Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар

                                         Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
     Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ йоҡлағанда төштә күрер өсөн аҫта салауаттар килтерелә. Һәр иманлы мосолмандың изге Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төшөндә күрергә теләге барҙыр. Ләкин уны ﷺ төштә күреү һәләте үҙебеҙҙә уға ﷺ ҡарата булған мөхәббәттең һәм тоғролоҡтың кимәленә бәйле. Аҡһаҡалдар һәм ғалим кешеләр үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, ғәмәлдәре һәм игелектәре ярҙамында пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәрендә күреү бәхете тураһында яҙып ҡалдырғандар. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ төшөбөҙгә инһен тиһәк, тәһәрәтләнеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, тәүбә итеп, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар һәм сәләмдәр әйтеп, Рәсүлүллаһыны ﷺ төштә күрергә ниәтләнеп йоҡларға ятыр кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелә:
                                           مَنْ رَآنِي فِي الْمَنَامِ فَسَيَرَانِي فِي الْيَقَظَةِ, وَلَا يَتَمَثَّلُ الشَّيْطَانُ بِي
     «Мән раани фиил мәнәәми фәсәйәрәнии фиил йаҡаҙа үә ләә йәтәмәҫәлү шайтаанү биһи».

     «Кем мине төшөндә күрә, ысынын да, минең менән киләсәктә осрашыр, иблис кенә минең ҡиәфәттә төшкә инмәҫ». Был хәҙисте Әбү Хөрәйрә килтерә.
     Беҙ беләбеҙ, беҙҙең яратҡан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күҙҙәрен йомоп йоҡлаған, ләкин йөрәге һәр саҡ уяу булған. Һәм беҙ ышанабыҙ, Аллаһ рәсүле ﷺ, сөннәтен һәр саҡ үтәп йоҡлағанда йөрәк күңелебеҙ уяу булыр, Аллаһҡа тәсбихтәр әйтер. Эйе, Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәребеҙҙә күрергә насип итһен һәм уның менән йәннәттә осрашырға яҙһын!
     Ҡөръән Кәримдә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ аша беҙгә әйтә:
     «Ҡуль иң күңтүм түхиббүүнә-ллааһа фәттәбиғүүнии йүхбибкүмү-ллааһу үә йағфир ләкүм ҙүнүүбәкүм үә-ллааһу ғафүүру-ррахиим».
     Әйт: «Аллаһыны яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта Аллаһ һеҙҙе яратыр, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар», — тиең. Ысынлап та Аллаһ ярлыҡаусан, рәхимле! («Әлү Ғимран» сүрәһе, 31 аят).
     Аллаһ Тәғәлә шулай уҡ Ҡөръән Кәримдә:
                        إِنَّ اللَّهَ وَمَلَائِكَتَهُ يُصَلُّونَ عَلَى النَّبِيِّ يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا صَلُّوا عَلَيْهِ وَسَلِّمُوا تَسْلِيمًا
     «Иннә-ллааһа үә мәләә'икәтәһү йүсалүүнә ғәлә-ннәбиййи йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә».

 

      «Ысынлап та Аллаһ менән Уның фәрештәләре Пәйғәмбәргә ﷺ фатиха бирә! Эй һеҙ иман килтергән кешеләр! Уға салауат әйтегеҙ, сәләмләп тыныслыҡ теләгеҙ!», («Әл-Әсхәб», сүрәһе, 56 аят).
                                                        Салауаттар
     1. Кем дә булһа йома намаҙынан һуң 35 мәртәбә «Мүхәммәдүн расүлүлааһи Әхмәдү расүлү-лааһ», тип яҙып, яҙғанды үҙе менән йөрөтһә, Аллаһ Тәғәлә уны бәрәҡәт эсендә йөҙҙөрөр, шайтандар ҡотортоуынан имен булыр. Әгәр ҡояш сыҡҡан ваҡытта Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтһә, төшөндә, иншаАллаһ, Пәйғәмбәрҙе ﷺ күрер.
     2. Берәү йома кисәһендә 1000 тапҡыр
     «Әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләйкә йә расүләл-лаһ» –тип салауат әйтһә, шул уҡ кисәлә Рәсүл Әкрәмде ﷺ төшөндә күрер. Был салауатты уҡыған ваҡытта уҡыусының ауыҙы хуш еҫле булыуы зарур, бүлмәһендә иһә хуш еҫле үләндәрҙе яндырып, төтөн сығарып тороу кәрәк булыр.
                         اللهم متعني برؤية حبيبِك الأعظم سيدنا محمد صلى الله عليه وسلم حالاً ومآلاً
     «Аллаhүммә мәттғинии бируйәти хәбибикәл-ағзам сәййидинә Мүхәммәд, саллаллаhу ғәләйhи үә сәлләм, хәлән үәмәлән».
     «Йә Аллаһ, миңә һөйөклө пәйғәмбәреңде күрергә насип ит, Мөхәммәд хәҙрәтебеҙҙе ﷺ, уға мәрхәмәтлегеңдән был донъяларҙың тыныслығы һәм фатихаһы булһын».
     3. Шулай уҡ был ниәт менән 4 рәҡәғәт намаҙ уҡылыр. Һәр рәҡәғәттә «әл-Фатиха» нан һуң «Әд-Духа», «Әл-Инширах», «Әл-Ҡәҙер», «Әл-Зәлзәлә» сүрәләрен уҡылыр, «Әттәхийәт» уҡығас, 70 мәртәбә салауат-сәләм әйтелер. Шунан намаҙ тейешенсә тамамланыр һәм был намаҙҙы уҡыусы кеше йоҡларға ятып, йоҡоға киткәнсе бер кем менән дә һөйләшмәйенсә торор. ИншаАллаһ, төшөндә Расүлүллаһны ﷺ күрер.
     4. Йәнә бер салауат:
                                                                        اللَّهُمَّ أَكْرِمْنِي بِرُؤْيَةِ حَبِيبِكَ مُحَمَّدٍ
     «Аллаhүммә әкримнии бируү’йәти хәбиибикә Мүхәммәд».
     «Эй Аллаһ, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ күрергә насип ит!».
     5. Һәм дә ошо салауаттарҙы уҡыған мосолман төшөндә Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләһи үә сәлләмде күрергә мөмкин.
     «Аллаһумма салли ғәлә рухи сәййидинә Мүхәммәдин фи-л-әруах, үә-салли ғәлә джәсәди сәййидинә Мүхәммәдин фи-л-әджсад үә-салли ғәлә ҡабри сәййидинә Мүхәммәдин фи-л-ҡубур үә-ғәлә әлиһи үә-сахбихи үә-сәллим».
     «Йә Аллаһ! Башҡа йәндәр араһында рухи етәксебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ йәненә рәхмәтеңде иңдерһәң ине, бөтә тәндәр араһында рухи етәксебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ тәненә рәхмәтеңде иңдерһәң ине, башҡа ҡәберҙәр араһында рухи етәксебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ, уның ғәилә ағзалары һәм сәхәбәләре ҡәберҙәренә рәхмәтеңде иңдерһәң ине».
     6. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был салауат сифаттары тураһында былай тигән: «Миңә бағышлап көн һайын 3 тапҡыр салауат уҡыған кешегә мин Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында шаһит буласаҡмын, иншә Аллаһ».
     Ә Ибн Рауаха былай тигән: «Көн һайын 70 тапҡыр был салауатты уҡырға ғәҙәтләнгән кешегә Аллаһы Тәғәлә Илсеһе төшөндә киләсәк».
     «Аллааһүммә раббә-л-ашхури-л-хәрами үә-л-мәшғәри-л-хәрами үә-л-бәйти-л — хәрами үә-р-рукни үә-л-мәҡани үә-раб — би-л-хилли үә-л-хәрами иҡра Мүхәммәдән минни-с-сәләм».
     «Йә Аллаһ! Эй әшхур әл-хәрам (харам айҙарҙың), Мәшғәр әл-хәрам (Мөздәлифәләге мәсеттең) Хужаһы! Ғәләм терәге Бәйт әл-хәрам, хәләл һәм изге хәрам Хужаһы, минең сәләмемде Мөхәммәдкә ﷺ тапшыр».
     7. «Аллааһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдин фи-л-әүүәлинә үә-л-ахырина үә-фи-л-мәлә и-л-ғәлә илә йәүмид-дин».
     «Эй Аллаһ! Беренсе көндәрҙән һуңғы көндәргә тиклем фәрештәләр һәм араһындағы Бөйөк Йыйылышта, Ҡиәмәт Көнөнә тиклем Мөхәммәдкә ﷺ рәхмәтеңде иңдерһәң ине!».
     8. «Аллааһүммә салли ғәлә Мүхәммәд — диү-үә-ғәлә әли Мүхәммәдиү-үә-хдини мин ғиндикә үә-әфды ғәләййә мин фәдлика үә-ншур ғәләййә мир-рәхмәтикә үә әнзил ғәләййә бәракәтик».
     «Эй Аллаһ! Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның ғәилә ағзаларына рәхмәтеңде иңдерһәң ине. Мине Һиңә илтеүсе тура юлға баҫтырһаң ине. Миңә бәракәтенде насип итһәң ине. Мине рәхмәтең һәм шәфәғәтең менән бүләкләһәң ине».
     9. «Аллаһүммә салли әфдала салауа — тика ғәлә әсғәди мәхлүҡатикә сәййидинә үә мәүләнә Мүхәммәдин нәбиййи — л-умми, үә ғәлә әлиһи үә-сахбихи үә — сәллим әдада мәғлүмәтикә үә-мидада кәлимәтикә ҡуллихә мә зәҡаракә-з-заки — рун үә-ғәфалә ән зикриҡа-л-ғәфилун».
     «Йә Аллаһ! Яралтҡан йәндәрҙең иң яҡшыһына, рухи етәксебеҙ һәм яҡлаусыбыҙ булған, яҙа белмәгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ, уның ғәиләһе ағзаларына һәм сәхәбәләренә Үҙеңә генә билдәле булған миҡдарҙа, Һин иңдергән һүҙҙәр һанынса, Һине иҫтә тотоусыларҙың Һине иҫкә алған ваҡыты һәм Һине онотоусыларҙың Һиңә битараф булған ваҡыттары ҡәҙәр рәхмәтеңде иңдерһәң ине».
     10. «Мәүләйә салли үә-сәллим дә имән әбәдән ғәлә хәбибикә хайри-л-халҡы ҡуллихим».
     «Йә, Раббым! Яралтҡандарҙың араһынан иң яҡшыһына, Үҙеңдең яратҡан йәнеңә һәр ваҡыт, өҙлөкһөҙ фатихаңды һәм сәләмеңде иңдерһәң ине».
     11. Шәйех Сахаүи хәбәр итеүенән Әбү Ҡасим Бусти үҙ китабы ошондай хәҙис килтерә, әммә ул уның сығанағын асыҡлай алмай. Ул шулай тип яҙған: Кем пәйғәмбәрҙе ﷺ төшөндә күрергә теләй, түбәндәге салауатты әйтһен:
اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ كَمَا أَمَرْتَنَا أَنْ نُصَلِّيَ عَلَيْهِ اللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ كَمَا هُوَ أَهْلُهُ اللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ كَمَا تُحِبُّ وَ تَرْضَى
     «Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин кәмәә әмәртәнәә ән-нусаллийә ғәләйһи Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин кәмәә һүүә әһлүһү Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин кәмәә түхиббү үә тәрҙәә».
     «Йә, Аллаһым! Мөхәммәдте ﷺ маҡтаулы ит, Һин беҙгә нисек уны ҡәҙерләргә ҡушҡан кеүек. Йә, Аллаһ! Әфәндебеҙ Мөхәммәдте ﷺ хөрмәтлә, ул быға лайыҡ булған бит. Йә Аллаһ! Әфәндебеҙ, Мөхәммәдте ﷺ ҡәҙерлә, Һин Үҙең нисек яратаһың, һәм нисек теләйһең».
     12. Кем ошо салауатты таҡ һандар менән уҡыһа, изге пәйғәмбәрҙе төшөндә күрер. Һәм салауат аҙағынан түбәндәге һүҙҙәрҙе өҫтәр кәрәк:
اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى رُوْحِ مُحَمَّدٍ فِي الاَّرْوَاحِ اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى جَسَدِ مُحَمَّدٍ فِي الاَّجْسَادِ صَلِّ عَلَى قَّبْرِ مُحَمَّدٍ فِي الْقْبُوْرِ
     «Аллаһүммә салли ғәләә руу'хи Мүхәммәдин фии-л-әрүәәхи Аллаһүммә салли ғәләә джәсәди Мүхәммәдин фии-л-әджсәәди Аллаһүммә салли ғәләә ҡабри Мүхәммәдин фии-лҡубуури».
     «Йә, Аллаһым! Әфәндебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ йәнен башҡа йәндәр араһында иң хөрмәтле ит. Йә, Аллаһ! Мөхәммәдтең ﷺ тәнен башҡа тәндәр күркәм ит. Йә Аллаһ! Мөхәммәдтең ﷺ ҡәберен башҡа ҡәберҙәр араһында изге ит».
     13. «Зейд сағид» китабында шәйех Тәнүи ошолай яҙып киткән: салауаттарҙың бөйөклөгө һәм хәйерле үҙенсәлеге шунда, шулар арҡаһында изге пәйғәмбәрҙе һөйөүселәргә уны төштәрҙә күрергә мөмкинселек бирә икән. Диндарҙар салауаттарҙың ҡайһы бер төрҙәре ошо ғәмәлдә бик ҡулайлы тип әйтәләр.
     «Тәрғиб әхл саадә» китабында шәйех Абдулхаҡ Дехлеүи яҙа: өс йома ла үтеп өлгөрмәҫ, пәйғәмбәрҙе төшөндә күрер шул кеше, әгәр ул йома төнө өҫтәмә ике рәҡәғәт намаҙ уҡып һәм 11 тапҡыр «Аятүль-Көрси» һәм 11 тапҡыр «Ихлас»- ты һәр рәҡәғәттә уҡыһа, шунан аҙағына 100 тапҡыр ошо салауатты әйтһә:
                                                    اَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ النَّبِيِّ الاُّمِّيِّ وَآلِهِ وَأَصْحَابِهِ وَسَلِّمْ
     «Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин-нәбиййил-ләммиййии үә әәлиһи үә-әсхәәбиһи –үә сәллим».
     О, Аллах! Дай благословения и приветствия Мухаммаду, неграмотному пророку, а также его роду и сподвижникам.
     14. Шулай уҡ шәйех Абдулхаҡ Дехлеүи дауам итеп шуны яҙа, пәйғәмбәрҙе төшөндә күреү бәхете шуға эләгер, әгәр кем ике рәҡәғәт намаҙ уҡығанда 25 тапҡыр «Ихлас» сүрәһен «Фатиха» сүрәһенән һуң уҡып, һәм намаҙ аҙағында 1000 тапҡыр ошо салауатты әйтһә:
                                                                                 صَلَّى اللَّهُ عَلَى النَّبِيِّ الأُمِّيِّ
     «Саллаллааһу ғәләәлннәбиййил үммиййи».
     Аллаһ үҙенең уҡый-яҙа белмәгән пәйғәмбәрен маҡтаһын!
     (Ни эшләп уҡый-яҙа белмәгән пәйғәмбәрен тигән дә, ысынын да пәйғәмбәребеҙ уҡый-яҙа белмәгән. Бының хикмәте шунда: кафырҙар пәйғәмбәребеҙгә Ҡөръән аяттарын һин үҙең уйлап яҙаң тип бәйләнгәндәр, әммә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аяттар Аллаһынан килә, мин ысынын да уҡый-яҙа белмәйем тигән дәлилдәр килтергән һәм уны яҡшы белгән кешеләр быны дәлиләгәндәр).
     15. Шәйех Абдулхаҡ Дехлеүи китабын дауам итеп, ошо салауатты йоҡлар алдынан 70 тапҡыр әйтеү яҡшы һөҙөмтәгә килтерә тигән:
اللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَدٍ بَحْرِ أَنْوَارِكَ، وَمَعْدِنِ أَسْرَارِكَ وَلِسَانِ حُجَّتِكَ، وَعَرُوسِ مَمْلَكَتِكَ وإمَامِ حَضْرَتِكَ ، وَطِرَازِ مُلْكِكَ، وَخَزَائِنِ رَحْمَتِكَ، وَطَرِيقِ شَرِيعَتِكَ الْمُتَلذِّذِ بِتَوْحِيدِكَ، إنْسَانِ عَيْنِ الْوُجُودِ وَالسَّبَبِ فِي كُلِّ مَوْجُودٍ،عَيْنِ أَعْيَانِ خَلْقِكَ الْمُتَقَدِّمِ مِنْ نُورِ ضِيَائِكَ، صَلاَةً تَدُومُ بِدَوَامِكَ وَتَبْقَى بِبَقَائِكَ، لاَ مُنْتَهَى لَهَا دُونَ عِلْمِكَ، صَلاَةً تُرْضِيكَ وَتُرْضِيهِ وَتَرْضَى بِهَا عَنَا يـَا رَبَّ العَالَمِينَ
 

     «Аллаһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин бәхри әнүәәрик, үә мәғдини әсраарикә үә лисәәни хүдж-джәтик, үә ғәрүүси мәмләкәтикә үә имәәми хаҙрәтик, үә тыраази мүлкикә үә хазәә'ини рахмәтик, үә тарииҡи шәрииғәтикәл мүтәәд-диҙи битәү'хиидик, инсәәни ғәйни-л-үүджүүд үәс-сәбәби фии күлли мәүджүүд, ғәйни әғйәәни халҡикә әлмүтәҡад-дими мин-нуури сийәәик, сааләт-тәдүүмү бидәүәмикә үә тәбҡаа бибәҡааик, ләә мүнтәһәә ләһәә дүүнә ғилмик, сааләтә-түрҙиһикә үә түрҙииһи үәтәрҙаа биһәә ғәнәә, йәә раббәл ғәәләмиин».
     «О, Аллах! Благослови нашего лидера Мухаммада, являющегося океаном Твоего света, рудником Твоих тайн, рупором Твоего довода, красотой Твоего царства, лидером Твоего собрания, украшением Твоей власти, сокровищем Твоей милости, путем Твоей религии, получающим удовольствие от поклонения одному лишь Тебе, эпицентром всей жизни, причиной всего сотворенного, величайшим из всех лидеров, первейшим от Твоего света. Дай ему такие благословения, которые бы длились, пока есть Ты, существовали, пока существуешь Ты, не имели бы пределов, кроме как по Твоему знанию, были угодными Тебе и ему и приводили к тому, чтобы Ты был доволен нами, о Господь миров!
     (Мәғәнәһен юғалтмаҫ өсөн, башҡортсаға әйләндермәнем, кемдәр перевод эшләргә теләй, яҙып ебәрегеҙ).
     16. Пәйғәмбәрҙе төштә күрер өсөн шәйех Абдулхаҡ ошо салауатты бер ни тиклем күләмдә уҡығыҙ тигән:
اَللَّهُمَّ رَبَّ الْحِلِّ وَالْحَرَامِ وَرَبَّ الْبَيْتِ الْحَرَامِ وَرَبَّ الرُّكْنِ وَالْمَقَامِ أَبْلِغْ لِرُوْحِ سَيِّدِنَا وَمَوْلَانَا مُحَمَّدٍ مِّنَّا السَّلامَ
     «Аллаһүммә раббәл хилли үәл хәраами үә раббәл бәйтил хәраами үә рәббәр-рукни үәл мәҡаами әблиғ лируү'хи сәййидинәә үә мәүләнә Мүхәммәдим-миннәәс-сәләм».
     О, Аллах, Господь Заповедной земли и территории за ней, Господь Заповедного дома, Господь столпа и места (Ибрахима)! Направь от нас приветствия душе нашего лидера и господина Мухаммада.
     Әммә пәйғәмбәрҙе төштә күрер өсөн йөрәген дә гонаһлар ҡылмау теләге һәм ынтылышы булырға тейеш, тәүбәле йәшәргә кәрәктер.
     17. Суфыйҙар һәм әүлиәләр килгән бер хәбәрҙә, бер диндарҙың Хызыр ғәләйһис-сәләмдән төндә нимә эшләргә тигәненә ул шулай яуап биргән: Мәғриб (ахшам) һәм иша (йәстү)намаҙҙары араһында нәфел намаҙҙары уҡы, был ваҡытта бер кем менән дә һөйләшмә. Был намаҙҙарҙы ике рәҡәғәт итеп уҡы, һәр рәҡәғәттә бер «Фатиха» сүрәһен һәм шуның артынан өс тапҡыр «Ихлас» сүрәһен уҡы. Иша намаҙҙы һуңынан өйөнә ҡайт, бер кем менән дә һөйләшмәй һәм өйөңдә ике рәҡәғәт намаҙ уҡы. Һәр рәҡәғәттә бер тапҡыр «Фатиха» сүрәһен һәм ете тапҡыр «Ихлас» сүрәһен уҡы. Намаҙ аҙағынан ултырған хәлдә ергә эйел, сәждә ҡыл, ете тапҡыр истиғфәр (тәүбә) ҡыл, ете тапҡыр салауат әйт һәм ете тапҡыр ошо һүҙҙәрҙе уҡы:
               سُبْحَانَ اللَّهِ وَالْحَمْدُ اللَّهِ وَلَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ وَاللَّهُ أَكْبَرُ وَلاَ حَوْلَ وَلاَ قُوَّةَ إِلَّا بِاللَّهِ الْعَلِيِّ الْعَظِيْمِ
     «Сүбхәәнә ллааһи үәл хәмдү ллааһи үә ләә иләәһә илләллааһү үә ллааһү әкбәрү үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә иллә билләәһил ғәлиййил ғәҙиим».
     Шунан башыңды ерҙән күтәр, ҡулдарыңды доғаға һуҙ һәм әйт:
يَا حَيُّ يَا قَيُّوْمُ يَا ذَا الْجَلاَلِ وَالْإِكْرَامِ يَا إِلَهَ الأَلِيْنَ وَالْآخِرِيْنَ يَارَحْمَانَ الدُّنْيا وَالآ خِرَةِ وَرَحِيْمَهُمَا يَا رَبِّ يَا رَبِّ يَا رَبِّ يَا اللَّهُ يَا اللَّهُ يَا اللَّهُ
     «Йәә хәййү йәә ҡаййүүмү йәә ҙәәл джәәләли үәәл икраами йәә илләәһил әүүәлиинә үә әәхиринә йәә рахмәәнәд-дүнйәә үәл әәхирати үәрахиймәһүмә йәә рабби йәә рабби йәә рабби йәә аллааһу йәә аллааһу йәә аллааһу».
     Ошонан һуң тор һәм ошо доғаны ҡабатла, ергә сәждәгә кит һәм йәнә ошо доғаны ҡабатла. Уң яғыңа ят, ҡиблаға йөҙөңдө бороп, һәм доғаны уҡый-уҡый йоҡоға кит. Кем ихлас күңелдән ошо ғәмәлдәрҙә ныҡыш булһа, ул кеше үлеменә тиклем төшөндә пәйғәмбәрҙе күрер.
     Ҡайһы бер кешеләр был тәртипте һөҙөмтәле тигәндәр. Улар үҙҙәрен йәннәткә ингәндәрен һәм пәйғәмбәрҙәрҙе күргәндәр, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең Пәйғәмбәрен, ике донъя етәксеһен күргәндәр.
     18. Шәйех «Дамири Хәйәт хайүән» китабында яҙа: Аллаһ шул кешене игелек ҡылыусы итер, рәхмәте менән ҡаплар һәм Иблистең шыптауынан азат итер, әгәр ул кеше йома намаҙынан һуң, тәһәрәтле килеш 35 тапҡыр ҡағыҙға ошо һүҙҙәрҙе яҙып, үҙе менән алып йөрөһә тигән:
                                                                       مُحَمّدٌ رَسُوْلُ اللَّهِ أَحْمَدُ رَسُوْلُ اللَّهِ
     «Мүхәммәдүн расүлүлү ллааһи әхмәдү расүлүлү ллааһи»
     Мөхәммәд – Аллаһтың илсеһе. Әхмәд – Аллаһтың илсеһе.
     Һәм көн һайын ҡояш ҡалҡан мәлдә ошо ҡағыҙға ихласлыҡ менән ҡарап, маҡтауҙар (салауаттар) әйтһә, ул ваҡытта изге пәйғәмбәрҙе төшөндә йышыраҡ күрер.
     Өҫтә яҙылған салауаттар ярҙамында, әгәр һеҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтең тулыһынса үтәп, Аллаһ ҡушҡанса йәшәйһегеҙ икән, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрергә була, иншаАллаһ. Бик тырышып та инде Пәйғәмбәр ﷺ төшкә инмәһә лә был да һеҙҙең өсөн хәйерле, сөнки һәр нәмәлә хикмәт бар.