Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид

   Рабиғүл әүүәл – ғәрәп теленән «Яҙ башы» тигәнде аңлата. Боронғо исеме «Хуан».
Рабиғүл әүүәл айының 12-се көнө Ислам донъяһында оло байрам көнө. Бөтә донъя мосолмандарының ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән.

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм Рабиғүл әүүәл айынын 12-се көнөндә тыуған (Миләди йыл менән 571-се йылдың 27 апрелендә). Был көн бөтә донъя мосолмандарының донъя үә әхирәт сәғәҙәттәренә сәбәп булған пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тыуған көнө булыу сәбәпле мөбәрәктер. Ошо көндән башлап донъяға Ислам нуры йәйелгән. Бик күп мөғжизәләр пәйҙә булған.

   Мәүлид — ғәрәб һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән көнө була.

   Аллаһ Тәғәлә ошоға тиклем булған бар пәйғәмбәрҙәр араһынан уны ахырзаман пәйғәмбәре итеп һайланы. Уға һәм уның аша бар халыҡҡа изге Ҡөръән Кәримде индерҙе. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм тураһында:

   "Беҙ һине бөтөн ғәләмгә рәхмәт өсөн ебәрҙек, тик рәхмәт өсөн генә ебәрҙек" – тип әйткән. Шулай уҡ:

   "Беҙ индерҙек һинә зекерҙе(Ҡөръән Кәримде) әҙәм балаларына аңлатыу өсөн. Әлбиттә улар аңлап, ул диндә булып, фекер йөрөтөп, әхирәттә еңел яуап бирерҙәр". Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ үҙең холҡо аша, тәртип һәм әҙәбе аша, әҙәм балаларына — беҙгә үрнәк булып дөрөҫ юлды күрһәтте. Хәҙистәренә таянып бәндәләр аҙашыуҙан сыҡтылар һәм изгелектә йәшәргә ынтылалар.

   Аллаһ Тәғәлә: «Әйт, йә, хәбибем Мөхәммәд: әлбиттә, мин һеҙҙең шикелле бер бәндә, миңә вәхи килде. Аллаһ Тәғәлә миңә Унан башҡа иләһ юҡлығын танытты һәм кемден Аллаһ Тәғәлә ризалығына ирешәһе килһә, ул изге эштәрҙә булыр, яҡшылыҡ эшләһен һәм ғибәҙҙәт ҡылған ваҡыттарында һис бер нәмәне Аллаһыға тиң һәм өҫтөн ҡуймаһын».

   Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө оло байрам итеп үткәрелә, уның шәфәғәтен өмөт итеп салауаттар әйтелә. Хәҙрәти Рәсул Аллаһы Тәғәләнең иң яҡын илсеһе булараҡ тура юлды, донъя үә әхирәттә мәңгелек бәхет-сәғәҙәткә, рәхәткә ирешеү юлын Ислам дине менән күрһәтте, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәтте, яҡшы менән яманды, матурлыҡты танытты. Ҡөръәндәге аяттар беҙгә дәлил, беҙгә хөкөм, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үҙе эшләп, үҙе ғәмәлдәр ҡылып күрһәтте һәм уның үҙ ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәре, бойорған бойороҡтары менән ғәмәл ҡылһаҡ, был пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте булабыҙ.

   Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әхирәткә күскәндән һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, пәйғәмбәребеҙгә бөйөк мөхәбәттә булған, Ислам диненә ихлас булған Әрбил дәүләте батшаһы Музәфәр Әбу Сәғид Күкбүри бине Ғали Биктәкин тигән кеше бик йомартланып, рәсүлебеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ҙур аш-һыу мәжлестәре әҙерләп, күп халыҡты ҡунаҡ итеп, күп кенә хәйер — ихсан саҙаҡалар биреүҙе ғәҙәткә индереп ҡалдырған. Ул мәжлестә, рәсүлебеҙҙе маҡтап шиғырҙар, ҡасыйдәләр, мөнәжәттәр һәм салауаттар уҡығандар. Был күркәм ғәҙәт ваҡыт үтеү менән бөтә илдәргә таралып, һәр ерҙә мосолмандар һағынып, көтөп ала торған изге байрамы булып киткән.

   Мәүлид көнөндә генә түгел, бәлки ошо айҙа ярлы йәтимдәргә ярҙам итергә, ошо көндәрҙә мәжлестәр яһап Мәүлидтәр уҡып, пәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтеп, уның шәфәғәтен өмөт итергә тейешлебеҙҙер.

   Был Мәүлид (Рабиғүл әүүәл) айында булған ҡайһы бер тарихи ваҡиғалар:
    8-се көнөндә — Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Мәҙинә шәһәренә килеп еткән көнө.
   10-сы көнөндә — пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең хәҙрәти Хәҙисәгә өйләнгән көнө.
   12-се көн — Рәсүл ғәләйһиссәләмдең тыуған көнө — Мәүлид ән-нәби.
   22-се көндә хәҙрәти Фатима донъяға килгән.

   һижрәнең өсөнсө йылы хәҙрәти Ғосман раҙыйәллаһу ғәнһүгә пәйғәмбәребеҙҙең Өммөгөлсөм исемле ҡыҙын никахландырҙылар.

   һижрәттең 49-сы йылында Рабиғүл әүүәл айының бишенсе көнөндә Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләмдең ҡыҙы Фатиманың улы Хәсән раҙыйаллаһу ғәнһүне ағыулап үлтерҙеләр.