Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр
Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ бәйле булған төштәрҙән риүәйәттәр. Мөхәммәд ﷺ хәбәр биргәнсә, төштәр өс төрлөгә бүленә. Уларҙың бер иштәре Аллаһы Тәғәләнән, икенселәре шайтандан һәм өсөнсөләре донъя мәшәҡәтенә мауығып, шул хәл төшкә инеү осраҡтары. Аллаһ Тәғәләнән килгән төштәр күп осраҡта йә иһә хәйерле хәбәр бирә торған, киҫәтеү төштәре була. Аллаһ Сүбханә үә Тәғәлә, әҙәм балаларына шәфҡәтлелеген күрһәтеп, пәйғәмбәрлектең ҡырҡтан бер өлөшөн мосолмандар күргән төштәр аша ҡалдырған. Киләсәкте бер кеше лә белә алмай, әлбиттә. Әммә Аллаһ Тәғәлә булған белеменең бер өлөшөн яратҡан, һөйөклө бәндәләренә биреүе мөмкин. Төш аша, йә иһә күңелдәренә һөйөндөрөү, йә иһә Аллаһы биргән аҡыл менән кеше буласаҡты күҙәтә ала. Был – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Әйтеп киткәнсә, Аллаһы Тәғәлә төштәре барыһы ла хаҡ, улар бигерәк тә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән бәйле булһа. Кем дә кем уны төшөндә күргән, был бик ҙур ҡыуаныс, тимәк, әлеге кешене был донъяла ғына түгел, бәлки, ахирәттә лә яҡшылыҡ көтә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәд ﷺ төштә ҡайһы бер кешеләрҙе тейешһеҙ хәлдәрҙән, гөнаһлы эштәрҙән, боҙоҡ ғәмәлдәрҙән, һүҙҙәрҙән киҫәтә лә ала. Мәкерле Иблис төшкә башҡа кешеләр ҡиәфәтендә инә алһа ла, пәйғәмбәр булып инә алмай. Ә шайтандан килгән төштәр боҙоҡлоҡҡа, насарлыҡҡа өндәй. Читать далее