Архив метки: сәләфит-ваһһабит

Сәләфит-ваһһабиттар юлы бармы?

                                               Сәләфит-ваһһабиттәрҙең юлы бармы?
     Сәләфит-ваһһабит тип Ислам диненән яҙып бер идеология юлына эйәргән радикал төркөмгә әйтәбеҙ. Элек улар ваһһабит булып йөрөһәләр, һуңғы биш-алты йылда улар сәләфиттәргә әйләнеп киттеләр. Хәҙер инде беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенә инеп, үҙәрен хатта хәнәфиттәр тип атап, «саф» дин алып баралар имеш. Дөрөҫөндә үҙҙәре аҙашып, башҡаларҙы аҙаштырып, хәҙер инде ҡайҙа баштарын тығырға белмәй йөрөгән әҙәмдәр. Үҙҙәренең ошо идеологияһына шул тиклем сумғандарҙа, быға ҡаршы дини ғалимдарҙың яҙған, килтергән дәлилдәрен күрергә лә, ишетергә лә, уҡырға ла теләмәйҙәр. Баштарын фекерләтеп, бер аҙ уйланып, сағыштырып, тикшереп аңларға теләмәйҙәр, тик үҙ ишеткәндәрен бер ҙур ғалим һымаҡ ҡыланып башҡаларға еткерергә маташалар. Имеш «саф» дин тараталар. Күңелдәрендә һәм йөҙҙәренә сыҡҡан тәҡҡәберлек сифаты уларҙа. «Сәләфиттәр»ҙең маҡсаты аныҡ — өммәт өсөн түгел, идея өсөн хеҙмәт итеү. Был, үҙ сиратында, йәмғиәтте тарҡатыуға килтерә. Сәләфиттәрҙең нигеҙе ваһһабсылыҡта. Читать далее