдтәрҙең байрамдарын ҡарарға сығалар. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм йәһүдтәрҙең ғибәҙәт ҡылыу өйҙәренә ҡарарға тип инеп китә. Шул саҡ өйҙә аҫылып ҡуйылған ҡандилдәр* барыһы ла ватылып, ергә төшәләр. Йәһүдтәр был ҡандилдәрҙең ватылыуынан бик ныҡ ҡурҡалар һәм үҙҙәренең ғалимдарынан:
     — Был ҡандилдәрҙең ватылыуына ни сәбәп? — тип һорайҙар.
     Улар:
     — Беҙ Тауратта күрәбеҙ, яҙылған: «Ахыры заман бәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләм йәһүдтәрҙең байрамдарында булһа, ҡандилдәр ватылып төшәрҙәр», — тип. Тикшерә һәм эҙләй башлайҙар. Әйтәләр:
     — Әгәр Мөхәммәд бәйғәмбәрҙе тапһаҡ, үлтерәбеҙ, — тип, бик тырышып эҙләйҙәр.
     Шунда, Әбүбәкер йәһүдтәрҙән был һүҙҙе ишеткәс, каруанбашы менән Мөхәммәд бәйғәмбәрҙе йәшерәләр һәм Шам шәрифтән Мәккә тарафына ҡайтырға сығалар.
     Каруанбашының ғәҙәте шул була: Мәккәгә ете көнлөк юл ҡалғас, бер илсене һөйөнсөләр өсөн Хәдисәгә ебәрер булған. Ул Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйтә:
     — Ии Мөхәмәд! Хәдисәнән һөйөнсө алырға барырға ҡулыңдан килерме? — ти.
     Мөхәммәд:
     — Эйе, килер, — ти.
     Бынан һуң каруанбашы бер тиҙ йөрөүсе дөйәне эйәрләтә, төрлө зиннәттәр менән биҙәй һәм Мөхәммәдте шул дөйә өҫтөнә атландыра. Хәдисәгә хат яҙа, бында ул: «И хужа ҡатын! Быйыл һатыуыбыҙҙа файҙа күп булды, башҡа йылдарҙағы һатыуҙарыбыҙҙан был ҡәҙәре файҙа булғаны юҡ ине»,— тип яҙа. Рәсүл ғәләйһиссәләм хатты алып Мәккәгә йүнәлә. Аллаһ Тәбәракә үә Тәғәлә Йәбраилға бойора:
     — Йәбраил! Ерҙе төр, ҡыҫҡарт, Мөхәммәд Мәккәгә тиҙерәк ҡайтып етһен, —ти.
     Һәм Исрафил фирештәгә:
     —Мөхәммәдте уңдап һаҡла! —ти.
     Микаилға әйтә:
     — Мөхәммәдте һулынан һаҡла! Һис нәмә Мөхәммәдкә зарар тейҙермәһен, — ти.
     Һәм болотҡа бойора:
     — Мөхәммәд өҫтөндә бул! Мөхәммәдкә эҫе зарар итмәһен,— ти.
     Шулай итеп буласаҡ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм дөйә өҫтөндә йоҡлап, шул сәғәттә Мәккә ҡалаһына яҡынлаша.
     Мәккәлә Хәдисә үҙ өйөнөң балконында ултырған була. Шам яғындағы юлға күҙ һалһа, күрә: дөйәгә атланған кеше килә, башы тапҡырында өҫтә бер аҡ болот күләгәләп килә икән. Хәдисәнең үҙе менән ҡол ҡатындары, хеҙмәтселәре ултырғандар. Хәдисә уларҙан:
     — Был Шам юлынан килгән әҙәмде таныйһығыҙмы, ул кем икән? — тип һорай. Араларынан береһе:
     — Ул Шам юлынан килгән әҙәм Мөхәммәдкә оҡшай,— ти икән. Хәдисә быға:
     — Әгәр ул дөйәгә менгән Мөхәммәд булһа, һеҙҙең барығыҙҙы ла азат итәм,— тигән.
     Тап шул сәғәт Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Хәдисә йортоноң ҡапҡаһы төбөнә килеп тә туктай. Хәдисә ҡаршы сығып хеҙмәтсеһе, буласаҡ бәйғәмбәрен ололап өйөнә алып инә лә Мөхәммәдкә ҡарап:
     — И Мөхәммәд! Үҙең менән ҡайтҡан дөйәне барса нәмәләре, байлыҡтары менән һиңә бүләк итәм, — ти икән.
     Бынан һуң Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең атаһы менән бер туған ҡәрҙәше Әбүталиб өйөнә ҡайта. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Мөхәммәд Хәдисә йортона килә. Уны күргән Хәдисә:
     — И Мөхәммәд! Һөйлә, ней йомош менән килдең? — тигән. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм быға:
     — Мине атайым менән бер туған ҡәрҙәшем Әбүталиб ебәрҙе, минең Шамға барып ҡайтҡан өсөн хеҙмәт хаҡымды һорарға, мине өйләндерергә ниәттәре бар, — ти. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс Хәдисә оялышынан башын түбән эйә һәм:
     — И Мөхәммәд! Ул хеҙмәт хаҡың әҙҙер, уға кәләш ала алмаҫһың, ләкин мин һиңә бер ҡатынды бирәм, ғәрәптәрҙең бик ололарынан, бик күркәмдәренән һәм дә бик байҙарынан. Ул ҡатын шундай ҡатын: уға ғәрәп ололары һәм фарсы ололары яусылар ебәрҙеләр, һис береһен ҡабул итмәне, Әгәр ҙә теләгең булһа, мин тырышып ҡарайым ул ҡатынды һиңә никахларға, — ти, — Шулай ҙа ул ҡатындың бер ғәйебе бар — тол. Әгәр ул ҡатынды тол була тороп ҡабул итһәң — ул ҡатын һиңә хеҙмәтсе, — тигән.
     Хәдисәнең был һүҙҙәрен ишеткән Мөхәммәд яуап бирмәй, үҙенең ҡәрҙәшенең өйөнә үкенеп, ҡайғырып ҡайтып китә.
     Ҡайғырып ҡайтып ингән Мөхәммәдте күргән Әбүталиб менән Ғатикә:
     — И Мөхәммәд! Ней сәбәпле ҡайғыға баттың? — тип һорағандар.
     Бәйғәмбәребеҙ быларға:
     — Хәдисә мине мәсхәрәләне: миңә «бик бай» һәм «күркәм ҡатын алып бирәм» тине. Ҡайғым шул сәбәптән: беҙгә ҡасан ундай бай, күркәм ҡатын насип булыр, беҙ бит етем һәм фәҡир, — тип яуап биргән.
     Шул саҡ Ғатикә:
     — Әгәр Хәдисәнең мәсхәрә итеүе хаҡ булһа, барып уны әрләйем, ней өсөн беҙҙе мәсхәрәләй,— тип әйтә лә, тиҙ генә Хәдисәнең өйөнә табан йүгереп сығып китә.
     Унда барғас:
     — И Хәдисә! Беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ Мөхәммәдте ней өсөн мәсхәрәләнең, һинең байлығың булһа, беҙҙең нәҫелебеҙ оло һәм аҫыл, — тигән Ғатикә.
     Хәдисә Гатикәнән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аяҡ өҫтө тороп ғафү үтенә лә:
     — И Ғатикә! Һеҙҙән көлөү һәм һеҙҙең нәҫелегеҙҙе мәсхәрә итеү һис кемгә ярамаҫ, — ти. — Әммә ләкин Мөхәммәдкә үҙемде күрһәттем, йәғни: «Үҙем һиңә ҡатын булам», — тип аңғарттым. Әгәр мине ҡабул итһә, үҙемде Мөхәммәдкә бирәм. Әгәр ҡабул итмәһә, унан башҡа һис берәүгә үлгәнсе бармам,— тип әйтә.
     Ғатикә Хәдисәнән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, унан:
     — Һинең был ҡарарыңды ҡәрҙәшең Уарака беләме? — тип һорай.
     Хәдисә:
     — Был ҡарарҙы ул белмәй, әммә ләкин һин ҡәрҙәшең Әбүталипҡа әйт, ул ҡәрҙәшем Уараканы ашҡа саҡырһын һәм хөрмәтләһен, уны ашатһын һәм эсерһен. Унан һуң һораһын, «ҡәрҙәшең Хәдисәне беҙҙең Мөхәммәдкә бирһәңсе» тиһен, Иншә Аллаһ, риза булыр, — тигән.
     Ғатикә ҡайтып Хәдисәнең был һүҙҙәрен туғаны Әбүталибҡа һөйләй. Әбүталиб аш бешереп, Уараканы саҡырып, ҡунаҡ итә. Мәккә ҡалаһының ололарын да был мәжлескә саҡырған булалар.
     Әбүталиб Уаракаға:
     — Ҡыҙ туғаның Хәдисәне беҙҙең Мөхәммәдкә бирһәң, мәрхәмәтеңдән булыр ине, — ти.
     Уарака уға:
     — Ҡабул иттем, шулай ҙа Хәдисә менән кәңәш итәйем, — тип әйтә лә, Хәдисәгә тиҙ генә ҡайтып, әлеге хәлде һөйләп бөткәс:
     — И Хәдисә, һине Мөхәммәдкә ҡатынлыҡҡа һорайҙар, ҡабул итәһеңме? — тип әйтә.
     Хәдисә быға:
     — Ҡабул итәм, ул Мөхәммәд тыныс кеше, бик хәсиәтле һәм аҫыл нәҫелдән, — тип әйтә.
     Уға яуап итеп Уарака:
     — Эйе, яҡшы, ғәҙел, әҙәпле, ләкин байлығы юҡ, — ти.
     Хәдисә:
     — Әгәр уның байлығы булмаһа, үҙемдә байлыҡ күп, минең байлыҡҡа ихтыяжым юҡ. Шулай ҙа теләгем-морадым Мөхәммәд менән ҡауышыу. И туғаным, мине Мөхәммәдкә бир, һине вәкил иттем, — ти.
     Уарака Хәдисәнең был һүҙҙәрен ишеткәс, Әбүталиб йортона бара ла никах хөтбәһен үҙе уҡып, килешәләр, һуңынан Мөхәммәд Әбүбәкерҙе саҡыра ла:
     — И Әбүбәкер! Минең менән юлдаш булып, Хәдисә йортона бар, — тип әйтә.
     Әбүбәкер:
     — Яҡшы, булыр! — ти.
     Шунан Әбүбәкер өйөнән яҡшы кейем һәм сәллә алып килеп, Мөхәммәдкә кейҙерә лә икәүләп Хәдисә йортона йүнәләләр. Хәдисә быларҙың килеүенә йортоноң алдында ҡулдарына ынйылар, аҫылташтар менән тултырылған табаҡтар тоттороп, йөҙ ҡол әҙерләп ҡуйған була. Былар килеп еткәс тә, ҡол һәм ҡол ҡатындар ҡулдарындағы табаҡ менән алтын, ынйы һәм аҫылташтар ҙы Мөхәммәдтең өҫтөнә һибә башлайҙар.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Хәдисәнең өйөнә инә. Уның алдына төрлө-төрлө аштар килтерәләр. Мөхәммәд менән Әбүбәкер бергә ултырып ашайҙар ҙа һуңынан Әбүбәкер өйөнә ҡайтып китә. Шунан Мөхәммәд ғәләйһиссәләм менән Хәдисә ҡауышалар...
     Хәдисә аяҡ өҫтө тороп, Мөхәммәд янына килә лә:
     — И Мөхәммәд! Мин барса байлығымды, йортомдо ла, хайуандарымды һәм кәнизәктәремдең* барыһын да һиңә бүләк иттем, — ти.
     Бынан һуң улар 25 йыл бик бәхетле йәшәйҙәр. Ике ир һәм дүрт ҡыҙ бала тыуып, барыһы алты балалары була.
     Һәр йыл Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә буласаҡ бәйғәмбәребеҙ ашамлыҡтар алып. Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауындағы мәмерйә эсенә инеп, барса мөхиттең хужаһы булған Аллаһ Тәғәлә тураһында уйлай торған була.
     610 йылдың Ҡәҙер кисендә шулай уйға сумған ваҡытта Йәбраил фирештә уға: «Уҡы, әй, Мөхәммәд!»—ти. Тирә-яғына ҡарап бер кемде лә күрмәгән Мөхәммәдкә тағы ла: «Уҡы, эй, Мөхәммәд!» —ти Йәбраил фирештә һәм шул ваҡыт ҡараңғы мәмерйә ҡапыл яҡтырып китә. Был хәлгә ҡурҡҡан Бәйғәмбәребеҙҙең иҫе китә һәм шул ерҙә ҡолай. Иҫенә килеп, күҙен асып ҡараһа, алдында фирештәне күрә. Ул тағы: «Уҡы» — ти. Бәйғәмбәребеҙ: «Мин уҡый белмәйем»,—тип яуап ҡайтара. “Уҡы!" бойороғо өс мәртәбә ҡабатланғандан һуң буласаҡ « бәйғәмбәр Йәбраил фирештә ярҙамында „Ғәләҡ“ сүрәһенең тәүге биш аятын уҡый.
     Был аяттарҙа Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәдкә һәм бөтөн мосолмандарға әмер мөрәжәғәте менән: „Һине бар иткән Раббыңдың исеме менән уҡы! Ул Аллаһ кешене ҡан тамсыһынан бар итте. Ул кешегә белмәгәндәрен белдергән, ҡәләм менән (яҙыуҙы) өйрәткән Раббың ин бөйөк кәрәмәт эйәһе“ („Ғәләҡ“ сүрәһе, 1-5 аяттар).
     Мәмерйәнән сығып, өйөнә ҡайтып барған Бәйғәмбәребеҙ тауҙың уртаһына еткәс: „Әй, Мөхәммәд! Һин Алланың бәйғәмбәреһең. Мин Йәбраил фирештә булам“,—тигән тауышты ишеткәс, башын күтәреп ҡарап Йәбраил фирештәне күрә.
     Өйөнә ҡайтып хәҙрәти Хәдисәгә: „Миңә бер ҙур вазифа бирелде. Кемде дингә өндәйем? Миңә кем ышаныр?“—тип ҡайғыһы менән уртаҡлаша.
     Хәҙрәти Хәдисә: „Әй, Аллаһ илсеһе, ҡайғырма. Бына мин һиңә ышанам. Һинең Бәйғәмбәрлегеңде ҡабул итәм“, —тигән һәм ер йөҙөндә беренсе мосолман ҡатын була.
     Мөхәммәд бәйғәмбәр дингә саҡырыу эшендә тәдбирле һәм диҡҡәтле булып, иң тәүҙә үҙенең туғандарынан, ҡәрҙәштәренән, дуҫтарынан башлай.
     Тәүгеләрҙән булып Исламды Хәдисә, Әбүбәкер, Ғәли һәм Зәйд хәҙрәттәр, уларға Аллаһ риза булһын, ҡабул итәләр.
     Әбүбәкер әс-Ситдиҡ, уға Алланың ризалығы булһын, бер ваҡыт һатыу итеп йөрөй. Уның бәйғәмбәребеҙгә иман килтереп, мосолман булыуына сәбәп ошо була: Шам илендә* йоҡоһонда төш күрә. Төшөндә ҡояш һәм ай итәгенә килеп төшәләр. Шунан Әбүбәкер әс-Ситдиҡ ай менән ҡояшты ҡулына алып, күкрәгенә ҡуя, ай менән ҡояшҡа кейем кейҙерә. Был төштө күргәндән һуң уяна, төш юраусыға бара ла төшөн һөйләй. Шунан һуң төш юраусы нәсрани*, уҡымышлы дәрүиш һорай:
     —Һин ҡайһы ерҙән һәм ҡайһы ҡаланан?—тип.
     Әбүбәкер әйтә:
     — Мәккә ҡалаһынанмын.
     Дәрүиш һорай:
     —Ҡайһы ҡәбиләнән һәм ҡайһы ырыуҙанһың?—тип.
     Әбүбәкер:
     —Һашим ырыуынан һәм Ҡөрәйеш ҡәбиләһенән бер һатыусымын, — ти.
     Шунан дәрүиш әйтә:
     —Ахыр заманда бер ир булыр, ул ирҙең исеме Мөхәммәд булыр, Һашим ырыуынан һәм Ҡөрәйеш ҡәбиләһенән булыр Ул ахыры заман бәйғәмбәре булып, унан һуң бәйғәмбәр килеү булмаҫ. Әгәр ул Мөхәммәд булмаһа, Аллаһ Тәғәлә ерҙәрҙе һәм күктәрҙе, ерҙә һәм күктә булған нәмәләрҙе яратмаҫ, бар итмәҫ ине. Атабыҙ Әҙәмде һәм башҡа бәйғәмбәрҙәрҙе яратмаҫ ине. Ии Әбүбәкер! Һин уның диненә инеп, мосолман булырһың һәм уның вәзире булырһың һәм уның вафатынан һуң уның урынына имам булырһың. Төшөңдөң юрауы ошо,—тигән.
     Тағын да дәрүиш шуны әйтә:
     — Ул бәйғәмбәрҙең сифаттарын Тәураттан һәм Забурҙан уҡып белдем. Ул бәйғәмбәргә иман килтереп мосолман булдым, әммә мосолманлығымды йәшерәм, минең мосолман булғанымды белеп, һәләк итмәһендәр тип, — тигән.
     Шунан Әбүбәкер, уға Алланың ризалығы булһын, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, күрергә тигән уй менән Шамдан Мәккәгә ҡайта һәм уны эҙләп таба.
     Ҡырҡ йәшендә бәйғәмбәрлек килгән Мөхәммәдкә Аллаһ Тәғәлә Әҙәм балаларын мосолманлыҡҡа өндәргә бойора.
     Шул саҡ бәйғәмбәребеҙ Әбүбәкергә әйтә:
     — Ии Әбүбәкер! Минең менән һәр саҡ ултыраһың һәм һөйләшәһең, ни өсөн мосолман булмайһың? — тип.
     Шунан Әбүбәкер:
     — И Мөхәммәд ! Әгәр һин хаҡ бәйғәмбәр булһаң, мөғжизә күрһәт, — тип әйтә.
     Бәйғәмбәр ғәләйһис- сәләм:
     — И Әбүбәкер! Һиңә минән мөғжизә Шамда күргән төшөң, — ти.
Шунан Әбүбәкерҙең үҙ төшөн үҙенә һөйләй. Дәрүиштең юрауын да, уның мосолман булып Әбүбәкергә хәбәр иткәнен дә һөйләп бирә.
     Әбүбәкер һуңынан:
     — Раҫ әйттең, и Мөхәммәд! Һин хаҡ бэйғәмбәрһең! — тип әйткәс:
     »Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мухәммәдән ғабдүһү үә расулүһү", — тип, шунда уҡ мосолман була.
     Оло ирҙәрҙән иман килтереп, мосолманлыҡты ҡабул итеуселәрҙең беренсеһе — Әбүбәкер әс-Ситдиҡ була.
     Өс йыл эсендә яңы динде утыҙҙан артыҡ кеше генә ҡабул игә. Мәккәлеләр үҙҙәренең динен һәм ғәҙәттәрен үҙгәртергә теләмәгән ҡаты күңелле кешеләрҙән булып, мосолмандарға бихисап яуызлыҡтар эшләйҙәр. Шуға ла исламиәттең таралыуы бик һүлпән бара. Бәйғәмбәрлектең дүртенсе йылында Аллаһ Тәғәлә «Хиджр» сүрәһенең 94-се аяты менән мосолмандарға динебеҙҙе асыҡтан-асыҡ, тартынмайынса, йәшенмәйенсә таратырға бойора. Ләкин Мәккә кафырҙары мосолмандар ишәйгән-көсәйгән һайын уларға яуызлыҡтарын арттыралар. Ошо сәбәпле 616 йылда 90 мосолман Хәбәш ерҙәренә* күсеп китәләр.
     Мәккәлә ҡалған мосолмандарға тынғылыҡ булмай һәм 622 йылдың мөхәррәм айының 13 көнөндә улар исламды ҡабул итмәгән ҡатындарын һәм балаларын ҡалдырып, Мәдинәгә күсеп төпләнә башлайҙар. Был көн, тарихи һижри йыл башының тәүге көнө булараҡ иҫәпләнә башлай. Күсеп килеүселәр Ислам тарихына «Мөхаджир»ҙар булараҡ инеп ҡалалар. Мөхаджирҙарҙы ҡаршы алып урынлаштырған Мәдинә халҡын "Әнсар”ҙар тип йөрөтәсәктәр. Уларҙың барыһына ла Аллаһ риза булһын.
     Был хәлдән һуң Бәйғәмбәребеҙ ҙә хәҙрэти Әбүбәкер менән Мәдинәгә күсергә булалар. Быны белеп ҡалған Мәккә мәжүсиҙәре Бәйғәмбәрҙе тотоп үлтерергә булалар. Ләкин Аллаһ ярҙамында алдан белгертелгән Бәйғәмбәр, Ул биргән мәкер арҡаһында ҡотолоп, Әбүбәкер менән Мәдинәгә уңышлы барып етәләр. Бындағы тормош ун йылға һуҙыла.
     Мосолмандарҙың тормошо алға барған һайын, Мәкке кафырҙары уларға ҡаршы үсләшеүҙе көсәйтәләр яуызлыҡтарын һәр яҡтан күрһәтәләр. Ике арала һуғыш буласағы һис шикһеҙ көтөлә.

Раһиб* — монах; нәсрани дәрүиш.
Зәһид* — ғибәҙәт менән генә шөғөлләнеүсе ир; дин фанатигы, аскет.
Ҡандилдәр* — люстралар.
Кәнизәктәр* — ҡол ҡатындар,
Шам иле*— Сирия.
Нәсрани* — христиан динендәге кеше.
Хәбәш ере* — Эфиопия.

     “Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...” китабынан өҙөк. Автор Имам Ғариф — хажи Ғабдрахман (Риф Усман улы Абдрахманов) 1945 йылдың 24 сентябрендә Бөрйән моҙафаты Иҫке-Собханғол ауылында донъяға килә.
     Ғилеме буйынса тау техник-технологы, нефтсе-инженер һәм тарих белгесе.
     Эш яғына ҡарағанда, мәғдән карьерында ябай таш шартлатыусы булараҡ эш башлап, берекмә директоры дәрәжәһенә етә.
     Дин ғилемдәрен Баймаҡ ҡалаһындағы «Әбү-Бәкер әс-Ситдиҡ» һәм Өфөләге «Ғәлиә» мәдрәсәләрендә ала.
     2005 йылда хаж ғәмәлен үтәгәндә Мәҙинә Ислам университеты ғалимдарынан: Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләмдең хәдиҫтәре, Ҡөръән- Кәрим сүрәләренең аңлатмалары һәм Ислам дине йолалары буйынса дәрестәр алды.
     Себер яҡтарында Йәмиғ мәсет имам-хатибы, мәдрәсәлә мөдәррис булып Аллаһ Тәғәләгә һәм халыҡҡа хеҙмәт итте. Унан ҡайтҡас, Күгәрсен моҙафаты Тәүәкән ауылы Йәмиғ мәсетенә имамлыҡҡа имтихан тапшырып Мәншур алды. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһы «Тәүфиҡ» мәхәлләһе имам-хатибы булараҡ Рәсәй Үҙәк Диниә Наҙараты Мәншуры менән хеҙмәт итә.
Ғариф хәҙрәт дин мәсьәләләрен күтәреп, дин тарихына бәйле, дин ғалимдары тураһында әленән- әле ҙур йөкмәткеле мәҡәләләре менән жәридә һәм мәжмуға биттәрендә сығыш яһай.
     2005 йылдан алып шәйех Ғабдуллаһ Сәйеди әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари ишан тормошона бәйле мәғлүмәттәрҙе архивтарҙан, Стәрлебаш һәм Бохара яҡтарынан йыйып, ғалимдың 175 йыллығына бағышлап бик күп мәҡәләләр яҙҙы һәм ғилми китап өҫтөндә эш алып бара.
     Ул «Башҡортостан» жәридәһенең 2009 йылғы, «Ағиҙел» мәжмуғаһының 2010 йылғы лауреаты. «Башҡортостан ҡамусы»н төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
     Ғариф-хажи «Уҡығыҙ доға, сығығыҙ юлға», «Күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр», «Баймаҡ ере руханиҙары» китаптарының мөәллифе, «Хаж һәм ғумра тәртиптәре» китабының мөәллифтәше. «Муллаҡайҙа дин тарихы» китабы авторы.

      Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
     Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
     Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
     «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
     Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
     Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
     Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705

      Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382