СССР –ҙағы Ислам дине

                                                         СССР –ҙағы Ислам дине
     Ҡайһы бер дин әһелдәре дингә ҡаршы булған замандарҙы иҫкә алыу гонаһ була тип әйтергә маташалар. Ысынында, үҙ ил тарихтарыбыҙҙы, башҡа йәшәйеш замандарҙы иҫкә алып һығымта эшләмәһәк беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа булабыҙмы һуң? Ҡөръәндә лә бит ер, ил, шәхестәр, пәйғәмбәрҙәр, һәр быуындың, милләтең яҙмышы тарихе яҙылған бит. Тарихыбыҙҙың бер мәле динһеҙлек менән үтте тип, Америкала Амазонияла йәшәгән ҡырағай ҡәбиләләрҙе иманһыҙҙар тип, уларға ла ғәйеп тағайыҡ. Беҙ уҙған ғүмеребеҙгә әйләнеп ҡарамаһаҡ, гонаһларҙы иҫкә алмай тәүбә итмәһәк, фәрештә булып китәбеҙ түгелме? Тәҡдиргә риза булмай зарланабыҙ бит. Ожмаҡ төбәге булған Башҡортостанда йәшәүгә риза булмай, Ғәрәбстандағы сүллектә йәшәгән бедуиндәрҙең дөйәһенә ултырыға самалайбыҙ түгелме. Шул ғәрәптең ауыҙына ҡараһаҡ, иманыбыҙ арта имеш.

     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе совет заманында насар йәшәттеме? Динһеҙлек булдымы? Ул ваҡыттағы динлелекте һәм тәртипте бөгөнгө көн диненә һәм тәртибенә сағыштырығыҙ – кемдәр аҙып йәшәй? Ҡарттар тәсбих тартып зекерҙә ултырамы? Йәштәр ололарҙы хөрмәтләйме? Ҡатын-ҡыҙҙарҙа оялсанлыҡ һәм күркәмлек бармы? Хәҙерге көндә мәсеттәр төҙөү менән, халыҡ унда барып тулдымы? 30 йыл үтте диндең иркенәйеүенә, иман артымы? Дини фанатик йәштәрҙә әҙәп һәм әхләк бармы? Иман тигән нәмәне тик Ҡөръән уҡыуҙа һәм хәҙистәр ятлауҙа эҙләп, эргә-тирә яҡҡа тома һуҡыр булыу динлелегенде күрһәтәме? СССР тарихе динһеҙлек тарихы тип, кемдәрҙер Аллаһтан үтеп шул заман кешеләрен иманһыҙлыҡта ғәйепләргә тырышалар. Шул заман кешеләренең үлгән сағына тиклем арттарынан эйәреп, бергә йәшәп, һуңғы һулышына тиклем кем ҡарап торҙо? Диндә булған олатай-өләсәйеңде динһеҙлектә ғәйепләп, әлеге беҙ генә мосолман дине алып килеп, таратабыҙ тигән фанатик йәштәргә ҡушылаңмы?

Уфа, 2 мечеть
     Ниндәй генә политик стройҙар, ниндәй генә бөйөк илдәр үҙ хакимдәре менән булмаһын, улар ваҡыты менән ҡолауға һәм бөтөүгә дусар булалар. Тик Аллаһ Тәғәләнең Ислам дине һәр саҡ дауам итә һәм Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡаласаҡ. Әле бөгөнгө көндә һайлауҙарҙа 20 йылы буйы кешеләрҙе алдап хакимлеккә килгән стройҙың һуңғы тартылашҡанын күрәбеҙ. 20 йыл эсендә мәктәп –больництарҙы бөтөрөп, уҡыуҙы ла, дауаланыуҙы ла түләүҙе итеп, халыҡ байлығын тартып алып, тик айырым кешеләрҙе байыҡтырып, эшһеҙҙәр һәм хәйерселәр күбәйтеп, илебеҙҙә буржуаз-капиталистик строй барлыҡҡа килде. Ишетеп –күреп торабыҙ: ауыл кешеһе һуңғы һыйырын һуйып, дауаланырға бара. Ә өҫтә ултырғандар, миҫалға: сбербанк хужаһы Эльвира Набиуллина көнөнә 4.5 миллион аҡсаны эш хаҡы итеп, ә нефть хужаһы Сечин көнөнә 5.5 миллион аҡсаны кеҫәһенә һала. Был дөрөҫмө? Бына бындай сәйәсәт бөгөнгө көндөң кризисына алып килде. Әле кризистың башы ғына. Аллаһ Тәғәлә ошондай донъяның ошо сәйәсәте өсөн уға язаһын ебәрҙе. Кешеләр үҙ аңына килһен тип, фекер йөрөтөп, үҙ алылыҡҡа, тирә-яҡ мөхиткә күҙ һалырға, йәшәйештең ысын мәғәнәһенә эйә булһындар тип, был фани донъя алдаҡсы тормош тип киҫәтә. Хатта аҡса йыйған байҙар һәм ил баштары ла был донъяға хужа түгелдәр тип, уларҙың меҫкенлеген күрһәтә.
     Ил башы тырышып-тырмашып Конституцияға үҙгәрештәр индереп, хатта Аллаһ һүҙен ҡушып, әлеге тағы монархия индерергә тырышып, батша булып тағы ике срок ултырырға уйлай. Улар Конституциянан сығып эш иттәләрме? Ер бөтә байлығы менән халыҡты итеп яҙылған, шунан һеҙгә иң бай ил булған Россиянан бер тин өлөш төштөмө? Конституцияны боҙоп, үҙ файҙаларына ҡанундар сығарып, түрәләр һәм байҙар ғына байыҡтылар. Әле көндә аҫтағы ярлы-аслы халыҡтың хәлен күрмәй байҙарҙы яҡлаған сәйәсәт алып барыусыларҙы маҡтап дан-мәдхия уҡыусы интелегенцияны ла күреп-ишетеп торабыҙ. Улар теш-тырнаҡтары менән әлеге стройҙы яҡлар, әммә икенсе берәй партия килһә, шуларға һеләгәйҙәрен ағыҙып, табандарын яларҙар. Партия билеттәрен соҡоп сығарырҙар, былар ике йөҙлөләр, һатлыҡ йәндәр, аҡса-власть өсөн илен һатырға тороусылар. Үҙ халҡы өсөн тырышмаған, тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртҡан әҙәм аҡтыҡтары.
     Йәш быуынға тейешле тарихы мәғлүмәт бирмәй, сит ил империяһы базаһына ҡоролған уҡыу программаһы менән үҫеп килгән йәш быуын ағыулана. Бәхетте тик аҡсала һәм матур тормошта ғына һүрәтләп, кешеләрҙе аҙырыусы матбуғат сараларыла шул заказды үтәй. Һуңғы арала был хөкүмәт власть коммунистәргә эләгә тип, уларға һәм дингә ҡаршы пропаганда алып бара. Миҫалға: тарих хәлен белмәгән әлеге йәш быуынға «Зулейха открывает глаза» тигән фильмдә башҡорт-татар мосолмандарының яман булып, ҡатындарын һәр саҡ туҡмап, типкеләп-көсләп йөрөткәндәр тип һүрәтләй, урыҫтар ғына был ҡатындарға һөйөү һәм бәхет алып киләләр имеш. «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмының икенсе серияһын ҡарағанда шуға иғтибар иттегеҙме? Себергә оҙатылғандар араһында, уларҙы барлаған исемлек уҡылғанда хәҙергә һәм элекке мөфтийҙәр списогы: Тәлғәт Таджетдин, Рауил Ғәйнетдин, Ғүмәр Идрисов, Шиһабетдин Мәржәни, Ғәбдессәләм Ғәбдерәхимов, Мирсәйет Солтанғәлиев һәм башҡаларҙың исемдәре бар. Сәйәси тотҡондар исемлегенә был шәхестәр нисек эләккән? Был кемдең шаярыуы? Был бөгөнгө власть, беҙҙең урынға икенселәр килһә һеҙҙе элекке совет заманы осорондағы һымаҡ репрессия яһап ҡыуасаҡтар тимәкселер тип, халыҡ аңын томаларға тырышамы әллә? Йәш быуынға ул СССР тураһында бер нәмә лә ишеттерергә теләмәйҙәр. СССР һүҙен ишеткәнегеҙ бармы һуң? Хатта 9 май Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнөн 75 йылдығы ғына тип, ә ошо Еңеүҙе Бөйөк СССР-ҙың төрлө милләт халҡы еңде тип әйтмәйҙәр бит! Бар мәғлүмәтте асып ҡарағыҙ, ысынында СССР еңде тип бер ерҙә лә уҡымаҫһығыҙ! Яйлап кешеләрҙе ҫеңмай итеп тарихты онотороп капиталистик дәүләт төҙөргә теләйҙәр ахыры, уҡыған йәш быуын бер ергә лә эшкә урынлаша алмай, тик түрә балалары ғына грант һәм льготалар ала алалар. Халыҡты ике класска — байҙарға һәм ярлыларға бүлделәр. Халыҡты ҡол итергә уйлайҙар.
     Халыҡтың башын бутап, үҙ тарихтарынан яҙҙырып, бөгөнгө гәзит-журналдарҙа патриотик, илде һөйөү, йәштәрҙә тәрбиәләү юҡ. Эшкенмәгән кинофильмдәре менән халыҡты әүрәтеп, байҙарҙың тормошона, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөхәббәт ярыштарынан илап ултырһындар өсөн генә, ә асыҡ, аныҡ тормошто күрһәткәндәре юҡ. Һәр бер кино ла ирҙәр бисәләрен, бисәләр ирҙәрен алмашыуы бара. Бында кеше күңеленә аҙғынлыҡ һалына, ир-менән ҡатындың бер-береһенә тоғролоғон емереүгә ҡуйылған юл был.
     Имеш, был фильмдәлә мосолман ҡатындарының яҙмышы ауыр булған. Башҡорт ҡатындары иҙеүҙә йәшәһә ирҙәре менән Наполеонға ҡаршы яу сапмаҫ ине, уҡ-һаҙаҡ алып бер үҙҙәре ҡаҙаҡтарға ҡаршы тормаҫ ине, динең яҡлайым тип, тереләй утта янмаҫ ине. 15 ҙур республикаларҙы берләштергән, 100 ашыу милләтте һыйғыҙған СССР заманында бысратырға маташалар. Атеистар әлеге был стройҙа юҡмы әллә? Һәр бер стройҙа бар улар. Бөгөнгө көн түрәләре лә муллаларҙы ҡыҫып, үҙҙәренә кәрәк указдар биреп маташалар. Хатта документ-уставтарын тартып алып, мәсеттәр һеҙҙеке түгел тип йөрөмәйҙәрме? Ана шул тарихты онотороу арҡаһында динебеҙҙә йәштәр араһында сәләфит-вахаббизм барлыҡҡа килде. Был йәштәрҙә патриотизм юҡ, ер-һыуҙы һөйөү юҡ, өлкәндәргә хөрмәте юҡ – тик Ислам фанатизмы ғына бар. Бөгөнгө көндә илебеҙ менән идара итеүселәр шуларҙы үрләтеп мосолмандарҙы ике ҡапма-ҡаршы торған төркөмгә бүлде. Улары 1990 йылдар аҙағында, 2000 йыл баштарында балалар менән ҡуша мәктәп, ауырыуҙар менән бергә больництарҙы һәм халыҡ йәшәгән өйҙәрҙе шартлатып йөрөгән вахаббиттәр менән ғорурланығыҙ тип, мәсеттәрҙә вәғәздәр һөйләй башланы.
     Иман (вера) менән сәйәси ҡараштар (политик, политические убеждения) нимә менән айырыла? Иман ул Аллаһҡа, фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ахирәт көнөнә, тәҡдиргә ышаныу. Аллаһҡа ышанып сәйәси ҡараштарын төрлөсә булыуы мөмкин, миҫалға донъяға коммунистик (соцалистик, либераль, демократик һ.б.) ҡарашта булып, шул уҡ ваҡытта Аллаһҡа иман килтереүселәр күп. (Вера не нуждается в аргументах и доказательствах, а убеждение возникает на них и требует их). Ислам диненең алдынғыһы булған Гейдар Джемальды алайыҡ, Сауд Ғәрәбстанының вахаббизм идеологияһына ҡаршы булып шул уҡ ваҡыта сәйәси ҡарашы коммунистәргә яҡын, ул яҙғандарынан: «Коррупционность власти, абсолютное отсутствие модернизации, явная несправедливость общественной, политической, социальной жизни. То есть, как и в 15-16 веках, до прихода просветительства социализма в марксистском, скажем, обличье, до этого все протестные движения в истории были всегда в религиозной форме. То есть религия – основа протеста. Этот связано со всей историей Пророков, и мессия Ииса, которого христиане именуют Иисусом Христом, он был концентрацией центра протеста, прежде всего, против несправедливости Римской империи, которая была тотальным, страшным молохом. Моисей, Мусса – тоже возглавлял протест против фараона и фараон стал символом такой земной брутальной несправедливости. Словом, религия всегда являлась базой для борьбы против власть имущих, она и сегодня таковая».
     Һин дин әһеле икәнһең – халыҡҡа хаҡлыҡты күрһәт, Ҡөръән аяттарының хаҡлығына таян, пәйғәмбәр сөннәтенә таян, мәжлестә бит һыйпап ултырма. Христиандарҙың Библияһында нимә тип әйтелә: «Дай деньги взаймы и властвуй над ними» , тигән. Ана шулайтып халыҡты бурысҡа — кредитка батырып, уларҙы ҡол иттеләр, байҙар байыҡты. 
     Ислам диненә тоғро ҡалып илебеҙҙең киләсәге өсөн көрәшкән шәжестәр аҙмы ни? Атай-олатайҙарыбыҙ илебеҙ кире буржуй-капиталистәр ҡулына эләкһең тип, миллионлаған ҡорбан бирҙеме әллә? Ошо илдә беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ҡараңғы бит! Тарих төпкөлөнә төшөп үткән замана ла булған, дингә ҡағылышлы ваҡиғаларҙы ҡараштырайыҡ.
     Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә 1917 йылда булған Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы менән Николай II самодержавиены ҡолатыу дөрөҫ булмаған тип аҡланыуҙарҙы күбегеҙгә ишетергә тура килә. Мәғәнәһеҙ Николай II –ҙың Германияға алып барған һуғышы, ил менән идара итә алмауы, кризис башланыуы, аслыҡ, митинг, демонстрациялар, һуғыштан арыған армия ошо революцияға килтерә лә инде.
     Октябрь социалистик революцияһы, Рәсәйҙә 1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) башҡарылған һәм бөтә донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе. Революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм власҡа Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ойошторолған хөкүмәт килә, делегаттарҙың күпселеген большевиктар (РСДРП(б) һәм уларҙың союздаштары — һул эсерҙар тәшкил итә. Һул эсерҙарға ҡайһы бер милли ойошмалар, меньшевик-интернационалистарҙың ҙур булмаған өлөшө теләктәшлек белдерә. 1917 йылдың ноябрендә яңы хөкүмәтте шулай уҡ крәҫтиән депутаттарҙың ғәҙәттән тыш съезының күпселеге хуплай.
     Был хаҡта 1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған Шәйехзада Бабич февраль революцияһын ҡаршылап, батша тәхете ҡолатылыуын, иҙелгән милләттәргә азатлыҡ килеүен тәбрикләп шиғырҙар яҙа. «Хөр милләт» исемле газета сығарыуҙа, демонстрацияларҙа ҡатнаша.
                      Быуын-быуын ғүмер Башҡортостан
                      Һуғарылды ҡара ҡан менән,
                      Сыҡтыҡ ҡара көстән – ҡанды эскән,
                      Һуғарылһын инде йәм менән.
                                 «Ҡураҡайға», 1918 йыл.
     Батша тәхете ҡолатылыу менән Россияла милли хәрәкәт айырыуса көсәйеп китә. Был осорҙа башҡорттар араһында ла ер һәм милли азатлыҡ өсөн көрәш киң йәйелә, Башҡортостан Россияла милли көрәштең иң ныҡ ҡыҙған урындарының береһенә Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте илдәге был ҡуҙғалыштарҙың иң ныҡ ойошҡан, авангардта барған көстәрҙең береһенә әйләнә. Башҡорт халҡы үҙенең быуаттар буйына яҡлап килгән изге талаптарын ҡулына ҡорал тотоп яуҙарға күтәрелә.
     1917 йылда ойошҡан башҡорт милли хәрәкәтенең тамырҙары быуаттар дауамынан килгән күтәрелештәргә барып тоташа һәм уларҙың барыһының төп талабы — ер мәсьәләһе, Башҡортостандың азатлығы мәсьәләһе ине. Ерҙәрҙе талау, милли иҙеү Бабич күңеленә әсә һөтө, сәңгелдәк йыры менән һеңешкән аяныс хәҡиҡәт ине. 1917 йылда ер мәсьәләһе ҡабырғаһы менән ҡуйылған саҡта Бабичта был тема бигерәк тә көслө яңғыраны. Ерһеҙ азатлыҡ юҡ. Ерһеҙ азатлыҡ булмаған кеүек, тигеҙлек, ирек тураһында уйланыуҙарҙың ер образына килеп тоташыуы тәбиғи ине. «Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ, бүтәнсә юҡ сарабыҙ», — ер тураһында шалтырауыҡ һүҙҙәр ҡысҡырмайынса, шағир бына шулай асыҡ итеп әйтте.
     Милләттең йәшәү нигеҙе — ошо ғәзиз ерҙе яҡлап ҡалыу өсөн көрәштә шағир Бабичтың иңенә яугирлыҡ бурысы ла өҫтәлде һәм ҡанлы яуҙарҙа, утлы алыштарҙа ул ауыр юлдар үтә, бик күпте кисерә. Шағир һәм яугир булыу беҙҙең халыҡта бик борондан килә, һәр хәлдә беҙ белгәне Салауаттарҙан алып Мостай Кәримдәргә килеп етә. Башҡорттоң бөйөк улы Зәки Вәлиди ҙә ғалим һәм яугир.
     Бабичтың шағирлығы хоҙай тарафынан бирелһә, яугирлығы зарураттан килгән. Туған милләте азатлыҡ өсөн изге көрәшкә күтәрелгәндә Бабич шиғырҙары кешеләрҙе рухландырыусы оран булды. «Сәсәнмен тип кем әйтмәҫ, яу килгәндә өнө юҡ» — тигәндәр борон. Милли күтәрелеш ваҡытында Бабич үҙендә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойҙо, дәһшәтле ваҡиғалар уның өсөн һынау ғына түгел, ҡәләмен үткерләүсе сар ҙа булды. «Йәш Башҡортостан» китабына «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән» кеүек һәр юлынан тыуған ер рухы бөркөп торған шиғырҙар тупланғайны.
     Күпме йәһәннәмдәр аша үткән башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың 18 февралендә ҡыҙылдар яғына сыҡты. Ошо ваҡытта Бабич «Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап» тигән оҙон шиғри өндәмәһен яҙҙы. Әҫәр листовка рәүешендә баҫылып, ғәскәрҙәргә, ауылдарға таратылды...
                               Байрамҡаең, башҡорд, ҡотты булһын,
                               Шатлыҡ менән тулһын йөрәгең,
                               Бер Аллаңнан һора: изге көндә
                               Ҡабул ҡыл, тип, башҡорд теләген!
                                                  «Байрам», 1918 йыл.
     Халыҡ бик көтөп алған был Октябрь революцияһын. Хатта дин әһелдәре һәм беҙҙең мосолман халҡы ситтә ҡалмаған. 1975—1980 йылдарҙа Өфө диниә Назаратында мөфтий булған Ғәбделбарый Исаев хәҙрәт яҙған хәтирәләрҙән аҫтағы өҙөк:
     Төркөстандың генерал — губернаторы Гофман (!) тарафынан 1869 йыл 24 октябрь айында Сәмәрканд мәсетенән алынған Ҡөръән мөсхәфе (китабы) Петербург китапханаһына тапшырыла һәм шунда һаҡлана.
     1917 йылдағы октябрь айы болғанышынан һуң батша хөкүмәтен йөҙ түбән килтергәс һәм айырым мосолман ғәскәре төҙөлгәс, мөфтий Ғәлимжән әл-Баруди һәм Назараттың бөтә ағзалары Народный комиссариатҡа был Ҡөръән китабын кире ҡайтарырға тип мөрәжәғәт итәләр. Был эштәр башында — мосолмандар ғәскәре Шура Комитет башында Әхмәт Салихов, Усман Тоҡумбаев һәм мөхтәсиб Исхаҡов (Петербург имамы була ул ваҡытта). 1917 йылдың декабрь айында халыҡ комиссариаты рәйесе Владимир Ильич Ленин Ҡөръәнде бирергә ҡарар итә. 1918 йыл 8 ғинуарында Петербургтан телеграмма килә. Шунан Петербург китапханаһындағы Ҡөръән китабы мосолман ғәскәре ҡулына тапшырыла һәм ҡарауыл аҫтында һаҡлана. Өфөгә оҙатыу тураһында телеграм бирелде тип яҙыла. 1918 йыл 19 ғинуарында адмирал Исхаҡ Ибраһимов һәм Ғәлләм Маҡсудовтар етәкселегендә 29 һаҡсы менән айырым вагондарҙа Өфөгә ҡайтаралар. Өфөлә ҙур әҙерлек менән барлыҡ Назарат хеҙмәткәрҙәре, ҡала мәхәллә имамдары, мәҙрәсәи Ғалиә, мәҙрәсәи Ғосмания, мәҙрәсәи Хөсәиниә мөдәрристәр һәм талибтары ҡатнашалар. Өфө ҡалаһының мосолмандары ҡатнашалар. Был көндө оло байрам итеп демонстрация яһап, «Аллаһу Әкбәр» тип, тәкбир әйтеп ҡаршы алалар.
     Күп йылдар буйы үҙ ихтыярҙары булмаған мосолмандар бөгөн революцияның хөрмәтле булған тигеҙлек-азатлыҡ нигеҙендә һәм ҡурҡыуһыҙ вокзалда поезд килгәнен ҡысҡырып тәҡбир менән ҡаршы алалар. Шул ваҡытта майҙанда миллионлаған мосолмандар алдында мөфтий Ғәлимжән әл-Баруди оло сығыш яһай. Дәүләтебеҙҙең бөтә милләттәргә тигеҙ хоҡуҡ биреүе, дәүләтебеҙҙә диндәр араһында айырма юҡлығы һәм дин тотоуҙа һәр кем ирекле булыуы, дәүләтебеҙҙең бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ татыулыҡ-дуҫлыҡ, берҙәмлек ижтиһад итеүе тураһында һөйләй һәм Ғосман мөсхәфен (Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе Ғосман (Усман) хәҙрәт тарафынан урта Азияға килгән сәхәбәләргә биреп ебәрелгән Ҡөръән китабы) мосолмандар ҡулына ҡайтыуын иғлан итә. Хәҙер ҙә араларҙа хөкүмәтебеҙҙең ярышына зыян килтерергә тырышыусыларҙың барлығын белдерә һәм һәр бер мәхәллә имамдарына совет дәүләтенең дөрөҫ юлдан барыуы тураһында халыҡ-ара вәғәздәр һөйләргә дәүләтебеҙҙең ярышына ҡаршы хәрәкәттәргә ҡәтғи саралар күрергә тип һөйләй. Һәм был мөрәжәғәт һәр бер мәхәллә имамдарына таратыла. «Әд-дин вәл-әдәб» журналы бында яҙылған.
     Мөсхәф Ғосмани вокзалдан Диниә Назаратына тиклем күтәреп алып килеүендә юл буйында барлыҡ урамдарҙа тәҡбир менән ҡыҙыл әләм (красногвардия) менән истиҡбал иттеләр, оло азатлыҡ байрамы яһалды. Беҙгә лә был тантаналы байрамға ҡатнашырға насип булды. Шул ваҡыт мин Ҡөръән хифз ҡылған инем, Ғәлиәгә уҡырға ҡайтҡан инем.
     Китаптың һәр бер бите ҡаралып комиссия тарафынан акт төҙөлөп, Туркестанда ваҡытында күп кенә биттәренең юғалғаны белдерелде. Мөсхәф 353 бит итеп тәсдиҡ ителде. Был турала акт бар ине, ләкин хәҙерҙә юҡ.
     Һуңғы дәүерҙә 1923 йыл Үҙәк Диниә Назаратының ғөләмәләре (дин әһелдәре) менән итиикяф мәжлесе булдырып, был мөсхәф Афған иле аша Ғәрәбстанга ҡайтарырға тигән ҡарар сығарыла. Комиссия төҙөп, поезд менән Ташкентҡа оҙатырға ҡарар ителә. Комиссияға 4 кеше тәғәйенләнә. Хәтеремдә ҡалғандарҙан береһе Ғатаулла Ермиев булғандыр, икенсеһе Ғосман Сөләймән улы һәм башҡалар. Был юлы аша Куйбышев аша мөсхәфте алып китергә булалар. Ҡөръәнде оҙатыуға шул сәбәп булды: 1923 йылда Афғанстандың Аманиллаһ хан Совет дәүләтебеҙгә килеп, баш ҡала Диниә Назаратының мөфтиҙәре-ҡазыйҙары белән осрашып, Аманиллаһ хан Совет дәүләтендә мосолмандарҙың ирекле булыуы һәм бөтә халыҡты тигеҙ ҡарауы, бөтөн милләт, синыф тигеҙ хоҡуҡлы булыуы хаҡында һәм беҙҙең хөкүмәт берҙән ысын яҡын дуҫ булыуҙы белдереп сығыш яһай. Был сығыш Астраханда һәм Өфө мәсетендә яһала. Беҙгә был мәжлескә ҡатнашырға тура килде, сөнки мин йәш кенә бер Ҡөръән хафиз инем һәм мәжлес асҡанда беҙ тиләүәт Ҡөръән ҡылдыҡ, әлхәмдүлиллаһ. Бынан һуңғы ваҡыттарҙа мин Назараттан йыраҡ бер ҡырҙа имам булып торҙом. Был турала ниндәй әүәл -хәлдәр булыуы тураһында хәбәрем юҡ, ләкин шул мөсхәф Ғосмани Ташкентҡа барғанда алгырлана (туҙырырға юл ҡуйыла) һәм файҙа булғандан белеүсе булмай ҡала. Фәҡәт шуны мөфтий Ғабдрахман Рәсүли һөйләне: Мәркәз Назараты дүрткә бүленеп Ташкент Назараты тәшкил ителеп, Ишан Бабахан хәҙрәттәре Урта Азия һәм Ҡаҙаҡстан мөфтийе итеп тәғәйенләнә. Бына шул ваҡытта ошо мөсхәф Ғосмани үзбәк таифәсенән берәү Назаратҡа тапшыра.
     Ғәбдерахман Рәсүл был мөсхәф Ғосмани — юғалған мөсхәф, быны мосолмандар ҡәҙер итә алманы тип, 1947 йылда Ташкент музей-ханаһына тапшыра. Был — Ғәбдерахман Рәсүлиҙең һөйләгән һүҙе. Хөжәт күрмәнем, хәҙер ҙә күрелмәй, сөнки Диниә Назаратының хозурынан мин 1956 йылда киттем. Ошо 20 йыл эсендә Назараттың ҡиммәтле хөжжәләре бөтөнләй юғалып бөткән.
     Минең был мөсхәф Ғосмани тураһында яҙыуымдың бәғзе берҙәре — үҙем ишеткәнемдән, хәтерҙә ҡалғандарҙан, бәғзе берҙәре төрлө газет — журналдарҙан ҡарап һәм бәғзе тарих китаптарынан ҡарап яҙылды. Бигерәк тә бөйөк тарихсыбыҙ мөфтий Ризаетдин Фәхретдиновтың мәғлүмәттәренән алынды. Ләкин мин шуны дөрөҫләйем, был — хаҡ һәм тарихи булып ҡалырға тейешле хәҙерҙә мөсхәф Ғосмани Ташкент музей-ханаһында бик хөрмәт һаҡлана. 1976 йылда барып күреү насип булды.
     Хәҙерҙә Диниә Назараты хозурында һаҡлана торған бер вараҡа мөсхәф тураһында ошбу мәғлүмәтте бирәм, тип яҙған.
     Октябрь революцияһынан һүң Ислам динебеҙ юғалдымы һуң? Граждандар һуғышы, һул эсерҙар, милли ойошмалар, меньшевиктәр, махновсылыр һәм башҡа күп партиялар араһындағы тартҡылашыуҙар Рәсәйҙе нимәгә алып килер ине? Бар нәмә был донъяла Аллаһ рөхсәте менән эшләнелә һәм коммунистәр өҫтөнлөк алалар. Шулар арҡаһында ҙур бөйөк ил СССР барлыҡҡа килә. Ана шул бөйөк күп милләтле илдә СССР-ҙа беҙ тыуҙыҡ, үҫтек, белем алдыҡ, шул ил биргән ғүмер-тәрбиәбеҙҙә йәшәйбеҙ әле. Ерен, илен һаҡлап беҙҙең тыуған ерҙе дошмандарға бирмәй миллионлаған ҡорбанға дусар булды. Тыуған илде һаҡлап ҡалды. Ә беҙ бөгөн ул ил динебеҙҙе бөтөрҙө тип, әйтергә маташабыҙ. Өҫтә яҙым бит, бер кемдә, бер илдә Аллаһ динең бөтөрә алмай тип, был тәҡдир, был һынау. СССР ваҡытында бар нәмәлә ғәҙелек булманымы? Тик һуңғы ваҡиғалар: әлеге бюрократия, номенклатура, кумовство, коммунист итеп теләһә кемде алыу, ошаҡ-ялған, афған һуғышы, динде ҡыҫыу, бигерәктә сит ил ҡыҫылышы эшмәкәрлеге был илде бөлгөнлөкә төшөрҙө.
     Бик ҙур патриотик тәрбиә биреп, илде һөйөү тойғоһо биреп, халыҡтар дуҫлығы булдырып, өлкән-кеселәрҙе хөрмәт итергән, ғәҙел ил булды ул СССР. Әлеге Ҡөръәндә әйтелгән Аллаһ һүҙҙәренә тура килеп ҡоролған ил һымаҡ булды. Ғәрәпстан яғынан килгән шәйех СССР Конституция менән танышҡас, аптырап бындағы ҡанундар Ҡөръәндән һәм пәйғәмбәребеҙ хәҙисенән алынған тигән. Ислам социализмы һәм коммунистәр социализмы менән береш тигән мәғлүмәтте интернеттә таба алаһығыҙ. Тик ни эшләп ерҙә, йәки берәй илдә социализм мәңге урынлашмай тиһәһегеҙ, быға Аллаһ Тәғәлә әгәр бөтә кешеләрҙә бай булһалар – уларҙа мәрхәмәтлек, рәхимлелек, ҡыҙғаныу, йәлләү һәм башҡа изге тойғолар булмаҫ ине тигән. Булған ул бай илдәр, барыһы ла алтыны ла, ризығы ла киң булған, улар шуға шашып беҙ бай һәм туҡ, беҙгә Аллаһ кәрәкмәй тигәстәр, Аллаһ Тәғәлә уларҙы юҡ иткән.
     Аҫта дауам итеп СССР осорондағы тарихты уҡыһаҡ, бөтә ҡатлам, хатта милләттәрҙә репрессияға эләккән. Ул йылдарҙа дин әһелдәре, йәки Ислам дине генә ҡыҫылыуға дусар булған тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Был донъяла саң бөртөгөлә ергә Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән төшә, һәр нәмә Уның ризалығынан эшләнә, үлем үә тыуыу Унан, замана ваҡиғаларына зарланабыҙ икән, Аллаһтың тәҡдиренә, ваҡытына ҡаршы сығабыҙ, (ваҡытҡа зарланмағыҙ, тип, Ғаср сүрәһе быны аңлата) Уның һынауына риза түгелбеҙ, ә кем бәләгә зарлана, уның артынан икенсе бәләһе килә. Шуға ла улар заманын коммунистик стройға япһармайыҡ. Дини белемгә Ҡөръәнгә нығыраҡ иғтибар итһәк, һәр яуап унда бар.
     Ҡөръән — һәр мосолман өсөн ислам тураһында төп белемдәрҙең сығанағы. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һәр бер мосолмандың, йәғни шәхестең Ҡөрьәнгә йөҙ тотоуы 1910—1920 йылдарҙа башлана. Моның сәбәбе Муса Бигеев (1973—1959), Зыяитдин Камали (1873—1942), Борһанетдин Шәрәф (1883—1942), Мөхәммәд-Садиҡ Иманҡолый (1870—1932) кеүек билдәле дин әһелдәренең, бер-бер артлы, Волга буйы төрки телдәге Ҡөръән тәржемәләрен сығарыуы, Ҡөръәне шул рәүешле үҙ итеү османлыларҙағы бер тигеҙ хәрәкәт менән яҡынса бер үк ваҡытта бара. Һәм был процесс үҙ тамырҙары менән иң беренсе исламдың дәүерҙәренә, мосолмандар алып барған бәхәстәргә барып тоташа. Ул заманда дин әһелдәренең бер төркөмө Ҡөръәнде туған телдә уҡыуҙы хуплап сығалар (йыш ҡына һүҙ фарсы теле хаҡында бара). Һуңыраҡ, халыҡ араһында дин таратыу мәсьәләһе, нигеҙҙә, сиселгәс, Ҡөръән теленә бындай ҡараш маргиналь булып һанала башлай. Милләтселек һәм тел мәсьәләһенә фекерҙәр үҙгәртеү тәржемә итеү идеяһын тағы бер ҡат торғоҙорға мәжбүр итә. Тел мәсьәләһе тигәндән, бында төрки әҙәби теле лә (уны алынмаларынан арындырып, ябай халыҡҡа яҡынайтыу), изге Ҡөръән теле лә күҙҙә тотола. ХХ быуаттың тәүге утыҙынсы йылдарында Ҡөрьәндең иң түбән уҡый-яҙа белгән кеше лә уҡып аңлай алырлыҡ нөсхәһен булдырыу маҡсатынан эш башҡарыла. Ләкин төрлө тарихи ваҡиғалар сәбәпле, Россия империяһының — һуңғы, Советтар осороноң беренсе йылдарындағы Ҡөръән тәржемәләре йә онотолоп, йә репрессиялар ваҡытында юғалып ҡалалар, үҙ уҡыусыһына барып ирешмәйҙәр.
     Сталиндан һуңғы осорҙа рәсми исламды, мөфтиәттәр эсенә индереп, институтлаштырыу совет мосолмандар өсөн Ҡөръән тәржемәһен дауам итеүгә стимул бирә. Беҙгә был осорҙа башҡарылған ике туп-тулы Ҡөръән тәржемәһе мәғлүм.
     1956—1967 йылдарҙа Ленинград ҡалаһы имамы Ғәбделбарый хәҙрәт яҙмаларында:
     Билгеле, йәш Совет хөкүмәте ислам диненә башта уҡ һөжүм итмәй, үҙ көсөн башҡа өлкәләрҙә лә ҡуллана. Әммә тора-бара дин тотҡан кешеләрҙең, ислам диненә өйрәтеүселәрҙең яңы заман дошмандарына әйләнеүҙәре асыҡлана. Илебеҙҙә дингә һәм ирекле фекер йөрөтөүгә ҡаршы репрессияләр, халыҡҡа һөжүм башлана. Иң тырыш һәм аҡыллы шәхестәр йә юҡҡа сығарыла, йә Ватаныбыҙҙан китәргә мәжбүр ителәләр.
     Был ауыр хәлдәр тураһында Ғәбделбарый хәҙрәт үҙе лә яҙа, әммә яҙмаларында нәфрәт түгел, ә ҡайғы, хатта ниндәйҙер оптимизм, киләсәккә ышаныс хисе тойомлана: Бер төрлө төҙөлөштән икенсе төрлө төҙөлөшкә күсеү өсөн күп көстәр кәрәк һәм ҡорбандар ҙа булыуы мөмкин, сөнки ауыр тормош булһа ла, әҙәм балаһы һыуға ҡунған, ҡанына шул һеңгән булыу сәбәбендә уны ҡандан сығарып яңы фекер индереү өсөн көрәш-ҡорбанһыҙ булмайҙыр. Беҙҙә ошо компанияға тура килеп, 1929—1930 йылдарҙа бер аҙ ауырлыҡ күрергә тура килде тип яҙа.
     Ғәбделбари хәҙрәт ғүмеренең беренсе дәүеренә, ул осорға бәйле тарихи факттарға күҙәтеү яһағандан һуң, бындайыраҡ нәтижәләр сығарырға була. Беренсенән, граждандар һуғышына, аслыҡҡа һәм башҡа күп төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, инҡилабтан һуң да төрлө мосолман ауылдарында дини тәрбиә биреү процессы туҡтамаған. 1920 йылдарҙа сит илдәргә, Бохараға йәки Мисырға (Египет) бармайса ла, урындағы ғалимдәрҙән белем алып булған, Диния Назараты лә имамлыҡҡа указдар биргән.
     Беҙ танышҡан сығанаҡтарҙа Ғәбделбари хәҙрәт «яңы тормош төҙөү» процессын шыма ғына барған итеп тасуирлай. Нисек тә хәҙерге тарихи әҙәбиәттә тыуған ил һуғыштарының икеһе араһындағы ваҡытты ҡара итеп күрһәтеү, милләткә һөжүм яһау, китаптарҙы яндырыу, ислам динен юҡ итеү осоро итеп ҡарау киң таралған.
     Ғәбделбари хәҙрәт, яҡшылыҡҡа өмөт итепме, ислам диненең үҫешенә ышаныпмы, Назаретта ҡыйын хәлдәр булған, низағтар тураһында яҙмай. 1970 йылдарҙа ул «Яңы төҙөлөш ҡорбанһыҙ булмай», — тигән һүҙҙәр яҙып ҡалдыра. Бында, әлбиттә, хәзрәтнең «торғонлоҡ» осоро күҙлегенән фекер йөрөтөүе асыҡ булһа ла, был һүҙҙәр айырым әһәмиәткә эйә. Улар тарихыбыҙҙа Совет осороның ролен икенсе төрлө күҙалларға мөмкинлек бирә. Был осорҙоо, ысынлап та ла, бары юғалту-ҡайғынан торған осор булараҡ, бер яҡлы ғына баһалап ҡарарғамы? Ғәбделбарый хәҙрәттең был тормош юлы һорауға яуап булып тора.
     Ул яңы торғоҙолған Диниә Назаратында эшләй башлай һәм 1948 йылда Уфала мосолмандар съезында ҡатнаша. Ул ваҡыттағы һирәк фоторәсемдәрҙә беҙ большевиктар һөжүменән һуң иҫән ҡалған дин әһелдәрен күрә алабыҙ. Һуғыш ҡыйынлыҡтарынан һуң да мәсеттәрҙә ябай халыҡ күпләп йыйыла. Дин әһелдәренең күпселеге, һуғыш бөткәндән һуң, бигерәк тә Сталин үлгәндән һуң, ҡалаларға күсә һәм унда йыш ҡына йәшерен рәүештә иман һабаҡтарын уҡыталар.
     1953 йылда беренсе мәртәбә хажға барып, бер нисә йыл Өфө шәһәрендәге 2нсе һанлы «Зират» мәсетендә имам-хатиб вазифаһын иткәндән һуң, 1956 йылда Ғәбделбарый хәҙрәт Ленинград ҡалаһына ебәрелә. Имам булып 1967 йылға тиклем тора.
     Советтар осоронда ислам дини тәғлимәте репрессиялар, ҡаты атеистик сәйәсәт арҡаһында йәшәүҙән туҡтай тигән фекерҙе фәнни әҙәбиәттә йыш осратырға тура килә. Был осорҙағы ислам мәҙәниәтенең трагик юғалтыуҙарын инҡар итеү дөрөҫ булмаған ине. Шулай ҙа, минең фекеремсә, Совет заманында дини традициялар тулыһынса юҡҡа сыҡмайҙар, улар йыш ҡына башҡа формаға керәләр ине.
     1937 йылдың бөтә союз иҫәбе алыу мәғлүмәте буйынса халыҡтың 2/3 өлөшө динле булыуы асыҡлана. Әлбиттә был мәғлүмәт халыҡтан йәшерелә. Британияның премьер-министры Черчилль, СССР һуғышты Тыуған илде һөйөү һәм иманы арҡаһында еңде тигән.

     Хәҙрәт Фәтхелҡадир Бабич Борһане тәүһид (1968) яҙмаларында:
     Шуныһы мәғлүмдер, 1917—1918-се йылдарға батшаны тәхетенән төшөрөп, яңы хөкүмәт төҙөүсе армияның күпселеге динле халыҡ инеләр. 1941—1945 се йылдарға фашистарҙы еңеп сығыусы халыҡтың күпселеге динле-иманлы ине. Былар хөкүмәтебеҙгә матди һәм мәғәнәүи ярҙам ҡулын һуҙҙылар. 1930-се йылда яңы тормош төҙөүселәрҙең күпселеге дини кешеләр ине. Хәҙерге ваҡытта ла производствола, ауыл хужалығында күп кенә дини кешеләр эшләй. Дин һәм иман быларның эшсәнлегенә бер төрлө лә зыян итмәйҙер. Кешенең рәхәт тормошона һәм эшкә зыян иткән нәмәләрҙе иң ҙурыһы — араҡылыр. Әммә ислам дине араҡы эсеүҙе тыйғанлыҡтан, Ҡөрьәндең был хөкөмөн тәбрикләп ҡаршы алырға тейешлелер.
     «Бер береһенә ҡапма ҡаршы булған ике фәлсәфәүи ҡараштың әлбиттә, уларҙың береһе генә дөрөҫ булып, икенсе батыйлдыр (дөрөҫ түгел). Был ике ҡараштың ҡайныһы хаҡ — дөрөҫ, ҡайныһы батыйль икәнен белеү өсөн дин ғалимы Нәсәүи хәҙрәттәре «Ғаҡаид» исемле әҫәрендә һәм мәшһүр даһи Ленин «Материализм һәм империокритицизм» исемле әҫәрендә — реаль донъяны инҡар итеүселәр бармаҡтарын утҡа тығып ҡарауҙары арҡаһында донъя һәм кешеләр үҙҙәре йәшәмәй-юҡмы икәнен шунда белерҙәр, тип әйтелә. Тәжрибә менән донъяның барлығын белеп була, тимектер».
     Ислам дине менән бер ҡарашта булған Лениндың философияһы атеистар арҡаһында яңылыш фекерҙә аңлатыла тип әйтергә теләй автор.
     Капитализм тарафтары буржуазия шәхси милкен яҡтап, кешеләр бер-береһен йәберләүҙе, ихтикярҙы (малды йыйып ҡыйбатланғанын көтөп ятыуҙы), рибаны (бурысҡа биргән нәмәгә артыҡ итеп алыуҙы), ғабик фәхишә (артыҡ ҡиммәт хаҡ һатыуҙы — эксплуатацияны), ришүәтте (ҡанундан тыш мал алыуҙы), тәһәб үә ғәрәтне (көсһөҙ халыҡтарҙы талап йәберләүҙәрен һәм малдарын алыуҙы), зәғиф халыҡты, артта ҡалған милләтте һәм синыфтарҙы иҙеүҙе (угнетение) дөрөҫ күрәләр. Был хаҡта асылһыҙ һәр төрлө теориялар-нәзарияләр тыуҙыралар. Талап алыу һуғыштарын ла дөрөҫкә сығарырға маташалар. Бөтә халыҡ өҫтөнән өҫтөнлөк итеүҙе (гегемония) һәм байлыҡты бер тимсә (бик әҙ кешегә) ҡулға туплап, ярлы халыҡты арзан хаҡ менән үҙҙәренә эшләтеү дөрөҫ күрәләр. Был эштәрен дөрөҫләргә тырышып, дин исеменән сығыштар яһайҙар һәм семантизм, прагматизм кеүек дини ағымдар барлыҡҡа килтерҙеләр. Төрлө-төрлө мәзһәбтәр, секталар уйлап сығаралар. Был мәзһәбтәр ихтикярҙы (монополияны) ҡанунлаштырып, көс менән һаҡлауға мөмкинлек бирәләр. Ярлы халыҡты, зәғиф милләттәрҙе иҙеүҙе дөрөҫ тиеп, ғәҙеллек-тигеҙлек принциптарын боҙҙарға ярҙам итәләр. Илаһи ҡанунға Ҡөръән хикмәтенә нигеҙләнгән ислам дине иһә кешелек донъяһы өсөн зарарлы булған был нәмәләрҙе харам итеп, ғөмүм халыҡ мәслихәте өсөн файҙалы булған икенсе төрлө ҡанундар талап итеп, кешеләр араһында тигеҙлек, ғәҙеллек, ярҙам итеүҙе йәмғиәттең нигеҙ ташы итеп һанаған. Ҡолдар, ярлыларҙы яҡлап башҡа халыҡ менән хоҡуҡта тигеҙлек биргән. Ғасыр сәғәҙәттә Рәсүлаллаһ хозурында йыйылған халыҡтың күпселеге ҡолдар һәм фәҡир, ҡолдар ине. Ғәрәптәр менән бергә башҡа милләттән мосолман булған кешеләр ҙә бәрабәр ғәрәп кеүек тигеҙ хоҡуҡ менән файҙаланалар, үгәй-ҡағай юҡ ине.
     Әбү Бәкер — Ҡурәйш ғәрәп, Билал — хәбәши ҡол, Соһәйб — Румдан килгән ҡол, Салман — Фарс иленән килгән ҡол, Ғабдуллаһ ибн Сәләм — йәһүд, Ғабдуллаһ ибн Әлмәктүм — һуҡыр, Гота ибн Малик — һуҡыр (былар — мөәзин вазифаһын үтәгәндәр). Әсхаб Сафа — бер нисә йөҙләгән йорт-ерһеҙ ярлы-ябағай. Мәккә феодалдары — ҡол бәйләүсе байлар (сәфәүия) шуның өсөн исламға ҡаршы сығып, үҙҙәренең властарын яҡлап көрәш астылар. Ләкин хәҡиҡҡәт батыйьде еңә ҡағиҙәһе бында ла үҙенең көсөн — өҫтөнлөгөн күрһәтеп, ахыр сиктә вәсниәтте еңеүгә килтерҙе. Феодализм тарҡалып, уның урынына капитализм беләң социализм араһында ғәҙеллек-тигеҙлеккә нигеҙләнгән яңы йәмғиәт — ислам йәмғиәте — барлыҡҡа килде.
Ҡөръән Кәрим синыф, енси айырмаларға ҡарамаҫтан, лөгәт һәм раса айырмаларына иғтибар итмәйенсә бөтә халыҡты (бай, фәҡир, хаким, мәхкүм, аҡ, ҡара, ғалим, наҙан, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ) бер нәмәгә — Аллаһтың барлығына, берлегенә һәм ҡиәмәттең буласағына ышанырға бойора, яҡшы эштәр ҡылыуын тәклиф итә. Иман итеп, изге эш ҡылыусыларға ожмахҡа инеүҙе вәғәҙә итә. Икенсе төрлө әйткәндә Аллаһы Тәғәлә бөтөн кешене ожмахҡа ҡунаҡҡа саҡыра. Әгәр ҙә бер кеше был дәғүәне ҡабул итә икән, Аллаһы Тәғәлә хозурында мәңгелеккә ҡунаҡ булып ҡаласаҡ. Был дәғүәне ҡабул итмәгән кеше гәрсә ул бай, хаким үә дәрәжәле кеше булһа ла, шул рәхәттән һәм был бәхеттән мәхрүм булып ҡаласаҡ. Бында байлыҡ-фәҡирлек роль уйнамай, бәлки иман һәм салих эштәр роль уйнай. Байҙарҙың күптәре малдарына мәғрур булып һәм фәсиҡ-фасадҡа бирелеп тейешле урынға малдарын сарыф итмәйенсә, нәфсе-дәрттәренә бирелеүҙәре сәбәпле тамуҡҡа керәсәктәре хәбәр иткән. Был осраҡта байлыҡтың бер файҙаһы ла юҡ. Әгәр ҙә иман үә сәлих эштәр менән малын яҡшы урынға халыҡ файҙаһына сарыф итеү менән тейешле вазифаһын үтәй икән. Ул да барыбер ожмахҡа керәсәк. Ожмах иркен булып халыҡты һыйҙырасаҡ. Ожмахтың киңлеге — күктәр һәм ер ҡәҙәр.
     Ҡөръән назарында бөтә кеше бер тигеҙ хоҡуҡлы, береһенең икенсеһендә артыҡлығы юҡ. Аллаһы Тәғәлә алдында артыҡлығы ғына тәҡүә менән генә (йәғни Аллаһҡа һәм ҡиәмәт көнөнә ышанып яҡшы эштәр менән мәшғүл кешеләр генә Ҡиәмәт көнөнең солтаны тәҡүә кешеләр генә буласаҡ.
     Ҡөръәндә ҡағиҙәләр бер класс өсөн генә түгел, бөтөн халыҡ өсөн шөруғ булып, ул да ғәҙелекте, дөрөҫлөктө шарт итеп ҡуя. Ялған һөйләү, ышанысһыҙлыҡ, хыянат, шәфҡәтһеҙлек, ярҙам итмәү, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек — Ҡөръән идеяһына сит булған сит яман ғәмәлдәрҙән хисап ҡылына. Байҙарҙан фәҡирҙәргә сығарырға тейешле малды (зәкәтте) сығармаусылар тамуҡ әһеленән булып, бирелмәгән малдары муйындарына йылан рәүештә ҡамыт итеп ураласаҡ, тип әйтелә Ҡөръән китабында.
     Алтын-көмөш хазиналарын йыйып ҡуйып халыҡ файҙаһына сарыф итмәгән байҙарҙың малдары ҡыҙҙырылып, маңлайҙарына, ҡабырғаларына һәм арҡаларына баҫыласаҡ йәһәннәмдә, тигән (Тәүбә сүрәһе).
     Аҡсаны бер генә ҡулға йыйып бикләп тороуҙы (монополия), бурысҡа биргән йә арттырып алыуҙы (риба), хаҡ алып бәләләрҙән ҡотҡарыуҙы (ришүәт, взятка), гөбн фәхиште (нимәнелер тейешле баһаһынан арттырып һатыуҙы), ихтикярҙы (иген һәм товарҙы ҡыйбатланғанын көтөп һатмай тороуҙы), алдап һатыуҙы (гишш) оло гонаһҡа хисаплаған, былар өсөн ҡаты ғазап буласағын аңлатҡан.
     Фәҡирҙәрҙе яҡлау, уларға ярҙам итеү, ҡыйынлыҡтарҙан ҡоткарырга тырышыу – иң ҙур яҡшылыҡтарҙан һәм иң бөйөк хәкимлек итеп хисаплана. Бында кешеләрҙе дан менән, маҡтап зекер итә (Кәһәф сүрәһе, Хызыр ваҡиғаһы).
     Ҡарун бик ҙур бай (капиталист) ине. Уның йыйған хазиналарының асҡысын ғына бик көслө бер нисә кеше күтәрә торған ине. Муса ғәләйһиссәләм уны бик вәғәзләй. Малын фәҡирҙәргә өләшеп зәкат сығарырға ҡушты. Башҡа кешеләрҙең ҡайһы берҙәре бының байлығына ҡыҙығып ҡарайҙар: «Ай-һай, беҙгә лә шундай байлыҡ булһа ярар ине,» тиҙәр. Ғәйет көнөндә яҡшы кейенеп тантана менән йөрөүе халыҡты һоҡландыра ине. Фекер эйәләре вәғәз ҡылһалар ла, уға тәьҫир итмәне: «Был малды мин үҙемдең белемем арҡаһында таптым, минән башҡа кешенең эше юҡ,» тип әйтә ине. Ләкин ул был байлығынан файҙа күрмәне: мал һәм үҙе ергә убылды. Йомартлыҡ Ҡөръәндә һәм хәҙистәрҙә бик маҡтала. Изге ғәмәлдәрҙең иң ҙурыһы, ожмахҡа инеү өсөн васыйта, тиелә. Йомартлыҡ — ожмах емеш ағастарынан бер ботаҡ. Был тармаҡҡа ябышҡан кеше ожмахҡа керәсәк (хәҙис). Йомартлыҡ ул изге эш. Изгелекиһә ожмахта буласаҡ (хәҙис). Һаранлыҡ кешене хәләҡ итә торған нәмә, тип әйтелә: Һаранлыҡ, боҙоҡлоҡ, тәкәбберлек — кешене һәләк итеүсе нәмәләр (хәҙис).
     Әгәр ҙә хакимдәр ғәҙел хөкөм итәләр икән, халыҡ мәслихәтен хөрмәт ҡылып, йәмғиәтте дөрөҫ рәүештә идара ҡылалар икән, был хакимдәргә буйһоноп, ҡуйған тәртиптәрен хөрмәт итеү — ләзем ителә: “И мөьминдәр! Аллаһҡа, Рәсүлгә, үҙегеҙҙән булған эш башындағы кешеләргә буйһоноғоҙ!" тиелә, сөнки ғәҙел хакимдәргә буйһонмау тәртипһеҙлеккә, ахыр сиктә был йәмғиәттең һәләк булыуына, был халыҡтың ҡәйәфәте-шәрәфе юғалыуга сәбәб була, хөррийәтең юғалыуына килтерә. Бындай хакимдәргә бойһоноу ләзем була, хатта ҡара тәнле негр булһа ла (хәҙис) .
     Ике хаким йәһәнәмдә, бер хаким йәнәттә булыр. Былар кемдәр? Ике хакимдең береһе ришүәт алып енәйәт эйәләрен ҡотҡарған, береһе милләт, ҡәрҙәшлек тойғоларына бирелеп, дуҫтарын яҡлап ҡалдырған, йәғни ғәҙел, дөрөҫ хөкөм итмәгәндәр былар. Ғәҙел хөкөм иткән хакимдың ожмахҡа керәсәге тураһында башарт биргән.
     Халыҡҡа баш булыу, хаким булыу, үтә яуаплы һәм ауыр бер эш булғанлыҡтан хаҡһыҙ рәүештә халыҡ байлығын үҙләштереп ҡанунһыҙ рәүештә байырға уңайлы урын булғанлыҡтан үҙҙәрен тота алмаған кешеләр өсөн фәсиҡ, фасадҡа юл асыу ғына сәбәп булғанлыҡтан Рәсүлаллаһ түрәлеккә ҡыҙыҡмаҫҡа ҡушҡан: бының өсөн яуап биреү ауыр буласағын һөйләгән: Һеҙ түрә булырға ҡыҙынмағыҙ. Хәлбүки ул ҡиәмәт көнөндә үкенес-хәсрәт буласаҡ.
     Колониялар баҫып алып, халыҡты ҡол итеүсе һәм хоҡукһыҙ фәкир хәлдә ҡалдырыусы империалистар, эксплуататорҙарға ҡаты тәһдид бар бында. Әгәр ҙә тәүбә итеп баҫып алған ерҙәрҙе, талап алған байлыҡтарҙы эйәләренә ҡайтарып бирмәһәләр, бөтөн халыҡҡа гуманизм нигеҙендә яҡшы мөғәмәлә итмәһәләр, ғәҙеллек менән хөкөм итмәһәләр, золомдарын дауам итһәләр, ярлыларға тейешле өлөштәрен бирмәһәләр, эштәре харап! Истиҡбалдәре яман!
     Революцияның барлыҡҡа килеүе кешеләрҙең көсө менән булһа ла, асылы Аллаһтың ирадаһы (теләге) буйынса баралыр һәм Аллаһтың уйы менән тарихы ваҡиғалар, сыуалыштар, ҙур бәрелештәр барлыҡҡа киләләр
     Шул көрәш арҡаһында залимдар, халыҡты иҙеүселәр, талаусылар кәмей, халыҡ йәмғиәте тигеҙлеккә, хөрриәткә, сәғәдәткә табан баралыр. Шул көрәш арҡаһында ер йөҙөндә тәүхид идеяһы йәшәй, тарала, Аллаһҡа шөкөр итеүселәр һаны ла арта баралыр (ас-Сафф, 9).
     Хәҙерге ваҡытта донъяла ике ҙур көс бер-береһенә ҡаршы көрәш алып баралар: агрессив һәм прогрессив идеяға эйә булған — капитализм менән социализм. Былар араһында барған көрәш сығанағы хәйәт һәм мәмәт мәсьәләһе булған донъяла йәшәү мәсьәләһелер. Империализм, капитализм үҙҙәренең ҡаҡшап барған позицияларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән барлыҡ матди дә мәғәнәүи көстәрен сарыф ҡылып ғәҙелеккә юл бирмәҫкә тырышалар, халыҡтың ҡоллоҡта наҙанлыҡта, фәҡирлектә йәшәүҙәрен уларҙың шәхси тормоштарын һәм байыу мәнфәғәттәре өсөн мәтлүб булғанлыҡтан, был көрәш ниндәй генә булһа ла ҡорбандар биреүҙән тартынмайҙар. Вьетнамда барған ҡот осҡос һуғыштар шуны раҫлайҙар. Ләкин капитализм һәм империализм социализмға ҡаршы көрәш менән генә сикләнмәй, ә ислам диненә, ғәрәп илдәренә ҡаршы ла пушкаларын-танктарын йүнәлткәндәр...

     Был совет осорондағы мосолман дине тураһында яҙа торғандар күп, әлегә ошо өҫтәге әҙерәк мөфтий, хәҙрәттәр тарафынан яҙылғандарҙың бер өлөшө...
     Был мәҡәләне Шәйехзада Бабичтың шиғыр өҙөгө менән тамамлайыҡ:
          Большевиктар әйтә: был донъяла
          Ярлы халыҡ хөкөмө йөрөһөн, тип,
          Ярлы эшселәрҙең хас дошманы
          Буржуйҙарҙың тамыры ҡороһон, тип.
          Дутов, Колчак әйтә: эш башына
          Алтын тажлы батша менһен, тип,
          Батша менеп, һаман Николайҙай
          Ярлыларҙың ҡанын имһен, тип.
          Большевиктар әйтә: ҡоллоҡ бөтһөн,
          Ярлы халыҡ рәхәт йәшәһен,
          Ирек көнө тыуып был донъяға,
          Тигеҙ яҡты көндәр яһаһын.
          Дутов, Колчак әйтә: закондарҙы
          Бай-бетсәләр яҙып торһон, ти.
          Ярлы эшсе халыҡ әүәлгесә
          Бай-бетсәгә хеҙмәт ҡылһын, ти.
          Большевиктар әйтә: нәҫел-нәсәп,
          Түрәлектең бото бер тин, ти.
          «Ҡалын елкә» менән «ярылған ҡул»
          Көнкүрештә булһын бер тиң, ти.
          Дутов, Колчак әйтә: ергә, күккә
          Хужа булһын фәҡәт урыҫ, ти,
          Мосолмандар һаман иҙелһендәр,
          Урыҫтыҡы ғына дөрөҫ, ти.
          Большевиктар әйтә: һәр бер илгә
          Камил мөхтәриәт бирелһен!
          Һәр бер ярлы, мазлум, иҙелгән ил
          Мөхтәриәт алһын, терелһен!
          Дутов, Колчак әйтә: ваҡ милләттәр
          Мөхтәриәт ала күрмәһен!
          Батша ҡулы аҫтында ғүмер һөрөп,
          Буржуаздар йырын йырлаһын!
          Уйлап ҡара, башҡорт, аҡылың менән,
          Ҡайһы тараф һиңә хәйерле?
          Анау төрө яман Дутовтармы?
          Әллә большевиктар хәйерле?
     Һеҙҙең алда мосолман ҡәрҙәштәрем һайлау тора: кем яҡлы булырға? Бер стройҙа мәңге түгел, барыбер быныһы ла ҡолаясаҡ. Буржуаз строй кәрәкме? Әллә социализммы? Әллә мосолман динендә 1400 йыл буйына төҙөй алынмаған Ислам дини фанатизмына ҡоролған хәлифәт кәрәкме? Тик алданмағыҙ, әлеге ваҡытта, был единоростар партияһын алмаштыра торған һәм улар тарафынан финансланған партиялар төҙөлгән. Былар өлкән быуындың тарихе хисендә уйнап: «СССР партияһы», «Правительство СССР», «НОД» тигәндәре, улар шым ғына әлеге власты яҡлап, байҙарҙы түрҙә ҡалдырыу маҡсатында төҙөлгән. Әгәрҙә элекке СССР ҡайтырға теләһәгеҙ – «КПРФ Сибай» йә «КПРФ Башкортостан» партиялары һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Бик булмаһа «За новый социализм» партияһы. Дингә килгәндә бөгөнгө коммунистәрҙең яртыһынан күбеһе динле, хатта Зюганов үҙен христиан тип һанай. Эш Зюгановта түгел, ә илде ғәҙелеккә алып ҡайтыу кәрәк, халыҡҡа бушлай медицина, уҡыу, эш, балаларыбыҙға киләсәк кәрәк! Коммунистәрҙең элекке совет осорондағы хаталарын ҡабатларға уларҙың башы икәү түгел.

     Борһан тәүхид: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/bor%d2%bban-t%d3%99%d2%afxid.html#more-8305

     Габделбари Исаев. Дини әсәрләр: https://nazir1965.com/din/9530.html#more-9530