Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр

                                               Мәүлидүн-нәби айындағы ғәмәлдәр

                                 Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр.
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған айында һәм көнөндә фәҡирҙәр һәм етемдәргә ярҙам итеү, мәжлестәр ойоштороп төрлө садаҡалар таратыуҙы хуп күргәндәр.
     Бәйғәмбәребеҙҙең, уға Алла рәхмәте һәм сәләме булһын, 201 исемен уҡыу Мәүлид айында күркәм ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Тәүҙә салауат, истиғфар, шулай үк Фәтиха, Ихлас, Фәләҡ, һәм Нәс сүрәләрен уҡып ниәтләйбеҙ һәм исемдәрҙе уҡып тамамлағас, тағы ла салауат уҡып доға ҡылабыҙ.
     Атай-олатайҙарыбыҙ Мәүлидүн-Нәби ҡасидәһен яҡшы тауыш, моң менән Ҡөрьән- Кәрим уҡығандар. Бәйғәмбәребеҙҙең тормошон өйрәнгәндәр һәм дә уға салауаттар әйткәндәр, мәхәлләләрҙә үҙ-ара бүләктәр алышып, мал һуйып, тәмле ризыҡтар ашап, фәҡир-фоҡараны һыйлағандар, ҡиәмәт көнөңдә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен өмөт итеп махсус «Мәүлид доғалары»н һәм башҡа доғалар ҡылғандар.
     Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, хәҙрәттәренең тыуыуы ҙикер ителгән ваҡытта аяҡ өҫтө тороп, салауат-шәрифә уҡыу бик күркәм ғәмәл булған. Атай-олатайҙарыбыҙ был ғәмәлде Мәхәл ҡыям" тип атап йөрөткәндәр

     Мәжлестәрҙә Рәсүлебеҙҙең тыуған ваҡыты ҙикер ителһә, шул ҙикер ителгән мәжлескә мөбәрәк бәйғәмбәребеҙҙең рух-шәрифтәре килер имеш, тигәндәр изгеләребеҙ.
     Был ғәмәлдәр — ҫауаплы ғәмәлдәр.
     Хаҡ Тәғәләбеҙ хәҙрәттәре барса мөьмин-мөьминәләргә бәйғәмбәребеҙгә арнап ҡасыйдәләр, уға салауаттар уҡып, Ҡөрьән-Кәрим тиләүәт итеүҙәрҙе (яҡшы тауыш менән уҡыуҙарҙы—И.Ғ.) насип итеп, барыбыҙҙы ла Рәсүлуллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, шәфәғәтенә лайыҡ әһел итһә ине! Әмин.

                                                           Салауат-шәриф.
                                          Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
                                          Рәхимле һәм Миһырбан Аллаһ исеме менән,
     Салауат әйтеү, бик оло ҫауаплы һәм мөстәхәб* ғәмәл? Салауатты күп әйткән кешегә Бәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәте важиб булыр. Уның күп төрҙәре бар. Ләкин ошо салауатты һәр ваҡыт телдә булдырыу, бигерәк тә Мәүлид айында,бик мәслихәт. Был иң ҡыҫҡаһы:

     « Аллаүммә салли ғәләә сәйидинә Мүхәммәд үә ғәләә әәлиһи». 
     Икенсеһе:

     «Салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмә үә ғәләә әәлиһиии әджмәғиин. Саләәтән дәәәьимәтән тәәммәтән иләәә йәүмид-диин. Үәлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәләмиин».

     Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә уға (Бәйғәмбәребеҙгә—И,Ғ.) һәм уның ғаиләһенә ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр саҡ камиллашҡан салауаттар һәм сәләмдәр насип итһен. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға маҡтау.
     Мөстәхәб*— эшләһә ҫауаплы, эшләмәһә гөнаһы булмаған ғәмәл.

                                  Башҡорттар араһында киң таралган салауат доғаһы.

     Ии, Раббым! Һөйөклө батшабыҙ Мөхәммәд Мостафаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, рәхмәттәреңде насип ит. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм — ғәрәп ҡәүеменең һәм башҡа ҡәүемдең батшаһы, рәсүле һәм олоһо.
     Ул Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, иң шәфәғәтле ҡалаларҙан булған Мәккә һәм Мәдинә ҡалаларының имамы. (Ни өсөн был ҡалалар шәфәғәтле тип аталды? Сөнки был ҡалаларҙа Ҡөрьән иңде, шуның өсөн улар иң хөрмәтлеләр).
     Иң хөрмәтле телдәрҙе яҙҙырыусы ине ул Мөхәммәд ғәләйһиссәләм.
     Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм кешеләргә белмәгән нәмәләрҙе, йәгни шәриғәт хөкөмдәрен өйрәтте. Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләмдең вазифаһы иман һәм ислам динен өйрәтеү ине. Рәсүл ғәләйһиссәләм шул вазифаны тамам үтәп, кешеләрҙең бәхетле булыуына сәбәп булған ислам динен өйрәтте.
     Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең асылы нур ине, үҙе Әҙәм нәҫеленән булды. Уның нурҙан яратылыуына дәлил: күләгәһе ергә төшмәй торған булған, бер аҡ болот уны күләгәләп йөрөй торған булған.
     Яратылышы әүәлдән булһа ла, ахыры заман бәйғәмбәре булып килде.
     Ул Рәсүл ғәләйһмссәләмдең Ләүхүл Мәхфүздәге яҡут- йәүһәрҙәр менән яҙылып ҡуйылған исемен Ҡөҙрәти ҡәләм белгән. Ике донъя шатлығы булған хәҙрәти Рәсүл ғәләйһиссәләмдең исеме ихтирам итерлек рәүештә Ҡөҙрәти ҡәләм  менән яҙылған ине.
     Ул Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләмдең кәүҙәһе Хөрмәтле булған Мәдинә ҡалаһында күмелде, һижрәттең 11 йылында сәфәр айында бер аҙ ауырып, рабиғүл-әүүәл айы ингәс, ауырыуы көсәйеп китеп, ниһәйәт, рабиғүл-әүүәл айының 12-се көнөндә, ҡояш бер аҙ ҡалҡҡас, дүшәмбе көн әхирәт йортона сәфәр китте.
     Һөйөнөс бының һуңында, ҙур һөйөнөс ул кеше өсөн, Рәсүл ғәләйһиссәләмде күрҙе һәм уға эйәрҙе йәки уны күрмәйенсә мосолман булды. Рәсүлулланы күреп мосолман булғандар - сәхәбәләр. Улар исламдың йәйелеүенә ярҙам иттеләр. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөрьәнен мөғжизә, нур тип белеп, шуның менән ғәмәл ҡылыусыларға сәхәбәләрҙән дә артыҡ һөйөнөс.
     Ҡиәмәт көн бәндәләрҙең ҡубарылыу һәм йыйылыу көнөндә һәм үкенес көнөндә шәфәғәт шишмәһе ул Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын.
     Ии, Раббыбыҙ! Шундай ауыр көндә беҙҙе Рәсүл ғәләйһмссәләмдең шәфәғәтендә шатландырһаң ине! у
Ии Раббым! Ғазаптан ҡотҡар? — тип әйтер шәфәғәт өҫтәүселәр шишмәһе.
     Ҡиәмәт көнөндә гөнаһлы кешеләр Рәсүл ғәләйһиссәләм алдында: «Ул көндә аяҡ аҫтындағы тупраҡ булған булһаҡсы» тип әйтерҙәр.
     Өммәтем, өммәтем һәм өммәтем, тип хәсрәт менән шәфәғәт һәм йомартлыҡ хужаһы Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, өммәтенә шәфәғәт ҡылыуҙы һораны.
     Иң хөрмәтле булған Аллаһ Тәғәләнән тауыш килер: «Ии,» хөрмәтле булған бәйғәмбәрем! Шәфәғәтеңде ҡабул иттем. Инегеҙ йәннәткә! Һеҙгә ҡурҡыныс һәм ҡайғы-хәсрәт тә юҡ".
     Бының һуңында, хөрмәт эйәләре булған, тәүге хәлифтәребеҙ хәҙрәттәр Әбүбәкер, Ғүмәр, Ғуҫман, Ғәли йәнәптәренән Аллаһ Тәғәлә риза булһаң ине.
     Бының һуңында, шәриғәт хеҙмәтсеһе имам Әғҙәм бин Ноғман Ҫабит Әбү Хәнифәнән Аллаһ Тәғәлә риза булһаң ине!
     Үә салләллааһү ғәләә джәмииғил әнбиәәә'и үәл мүрсәлиинә үәлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмииин. Әмин.

                                                      Истиғфар доғаһы (Ғәфү үтенеү)
                                                    Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
     «Әстәғфирул-лааһәл ғәҙыймәл-ләҙии ләә иләәһә илләә һүүәл хәййәл ҡаййүмә үә әтүүбү иләйһи үә нәсьәлүһүт тәүбәтә үәл мәғфиратә үәл һидәәйәтә ләнәә иннәһүү һүәт тәүүәбүр рахиимү сүбехәәнәллааһи үәл хәмдү лилләәһи үә ләә иләәһә илләл-ләәһу үәлләәһү әкбәру үә ләә хәүлә үә ләә ҡууүәтә илләә билләәһил-ғәлийил ғәҙыйм. Хәсбүнал-лааһү үә ниғмәл үәкииил».
     Мәғәнәһе: "Йәшәүсе һәм мәңге тороусы Унан башҡа илаһы зат булмаған бөйөк Алланан ғәфү итеүен һорайым һәм Уға тәүбә итәм. Беҙ Унан үҙебеҙгә тәүбә, мәғрифәт һәм һидәйәт һорайбыҙ. Дөрөҫлөктә, Ул тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, шәфҡәтле Аллаһ, таҙа Аллаға маҡтау, Алланан башҡа бер ниндәй Илаһи зат юҡ, Аллаһ бөйөгөрәк. Көс һәм ҡеүәт Бөйөк Алланан башҡа бер кемдең дә юҡ. Беҙҙең ышанысыбыҙ Аллаһ, иң яҡшы вәкәләт эйәһе.

                                                                         Ниәт доғаһы.
                                                        Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
      Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаға маҡтау, иң яҡшы вәкәләт эйәһе Аллаһ минең ышанысым. Бөйөк Алланан башҡа көс һәм ҡеүәт бер кемдең дә юҡ. Аллам! Мин үҙемдең көсөм һәм ҡеүәтемдән һинең көсөң һәм ҡеүәтеңә ташланам!
     Аллам! Мин һиңә әфәндебеҙ, һинең ҡолоң, бәйғәмбәрең, Илсең һәм илселәрҙең әфәндеһе Мөхәммәдкә, саллалләһу гәләйһи үә сәлләм, салауат әйтеү менән яҡынаям. Һинең бойороғоңа эйәреү, уның дөрөҫлөгөн таныу, уның өсөн яратыу, уға ынтылыу, уның ҡәҙерен бөйөкләү һәм уның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әһеле булыуы менән, уға Аллаһ Тәғәләнең салауаттары һәм сәләме насип булһын.
     Салауаттарҙы Үҙеңдең фазылың менән ҡабул ит, мине Үҙеңдең изге ҡолдарыңдан иҫәплә һәм мине салауатты дауамлы уҡыуға күндер. Уның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, һинең яныңдағы юғары дәрәжәһе менән, Аллаһ Раббыбыҙ Үҙең салауаттарын һәм сәләмдәрен әфәндебеҙ Мөхәммәдкә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә еткерһәң ине.

     Иләһым! Бәйғәмбәрең—әфәндебеҙ Мөхәммәдтең Һинең яныңдағы урыны, һинең уға мөхәббәтең, уның Һиңә мөхәббәте һәм Һинең һәм уның арағыҙҙағы сер менән һинән уға, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә салауат һәм сәләм еткереүеңде һорайым һәм мәртәбәлә.
     Аллам! Минең уға ҡарата мөхәббәтем, мине уның хаҡы һәм мәртәбәләре менән таныштыр, уның артынан эйәрергә, уның әҙәптәрен һәм сөннәтен тергеҙергә, торғоҙорға насип ит, мине уның янында йый, уны күреү менән ләззәтләндер, уның менән һөйләшеү менән шатландыр һәм минән барса кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы күтәр һәм тыңлауымды матур мөрәжәғәт менән биҙәклә, мине уның һүҙен ҡабул итергә, мине уға хеҙмәт итеү эйәһе ит һәм минең уға салауатымды яҡтыртыусы, камил, камиллашҡан, таҙа, таҙалаусан, барса ғәҙелһеҙлекте, ҡараңғылыҡты, шик-шөбһәне, ширекте, ялған шәһадәтте һәм гөнаһты юйыусы нур ит. Салауатты, һинән башҡа хужалыҡты танымау, Һинең алдыңда яҡшыланыу һәм һинең үҙенсәлегең эйәһенең, Аллаһ Тәғәләнең уға салауаттары һәм сәләме, әҙәбенә йәбешеп, уның бөйөк хозурынан ярҙам алырға һәр ваҡыт беҙгә сафланыу өсөн сәбәп ит һәм мине ихлас һәм тырышып өндәү дәрәжәһенә етер өсөн ныҡышлыҡ, үткенлек һәм сабырлыҡ бир! Әмин.
     Ширек* — -Аллаға тиңдәш килтереү; күп Аллаға инаныу, мәжүсилек.

                                                           Бәйғәмбәребеҙҙең,
                                         уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын,
                                                           ике йөҙ ҙә бер исеме.

     Уҡыусыларыма мәғлүм булһын. өсөн, алдан ук иҫкәртеп ҡуям: Аллаһ Тәғәлә төрки халыҡтарҙан бары тик башҡорттарға ғына ғәрәп хәрефтәренә оҡшаш өндәрҙе биргән. Шуның өсөн бөгөн дә муллаларыбыҙҙың күпселеге ғәрәп әлифбаһын белмәгәнлектән, башҡортса яҙырға булдым. Бында гөнаһ юҡ. Ә инде хәрефтәрҙе камил белмәгәнлектән, өҫтө-өҫтөнә ҡабатлап, кәмселектәрен ғафү ит Раббым, тип доға ҡылып, тағы ла шул уҡ хаталарҙы дауам итһәк, йәғни Аллаһ Тәғәләне алдарға тырышһаҡ, кесе гөнаһ оло дәрәжәһенәсә күтәрелә. Мәд* ҡағиҙәһенә килгәндә, бында икешәр, өсәр өн яҙылып, күпме һуҙыу кәрәклеге күренеп торасаҡ.
     Аллаһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә мәй-исмүһү сәййидүнәә (...).
     Мәғәнәһе: « Аллам! Кемдең исеме әфәндебеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, уға салауаттарыңды, сәләмеңде еткер һәм уға бәрәкәт бир».
     Аңлатма: Өҫтә яҙылған йәйәләр эсендәге өс нөктә (...) урынына бәйғәмбәребеҙҙең исемдәрен ҡуйып Аллаһ рәхмәте менән 201 салауат уҡып нурланабыҙ, иншә Аллаһ.
                                                           Бына был исемдәр:
     Мөхәммәдүн; Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Әхмәдү; Хәәмидүн; Мәхмүүдүн; Ухәйдүн; Үәхиидүн; Мәәхин; Хәәширун; Ғәәҡибүн; Таа һәә; Йәәсииин; Тааһирун; Мүтаһһәрун; Таййибүн; Сәййидүн; Расүүлүн; Нәбиййүн; Расүүлүр-Рахмәти; Каййимүн (Күсәмүн); Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Джәәмиғүн; Муҡтәфин; Мүҡаффин; Мүҡаффән (Мүҡтәфәә) Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Расүүлүл-Мәләәхими Расүүлүр-Раахәти; Кәәмилүн; Иҡлиилүн; Мүддәссирүн; Мүззәммилүн; Ғәбдуллааһи; Хәбибуллааһи; Сафийуллааһи; Нәджийуллааһи; Кәлиимүллааһи; Хаатәмүл — Әнбииәәә-и; Хаатәмүр — Рәсүл; Мүхйин; Мүнджи; Мүнджии (Мүнджииййүн) Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Мүзәккирүн; Нәәсыйрун; Мәнсуурун; Нәбийиур — Рахмәти; Нәбиййут — Тәүбәти; Хәриисун — ғәләйкүм; Мәғлүүмүн; Шәһиирун; Шәәһидун; Шәһиидун; Мәшһүүдун; Бәшиирун; Мүбәшширун; Нәҙиирун; Мунзирун; Нуурун; Сирааджун; Мисбәәхун; Һүдән; Мәһуиййун; Мәһдии (Мүһдәә) Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Муниирун; Дәәғиң; Мәдғууүн; Мүджиибүн; Мүджәәбүн; Хәфиийүн; Ғәфууүн; Үәлиййүн; Хәҡҡун;
Ҡауыййүн; Әмиинүн; Мә'мүүнун; Кәриимүн; Мүкәррамүн; Мәкиинүн; Мәтиинүн; Мүбиинун; Мүәммилүн; Үәсуулун; Зууҡуүәтин; Зуухүрмәтин; Зуухурумәтин Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Зүүмәкәәнәтин; Зууғиззин; Зууфәдлин; Мутаағун; Бушрас; Ғаусун; Ғайсун; Ғыйәәсун; Ниғмәтуллааһи; Һәдиййәтуллааһи; Ғуруәтү уусҡаа; (Әл-Ғуруәтул - Уусҡаа); Сыйраатуллааһи; Сыйраатум Мустаҡыыйм; Ҙикруллааһи; Сәйфуллааһи; Хизбуллааһи; Ән - Нәджмус — Сәәҡыйбу; Мустафән (йәки Мустафәә); Муджтәбән (Муджтәбәә); Мунтәҡан; Уммийун; Мухтәәрун; Хыйәәрун (Әхйәрун) Салләллаһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм. Әджиирун; Джәббәәрун; Әбүл - Ҡаасими; Әбүт - Тааһири; Әбүт - Таййиби; Әбү Ибераһиимә; Мушәффәғғун; Шәфииғун; Саалихун; Муслихун; Муһәйминун; Саадиҡун; Мусаддәҡун; Сыйдҡун; Сәййидул - Мурсәлиинә; Имәәмул - Муттәҡыыйнә; Ҡааидул ғуррил мухәджжәлиинә; Халиилур - Рахмәәни; Бәррун; Мәбәррун; Мубиррун (Мубәррун) Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Үәджииһүн; Нәсыйхүн; Нәәсыйхун; Үәкиилүн; Мүтәүәккилүн; Кәфиилун; Шәфииҡун; Муҡыймус - суннәти; Муҡатдәсун; Руухул - Ҡудуси; Руухул Хәҡҡый; Руухул - Ҡыйстый; Кәәфин (Кәәфиййун) Салләллааһуу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Мүктәфин; Муктәфәә Салләллаһү Тәғәәләә үә сәлләм; Бәәлиғун; Мубәллиғун; Шәәфин (Шәәфиийун); Уәәсыйлун (Муусыйлүн) Салләллааһү Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Мәүсуулун; Мәусалун Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Сәәбиғун; Сәәәиҡун; Һәәдин; Муһдин (Муһтәдиийун); Муҡааддәмун; Ғәзиизун; Фәәҙыйлун; Муфәҙҙалун; Фәәтихун; Мифтәәхун; Мифтәәхур - Рахмәти; Мифтәәхур - Джәннәти; Ғәләмүл - Ииимәәни; Ғәләмул Йәҡыыни; Дәлиилул - Хайраати; Мусаххихул - Хәсәнәәти; Муҡыйлул - Ғәсәраати; Сафуухун - Ғәниззәлләәти; Саахибуш Шәфәәғәти; Саахибул - Мәҡаами; Саахибул - Ҡадәми; Мәссуусум бил мәджди; Мәхсуусум Биш - Шәрафи; Саахибул - Үәсииләти; Саахибус - Сәйфи; Саахибул - Фәдыыйләти; . Саахибул - Изәәри; Саахибул - Худжжәти; Саахибус - Султаани; Сахибур - Ридәәә’и; Саахибул - Дәрәджәтир - Рафииғәти; Саахибут - Тәәджи; Саахибул - Миғфәри; Саахибул - Лиүәәә'и Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Саахибул — Миғрааджи Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Саахибул — Ҡадыыйби Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Саахибул — Бурааҡый; Саахибул — Хаатәми; Саахибул — Ғәләәмәти; Саахибул — Бурһәәни; Саахибул — Бәйәәни; Фәсыыйхул — Лисәәни; Мутаһһәрул — Джәнәәни; Раууфун; Рахиимун; Узүну хайрин; Сахиихул — Исләәми; Сәййидул — Кәунәйни; Ғәйнун — Нәғиими; Ғәйнун-Ниғәми Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Ғәйнул — Ғурри; Ғәйнул — Ғиззи .Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Сағруллааһи; Сағдул — Халҡый; Хатыйбул — Умәми; Ғәләмүл — Һүдәә; Кәәшифул — Ҡураби; Раафиғур — Рутәби; Ғиззул — Ғәраби; Ғиззул — Ҡураби (Ғиззул Ҡуруби) Салләллаһу Тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм; Саахибул — Фәраджи (Рафииғул — Дәрәджи) Салләллааһу Тәғәәләә ғәләйһи үә бәрик үә сәлләм. Әмин.
     Тамам.
     Мәд* — һуҙынҡы хәрефтәрҙе һуҙыу.

                                              Салауат, сөннәт әһеле доғаһы.
     Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә шәррафә үә кәррамә үә мәджжәдә үә ғәззамә саләәтән дәәә'имәтәй иләәә әбәдил әбәде.
     Аллааһуммә йә рабби биджәәһи нәбиййикәл мустафәә үә расуликәл муртада таһһир ҡулуубәнә мин кулли уәсфий йубәәғидунәә ғәм мушәәһәдәтикә үә мәхәббәтикә үә әмитнәә ғәләс суннәти үәл джәмәәғәти үәш — шәуҡый иләә лиҡааа'икә йәә ҙәл джәләәли үәл икраами үә салләллааһү ғәләә сәййидинәә үә мәүләәнәә Мухәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә сәлләмә тәслиимән үәл хәмдү лилләәһи раббил- ғәәләмииин.
     Мәғәнәһе: Адлаһ уға мәңгелектәрҙең мәңгелеге дауамында салауат һәм сәләм еткерһен, данлыҡ, мәңгелек бирһен, уға йомартлыҡ менән ҡараһын, бейеклек һәм бөйөклөк бирһен! Аллам! Ии Раббым, һайланған бәйғәмбәреңдең, ризалыҡ биргән илсеңдең Һинең алдындағы юғары урыны менән беҙҙең йөрәктәребеҙҙе Һине күреүҙән, Һиңә ҡарата мөхәббәттән алыҫайтҡан барса сифаттан таҙарт һәм беҙҙе сөннәт һәм йәмәғәт әһеле итеп Һине күрергә теләүсе итеп үлтер, ии бөйөклөк һәм йомартлыҡ Эйәһе.
     Әфәндебеҙ, батшабыҙ Мөхәммәдкә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә салауаттар һәм сәләмдәр еткер. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаға маҡтау булһын!

     Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман «Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр... » китабынан

     Дауамы бар...