Архив метки: пәйғәмбәр

Нух көймәһе

                                                      Нух көймәһе
     Метафизика темаһын дауам итәйек, сөнки беҙ аҡылыбыҙ буйынса бик түбән кимәлдә торабыҙ. Әллә кемдәрҙер (бәлки Аллаһ) тарафынан (әллә, йәһүдтәр тарафынан аңыбыҙ бикләнгән булыуы мөмкин) башыбыҙға һалынған пәрҙә, ҡоршау аҫтынан сыға алмайбыҙ һымаҡ. Аллаһ Тәғәләлә хаҡиҡәтте аңларға теләмәгәндәрҙең аңына пәрҙә һалырмын тигән бит.
     Әйтәйек, ябай ғына миҫал: пәйғәмбәрҙәр тарихы буйынса, Нух пәйғәмбәр ҙур көймәне (карапты) балта менән сабып эшләгән. Шунан туфан алдынан Ер йөҙөнөн бар хайуан, йәнлек, бөжәк донъяһын һәм сөсө һыу менән тоҙло һыу аралышыуҙан һәләк булмаһын өсөн йылға-күл, дингеҙ-океан мәхлүктәрен шул карабына тейәгән. 40 көн (6 ай) ажғырып торған, ер тетрәүҙәренән барлыҡҡа килгән йөҙҙөр метрҙарҙан ашҡан тулҡындарҙа йөҙөп, һуңынан ер тапҡан. Бөгөнгө муллаларҙың вәғәзе шул, ышанмаһаң кафырһың тиерҙәр. Читать далее

Әүлиә Мехмет вәғәҙенән

                                     Әүлиә Мехмет вәғәҙенән
     Кипрҙағы Әүлиә Мехмет (Мәхмәт) хәҙрәт вәғәҙәрен ошо сайтыма һалып торам һәм бына яңы һуңғы вәғәҙе. Нәкшбәндиә тәриҡәтенең 41се Әүлиәһе Шәйех Мехмет хәҙрәттең ошо йылдың февраль айында һөйләгән нәсихәтен уҡығыҙ.

وَإِن تُطِعْ أَكْثَرَ مَن فِي الْأَرْضِ يُضِلُّوكَ عَن سَبِيلِ اللَّهِ إِن يَتَّبِعُونَ إِلَّا الظَّنَّ وَإِنْ هُمْ إِلَّا يَخْرُصُونَ

     «Үә иң түтыиғ әкҫәра мәң фил-ардыи йүдыиллүүкә ғәң сәбиили-лләәһи ий-йәттәбиғүүнә иллә-ҙҙаннә үә ин һүм илләә йахрусуун».
     «Ер йөҙөндәгеләрҙең күбеһенә эйәрһәң, улар һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар. Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нәмәгә табынмаҫ, ялғандан башҡа һүҙ һөйләмәҫтәр». Сүрә 6, (Мал-тыуар) 116 аят. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙҙең киҫәтеүе

                                Пәйғәмбәребеҙҙең киҫәтеүе
      Әй, Аллаһ ҡолдары! Әхмәт, Әбү Дауд, Әл-Хәким Әл-Мостадраҡ һәм Әл-Муржәмдәге Әт-Табарани, Сәүбән хәҙрәттәре (Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булһын) хәбәр итеүенсә, Аллаһтың илсеһе, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Халыҡтар бер-береһен һеҙгә ҡаршы йыйылырға саҡырасаҡ, бер-береһен табын тирәләй ашауға йыйылырға саҡырған кеүек».
     Унан: «Эй, Аллаһ илсеһе, был беҙҙең аҙ булыуыбыҙға бәйлеме?» — тип һорағандар.
     Ул: «Юҡ, һеҙ күп булырһығыҙ, әммә һеҙ иһә аҡҡан ағым өҫтөндәге күбек кеүек булырһығыҙ».
     Һәм Ҡөҙрәтле, Бөйөк Аллаһ дошмандарығыҙҙың йөрәктәренән һеҙҙән ҡурҡыуҙы алып ташлар, ә һеҙҙең күңелдәрегеҙгә көсһөҙлөк һалыр.
     Кемдер: «Ниндәй көсһөҙлөк, Аллаһ илсеһе?» — тип һораған.
     Ул: «Донъя тормошон яратыу һәм үлемде нәфрәт итеү», — тип яуап бирә. Читать далее

Күҙ тейеү һәм көнләшеү

                                             Күҙ тейеү һәм көнләшеү
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Был ауыр сирҙәргә күҙ тейеү һәм көнсөллөк инә», — тигән.
     Күҙ тейеү — ул кешенең нимәгәлер ғәжәпләнеп йәки яманлығы арҡаһында ҡараған күҙ ҡарашы. Был ҡараш күҙҙән бер нимәлер сығара, әйберҙе зарарлай һәм уға йоғонто яһай. Имам Абдул Ҡаййум был хаҡта былай тигән: ул быны атылған уҡтарға йәки күҙгә күренмәгән бәләкәй киҫәксәләргә оҡшатты, йәки, бөгөнгө көндә билдәле булған ҡорамал, мәҫәлән, пульт, баҫҡанда сигналдар ебәрә һәм икенсе осондағы әйбергә тәьҫир итә. Мәҫәлән, әгәр унда ҡоролмалар ҡуйылған булһа һәм һеҙ был пульттағы төймәгә баҫһағыҙ, был ҡоролма шул урында операция яһар ине. Шулай итеп, сигнал сыға һәм икенсе яҡтағы ҡоролмаға йоғонто яһай һәм ул операция башҡара, һәм бына был күҙҙән, был кешенең күҙ тәрәнлегенән сыҡҡан, күҙгә күренмәгән киҫәксәләр кешегә йәки улар йүнәлтелгән әйбергә йоғонто яһай. Читать далее

Әүлиәләр ҡайҙа?

                                                       Әүлиәләр ҡайҙа?
     Ни эшләп әүлиәләр күренмәй? (Шәйех Мехмет әфәнде).
     أَلَا إِنَّ أَوْلِيَاءَ اللَّهِ لَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
     «Ә ләә иннә әүлийәә ә-ллааһи ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн».
     «Аллаһының дуҫтары бер нәмәнән дә ҡурҡмай (көйөнмәй) һәм хәүеф белмәҫ». Юныс (10) сүрәһе, 62 аят.
     Аллаһы Үҙенең һөйгән дуҫтары хаҡында – улар ысынында инандылар һәм Аллаһынан ҡурҡыусылар. Әүлиәләр Аллаһыға иман килтереүселәр һәм Унан ҡурҡыусылар. Беҙҙең хәҙерге ваҡытта әүлиәләр йәшерен һәм һирәктәрен генә күрергә мөмкин, улар үҙҙәрен белдермәй. Элекке ваҡытта әүлиәләр билдәле ихлас иманлы кешеләр ине, быларҙы халыҡ еңел ҡабул итеп, улар артынан эйәрҙеләр. Читать далее

Урта Азия Дәджәле

                                                                        Урта Азия Дәджәле
     Урта Азия Дәджәле (Шәйех Мехмет әфәнде)
     Беҙҙең юл сөхбәт һәм йыйылышта мәнфәғәт
     «إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ»
     «Иннә ддиинә ғиндә Ллаһи л-Ислам»
     «Хаҡ дин, Аллаһы дине — Ислам». 3 сүрә, 19 аят. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙә Ислам диненә таянып эш иттеләр. Аллаһының дине Ислам һәм унан башҡа бер диндә юҡ.
     Улар межконфессиональный диалог (конфессия-ара диалог) хаҡында һөйләйҙәр – бындай төшөнсә юҡ! Башҡа бер диндә юҡ! Ислам религияһы Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып беҙҙең Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләмгә тиклем килә. Исламдың тәғлимәтең шәриғәттә һәм тәриҡәттә табырға була. Шәриғәт һәм тәриҡәт айырылмаҫ бер бөтөн. Улар Исламдың берлеген аңлата. Былар Ислам юлдары һәм беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм юлы. Читать далее

Аллаһты зекер итеү

                                                        Аллаһты зекер итеү

                                                                                                                          بسم الله الرحمن الرحيم
     Бисмилләһир рахманир рахим. Беҙҙе юҡтан бар иткән Раббының, Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлыйбыҙ.
     Бөтә булған маҡтауға лайыҡлы Бер Аллаһ Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ! Унан ғына илаһи ярҙам һорайбыҙ һәм дә Унан ғына гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорап ялбарабыҙ!
     Үҙ нәфсебеҙҙең насарлығынан һәм дә боҙоҡ ғәмәлдәребеҙҙән Бер Аллаһҡа һыйынабыҙ!
     Кемде Аллаһ Тәғәлә һиҙәйәт биреп тура юлға күндерһә, уны бер кем дә тура юлдан яҙҙыра алмаҫ. Ә кемде Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ғәҙеллеге менән һиҙәйәтһеҙ ҡалдырһа, уны, Аллаһтан башҡа, бер кем дә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
     Бары тик Аллаһ ғына ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат, Уның һис бер тиңдәше юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ — Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе, тип шәһәдәт килтерәм.
     Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның һуңғы пәйғәмбәренә, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм салауаттар булһын!
     Мосолман һәр эште — «Бисмилләһи рахманир рахим», тип Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, Уны зекер итеп башлай. Зекер ул ғәрәпсәнән иҫкә, хәтергә төшөрөү тигән һүҙ. Дин тәғлимәтендә Аллаһты һәр саҡ күңелдә тотоу, Уны хөрмәт итеү, маҡтау, бөйөкләү һәм ҙурлау була. Шулай уҡ зекер Ҡөрьәндең бер исеме булып тора. «Хаҡиҡәттә, был зекерҙе беҙ һиңә иңдерҙек һәм уны ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлаясаҡбыҙ», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Ҡөръәне ятлаған һәм уҡыған кеше Раббыбыҙҙы зекер итә. Читать далее

Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр

                                Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр
     Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ бәйле булған төштәрҙән риүәйәттәр. Мөхәммәд ﷺ хәбәр биргәнсә, төштәр өс төрлөгә бүленә. Уларҙың бер иштәре Аллаһы Тәғәләнән, икенселәре шайтандан һәм өсөнсөләре донъя мәшәҡәтенә мауығып, шул хәл төшкә инеү осраҡтары. Аллаһ Тәғәләнән килгән төштәр күп осраҡта йә иһә хәйерле хәбәр бирә торған, киҫәтеү төштәре була. Аллаһ Сүбханә үә Тәғәлә, әҙәм балаларына шәфҡәтлелеген күрһәтеп, пәйғәмбәрлектең ҡырҡтан бер өлөшөн мосолмандар күргән төштәр аша ҡалдырған. Киләсәкте бер кеше лә белә алмай, әлбиттә. Әммә Аллаһ Тәғәлә булған белеменең бер өлөшөн яратҡан, һөйөклө бәндәләренә биреүе мөмкин. Төш аша, йә иһә күңелдәренә һөйөндөрөү, йә иһә Аллаһы биргән аҡыл менән кеше буласаҡты күҙәтә ала. Был – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Әйтеп киткәнсә, Аллаһы Тәғәлә төштәре барыһы ла хаҡ, улар бигерәк тә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән бәйле булһа. Кем дә кем уны төшөндә күргән, был бик ҙур ҡыуаныс, тимәк, әлеге кешене был донъяла ғына түгел, бәлки, ахирәттә лә яҡшылыҡ көтә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәд ﷺ төштә ҡайһы бер кешеләрҙе тейешһеҙ хәлдәрҙән, гөнаһлы эштәрҙән, боҙоҡ ғәмәлдәрҙән, һүҙҙәрҙән киҫәтә лә ала. Мәкерле Иблис төшкә башҡа кешеләр ҡиәфәтендә инә алһа ла, пәйғәмбәр булып инә алмай. Ә шайтандан килгән төштәр боҙоҡлоҡҡа, насарлыҡҡа өндәй. Читать далее

Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар

                                         Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
     Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ йоҡлағанда төштә күрер өсөн аҫта салауаттар килтерелә. Һәр иманлы мосолмандың изге Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төшөндә күрергә теләге барҙыр. Ләкин уны ﷺ төштә күреү һәләте үҙебеҙҙә уға ﷺ ҡарата булған мөхәббәттең һәм тоғролоҡтың кимәленә бәйле. Аҡһаҡалдар һәм ғалим кешеләр үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, ғәмәлдәре һәм игелектәре ярҙамында пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәрендә күреү бәхете тураһында яҙып ҡалдырғандар. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ төшөбөҙгә инһен тиһәк, тәһәрәтләнеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, тәүбә итеп, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар һәм сәләмдәр әйтеп, Рәсүлүллаһыны ﷺ төштә күрергә ниәтләнеп йоҡларға ятыр кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелә:
                                           مَنْ رَآنِي فِي الْمَنَامِ فَسَيَرَانِي فِي الْيَقَظَةِ, وَلَا يَتَمَثَّلُ الشَّيْطَانُ بِي
     «Мән раани фиил мәнәәми фәсәйәрәнии фиил йаҡаҙа үә ләә йәтәмәҫәлү шайтаанү биһи». Читать далее