Мәүлидун-Нәбинән һуң доға

                                            Мәүлидун-Нәбинән һуң доға

                        Мәүлидун-Нәби" ҡасидәһен уҡығандан һуң ҡылынған доға.
     Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим. Ошо мәжлестә уҡылған Ҡөрьән-Кәрим һәм салауат- шәрифтәрҙең ҫауабын Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең барса өммәтенә насип ит. Бигерәк тә бәйғәмбәребеҙҙең тыуған ваҡытын бәйән иткән ҡасидәһен уҡыусыларға, алыҫтан һәм яҡындан тыңларға килеүсе дин ҡәрҙәштәребеҙгә шәфәғәтен насип ит. Барса дин ҡәрҙәштәребеҙҙе һәр урында, һәр ваҡытта Рәсүлуллаһ, уға Алла һ рәхмәте һәм сәләме булһын, сөннәттәрен татыуҙы һәм уның юлынан эйәреүҙе урынлы ит.
     Һәм уның Мәүлид-Шәрифен уҡыған ваҡытта ҡәлбтәребеҙгә рәхәт, күҙҙәребеҙгә йәштәр килтереп, Аллаһ Тәғәләнән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙрәттәренең шәфәғәтен насип ит, тип һораған ваҡытыбыҙҙа, Йә, Раббы! Фазылың менән ҡабул ит! Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең шәрифтәрен шатландыр. Шулай уҡ Алланың рәхмәте һәм сәләме Бәйғәмбәр һәм хикмәттәр биргән әҙәм затына, Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте Һәм сәләме булһын, өммәте һәм сәхәбәләренә насип итһен! Уның ғаиләһе һәм сәхәбәләре, Бәйғәмбәргә ынтылыштарында Аллаһ хаҡы өсөн эйәреүселәрҙән булдылар. Мөхтәрәм Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйғәмбәребеҙгә сикһеҙ салауаттар булһа ине.
     Ошо мәжлестә (мәсеттә) хәйерҙә, хозурҙа булған барса мөьмин һәм дин ҡәрҙәштәребеҙҙең: ата-әсә һәм әбей-бабайҙарыбыҙҙың, хәләл ефеттәренең, балаларының, ир һәм ҡыҙ ҡәрҙәштәренең, доға өмөт иткән барса әруахтарыбыҙға доғаларыбыҙҙы еткереүсе Раббыбыҙ!
     Киләсәгебеҙҙә лә ошоноң кеүек шатлыҡлы һәм хәйерле мәжлестәрҙе өйҙәребеҙҙә һәм мәсеттәребеҙҙә күрергә һәм ойошторорға насип итсе Раббыбыҙ!
     Һәммәбеҙгә күркәм холоҡ, күркәм ғибәҙәттәр яраҡлаштыр Раббыбыҙ!
     Тәндәребеҙгә рәхәтлек биреп, тормошобоҙға тәьминәт насип ит Раббыбыҙ!
     Йәшәйешебеҙ өсөн хәләл кәсептәр биреп, ризығыбыҙҙы, хәләл ниғмәттәрҙән насип итсе Раббыбыҙ!
     Әғүҙү билләәһил сәмиғил ғәлими минәш-шайтанир-раджиим. Раббәнәә әәәтинәә фиддуньйә хәсәнәтән үә фил әәхирати хәсәнәтән үә ҡинәә ғәҙәәбән-нәәр,—данлыҡлы аяты хөрмәтенә, донъяуи һәм әхирәуи изге маҡсаттарыбыҙҙы йә, Рабби, эшкә атҡарырға булышлыҡ ит.
     Әстәғүҙи билләһи Раббәнәә ләә түҙиғ кудүүбәнәә бәғдә иҙ һәдәйтәнәә үә ҡабеләнәә милдадункә рахмәтән, иннәкә әңтәл уәһһәәбе — аят-кәримәһе хөрмәтенә үҙебеҙгә һәм балаларыбыҙға тәүфиҡ, һидәйәт, ихсан итеп, хәйерле дөрөҫ йүнәлеш насип ит.
     Йә, Рабби! Һәммәбеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һәм дошман яуызлығынан имен ит. Һуңғы һулышыбыҙҙа иманыбыҙҙы юлдаш ит, иң һуңғы һүҙебеҙҙе: «Ләә иләәһә илләлааһү Мүхәммәдәр-рәсүлуллааһ»,— кәлимә-и таибәһе менән ҡәҙерле һәм хөрмәтле ит.
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, беҙгә ҡәнәғәт булып, риза булып, шәфәғәттәрен үтәһә ине. Ата-әсәләребеҙ ҙә беҙгә риза булһалар ине.
     Нәпселәребеҙҙе шайтан яманлығынан ҡотолорға һәм тыйылырға насип итһә ине. Ҡәберҙәребеҙ нур менән яҡтыртылһа ине.
     Хәҙрәти Рәсүлуллаһ әйтте:
   "Йә, йәмәғәт! Барыр еребеҙ оҙаҡ, аҙығыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәбәракә үә Тәғәлә бойормаған эштәрҙән һаҡланып, бойорғанын эшләп, итәғәт һәм ғибәҙәт менән булһаҡ ине.
     Аллаһ Тәбәракә үә Тәғәлә бойормаған эштәрҙе эшләп, буйһонмайынса үҙебеҙҙе-үҙебеҙ тамуҡ утына яндырмайыҡ. Был өйҙәрҙә был көн беҙ ҡунаҡ. Һуңғы өйөбөҙ мәңгелек Үлем ғәләмәттәре беленгәнсе үҙебеҙҙе-үҙебеҙ форсатыбыҙҙа ваҡытта һаҡланырға тейешбеҙ.
     Рәсүлебеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: « Йә, йәмәғәт! Донъя беҙ күҙ асып йомғансы. Әзәл яғабыҙҙа. Өҙлөкһөҙ итәғәттә булып, һәр ваҡыт кешеләргә хәйерле, изгелек эшләп, күңелдә изге ниәт, раҫ ышаныу, инаныу менән изгелектәргә ынтылыу кәрәк».
     Аллаһ Тәғәлә донъяла булған мөьмин-мосолмандар өммәтенә тәүфиҡ-һидәйәт биреп, әхирәттә сәләмәт ҡылып, Үҙенең фазыл-кәриме менән Үҙе менән осрашыуҙы насип итһә ине.
     Әмин.

                                        Башҡортса Мәүлид доғаһын ҡылыу рәүеше.
                                             Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
                                        Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.
   Ғәләмдәребеҙҙе тәрбиәләүсе Аллаһ Тәғәләгә барса хәмед- маҡтауҙар, бәйғәмбәребеҙ һәм әфәндебеҙ Мөхәммәдкә һәм уның барса әһел-сәхәбәләренә салауат сәләмдәр булһа ине.
   Ии Аллаһ, Бәйғәмбәрең һәм мәхлүкәттәрең араһында иң яҡшы бәндәң Мәүлиде алдында булдыҡ, беҙгә уның бәрәкәте менән киң итеп ғиззәт һәм хөрмәт насип итһәң ине, беҙҙе. Нәғим йәннәттәрендә уның тирә-яғыңда булдырһаң ине! Шәфҡәтле йөҙөңдө күреү бәрәкәтен насип итһәң ине беҙгә. Беҙҙе бөйөк шәфҡәт һәм мәрхәмәтең фазылы менән әрнеүле язанан ҡотҡарһаң ине.
   Йә мәрхәмәтлеләрҙең иң Мәрхәмәтлеһе булыусы Аллаһ Тәғәлә!
   Йә Аллаһ Тәғәлә! Үҙеңдән алынған бәйғәмбәреңдең, дөрөҫлөк һәм тоғролоҡ әһелдәре булыусы ғаиләһенең, изге күңелле һәм шәрәфәтле булыусы сәхәбәләренең фазиләтен Үҙеңдән һорайбыҙ. Беҙгә булышсы, ярҙам итеүсе булһаң ине! Беҙҙе йәннәттәге һарай-бүлмәләргә индерһәң ине!
   Йә Аллаһ Тәғәлә! Мөҡәддәс бәйғәмбәрең һәм уның иң хәйерле булыусы әһелдәре фазиләте менән үтенәбеҙ беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һәм эшләгән яуызлыҡтарыбыҙҙы юҡ итһәң ине. Беҙҙе барса хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡотҡарсы! Йәшерен һәм асыҡ эшләгән еңел ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһәң ине һәм беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине! Хаҡлыҡта Һин ғиззәтле һәм ғәфү итеүсе!
   Йә Аллаһ Тәғәлә! Тамам хәлдә, уҡылғандың ҫауабы һәм камил хәлдә ошо уҡығандың, Мәүлид-Шәрифтең ҫауабы Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйғәмбәребеҙҙең шәрәфәтен арттырыуҙан булһа ине! Һәм дә уның ғаиләһе, сәхәбәләре һәм иң хәйерле һәм саф булыусы әһле-бәйтенең шәрәфәтен, арттырыуҙан ғибәрәт булһа ине! Һәм Аллаһ Тәғәләнең тоғро ҡолдарының барыһына ла ризалыҡтары булһа ине! Һәм дә атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һаууа ғәләйһиссәләмдәрҙең әруахтарына һәм уларҙың икеһенән тыуып, тамырланып, үрсегән барса бәйғәмбәр-рәсүлдәргә лә Алланың ризалыҡтары булһын ине. Аллаһ Тәғәләнең, салауаттары булһын уларҙың һәммәһенә һәм дә Бәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хөрмәтле хозурынан садаҡа ағымы булһа ине. Һәм дә Аллам Үҙең беҙгә ҡарағанда белеүсе Һин, был Мәүлид-Шәриф уҡытыуға сәбәпсе булыусыларҙың рухтарына ла булһа ине. Һәм дә уларҙың ҡәберҙәренә инеп тора торған нур булһа ине, йә Хужабыҙ, ғәләмдәребеҙҙе тәрбиәләүсе Аллаһ Тәғәлә. Ии, Раббыбыҙ, уларҙың ҡәберҙәрен киңәйт, иркенәйт, күҙҙәре күргән алыҫлыҡ араһы кеүек, беҙ уларға китһәк, беҙҙе лә ' рәхмәтеңә ирештерсе!
   Ии Аллаһ Тәғәлә! Тап шулай уҡ уларҙың күршеләренә лә, ерҙәренә лә һәм барса мосолман ҡәберлектәренә лә, беҙгә лә, ата-әсәбеҙгә лә, остаҙыбыҙға ла, остаҙыбыҙҙың остаҙына ла, шәйехтәребеҙгә лә, уларҙың шәйехтәренә лә, беҙгә ғилем биреүселәргә, беҙгә изгелек эшләүселәргә, өҫтөбөҙҙә доға хаҡы булыусыларға ла, хәйерле доға ҡылығыҙ, тип васыят итеп, беҙҙән әйтелгәндәргә лә, беҙгә әйтеүселәргә лә, янында булып ошо Мәүлид-Шәрифте тыңлаусыларға ла, барса әһле-иманға ҫауаптарын насип ит!
   Беҙҙе утҡа хәрәм ит, мосолмандар булып вафат булырға насип булһын ине, беҙҙе яуыздарҙың яуызлығынан һаҡласы! Һинең рәхмәтең менән йәшәргә һәм был донъянан китергә насип ит, йә мәрхәмәтлеләрҙең иң Мәрхәмәтлеһе! Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәләмиин! Әмин.

   Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман «Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...” китабынан

     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
     Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
     Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
     «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
     Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
     Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
     Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705