Мәә кәәнә аяттары хаҡында
Атай-олатайҙарыбыҙ Ҡөрьән-Кәримдең «Әл-Әхзәб» («Берләшмәләр») сүрәһендәге 40-сы аяттан алып 48-се аяттарҙы һәр саҡ, бигерәк тә Мәүлид мәжлестәрендә, уҡыр булғандар һәм ул аяттарҙы «Мәә кәәнә» аяттары тип атағандар. Пәйғәмбәребеҙгә, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле был аяттарҙың тәржемәһен һәм тәфсирен уҡыусыларыма тәҡдим итергә булдым.
1 (40). Мөхәммәд —берәрегеҙҙең атаһы түгел, ләкин (ул) Алланың Рәсүле һәм Бәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө. Аллаһ—һәр нәмә тураһында белеүсе.
Тәфсире. Ысынлап та, Мөхәммәдтең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, өс ир балаһы булған. Былар: Ҡасим, Ибраһим, Ғабдуллаһ исемле балалар. Барыһы ла бәләкәй саҡтарында вафат булғандар. Шуға күрә лә был аят Бәйғәмбәребеҙҙең ҡөрәйштәр араһында бер айырым урында булыуына ишаралыр. Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, балалары, нәҫеле юҡ, тип көлгән кешеләрҙең иһә, тарих быға шаһит, ике-өс быуын араһында үҙ нәҫелдәре ҡырылған һәм ҡороған.
Хәҙрәти Әбү Һүрайра, Аллаһ унан риза булһын, тапшырылған был хәдиҫтә: Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай тип әйтә: «Мин бәйғәмбәрҙәр араһында тап өй һалған кеше шикелле. Бер кеше өйҙө бик яҡшы итеп һалды ла бер урынында бер кирбесте ҡуймай ҡалдырҙы. Кешеләр иһә өйҙө әйләнеп-әйләнеп ҡарай башлағас, ныҡ ғәжәпләнделәр: „Әгәр бер кирбесте урынына ҡуйһалар ине, был өй тағы ла яҡшыраҡ, камилыраҡ, матурыраҡ булыр ине“, тинеләр. Мин, иһә Бәйғәмбәрҙәрҙән булараҡ, ошо кирбесте урынына ҡуйыусы булдым».
Хәдиҫ имамдар Әл-Бохари, Мөслим риүәйәттәре.
Инде, мөхтәрәм йәмәғәт, аңлауығыҙса был өй Алланың шәриғәте, диненән ғибәрәт. Һуңғы кирбесе иһә— Ислам дине һәм уны урынына ҡуйыусы Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, һуң бүтән бер бәйғәмбәр юҡ, дин тапшырыу тамамланды. Аллаһ Тәғәлә алдында хаҡ дин — бер дин, Ислам дине генә һәм башҡа тәғлимәттәр ғәмәлдәр сыҡтылар. Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтеүенсә: «Өммәтем араһында ялғансылар буласаҡтар: уларҙың утыҙы үҙҙәрен „бәйғәмбәр“ тип йөрөтөрҙәр. Мин — бәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы, Бәйғәмбәрлек өҫтөнә ҡуйылған мөһөр, минән һуң башҡа бәйғәмбәр булмаҫ
Хәҙрәти Сәүбән тапшырған хәдиҫ.
2 (41). Йә, һеҙ иман килтереүселәр! Алланы, ҡат-ҡат иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
Тәфсире. Нисек Аллаһ Тәғәлә тураһында ҙикерҙә булыр мөмкин? Тәсбих („Субехан Аллаһ“, тип әйтеп иҫләп. Алланы маҡтау, ололау. — И. Г.), тәхмид („Әлхәмдүлилләһ“, тип әйтеп Алланы ололау, маҡтау. — И.Ғ.), тәһлил ( „Ләә иләәһә илләллааһ“, йәғни „Бер Алланан башҡа Аллаһ (Иләһ) юҡ“ тип әйтеп Уға инаныуҙы белдереп иҫләү — И.Ғ.), тәҡбир әйтеү барыһы ла ҙикер. Ҙикер — Аллаһ Тәғәләне ололап иҫкә алыу.
Әбү Ҫәғид Әл-Худриҙән килтерелгән хәдиҫтә былай тиелгән: Рәсүлулланан, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, һорағандар: „Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә алдында кешеләрҙең, ҡайһылары иң өҫтөн дәрәжәле булыр икән?“ тип.
Ул әйткән:
»Алланы күп итеп ҙикерләүселәр."
Тағы һорағандар:
"Йә Рәсүлуллаһ! Уларҙың хатта Аллаһ юлындағы һуғышыусыларға ҡарағанда ла дәрәжәләре артығыраҡ булырмы?"
"Эйе, хатта кафырҙар һәм мөшриктәрҙе ҡылыс менән сабып, яраланып, ҡанға буялып бөтһә лә, ҙикерләүселәр уларға ҡарағанда бер дәрәжә өҫтөнөрәк булырҙар".
Хәҙрәти Ибн Ғәббас, Аллаһ уның менән риза булһын, былай тигән: .
«Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: „Монафиҡтар үҙегеҙгә күҙ буяусылар, тип әйткәнсе, Аллаһ тураһында ҙикерҙә булығыҙ“, Шулай булғас, ҙикерҙе күп әйтеү ҙә, кешеләр араһында ҙикерҙә булыу ҙа, бер нисек тә рыя ғәмәлдән иҫәпләнмәҫ.
3 (42). Һеҙ Уны көндөҙ ҙә, кис тә ололағыҙ.
Тәфсире, Хәҙрәти Әбү Һүрайранан тапшырылған хәдиҫ шәрифтә Рәсүлебеҙ, уға, Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, былай тигән:
»Кем булһа ла көнөнә йөҙ мәртәбә:" Сүбеxәнәллааһи, уә бихәмдиһи", — тигән һүҙҙәрҙе әйтһә, диңгеҙ күбеге ҡәҙәр гонаһтары булһа ла, кисерелер."
Ә Әбү Шәйбә ибн Сәғд әйтеүенсә, улар Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, менән бергә булғандар: «Ул беҙҙән һораны: „ Кем булһа ла һеҙҙән көнөнә мең әжер-сауапҡа ирешеүҙән көсһөҙ булырмы икән?“
»Беҙҙән берәребеҙ көнөнә нисек мең әжер-ҫауап кәсеп итәр икән?"—тип һораныҡ.
Рәсүл-Әкрәм, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтте: «Аллаһ Тәғәләгә йөҙ мәртәбә тәсбих әйтеү менән мең әжер-ҫауап яҙып ҡуйылыр, мең хата юҡҡа сығыр».
4 (43). Ул Үҙе һәм Уның фирештәләре һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыр өсөн, һеҙгә ризалыҡтарын биреп, салауат әйтеп торалар, һәм Ул мөьминдәргә ҡарата мәрхәмәтле.
Тәфсире. Хәҙрәти Ғыҡримә һөйләүенсә: «Алланың салауаты Уның мәрхәмәтлеләге, фирештәләрҙең салауат әйтеүе иһә — истиғфарҙы йәғни ярлыҡауҙы һорауҙары.
Шуныһы да мәғлүм, Бәни Исраил Муса ғәләйһиссәләмдән: „Һинең Раббың үҙе салауат уҡыймы һуң?“—тип һорағандар. Муса ғәләйһиссәләмгә Жәнәбүл — Хаҡ күңеленә һалыу менән ирештергән: „ Йә Муса! Эйе, тиген ҡәүемеңә. Мин салауат әйтәм. Минең салауатым — мәрхәмәтем асыуланыуыма ҡарағанда алдан булыуҙан тора“.
Алланың һүҙе хаҡ: Аллаһ Тәғәлә тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, ғәфү итеүсе, шәфҡәтле, мәрхәмәтле булыусы зат.
5 (44). Уның алдына улар килеп баҫҡан көндө „Сәләм“ һүҙе менән үҙҙәрен ҡаршы алырҙар, һәм Ул улар өсөн -бөйөк бүләк әҙерләп ҡуйған.
Тәфсире. Был „Сәләм“ һүҙен мөьминдәр үлем фирештәһенә йәндәрен тапшырғас әйтерҙәр. Аллаһ Тәғәлә иһә ул мөьминдәрҙе вәғәҙә ителгән йәннәткә ирештерәсәк.
6 (45). Йә Бәйғәмбәр! Дөрөҫлөктә, Беҙ һине шаһит булараҡ яҡшы хәбәргә ирештереүсе һәм өгөтләүсе.
Тәфсире. Был аят ингәс, Рәсүл-Әғзәм, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙрәти Ғәли һәм Муғазға Йәмәнгә юл тоторға әмер бирҙе:
«Юлға сығығыҙ һәм шатлыҡ хәбәрен тапшырығыҙ, таралышмағыҙ, еңел булһын, ауыр булмаһын һеҙгә был эш».
Бынан Һуң Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ошо ҡырҡ бишенсе һәм ҡырҡ алтынсы аяттарҙы уҡый.
»Мин өммәтемә шаһид булыусы, йәннәткә лайыҡ булғандарға шатлыҡ хәбәрен еткереүсе, уттан киҫәтеүсе, нурлы яҡтыртҡыс Ҡөрьән менән «Ләә иләәһә илләллааһ» кәлимәһен өндәүсе".
Хәҙрәти Ибн Ғаббәс, уға Аллаһ риза булһын, иҫккә төшөргәнсә, Рәсүлебеҙҙең дошмандарынан булған Ғутбә, Шәйбә, Әбү Джәһел һәм башҡалар йыйылғандар ҙа былай тигәндәр: «Һин Рәсүлуллаһ булһаң, өҫтөбөҙҙә ҡояш томаланһын, күктәр үҙебеҙгә ғазап килтерһен, йә иһә һауанан өҫтәбөҙгә ямғыр шикелле таш ҡойолһон!»
Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
"Юҡ! Мин һеҙҙе өндәүсе, шатлыҡ хәбәрен еткереүсе, киҫәтеүсе булараҡ ебәрелдем". (Ләкин ғазаплаусы булараҡ түгел тигән мәғәнәлә —И.Ғ.).
7 (46). Алланың Үҙ рөхсәте менән Аллаға саҡырыусы һәм нурлы яҡтыртҡыс булараҡ ебәрҙек.
Тәфсир. Тағы һине Алланың рөхсәте һәм әмере буйынса кешеләрҙе Аллаға, иманға һәм Ислам динен ҡабул итергә өндәүсе итеп һәм һинең менән кешеләр тура юлды тапһындар өсөн һине белем яҡтылығы менән ебәрҙек.
8 (47). Хәбәр итсе мөьминдәргә Аллаһ тарафынан уларға бөйөк буләк әҙерләнгәнлеге тураһында.
Тәфсир. Ҡөрьән менән ғәмәл үтәүсе мөьминдәрҙе шатландыр, Алланан уларға оло өҫтөнлөк һәм йәннәт ниғмәттәре буласағы менән!
9 (48). Кафырҙар һәм монафиҡтар артынан барма, уларҙың хәтер ҡалдырыуҙарын онот һәм Аллаға ғына тәүәккәллә. Һәр эшеңдә һиңә вәкил булырға Аллаһ Үҙе етер.
Тәфсир. Шәриғәт эштәрендә кафырҙарға һәм ике йөҙлөләргә буйһонма, телдәре менән һине рәнйетеүҙәрен ҡалдыр, үс алма, һәр эшеңдә Аллаға тәүәккәллә һәр эшеңдә һиңә вәкил булырға Аллаһ Үҙе етәр.
Имам Ғариф-хажи Ғабдрахманов “Рәсүлуллаға уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр...”.