Мәүлид мөнәжәте

Иләһемдең дуҫты сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Беҙгә шәфәғәт сен сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Ете ҡат күкте кистең сән, ғәршенәндә аштың сән.
Аллаһы берлән серләштең сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд

Шәриғәтте һүҙләнең, тариҡатты эҙләнең,
Хәҡиҡәтте күҙләнең, сән, әй Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Тәҡдир булған әжәлдән, йәтим ҡалған атанан,
Һәм шәфҡәтле ананан, ул Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Төндәр ятып туйманың, туйғанса аш йыйманың.
Хаҡ ҡоллоғон ҡуйманың, сән Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Бик күп хәсрәттәр күргән, бик күп михнәтләр сиккән.
Өммәт өсөн ҡайғырған, ул Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Атам-анам тимәгән, балам-сағам тимәгән.
Ах-ах өммәтем тигән, ул Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Теләмәгән атаһын һәм шәфкәтле анаһын,
Ҡылған өммәт доғаһын, ул Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Күп рәхмәттәр булһын сәнә, шуҡ сәләм булһын сәнә.
Шәфәғәт әйлә гел беҙгә сән, ул Мостафа Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Әбүбәкир, Ғөмәрҙер, Ғосман илә Ғәлийҙер.
Пәйғәмбәрҙең юлдаштары, сәхәрярҙар уларҙыр.
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Ун һигеҙ мең ғәләмгә* пәйғәмбәр ул Мөхәммәд.
33 мең сәхәбәгә рәһбәр буған Мөхәммәд,
33 мең сәхәбәгә имам булған Мөхәммәд.
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Аслы тупраҡ Әҙәмде солтан ҡылған Аллаһ сән,
Ғазазилдәй ғалимде, шайтан ҡылған Аллаһ сән,
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Зар тетрәтеп Әюпте, ҡан илатып Яҡупты,
Ҡойо төбөн Юсуфҡа зиндан ҡылған Аллаһ сән,
Саллаллааһү ғәләйкә йәә Мостафа Мөхәммәд.

Нәмруд утын хәлилгә бостан ҡылған Аллаһ сән,
Балыҡ ҡарыны Юнысҡа зиндан ҡылған Аллаһ сән,
Саллаллаһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Күп мәжлестәрҙә булдым, ғәзиз ғалимдар күрҙем.
Салауаттың шәрәфәтен, әлхәмдү лилләәһи, белдем,
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд*

Салауатты күп әйтеп, иблес мәлғүн хур булыр,
Салауат әйткән ҡолдарҙың, йөҙҙәрендә нур булыр,
Саллаллааһү ғәләйкә, йәә Мостафа Мөхәммәд.

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r

     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
     Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
     «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
     Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
     Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
     Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705

     Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382

     Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html