Мәүлидүн-Нәби шәрифе

                                                      Мәүлидүн-Нәби шәрифе
                                                       (Аяҡ өҫтө тороп уҡыла).
                                       Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән.

Тыуҙы был айҙа Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа,
Яуҙырабыҙ беҙ был көндә ҡотлау сәләмен уға.
Ҡаршылайбыҙ был мөҡәддәс айҙы беҙ шатлыҡ менән.
Бер ауыҙҙан әйтәбеҙ һәм Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Мәрхәбә, и Бөйөк солтан, Мәрхәбә.
Мәрхәбә, Алланы таныу сығанағы, Мәрхәбә.
Булыусы Алланың һөйөклөһө, Мәрхәбә.
Ысын күңелдән булған шатлыҡ, Мәрхәбә.

Һәм әйтәйек: "Йә Рәсүлуллаһ, сәләмдәр булһын һиңә.
Был мөҡәддәс көндө ҡотлап: Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.
Аллаһүммә салли ғәлә сәйидинә
Мөхәммәдин үә ғәлә әәли Мөхәммәд.

Бәйғәмбәребеҙ тыуған көндә әйтәйек күп салауат:
Салауатү үәссәләмү ғәләйкә йә Рәсүлуллаһ,
Салауатү үәссәләмү ғәләйкә йә Рәсүлуллаһ,
Уттан булғығыҙ килһә азат,

Күңел менән, дәрт менән әйтәйек салауат:
«Салауатү үәссәләмү ғәләйкә йә Рәсүлуллаһ,
Салауат- үәссәләмү ғәләйкә йә Хәбибәллаһ».
«Амин» тиеп доға ҡылайыҡ барыбыҙ ҙа.

Ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын.
Фирештәләр «Амин» тигән сәғәттәргә тура килһен.
Салауатү үәссәләмү ғәләйкә йә Рәсүлуллаһ,
Салаүәтү үәссәләмү ғәләйкә йә Хәбибәллаһ.

 

                                                            Мәүлидүн-Нәби шәрифе
                                                                (Икенсе сығанаҡ)
                                                            (Аяҡ өҫтө тороп уҡыла)

                                             Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән

Тыуҙы был айҙа Рәсүлебеҙ —
Мөхәммад Мостафа.
Яуҙырабыҙ беҙ был көн
Тәбрик сәләмен уға.

Ҡаршылайбыҙ был изге
Айҙы беҙ шатлыҡ менән.
Бер ауыҙҙан әйтәбеҙ һәм
Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Әһел йыһан барсаһы.
Ғәҙелһеҙлек бар ваҡыт,
Ул бөйөк солтан тыуҙы
Рәхмәт менән был донъяға.

Яратылмыш барса мәхлүк булды шат.
Ҡайғылар китте ғәләмдән — ҡалды саф.

Һөйөнөсөнән ул тыуған көн әһел ашты күктәргә,
Ишетте тауыш: и Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Мәңгегә йыртылды яуызлыҡ
Пәрҙәһе ҡөҙрәт менән.

Ер йөҙө яҡтырҙы һәм
Нурға тамам сумды.

Шатланып тәбрик әйтеп,
Мәүлид көнө ер-күк икәү.

Әйттеләр хәл тел менән гел
Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Ул тағы күктә Хоҙайҙың
Ай менән йондоҙҙары,
Ергә нурҙарын түгеп
Яуҙырҙылар тәсбих уға.

Һәм йыһандың көҙгөһө булған
Ҡояшы ла йылмайып:
Сәсте нур, ҡотлап әйтте ул
Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Инде лә күктә фирештәләр
Торҙолар саф-саф булып.
Барыһы ла яуҙырҙылар
Тәсбихтәрен Ул Аллаға.

Ергә төштө, сәждәгә китте
Бергәләшеп изге һуғыш эйәләре.
Сәждәлә илап әйттеләр
Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Ул изге көндә бер туҡтауһыҙ яуып торҙо уға,
Барса ҡоштарҙан салауат, рәхмәт, сәләм мең-мең сәнә*.

Хатта елберҙәп иҫеп ятҡан
Еләҫ елдәр был көн
Туҡталып һөйләштеләр
Хәл, тел менән, йә, мәрхәбә.

Инде беҙ ҙә был айҙың
Өҫтөнлөгөн тәҡдир итеп,
Барыбыҙ берҙән сәләмдәр
Яуҙырайыҡ илап уға.

Һәм ҡиәмәт көндө уның
Шәфҡәт-шәфәғәтен теләп,
Ялбарайыҡ беҙ тел менән,
Әйтәйек Мәрхәбә, Мәрхәбә

Ул бөйөк зат өммәтенән
Булыусы беҙ бәндәләр.
Ысын күңел менән доға
Ҡылайыҡ, бөгөн уның рухына.

Һәм әйтәйек: "Йә, Рәсүлуллаһ!
Сәләмдәр беҙҙән һиңә,
Был изге көндө ҡотлап,
Мәрхәбә, йә Мәрхәбә.

Мәрхәбә йә, Бөйөк солтан мәрхәбә.
Мәрхәбә йә, тәрбиәле булған мәрхәбә.

Мәрхәбә йә, күргән ҡат-ҡат Хәлил*
Мәрхәбә йә, махсус Мәхбүби* Йәлил*.

Мәрхәбә йә, йөмләнең теләгәне һин.
Мәрхәбә йә, Хоҙайҙың һөйгәне һин.

Мәрхәбә йә, һөйөклө йән мәрхәбә.
Мәрхәбә йә, дәрткә дарман мәрхәбә.

Мәрхәбә йә, буйһонмаусы өммәт мәлжә-и*.
Мәрхәбә йә, барса ғәләмдең әшфәғи*.

Мәрхәбәйә, рахмәтуллаһ ғаләмиин.
Мәрхәбә һин йә, шәфиғүл-мөзнибин*.

Йә күңелдәр дәртенең дарманы һин.
Йә, яратылғандарҙың солтаны һин.

Йә, Мөхәммәд Мостафа һин йә, Рәсүл.
Ҡыл шәфәғәтеңде беҙгә яумәннәзүл*.

Ошо хибәттән Әминә хәбәри,
Бер заман аҡылы китеп килде кире.

Күрҙе: киткән ҡараусылар һис кем дә юҡ,
Улы ла юҡ, күрмәне, эҙләне күп.

Алдылар микән әллә хур ҡыҙҙары.
Әйтте, уйлай, фекер менән ҡылды зари.
Яҡ-яғына боролоп ҡараған ине,

Ысын йәнен өстәү ҡылды бер күҙ һалыу.
Күрҙе теге бер мөйөштә әҙәмдәрҙең яҡшыһын.

Шәйлә Бәйтуллаға ҡаршы ул Рәсүл.
Сәждә ҡылған хәлдә күрҙе уны ул.

Сәждәлә башы, теле тәхмид итәр.
Һәм күтәреп бармағын тәүхид итәр.

Тирбәлер ирендәре, һөйләр ҡәләм.
Аңламаным, ни тиер хайрул әнәм.

Ауыҙына ҡуйҙым ҡолағым, тыңланым,
Һөйләгән һүҙҙәрен, һәм аңланым:

Әйтер ти йә, Мәүләм! Йөҙөм тоттом һиңә
Йә, Иләһи, өммәтемде бирсе миңә,

Хаҡҡа бағланып күңелдән һәммәти.
Әйтер ине һәм өммәти, үә өммәти.
Бала саҡтан уҡ теләне өммәтен.
Ҡартлығыңда һин оноттоң сөннәтен!

Өммәтем тине ул һиңә Мостафа.
Бир салауат һин дә, уға бул сафа.

Йә, Мөхәммәд Мостафа һин йә, Рәсүл.
Шәфәғәтеңде ҡыл беҙгә яумәннәзүл.

Әгәр теләгән булһағыҙ уттан нәжәт,
Ғишыҡ менән, дәрт менән әйтәйек салауат.

Салауату үә сәлләмү ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Салауатү үә сәлләмү ғәләйкә йә, Хәбибәллаһ.

Ҡәғбәнең мөйөштәре бирҙе сәләм,
Әйттеләр кем, тыуҙы ул яҡшы әҙәм.

Ҡәғбәтулланан ишетелде садә,
Әйтте: "Тыуҙы был кистә нурал-һәдә*.

Ялан аяҡ, башы асыҡ, саф-саф
Итәсәк өммәттәре мине тәуаф.

Таҙалап һындан (тәренән), кафырҙан ул Рәсүл.
Ҡотҡарасаҡ мине мөшриктәрҙән ул.

Мәккә халҡының ололары рух,
Ҡылдылар Ҡәғбәне бер кисә тәуаф.

Күрҙеләр: Ҡәғбәлә сәждә ҡылды ул,
Төшмәне бер ташы кире торҙо шул

Хөрмәтле халыҡ килде ҡырҡ йәшенә
Ул үҫемлек тажы кейҙе башына.

Иңде Ҡөрьән аят, аятбийәнәт.
Заһир булды нисә төрлө мөғжизәт.

Әуәл ул кем мөбәрәк тәненең
Күләгәһе төшмәне ергә уның,

Сөнки уның нур ине бар кәүҙәһе.
Нурҙың булмаҫ һис ваҡыт күләгәһе.

Ул мөбәрәк башы өҫтөндә һәр заман.
Күләгәләп бер болот йөрөнө, һаман.

Ул Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын,
                                                              мәүлид кисәһе,

Тулды нур менән бөтөн донъя тағы.

Шәүләһе ятты уның шәмдә зарур,
Әһел Мәккә күрҙеләр кем, юҡ ҡасур.

Һүнде Фәри ғибәҙәт заты уттары.
Сыҡты ярҙан уҡ диңгеҙҙең һыуҙары
Күп ғәжәптәр мөғжизәләр күрҙеләр.
Тыуасаҡ көндәрҙә йөмлә белделәр.

Халыҡтың хөрмәтлеһе тыуыу менән, инеп йән.
Һаңғырауҙар беҙгә тинеләр һаман.

Йә, Мөхәммәд Мостафа һин, йә Рәсүл!
Ҡыл шәфәғәт беҙгә яумәннәзүл.

Аллаһүммә салли ғәлә сәйидинә Мөхәммәдин
Үә ғәлә әәли Мөхәммәд.

Әгәр теләгән булһағыҙ уттан азат,
Мөхәббәт менән , дәрт менән әйтәйек салауат.

Салауатү үәссәлләмү ғәләйкә йә, Рәсүлуллаһ.
Салауатү үәссәлләмү ғәләйкә йә, Хәбибәллаһ.

Тәсбих* — Алданы ҙикер иткәндә «Субехан Аллаһ», тип Уны маҡтау.
Ҫәнә* — Маҡтау.
Хәлил*— Яҡын һәм ысын дуҫ; һөйгән йәр.
Мәхбүби* — һөйөлтән, яратылған ир.
Йәлил* — Данлы, шөһрәтле, бөйөк, одо дәрәжәле, ҡәҙерле. Мәлжә-и* — һыйына торған урын, ҡотолоу урыны. Яумәннәзүл* — күктән төшкән көндә.
Әшфәғи* — Эңер ҡыҙыллығы.
Нурал-һадә* — Тура юл күрһәтеүсе нур.
Шәфиғул — мөзнибин* — Гөнаһлыларҙы яҡлаусы.

Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман «Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...” китабынан - Төрки халыҡтар араһында киң таралған, атай-олатайҙарыбыҙ Мәүлид айында уҡыған ҡасидәне лә уҡыусыларға тәҡдим итәм һәм улар ҙа ошо ололау шиғырын аяҡ өҫтө тороп йәмәғәт менән күмәкләп уҡыһалар, ҫауаплы булырҙар. Иншә Аллаһ.

     Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r

     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
     Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
     Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
     «Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
     Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
     Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре: https://nazir1965.com/din/m%D3%99ulid-kis%D3%99%D2%BBene%D2%A3-%D3%A9%D2%ABt%D3%A9nl%D3%A9kt%D3%99re.html#more-1732
     Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705

      Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382