Культурный эскеселәр

                              Культурный эскеселәр

   Физик ғалим, фәндәр кандидаты Ефимов Виктор культурный эсәбеҙ тигән әҙәмдәргә хәмерҙен һәм тәмәкенең зыяны хаҡында аңлата. Дөрөҫө шул; ғүмер буйы культуралы эсеп нәҫелен, телен, динең юғалтҡан әҙәмдәрҙән нәмә көтөргә? Уларҙың аҡыллы түбән кимәлдә! Урамдағы эт аҡыллыраҡ уларҙан. Бер ошо фильмға ғына таянып яҙа тип уйламағыҙ, мәғлүмәт етерлек донъяла.

   Улар бөгөн шашалар, ә шулар арҡаһында киләсәк быуын ауырыу, көсһөҙ, ғәрип булып тыуа. Ә был балаларҙан тыуған быуын нәҫелһеҙ буласаҡ. Культурный эскеселәрҙән культурабыҙ күтәрелерме? Ошо донъяла бер йәшәйбеҙ тип, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә килтермәйҙәр, байрамдарҙы хәмерһеҙ үткәрә алмайҙар, совет осороның «изге» йолаһына был әйләнде.

   Ошо әфәтте бигерәктә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған быуын ныҡ яҡлай минем фекеремсә. Уларға хәмерҙең зыяны һәм әфәте тураһында еткерһәңдә аңларға тырышмайҙар. Ҡандарына ахыры был яуызлыҡ һеңгәндер. Совет һәм хәҙерге осорҙағы көнө-төнө күрһәтелгән һәр бер фильмдә элеге хәмер. Ошо артистәрҙен һәр береһе тиерлек эскенән донъянан китте. Ниндәй культура булһын инде аҡылыңды, һаулығынды, малынды ошо хәмергә алмаштырғас. Бына хәҙер ошо яҙыуға ҡаршы төшөп, хәмерҙең файҙаһы бар тип тырышасаҡтар. Эскене яҡлап, үҙҙәрен яҡлап һылтау табасаҡтар.

   Аллаһ Тәғәләгә ышанабыҙҙа, шул ваҡытта эсәбеҙҙә тип әйтәсәктәр. Былар кемдәр — монафиҡтар, ике йөҙлөләр. Был турала Ҡөръән Кәримдә яҙылған: «Уларға аңлатһаңда, йөрәктәренә барып етмәҫ». Ҡөръән мәжлесенә саҡыралар, сығыу китеүен була, өҫтәлгә хәмер ултыртып байрам башлайҙар. Бына уларҙың юғары культураһы. Кеше үлһә уларға хәмер туйы башлана, һәр мәрхүмде; үлгән әсәһенә тиклем эсеп оҙаталар. Әлеге йәш быуынға, балаларға әҙәп өйрәтеү шул буламы? Беләләр бар яуызлыҡ хәмерҙә икәнен, ләкин береһе лә ҡаршы сығып һүҙ әйтмәҫ. Тырышып, уҙышып ҙур-ҙур мәжлес-туйҙар үткәрәләр, күпме исраф ҡылып мал түгәләр, ә балалары бәхетлеме?

   Башҡортостан статистикаһы ни һөйләй? 2015 йылда өйләнешкәндәрҙең яртыһы айырылышҡан документ буйынса ғына! Ә быйылда шул хәл! Социал сеть «В контакте»- не асып ҡарағыҙ: һәр бишенсеһе кеше тамада – кәмит күрһәтеүсе, тик байрамдарҙа ғына йәшәйҙәр түгелме? Ахырзамандың бер билдәһе: «Ҡиәмәт көнөнә табан телдәре менән тамаҡ туйҙырыусылар күбәйер» — тип әйтелгән. Аҙым һайын сәхнәлә «бисмилләне» һүҙ араһына ҡыҫтырып кешеләрҙе көлдөрөүселәр, бот төптәрен ялтыратып ярһыған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, яланбаш-яланғас ағинәйҙәр түрҙә — культурабыҙ күтәрелә түгелме? Әҙәпһеҙлек. Кемдә ғәйеп эҙләйһегеҙ халыҡ бөтә — башҡорт бөтә тип? Хөкүммәт һеҙгә һылтау.

   Аҡылың хәмергә алмаштырған халыҡтың, әлеге автор әйткәнсә эттең аҡылынанда кәм, аңра һарыҡ көтөүе кеүек ҡайҙа ҡыуһан, шунда китә. Тәрбиәле әҙәпле кеше хәмергә ҡул һуҙамы? Татлы-тәмле хәмерле тостар һөйләп иблисте ҡыуандырамы? Ошо яҙғандарҙы уҡырҙарҙа, фәһем алмаҫтар, шул элеккесә һылтау табып байрамдарҙа хәмер эсерҙәр. Былар беҙҙең алйыған быуындыр, уларға Аллаһ Тәғәлә лә, иблистә бер. Кешеләр хәмерҙән ҡырылып торһала башҡаларҙын уйында шул эскелек.

   Бигерәктә әлеге минең фекеремсә 1945—1955 йылда тыуғандар эскелекте хуп күрәләр, 1955 йылдан алып 1985 тиклем тыуғандарҙын күбеһенең урыны ҡәберҙә. 90 % эскелектән! Әле бер әҙәм (интелегент, тюрколог) миңә, комментарийға ни яҙған?

   Балды (брага) башҡорт халҡының милли ризығы тип ҡымыҙ менән бер рәткә ҡуйған. Әллә башындағы мейеһен көйә ашанымы икән? Башҡортоң бал ҡортоның балы түгел, ә бал әсетеп эсәм тигән – иҫерткес нәмә милли ризығы уның. Өҫтәп Ҡөръән Кәрим уҡыйым тигән, эскәндә тоторға тырышмайым тигән. Быны әллә минең хуплағанымды көттө. Телен шайтанға һатҡан әҙәмдәрҙән ошо хәмер эсеүҙе беҙҙен атай-олатайҙарҙың йолаһы тип, балаларҙы тәрбийәләйекме? Аҡса-малын иҫерткескә йә тәмәкегә алыштырған кеше кем? Наркоман инде, тик бында наркотик урынына хәмер менән тәмәке. Етмеш етенсе йылға тиклем шикелле, хәмер СССР-ҙа наркотиктәр рәтенә индерелгән була. Хәҙер демократия, эсергә һылтау ғына кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙар бындай табындарға оҫталар. Өйөндә эскелек ойошторған ирҙәр һирәк түгелме? Бала тәрбиәсе ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһенән уҙышып ошо ярышта тәүгеләр түгелме? Мин ни ерем менән күрше ҡатындан кәм тип аҙалар түгелме?

   Киләсәк быуынды: балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе бәхетле күрәбеҙ тиһәк, шулай уҡ илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк — һәр беребеҙ тәүбәгә килеп, динебеҙҙе нығытып үҙебеҙҙән башлайыҡ. Һеҙгә бер кемдә әҙер әҙәпле донъя килтермәҫ. Күреп торағыҙ балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә һеҙҙең балаларығыҙға беҙҙең элекке замандағы һымаҡ белем бирергә ынтылып торалармы? Юҡ, көн-сәғәтен үткәреп аҡса алһалар, шул еткән. Ихластан юғары белем алыусылар бармы? Барыһында аҡса хәл итә. Врачтар һеҙҙең һаулыҡ өсөн тырышып торалармы? Юҡ, берәүҙәре көндө ғәйбәттә-сәйҙә үткәрһә, икенселәренә һеҙҙе талап аҡса кәрәк. Һәр мәрхүм — үлгән кеше өсөн өсәр мең аҡса һорап, ҡала ерендә күберәк алып байығырға маташалар түгелме? Был тариф бер ерҙә лә яҙылмаған. Теге мәрхүм ирҙәрҙе йыуып, кәфенләп аҡса эшләгән ҡатындар тураһында ни әйтергә? Дингә арҡыры төшөп, тамуҡҡа тура юл тотоусылар түгелме? Башҡа урындарҙа ла ихлас халыҡ өсөн эшләгән кешеләр һирәктер. Тик байлыҡта, байрам күңелдәрендә.

   Бындағы яҙылғандар бар кешегә лә ҡағылмай, бер епкә теҙеп һалған был тип, бар арабыҙҙа шундайҙар. Бар наҙан колхоз муллалары, араҡы эсергә ярай тигәндәре, никах уҡып туңҡайып ятҡандарыла.

   Эсергә теләй икәнегеҙ, ни эшләп һеҙгә суҡынмаҫҡа, поптар эсергә рөхсәт бирә бит. Мин мосолман тигән кеше эсәме? Нисек шуға ҡулығыҙ бара. Мейегеҙҙе һаһытып сереткәнсе, яйлап был донъяға нимә өсөн килгәнегеҙҙе уйлағыҙ исмаһам. Әҙәм балаһына Аллаһ Тәғәлә бәлә-ҡаза ебәрһә генә уйлана башлай. Көтөгөҙ ҡаза килгәнең, һис шикһеҙ ул буласаҡ. Һаулығыҙҙы бөтөрөп хәмер һатып алып, аҙаҡ шул хәмер зыянынан тәнегеҙгә төҙәлмәҫ эҙ һалып дауаланыуығыҙ бушҡа булыр. Был ғына түгел, һеҙҙән тыуған балалар аҡыллы кәм булып, үҙҙәре ғәрип булып, уларҙын балалары ғәрип булып – быуынығыҙҙын һәм Аллаһ Тәғәләнең ҡарғышы һеҙгә булыр.

Ефимов В. А. Основы мировоззренческой безопасности https://www.youtube.com/watch?v=E2Fct7hxxho&t=10s

https://www.youtube.com/watch?v=JW90PRrol-I

Ефимов про курение и алкоголь
https://www.youtube.com/watch?v=jT4r_E-0nac