«Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе

                                                        Төрки халыҡтарҙа таралған
                                                        «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе
                                           Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Әүәл мин бер хикәйәт әйтәйем,
Әһел хәбәрҙән риүәйәт әйтәйем.

Бар ине Бағдадта бер Салихә,
Һөйләшеүсән ҡатын ине һәм нәсихә.
Бер көн донъянан булды сәфәр.
Донъяға килгән кеше шикһеҙ китәр.

Әсәһенән бер флүр* мираҫы бар,
Йәннәт уға ни өсөн булмаһын, ҡарар.
Бар ине бер изге улы — йәш егет,
Намаҙ өҫтөндә булыр ине һәр ваҡыт.

Ул флури ҡалды мираҫ улына.
Әйтер ине: «Кемде алайым мин быға».
Уйлай-уйлай йөрөгәндә ул егет
Күп кешегә осраны шул ваҡыт.

Мәүлид уҡыйҙар йыйылып бер өйҙә.
Был егет тыңланы ла ихлас менән,
Ишетеү менән ғашиҡ булды ул егет.
Күҙҙәренән аҡты йәше шишмә кеүек.

Ул егет күрҙе төшөндә шул төндә.
Гүйә ҡиәмәттә булған бер көндә:
Саҡыра фирештә «Кил» тип шул заман,
Ҡайҙа һин, кил, йәннәткә ин әй, фәлән?!

Мәүлидкә әҙер булғандар ҙа тағы,
Йәннәткә инһен улар ҙа һәммәһе.
Күрҙе шунда был егет бер ҙур һарай,
«Индерһәгеҙсе мине бында?» —тип һорай.

Әйттеләр: «Бында инә шундай кеше,
Хөрмәтләһә кем нәби тыуған көндө.
Хөрмәт иткәнең һинең юҡ ул көндө», —
Тип кире дүндерҙеләр ул меҫкенде.

Йоҡоһонан уянып ул күп иланы,
Күңелен уның аһәң уты солғаны.
Иртәгәһе көн ул флүри алды аш,
Мәүлид уҡытты түгеү менән ҡанлы йәш.

Ул егет Мәүлид уҡытты йыл һайын,
Шатланып көтөр инеМәүлид айын.
Көлә-көлә әхирәткә күсте ул.
Ысын әзәлдең мәңге һыуын эсте ул.

Үлмәгәндер, тине лә ҡәүеме уның,
Сөнки Ғазраил еңел алды йәнен уның.
Бер табип килтерҙеләр тиҙлек менән:
«Йәне сығыр—тине ул,—рәхмәт менән».

Ҡәүеме әйтте: «Үлмәгән дә, үлмәгән,
Сөнки йәне сыҡҡанды һис кем белмәгән».
Күрҙеләр кем: ул егет бигерәк матур,
Нуры балҡыр төҫлө, йәннәт эсендә нур.

Әйтте белегеҙ, үлеүендә шөбһә юҡ,
Хаҡ үрнәк итте уға рәхмәти һаҡ:
Шул ваҡытта күҙен асты ул үҙе,
Әйтте: « Ҡәүемем, тыңлағыҙ был һүҙҙе!»

Хаҡ быға бер нурын асып күрһәтте:
«Йәне ни рәхәттә»,— тот һәр саҡ тине.
Йәннәт эсендә урынымды күрҙем хәҙер,
Мостафа мәжлесендә булдым хәҙер.

Иттем ысын Мәүлидте хөрмәтләп.
Хаҡ Тәғәлә ҡылды миңә рәхмәтләп.
Көлгәнем был минең белегеҙ тине,
Ҡылығыҙ тыуған көнөн хөрмәт тине

Шулай тине, күҙҙәрен йомдо йәнә,
Ҡәүеме ҡалды шатланып көлгәненә
Ул Хәбибең* хөрмәте өсөн и, гани*,
Шәфәғәтен насип ит һин и, вәли.

Йә, Мөхәммәд Мостафа һин йә, Рәсүл.
Ҡыл шәфәғәт беҙгә яумәннәзүл*
Ул Хәбибең хөрмәте өсөн ии, Хоҙа,
Беҙҙе унан итмә Мәхшәрҙә жөда*

Әгәр теләгән булһағыҙ
Уттан нәжат*,
Ғишыҡ менән, дәрт менән
Әйтәйек салаүат.

Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Хәбибаллаһ,

Йә, Хоҙайҙан изге ярҙам,
Өҫтә тағы кил Мәүлид!
Йәннәт эсендә ирек ғилемен
Өҫтәгән кил, Мәүлид!

Ул Рәсүлдең тыуған көнө
Тап Ҡәҙер ине төнө.
Һәм шулай уҡ йөҙө нурлы
Ай кеүек балҡыр ине.

Йән һәм йөрәктән ысын күңелдән
Тыңла Мәүлид, кил!
Булһаңсы һин донъяла һаҡ,
Тыңла, Мәүлид кил!

Заты, таҙаһы, сафы, нуры
Хаҡтыр ул яҡшы заттан.
Мәжлеси туғанлыҡ кәрәктер
Тыңла, Мәүлид кил!

Уҡыласаҡ Мәүлидтә махсус
Ҡасидә һәр заман.
Ул Рәсүлдең рухы хуш-шат
Буласаҡ бел, фәлән.

Әгәр ҙә мәжлес уҙғарылһа,
Һине саҡырыу менән
Бер дәҡиҡа* торма, элек кит
Ҡалма ялҡаулыҡ менән.

Ни саҡлы шөғөлөң булһа ла
Ҡуйып кил мәжлескә.
Бергәләшеп һәр шәфәғәт
Рыялы күр был кистә.

Йәннәт әғләлә өҫтәрһең,
Маҡам, Мәүлид кил!
Хауыз Кәүҫәрҙән теләрһең
Эсергә, Мәүлид кил!

Әгәр сиратты кисергә
Өҫтәр иһәң, Мәүлид кил!
Һәм шәфәғәт өҫтәр булһаң,
Ашығып, Мәүлид кил!

Ии, Кәрим! (Аллаһ) Һин
Йәннәткә керт беҙ ғасый* бәндәгеҙҙе,
Һин дидарыңды күрергә ит насип
Күрергә барыбыҙҙы.

Әгәр теләгән булһағыҙ
Уттан нәжат.
Ғишыҡ менән, дәрт менән
Әйтәйек салауат.

Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Хәбибаллаһ.
Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.

Флүр* —тинлек, аҡса берәмеге.
Хәбиб* — дуҫ, һөйөклө, һөйгән.
Ғәни* — бай кеше, күп маллы, дәүләтле.
Яумәннәзүл* — күктән төшкән көндәрҙә.
Жөда* — айырылған, айырылыуға дусар булған.
Нәжат* — азат булыу, ҡотолоу, иҫән ҡалыу.
Дәҡиҡа* — минут.
Ғасый*— баш тартыусы, гөнаһлы, буйһонмаусы, низағ туҙырыусы.

 

                                                Төрки «Мәүлидүн-Нәби» ҡасидәһе.
                                                            (Икенсе сығанаҡ)
                                       Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән

Әүәл Аллаһ исемен ҙикерләйем,
Һуңынан башлап һәр эшкә керешәйем,
Эш башында һәр кем Уны ҙикерләр,
Ул эште Аллаһ, уға әсас итәр.

Аллаһ исемен ҙикерләп эш башларға
Һәр кемгә нажиб*, тейеш ул аңларға.
Булһа Аллаһ исеме менән һәр эшең,
Бушҡа китмәҫ эшләгән һәр бер эшең.
«Шуны ҡуша, Аллаһ!» тиһә кемдең теле
Түгелер һәр бер гөнаһ япраҡ кеүек.

Таҙа булыр Аллаһ исемен ҙикерләгән,
Ирешер маҡсатына «Аллаһ» тигән.
Ысын күңелдән килегеҙ «Аллаһ!» әйтәйек,
Күҙебеҙҙән йәш түгеп беҙ «аһ»!" итәйек.

Шәйлә ҡылһаҡ, буш ҡуймаҫ Аллаһ беҙҙе,
Рәхмәте киң, ярлыҡар барыбыҙҙы.

Бер Ул Аллаһ, берлегенә шөбһә юҡ,
Һөйләгәндәр яңылышып донъя тулып.
Барса ғәләм юҡ икән Ул бар ине,
Башланыштан бай ине, Йәббәр* ине.

Ен, фирештә һәм әҙәм береһе лә юҡ,
Һәм дә туғыҙ фәләк* һис береһе юҡ.
Ғәреш, Көрси, Ай, Ҡояш та юҡ ине,
Барса йәндән әүәл үк ул бар ине.

Ҡөҙрәте менән быларҙы бар итте,
Барыһы ла берлеген танып әйтте.
Был хосуста күп һүҙҙә хәжәт тә юҡ,
Бер һәм бар Аллаһ булыр Ул, башҡа юҡ.

Әгәр шәфәғәткәрәк булһа, эҙләгеҙ,
Ул Рәсүлдең сөннәтенән биҙмәгеҙ.

Йә, Мөхәммад Мостафа һин йә, Рәсүл!
Ит шәфәғәтеңде беҙгә яумәннәзүл.

Әгәр теләгән булһағыҙ
Уттан азат.
Ғишыҡ менән, дәрт менән
Әйтәйек салауат.

Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Ии ғәзиздәр, инде килде һүҙ башы
Тыңлағыҙсы ағыҙып күҙегеҙ йәшен.
Бер васыят һөйләмәксе буламын,
Был васыят ошо булыр, тот ҡолағың.

Кем тотор булһа ул васыятты берәр,
Белегеҙ кем, йәннәткә шикһеҙ инер.
Бирер Аллаһул кешегә рәхмәтен,
Мәүлидун-Нәбиҙе ҡылһа хөрмәтен.

Уҡыр булһа кешеләргә кис менән,
Тыңлағандар ҙа таба файҙа илен.

Рухын шат итәйем салауат менән,
Өй эйәләре, барса сәхәбәләр менән.

Тыуҙы ти көндәрҙе хөрмәтенән,
Тыңлар ул һөйләүсене ихлас менән.

Ии, Мөхәммәд Мостафа һин ии, Рәсүл!
Ит шәфәғәтеңде беҙгә яумәннәзүл.

Хаҡ Тәғәлә ысын яратты Әҙәмде,
Ҡылды Әҙәмгә биҙәлгән ғәләмде.

Сәждә ҡылды Әҙәмгә күп фирештә.
Әммә Иблис баш бирмәне һис тә.
Әйтте Аллаһ: "Ни өсөн был инҡарың,
Әллә бармы бында бер-бер уйҙарың,
Әйтте: «Балсыҡтан яраттың Һин уны,
Мин ни өсөн сәждә ҡылайым уға.»

"Мине Һин уттан яраттың бит,—тине.
«Утмы артыҡ әллә балсыҡмы?» —тине.
Ҡуйҙы Әҙәм алдына ул бер Нурҙы:
«Бел, Хәбибем нуры бит был Нур», — тине.

Әйтте ул Нурға: "Уның алдында тор!
Ҡалды унда нисә йылдар ошо нур.
Һуңынан Һәууа әсәбеҙгә күсте, бел,
Торҙо унда нисә айҙар, нисә йыл.

Шис тыуғас та күсте уға ошо нур.
Уның алдында нур булды тағы ла ҙур.
Һуңыраҡ Ибраһимға, Исмағилға һәм
Тине ҡыҫҡаһы үҙе аңғартты кәлям*

Шул рәүешсә күсә-күсә килә был
Ғәләм даны Мостафаға төштө ул.
Ғәләмгә рәхмәт өсөн килде был нур,
Килде, торҙо ул нәбиҙә* ошо нур.

Әгәр шәфәғәт кәрәк иһә эҙләгеҙ,
Ул Рәсүлдең сөннәтенән биҙмәгеҙ.
Ии, Мөхәммәд Мостафа һин ии, Рәсүл!
Ит шәфәғәт барыбыҙға яумәннәзүл.

Әгәр һеҙ теләр булһағыҙ
Уттан азат.
Ғишыҡ менән, дәрт менән
Әйтәйек салауат.

Салауатү үәссәләмү
Ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Салауатү үәссәл әмү
Ғәләйкә йә, Хәбибәллаһ

Важиб*— Шикһеҙ үтәлергә тейешле, мәжбүри эш, диндә үтәргә кәрәкле ғәмәл.
Йәббәр* — Бик ҡеүәтле; Алланың исем-сифаты; йәберләүсе.
Фәләк* — Күк йөҙө, күк көмбәҙе.
Кәлям*— Һүҙ, телмәр, һөйләм.
Нәби* — Бәйғәмбәр.

Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман «Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...” китабынан - Төрки халыҡтар араһында киң таралған, атай-олатайҙарыбыҙ Мәүлид айында уҡыған ҡасидәне лә уҡыусыларға тәҡдим итәм һәм улар ҙа ошо ололау шиғырын аяҡ өҫтө тороп йәмәғәт менән күмәкләп уҡыһалар, ҫауаплы булырҙар. Иншә Аллаһ.

     Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r

     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
     Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
     Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
     Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
     Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
     Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705

      Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382