Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар

Өфөнөң элекке мәсеттәре

                                             Өфөнөң элекке мәсеттәре
     Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете — 1830 йылда мөфтий Әбсәләм Әбдрәхимовтың тырышлығы менән һалына. Төҙөлөш өсөн киткән сығымдарҙы икенсе гильдия сауҙагәре Мөьмин Таһиров күтәрә. Мәсет көмөш аҡса менән ун ике мең һумға төшә. Был бина аҙаҡтан бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола.
     Әбдрәхим мөфтөйҙөң вафатынан һуң мәсеткә имам булып уның улы Әхмәҙей Әбделсәләмов ҡала. Уны 1844 йылда, Хажи Тархан Сөләймәнов алмаштыра ла 41 йыл буйы имамлыҡ итә.
     1885 йылдың 2 ғинуарында мөфтөй Сәлимгәрәй Тәфкилев вафат була ла йәмиғ мәсете эргәһенә ерләнә. 1890 йылда мәсет файҙаһына емеш-еләк баҡсаһы, мунсаһы булған күршеләге йорт һатып алына. Унда хәҙер Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты. Читать далее

Әбйәлил — Асҡар

                                                 Әбйәлил — Асҡар

     Асҡар — Әбйәлил районының үҙәге. Ул Урал аръяғындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Асҡарҙың өс исеме булған. Уларҙа ауылдың оҙайлы тарихы сағылған.
     Асҡар ауылы иң тәүҙә Түңгәүер тип йөрөтөлгән. Түңгәүер тигән исемде ауылға ҡәбилә исеменә ҡарап ҡушҡандар. Сөнки был ауылда йәшәгән кешеләр элек түңгәүер ҡәбиләһенә ҡараған. Түңгәүер ҡәби-ләһенә килгәндә, ул борон замандарҙа бөрйән, үҫәргән ҡәбиләләре менән бергә йәшәр булған. Элек уларҙың йәйләүҙәре лә бер-береһенән алыҫ булмаған. Бөрйән, түңгәүер һәм үҫәргән башҡорттарының төп өлөшө Башҡортостандың хәҙерге Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Медногорский, Һарыҡташ райондарында таралған. Борон улар башҡорттар йәшәгән ерҙе көньяҡтан сикләп торғандар. Бер-береһенә яҡын йәшәһәләр ҙә, һәр ҡәбиләнең ере үҙенә айырым булған. Читать далее

Тере тарих

                                                                  Тере тарих
     «Юҡ, балам, беҙ Себергә әпәйгә китеп барабыҙ. Ауылда халыҡ бик ас. Атайың да беҙҙең менән бармаҡсы булғайны, аҡса әҙ, тип тороп ҡалды. Халыҡ астан шешенә, ҡайһылары малдарын һуйып ашай, ваҡ мал ҡалманы шикелле. Эт-бесәйҙәрҙе лә бөтөрҙөләр. Хәлдәр, улым, бик мөшкөл. Атайың Бибийен ҡыуып маташа ине, нишләгәндер. Вәлиулла ағайың бик аҡһай, шешенеп бөткән, Михайловкаға етә алмай ултыра ине»,– тип һөйләнеләр. Ағиҙел №3 2010 йыл

     Аҫта мышка ярҙамында өрөлтөп уҡый алаһығыҙ. Уң яҡта өҫтә ҡара дүртмөйөш стрелка менән шунда баҫып ҙурайтығыҙ. Читать далее

Ер һатмағыҙ, башҡорттар

                                       Ер һатмағыҙ, башҡорттар,
                                       Ерҙәй дәүләт һис тә юҡ
     Аҫтағы тарихи хикәйәттә бынан бер быуат элегерәк заманда башҡорттоң сит-яттарға ер һатыуы ниндәй ҙур проблемаларға килтереүең тасиурләй. Хатта халыҡтың изгелек яғы бөтөп, мораль яҡтан түбәнгә төшөүен. Был бер быуат элек... Беҙҙең 1990 –сы йылдарҙа сит ил демократияһы менән халыҡты бөтөнләй аҙҙырҙылар. Бөгөндә күрәбеҙ: төпкөл ауыл башҡорттарына тиклем аҡсаға нәфселәнеп әле лә урыҫтарға үҙҙәренең участкаларын һатыуҙарын. Өҫтә ултырған «ағайҙарҙың» «Башнефть» һымаҡ организацияларҙы меңләгән гектар ере менән сит олигархтарға осороуын.«Ерһеҙ ҡалыу – илһеҙ ҡалыу» нимәгә алып килде үткән быуат башҡорттарын. Яуҙа-ҡырылыш, меңәрләгән янған ауылдар, меңәрләгән ҡорбандар. Диндән ситләшеү арҡаһында граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы... Бөгөн Аллаһ Тәғәлә беҙгә аманат итеп биргән ерен ҡәҙерләмәгәнгә ҡәһәрен ебәрмәҫ, тип уйлайһығыҙмы? Ере юҡтың – иле юҡ, иле юҡтың – ере юҡ; ил, ере булмағандың көн итерлек хәле юҡ. Балаларығыҙға ерҙе һәм динде ҡалдырмаһағыҙ – уларҙың нәҫеле юҡ. Бер урыҫ ауылға килде тип, бөтә ауыл урыҫҫа һупалай, ә урыҫ башҡортҡа әйләнмәҫ. Бөгөн шул әҙәмгә ерен һатҡан – иртәгә шуның бөтә ерҙе бысратып йөрөгән сусҡаһын көтәр, бына һиңә тәүге яза!

Читать далее

Иман иле – Мәккә

                                                 Иман иле – Мәккә
     Иман иле – Мәккә бишегенә асып индем донъя ишеген...
     Бисмилләһир-рәхмәниир-рәхиим! Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды аша беҙҙең төркөм, 2011 йылда тур операторҙарҙан алданып, хаж сәфәренә бара алмаған мосолмандар, 2012 йылдың 19 октябрендә Ислам диненең бишенсе әрҡанын үтәү өсөн сәфәргә юлландыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “…Кешеләрҙең Аллаһ алдында булған бурыстарына хаж ҡылыу керә, әгәр улар быны үтәй алырлыҡ булһалар” (“Ғимран”сүрәһе, 97).
     Хаж мөмкинлеге булған, бәлиғ һәм һау,сәләмәт кешеләргә фарыз. Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр тарафынан тергеҙелеп, улар, башҡа пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр ғибәҙәт ҡылған урын булғанға күрә, Ҡәғбәтулла мөбәрәк бер ғибәҙәтхана иҫәпләнә. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙгә шул ғибәҙәтхананы зыярат ҡылырға ҡушҡан. Быны атҡара алған кешеләргә ҙур әжер һәм сауаптар вәғәҙә иткән. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп, хаж Һижриҙең алтынсы йылын да фарыз булған, шул нигеҙҙән Аллаһы Тәғәлә аят иңдергән: “Аллаһ ризалығы на өмөт менән хаж һәм үмрәне иң камил рәүештә үтәгеҙ” (Баҡара сүрәһе,196-cы аят). Читать далее

Әҙәм вә иблис

I. ӘҘӘМ ВӘ ИБЛИС
Хоҙа ғөзимәт вә ҡөҙрәт менән был ерҙе хаҡ иткәс,
Ер өҫтөндә әҙәмдәр яратырға ваҡыт еткәс,
Ниһөйөтһеҙ кешеләргә булыр тип ер йөҙө меҫкен
Ер өҫтөнө үҙенең фөйзене әсрарҙы сәскән.
Ҡояш нур сәсте ергә күктән, яҡтырҙы ай төндө,
Кешеләрҙе яралтмаҡ булды шунан һуң ер өҫтөндө.
Ниңәлер?.. Шул ваҡыт Алла мәләктәргә хәбәр бирҙе:
«Әҙәм балалары өсөн хаҡ ҡылдым ҡара ерҙе,
Әҙәм хәлифә булыр ергә уны шуға яраттым», — тип,
«Уға ниғмөттәр бирҙем, һеҙгә биргәндән артыҡ», — тип.
Был төблиғты әйткәс тә мәләктәр аптыраштылар.
«Был ниндәй эш?» — тиеп, был мәсьәләлә һүҙҙәр астылар.
Тинеләр: «Был фәсад әһлен яратмаҡта ни хикмәт бар?
Ғази буласаҡ әҙәмдәрҙә был ниндәй әфзөлиәт бар?
Гонаһ эштәр ҡылырҙар һәм улар мотлаҡ түгәрҙәр ҡан.
Тулар ергә фәсад, талаш, һуғыш, ғәйбәт менән боһтан. Читать далее

Башҡорт аты

башкирский всадник             Башҡорт аты

     (Экономист яҙмалары)
          «... Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
                Ир-егеткәй менән ат башы».
     Рамаҙан Өмөтбаевтың «Осрашыуҙар — юғалтыуҙар» китабынан, публицистик очерктар, 1984—1993 йылдарҙағы иҫтәлекле ваҡиғалар, «Башҡорт аты» тигән мәҡәләһен тәҡдим итәм.
     Бындағы яҙылған ваҡиғалар бөгөнгө көндәге яландағы хисапһыҙ көтөүсеһеҙ йөрөгән аттарға ҡағылмай тиерлек. Ни эшләп тигән һорауға? — был өйөр-өйөр аттар, күбеһе түрәләрҙеке һәм улар тиҙ байығыу маҡсатынан сығып аттар үрсетәләр, кешеләрҙең, ойошмаларҙың сабынлыҡ, игенлек, көтөүлек ерҙәрен тапап йөрөгән көтөүсеһеҙ малдар. Уларҙан хөкүмәткә лә һәм беҙгә лә зыянынан башҡа бер файҙаһы ла юҡ, налог түләү тигән нәмәләрелә икеле, уларға хисап юҡ.
     Динебеҙ яғынан былар харам малдар: кешеләрҙең ерен тапап, үләнең урлап ашап йөрөгән мал – харамға инә. Ҡымыҙы ла, ите лә харам. Был мал хужалары зәҡәт сығарыуҙы беләләр микән, уныһы ла ҡабул булмаясаҡ, сөнки үҙ көтөүлектәрендә йөрөмәгән малдарҙан зәҡәт алынмай. Хәрәм зәҡәт була. Мәсеттәргә лә һәм башҡаларғала уларҙың саҙаҡаларын алыу тыйыла. Мәжлестәрҙә уларҙың ҡымыҙын үә итен ашау харам ғәмәл. Ҡағыла күрмәгеҙ.
     Бер риүәйәттән килә: тәҡүә динле мосолман малы менән кеше яланы аша үткәндә уны етәкләп алып сығыр булған һәм был мәлдә малының ауыҙына ҡапсыҡ кейҙерергән. Ни эшләп быны эшләйһең, — тип унан һорағандар. Ул яуабында: кеше еренән малым берәй үләнде йолҡоп ашап ҡуймаһын тип, Аллаһ Тәғәләнең асыуынан ҡурҡамын, тигән. Ошо мал ашаған бер бөртөк үләндән һөтө үә ите аша миңә хәрәм инәсәк тигән. Был риүәйәттән сығып кеше хаҡын ашамаҫ өсөн иманыбыҙҙы һаҡлар кәрәк, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыр кәрәк, шуға ла хәләл үә хәрәмлек мәсьәләләрендә иғтибарлы булайыҡ. Читать далее

Башҡорт тарихы

 

    башҡорт тарихы кмтабы Башҡорт тарихы

     Башҡорт ҡәүеменең фәләкәте
     Рычков үә ғәйреләрҙең хәбәрҙәренә күрә, 1735—1740 йылдарҙа 700 миҡдарында башҡорт ҡәрйәһе ут менән яндырылмыш, 3300 ҡәҙәре башҡорт каторгаға ебәрелмеш. 8200 ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ, баласаға рус байҙарына бүленеп бирелеп, уларға ҡол һәм йәриә хөкөмөнә ҡылынмыш, 16893 ҡәҙәре башҡорттоң хөкөм менән баштары киҫелмеш. Һуғыш ваҡытында тәләф булған башҡорттар был иҫәпкә дахилдыр. Быларҙан бөтөнөһө йөҙ меңдән артыҡтыр. Халыҡтың үрсеү ҡағиҙәһенә бинаән ошо йөҙ мең башҡорттан бөгөн бер миллион башҡорт булыр ине, был иһә Ҡаратағ хөкүмәтенең бөтөн халҡының өс- дүрт миҫалына бәрәбәр киләлер.
     Шура. 1910. № 21. 666-сы бит. Ризаитдин Фәхретдинов

Читать далее

Рәғәиб кисәһе

                                                                     Рәғәиб кисәһе
     Аллаһ Тәғәлә иманлы ҡолдарына мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле булғаны өсөн, ҡайһы бер айҙарға, көндәргә һәм кисәләргә өҫтөнлөк бирҙе. Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә бик мөбәрәк һәм бик фазыйләтле көн һәм кисәләр бүләк итә. Был замандарҙа (ваҡыттарҙа) ҡылына торған доғаларҙың, тәүбәләрҙе ҡабул ителәсәген белдертте. Ҡолдарының күп ғибәҙәт ҡылыуҙары, доға һәм тәүбә итеүҙәре өсөн шундай замандарҙы (ваҡыттарҙы) сәбәп итә. Был мөбәрәк һәм фазыйләтле көн һәм кисәләренең бер өлөшө өс айҙар исемен йөрөткән Рәжәб, Шәғбан һәм Рамаҙан айҙары эсендәлер, Рағаиб, Миғраж, Бәраәт һәм Ҡәҙер кисәләре был айҙар эсендә ҡәҙерле һәм тиңһеҙ кисәләрҙер. Читать далее

Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары

                                                    Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте

     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Тәнемдә йәнем бар икән, мин — Изге Ҡөрьән ҡоло һәм хеҙмәтсеһе, мин Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мохтарҙың, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, фатихалы юлы туҙаны. Ә кемдер минең һүҙҙәремә ниҙер өҫтәһә (яңылыш яҡҡа борһа), ул үҙе лә, уның һүҙҙәре лә миңә яҡын түгел!»
     [Шәйех Мәүләнәнең был һүҙҙәре уның Аллаһ һүҙенә, Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) оло һөйөүен, күндәмлеген сағылдыра.
     Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фатихалы юлы туҙаны булыу һәм шул юлға ғүмереңде бағышлау — һуңғы һулышыңа ҡәҙәр Пәйғәмбәребеҙ менән бергә булыу, уға оло һөйөү менән бөтә тормошоңдо Уның Сөннәһенә ярашлы ҡороу ул. Читать далее