Башҡортса Мәүлид
Бисмилләһир -рахмәнир-рахим !
- Йә, Аллаһтың Рәсүле! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, Аллаһтың Үҙе һөйгән зат! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, Аллаһтың пәйғәмбәре! Һиңә Уның хәйер доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, Аллаһ Үҙе һайлап алған зат! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, Аллаһ яралтып бар иткәндәрҙең иң затлыһы! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барым ҡына торһон!
- Йә, Аллаһтың Ғарше-Көрси нуры! Һиңә Уның хәйер-доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, Аллаһтың Үҙенә бөтәһенән дә яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге бирелгән зат! Һиңә Уның хәйер доға, сәләмдәре барып ҡына торһон!
- Йә, пәйғәмбәрҙәрҙең иң күркәме! Һинең үҙеңә, әһле бәйтеңә һәм сәхәбәи-кирамдарыңдып бөтәһенә лә Уның хәйер-доға, сәләмдәре бер туҡтамай барып торһон!
Әл-хәмдү лил-ләһ! Маҡтау-ололауҙарыбыҙҙың бөтәһенә лә, әлбиттә, ғаләмдәр Раббыһы, рәхмәт-бәрәкәттәрен биреп кенә торған Мәрхәмәт-Шәфҡәт Эйәһе Аллаһ тик Үҙе генә лайыҡлы. Беҙҙе лә мәрхәмәт-шәфҡәттәреңдән ҡалдырма!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
"Әйт: ” Аллаһ Ул — Берҙән-Бер,
Уның бер нәмәгә ихтыяжы юҡ.
Бер кемде Ул тыуҙырманы, бер кемдән тыуманы,
Бер кем, бер нәмә Уға тиңдәш була алмай”.
Ҡурьән, ”Ихлас” сүрәһе.
Ғибәҙәттә генә тороу өсөн Аллаһтан башҡа иләһә юҡ! Ул бөйөк! Бөтә маҡтау-ололауҙар Уның Үҙенә генә!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әйт: "Күренеп һәм күренмәй генә килеп торған һәр төрлө зарарҙан,
Ул Үҙе яралтып бар иткән мәхлуҡтарҙың ниндәй ҙә булһа зарарынан,
Ҡараңғы төндөң ер өҫтөн ҡаплап алған ваҡыттағы зарарынан,
Сихырлап төйнәлгән төйөндәргә төкөрөп, әпсен өрөүсе ҡатындар яуызлығынан һәм зарарынан,
Көнсөл кешеләрҙең көнләшеп йөрөгән ваҡыттағы зарарынан таңдың Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә һыйынам”, — тиң. Ҡөрьән, «Фәләҡ”сүрәһе.
Ғибәҙәттә генә тороу өсөн Аллаһтан башҡа иләһә юҡ! Ул бөйөк! Бөтә маҡтау-ололауҙар Уның Үҙенә генә!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әйт: „Сауаплы эштәрҙән тыйып, гонаһҡа өндәүсе, Аллаһ исеме телгә алынғанда ҡасып китергә генә тороусы хәннәс** үәсүәсәһенән, уның, кешеләр күңеленә һалған ҡотҡоһонан, ендәрдән һәм кешеләрҙән,
кешеләрҙең Раббыһы, кешеләрҙең батшаһы,
кешеләрҙең иләһе булған Аллаһы Тәғәләгә генә һыйынам”, — тиң. Ҡөрьән, ”Ән-Нәс” сүрәһе.
Ғибәҙәттә генә тороу өсөн Аллаһтан башҡа иләһә юҡ! Ул бөйөк! Бөтә маҡтау-ололауҙар Уның Үҙенә генә!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
”Бөтә маҡтау һәм ололауҙар ғаләмдәр Тәрбиәсеһе, Рәхим-Шәфҡәт Эйәһе, Әхирәт көнөнөң батшаһына. Камил түбәнселек менән Үҙеңә генә ғибәҙәттә торабыҙ, Һинең Үҙеңдән генә ярҙам һорайбыҙ, ярҙам өмөт итәбеҙ.
Беҙҙе тура юлға, Үҙ ниғмәттәреңде биреп кенә торған изге бәндәләрең — пәйғәмбәрҙәр юлына төшөр, асыуыңа тарып, аҙашып йөрөгән залимдар юлында йөрөтә күрмә. Әмин. Ҡөрьән, “Әл-Фәтихә” сүрәһе.
** Хәннәс — кеше аҙҙырып йөроүсе, ҡотҡо таратыусы. Ундай хәннәҫтәр кешеләр араһында ла, ендәр таифәһендә лә була.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Әлиф, ләм мим. Был Китап — унда бер ниндәй шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел, Аллаһтан ҡурҡа белгәндәр өсөн тура юл күрһәтеүсе етәкселек.
Ул мөьминдәр күрмәһә лә күреп торған кеүек итеп Аллаһтың барлығына инана, намаҙ уҡый, Беҙ биргән ниғмәттәрҙән хәйер-саҙаҡа өсөн дә өлөш сығара, һиңә һәм һиңә тиклем килеп киткәндәргә индерелгән Китаптарға инанып йәшәй, Әхирәт көнөнөң буласағын таный.
Улар Раббыларынан килгән тура юл менән йөрөгән кешеләр, уларҙың эше уңышлы”. Ҡөрьән, ”Әл-Бәҡара” сүрәһе, 1-5 аяттар.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
»Һеҙҙең Аллағыҙ — Берәү генә. Унан башҡа Мәрхәмәт-Шәфҡәт Эйәһе булған иләһә юҡ". Ҡөрьән, ”Әл-Бәҡара” сүрәһе, 163-сө аят.
Аллаһ ризалығы пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, уның әһле бәйте һәм сәхәбәи-кирамдарының изге рухына әжер-сауаптар булып барып торһон. Әл-Фәтихә!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
"Аллаһ — ғибәҙәттә тороу өсөн Унан башҡа иләһә юҡ. Заты менән Ул һәр ваҡыт бар, һәр ваҡыт тере.
Бөтә тереклекте Үҙ ихтыярында тота. Арыу-талыу, йоҡомһорап алыу тигән нәмәне белмәй. Күктәрҙә булғандар ҙа, ерҙәгеләр ҙә Уның ихтыярында. Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бер кем бер кемгә шәфәғәтсе була алмаҫ. Яралтылмытштарының үткән дәүерҙә нимә күреп йәшәгәнен дә, алда ни күрәсәген дә Ул Үҙе генә белә. Ул белгән ғилемдән дә кешеләр Ул Үҙе теләгән тиклемен генә белә ала. Уның Көрсийе күктәрҙе һәм ерҙе үҙ эсенә алған. Күктәр һәм Ер именлеген һаҡлан тотоу Уға бер ни тормай. Ул — Бөйөктәрҙең дә Бөйөгө, Ололарҙың да Олоһо . Ҡөрьән, ”Әл-Бәҡара” сүрәһе, 255-се аят.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
"Күктәрҙә һәм ерҙә булған бөтә нәмә Аллаһ ихтыярында. Күңелдәрҙә генә булғандар ҙа. Һеҙ уларҙы асып һалаһығыҙмы, йәшереп ҡалаһығыҙмы — бары бер көнө килгәс, Аллаһ уларҙы ла үлсәүгә һалыр. Теләгән кешеһен ғәфү итер, теләге булмағанды ғазапҡа тартыр. Уның һәр нәмәгә көсө етә.
Аллаһтың илсеһе лә, мөьминдәр ҙә Раббылары тарафынан индерелгәндәргә иман килтерҙеләр. Уларҙың бөтәһе лә Аллаһҡа, Уның фәрештәләренә, Уның китаптарына, Уның илселәренә инана. «Беҙ, — тиҙәр улар, — пәйғәмбәрҙәрҙең береһен икенсеһенән айырмайбыҙ”. „Ишеттек һәм буйһондоҡ! Ярлыҡауыңды ла һорап ҡына торабыҙ, Һин бит беҙҙең Раббыбыҙ. Ҡайтыр еребеҙ ҙә Үҙеңдең хозурыңа” тиҙәр улар.
Әлбиттә, бер кемгә лә Аллаһ көсө етмәҫлек эштәр тапшырмаҫ, көсө етерлеген генә тапшырыр. Яҡшылыҡ эшләһә, игелеге үҙенә, насарлыҡ эшләһә, насарлыҡтың язаһы-үҙенә. Йә, Раббыбыҙ! Эшләргә тейешле эштәребеҙҙе онотоп ҡалдырһаҡ, йәки хаталанып гонаһ эшләп ҡуйһаҡ, былар өсөн беҙҙе ғазапҡа тартма! Йә, Раббыбыҙ! Әүүәлге өммәттәргә тапшырған кеүек ауыр вазифаларҙы беҙгә лә тапшырма! Йә, Раббыбыҙ! Көсөбөҙ, сабырлығыбыҙ етмәҫлек бәлә-ҡазаларға юлыҡтырма! Мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән ташлама! Ғәфү ит, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа! Һин бит беҙҙең Яҡлаусы Хужабыҙ. Иманға килмәгәндәрҙең беҙҙән өҫтөн булыуына юл ҡуйма!”. Ҡөрьән, ” Әл-Бәҡара” сүрәһе, 284—286-сы аяттар.
Аллаһының гүзәл исемдәре
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Йә, Үҙенән башҡа иләһә булмаған Аллаһ! Мәрхәмәт-Шәфҡәт Эйәһе. Үҙебеҙ мохтажлыҡ кисергән бөтә нәмәне беҙ һинең Үҙеңдән генә һорап торабыҙ.
“Аллаһ ул — Хөкөмдар, изгеләрҙең дә Изгеһе, һәр кәмселектән, кәмселекле заттарға оҡшауҙан Пак, бөтә нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булып, һаҡлап тотоусы Көс һәм Ҡеүәт Эйәһе, Ғорурлыҡ сығанағы булған бер Зат. Унан башҡа иләһә юҡ. Үҙенә кемделер тиңдәш тотоуҙан Ул бик тә алыҫ.
Аллаһ Ул — Һәр нәмәне ғәмәлдәре, ризыҡтары, әжәлдәре менән яралтып юҡтан Бар Итеүсе, уларға тынғылыҡ һәм именлек, күркәм килеш-килбәт, төҫ-башьш бүләк итеп Биреүсе...” (Ҡурьән-Кәрим, 59: 23-24).
Ул — именлек сығанағы. Үҙе лә сәләмәт, бөтә булмыштарҙы бәлә-ҡаҙанан ҡурсалап, именлек менән сәләмәтлекте биреп, Уны Үҙе һаҡлап та тора. Уның көсө етмәгән нәмә юҡ. Ул — һәр нәмәне Еңеүсе, һәр нәмәне Үҙенең ғәҙел хөкөмө менән хәл итә. Ғаләмдең тәртибе Ул ҡуйған ҡанундар буйынса бара. Ер йөҙөнөң һәр тарафында Уның әмере генә — әмер.
Ул — Халиҡ — бөтә нәмәне юҡтар бар итен Яралтыусы һәм яралтҡандары араһында бер тәртип, аһәң Урынлаштырыусы. Ул — Мосаууир — яралтҡандарының һәр береһенә айырым бер үҙенсәлек биреп яралта. Ул — Ғаффар, кешеләге бөтә нәмәне күрһәтеп бармай, кәрәк урында йәшереп тә тора, ҡолдарының гонаһтарын ғәфү ҙә итә.
Йомартлыҡ менән бөтә нәмәне бүләк итеп, бөтәһен дә таратып һәм туйҙырып Тороусы, Нур булараҡ бөтә нәмәне Үҙенә Буйһондороусы, бөтә нәмәне Белеүсе, кәрәк ваҡытта алыр өлөштө тарайтып, тартып та Алыусы, алыр өлөштө киңәйтеп, өҫтәп тә Биреүсе, бөйөклөккә Күтәреүсе һәм түбәнгә лә Төшөрөүсе, бөтәһен дә ишетеп, күреп тороусы Хөкөмдар. Бөтә нәмәме яралтып бар ҙа итә, юҡҡа сығара ла ала. Бәндәләрҙән Ул бер нәмә лә көтмәй, бер нәмәгә мохтажлығы юҡ. Уның бөтә теләгәне — ҡолдарының дөрөҫ итем ғибәҙәт ҡылыуҙары һәм бәхетле булыуҙары. Ул – аҡыл һәм хикмәт Эйәһе. Аҡылы ғәҙеллеккә, игелеккә ҡоролған. Уның ғилемендә сик-сама юҡ. Йәшерен серҙәрҙе белеп, игелекленең ғәмәлен ҡабул итеп, гонаһлының гонаһын ғәфү итеп, шөкөр иткәндәрҙе рәхмәтенән ташламай һәр кемгә йәшәүгә көс, йәшәү сәбәптәренә ҡеүәт өҫтәүсе, һәр нәмәне күҙ уңында тотоп, доғаларға яуап биреп Тороусы. Йәшәү менән үлемде, бер яралтып бар иткәнде йәшәп үткәндән һуң яңынан Терелтеүсе, Үҙе һәр ваҡыт тере, һәр ваҡыт йәшәүсән, кәрәкмәгәнде Үҙенән этәреп, кәрәккәнде тартып, тәүбә итеү юлдарын яҡынайтып, тәүбәләрҙе ҡабул ител тороусы Игелек Сығанағы. Төрлө мәшәҡәттәрҙән азат, мохтажлыҡҡа төшкәндәрҙе мохтажлыҡтан котҡарыусы, бәләләрҙән ҡурсалап ҡына тороусы, файҙа менән зыяндың сәбәптәрен тыуҙырыусы, бөтә нәмәне игелеккә һәм хаҡикәткә ҡарай йүнәлтеүсе Нур. Башланған ваҡыты, бөтөр сиге булмаған был Зат бер кемде тыуҙырмаған, бер кемдән тыумаған, ваҡыт төшөнсәһенә буйһонмай, ғүмер ҡыҫҡарыу тигән төшөнсә уға ҡағылмай. Ул теләгәндәрҙе бойомға ашырыу өсөн ”каф“ менән „нун“ араһындағы бер һүҙ етә (ғәрәп һүҙе “бул!” ошо ике хәрефтән тора).
Әммә Үҙенең ғаләмдә булған, булып торған һәм буласаҡ бөтә нәмәнән хәбәре бар: гонаһ эшләгәндәрҙең Ул гонаһтарын ярлыҡай, күрергә кәрәк нәмәнең бөтәһен дә Күреп, ишетергә тейеш нәмәнең бөтәһен дә Ишетеп тора.
Йә, Аллаһ! Беҙ бәндәләреңде һәм бөтә мосолмандарҙы Үҙең нисек теләйһең, шул рәүешле золомдан һәм бәлә-ҡазаларҙан һаҡла! Һаҡлан тотоусыларҙың, Яҡлаусыларҙың, Ярҙам итеүселәрҙең бит Һин иң яҡшыһы! Бөйөктәрҙән Бөйөк, юғары торғандарҙың иң өҫтәгеһе булған Аллаһтан башҡа иләһә юҡ! Үҙ ҡеүәте менән Ул Үҙе теләгән бөтә нәмәне эшләй, Үҙенең бөйөклөгө менән идара итә. Һинең бит бөтә нәмәгә көсөң етә! Һин — беҙҙең Хужабыҙ, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа Һинең хозурыңда.
Йә, Аллаһ! Үҙең яралтып бар иткәндәрҙән иң бәхетлеһе булған пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдкә, уның әһле-бәйтенә, сәхәбәи-кирамдарына Үҙеңде зикер иткәндәрҙең зикер итеп кенә тороуҙары, Һине зикер итергә онотҡандарҙың онотоп ҡалдырғандары һанынса Үҙеңдәге фәтихәләрҙең иң яҡшыларын күндереп, сәләмдәреңдең иң яҡшыларын тапшырып тор.
Йә, иман килтергән бәндәләр, һеҙ ҙә уға салауат уҡып, сәләмдәр менән сәләмләп кенә тороғоҙ!
Бына шундай Оло Заттан бойороуҙар һәм тыйыуҙар менән килә пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм.
- Йә, Аллаһ! Яҡлаусыларҙың да, ярҙам итеүселәрҙең дә иң гүзәле — Һин. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауыңды һорап беҙ Һиңә доға ҡылып ҡына торабыҙ...
...Дөрөҫлөктә, Аллаһ та, Уның фәрештәләре лә Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтәләр. Йә, иман килтергән бәндәләр, һеҙ ҙә уға салауат әйтеп, сәләмдәр менән сәләмләп кенә тороғоҙ!
Йә, Аллаһ! Ибраһимға, ғәләйһис-сәләм, уның ҡәүеменә мәрхәмәт-шәфҡәтле булған кеүек Мүхәммәдте, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, уның ҡәүемен дә мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән ташлама, һин бит маҡтаулы һәм олуғһың.
Йә, Раббым! Ибраһимға, ғәләйһис-сәләм, һәм уның ҡәүеменә бәрәкәт биреп кенә торған кеүек Мүхәммәдте, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, уның ҡәүемен дә мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән ташлама, Һин бит маҡтаулы һәм олуғһың.
Һәр ваҡыт Һине зикер итеп кенә торғандар зикер иткәндә, Һине зикер итергә онотҡандар уны онотоп ҡалдырғанда Үҙеңдең яралтып бар иткәндәрең, Үҙеңдең ризалығың, Ғәрше-Көрсиҙең ауырлығы һанынса Аллаһ илсеһенең бөтә сәхәбәләренә лә хәйер-доға, сәләмдәрең булһын. Яҡлаусыларҙың Һин иң яҡшыһы, Һинең яҡлауың беҙгә етә.
Аллаһтан мин гонаһтарымды ярлыҡауын һорайым. Бел. Ул Һәр ваҡыт бар, һәр ваҡыт Тере, Аллаһтан башҡа иләһә юҡ. Мүхәммәд, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, Уның илсеһе. Ошо һүҙҙәр менән беҙ донъя көтөргә һәм үлеп китергә тейешбеҙ. Шул һүҙҙәр менән Аллаһ теләһә, именлек менән яңынан ҡубарылырбыҙ. Әмин!
(Доға)
Пәйғәмбәребеҙ, шәфәғәтсебеҙ Мүхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, уның ғаилә әһелдәренең, сәхәбәләренең изге рух-шәрифенә Аллаһ ризалығы өсөн — әл-Фатиха.
Ожмахтың бәхете, рәхәтлектәре — шул кешегә, кем пәйғәмбәргә, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, сәләмдәр ебәрә, салауаттар уҡый, доғалар ҡыла.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иманлы бәндәләргә Аллаһтың рәхмәт- бәрәкәттәре туҡтауһыҙ яуып ҡына тороуына өмөт бағлап, һәм үҙем дә шундайҙар араһында булыуыма кинәнеп һәм инанып, ана шулай Аллаһу Тәбәрәкә үә Тәғәләнең исеме менән хикәйәмде башлап ебәрәм.
Хазина шишмәләренән килгән сығанаҡтарҙың татлы һәм шифалы һыуын уртлап, унан шөкрана менән пәйғәмбәребеҙҙән ҡалған яҡшы арғымаҡҡа игелек кенә төйәп алам да, уның нурына сәләм күндереп, уның бөтә булмышынан — сәстәренән һәм күҙ ҡарашынан балҡып торған шундай өҫтөнлөгөңә фәтихә биреүеңде һорап, доға ҡылам.
Аллаһы Тәғәләнән мин пәйғәмбәребеҙҙең пактарҙан пак ғаиләһенән риза булыуын айырыуса һорайым.
Пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре, тоғролоҡ менән улар артынан барған төрлө быуын вәкилдәрен дә Үҙ ризалығыңдан ҡалдырма.
Күҙгә күренеп ятҡан асыҡ юлда игелектәрҙән мәхрүм булмаһам ине, аҙашыуҙарҙан, хаталаныуҙарҙан һаҡлап ҡалһаң ине тип түбәнселек менән һорап ҡына торам.
Бөгөн мин һеҙҙең алдығыҙға пәйғәмбәребеҙҙең тыуыуы тураһындағы хикәйәттәрҙән туҡылған тылсымлы бер гузәл келәм йәйеп ҡуйырға теләйем.
Уның мөхтәрәм шәжәрәһенән ҡолаҡтарға ләззәт биреүсе бер ынйы муйынса теҙәм.
Быны мин Аллаһтың көс-ҡеүәтенән арҙам булырына өмөт бағлап эшләйем.
Бит Аллаһтыҡы кеүек көс һәм ҡеүәттең башҡаларҙа булыуы мөмкин түгел.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе
Үҙеңдең ризалығың һәм тапшырған сәләмдәрең сәбәпле килгән хуш еҫ менән аңҡытып тор!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Тыңлағыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ — Мөхәммәдтең, ғәләйһис- сәләм, атаһы Ғәбдуллаһ Ғәбделмотталиб улы. Ғәбделмотталибты Шәйбәт Әл-Хәмд тип тә йөрөткәндәр. Ул Һашим йәки Ғәмр улы Хәшимдең атаһы Ғәбдел-Манаф Ҡусай улы. Ҡусайҙы Мөжәмми тип тә йөрөткәндәр.
Ҡусай исемен уға алыҫтағы Ҡуҙағала йәшәгәне өсөн ҡушҡандар. Аллаһ уны аҙаҡ Хәрәм-Шәрифкә ҡайтара. Хәрәм-Шәрифтең ул яҡлаусыһы һәм һаҡлаусыһы булып китә. Күсайҙың атаһы Киләб йәки Хәким. Киләбтең атаһы — Кәғб улы Морат, Кәғбтең атаһы — Лөәй. Лөәйҙең атаһы Ғалиб, Ул Фиһр улы. Фиһрҙе Ҡорайыш тип тә йөрөткәндәр. Ҡорайыш ҡәүеменең нәҫеле, тимәк, Фиһргә барып тоташа. Дөйөм һәм уртаҡ фекергә ҡарағанда унан да төпкәрәк киткәндәре Кинан нәҫеленә ҡарай.
Фиһрҙең атаһы Малик, Маликтың атаһы Нәҙр, Нәҙрҙең атаһы Кинан, Кинандың атаһы Хузаймә, Хузаймәнең атаһы Мөдрик, Мөдриктын, атаһы Илйас. Илйас ҡорбан малын Хәрәм-Шәрифкә тәүгеләрҙән булып алып килгәндәрҙең береһе. Илйасҡа шулай уҡ әле тыуырға ла өлгөрмәгән пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, Аллаһты зикер иткән тауышын ишетергә насип була.
Илйастың атаһы Модар, Модарҙыҡы — Низар, унан Мәғәдд. Мәғәдтең атаһы Ғаднан. Нәҫел ебенә теҙелгән был ынйылар боронғолар риүәтендәге бармаҡтар менән тәртипкә килтерелгән.
Туғанлыҡ бәйләнештәрен тикшерә белгән һәр кем Ғаднан нәҫеленән һуң быуындар теҙмәһенең Исмәғилгә һәм уның атаһы — Хәлил-Аллаһ — Аллаһтың дуҫы Ибраһимға барып тоташыуына шикләнмәҫ.
Ынйыларҙың йондоҙ кеүек нур бөркөп торған был теҙмәһе менән ғорурлан! Бәндәләр араһында күркәмдәрҙең дә күркәмерәге булған пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, ошо шәжәрәләге тиңдәше булмаҫ ынйыларҙың иң сағыу бер биҙәге.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе
Үҙеңдең ризалығың һәм тапшырған сәләмдәрең
сәбәпле килгән хуш еҫ менән аңҡытып тор!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Йә, АллаһI Рәхмәтеңде, сәләмеңде еткер уға, бир Именлек!
Күрәһең бит, ынйы-мәрйен нәҫел-нәсәп,
Был ынйылар яҡты йондоҙҙарҙан да шәп
Ниндәй матур хакимлек һәм ғорурлыҡ
теҙмәһе Һәм унда һин-ынйыларҙың иң сағыуы.
Хурлыҡтан, томаналыҡтан Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡурсалап торған нәҫел-нәсәбең менән ғорурлан.
- Раббыбыҙҙың Мүхәммәдкә ҡарата киң күңеллелеге, — ти әл-Зәйн әл-Ғираҡи үҙенең бәхет-сәғәҙәткә сәбәп булған хеҙмәтендә, — уның исем-шәрифе тураһында хәстәрлеге уның дан-шөһрәтле ата-бабаларына ла ҡағылмай ҡалмаған.
Улар намыҫһыҙлыҡтан ситтәрәк йөрөгән, Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башлап үҙенең ата- әсәһенә тиклем булған һәр кем аҙғынлыҡтан һаҡлана белгән; пәйғәмбәрлек нуры улар йөҙөндә лә сағылыш тапҡан.
Ғәбделмотталиб менән уның улы Ғәбдуллаһ битендә ул ай кеүек балҡып торған.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Һәм Мүхәммәдтең донъяға килер дәүере еткәс, Аллаһы Тәғәлә тәне менән йәнен, буй-һынын донъяға сығарыу маҡсаты менән уны күргән саҡтарҙа таң ҡалырлыҡ гүзәл Әминә ҡарынына урынлаштыра, һәм уға Үҙе һайлап алған заттың әсәһе булыу вазифаһын тапшыра.
Риүәйәттәргә ҡарағанда ағалары менән бергә алыҫ сәфәрҙән ҡайтып килгәндә буласаҡ пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, атаһы Ғәбдуллаһ ауырып китә лә бер ай буйы ҡәрҙәштәре тәрбиәһендә йәшәп, Әминәнең буйға үтеүенә ике ай тигәндә Мәҙинә и Мөнәүәрә ҡалаһында Әхирәткә күсеп китә.
Тап шул ваҡытта Әминә инде пәйғәмбәребеҙҙең нурын йөрөтә башланы, тип күктәрҙә һәм ерҙә хәбәр бирелә. Күңелендә Аллаһ илсеһенә мөхәббәте булған һәр кем уның тыуған көнөн көтә башлай.
Әллә күпме ваҡыттар буйы ҡоролоҡтан яфа сиккән ер лотос төҫөндәге кейемгә төрөнөп ала.
Емештәре өлгөргән ағастар кешеләргә ҡарай эйелә.
Ҡорайыштар ҡарамағында булған бөтә малдар нәфис ғәрәп телендә әсә күтәргән йөк тураһында һөйләр була. Сәнамдар һәм тораташтар йөҙтүбән ауып төшә. Төньяҡ менән көньяҡтарҙа йәшәгән йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙәге йән эйәләре был туралағы шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлаша. Ул хәбәр бөтә ғаләмгә тарала. Бала тыуыу ваҡыты тураһындағы хәбәр ендәргә барып етә, ғаләмдәрҙә йәшәгәндәр һөйөнөс таба, жрецтар менән рәһбандарҙың хәсрәте арта.
Башҡа дин тарафтарҙарынан булған ололар электән үк үҙҙәре белеп килгән, хәҙер инде был хәбәрҙе һөйләгәндә һүҙҙәрҙең яҡшыларын таба алмайҙар ине.
Шул ваҡыт йоҡлап ятҡан сағында әсә кешегә лә ҡарынында ғаләмдәрҙең хужаһы, бөтә яралтылмыштарҙың иң гүзәле булыр баланы йөрөтөүе тураһында хәбәр бирелә...
Бала үҙе лә, ул ҡылған ғәмәлдәр ҙә һәр саҡ маҡтаулы булыр тип исемен Мүхәммәд — маҡтаулы тип ҡушырға бойоролдо.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Балаға уҙыуына туғыҙ ай үтеп, сабыйҙың донъяға килер ваҡыты еткәс, әсә ҡаршыһында Йәннәт әһелдәренән булған Асиә менән Мәрйәм пәйҙә була.
Балҡып торған нур булып, бала тыуа.
(Ошо урында тыңлап ултырғандар аяғүрә баҫа)
Саллаллаһу ғәлә Мүхәммәд,
саллаллаһү ғәләйкә үә сәлләм!
Әл-Үәдәғ артынан күтәрелгән тулы ай беҙҙе яҡтыртты.
Аллаһтың хәйер-доға,
сәләмдәре Мүхәммәдкә килеп торһон!
Арабыҙҙа Аллаһҡа саҡырып тороусы
әҙәмдәрҙән берәү генә ҡалғанға тиклем
беҙ быға шөкөр итеүҙән туҡталып ҡалмайыҡ!
Кем беҙгә ебәрелгән, килдең һин бойороу менән,
Ул бойороуҙарға бойһоналар!
Аллаһтың хәйер-доға,
сәләмдәре Мүхәммәдкә килеп торһон!
Саллал-лаһу ғәлә Мүхәммәд,
саллал-лаһү ғәләйкә үә сәлләм!
Һәм үҙең дә бер ҡаршылыҡҡа
осрамай күңелемдә урын алдың!
Саллал-лаһу ғәлә Мүхәммәд,
саллал-лаһү ғәләйкә үә сәлләм!
Һин килеү менән беҙ өҫтөбөҙҙәге ямалып
бөткән иҫке-моҫҡоно ташлап, бөйөклөк,
дәрәжә кейеменә кейендек!
Саллал-лаһу ғәлә Мүхәммэд, саллал-лаһү ғәләйкә
үә сәлләм! Аллаһ тарафынан тәбиғәтебеҙҙә
лә гүзәллеккә һөйөү һалынды!
Саллал-лаһу ғәлә Мүхәммэд,
саллал-лаһү ғәләйкә үә сәлләм!
Мәрхәбә***, йә күҙ нуры! мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Мәрхәбә, йә Хүсәйндең олатаһы!
Мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Шәфәғәтсем бул, йә хәбибем,
мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Мәхшәр көнөндә миңә! мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Өҫтәбеҙҙән пәрҙәне төшөр,
мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Йә, яуап биреүсе һәр доғаға,
мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Йә Раббыбыҙ! Рәхмәтеңде еткер уға,
Мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Ер йөҙөнең иң яҡшы ерендә ул йәшәне
Мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Ғаилә әһелдәренә һәм сәхәбәләренә
Мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Иә, Аллаһҡа ынтылыусы ныҡышмалдар!
Мәрхәбә, мәрхәбә, йә мәрхәбә, йә мәрхәбә!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде,
сәләмеңде еткер уға, бир именлек!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде,
сәләмеңде еткер уға, бир именлек!
Йә, Аллаһ! Рәхмәтеңде,
сәләмеңде еткер уға, бир именлек!
*** Мәрхәбә — хуш килдегеҙ!
Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, донъяға килгән, Ислам (иман) өсөн һөйөнөс һәм ғорурлыҡ булып киткән был төн ҡояшлы көн кеүек балҡыны!
Шул көндә — һуңғы пәйғәмбәрҙе тыуҙырып — Уахб ҡыҙы Әминәгә ҡатын-ҡыҙҙарҙың уйына ла кермәҫ хөрмәттәр килеп юлыҡты.
Сөнки был көндө ул Мәрйәм ана ла килтерә алмаған гүзәллекте алып килде. Донъя буйлап таралған иманһыҙлыҡ өсөн был килеү бәлә һәм һәләкәткә һайлап алынған рәсүлдең киләсәген һиҙеп һәм бәхеттең яҡынлашыуын белеп барыһы ла шатландылар.
Шулай...Һәм уның тыуыуы тураһында һөйләгәндә аяғүрә баҫыуҙы бөтөн имамдар һәм риуәйәтселәр хуп күрә.
Пәйғәмбәребеҙҙең мәртәбәһен юғары тоторға тырышҡан кеше үҙе лә Аллаһ рәхмәтенән мәхрүм ҡалмаһын!
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Үҙенең башҡаларҙан мәртәбәлерәк, Аллаһҡа һөйкөмлөрәк, холоҡ-фиғеле, аҫыл тәбиғәте күркәмерәк булыуын тойоп торған кеүек итеп ул ҡулдарын ергә һуҙып, башын күккә, бейеккә ҡарай һоноп, донъяға ауаз һалды.
Әсәһе Ғәбделмотталибты саҡырып алды, ә тегенеһе Кәғбә тирәләй тәуәф ҡылып, вәҡар — ололоҡ менән генә килеп, сабыйға күҙ һалғанда күңелен ҡыуаныс солғап алды.
Баланы ул Кәғбәтуллаға алып китте лә шундай ҡиммәтле бер бүләк биреп мәрхәмәт күрһәткәне өсөн шөкөр итеп, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылды.
Бик тә пак килеш донъяға килгән был сабый тыуғанда уҡ сөннәткә ултыртылған, Аллаһ тарафынан кендеге киҫелгән сәләмәт һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан күҙҙәренә һөрмә тартылған хәлдә тыуҙы.
Төп-теуәл ете көн үткәс сөннәткә уны бабаһы Ғәбделмотталиб ултырта һәм шул айҡанлы мәжлес йыйып, балаға Мухәммәд тип исем ҡуша һәм уның тураһында хәстәрлекте лә үҙ өҫтөнә ала тигән хәбәрҙәр ҙә бар.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Бала тыуған ваҡытта Аллаһ тарафынан һайланып алынған илсе килеүенә ишара рәүешендә ғәҙәти булмаған иҫкитмәле хәл-әхүәлдәр булып ала. Күктәрҙә һаҡсылар арта, улар унан йондоҙҙар менән атып, бәндәләрҙең йәйенә хужа булырға ғына торғап шайтандарҙы бәргеләп төшөрә. Хәрәм тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарҙы һәм уйһыу ерҙәрҙе яҡтыртып тороу өсөн дә йондоҙҙар ер күгенә яҡыныраҡ килә.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, алдында Шам тарафындағы һарайҙарҙы яҡтыртып та нурҙар балҡып тора. Был нурҙарға Мәккәләге бер кем дә иғтибар итмәй ҡалмай. Ҡисра ҡалаһында Әнүшируан төҙөгән һарайҙарҙың диуарҙары ярғылана. Уларҙың бейектә күтәрелгән ун дүрт балконы емерелеп төшә. Емергес көс ҡеүәтенән батшаның тәхете ватыла. Тулған айҙың яҡты нурҙары аҫтында был яҡ халҡы табынып йәшәгән уттар һүнә. Шишмә кеүек ташып торған һыуҙары кибеү сәбәпле Хамадан менән Кум ҡалалары араһындағы Сауа күле юҡҡа сыға. Шул тирәлә элек тамаҡ сылатырлыҡ дымы ла булмаған тарлауыҡты һыу баҫып китә.
Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, Мәккәләге өйҙәрҙең береһендә тыуа. Ул тыуған өй тирәһендә үҫкән ағастар киҫелмәй, сүп түгелмәй. Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, Аллаһ тарафынан Кәғбәнең именлеге һаҡлап ҡалынған Фил йылында Рәбиғүл-әүүәл айының ун икеһе, дүшәмбе көн иртән тыуған тип ғалимдар уртаҡ фекергә килгәндәр.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Әсәһе уны бик оҙаҡ имеҙмәй. Пәйғәмбәребеҙҙең, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, тыуыуы тураһында килтергән шатлыҡлы хәбәр сәбәпле Әбү Ләһәб тарафынан аҙатлыҡ бирелгән Сүәйбә әл-Әсләмиәгә тапшыра.
Әсләмиә уны үҙенең улы Мәсрух һәм Әбү Сәләмәләр менән бергә имеҙеп йөрөй. Әйтергә кәрәк, элегерәк ул ил арыҫланы Хәмзәне лә имеҙеп үҫтергән була.
Һуңынан пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис- сәләм, уға Мәҙинәнән ғүмер буйына етерлек кейем-һалым ебәреп тора. Риүәйәттәргә ҡарағанда әл-Сүәйбә бары бер үҙенең наҙан халҡы тотҡан диндә вафат була. Һуңыраҡ пәйғәмбәребеҙҙе, ғәләйһис-сәләм, ауылға — Хәлимә әс-Сәғҙиәгә бирәләр. Ғөмүмән, Хәлимәнең һөтө бик самалы була, ғәрәптәр уға үҙҙәренең балаларын бирергә теләп тә бармай.
Әммә пәйғәмбәребеҙ килеү менән уның тормошо бөтөнләй үҙгәреп китә. Күкрәгендә һөтө арта, малдары бик тиҙ ишәйә, ҡуйҙары, дөйәләре көрәйә, бәлә-ҡазалар ситләп үтә башлай. Игелекле тормошона гүзәллек артынан гүзәллек өҫтәлеп кенә тора.
Шунда ул был сабыйҙың ябай ғына бер бала булмауын аңлай.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Ай үҫәһен көн үҫә тигәндәй бала үҙе лә өс ай тигәндә аяғына баҫа, биш айҙан атлап китә, туғыҙ ай тулғанда асыҡ итеп һөйләшә башлай, һөт инәһендә йәшәгән сағында тәүге тапҡыр уның күкрәге асыла. Ике фәрештә уның йөрәгендәге ойошҡан ҡандан шайтан өлөшөн алып, ҡар менән йыуып, имандың аҫыл мәғәнәләре һәм хикмәт менән тултырып ҡуя.
Күкрәген тегеп, тәненә пәйғәбәрлек мөһөрө баҫалар ҙа баланы биҙмәнгә һалалар һәм уның өммәтендәге мең кешенән дә ауырыраҡ тартыуын асыҡлап, ҡалдырып китәләр.
Сабыйлыҡ йылдарынан уҡ бала кешелә булырға тейешле иң күркәм сифаттарҙы алып сыға.
Бала менән айырылышырға бөтөнләй теләп бармаһа ла, көнсөлдәрҙең хөсөтлөгөнән ҡурҡып, Хәлимә уны әсәһенә ҡайтарып бирә. Әммә баланы күҙ уңынан ысҡындырмай, ул Хәҙисәгә өйләнгәс тә килеп йөрөй. Пәйғәмбәребеҙ уны бик йомарт бүләкләп кенә тора.
Хөнәйен ваҡиғаһы көндәрендә лә ул пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, эргәһендә була. Пәйғәбәребеҙ уны киң күңел менән, үҙ кейемдәренән игелек келәмдәре йәйеп ҡаршы ала.
Үҙенең ире, балалары, әһле бәйте менән бергәләп Хәлимәнең Ислам динен ҡабул итеүе хаҡындағы риүәйәттәрҙә лә дөрөҫлөк бар. Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, тормошо, нәсихәттәре тураһында риүәйәттәр ҡалдырған бик күптәр уларҙы ла сәхәбәләр иҫәбенә индергән.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Балаға дүрт йәш тулғанда эсәһе уны Мәҙинә яҡтарына алып китә һәм кире әйләнеп ҡайтҡанда Абуа ауылында, икенсе бер риүәйәттә әл-Хажун тарлауығында вафат булып ҡала. Баланы һөт анаһы Өммө Айман күтәреп ҡайта ла Ғәбделмотталибҡа тапшыра. Өммө Айман хәбәштәрҙән йәки Эфиопиялы ҡатын була. Аҙаҡ пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис- сәләм, уны үҙенең хеҙмәтсеһе Зэйд ибн Харисҡа кейәүгә бирә. '»Был улымдың урыны бик оло”, — тип Ғәбделмотталиб бик яғымлы ҡаршы алып.
Ысынлап та, уны ҡаршы алып, хөрмәт менән тәрбиәләп үҫтергән кешегә "афарин!” тип өндәшмәй ни әйтерһең.
Бала саҡтан уҡ уның талымһыҙ тәбиғәте аслыҡҡа ла бирешмәй, һыуһауға ла түҙә. Күп ваҡыт ул иртәләрҙә зәм-зәм һыуы ғына эсеп китә һәм көн буйына уға шул етә.
Бабаһы Ғәбделмотталиб ихатаһына үлем арғымағы килеп туҡтағас, бала тураһындағы хәстәрлекте Ғәбдуллаһтың бер туған ағаһы Әбү Талиб үҙ өҫтөнә ала. Үҙенә булмағанды Мүхәммәдкә биреп, үҙ балаларынан да яҡыныраҡ күреп, тырышлыҡ менән уны тәрбиәләп үҫтерә.
Ун ике йәш тулғанда Мүхәммәдте ул Шам тарафтарына алып китә. Сәфәрҙәрҙә йөрөгәндә килеп юлыҡҡан раһиб — монах Баһира атлы кешене осратып, ул Мүхәммәдтә Аллаһ илсеһендә була торған сифаттар барлығын һиҙә. ”Мин уны ғаләмдәрҙсң хужаһы, Аллаһ илсеһе, Уның пәйғәмбәре итеп күрәм. Уға бит ана пәйғәмбәрҙәрҙән һәм әүлиәләрҙән башҡа бер кемгә баш эймәгән ағастар һәм таштар баш эйә. Ундағы сифаттарҙы беҙ күктән ингән боронғо китаптарҙа ла табабыҙ. Ҡалаҡ һөйәктәре араһында пәйғәмбәрлек мөһөрө лә бар. Уның үҙенән дә нур бөркөлөп тора”, — ти раһиб. Мәккәгә алып китергә, йәһүд динендәге кешеләр алдында һаҡ булырға бойора. Бәрәкәтле Шам ерендәге Бусра ҡалаһынан да алыҫ китмәй Әбү Талиб уны Мәккәгә алып ҡайта.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Егерме биш йәшкә еткәндә Хәҙисәнең малдарым һатыу ниәте менән Мүхәммәд тағы ла Бусра ҡалаһына килә. Хәҙисәнең хеҙмәтсеһе Мәйсәрә бында уға ярҙам итеп йөрөй. Был килеүендә лә насараларҙан булған бер раһиб хөжрәһе эргәһендә туҡтала. Хөжрә эргәһендәге зәйтүн ағасының ағасҡа хас булмаған хәстәрлек менән Мүхәммәдте эҫенән күләгәләп тороуын күреп, раһиб үҙе лә уның ябай ғына бер кеше булмауын һиҙеп ҡала: ”Был ағас эргәһенә бит Аллаһ тарафынан бирелгән пәйғәмбәрлек сифаттары булған бөйөк дәрәжәле кешеләр менән изге бәндәләрҙән башҡа бер кемдең дә туҡталғаны юҡ ине”, — ти ул. ”Уның күҙҙәрендә хомра — тимгел-тимгел ҡыҙыллыҡ та юҡмы?” —тип Мәйсәрәнән дә һорай. ”Бар”, — ти Мәйсәрә”. Раһиб күңелендә бер ниндәй шик-шөбһә ҡалмай. ”Уға күҙ-ҡолаҡ булып ҡына тор. Уның менән тоғро һәм намыҫлы бул. Ысынлап та, Аллаһ уны пәйғәмбәрлек өсөн һайлап алған”, -ти. Улар Мәккәгә әйләнеп ҡайта. Шул ваҡытта ике фәрештә тарафынан башы ҡояш нурҙарынан ышыҡланып килгән Мүхәммәдте ҡатын-ҡыҙҙар араһында торған Хәҙисә лә шәйләп ҡала. Бындай хәлде юл буйына күреп килеүе һәм сәфәрҙә йөрөгәндә раһиб биргән нәсихәттәр тураһында Мәйсәрә лә Хәҙисәгә һөйләп бирә.
Сауҙала йөрөгәндә Аллаһ уларҙың керемен дә бермә-бер арттырырға ярҙам итә.
Ишеткәндәренән һәм күргәндәренән Хәҙисә Мүхәммәдтең Аллаһ тарафынан бәндәләргә ебәрелгән илсе булыуын аңлап, унда үҙенең тормошон да Мүхәммәдкә арнап, имандың игелекле тәьҫирен татыу теләге тыуа. Мәккәнең йөҙөк ҡашы булған был ҡатындың ниәттәре, әлбиттә, Мүхәммәд күңелендә лә яуапһыҙ ҡалмай. Был хәбәрҙе уның ағалары ла хуплап ҡаршы ала: диндар, сибәрлеге самаһыҙ, малы етерлек, нәҫеле затлы; бындай ҡатын менән тормош ҡороуҙан ирҙәрҙең береһе лә баш тартмаҫ. Әбү Талиб та ҡәрҙәшенең был теләген ишеткәс, Аллаһҡа маҡтау ололауҙар менән атаһының: "Ысынлап та, был баланың киләсәге бик матур, ҡылыр ғәмәлдәре лә маҡтаулы буласаҡ”, — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп кенә ҡуя.
Хәҙисәнең туғандары ла был никах менән бик ҡәнәғәт булдылар.
Пәйғәмбәребеҙҙең, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, Ибраһимдән башҡа бөтә балаларын да Хәҙисә тыуҙырҙы.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Мүхәммәдкә утыҙ биш йәш тулғанда ҡорайыштар сел сәбәпле емерелгән Кәғбәне яңынан йүнәтеү эштәрен башланы. Шул саҡта Ҡәғбәгә “хәжәрул эсүәдте” – ҡара ташты урынлаштырыу хоҡуғы тураһында бәхәс ҡупты, һәр кем уны урынына үҙе ҡуйырға теләне, һүҙ эйәрә һүҙ сығып, был ыҙғыш бер-береһенә ҡул күтәреүгә тиклем барып етә яҙып ҡалды. Әммә ғәҙел бер ҡарарға килеп, улар быны хәл итеү юлын таптылар: ”Ошо ҡапҡанан тәүгеләрҙән булып кем килеп инһә, бәхәсте хәл итеү юлын шуға тапшырайыҡ”, — тинеләр аҡһаҡалдар. Аллаһтың бер хикмәте менән ҡапҡанан беренсе булып ингән кеше Мүхәммәд булды. ”Бына был — тоғро кеше — Әмин. Уға ышанабыҙ!”, — тинеләр ҡорайыштар яуаплы вазифаны Мүхәммәдкә тапшырып.
Үҙенең кейемен йәйеп, ҡара ташты шунда һалды Мүхәммәд, һәр ҡәүемдән бер кешене саҡырып, бөтәһе бергәләп уны Ҡәғбәтулла мөйөшонә алып барҙылар. Мүхәммәд үҙенең мөбәрәк ҡулдары менән уны Кәғбәтулланың мөйөшөнә урынлаштырҙы.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Белгән кешеләрҙең ышаныслы риүәйәттәренә ҡарағанда, ҡырҡ йәш тулғас, бойороуҙарын һәм тыйыуҙарын, хаҡ дин тураһындағы игелекле хәбәрҙәрен ғаләмдәргә еткереү, Аллаһ юлына өгөт-нәсихәт алып барыу кеүек яуаплы бурысты Аллаһы Тәғәлә Үҙенең һайлап алған илсеһенә тапшыра башланы. Тәүҙәге алты айҙа был бойороуҙар изге төш булараҡ инеп торҙо, төштә күргәндәренең һәр береһе балҡып сыҡҡан ҡояшҡа оҡшап, өндә бойомға аша барҙы. Бының бер сере лә бар ине: аяттар һәм пәйғәмбәрлек рисәләтен тапшырыу ниәте менән фәрештә килеп төшкәндә юғалып ҡалмаһын тип илсенең көстәрен әҙерлек хәленә килтереү маҡсаты менән эшләнде ул. Шул уҡ ваҡытта күңеленә япа-яңғыҙ ҡалырға тырышыу хисе лә һалынды, һәм ул күп төндәрен Хира тауында ғибәҙәттә үткәрер булды.
Был хәл Хаҡ Тәғәлә һәм Хаҡ дин тураһында асыҡтан-асыҡ хәбәр биреүсе фәрештә килгәнсе дауам итте. Хаҡикәтте асыҡ итеп аңлатыусы фәрештә уға тәҡдир кисе ингән айҙың ун етенсе тәүлеге үткәс, дүшәмбе көн килде.
Ғалимдар араһында был хәл ай кеүек балҡып донъяға үҙе килгән айҙың етенсе, егерме дүртенсе йәки һигеҙенсе тәүлектәрендә булды тигән риүәйәттәрҙең дә барлығы билдәле.
Фәрештә килеп уны уҡырға өндәне: ”Уҡы!” — тине. ”Мин уҡый белмәйем”, — тине Мүхәммәд. Фәрештә уны нығыраҡ ҡыҫып алды: ”Уҡы!” — тип ҡабатланы.
”Мин уҡый белмәйем”, — тине Мүхәммәд. Шул ваҡыт яуап бирмәҫкә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп һәм алда тулыһы менән тапшырыласаҡ Ҡөрьәнде етди рәүештә, тырышлыҡ менән ҡабул итеү өсөн бөтә иғтибарын йүнәлтергә теләп, фәрештә уны тағы ла иңдәренән ҡыҫып алды:
”Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Раббың исеме менән уҡы!” — тине. Унан һуң еләҫ елдәр кеүек килеп ҡағылған аяттар килмәй тороуын һағынып көтөп алһын типтер инде өс йыл, дөрөҫөрәге утыҙ ай буйы аяттар килеүе туҡталып тора. Шунан ғына: ”Иә, бөркәнеп ятҡан кеше!” — тип башланған аяттар менән Джибрил, ғәләйһис-сәләм, тағы ла килә.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Аллаһ илсеһенең был яуаплы вазифаны алып килеүенә инанған ирҙәрҙең тәүгеһе — пәйғәмбәребеҙҙең аҙаҡ Мәҙинәгә барғанда мәғәрәлә бергә ҡасып ҡалған юлдашы — Сиддыҡ —”тоғро кеше” булараҡ ат алған зат Әбү Бәкр, үҫмерҙәрҙән — Ғәли, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Хәҙисә була. Улар ярҙамы менән Аллаһ пәйғәмбәрҙең күңелен ҡеүәтләй, таяныс табырға ярҙам итә. Хеҙмәтселәрҙән Зәид ибн Харис, ҡолдарҙан — Үммәййәнән бик күп михнәттәр күргәндән һуң Әбү Бәкр тарафынан ҡоллоҡтан ҡотҡарылған Билал, Ғоҫман, Сәғд, Сәғид, Талха, Ибн Ғауф, Сафийа апайының улы (дөрөҫөрәге — Сафийа бинт Ғабдәл- Мотталиб менән уның улы Зөбәйер ибн Әүүәм) һәм пәйғәмбәребеҙ тарафынан иман шишмәһенән алынған һыуҙы татып ҡарау мөмкинлеге бирелгән һәм Ислам динен ҡабул иткән башҡа бик күптәр була.
Дингә хәҙер асыҡтан-асыҡ дәғүәт алып бар”, — тип бойоролоп, Аллаһ диненә саҡырыуҙар асыҡтан-асыҡ алып барыла башлағансы пәйғәмбәребеҙ һәм уның сәхәбәләре ғибәҙәттәрҙе башҡаларға күрһәтеп бармай.
Мәжүсилеккә ҡаршы сығып, Аллаһтың Берлегенә — Берҙән Бер булыуына инанырға өндәй башлағас та бик күп мәжүсиләр пәйғәмбәребеҙгә дошман булып китәләр.
Мосолмандар өсөн түҙеп тора алмаҫлыҡ ҡыйырһытыуҙар башлана һәм пәйғәмбәрлектең бишенсе йылында мосолмандар Нәжәши — Негус (Эфиопия батшаһы) биләмәләренә күсеп китергә мәжбүр була.
Пәйғәмбәребеҙҙе был ваҡытта халыҡ араһында абруйы оло булған ағаһы Әбү Талиб үҙ яҡлауы на ала. Һәм пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, төндәрҙең бер өлөшөндә генә ғибәҙәттә торорға тейеш була. Унаң Аллаһы Тәғәләнең: Ҡүрьәндең үҙегеҙгә еңел булғанын уҡығыҙ һәм намаҙға баҫығыҙ!” — тигән һүҙҙәре менән төндә ғибәҙәттә тороуҙар алмаштырыла. Мосолмандарға иртән һәм кис ике рәкәғәтле намаҙ ғына уҡырға бойорола. Пәйғәмбәребеҙҙең Миғраж кисенән һуң был хөкөмдәр биш ваҡыт фарыз намаҙҙар менән алмаштырыла.
Пәйғәмбәрлектең унынсы йылында Шәүүәл айының урталарында Аллаһ илсеһен ауыр ҡайғыла ҡалдырып, Әбү Талиб Әхирәткә күсеп китә. Тағы ла өс айҙан Хәҙисә вафат була. Донъя ауырлығы элмәк булып мосолмандарҙың муйынына һарыла. Ҡорайыштар ҙа пәйғәмбәребеҙгә ауырлыҡ артынан ауырлыҡ өҫтәп кенә тора. Ҫәҡиф ҡәүеме йәшәгән Таиф ҡалаһына китә ул. Мосафирҙы унда ла әҙәмсә ҡаршы алмайҙар, дингә өндәүҙәргә лә яуап биреүсе табылмай. Пәйғәмбәргә улар үҙҙәренең тинтәктәрен һәм ҡолдарын һөсләтеп ебәрә. Улар уны әшәке һүҙҙәр менән хурлап, аяҡтары ҡанға батҡансы таштар ата. Хәсрәткә батып, Мәккәгә ҡайтып барғанда тау фәрештәһе килеп, шайтан төҫөнә ингән был халыҡты тау менән баҫтырып юҡҡа сығарырға теләк белдерә. “Юҡ, — ти пәйғәмбәр, — Аллаһтың был кешеләр нәҫеленән дә Үҙенә күңел һалған бәндәләрҙе сығарыуына ышанам”
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Һуңыраҡ үҙенең рухы һәм тәне менән ул Хәрәм Мәсеттән алыҫтағы Әл-Аҡса мәсетенә һәм мәсет тирәһендәге изге урындарға сәфәр сыға. Күктәргә аша. Беренсе күктә ул мөһәбәт төҫтәге Әҙәмде күрә, икенсе күктә — тәҡүәлек һәм паклыҡ сығанағы булған Мәрйәм ана улы Ғайсаны, уның апаһының үҫмер сағынан уҡ хикмәт бирелгән улы Йәхйәне; өсөнсө күктә — бөтә гүзәллеген һаҡлап ҡалған тоғро пәйғәмбәр Йософты; дүртенсеһендә — Аллаһ тарафынан юғарыға күтәрелгән Иҙристе; бишенсе күктә — Исраил халҡында оло хөрмәт ҡаҙанған Һарунды; алтынсы күктә — Аллаһу Тәғәлә менән һөйләшкән Мусаны; етенсе күктә- Раббыһы алдында гонаһ тигәнде белмәҫ ғиффәтле күңел, изге ниәттәр менән генә билдәле Ибраһимды күрә. Аллаһ уны Нәмруд утынан ҡотҡарып һәм һаҡлап ҡала. Аҙаҡ ул күктәрҙең ин һуңғы сигенә — Сидратул Мүнтәһәгә күтәрелеп, тәҡдир хәлдәрен яҙып торған ҡаурый- ҡәләмдәр шығырлауын ишетә һәм Аллаһтың рөхсәте менән Бөйөклөк Нурынан пәрҙәләр алынып үҙе күреп ҡайтырға тейешле нәмәләрҙе үҙ күҙе менән күрә. Пәйғәмбәргә бында айырым бер хөрмәт күрһәтелә. Үҙенә һәм өммәтенә һәр көн илле намаҙ уҡырға ҡушыла, һуңынан Аллаһ Үҙенең рәхмәт шишмәләрен асып, фарыз намаҙдар һанын бишкә ҡалдыра. Үҙенең камил ихтыяры менән шул биш ваҡыт намаҙ өсөн әжер-сауаптарҙы илле намаҙ кимәленә еткереп ҡабул итергә вәғәҙә бирә Аллаһ. Шул уҡ төндө пәйгәмбәребеҙ әйләнеп ҡайта. “Сиддык” тоғро Әбү Бәкр, һәм камил аҡылы булган кешеләр был сәфәрҙе һәм сәфәрҙә күргән хикмәттәрҙе инанып ҡабул итә, ҡорайыштар менән шайтан ҡотҡоһона бирелеп, юлдан яҙған мәжүсиҙәр генә уны ялғанға сығара.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Аҙаҡ төрлө сәбәптәр менән ғибәҙәткә йыйылған ҡәҙерле көндәрҙә үҙенең Аллаһ илсеһе булыуы тураһында пәйғәмбәр төрлө халыҡтар менән һөйләшеүҙәр алып бара. Тәүҙә хаж сәфәре менән килгән ансарҙарҙан алты кеше, уларға Аллаһтың ризалығы булһын, уның пәйғәмбәр булыуына инана. Икенсе йылда уларға эйәреп килгән тағы ла ун ике ир пәйғәмбәребеҙгә бәйғәт бирә. Улар ҡайтыу менән диндең терәге һәм һыйыныр урыны булып, Мәҙинәлә Ислам ҡеүәт таба башлай. Өсөнсө йылда пәйғәмбәребеҙгә аус һәм хазраж ҡәүеменән булған етмеш ( икенсе бер риүәйәттә етмеш өс ) ир менән ике ҡатын бәйғәт бирә. Шуларҙан ун ике кешене пәйғәмбәребеҙ ил ололары итеп билдәләй. Бынан һуң мосолман өммәтенән булғандарҙың төрлө вәкилдәре Мәккәнән Мәҙинәгә күсә башлай. Үҙҙәренең тыуған төйәктәрен ҡалдырып бында улар дингә, иманға ҡарата иркенлек һәм ярҙам табыу өмөтө менән килә. Үҙенең сәхәбәләренә эйәреп, пәйғәмбәрҙең дә Мәҙинәгә күсеү ихтималынан ҡорайыштар ҡаушап ҡала, уны үлтерергә йыйына башлай. Ҡорайыштарҙың мәкерле уйынан Уны Аллаһ Үҙе һаҡлай, Үҙе ҡотҡарып ҡала.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Уға һижрәткә — күсеп китергә рөхсәт бирелә. Мөшриктәрҙә йоҡлап ятмай, өйөнә килә. Пәйғәмбәребеҙ уларҙың башына тупраҡ һибеп ҡотолоп ҡала. Тоғро дуҫы Әбү Бәкр әс-Сиддиҡ менән бергәләп улар юлға сыға, Саур тауындағы мәғәрәгә туҡталып китәләр. Туҡталған ерҙәрендә өс көн торорга тура килә. Ҡыуа килгән мөшриктәрҙән уларҙы был мәғәрәлә күгәрсендәр һәм ҡат-ҡат ау ҡороп ҡуйған үрмәкселәр һаҡлап ҡала. Иң яҡшы малдарын эйәрләп улар дүшәмбегә ҡаршы төндә тағы ла юлға сыға.
Әммә уларҙы эҙләп йөрөгәндәрҙең береһе булған Сураҡа атын ҡыуа биреп, мосафирҙарға ҡаршы төшә. Шул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Аллаһҡа доға ҡыла. Суракайың атының аяҡтары ергә бата. Сураҡа пәйғәмбәребеҙҙән именлек һорай. Пәйғәмбәребеҙ уға именлек бүләк итә.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Юлда улар Хузаға ҡәүеменән булған Өммө Мәғбәд ҡыуышына килеп туҡтала. Был ҡатын мосафирҙарҙы ризыҡ һәм һыу менән тәьмин итеп көн күргән бер кеше була. Әммә был ваҡытта мосафирҙарға ул ни итен, ни һөтөн бирер хәлдә булмай.
Пәйғәмбәребеҙ артыҡ та арыҡ булыу сәбәпле көтөүгә сыға алмай ҡалған ҡуйға күрһәтеп, уның һөтөн һауып эсергә рөхсәт һорай. ”Һауып алырлыҡ һөтө булһа, үҙебеҙ ҙә һауған булыр инек”, — ти ҡатын. Рөхсәт итә. Үҙенең Хужаһы һәм яҡлаусыһы булған Аллаһуға доға ҡыла пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, һарыҡтың елендәре һөт менән тула. Пәйғәмбәребеҙ һарыҡты һауып ала.
Һауыт һөт менән тула, был мөғжизә була. Ҡатындың ире Әбү Мәғбод ҡайтып төшә. Һөт тулы һауытты күреп һәм аптырап ул да: ”Был ҡайҙан? — тип һорай, — көтөүҙә бит бер тамсы һөт бирерлек тә мал ҡалмағайны!” ”Шундай- шундай сифаттары булған бик күркәм ҡиәфәттәге, бик күркәм холоҡло бер кеше килеп китте, — тине ҡатыны. “ Ул Ҡорайыштарҙан”, — тине Әбү Мәғмәд, — әгәр ҙә мин уны үҙем күргән булһам, уға иман килтереп, артынан да ҡалмай эйәреп киткән булыр инем”.
Мәҙинә тарафтарына пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, рәбиғүл-әүүәл айының ун икеһендә, дүшәмбе көн килеп етте. Ул килеү менән бөтә тирә-яҡ нурға күмелде. Ансарҙар уны кинәнеп ҡаршы алды. Аллаһ илсеһе Ҡуба ауылына туҡталды. Аллаһҡа тәҡүәлек менән мәсеттең нигеҙ таштарын һалды.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Үҙенең килеш-килбәте һәм күркәм холҡо менән әҙәмдәр араһында иң камиле, тәбиғәтендә һәм сифатында ололоҡ балҡып торған был зат урта буйлы, алһыуыраҡ аҡ тәнле, ҡара күҙле, ҡыйылып торған ҡуйы ҡара ҡашлы, һирәгерәк тештәре күренеп торған матур ауыҙлы, киң битле бер кеше ипе. Маңлайы яңы тыуған айға оҡшаш, йөҙө шыма, бөркөт суҡышына тартым матур танауының уртаһы ҡалҡыбыраҡ торор ине. Яурындары һәм ҡулының устары киң, ҡулдары көслө, һөйәге эре, кәүҙәһе сандыр, һаҡалы ҡуйы, олпат башынан сәстәре ҡолаҡ йомшағына тейеп торған бер кеше булды. Ҡалаҡ һөйәктәре араһында пәйғәмбәрлек мөһөрө булған был зат гөмүмән йөрөгән ерендә нур бөркөп торор ине. Тирләгән ваҡыттарында тир бөртөктәре ынйыға оҡшаш, тәне мускус кеүек хуш еҫ бөркөп торор ине. Аҙымдары тау битенән төшкәндәге кеүек олпат. Кем менән генә ҡул биреп күрешер булһа ла, ул кешенең ҡулында көп буйына етерлек хуш еҫ ҡалыр ине. Ниндәй ҙә булһа бер баланың башынан һыйпап үтһә, кем һыйпап үткәне башҡаларҙан айырылып, көн буйына беленеп торор булды.
Йөҙө тулған айға оҡшап балҡып торор ине. Уның тураһында һөйләгәндәр элек тә, унан һуң да бындай кешене күргәне булмағаны хаҡында һөйләп туя алмаҫ.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡай гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Шуның менән бергә пәйғәмбәребеҙ, гәләйһис-сәләм, бик тә оялсан, тыйнаҡ, ябай бер кеше була, аяҡ кейемен үҙе төҙәтә, өҫ кейемен үҙе ямап кейә, һарыҡтарын үҙе һауа, ғаилә ағзалары тураһында үҙе хәстәрлек күрә. Фәҡирҙәргә ҡарата бик тә хәстәрлекле, улар менән аралашып ҡына тора, ауырығандарҙың хәлен белеп йөрөй, мәрхүмдәрҙең йыназаһында ҡатнаша. Иң фәҡир кешене лә түбәнһетергә тырышмай, бер кемде түбәнһетеүгә юл ҡуймай.
Тол ҡатындарға, диндар кешеләргә үтә лә иғтибарлы. Әмирҙәр алдында бил бөгөп бармай. Асыуы килһә, Аллаһ ризалығы өсөн гено асыулана, шөкөр итһә, Аллаһ ризалығы өсөн тип шөкөр итә. Йөрөгән саҡтарында сәхәбәләренең алдына сыҡмай: ”Минең арҡамды күтәреңке рухлы фәрәштәләр ҡарамағына ҡалдырығыҙ”, — тип кенә ҡуя. Юлдарҙа йөрөгәндә ул ҡайһы бер әмирҙәр тарафынан бүләк итеп бирелгән дөйәләргә, атҡа, ҡасырға йәки ишәккә атланып йөрөй. Ерҙәге бөтә хазиналар асҡысы үҙ ҡулдарында була тороп та асығып, һыуһап йөрөгән ваҡыттары күп була, асыҡҡан саҡтарында ҡорһағына таш та бәйләп ҡуя. Әгәр үҙе теләһә, тауҙар уға алтынға әйләнергә лә вәғәҙә бирә, ләкин был теләктәрҙе ул кире ҡаға. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, һүҙҙе аҙыраҡ һөйләргә, Аллаһы Тәғәләне зикер итергә ваҡытты күберәк бирергә ярата. Намаҙын оҙағыраҡ уҡый, йома вәғәзен ҡыҫҡараҡ тота. Хөрмәткә лайыҡ кешеләр менән дуҫлашып ҡына тора, кешенең мәртәбәһенә ҡарап йомарт һәм нәзәкәтле була белә. Шаярырға ярата, әммә шаярған ваҡытта ла хаҡлыҡтан тайпылып бармай. Аллаһ уның менән һәр ваҡыт ҡәнәғәт һәм ул Аллаһы Тәғәләнең яратҡан ҡоло.
Бына ошо урында һүҙ арғымағы туҡталды, ғибрәтле хикәйәттәр тамам булды, ә һөйләүсе әйтергә теләгәненең сигенә барын етте.
Йә, Аллаһ! Хаҡ илсең ятҡан гүрҙе...(ҡабатлап уҡыйбыҙ)
Доға
Йә, Аллаһ! Бүләк менән тулы ҡулдарын йәйеп тороусы! Доға менән һуҙылған күпме ҡулдарға Үҙең генә Етеүсе! Бөтә булмышы тиндәшлек тигәнде, Үҙеңә тартым, Үҙеңә оҡшаш булыу кеүек сифаттарҙан алыҫ тороусы! Һин мәңгелек, Һинең өсөн ваҡыт һәм урын юҡ!
Үҙендән башҡаға һис бер кемгә өмөт бағлау юҡ! Мәңге йәшәр, мәңге бар һәм булып торған, ҡеүәтеңдән көс алып, рәхмәтең менән тура юл күрһәтел торған Раббыбыҙ! Һинән беҙ Үҙеңдең изге Нурың менән күңелдәребеҙгә инергә генә торған шик-шөбһәләр ҡараңғылығын таратып ташлауынды һорайбыҙ. Беҙ һиңә һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең бер тәртип менән сиратлашып килгән теҙмәһен тамамлаусы, әммә мәртәбәһе менән иң алда тороусы пәйғәмбәрең Мүхәммәдтең, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, уның бөтә яралтылмыштар өсөн именлек сығанағы, ҡотолоу юлы булған әһле-бәйте, өҫтөнлөк һәм тура юлда юлдаш булыр сәхәбәләре хаҡына һинең Үҙеңә генә өмөт бағлайбыҙ. Аллаһу Тәғәләгә генә өмөт бағлап улар шәриғәт хөкөмдәрен юғары тотто, шуның менән игелеккә, хөрмәткә, Аллаһ рәхмәтенә лайыҡ булды. Беҙгә лә, Раббым, һөйләр һүҙҙәребеҙҙә, ҡылыр ғәмәлдәребеҙҙә ниәттәребеҙҙе ихлас ҡыл! Әле беҙҙең менән ултырған һәм беҙҙе тыңлап торған, арабыҙҙа булмай ҡалған һәр кемгә үҙҙәренең игелек юлындағы эҙләнеүҙәрендә, теләктәрендә уңышлыҡтар насип ит! Беҙҙе нәфсе ҡотҡолары һәм йөрәк ауырыуҙары ҡоллоғонан ҡотҡар! Күңелдәребеҙҙә булған маҡсаттарға, уй-теләктәребеҙгә ирештер! Төрлө бәләләр золомонан, бәхетһеҙлектәрҙән ҡотҡар! Нәфсе теләктәренә бирелергә юл ҡуйма! Уңыш йыйғандар өсөн өлгөрөп кенә торған емештәр кеүек булып, игелектәр ҙә эргәбеҙҙә генә йөрөһөн! Эшләп өлгөргән гонаһтарыбыҙҙы юйып ташла, алда эшләр гонаһтарҙан һаҡла! Мәрхәмәт-шәфҡәт сығанағынан алынған күптән күп игелектәреңде был мәжлестәгеләргә лә биреп, уларҙың да ҡылған гонаһтарын ярлыҡа! Бер Үҙеңә генә мохтаж булыу мөмкинлеге бир, Үҙеңдән башҡалар ҡарамағына ҡалдырма! Йә, Аллаһ! Һәр бер һораусыға Һин үҙенең урынын билдәләп ҡуйҙың, беҙҙе лә көткән өмөттәребеҙҙән мәхрүм итмә! Йә, Аллаһ! Мөхәббәтебеҙҙе һаҡла! Имамдарыбыҙҙы һәм мосолмандарҙы дөрөҫләп тор! Ошо изге көндә изгелек эшләгәндәрҙең әжер-сауаптарын арттыр! Йә, Аллаһ! Беҙ йәшәгән был ерҙәрҙе һәм мосолмандар йәшәгән башҡа ерҙәрҙе хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡла, именлек бир! Сахраларҙы дымға күмеп ямғырҙар яуып торһон!
Мәулид кисен ололап ошо юлдарҙы яҙған әфәндебеҙ — нәҫеле менән Барзанджиға барып теркәлгән Джәғфәрҙең гонаһтарым ярлыҡа! Үҙеңә яҡынайтыу юлы менән уны бәләләрҙән ҡотҡар, көткән өмөттәрен бойомға ашыр, Йәннәттәрҙә лә Үҙең һөйгән заттар менән бергә булырға мөмкинлек бир. Кәмселектәрен, зәғифлектәрен, фекер тарлығын, телдәге ярлылығын ғәфү ит! Был юлдарҙы күсереп яҙғандарҙың, уҡып барғандарҙың, тыңлап торғандарҙың да кәмселектәрен кисерә күр! Йә, Аллаһ! Уның тураһында һөйләгәндәр ҡолаҡтарҙы иркәләп, ҡиммәтле биҙәктәргә әйләнеп, ынйы-мәрйен кеүек ошонда ултырғандарҙың күкрәгенә һарылғанда Хаҡикәтте тәүгеләрҙән булып тулыһы менән аңлаған затты (Хаҡ илсеңде), уның әһле бәйтен, сәхәбә и кирамдарын, уға ярҙам ҡулы һуҙған, терәк булғандарҙың бөтәһен дә Үҙеңдең фәтихәңдан, хәйер- доға, сәләмдәреңдән ҡалдырма.
Фатихаларыңдың иң яҡшыһы, сәләмдәреңдең иң камилы, әлбиттә, үҙебеҙҙең шәфәғәтсебеҙ — пәйғәмбәрҙәрҙең һәм илселәрҙең һуңғыһы Мүхәммәдкә, уның әһле — бәйтенә, сәхәбәи — кирамдарына барып ирешһен Һинең Раббың бөтә бөйөктәрҙең иң бөйөгө. Мөшриктәр сифатларға тырышҡан бөтә кәмселектән Ул — пак. Пәйғәмбәрҙәрҙең бөтәһенә лә сәләм!
Әл-хәмдү-лилләһи Раббил-ғәләмин!
Пәйғәмбәребеҙ һәм шәфәғәтсебеҙ Мүхәммәд Мостафа, саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә, уның әһле- бәйтенә Аллаһ ризалығы өсөн — Әл-Фәтихә!
Йәннәттәрҙә лә бит улар — Йәннәт әһелдәре — Йә, Аллаһ — Һин бөтә кәмселектәрҙән пак!” — тип кенә торор. Уларҙың бер — береһенә мөрәжәғәттәре: ”Сәләм” һүҙе булыр, доғалары: ”Әл-хәмдү лил-ләһи Раббил- ғәләмин!” — тип тамамланыр.
Йә, Аллаһ! Пәйғәмбәребеҙ һәм шәфәғәтсебеҙ Мүхоммәдкә рәхмәтеңде, ризалығыңды ирештер! Тамам.
Уҡырға-яҙырға өйрәтелмәгән Пәйғәмбәрҙең мөғжизәләре
Ул күренеү менән таң атты
Төн үҙенең ҡараңғылығын юғалтты.
Мәртәбәлә, бөтә илселәрҙе үтеп,
Аллаһ күрһәткән тарафҡа юл һалды.
Йомартлыҡта, игелектә өлгө булып
Үҙ өммәтен шәриғәткә алып сыҡты.
Нәҫеле — паҡ, дан-шөһрәттә өҫтөн булды,
Һәр бер ғәрәп уға хеҙмәт итеп торҙо,
Ағастар юл бирҙе, таштар телгә килде
Уның ихтыяры менән ай ярылды,
Аллаһ уны күккә саҡырҙы
Джибрил менән күккә күтәрелде.
Мүхәммәд үҙе лә хөрмәткә лайыҡ булды, өммәтенең дә элек эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡанды.
Шуға ла Мүхәммәдте, ғәләйһи-сәләм, беҙ хаҡ хужабыҙ булараҡ ҡабул итәбеҙ һәм уға эйәргәнебеҙ менән маҡтауға ла лайыҡбыҙ. Йә, Раббыбыҙ! Теләктәребеҙгә ҡанат ҡуй. Үҙ ризалығыңды беҙгә бир! Һин бит сикһеҙ мәрхәмәт һәм йомартлыҡ Эйәһе!
Йә, Хужабыҙ! Үҙеңдең һөйөклө илсеңә, бөтә кешеләрҙән иң яҡшы кешеңә рәхмәтеңде һәм сәләмдәреңде бер туҡтамай биреп кенә тор!
Үҙең һайлап алған илсеңде, уның әһле-бәйтен һәм сәхәбәи-кирамдарың рәхмәтеңдән ҡалдырма!
Пәйғәмбәргә, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, маҡтауҙар
Ғәрәптәрҙең дә, ғәрәп булмағандарҙың да иң гүзәле — Мүхәммәд .
Ер йөҙөндә йөрөгәндәрҙең иң гүзәле — Мүхәммәд.
Байлыҡ-муллыҡ, игелектәр,
бәрәкәттәр сығанағы — Мүхәммәд.
Йомартлыҡ һәм игелектәр сығанағы — Мүхәммәд.
Бөтә илселәрҙең тажы — Мүхәммәд.
Һөйләүҙәрҙә, телмәрҙәрҙә иң ғәҙеле — Мүхәммәд...
Вәғәҙәләрҙә иң тоғроһо — Мүхәммәд.
Күркәмлектә иң һөйкөмлөһө — Мүхәммәд.
Килеш-килбәтендә нур балҡып торған зат — Мүхәммәд.
Һәр аҙымы нур таратып барған зат — Мүхәммәд.
Ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтә белгән зат — Мүхәммәд.
Мудар ҡәүеменән булған иң яҡшы зат — Мүхәммәд.
Яҡшылыҡтың һәм хикмәттең шишмәһе — Мүхәммәд.
Аллаһ илселәренән дә иң яҡшыһы — Мүхәммәд.
Дине-хаҡ, хаҡ дин таратыусыларҙың иң бөйөгө — Мүхәммәд.
Хаҡиҡәтте бар ғаләмгә еткереүсе — Мүхәммәд.
Үҙен зикер иткәндә йәнгә ял биргән зат — Мүхәммәд.
Бар өммәт рәхмәт әйтергә тейеш кеше — Мүхәммәд.
Донъя йәме һәм уның аһәңе лә — Мүхәммәд.
Ҡайғы-хәсрәт болоттарын таралтыусы — Мүхэммәд.
Ҡылған ғәмәлдәре мөбәрәк, хужа беҙгә — Мүхәммәд.
Мәрхәметленең беҙгә булған рәхмәте — Мүхәммәд.
Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшыһы — Мүхәммәд.
Кәмселекһеҙ, гонаһтарҙан һаҡланған — Мүхәммәд.
Ҡунаҡтарға йомарт, асыҡ йөҙ күрһәтеүсе — Мүхәммәд.
Күршеһен һис бер ҡасан кәмһетмәгән — Мүхәммәд.
Килеүе ғәләмде яҡшылыҡҡа тултырған зат-Мүхәммәд.
Мөғжизәләр һәм хикмәт менән килеүсе — Мүхәммәд.
Нуры менән ҡараңғылыҡтан
яҡтылыҡҡа сығарыусы -Мүхәммәд.
Хисап көнөндә һәр кемгә
шәфәғәт күрһәтеүсе зат — Мүхәммәд.
Аллаһ бойорғандарҙы тамам
еренә еткереп үтәүсе — Мүхәммәд.
Аллаһтың иң һуңғы пәйғәмбәре — Мүхәммәд.
Кешеләрҙең иң маҡтаулыһына тағы ла бер мәдхиә
Йә, өммәттең шәфәғәтсеһе!
Һиңә фәтихәбеҙ һәм сәләм!
Ҡайғы-хәсрәттәрҙе таралтыусы зат,
һиңә фәтихә һәм сәләм!
Күк есемдәренең бөтә яҡтылығын нурың
менән ҡаплап, һин тулған ай кеүек тыуҙың!
Әлегә тиклем бер кем күрмәгән
гүзәллек һәм һөйөнөс булдың!
Һин — ҡояш, һин — тулы ай,
нур өҫтөнә нур булып балҡының!
Тәнгә шифа, күңелгә ял, йөрәктәргә тыныслыҡ һин!
Йә Мүхәммәд! Йә һөйөклө зат!
Мәғриб һәм мәшрик нуры һин!
Йә, ярҙамға ирешкән! Йә хөрмәтле!
Ике Ҡибланың да имамы!
Һине маҡтарға һүҙҙәр табыуы ла бик ауыр!
Пәйғәмбәрҙәрҙең һин — һуңғыһы,
Аллаһ ҡаршыһында — ҡәнәғәт булыусы!
Бөтә түбәнлектән түбән ҡолың һинең бөтмәҫ-төкәнмәҫ
мәрхәмәт-шәфҡәтеңә өмөт бағлап ҡына тора.
Хәбәрҙәрҙең изгеһен, нәсихәттәрҙең иң ҡиммәтен
биреүсе зат — изге өмәттәр менән
беҙ үҙебеҙҙе һинең хөкөмөңә тапшырабыҙ.
Һинән килгән игелек менән тулы күңелдә
һөйөнөстән башҡа берәр нәмә булырмы?
Һиндә тулы айҙың матурлығы,
һин иң матур сифаттарҙың эйәһе!
Һин хаталарҙы аңлай белеүсе,
гонаһтарҙың кисерелеүенә сәбәп булыусы.
Йә, Раббыбыҙ! Беҙҙең бөтәбеҙгә ҡарата Үҙең
дә мәрхәмәтле бул, йомартлығың менән бөтәһен
дә биреп тор, беҙҙән дә артығын талап итмә!
Тура юл күрһәтеүсегә маҡтау!
Мухәммәд — уның йөҙөндә нур!
Йә, Раббыбыҙ! Беҙҙең бөтәбеҙгә ҡарата мәрхәмәтле
бул, ҡылған хаталарыбыҙҙы ғәфү ҡыл!
Йә, Раббыбыҙ! Беҙҙең бөтәбеҙгә лә мәрхәмәтле бул,
ҡылған оло гонаһтарыбыҙҙы ла ярлыҡа!
Кешеләрҙең иң маҡтаулыһына өсөнсө мәдхиә.
Пәйғәмбәребеҙ Мухәммәдкә мөхәббәт
Юл күрһәтеүсе бер яҡты нур!
Йөрәк Мүхәммәдте һағына
Яна мөхәббәт уты уға унда.
Мүхәммәдтән башҡа кемде мин яратайым —
Ул иң яҡшыһы пәйғәмбәр һәм рәсүл араһынан.
Мүхәммәдкә мөхәббәт көсө
Яндырҙы һәм мәңгелеккә әсир итте.
Ҡыйәмәт көнөндә беҙҙең шәфәғәтсе — Мүхәммәд,
Тамуғтан кешеләрҙең ҡотолоу сәбәбе –
Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтең тыуыуы.
Ҡалаларҙың әсәһе — изге Мәккә Мүкәррәмә.
Ҡараңғылыҡ пәрҙәһен күтәрҙе — Мүхәммәд.
Раббыбыҙ уға ҡотолоу бирҙе
һәм уның менән һөйләште,
һиңә өндәшәм, Әхмәд, йә Мүхәммәд!
Һин рәсүлдәр араһында иң олоһо!
Аллаһ ҡаршыһында шәфәғәт ҡыл, йә Мүхәммәд!
Ҡыйәмәт көнөндә миңә лә рәхмәте ирешһен.
Һинең шәфәғәтеңә өмөтләнәм, йә Мүхәммәд,
Әгәр ҡылған булһам гонаһтар.
Ҡотолоуға шул ваҡыт мөмкинселек — Мүхәммәд.
Хурланыу көнөндә уның шәфәғәтенә бар өмөт.
Мүхәммәд менән нур килде.
Хаҡлыҡ уның үҙендә һәм һүҙҙәрендә.
Күктәрҙән бейек уның дәрәжәһе.
Джибрил әйтте уға: “Алға бар!”
Мүхәммәд яу сапҡан саҡтарында
Фәрештәләр күренде һуғышсылар араһында.
Ислам дине Мүхәммәд аша килде.
Аллаһ Мүхәммәдкә һәм уның ғаилә әһелдәренә
Үҙенең рәхмәтен һәм сәләмдәрен еткерһен!
Аллаһ Мүхәммәдкә һәм сәхәбәләренә
Үҙенең рәхмәтен һәм сәләмдәрен еткерһен!
Йә, Аллаһ! Мүхәммәдкә рәхмәтеңде, сәләмеңде
Еткер һәм уға именлек бүләк ит! Әмин!
Элекке төрки текстарҙы ла күҙ уңынан кисереп, был хеҙмәт руссанан Сәләх Суҡбаев тәржемәһендә бирелде.
Әл-Сәийид Зәйн әл-Дин Джәғфәр ибн Хәсән ибн Ғабд әл-Кәрим әл-Барзанджи. ”Әл- Мәүлид әл- нәбәүи әл-шәриф әл-мүсәммә би Гиҡд әл-джәүһәр фи мәүлид әл- нәбийи әл-әзһәр”. («Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтең, Аллаһтың уға хәйер-доға сәләмдәре булһын, күркәмлек менән донъяға килеүе тураһында тантаналы хикәйәт”. Икенсе исеме ”Нур менән балҡып торған пәйғәмбәрҙең, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, тыуыуы тураһындағы зекерҙәрҙән торған затлы биҙәк».
Ғәрәпсәнән рус теленә Р.Л. Саяхов тәржемәһе.
Әс-Сәййид Джәғфәр ибн Ғәбд-әл-Кәрим әл-Барзанджи Мәҙинәи Мөнәүүәрә ҡалаһында тыуа. Нәҫел ағасының тамырҙары Ғәли ибн Әбу Талиб менән пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, ҡыҙы Фатима әл-Зәһраға барып тоташа.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, мәсетендә мөғәллим, унан ҡазый була, әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙар яҙа. Төрлө өлкәләрҙә төплө ғилеме менән дан тота. Ғәрәп теленән ул төрөк, фарсы, курд телдәрен яҡшы белә. Факиһ булараҡ Ислам динендәге дүрт мәзһәбтең дүртеһе буйынса ла фәтеүәләр сығара. Дин хөкөмдәренә арналған бик күп китаптар яҙа. Шулар араһында беҙҙең төбәктәрҙә киң таралғаны — "Әл-Мәүлид әл- нәбәүи әл-шәриф әл-Мүсаммә би Ғиҡд әл-джәүһәр фи мәүлид әл-нәбиййи әл-Әзһәр” — Нур менән балҡып торған пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис- сәләм, тыуыуы тураһындағы зикерҙәрҙән торған затлы биҙәк — тип атала ул.
Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382
Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
«Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html