Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы

                                                    Мәүлидүн-Нәби тарихе

                                        Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы.
     Мәүлид — ғәрәпсәнән башҡортсаға тыуыу мәғәнәһен бирә.
     Мәүлидүн-нәби — һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған көнө. Атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Әминәне Аллаһ Тәғәлә ҡауыштырып, уларҙан барлыҡҡа килгән яралғы ла, буласаҡ Аллаһ Рәсүле яралғыһы булараҡ һәр ваҡыт Уның ҡарамағында булған һәм һәр булмышы, һәр йәшәйеше Раббыбыҙ тарафынан был затты төрлө һынауҙар аша үткәреп, Йәбраил фирештә арҡыры бәйғәмбәр булараҡ әҙерләү. Әҙерләү ваҡыты тамамланғас Раббыбыҙ уға бәйғәмбәрлек бирә, Ҡөрьән — Кәримде иңдерә. Ер йөҙөндә Ислам динен йәйелдерергә һәм халыҡтарҙы шул дингә өндәргә бойора. Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм Аллаһ Тәғәләнең иң яҡын илсеһе булараҡ, тура юлды, донъя һәм әхирәттә мәңгелек бәхет-сәғәдәткә, рәхмәткә ирешеү юлын, Ислам динен Аллаһ Тәғәләнең һуңғы китабы — Ҡөрьән-Кәрим менән күрһәтте һәм өйрәтте. Был бөйөк бәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнө — Рабиғул-әүүәл айының 12-се көнө тип иҫәпләнә. Уның тыуған көнөн билдәләү хаҡында вафатынан һуң 600 йыл дәүер эсендә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмағанын раҫлағандар Ислам ғалимдары.


     Ысынбарлыҡта Рәсүл-Әкрәм, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ифрат ябай күңелле кеше булғанлыҡтан тыуған көнөн үткәрмәгән, тип әйткән ғалимдар ҙа бар. Был бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй.
     Беренсенән: ғәрәптәрҙә генә түгел башҡа халыҡтарҙа ла ярлы-ябаға, фәҡирҙәр һәм дәрүиштәр тыуған көн үткәреү тигән нәмәне белмәгәндәр. Ғажизығыҙға, ошоғаса тыуған көнгә бәйле бәйғәмбәребеҙҙең бер генә хәдиҫе лә осраманы, тип әйтеп булмай, бар, ләкин унда, һәр дүшәмбе көн, үҙенең тыуған көнө булһа ла, Аллаһ Рәсүле ураҙа тоторға һәм аслыҡ менән гөнаһтарҙан ҡотолорға бойора. Алыҫка бармайыҡ, беҙҙең башҡортта ла баймы ул, ярлымы тыуған көндө байрам булараҡ үткәреү ошо осорҙа ғына башланды. |
     Икенсенән: бәйғәмбәрлек килгән Рәсүл-Әкрәмдең йәшәйешенең һәр дәҡиҡаһы* Аллаһ Тәғәләгә һәм кешелек донъяһына хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнгән. Ҡөрьән-Кәримде халыҡҡа еткереү, Ислам динен донъяға таратыу һәм Аллаһ Тәғәләнең һуңғы китабының һуңғы аяттарын халыҡҡа еткереп бөтөүгә, Аллаһ Рәсүленең вафат булыу ваҡыты ла етә.
     Ошо осраҡта, тыуған көн үткәрәм тип, аш-һыу әҙерләп, мәжлес йыйып ултырыу мөмкин ме? Һис юҡ. Һәм был тәртипһеҙлекте күргән Аллаһ Тәғәлә асыуланыр, һөймәҫ ине
     Беренсе мәртәбә мәүлид-шәрифте һижри иҫәп менән 600 йылда үткәргәндәр.
     Башлап үткәреүсе Ғираҡтың Әрбил ҡалаһы әмире Әбү Сәғид Кәүкәбри бин Зәйнетдин Ғәли бин Биктикин була. Ул күп кенә изге һәм күркәм ғәмәлдәр эшләгән, бик шөһрәтле, мәшһүр шәхес булған.

     Сығыштары менән Иҙел-Тубыл араларында йәшәгән башҡорттарҙың ҡыпсаҡ ҡәбиләһенән булып Мәмлүктәр иле солтандарынан булараҡ тарихҡа инеп ҡалған Әз-Заһир Бейбарс һәм Әл-Әшрәф Ҡәйетбай мөбәрәк Мәүлид үткәреүҙе дауам итеүҙәре хаҡында ла тарихи мәғлүмәттәр бар. Был ғәмәлде көнсығыш һәм көнбайыш ғалимдары бик ныҡ хуплайҙар. Улар араһында Әхмәд бин Ғәли бин Мөхәммәд әл- Ғаскалани, уның шәкерте Әл-Хәфиз Әс-Сәхәүи, Әл-Хәфиз Әс- Сүйүтий. Ул ваҡытта, бер кем дә был ғәмәлде инҡар итмәй, ни өсөн шулай эшләйһегеҙ, тигән ғәжәпләнеү булмай. Шул ваҡыттан башлап мосолмандар Мәүлид-Шәрифте үткәрә башлайҙар.
     Икенсе сығанаҡтарға таянғанда, мәҫәлән: Әл-Хәфиз Әс-Сәхәүий «Фәтүәләр» китабында Мәүлид тураһында: «Мәүлид- Шәрифте Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Аллаһ Тәғәлә алдына кире ҡайтыуынан һуң өс быуат үткәс байрам итә башлағандар. Донъяның барса урындарында әһле-Ислам Мәүлидте үткәргәндәр, төрлө садаҡалар таратҡандар, „Мәүлид доғалары“н уҡығандар, шуға күрә бәрәкәттәре лә килә торған булған», —тип яҙған.
     Дәҡиҡа* — Минут.

     Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман «Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр... » китабынан

     Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html